Статистика ВК сообщества "***Зөһрә Йондоҙ***"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

#Тәмле
ҠЫҘЫЛ ЭРЕМСЕКТЕ ШУЛАЙ АНҺАТ ЭШЛӘРГӘ БУЛА...

Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: 3 литр һөткә 1 пачка творог, 1 стакан шәкәр ҡомо һалам, шул 3-4 сәғәт тирәһе әкрен утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Ғөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ.

Авт. Гөлсинә Иҙрисова.

1783 21 ER 62.1004
#Тәмле
БЫЛ ҠАМЫР НИ ТИКЛЕМ ЙОҠА ЙӘЙҺӘҢ ДӘ ЙЫРТЫЛМАЙ

Шулай булған өсөн дә ул мантый тышлығы өсөн бик ҡулай һәм тәмле. Бер стакан ҡайнар һыуға 4 аш ҡалағы он һалып болғатырға (күберәк булһа ла ярай). Ул һыуынған арала сеүәтәлә 1 аш ҡалағы майонез, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы май туҡырға. Хәҙер икеһен бергә ҡушып, он өҫтәп уртаса ҡамыр баҫырға. Бындай ҡамыр күпме йоҡа йәйһәң дә йыртылмай. Мантыйҙың эслеген иһә һәр хужабикә үҙенсә әҙерләй. Мин фарш менән һуғанды бер үк күләмдә алам, бер аҙ картуф та ҡушам.

Гөлүсә Рәхмәтуллинанан.

1784 13 ER 58.8737
#Фекер_алыш
Уҡытыусыларҙы бер иштән кейендергәндәр. Оҡшаймы һеҙгә шундай идея? 🤔

28 473 ER 30.5010
«СИБИРЯК» ҠАТЫНЫ АУЫҘЫНАН...

- Китәм, - тиһең. Юҡ, оҙаҡҡа түгел,
Юҡ, тиҙгә лә түгел. Ай үтер.
Һин юҡ саҡта яҙым япраҡ ярыр,
Һинһеҙ генә йылы йәй етер...

Һинһеҙ генә атыр күпме таңдар!
Күпме һыуҙар ағыр. Ел иҫер...
Көтөп үтер ғүмер. Әйтсе миңә:
Быға риза булғас, кем иҫәр?

Һинһеҙлеккә күнгән мин ғәйепле!
Китмәҫ инең, риза булмаһам!
Матди етешлекте яңғыҙлыҡтан,
Һағыныуҙан өҫтөн ҡуймаһам...

Ай тораһың өйҙә, ай – ситтәһең,
Ярты ғүмер яңғыҙ теп-теүәл!
Минһеҙ үткән һинең айҙарың йәл,
Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл...

Атай һағынып үҫә балаларың,
Төндә уяналар һаташып:
- Атай, атай! — күҙ йәштәрем аша
Көләм, йыуатырға маташып.

Беҙ түҙербеҙ инде. Ҡатындар беҙ!
Беҙҙең яҙмыш – сабыр итергә,
Бар донъяны үҙ елкәңдә һөйрәп,
Һинең ҡайтҡаныңды көтөргә.

Йонсоп, сикәләрең һаҡал баҫып,
Ҡайтырһың һин, беләм, ай үткәс,
Яҙҙан яҙып ҡалдым. Онотолор
Ҡосағыңа алып бер үпкәс...

Шулай өмөтләнеп көткән булам,
Түҙәм. Беләм: булыр ҡәҙерем!
Сәләмәт бул бер үк. Имен йөрө!
Тиҙерәк ҡайт инде, ҡәҙерлем!!!

Көтәм, сабыр итеп, һағына-һағына,
Һин ҡайт ҡына! Минең етер хәл!
Тик шулай ҙа минһеҙ айҙарың йәл,
Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл...
Яңғыҙ үткән һалҡын төндәр йәл...

Фирүзә Абдуллина.

204 21 ER 20.0593
РИЗА ҒЫНА БУЛАМ БАРЫНА...

Һуҡранмайым юҡ-бар ҡыйыштарға,
Риза ғына булам барына.
Күҙем ҡыҙмай донъя гиҙгәндәргә,
Иҫем китмәй мөлкәт-малына.

Тапҡан толҡам, ана, шау-гөр килеп
Әйлән-бәйлән уйнай тирәмдә,
Мин ултырам күҙ ҙә ҡолаҡ булып
Ишек алдым — йәшел сирәмдә.

Балаларым сәй табыны ҡора,
Мул күстәнәс менән килгәндәр.
Әсәй менән атай нимә теләй
Күптән инде улар белгәндәр.

Ана, "ҡартым" килә йомшаҡ баҫып,
Баштарында йәшел түбәтәй.
Тубығына алып иң кесеһен,
Ейәндәрен һөйөп үпәсләй.

Борҡоп ҡына ҡайнай ҙур самауыр,
Ҡоймағым да күптән ҡойолған,
Көтөп алған ошо шатлығымдан
Тирә-яғым нурға ҡойонған!

