Статистика ВК сообщества "ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ"

0+
www.kurultai.ru

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

💐 Тыуған көнөгөҙ менән, Эльвира Ринат ҡыҙы!

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолованың матур ғүмер байрамы - тыуған көнө. Уны ошо уңайҙан ихлас тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-филолог, журналист, тәжрибәле етәксе булып танылған Эльвира Ринат ҡыҙының барлыҡ хеҙмәт юлы республикабыҙҙың тормошо менән бәйле. Башҡортостан телевидениеһында баш мөхәррир, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа депутат, рәйес урынбаҫары бурыстарын атҡарғанда, хәҙер инде Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе булараҡ, ул һәр ваҡыт төбәгебеҙ халҡының, милләтебеҙҙең мәнфәғәттәрен хәстәрләй, иң оло ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эшендә алдан юл күрһәтеп бара. Эльвира Ринат ҡыҙының ваҡытында ҡабул иткән ҡыйыу ҡарарҙары, һәр хәл-торошто, мәсьәләне алдан күреп, яйға һалып ебәрә белеүе, талапсанлығы, тәүәккәллеге, ойоштороу оҫталығы арҡаһында республикабыҙҙа күп яңы башланғыстарға нигеҙ һалынды һәм улар уңышлы дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киң эшмәкәрлек алып барыуы, халыҡ тарафынан ихлас ҡабул ителгән ҡарарҙары, ҙур-ҙур проекттары ла - етәксебеҙҙең оло яуаплылыҡ менән башҡарған тынғыһыҙ хеҙмәтенә дәлил.

Хөрмәтле Эльвира Ринат ҡыҙы! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр, әлегеләй һүнмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған хеҙмәтегеҙ киләсәктә лә юғары һөҙөмтә биреп, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индерһен. Тыуған көнөгөҙ менән!
________________
💐 Поздравляем!

Сегодня день рождения отмечает депутат Государственной Думы РФ, председатель Президиума Всемирного курултая башкир Эльвира Ринатовна Аиткулова.

Уважаемая Эльвира Ринатовна! От всей души поздравляем Вас с днем рождения!

Вы пpинадлежите к кoгоpте ярких, талантливых людей, настоящих профессионалов. Вы неизменно свои знания, oпыт, твоpческий, научный потенциал направляете на служение Отечеству, подаёте пример уникальной работоспособности, веpности избpаннoму пути, ответственнoй гpажданской и жизненной позиции.

Многoгранная востребoванная деятельнoсть, умение гpамoтно и эффективно pешать масштабные, разноплановые задачи по пpаву снискали Вам высoкий, непpеpекаемый автoритет и уважение.
Вы всегда в гуще государственной, общественной жизни республики, страны, полны новых идей и замыслoв, смело беpетесь за самые дерзкие проекты и неизменно добиваетесь успеха. Убеждены, что главный секрет Ваших пpофессиональных достижений – большой и щедpый талант, поистине неиссякаемая энеpгия, и тpудолюбие, и, конечно, искpенняя забота о сохранении замечательных традиций башкирской истоpии и культуpы.

Желаем Вам крепкого здоровья, счастья, мира и благополучия, новых свершений на благо родной республики и страны!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТыуғанКөн #ЭльвираАиткулова

15 70 ER 4.9051
🌐 «Ваҡытың булманы, улым...»

Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше аша һөйләгәйне ул. Был ваҡиға күптәргә фәһем бирер, уйландырыр тигән өмөттәмен.

Бер ваҡыт ир ҡатынына: «Әйҙә, ресторанға барып киләйек, — ти. — Рәхәтләнеп ял итербеҙ. Улайтып йөрөргә ҡасан ваҡыт табылыр әле?»

Хәләл ефете иһә һис көтмәгәндә тәҡдимдән баш тарта.

— Юҡ, — ти ул. — Ресторанға бөгөн икенсе ҡатын менән барыуыңды һорайым.

Ир кеше бөтөнләй аптырауға ҡала.

— Нисек инде улай? — тип ҡыҙып китә. — Мин ундай ир түгел. Һәм, ғөмүмән, ниндәй ҡатын хаҡында һүҙ барыуы мөмкин?!

— Ул — һинең әсәйең, — тип тыныс ҡына яуаплай ҡатыны. — Ҡәйнәм хаҡында уйлайым да һинең тәҡдимеңде бер нисек тә ҡабул итә алмайым. Әсәйең өсөн ҡасан ваҡыт бүлгәнең бар? Һөйләшеп ултырырға ла, ял итергә лә саҡырғаның юҡ. Бөгөн ошо хатаңды төҙәт.

