Статистика ВК сообщества "Миләүшә Ҡаһарманова"

0+
Хис

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

🤱Ошо ҡыҙымды мин 2 йәшендә, әле үҙем студентка ғына саҡта, универмаг “Уфа” ла юғалттым🙉. Икенсе ҡатта нимәлер алып тора инем, ҡараһам – балам юҡ! Ҡотом осоп эҙләй башланым. Миңә һатыусылар ҡушылды. Тапмайбыҙ. Ярты сәғәттәй ҡаңғырыуға, магазиндың хәүефһеҙлек хеҙмәте килеп етте. Ә минең ҡурҡыуым шул ҡәҙәргә еткән ки, баламдың исемен иҫләй алмайым🙈... ҡулда бер ниндәй документ юҡ. Ошо фотолағы ҡыҙыл комбинезонда икәнен генә әйтә алдым. Хәҙер былар милиция саҡырҙы. Улары минән һорау алып аптырата: ниңә исемен белмәйем, бала ысынлап минекеме, бер ерҙә лә учетта тормайыммы һ.б.😨 Илап буҫлығып бөтөп, инде алйыр сиккә еткәндә, табылды был. Беренсе ҡатҡа үҙ аллы төшөп, туңдырма ҡумтаһы менән стена араһына инеп баҫҡан да, шундағы һүрәттәрҙе ҡарап тик торған икән. Бәләкәй булғас күренмәгән. Ниһайәт, һатыусы аңғарып ҡалып, магазин яңғыратҡан иғланды ишетеп, алып килгән. Баламды күрҙем дә, ҡапыл иҫем асылып, ҡысҡырып ебәрҙем:
--Лилиә-ә-ә!!!
Әммә шул көндө уның ысынлап Лилиә икәнлеген миңә оҙаҡ ҡына иҫбатларға, аңлатмалар яҙырға тура килде. 😏Бына шулай, үҙем менән бергә уҡып, бергә үҫкән ҡыҙым ул. Беҙҙең студент саҡтағы тусовкаларҙың уртаһында йөрөгән, минең әхирәттәремде “подружка” тип, атаһының курсташтарын ҡушаматтары менән атап, ишектәрен туҡылдатып: “Ежик, Малой, Будулай! Тороғоҙ! Мине алып ҡалығыҙ!” тип уятып йөрөгән бала. Шуларҙы һөйләһәм, бәпәй сағым студент сағымдан да күңеллерәк булған икән, тип көлә...
🍒Нимәгә иҫләйемме быларҙы? Ҡыҙымды ҡотларға китеп барам - шуға 🌺🌺🌺.

14 58 ER 19.1285
😓😥Башҡорт халҡы ҙур юғалтыу кисерә... Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин бөгөн ысын донъяларға күскән икән... Иманы юлдаш булһын, йәне йәннәт түрҙәрендә урын алһын.

Әҙип менән булған һуңғы интервьюмды илай-илай уҡып сыҡтым. Өҙөк ҡуям:

Ноғман ағай, яҙыусы булып формалашыу процесы нисек барҙы һеҙҙең? Ниндәй бала саҡ кисерҙегеҙ, ниндәй ғаиләлә үҫтегеҙ? Остаздарығыҙ кемдәр булды?

