#ислам #башҡорт
ҠӘҘЕР ТӨНӨ
Рамаҙан айының һәм бөтә йылдың иң бөйөк төнө
Был төндә Ҡөрьән китабы Аллаһ Тәғәлә янындағы Һаҡлаулы таҡтанан беҙҙең күктәге Бөйөклөк йортона төшөрөлә (аҙаҡ Мөхәммәт пәйғәмбәргә ﷺ егерме өс йыл дауамында өлөшләп-өлөшләп иңдерелеп торор өсөн).
Был төндә Аллаһтың мәрхәмәте һәм бәрәкәте менән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ фәрештәләр ергә төшә. "Был төндә ерҙәге фәрештәләрҙең һаны ваҡ ҡом-таштар һанына ҡарағанда ла күберәк буласаҡ", — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (хәсән хәҙис).
Был төндә киләһе йылда нимәләр буласағы һәм һәр кешенең бер йыллыҡ бәхете, ризығы, ғүмере тәҡдир ҡылына. Кем ошо төндө ихласлыҡ менән ғибәҙәттә үткәрә, шуның үткән һәм киләсәкке гонаһтары ғәфү ителер.
Был төн бер үҙе мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк. Йәғни, ошо төндә уҡылған, әйтәйек, ике рәкәғәтлек намаҙ мең ай — йәки 83 йыл — буйы уҡылған ике рәкәғәтлек намаҙҙарға ҡарағанда сауаплыраҡ буласаҡ, ин шәә Аллаһ.
Был төндө һәр ихлас мосолман үҙ күңеле менән һиҙер. Кемдәрҙер, бәлки, төшөндә лә уға ишара күрер. Бүтән ваҡытта булмағанса тыныслыҡ, бәхет, иман тойғолары кисерер. Ғибәҙәттәрендә быға тиклем булмағанса ләззәт табыр.
Был төн — именлек һәм һиллек төнө. Ел дә, әгәр булһа, талғын ғына иҫер, күк йөҙө лә яҡты, асыҡ булыр. Һауа ныҡ эҫе лә, ныҡ һалҡын да булмаҫ. Ул төндөң иртәгеһенә ҡояш офоҡтан ап-аҡ, түп-түңәрәк булып, ай кеүек нурһыҙ-ниһеҙ килеп сығыр.
Кем ошо төндө тап итә, "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни", — тигән доғаны уҡыһын. Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Һин — Ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!" (сахих хәҙис). Әлбиттә, бүтән дөрөҫ доғалар ҙа рөхсәт.
Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Йыл һайын төрлө төндәргә тура килергә мөмкин. Бигерәк тә таҡ төндәрҙә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә) эҙләгеҙ.
Раббыбыҙ беҙгә ошо бөйөк изге төндө тап итергә, уның бәрәкәтенә һәм сауаптарына ирешергә насип итһен, әмин! Йылына бер тапҡыр килә торған ҙур ниғмәт, оло мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Рамаҙан айының ошо һуңғы ун төнө ихлас ғибәҙәттәрҙә, Аллаһҡа яҡынайыуҙа үтһен. "Кем ошо төндән мәхрүм, шул ысынлап та мәхрүм", — тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. Донъя ығы-зығыһына әүрәп, нәфсебеҙҙең ялҡаулығына, вайымһыҙлығына бирелеп, мәхрүмдәрҙән булып ҡалмайыҡ!
Статистика ВК сообщества "Һауа"
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дини тәрбиә төркөмө.
ИҒТИБАР! Беҙҙең төркөмдән яҙмаларҙы күсереп алғанда һылтанма (vk.com/vk.hawa) ҡуйыу мотлаҡ.
Количество постов 1 817
Частота постов 18 часов 34 минуты
ER
110.76
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
#ислам #башҡорт #фәрештәләр_донъяһы
ФӘРЕШТӘЛӘР ҺӘМ ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ
1. Фәрештәләр кешене яралтыуҙа ҡатнаша.
Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم быны ошолай тасуирлай:
«Тамсы (яралғы) барлыҡҡа килгәндән һуң ҡырҡ икенсе көнгә Аллаһ уға фәрештәне ебәрә. Ул (фәрештә) уға ҡиәфәт, ишетеү һәм күреү һәләте бирә, тире, ит һәм һөйәктәр барлыҡҡа килтерә, ә шунан: “Эй, Раббы! Ир баламы әллә ҡыҙмы?” – ти. Шул ваҡыт Раббы нимә теләй, шуны хәл итә, ә фәрештә яҙа» (Мөслим йыйынтығынан).