Ир ҡапыл тынып ҡала. Ғәйепле йөҙ менән ғәзиз кешеһенең телефон һандарын йыя: «Әсәй, әйҙә, икәүләп ял итеп, һөйләшеп алайыҡ. Һине ресторанға саҡырам. Йыйына тор, оҙаҡламай килеп етермен».

Әсәй кеше шаҡ ҡата, ишеткәненә бер килке ышана алмай тора: «Ысынды һөйләйһеңме ул, улым?» Ыңғай яуап алғас, йәһәтләп, осоп йөрөп тигәндәй йыйына башлай.

Ресторанға киләләр. Икеһенең дә шатлығының сиге юҡ. Әсәй кеше айырыуса ныҡ һөйөнә. Ҡәҙерле улы уның өсөн ваҡыт тапты бит! Ресторанда нимә ашатһалар ҙа, нисек хеҙмәтләндерһәләр ҙә, риза әсә. Бындай күркәм бинала түгел, хатта ки иҙәндә йәки урамдағы эскәмйәлә ултырһалар ҙа, бәхетенең сиге булмаҫ ине. Иң мөһиме — улы эргәһендә.

— Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән айырмаһын үҙеңде, балам, — тип изге теләген еткерә әсә. — Үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом бөгөн.

— Бында тағы ла килербеҙ бит, әсәй?

— Иншаллаһ, шулай булһын. Тик икенсе мәртәбә мин һине үҙем саҡырырмын.

Улы риза була. Көндәр, айҙар үтә. Әсә кеше улын ресторанға бер нисә ҡат саҡырһа ла, уныһы һис ваҡыт таба алмай. Төрлө сәбәп сығып ҡына тора. Шулай көн артынан көн үтеп, әсәй кеше ауырып үлеп китә...

Күпмелер ваҡыттан иһә улына әлеге ресторандан саҡырыу ҡағыҙы килә. Ике кешелек урын. Алдан түләнгән. Быны кемдең эшләүе ихтимал?

Ғәжәпкә ҡалған ир, ҡатынын алып, ресторанға китә. Теге юлы әсәһе менән ултырған өҫтәл янына барһалар, унда хат ята икән. «Ҡәҙерле улым!..

— Был һүҙҙәрҙе уҡыу менән күҙҙәренән йәш атылып сыға ирҙең. — Мин һине ошо урынға саҡырырға вәғәҙә биргәйнем. Әммә һинең ваҡытың булманы. Әйткәнемде нисек тә үтәү өсөн килен менән икегеҙҙе саҡырырға ниәт иттем...»

...Әсәй — иң бөйөк кеше. Уны бер ҡасан да үпкәләтмәйек, рәнйетмәйек. Ҡәҙерлеләребеҙҙең хәлен белеү, күңелен күреү өсөн мөмкинлек табайыҡ. Быға күп ваҡыт та талап ителмәй бит. Ихлас күңелдән әйтелгән яғымлы һүҙ, ихтирам-хөрмәт сағылған йылы ҡараш етә әсәйҙәргә. Күптәребеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиз кешеһенең ҡәҙерен ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә аңлай. Иҫән сағында яратыуыбыҙҙы белдереп, хәстәрлек күрһәтеп өлгөрәйек. Хәлен белешеп, шылтыратып торайыҡ, әсәйҙәрҙең изге фатихаһын алып йәшәйек.

Д. Ишморатова әҙерләне.

Сығанаҡ: Интернеттағы мосолмандар берләшмәһенә ҡуйылған видеояҙма.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Тәрбиә #Иман #Башкортостан

107 14 ER 4.1382
🌐 Иғтибар, яңы флешмоб❗❗❗

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағымдағы йылдың 15 ноябренән 14 декабргә тиклем халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итә.

Бәйгенең шарттары бик ябай: үҙегеҙ һайлап, Аҡмулланың шиғырын яттан һөйләргә, видеоға төшөрөргә, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрегеҙгә #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө, #Ҡоролтай, #Курултай хештегтары менән һалырға кәрәк.

Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: видеояҙманың оҙонлоғо 2 минуттан артырға тейеш түгел!

Шулай уҡ, флешмобҡа тәҡдим ителгән видеояҙмала:
• ҡатнашыусының исем-шәрифе
• йәшәгән урыны (ҡала, район)
• әҫәр исеме яҙылырға тейеш.
Хәйерле сәғәттә! Уңыштар!
_________________
🌐 Внимание, новый флешмоб❗❗❗

Всемирный курултай башкир с 15 ноября по 14 декабря текущего года объявляет поэтический флешмоб, посвященный 190-летию со дня рождения великого поэта-просветителя, сэсэна и философа, передового мыслителя Мифтахетдина Акмуллы и ко Дню башкирского языка.