— Бала саҡ... уны һөйләһәң һөйләп бөтөп булмаҫ. Мин ауылдан ун һигеҙ саҡрымда ятҡан Сауҡайорт тигән йәйләүҙә донъяға килгәнмен. Урман эсендә тыуғанмын һәм шуға ла ғүмер буйы урманды яҙғанмындыр.
Өс ҡыҙҙан һуң тыуған малайына атайым атҡа менгәндәй булып ҡыуанған. Әсәйем уның шул нишләргә белмәй ыуаланып йөрөгәндәрен ғүмере буйына матур хәтирә итеп һөйләне. Унан икенсе йылына тағын шул йәйләүгә сыҡҡандар һәм әсәйемдең: “Былтыр ошонда улыбыҙ тыуҙы бит” тигәненән “ҡылт” итеп мине бер ерҙә лә һан итеп теркәтмәгәндәре иҫтәренә төшкән. Атайым һыбай ауылға киткән. Барһа, унда “Инде бер йыл үткән, быйылғы йыл менән яҙҙырабыҙ” тип, 31-се йылғы итеп теркәгәндәр. Шулайтып мин бер йәшкә “кесерәйеп” ҡалғанмын.
Ике йәштә атайымды юғалттыҡ. Урманда имән бағаналар ҡырҡып-тейәп ҡайтҡандан йығылған да, шул ҡазаланыуынан китеп тә барған. Уның атаһы – олатайым: “Үҙәге генә өҙөлөп әрәм булды улым” тип иланы. Сәләмәт кеше булған ул, көрәшсе булған. Утыҙ бер йәшендә генә гүр эйәһе булып, әсәйем ғүмере буйы уның рухына тоғролоҡ һаҡлап, миңә бауырын баҫты. Көслө рухлы, Ҡөръәнде яттан белгән уҡымышлы, йүнсел ҡатын ине һөйөклө әсәйем мәрхүмә.
Апайҙарым тәрбиәһендә үҫеп, улар уҡығанды тыңлап, улар ҡулынан алып ҡарап, алты йәштә шатырлатып китап уҡып ултыра инем. Ә былай бәләкәйҙән ниндәйҙер илһам килде, һәләтем беленде тип әйтә алмайым. Ғәҙәти ауыл балаһы булдым.
Беҙҙә һуғыштан алда ғына ете класлы мәктәп асылды. Йәштәр шуны тамамлай ҙа артабан бер ҡайҙа ла бармай ҡала ине. 1945 йыл мин етенсе класты ослағайным. Артабан уҡығы килә хәҙер. Әсәйемә ипләп кенә өндәшәм. Ул уйланып ултырҙы ла, атайың үлем түшәгендә ятҡанда “Улымды уҡыт, Вәсилә” тип әйткәйне, ти. Миңә тиклем утыҙ саҡрым ятҡан Маҡарға барып уҡыған кеше лә булманы. Хатта атайлылар ҙа улай ҡыйыулыҡ итмәне. Беренсе булып бындайға мин йөрьәт иттем. Иң ауыр ваҡытта, аслыҡ өҫтөндә, әсәйем, билен һығыбыраҡ быуып, берҙән бер улын белемле итергә булды. Өҫ-башта юҡ, булғанын ямап-тегеп, төндә йыуып-киптереп, булған ғына ризығын төрөп һалып сығарып ебәрә. Һәәй... шулай булды инде.

57 174 ER 23.4977
❤Мин уны малай тип көткәйнем😄. Һәм шулай тип барыһын да өмөтләндереп бөткәйнем🙈. Һуңғы УЗИ-ла ғына ҡыҙ икәнлеге билдәле булғас, илап, тура өлкән ағайыма киттем. Әйтерһең, ул ярҙам итә ала. Эй, иҫәрлек😅. Ике (аҙаҡ өс) улы булған ағайым мине үҙенсә йыуатты:
--Ярай, ҡыҙ ҙа кеше инде...😏
💥Ә ул ҡыҙ еще как “кеше” булып сыҡты! Мин белгән иң әүҙем, иң тиктормаҫ, иң оптимист, иң бирешмәҫ, иң рухлы, иң сая ҡыҙыҡай ул. “Ос” тиһәң йыһанға оса, “ал” тиһәң айҙы менеп ала ала торған. Теҙгенен тартып-тартып ҡына торам😉. Ә шул уҡ ваҡытта эскәйендә үтә лә хисле һәм ышаныусан йөрәк бар. Ғәҙелһеҙлекте, хыянатты, алдаҡты кисерә алмай торған күңел. Артыҡ тоғролоҡ, самаһыҙ яратыу... Уйламайса тураһын әйтә, ҡапыл хәл итә лә артына боролоп ҡарамай торған яндырай холоҡ. Үткер аҡыл, ҡара тырышлыҡ, ҡапыл ҡуҙғып ҡайнай торған ярһыулыҡ, үҙенән дә көлә ала торған шаянлыҡ... Был тормош уға еңел генә бирелмәҫ инде, көслө кешеләргә хас булған ҡатмарлы, әммә бай һәм ҡыҙыҡлы юлды үтер. Бит Аллаһы Тәғәлә уға шундай рухи көс һәм эҙләнеүсән йән биргән. Ә мин шуларға ҡушып балама ҡатын-ҡыҙ бәхете, иманлы оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ һорайым🙏🏻🙏🏻🙏🏻.
***

Уттан ысҡынған осҡондоң
Үҙе лә.
Көлөп торған күҙе лә һуң,
Һүҙе лә!