Теләктәрҙе доғаларға ҡушып,
Шөкөр итәм булған ниғмәткә.
Килер көнгә шатлыҡ бағлай күңел,
Олоғая килә бигерәк тә.

Хаҡ тәғәләм, берүк насип ҡылсы,
Ҡөҙрәттәрең һинең маҡтаулы,
Минең генә түгел, барыбыҙҙың
Ҡартлыҡтарын итсе яҡлаулы.

Тиҫбем төймәләрен барлап тартам,
Доғаларға бергә үрелеп.
Өлөшөмдөң бәхет даръяһына
Баштан-аяҡ ҡына күмелеп.

Миләүшә Ҡыҙрасова - Ишемғолова.

Фотола: автор.

33 28 ER 8.6561
ӘСӘКӘЙЕМ ЙӨРӨЙ ЙӘЙҘЕ ЙЫЙЫП...

Әсәм йәйҙе банкаларға бикләй,
Көр булһын тип күңел ҡышын да.
Еләк, көртмәле йә ассорти, тип
Яҙып ҡуя шунан тышына.

Алма иҙмәһенә емеш ҡушып,
Әсәм йәйҙе ҡаҡтар итеп ҡаҡлай.
Шулайтып ул һуш китмәле мәлдең
Йәмле-е йәмен, тәмле-е тәмен һаҡлай.

Йәй йәмдәрен әсәм ылашында
Баш-баш ҡорот итеп ыҫлап ала,
Йә ҡояшта кипкән үлән итеп
Киндер тоҡтарына һипләп һала.

Көр булһын тип күңел ҡыш көнө лә,
Әсәкәйем йөрөй йәйҙе йыйып!
Эй, әсәйем, ҡояш кеүек һинән
Йәй былай ҙа китә алмаҫ ҡыйып.

Гөлнара Хәлфетдинова.

Ә һеҙ йәйҙе нисек йыйып йөрөйһөгөҙ? ✍🏻

9 15 ER 5.8668
ҺӨЙЛӘР ҺҮҘҘӘР КҮП БУЛҺЫН

- Күп һөйләйһең, килешмәй, - тип
Әйттең, әсәй. Тыңланым.
Нишләп һүҙем күп булғанын
Йылдар үткәс аңланым.

Бәхет кенә һүҙсән, әсәй,
Шатлыҡ артыҡ һөйләтә,
Ҡайғылының өн-тыны юҡ,
Һағыш эстән көйрәтә.

Шуға күрә балаларым
Күп һөйләһә — тыймайым,
Эстән генә һөйөнәм дә
Рәхәтләнеп тыңлайым!

Миңә ҡыҙыҡ бөтәһе лә:
Нисек үткән көндәре,
Төштәрендә нимә күргән,
Бәхетлеме өндәре…

…Балаларым ҡайтҡан һайын
Тауышҡа донъям тулһын.
Эй, Хоҙайым, бер үк кенә
Һөйләр һүҙҙәр күп булһын!

Фирүзә Абдуллина.

26 3 ER 5.1431
Ауылымда мине көтөп алған
Ошо өйҙөң нигеҙ ташылыр.
Үҙ ҡулдарым менән ҡорған донъям —
Бәхет шишмәһенең башылыр.

Шул шишмәнең сығанағы булып,
Булайыҡ беҙ икәү гел бергә.
Ике түгел, бер йәшәргә тиеп,
Беҙ килгәнбеҙ икән был ергә.

Әйҙә аҡһын шишмә, ҡоромаһын,
Ике яҡтан ҡалһын ярҙары.
Талдарында бер ҙә туҡтамаһын
Һандуғастың моңло йырҙары.

Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.

3 6 ER 4.3202
Бөгөн — Яңғыҙ ҡатындар көнө!
АУЫР ҺҮҘ...

- Ул бит — ирһеҙ! - тине кисә бер яҡын танышым, минең яҡҡа һауалы ҡараш ташлап... Бер биҙрә һалҡын һыуҙы өҫтөмә ауҙарҙымы ней?!.. Тыштан һиҙҙермәһәм дә, эсемдән, бар күҙәнәктәремде әсе һулҡылдатып ҡатҡыу бөрөп алды. Бәғзе берәүҙәрҙең шулай бәғерһеҙ, уҫал, ҡайсаҡта телдәренә хужа була алмай, һаҡһыҙ һүҙ әйтеп рәнйетә алғандарын элек-электән белә инем мин... Тик бына ошо йылан ыҫылдауылай ҡолаҡтарымды йыртып килеп ингән бер кәлимә һүҙ бәғеремде тамам ҡаҡшатты, көнө буйы һушыма килә алманым... Иғтибар итмәҫкә булыр ине, әлбиттә... Ирһеҙ булғас, ирһеҙ инде... Дөрөҫө шул булғас,ҡалайтаһың? Тик үҙемә генә түгел, бихисап кешеләр алдында шулай яр һалыуы ныҡ аптыратты. Тимер киҫәген ҡыҙҙырып мөһөр баҫҡандан да яман үҙәккә үтеп һыҙлау менән ҡабул иттем мин был һүҙҙе.