Условия просты: надо выбрать и рассказать любой стих Акмуллы, записать видео и выставить его на личных страницах в социальных сетях с хештегами #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө, #Ҡоролтай, #Курултай.
Длина видеоматериала не должна превышать двух минут! А также видеозапись должна содержать такую информацию, как:

• имя и фамилия участника
• место проживания
• название произведения

Будьте активны! Участвуйте! Успехов!

#Аҡмулла #БашҡортТелеКөнө #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Конкурс

310 5 ER 5.0531
🌐 БАШҠОРТ ГЕНЕРАЛДАРЫ

МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, 1942 йылдың ноябрендә генерал-майор дәрәжәһен ала, Рәсәй Геройы.

ТАҺИР КҮСИМОВ - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се полкы командиры, Советтар Союзы Геройы, 1954 йылда генерал-майор дәрәжәһен ала.

ҒӘЛИЙӘН ҒӘЛИЕВ - 3-сө Украин фронты 57-се армияһының хәрби советы ағзаһы, 1945 йылда генерал-майор дәрәжәһен ала. Тыумышы менән Мишкә районы Оло Шаҙы исемле башҡорт ауылынан.

КАМИЛ ҒӘНИЕВ - 43-сө гвардия танкы бригадаһында батальон командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә, 1961 йылдан танкы ғәскәрҙәре генерал-майоры дәрәжәһен ала, 1967 йылдан - генерал-лейтенант. Тыумышы менән Туймазы районы Үрге Бишенде исемле башҡорт ауылынан.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #Шаймуратов #9мая #Герои #ВОВ #Генерал

68 8 ER 3.0100
Поэтесса [id50536211|Лариса] Абдуллина посвятила стихи башкирскому народному герою Салавату Юлаеву.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #СалаватЮлаев #Герой #История

20 14 ER 2.4906
🌐Бәхил бул, йыраусы, тарихсы, ижадсы!

Бөгөн үтә үкенесле хәбәр алдыҡ: арҙаҡлы милләттәшебеҙ, иҫ киткес рухлы, белемле Учалы уҙаманы Спартак Ильясов вафат...
Уның ижади-ижтимағи эштәренең әһәмиәтен бер нисә һөйләм менән генә баһалап бөтөрлөк түгел. Ә бынан бер нисә йыл элек билдәле яҡташы тураһында Рәүеф Шиһиев бына ошо юлдарҙы яҙған:

“Спартак Ильясовты Учалы яҡтарында ғына түгел, республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр. “Йыраусы, халҡының тарихын мөкиббән бирелеп өйрәнеүсе эҙәрмән-шәхес”, тиҙәр уның хаҡында. Спартак Мөжәүир улының аһәңле моңо, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсә генә башҡарыу маһирлығы ла хайран итә. Йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан ҡеүәтле тауышы халҡыбыҙҙың үткәненә, ҡанлы-шанлы тарих тамырҙарына илтә, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе данлай.