Терегөмөш терелеге -
Асылы,
Яугир Бөрйән ҡыҙҙарының
Аҫылы.

Ул үҙе ай, үҙе - ҡояш,
Үҙе - күк.
Ауыҙлыҡҡа ауыҙ асмаҫ -
Үҙем к(е)ү(е)к.

Илһамынан тоҡандырыр
Сыраһыҙ.
Эй, ҡыҙғынам... ҡурсыуҙарым
Сараһыҙ.
🌺🌻🌼

35 103 ER 15.3932
Быйылғы Ураҙаға оҙайлы май каникулдары тура килде. Ҡунаҡҡа саҡырған, тәбиғәткә сығыуҙы планлаштырған дуҫтар, туғандар, таныштар ураҙаны берәй көнгә өҙөп торорға өгөтләй. "Һин диндә түгел бит, яулыҡ ябынмайһың, ярай ҡыланма инде, уны тотҡас бөтә шарты менән тоталар, килештереп ифтарҙа йөрөйһөң " - тип шелтәләп ҡуялар аҙағынан. Берәү хатта: "Ожмахҡа эләкһәң смс яҙырһың шундамын, тип" - тип, асыуланып трубканы ташланы.
Эйе, диндә түгелмен. Ураҙаны дингә, дини кешеләргә, Ураҙала булған туғандарыма, диндең ыңғай күренештәренә хөрмәт йөҙөнән һәм үҙемдең сәләмәтлегем, рух ныҡлығы өсөн тотам. Бәлки был ниндәйҙер оло аңдың башылыр. Әйтә алмайым, әммә оҡшай миңә Ураҙа айы.
Фото: ифтар көткәндә🌺

18 84 ER 21.4805
ШӘХСИ ФЕКЕР
Күптән тыуған фекеремде яҙып ҡуйырға булдым әле. Һуңғы йылдары ҡайҙа ниндәй сараға барма – ағинәйҙәр. Улар ҡунаҡ ҡаршылай, концерт ҡуя, һыйлай, бүләктәр тапшыра һәм башҡалар. Әртис тә, ашнаҡсы ла, тегенсе лә, музейҙар ойошторусы ла, күргәҙмәләр яһаусы ла, йөҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы ла. Район һәм ҡала етәкселеге өсөн әрһеҙләп тотона торған бер һапһыҙ ҡара балта улар, аңлауымса. Ә бит ағинәй, асылда, ҡунаҡ килгәндә алға сығарып йырлата, өҫтәл тирәһендә йүгертә торған әбей йә ҡатын түгел. Ағинәйҙе ауылдарҙа халыҡ үҙе баһалап өҫкә сығарған, ул инәй ҙур авторитет менән ҡулланған һәм йәмғиәт алдында дәрәжә тота, сетерекле мәсьәләләрҙә баһалы һүҙ әйтә алған хөрмәтле ханым булған. Ирҙең тоғро ҡатыны булыу йәки ун биш бала табып үҫтереү, атҡаҙанған уҡытыусы йә алдынғы һауынсы булыу һәм матур йырлау ҙа сәсәниә булыу ғына Ағинәй статусына барып етеү тигәнде аңлатмай әле. Әлбиттә, бөтөн был алда һаналғандар ҙа ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл күрһәткестәре, әммә ағинәй булыр ҡатындар һирәк тыуған һәм уларҙа аҡыл, рухи көс, ниндәйҙер юғары аң менән бәйле сифаттарҙың бергә тупланышы сағылған һәм быны халыҡтың да күреп, уға тартылыуы, кәңәшкә килеүе, ярҙам һорауы был ҡатындың дәрәжәһен булдырған.
Нимә әйтергә теләйем? Ағинәй һынлы ағинәй исемен күтәргән инәйҙәрҙе әртис итеп әрһеҙләп алып йөрөтмәҫкә, ҡайҙалыр ҡунаҡ ҡаршыларға тип икмәк тоттороп сығарып теҙеп ҡуймаҫҡа ине, тип. Ваҡламаҫҡа уларҙы, әрһеҙләмәҫкә. Милли кейем, аш-һыу һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, эскелекте бөтөрөү өсөн йән атып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ икән – һанлай беләйек. Баһалайыҡ, ҡатын-ҡыҙ итеп хөрмәт итәйек. Кемдәрҙеңдер шәхси амбициялары өсөн генә хеҙмәт иттермәйек, уйынсыҡ яһамайыҡ уларҙан. Юғиһә, район йә ауылдарҙың һәр ваҡ сараһында ҡояш йә ямғыр аҫтында шул инәйҙәр теҙелешеп тора. Йәки, концерт ҡарарға теләгән тамашасы бит, моғайын, сәхнәлә йәш, матур йырсыны күрергә теләй. Ә беҙҙә ҡайҙа ҡарама сикләрен ҡыҙылға буяған, йәмшәйгән-кәүшәйгән әбейҙәр йырлап-бейеп аптырата. Сама белергә ваҡыт. Был ағинәй функцияһы түгел. Түгел!