Тағы ла ошоға оҡшаш хәҙис:
«Һеҙҙең һәр берегеҙ яралғы рәүешендә булған ваҡытта, уның өлөштәре әсә ҡарынында бөтәһе бергә ҡырҡынсы көнгә йыйыла. Артабан ул шул уҡ ваҡыт дауамында (йәғни тағы ҡырҡ көн) ойошҡан ҡан рәүешендә була һәм тағы ла шул уҡ ваҡыт – сәйнәлгән (ит) киҫәге рәүешендә. Шунан Аллаһ уға дүрт күрһәтмә менән бер фәрештәне ебәрә. Уға уның ғәмәлдәрен, уның ризығын, уның әжәлен һәм бәхетлеме-бәхетһеҙме буласағын яҙып ҡуйырға бойорола. Артабан уға йән өрөлә».(Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).
2. Фәрештәләр Әҙәм балаларын һаҡлай.
«Уның (кешенең) алдынан да, артынан да оҙатып йөрөүсе (фәрештәләре) бар. Улар уны Аллаһ әмере менән һаҡлайҙар» (Ҡөрьән, «Күк күкрәү» сүрәһе, 13:11).
Аяттың тәфсире былай: «Һәр бер кешенең фәрештәһе була – уға уны йоҡлағанда ла, уяу булғанда ла башҡа кешеләрҙән, ендәрҙән һәм бөжәктәрҙән һаҡларға бойорола. Шуларҙың берәйһе был кешегә яҡынлаһа, фәрештә: “Һаҡ бул!” – ти. Ләкин кешегә бәлә килеүҙе Аллаһ насип иткән булһа, фәрештә уны ҡалдырып китә».
Фәрештәләр кешене уның әжәле еткәнсе тиклем һаҡлап йөрөйҙәр.
3. Рәсүлдәргә һәм пәйғәмбәрҙәргә ебәрелгән фәрештәләр.
Аллаһ был бурыстың Ябраил фәрештәгә тапшырылғаны тураһында хәбәр итә:
«Уға тиклемгенең (йәғни Ҡөрьәнгә тиклем ебәрелгән китаптарҙың) дөрөҫлөгөн иҫбатлар өсөн, ул (Ябраил), Аллаһтың рөхсәте менән, уны һинең (Эй, Мөхәммәт) йөрәгеңә төшөрҙө» (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:97).
Ҡайһы бер осраҡтарҙа башҡа фәрештәләр ҙә Аллаһтан хәбәр еткерер булғандар. Бер ваҡыт Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم Ябраил менән йәнәш торғанда, ул, баш өҫтөндө бер шығырлаған тауыш ишетеп, башын күтәргән һәм: «Күктә бер ҡасан да асылмаған ишектәр асылды», - тигән. Улар аша бер фәрештә төшкән һәм: «Һиңә бирелгән һәм һиңә тиклем бер пәйғәмбәргә лә тәтемәгән нурҙарға ҡыуан. Был – «Фатиха» сүрәһе һәм «Һыйыр» сүрәһенең һуңғы аяттары», - тип әйткән (Мөслим йыйынтығынан).
Билдәле булыуынса, рәсүл йәки пәйғәмбәр тип һаналмаған кешеләргә лә фәрештәләр ебәрелгән. Мәҫәлән, Аллаһ Ғайсаның (ғәләйһиссәләм) әсәһе Мәрйәмгә, шулай уҡ, һыуы һәм аҙығы бөткән Исмәғилдең әсәһе Хәджәргә Ябраилды ебәргән. Сәхәбәләр ҙә уны бәҙүән сүрәтендә күргәне билдәле. Бынан тыш, үҙенең имандағы ҡәрҙәшенең хәлен белешер өсөн юлға сыҡҡан бер иргә Аллаһ фәрештә ебәрә, һәм ул уны, ҡәрҙәшеңә булған мөхәббәтең өсөн Аллаһ та һине яратты, тигән хәбәр менән ҡыуандыра. Бындай тарихтар бихисап, әммә беҙҙең маҡсатыбыҙ – бының мөмкин икәнлеген күрһәтеү.
4. Фәрештәләр Аллаһтың ҡолдарында изгелек ҡылыу теләген уята.
Аллаһ Тәғәлә һәр бер кеше янына бер фәрештә һәм бер ен беркетеп ҡуйған, һәм улар һәр ваҡыт уның менән бергә йөрөйҙәр. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Һеҙҙең һәр берегеҙгә ендәрҙән дә, фәрештәләрҙән дә берәр юлдаш беркетелгән», - тигән. Кешеләр:
«Хатта һиңә ләме?» - тип һорағандар (йәғни, улар ендәрҙән булған юлдашты күҙ уңында тотҡандар).
Ул صلى الله عليه وسلم: «Хатта миңә лә, ләкин Аллаһ миңә уны еңергә ярҙам итте, һәм ул буйһондо, хәҙер ул мине тик изгелеккә генә өндәй», - тип яуап биргән (Мөслим йыйынтығынан).