Спартак Ильясов 1941 йылда Учалы районының Иҫтамғол ауылында уҡы¬тыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсәһе – барын-табын ырыуының аҫаба баш¬ҡорттары, Ҡорама ауылыныҡылар. Атаһы Мөжәүир Ильясов – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, бихисап кешеләргә ғилем һәм милли рух биреп ҡалдырған абруйлы педагог. Әсәһе Хәтимә Ҡорам¬шина-Ильясова ла данлы хеҙмәт юлын үткән, “кулак” ҡыҙы булараҡ, золомдоң әсе-сөсөһөн күп татыған. Әйткәндәй, Хәтимә өләсәй – БАССР Үҙәк башҡарма комитетының тәүге рәйестәренең береһе Хафиз Ҡушаевтың һеңлеһе.
Ата-әсәһе Спартактың күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү, бай рухи мираҫ ҡалдырып донъя ҡуя.
Спартак Х класты тамамлағас, хеҙмәт юлын яңы ойошторолған “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе булып башлай. Унан һуң комсомолдың Учалы район комитеты инструкторы вази¬фаһына эшкә саҡырыла. Өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡабат комсомол эшенә ҡушыла. Бер¬ләштерелгән Белорет районында “Бай¬рамғол” совхозының комсомол комитеты секретары була. Шул осорҙа ул рес¬публикаға һәм бөтә Рәсәйгә билдәле “Ләйсән” бейеү ансамблен ойоштороуҙа ҡатнаша.
Белемгә лә ынтыла йәш етәксе. 1964 – 1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының зоотехния факультетын уңышлы тамамлай. Аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр, ләкин хужалыҡ стипендиаты булыу сәбәпле, Ильясовҡа мәжбүри рәүештә ике йыл совхозда эшләргә кәрәк була. Ярты йылдан һуң уны партия эшенә күсерәләр. Егерме туғыҙ ауылды берләштергән “Поляковка” совхозының партия комитеты секретары итеп һайлана. Туғыҙ йыл Спартак Ильясов партия комитетын етәкләй. Унан һуң ул “Урал” колхозы рәйесе, райондың ауыл хужалығы берекмәһендә – белгес, “Поляковка” совхозында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары була, һуңынан хужалыҡ директоры вазифа¬һында ла эшләй.
Утыҙ ике йыл комсомол, партия, ауыл хужалығы тармаҡтарына етәкселек итә Спартак Мөжәүир улы Ильясов. Үҙгәртеп ҡороу башланғас урындағы етәкселек менән фекер айырмалығы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы эшмәкәрлегенән ситлә¬шергә мәжбүр була.
Был йылдарҙа Спартак Ильясовтың күңелендә халҡыбыҙҙың рухи хазиналары сәскә ата килде, тиҙҙән улар моң булып йырға күсте, ҡеүәтле һүҙ булып ғаләм киңлегенә таралды, китап булып ташҡа баҫыла башланы. Бөгөн әҙиптең яҙыу маһирлығы ҙур тәжрибәнән, ижад¬тың тәменә, йәменә тамам инанған¬лыҡтан килә, шуға ла ул нәфис әҙәбиәткә сабыр ғына кескәй хикәйәләр, йөк¬мәт¬келе мәҡәләләр, тарихи яҙмалар менән килеп инде. Шулай итеп, ул – етәксе, белгес кенә түгел, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы, уны милләтебеҙҙең йәш быуынына ҡайтарып биреүсе йырсы-тарихсы ла.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” телерадиоком¬панияһы¬ның “Хазина” ижад берекмәһе һәм ра¬йон телевидениеһы уның тураһында фильм төшөргәйне. Гәзит һәм жур-нал¬дарҙа Спартак Ильясовтың эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәләләр 1966 йылдан уҡ донъя күрә килә. Ә авторҙың эш ара¬һында яҙған “Сәлим бабай хикәйәте”, “Һунарсы йөрәге”, “Ышан, атай”, “Юғал-ған йондоҙ”, “Һуңғар һәм һуң”, “Батыр¬ҙарға һәйкәл кәрәк”, “Азаматмы, әллә Хәжирәкәйме?”, “Ат яратыу” һәм башҡа хикәйәләре, мәҡәләләре район, республика баҫмаларында ташҡа баҫылды.
…Йәнтөйәге Яйыҡ-йортта, Башҡорт¬ос¬танда уны тыуған ер, ил, мәшһүр шәхестәребеҙ тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендаларҙы һаҡлаусы һүҙ оҫтаһы, халыҡ йырҙарын, ҡоба-йырҙарын, мөнәжәттәрен башҡарыусы тип беләләр. Ул “Иҫке Урал”, “Ирә¬мәлкәй”, “Хәтирәкәй”, “Ғүмер”, “Кө¬йөлдө”, “Азамат кантон”, “Төхфәт кантон” йырҙарын, “Ҡасҡындар” ҡоба¬йырын айырыуса илһам, тулҡынлы тауыш, килешле өн-ауаз менән тыңлау¬сыға еткерә. Спартак Мөжәүир улы, һис шикһеҙ, рухи донъя¬быҙҙың бер ынйыһы, халыҡ йыр¬ҙа¬рын башҡарыусыларҙың хикмәтле күренеше ул.
Спартак Ильясов башҡорт әҙәбиәтенә “Ҡолой кантон”, “Биғылый” романдары, повестары, хикәйәләре, хәтернамәләре менән айырым ижад ыҙаны һалыусы булып килеп инде”, – тигән юлдар бар унда...
Илһамлы ижадсының, йыраусының, тарихсының вафаты – һәммәбеҙ өсөн оло юғалтыу ул. Спартак Мөжәүир улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ!

🌐Башкирская общественность прощается с писателем, активным гражданином своей страны Спартаком Мужавировичем Ильясовым, который принял деятельное участие в становлении движения табынских башкир и открыл миру историю своего родного края в своих произведениях.