210 484 ER 20.4780
💍Ғаиләбеҙҙән бер Ҡаһармановабыҙҙы "юғалттыҡ"😉. Ошондай сибәркәйебеҙҙе күгәрсендәрҙең шәп кешеләренә килен итеп тапшырып ҡайттыҡ. Тормоштор был... Ҡыҙ ғүмере ҡыҫҡа бит инде😢. Аҡ бәхеттәр теләп, фатихалар биреп ҡалыу ғына сарабыҙ🙏🏻.
💫Алмашҡа ҡыҙҙарыбыҙ үҫә әле. Бына бында берәүебеҙ, апайын кейәүгә бирәм тип сабаулап йөрөп арыған. Үҙе лә, туфлийҙары ла ял итә😄.

Өҫтәп ҡуям: "юғалтыу" һүҙе тырнаҡ эсендә, бында образно алына) Аңлап етмәй юҡ-бар яҙмағыҙ🤔. Бары изге теләктәр генә ҡабул ителә🙂🌺.

27 89 ER 14.4518
🌺Хәйерле иртә!🌺Иртәнсәктән кәйеф өсөн ошо фотоны ҡуяйым әле). Беҙҙең Тәлғәт "эштән" ошай ҡайта😄. Ҡайта ла "йыуынмайым" тип бәхәсләшә ишшеү.
--Улым, эшең ауырҙыр инде. Ер һөрәһеңме, әллә алтын ҡаҙаһыңмы? Әллә трубочистмы? — тиһәм, тел төбөмдө аңлап етмәй. Дөрөҫөрәге - игнорит мине)). Әсәһенең сар-сорон да ирҙәрсә тыныс ҡына күтәреп өндәшмәй тора бирә. Уф, яратам үҙен, такой мужичок☺😘.

5 89 ER 10.5640
💫Тағы Тәлғәт😃🤦‍♀️ Иртә уяна, эргәмә килеп ятып алып, тәгәрәп-тәгәрәп йөрөп һөйҙөрә, арҡаһын ыуҙыра. Иркәләүҙән күҙҙәре йомолоп, ауыҙы асылып китә🤗. Такой сердцеед😘.
— Мине яратаһыңмы? — тием.
"Эйе" тип баш һелкә.
— Йә, маҡта әле мине?
Бер секунд ҡына уйлап ала ла, сәсемдән берҙе һыпыра:
— Хағошая.😶
— И все что ли?
Тағы берҙе һыпыра:
— Хағошая😐 — унан миңә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алып, шым ғына әйтә, — Только я с тобой жить не хочу...🤭(быны ныҡ маҡтап, алып ҡалып ҡуймаһын тей микән😃)
Мин әйтәм:
— Ай, Аллам! Балаҡайғынам! Белһәң икән, как я с тобой жить не хочу?!
Шатланып ҡосаҡлап ала. Суп та суп үбешәбеҙ.
😘Мыр-мыррр... Лябуфф🥰