Күрәһең, бында һүҙ кешеләрҙең ғәмәлдәрен теркәп барырға ҡушылған фәрештәләр тураһында бармай. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Дөрөҫлөктә, шайтан Әҙәм балаһына – бер нәмәне, ә фәрештә икенсене шыбырлай. Шайтан уны яуызлыҡҡа һәм көфөрлөккә саҡыра, ә фәрештә – изгелеккә һәм хаҡлыҡты танырға. Кемдер быны һиҙһә, белһен: был – Аллаһтан, һәм Уға маҡтау һүҙҙәрен әйтһен. Әгәр кемдер башҡаһын һиҙһә, Аллаһтан үҙен ләғнәтле шайтандан аралауын һораһын» (Тирмиҙи, Нәсәи йыйынтыҡтарынан).
Киләһе хәҙистән күренеүенсә, кешенең ике айырылғыһыҙ юлдашы – фәрештә һәм ен – уны изге йәки яуыз ғәмәлгә илһамландырырға тип бер-береһен уҙышырға тырышалар. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم:
«Кеше түшәккә ятҡас, уға фәрештә лә, ен дә ашығалар. Фәрештә: “(Көнөңдө) изге ғәмәл менән тамамла”, - ти. Ә ен: “(Көнөңдө) яуыз ғәмәл менән тамамла”, - ти. Әгәр ул уны йоҡо алғансы Аллаһ Тәғәләне зикер итһә, фәрештә енде ҡыуып ебәрә һәм төндө уны һаҡлап үткәрә...» - тигән (Ибн Хиббән йыйынтығынан).
Күңелдәребеҙҙе паклаусы һәм фәрештәләр менән яҡынайтыусы изге ғәмәлдәрҙе күберәк эшләргә саҡыра беҙҙе үрҙә килтерелгән хәҙистәр.
5. Фәрештәләр Әҙәм балаларының яҡшы һәм насар эштәрен теркәп бара.
«Хаҡтыр, һеҙҙең янығыҙҙа күҙәтеүселәр (фәрештәләр) бар. Улар (Аллаһ ҡаршыһында) ҡәҙерлеләр һәм (ҡушылғанды) яҙып баралар. Һеҙҙең эштәрегеҙ тураһында улар беләләр», - ти Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, «Ярылыу» сүрәһе, 10-12).
Аллаһ һәр бер кешегә уның һүҙҙәрен һәм ғәмәлдәрен теркәп барыусы ике фәрештәне беркетеп ҡуйған:
«(Кешенең) уң һәм һул яғынан ике ҡабул итеүсе (ике фәрештә) ултыра һәм ҡабул итә (йәғни кешенең һүҙҙәрен һәм ғәмәлдәрен яҙып бара). Ул һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәй, уның янында – әҙер күҙәтеүсе» (Ҡөрьән, «Ҡаф» сүрәһе, 50:17-18).
Был фәрештәләр һәр ваҡыт әҙер торалар һәм ысҡынған бер һүҙҙе лә үткәреп ебәрмәйҙәр. Аяттан күренеүенсә, фәрештәләр һәр бер һүҙҙе һәм эштәрҙе яҙып баралар, һәм Ҡиәмәт көнөндә кеше үҙенең ғәмәл дәфтәрендә бөтә ҡылынған эштәрен күрер. Ә гонаһлылар әйтерҙәр:
«Ҡайғы беҙгә! Был ниндәй китап ул! Унда (гонаһтарҙың) кесеһе лә, олоһо ла хисапланмайынса ҡалдырылмаған» (Ҡөрьән,«Мәмерйә» сүрәһе, 49).
Ибн Кәҫир был аятты ошолай тәфсирләгән:
«Кешенең бөтә изге һәм яуыз һүҙҙәре, хатта «мин ашаным», «мин эстем», «мин барҙым», «мин килдем», «мин күрҙем» кеүек һүҙҙәре лә яҙыла. Һәм һәр кесе йома көндө уның һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре Аллаһҡа күрһәтелә, шунан изге һәм яуыз ғәмәлдәре генә ҡалдырыла, ә ҡалғандары алып ташлана».
Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم былай тигән:
«Әгәр мосолман кеше гонаһ ҡылһа, һул яҡтағы фәрештә алты сәғәт дауамында ҡәләмен төшөрмәй (йәғни ҡылынған гонаһты яҙыуҙан тыйылып тора). Ул тәүбәгә килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһа, фәрештә гонаһты алып ташлай, әгәр тәүбә килтермәһә, уның ғәмәле бер гонаһ кеүек яҙыла» (дөрөҫ хәҙис).
Шулай уҡ, был фәрештәләр кешенең берәй ғәмәл ҡылырға ниәтләнгәнен дә беләләр. Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم бының турала былай тигән:
«Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ: “Әгәр минең ҡолом яуыз ғәмәл ҡылырға ниәтләнһә, уны яҙмай тороғоҙ, - ти. – Ләкин уны бойомға ашырһа, уға бер яуызлыҡ яҙығыҙ. Әгәр ул изге ғәмәл эшләргә ниәтләп, уны үтәмәһә лә, уға бер изгелек яҙығыҙ, ләкин уны бойомға ашырһа, уға бының өсөн ун изгелек яҙығыҙ”» (Мөслим йыйынтығынан).