Мастер прозы, лауреат литературной премии имени Мухаметши Бурангулова, он брал вдохновение в народных истоках: в его произведениях оживали события прошлого, формировался образ башкира - современника эпохи переломных лет.

Исторические произведения С. Ильясова созданы на подлинных событиях, биографических данных реальных личностей. Энциклопедические знания исторического материала, фольклора, обычаев, обрядов и ритуалов народа, языка, местности, топонимии делают произведения живыми, колоритными. Широкое использование диалектных слов восточных башкир обогащает лексику современного национального языка.

Спартак Мужавирович родился в ноябре 1941 года в деревне Курама Учалинского района. Первые рассказы публиковал в республиканской печати еще в студенческие годы. Своим землякам он посвятил первую книгу "Память барын-табынцев", которая вышла в 2008 г. В 2010 году выходит книга "Раны Ярасаза", посвященная воинам 112-й Башкирской кавалерийской дивизии - отцу и сыну Гайнуллиным - Валиахмету и Галиахмету. В 2012 г. вышла книга "Кулуй-кантон" о легендарной исторической личности - Мухаметкулуе Кучукове, организовавшем в 1812 г. два башкирских полка и прошедшем с ними славный боевой путь до Парижа.

В республиканской периодической печати опубликованы повести "Буланый иноходец" (Агидель, 2010), "Вой волчицы" (Агидель, 2013), "Поздний плач" (Шонкар, 2014), "Беглый" (Агидель, 2015).
Выражаем искренние соболезнования родным и близким Спартака Ильясова.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай

42 36 ER 2.6859
🌐Ҡотлайбыҙ, Салауат Ишмөхәмәт улы!

Билдәле милләттәшебеҙ, тарих фәндәре кандидаты, тележурналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин – башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән фиҙакәр хеҙмәте менән республика халҡының хөрмәтен һәм ихтирамын яулаған арҙаҡлы шәхес.

Бөгөн иһә шатлыҡлы яңылыҡ мәғлүм булды: II “АРТ-Ҡоролтай” Мәҙәниәт форумында билдәле замандашыбыҙға юғары награда – Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Салауат Ишмөхәмәт улын был әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Уға һаулыҡ һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #История #башкиры #башҡорттар #рух #мәҙәниәт #тарих #ГодКультуры #МәҙәниәтЙылы #рухиәт

14 26 ER 2.4226
🌐Ҡотлайбыҙ!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы арҙаҡлы милләттәшебеҙ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн «ДУҪЛЫҠ ОРДЕНЫ» менән бүләкләнде!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Хөрмәтулла Ғәззәли улын ысын күңелдән ҡотлай һәм ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләй!

7 22 ER 2.5872
🌐 Тамара Танһыҡҡужина Варшавала үткән шашка буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы.

9 раундтан торған матчта яҡташыбыҙ Польшанан Наталья Садовскаяны еңеүгә өлгәште. Тамара Танһыҡҡужинаны сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!!!
________________
🌐 Тамара Тансыккужина одержала победу на чемпионате мира по шашкам, который проходил в Варшаве.

Тансыккужина обыграла польку Наталью Садовскую в матче, который состоял из девяти раундов. После девяти раундов счет был равным – 54:54. Победитель определился на тай-брейке: две партии в быстрые шашки и три партии в блиц были сыграны вничью, в четвертой партии в блиц победу одержала россиянка.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #башҡорттар #башкиры #ТамараТансыккужина #шашки

4 32 ER 2.3570
💐 Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор [id354072394|Зөһрә Рәхмәтуллина] тыуған көнөн билдәләй.

Хәҙерге философик ҡараштар контексында башҡорт мәҙәниәтен һәм традицияларын өйрәнеүсе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы был тезистарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Уның етәкселегендә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы республиканың өс тиҫтә милли-мәҙәни берләшмәһен берләштерә.

Ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

________________________________

💐 Поздравляем!

Сегодня день рождения отмечает [id354072394|Зугура Рахматуллина] — Председатель Совета Ассамблеи народов Республики Башкортостан, директор Института истории, языка и литературы Уфимского федерального исследовательского центра РАН, доктор философских наук, профессор.

Исследователь башкирской культуры и традиций в контексте современных философских воззрений — она успешно претворяет эти положения в современность. Руководимая ею Ассамблея народов Башкортостана объединяет три десятка национально-культурных объединений республики.

Поздравляем и желаем всего наилучшего!

0 34 ER 1.2291