🌺Хәйерле, бәхетле иртә менән!🌼

17 69 ER 9.8809
❤️Бөгөн ауылымдың ҡыр-тауҙарын гиҙҙек, үлән йыйҙыҡ. Йөҙ йылға бер булған бәхетле мәл. Киленем, күңелемде күреп, ялан сәскәләренән шәлкем тотторҙо. Ә мин уға бер хәтирә һөйләнем🙂:
🌸Бик борон заманда, кәзә командир, һайыҫҡан һалдат саҡта, бер егет күрше ауылға мотоциклда 🏍танцыға алып барғайны. Төнө буйы бейеп💃🕺, тегенең алама матайы ҡырҡ боҙолоп🤦‍♀️, шуны этеп, таңға саҡ ауылға еттек. Юлда, инде яҡтырғас, иҫ киткес сәскәләргә🌷 күмелгән яланға юлыҡтыҡ та, ул миңә гөлләмә💐 йыйып бирҙе. Ҡайтып был сәскәләрҙе йәшелсә баҡсаһына йәшерҙем дә, өйгә инеп барһам, әсәйем шыйыҡ сыбыҡ менән килеп сыҡмаһынмы?! Ике-өс һыҙырып өлгөрҙө🫢, келәткә ҡасып🏃‍♀️, эстән бикләндем...
🌺Ялан сәскәләренә бәйле шундай матур😃 иҫтәлегем бар🌺 Беҙ олоғаябыҙ, ә ер-һыу ҡартаймай икән. Сәскәләр ҙә шул уҡ😘
💫Йырҙағыса: Ялан сәскәләрен, күргән һайын,
. Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә...

17 52 ER 10.4515
💥Теге һеҙгә билдәле булған Тәлғәт менән Салауаттың атаһы (ҡустым) яңы нигеҙенә ҡорбан🐑 сала ла, “Итен генә алам да, башҡаһын ташлайым” тип шылтырата. Мин әйтәм: “Ҡуй, тултырма тултырып ашайыҡ🤗”. “Ундайҙы кем эшләй белә һуң хәҙер?” тип аптырай был мине аптыратып😒. Бөтөн эшемде ташлап киттеп Ноғай ҡасабаһына🚗. Киленем менән өлкән ҡыҙымды ҡаратып ҡуйҙым да эсәк артап күрһәттем. Тегеләр “Фу-уу” тиешеп сирылышып булһа ла торҙолар🤢. Бармаҡ остары менән генә тотҡолап ярҙамлашып маташтылар. Әл дә үҙемде ваҡытында ҡәйнәм өйрәткән. Күп нәмәгә өйрәтте ул мине, шул иҫәптән ошоһона ла. Мин дә уҡшый-уҡшый йыуышҡайным беренсе тапҡырында😅. Иҫләйем икән әле! Ас эсәктән башҡаһын айырып алып, йыуып-йышып, бешәкләп алдым. Тултырма ла тыҡтым. Тегеләргә белгән тиклем исемләп әйтеп күрһәтәм: быныһы туҡ эсәге, йомороһо, ҡарын, “китап”, эс майы, бөйөрҙәр, үпкә... тултырмаға ошолары...
--Өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн. Бына бер көн мин булмаҫмын, һеҙгә ҡалыр был донъяның рәхәте лә, михнәте лә, шул иҫәптән хеҙмәте лә, — ти торғайны ҡәйнәм, нимәгә лә ҡушҡанда. Мин дә шуны ҡабатланым әле быларға:
--Бына бер көн мин булмаҫмын☝🏻... Шунан тултырма ла яһап ашай белмәй ултырырһығыҙмы😑?

⚡Дә-ә-ә... үткән ғүмер, тип, ғаиләнең бер оло кешеһе булып, аҡыл өйрәтеп йөрөп ҡайттым әле йәштәргә😎. Ә үҙем теге көн, бер нәмәнең рәтен белмәй еңгәмә өндәшһәм, ул “ҡәйнәм ошолай итә торғайны” тип, тәртибен яҙып һалған. Шуға уйланым әле, йәш быуынға өйрәтер-күрһәтер кәрәктер тормош асылдарын. Бөгөн ишетмәгәндәй булһалар ҙа, бер килеп төртөлгәндә иҫләй, ҡуллана улар белгәнен. Оло быуындың бурысылыр был.

14 96 ER 9.3273