6. Фәрештәләр әжәле еткән кешеләрҙең йәндәрен ала.
Ҡайһы бер фәрештәләргә ғүмерҙәре аҙағына еткән кешеләрҙең йәнен сығарырға ҡушылған:
«Әйт: “Һеҙ уға тапшырылған үлем фәрештәһе һеҙҙең йәнегеҙҙе алыр, ә унан һуң һеҙ Раббығыҙға ҡайтарылырһығыҙ”» (Ҡөрьән, «Сәждә» сүрәһе, 32:11).
Кешенең йәнен алыуҙа бер генә фәрештә ҡатнашмай икән:
«Һеҙҙең берегеҙгә үлем килһә, Беҙҙең илселәребеҙ (фәрештәләр) уның йәнен алалар, һәм улар (етешһеҙлек) ебәрмәйҙәр» (Ҡөрьән, «Мал» сүрәһе, 6:61).
Кафырҙарҙың һәм гонаһлыларҙың йәндәрен фәрештәләр тупаҫ һәм ҡаты итеп тартып сығаралар һәм уларға ҡарата йомшаҡлыҡ һәм ҡыҙғаныу тойғоһо кисермәйҙәр:
«Кафыр булғандарҙың нисек итеп ғүмерҙәрен тамамлауын һин күрһәң ине! (Тәндәренән йәндәрен йолҡоп сығарған ваҡытта) фәрештәләр уларҙың биттәренән һәм арҡаларынан һуғып: “Һәм өтә торған (Уттың) ғазабын татығыҙ!” – (тиҙәр)» (Ҡөрьән, «Трофейҙар» сүрәһе, 8:50).
Ә берәй мөьмин-мосолманға үлем сәғәте етһә, уға ҡыуаныслы хәбәр еткерер һәм уны ҡеүәтләр өсөн, уның янына фәрештәләр төшәләр:
«Хаҡтыр, “Раббыбыҙ – Аллаһ”, - тип әйтеп, унан һуң тура (йәғни Аллаһ Һүҙен үтәүҙә тайпылышһыҙ) булғандарға (үлем мәлендә) фәрештәләр төшәләр: “Хәүефләнмәгеҙ, һәм ҡайғырмағыҙ, һәм һеҙгә вәғәҙә ителгән Йәннәткә ҡыуанығыҙ”» (Ҡөрьән, «Асыҡ аңлатылдылар» сүрәһе, 41:30).
"Ваҡыт!"

#ислам #башҡорт #ураҙа
ИШМОРАТ ХӘҘРӘТТӘН ЛАЙФХАК
йәки Ураҙа тотоуҙы еңеләйткән ҡайһы бер изге "хәйлә"ләр
Иң тәүҙә шуны аңлатып китәйек: ғәрәп телендә “хәйлә” тигән һүҙ гел насар мәғәнәлә генә ҡулланылмай. Ул “сара”, “ысул” тигәнгә лә тура килә. Мәҫәлән, Йәғҡүб Әл-Кинди тигән ғалимдың “Ҡайғынан ҡотолоу хәйләһе” исемле китабы бар.
Был ҡыҫҡа ғына яҙмала ураҙа тотҡан ваҡытта кешенең хәлен еңеләйтә торған бер нисә кәңәш, хәйлә йәки, заманса әйтмешләй, “лайфхак” бирмәксебеҙ.
1) Ураҙа тотҡан ваҡытта һауа торошон белеү – мөһим нәмә. Әгәр көндөң һыуыҡ тороуы көтөлһә, былау кеүек туҡлыҡлыраҡ аҙыҡ ашап, һыуҙы әҙерәк эсергә була, сөнки көндөҙ йылыныр өсөн кешегә туҡ булыу яҡшыраҡ. Ныҡ тирләтмәгәс, һыу, сәй һәм башҡа эсемлектәр ул тиклем кәрәкмәй. Ә көн, киреһенсә, эҫе торһа, ашты шыйығыраҡ итеп, күберәк эсһәгеҙ ҙә ярай. Ләкин (мөһим иҫкәрмә!) үтә күп эсеү ҙә дөрөҫ түгел, сөнки кеше, тирләп, тағы ла нығыраҡ һыуһай ала.
2) Беҙҙең яҡта ураҙа йәй һәм яҙ миҙгелдәренә тура килгәндә күптәр сәхәр ашынан һуң йоҡларға ята. Ошо мәлдә һаҡ булығыҙ: әгәр ҡояш нурҙары төшкән йылы урында йә үтә ҡалын юрған аҫтында оҙаҡ йоҡлаһағыҙ, һыуһап килеп торасаҡһығыҙ, ә кискә тиклем тағы әллә нисәмә сәғәт түҙергә кәрәк! Шуға йоҡлағанда тирләмәҫкә тырышығыҙ.