Ҡаршы өндәшмәнем, шымдым, Аллаһыма ғына тапшырып ҡуйҙым, әлбиттә. Йәшләй табышып ҡауышҡан ирем бар ине минең! 20 йыл бергә ғүмер иткәндән һуң юлдарыбыҙ айырылып китеүе бер кемгә лә ҡағылышлы түгел — икебеҙҙең генә шәхси эшебеҙ ине. Яҙмыштар шулай һынаны беҙҙе... 8 йылдан һуң ҡыҙымдың атаһы яҡты донъяларҙан уҙып китте, йәннәттәрҙең түрҙәрендә булһын инде мәрхүм.

Ирһеҙ түгел, тол ҡалған ҡатын мин хәҙер! (Законлы айырылышып өлгөрмәгән инек)Бер кемгә лә ауырлыҡ һалмай ғына йәшәй бирәм, усағымды үҙем яғып, үҙем төтәтәм. Бер кемгә лә зарланмайым, хатта Аллаһыма мең шөкөрҙәр әйтеп кенә һәр көнөмдө йәшәп киләм. Йәнемдәй күҙ нурым - ҡыҙым, улымдай күргән кейәүем, тубырсыҡтай тупылдап үҫеп килгән ейәнсәрем эргәмдә. Тағы нимә кәрәк? Барыһы ла етә!!! Аҙым баҫҡан һайын шөкөр тип кенә торам мин... Донъям теүәл, күңелем көр, йөрәгем тулы һөйөү хисе минең... Берәүҙән дә кәм түгелмен... Үҙем ятып, үҙем торамсы...

Ирлеләргә ирҙәренең ҡәҙерҙәрен нығыраҡ белһендәр өсөн, ҒИБРӘТ өсөн ирһеҙ ҡатындарҙың донъяла булыуы кәрәктер ҙә бәлки? Ирле булғандарға оҙон-оҙаҡ йәшәп, тиң ҡартайыуҙарын ғына теләп торам гелән. Әйтәләр ул ирле ҡатындар ирҙәре булмағандарҙы ене һымаҡ күрә тип... Ауылымда йәшәгәнемдә ирҙәре ҡайҙалыр тотҡарланып өйҙәренә ҡайтмай ҡалғандарында, күп ҡатындарҙың уларҙы эҙләп, бизғәйбә, яңғыҙ ҡатындарҙың ишек-ҡапҡаһын туҡмап йөрөгәндәренә шаһит булырға тура килә ине. Ғаиләләрендә ыҙғышһалар ҙа, яңғыҙ ҡатындың исеме яңғырап-яңғырап ала торған ине. Ҡалала бындай күренештәр күҙгә ташланып бармай, әлбиттә. Ситкәрәк киттем, ахырыһы...

Әлеге шул кисәгеңге һүҙ... Ҡыйырһытмаһағыҙ ине кеше күңелдәрен,шулай һаҡһыҙ һүҙҙәр әйтеп! Донъялар бит ул, күҙ асып-йомған арала ғына төрлөсәгә әйләнеп китеүе ихтимал... Йырҙағыса, бөгөн һин бәхетле, иртәгә — мин...

Ауыҙыңды үлсәмәй асып Йыһанға ебәргән һүҙҙәребеҙ, ҡаҡлығып, ҡасан дә бер үҙебезгә кире әйләнеп ҡайтыу ҡурҡынысы бар икәнен дә онотмаһаҡ ине...

Ирлеләр ҙә, ирһеҙҙәр ҙә,берҙәй бәхетле булығыҙ!!!🙏🙏🙏🌺🍀🌼🌝
Бәхетле булырға барығыҙ ҙа хаҡлыһығыҙ!!!🙏🙏🙏💐💐💐

Гөлнара Хәлитова.

40 23 ER 5.3672
ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ИШЕТӘҺЕ КИЛӘ

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һөйөп йыуатырҙай,
Һүнгән күңелдәрҙе наҙлап уятырҙай,
Ҡанат ҡуйып иңгә, бирешмәҫкә сиргә —
Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — тәме бөтмәй торған,
Шундай һүҙҙәр кәрәк — йәндән китмәй торған.
Ниңә шундай һүҙҙәр әйтелә һуң һирәк?
Йылы һүҙҙәр әйтәйек әле күберәк.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һағыш ҡыуа торған,
Уны ишетеүгә ҡабат тыуа торған,
Йәшендәрҙе ҡыуып, ҡояш сығарырҙай,
Сабый бала һымаҡ ихлас ҡыуанырҙай.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — өмөт бирә торған,
Сын күңелдән әйтеп бәхет үрә торған.
Кәрәк асыр өсөн улар күңел күҙен,
Үҙең ябай бул һин, алтын булһын һүҙең.

Айгөл Вәлиуллина.

53 3 ER 3.7977