3) Ҡайһы бер ризыҡтар ныҡ һыуһата: балыҡ (етмәһә, тоҙло булһа), ҡәһүә, шәрбәтле тәм-том, ныҡ майлы аҙыҡтар. Ураҙа ваҡытында бының кеүек нәмәләрҙе ифтарҙа ашаһағыҙ ҙа, сәхәр ваҡытында уларҙан тыйылып тороғоҙ.
4) Ураҙа тотҡан ваҡытта бик мөһим нәмә – кешенең ғәзимәте (русса – “настрой”). Әгәр ул үҙен йәлләп: “Аһ, ҡасан ғына ашайым инде, ҡасан эсергә була инде...” – тип уйланып йөрөһә, ураҙа бик ауыр тойоласаҡ. Әгәр инде: “Был ғына нимә ул, ҡайһы бер кешеләр дауаланам тип кенә лә 24 сәғәт буйы ашамай, мин дә түҙермен әле”, – тип, үҙен дәртләндерә белһә, уның тәне лә ошо “бойороҡтар”ға итәғәт итә башлай.
5) Ураҙаны ҡыйынлаштырған тағы бер насар ғәҙәт – ифтар ваҡытын көтөп, эшһеҙ “ыҙалап” ултырыу йә ятыу. Киреһенсә: “Ураҙа бөтөүгә ике сәғәт кенә ҡалды, ошо нәмәне эшләп өлгөрһәм ине”, – тип, ең һыҙғанып ниндәйҙер оло ғына эште башлап ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән, күрше ауылға эш буйынса барып ҡайтыу, утын ярыу һәм башҡаһы. Шулай итеп, ниндәйҙер эш өҫтөндә йөрөп, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
6) Файҙалы хәйләләрҙең тағы береһе – тәнеңдең “ҡурҡаҡлығы”н баҫтырып, уны ҡыйыныраҡ хәлдәрҙә сыныҡтырыу. Мәҫәлән, быға тиклем: “Көнө буйы асығырмынмы икән?” – тип, ике-өс тәрилкә ашай торған булһағыҙ, бөгөн әҙерәк ашап, әҙерәк эсеп йөрөп ҡарағыҙ. Үҙегеҙ аңларһығыҙ – бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Тора-бара сәхәрҙә бер финик һәм бер стакан һыу менән сикләнеп булыуын аңларһығыҙ. Тәнде ҡатыраҡ шарттарға өйрәтеүҙең тағы ла бер сараһы – башҡа кешеләр “ураҙала быны эшләп булмай ул” тигән нәмәләрҙе башҡарып ҡарау (утын ярыу, бесән сабыу һ.б.). Әлбиттә, һаулыҡҡа зыян килергә тейеш түгел, ләкин кешенең тәне һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәгән ауыр эштәргә һәләтле, тик беҙ үҙебеҙҙе йәлләргә яратабыҙ шул...
7) Әгәр ураҙа ваҡытында көн бик эҫе тора, ә һеҙ ауыр эш башҡарырға мәжбүрһегеҙ икән, ул эште иң эҫе мәлгә тура килтермәгеҙ – йә иртәнге һыуығыраҡ ваҡытта, йә ҡояш баш осонан үтеп байыу яғына киткәс эшләгеҙ.
8) Йыш ҡына кешеләр: “Ураҙа ваҡытында ныҡ һыуһата, шуға тота алмайым”, – тип зарлана. Һыуһынды баҫтырыуҙың еңел бер ысулы – һыу инеп сығыу. Ураҙа көнөндә ипләп кенә, ауыҙға һыу керетмәй, йылғаға, күлгә йә душҡа инеп сыҡһаң һәм тәнеңде һыуытып алһаң, һыуһын баҫыла.
Ғөмүмән, быға оҡшаш “хәйләләр”ҙе белмәһәк тә (элек мосолмандар ошондай күнекмәләрҙе “риядәт” (رياضة) тип атаған, ләкин хәҙерге заманда риядәтте күп кеше “спорт” тип кенә аңлай), беҙ шуға инанғанбыҙ: ураҙа – ул ғибәҙәт, ә ғибәҙәт, ни тиклем ауыр булмаһын, кеше өсөн изге нәмә. Ураҙа тотоп йөрөгән ваҡыттың һәр секунды бөйөк ғибәҙәт булғанын аңлап торһаҡ, беҙ бар ауырлыҡтарға ла әҙер булыр инек. Әле һанап киткән нәмәләр физик сәбәптәр булһа, ураҙаның ҡәҙерен белеү – бөйөк рухи фактор, һәм ул һигеҙ түгел, һикһән хәйләнән дә өҫтөн.
"Ғәмәлдәр ниәткә ҡарап", - тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм. Ураҙаны Аллаһ ризалығы өсөн, тип тотайыҡ, ҡыйынлыҡтарға Уның ризалығы өсөн сабыр итәйек — әжерле булырбыҙ, ин шәә Аллаһ.
Ишморат хәҙрәт ХәйбуЛлаһ,

#ислам #башҡорт #илаһимөғжизәләр
ЗӘМ-ЗӘМ ҺЫУЫНЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
Ер йөҙөндә Зәм-зәм һыуынан таҙараҡ һыу юҡ. Сүллек уртаһында Аллаһ Тәғәлә теләге менән сыға башлағандан бирле, был сығанаҡ үҙенең бәрәкәтле һыуы менән хаж һәм ғөмрә ҡылырға килеүсе мосолмандарҙы ләззәтләндерә. Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә صلى الله عليه وسلم Зәм-зәмде туҡлыҡлы һәм күп сирҙәрҙән дауа, тигән. Хәҙерге фән дә уның уникаль булыуын дәлилләй.
Ни өсөн «Зәм-зәм»?
Ғәрәп теленең лингвистикаһына ярашлы, «Зәм-зәм» һүҙе «зәмә» тигән ғәрәп ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Был һүҙ «бәйләү» тигәнде аңлата. Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡатыны Һәджәр нәҡ ошо һүҙҙе әйтеп, урғылып сыҡҡан һыуҙы туҡтатырға маташҡан. Мөхәммәт пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم: «Зәм-зәм сығанағы шулай атала, сөнки Һәджәр сығанаҡ тирәләй ҡаршылыҡ яһап, һыу ағымын туҡтата. Юғиһә, һыу ташып сығып, бөтә тирә-яҡты тултырыр ине», - тигән.
Зәм-зәм һыуының файҙалы үҙенсәлектәре
Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم: «Зәм-зәм һыуын эсеүсе уны нимә өсөн эсһә, шуға өлгәшәсәк», - тигән (Әхмәд, Ибн Мәджә хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Тағы ла: «Ерҙәге иң яҡшы һыу – Зәм-зәм һыуы. Ул тәмле һәм сирҙәрҙән дауалай».
Ғәйшә (Аллаһ унан риза булһын): «Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم һыуҙы яҡындарына килтереп, уның менән сирлеләрҙе ҡойондорор һәм эсерер ине», - тигән (Тирмиҙи, Бохари хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم яратҡан сәхәбәһе – Әбү Зәрр әл-Ғифәри (Аллаһ унан риза булһын): «Зәм-зәм һыуынан башҡа бер аҙығым да булмаған килеш утыҙ көн һәм төн уҙғарҙым. Мин һис асыҡманым һәм шул тиклем һимерҙем, хатта эсем сығып китте», - тигән (Мөслим йыйынтығынан).
Зәм-зәм һыуы менән Мәккәнән ситтә лә файҙаланырға була, сөнки ул саҡта ла ул үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа уны тултырып алып ҡайтыр булғандар, һәм ул үҙенең иң күркәм сифаттарын һис юғалтмаған.
Зәм-зәм һыуы медицина күҙлегенән
Доктор Әхмәд әл-Мөһәндис: «Зәм-зәм һыуы – иң таҙаһы, һәм был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (русса – ВОЗ) тарафынан да раҫланған», - ти. Докторҙың белдереүенсә, Зәм-зәм һыуы таҙа, уның тәме, төҫө һәм еҫе юҡ, әммә, составында водород булыу сәбәпле, самалы ғына үҙенсәлекле тәме бар, ә составындағы натрийҙың күберәк булыуы бөтә талаптарға яуап бирә.
Нейтрон анализ ярҙамында Зәм-зәмде тикшергән Америка ғалимдары унда 30 химик элемент, шул иҫәптән тимер, марганец, баҡыр, кальций, магний, хлоридтар һәм сульфаттар барлығын асыҡлаған.
БҒӘ-нән химик Ғәҙел Ғәтыййә изге һыуҙың химик анализын эшләй һәм һөҙөмтәләрен «Әл-Иттихәд» гәзитендә баҫып сығара. Уларҙан күренеүенсә, Зәм-зәм һыуы бер ниндәй ҙә химик йәки тәбиғи эшкәртеүгә дусар ителмәй, унда зарарлы ҡушылмалар һәм органик матдәләр юҡ. Шулай уҡ унда һаулыҡҡа зыянлы булған фосфаттар, нитраттар һәм зарарлы металдар булмай. Уның ҡарауы, организмға файҙалы булған микроэлементтар күп. Зәм-зәм сығанағы ошоғаса бөтмәгәне һәм уның һыуы йыл һайын миллионлаған (!) хажиҙарҙың ихтыяжын ҡаплауға етеп торғаны менән айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уның уникаллеге һәм файҙалы булыуы күп ғалимдар тарафынан танылған.
Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: Зәм-зәм һыуы – тәбиғи һыу, һәм ул хлорланмай. Ғәҙәттә, тәбиғи һыуҙа бәшмәктәр һәм бактериялар була, һәм улар һыуҙың тәмен үҙгәртәләр. Әммә Зәм-зәмдә улар юҡ. Бындай иҫ киткес шифалы йоғонтоноң ҡайҙан барлыҡҡа килеүен ғалимдар һаман да аңлап етмәй. Сөнки Зәм-зәмдең составы ла ғәҙәттән тыш хәл тип һаналмай. Тимәк, уның шифалау һәләте Илаһи көстән энергия алыу ярҙамында барлыҡҡа килеүендә шик ҡалмай.
Зәм-зәм менән шифаға өлгәшеү осраҡтары
• Хажиә Ясра Абдуррахман үҙе менән булған бер мөғжизә тураһында бәйән итә. Күп йылдар элек уның һул күҙендә шеш барлыҡҡа килә. Ул шеше көнө-төнө ныҡ итеп ауырта. Күҙе эсендә килеп сыҡҡан аҡ пәрҙә арҡаһында күреү һәләтенән мәхрүм булырмын, тип ҡурҡа башлаған ул. Хатта бер билдәле күҙ табибы, был мәсьәлә хәл ителмәҫлек тип, уға ауыртыуҙарҙы бары тик уколдар менән баҫып торорға ғына ҡушҡан.
Ясра тағы ла нығыраҡ хәүефләнә төшә. Әммә, Аллаһ рәхимлегенә тәүәккәлләп, ул Мәккәгә ғөмрә (кесе хаж) ҡылырға юллана – Изге йорттоң нәҡ ҡаршыһында Аллаһтан шифа һорау өсөн. Ул Мәккәгә килеп етә, Ҡәғбә тирәләй таүәф ҡыла һәм һыу алып йыуыныу өсөн, Зәм-зәм ҡойоһона йүнәлә. Шунан һуң ул, Һәджәр кеүек, Сафә менә Мәрүә тауҙары тирәләй йүгерергә тотона. Бер нимә лә белмәйенсә, ул ҡунаҡханаға ҡайта һәм... күҙе бөтөнләй һауыҡҡанын, ә шештең эҙе лә ҡалмағанын күрә!
• Доктор Фәруҡ Антар шулай тип һөйләй: «Күп йылдар элек миндәге бәүел юлында таш таптылар. Табиптар әйтеүенсә, унан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – ғәмәлиәт (операция). Әммә ул төрлө сәбәптәр буйынса, кисектерелеп килде. Бер ваҡыт, үҙем дә көтмәҫтән, миңә ғөмрә (кесе хаж) ҡылырға тәҡдим иттеләр. Һәм мин Аллаһтан ғәмәлиәт (операция) эшләтмәйенсә таштарҙан ҡотолдороуын һораным». Тиҙҙән доктор Фәруҡ Мәккәгә юллана һәм ғөмрә башҡара. Унда ул Зәм-зәм һыуын эсә, Ҡәғбәнең ҡара ташын үбә, мәсеттән сығыр алдынан намаҙ уҡый. Ҡапыл ул бәүел юлында ауыртыу тоя һәм бәҙрәфкә ашыға. Һәм ошо саҡта мөғжизә була: бәүел менән бергә ҙур таш үҙе килеп сыға. Ғәмәлиәтһеҙ сыҡҡан таш докторҙың үҙен дә, уны ҡараған табиптарҙы ла аптырашта ҡалдыра.
• Тағы ла бер осраҡ. Испаниянан Мәрйәм исемле мөслимәнең күҙе аҫтында яман шеш үҫешә башлай. Табиптар уға ғәмәлиәт эшләп, шеште юҡ итәләр. Хәстәханан сыҡҡас та ул әле табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡала. Уның эргәһенә көн һайын шәфҡәт туташы килеп, күҙенә компресс яһай. Мәрйәм Зәм-зәм һыуының мөғжизәле көсөнә ышанған була һәм табиптарҙан нәҡ ошо һыу менән компресс яһауҙарын һорай. Ике аҙнанан һуң ғәмәлиәттең эҙе лә ҡалмай...
Инде күпме быуаттар дауамында Зәм-зәм һыуы Аллаһ ихтыяры менән кешеләрҙе сирҙәрҙән дауалай, һәм үрҙә әйтелгәндәр – бихисап шифаланыу осраҡтарының бер-нисә миҫалы ғына.
Шулай итеп, Зәм-зәм һыуы менән шифаға өлгәшеү, ин шәә Аллаһ, киләһе өс шартты үтәгәндә генә буласаҡ:
🤲🏻 Беренсе – уны эсеүсе кеше Бер Аллаһҡа ғына иман килтерергә тейеш;
🤲🏻 Икенсе – кеше Аллаһҡа ғына тәүәккәлләргә бурыслы;
🤲🏻 Өсөнсө – ошо һыу ярҙамында Аллаһтың шифаһына ирешеүгә ныҡлы ышаныу кәрәк.

#ислам #башҡорт #белемеңде_тикшер
1. Ҡөрьәнде уҡыр алдынан нимә тип әйтер кәрәк?
Әгәр Ҡөрьән уҡырға теләһәгеҙ, башта «Әғүүҙү биЛләәһи минә-шшәйтаани- рраджиим», - тип әйтергә кәрәк. Был доғаның мәғәнәһе: «Таштар менән атылып һөрөлгән шайтандан Аллаһҡа һыйынам!»
Был доғаны Ҡөрьәндә уҡырға ҡушылған:
«Ҡөрьән уҡыған саҡта һин таштар менән атылып һөрөлгән шайтандан һыйыныуҙы Аллаһтан һора!» («Бал ҡорто» сүрәһе, 16:98).
2. Ҡөрьән аяттарына ышанмаған кешеләргә ниндәй яза буласаҡ?
Ҡөрьән аяттарын инҡар итеүселәрҙе Аллаһ Тәғәлә тиҙҙән Йәһәннәм утына һаласаҡ. Һәм, тиреләре янып бөтһә, ғазаптың ҡатыһын татыһындар өсөн, тәндәренә яңынан тире үҫтереп торасаҡ.
«Ысынлап, Беҙҙең аяттарыбыҙға иман килтермәгән кешеләрҙе Беҙ Утта яндырасаҡбыҙ! Улар ғазап татыһын өсөн, тиреләре янған һайын уны икенсе тире менән алмаштырырбыҙ. Ысынлап, Аллаһ – Бөйөк, Хикмәтле!» (Ҡөрьән, «Ҡатындар» сүрәһе, 4:56).
3. Ҡөрьәндең ниндәй аятында йәһүдиҙәр һәм насраниҙар (христиандар) дөрөҫ һүҙ һөйләй?
Ошо аятта: «Насраниҙар тура юлда түгел», - ти йәһүдиҙәр. «Йәһүдиҙәр тура юлда түгел», - ти насраниҙар. Һәм улар икеһе лә Китапҡа (Библияға) һылтана. Хаҡлыҡты белмәгән кешеләр ана шулай һөйләнәләр. Улар бәхәсләшкән нәмә тураһында Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә хөкөм сығарыр» (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:113).
«Насраниҙар (христиандар) тура юлда түгел», - тигән саҡта йәһүдиҙәр дөрөҫ әйтә, һәм «Йәһүдиҙәр тура юлда түгел», - тигән саҡта насраниҙар дөрөҫ һөйләй, сөнки, хаҡиҡәттә, улар икеһе лә тура юлда түгелдәр.
4. Ҡөрьәндә ниндәй хайуандар һәм ҡош-ҡорттар телгә алынған?
Һыйыр, һарыҡ, кәзә, дөйә, ат, ишәк, фил, бүре, сусҡа, маймыл, ҡарға, себен, бал ҡорто, эт, үрмәксе, ҡырмыҫҡа, ҡасыр (мул), һөҙһөт ҡошо (удод), серәкәй, саранча, йылан, күбәләк.
5. Ҡөрьәндә бөтәһе нисә сүрә, аят?
Ҡөрьән барлығы 30 джүз (өлөш), 114 сүрә, 6236 аят, 77 439 һүҙҙән тора.
6. Ҡөрьәндәге иң оҙон сүрә?
Иң оҙон сүрә – «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе. Унда 286 аят.
7. Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрә?
Иң ҡыҫҡа сүрә – «Кәүҫәр» («Муллыҡ») сүрәһе. Ул 3 аяттан ғибәрәт.

#ислам #башҡорт #ғибәҙәт
ОШО ҺҮҘҘӘР ҺӘМ ҒӘМӘЛДӘР ӨСӨН ОЛО ӘЖЕР ВӘҒӘҘӘ ИТЕЛГӘН
21. Беренсе рәттәге намаҙ.
Әгәр кешеләр аҙан ҡысҡырыуҙың һәм йәмәғәт менән намаҙ уҡығанда беренсе рәттә тороуҙың сауабы хаҡында белгән булһалар, кемдең аҙан уҡыясағын һәм кемдең намаҙҙа беренсе рәттә торасағын хәл итеү өсөн улар хатта йәрәбә тартышырҙар ине.
22. Нәфел (ирекле) намаҙҙар ҡылыу.
Аллаһ Тәғәләгә күберәк сәждәләр ҡылырға тырышыр кәрәк, сөнки һәр бер сәждә өсөн Ул кешене бер баҫҡысҡа күтәрә һәм уның бер бәләкәй гонаһын юя.
23. Береһе лә күрмәгәндә намаҙ уҡыу.
Бүтәндәр күрмәгән ерҙә ҡылынған нәфел (ирекле) намаҙ кеше алдында уҡылғанынан егерме биш тапҡырға өҫтөнөрәк.
24. Фарыз намаҙҙарҙың алдынан һәм артынан сөннәт намаҙҙары уҡыу.
Кем дә кем көн дауамында ун ике өҫтәмә рәкәғәт уҡый, шуға Ожмахта йорт һалынып ҡуйылыр: иртәнге намаҙ алдынан – ике рәкәғәт, көндөҙгө намаҙ (өйлә) алдынан – дүрт һәм унан һуң – ике, киске (аҡшам) намаҙҙан һуң – ике, төнгө (йәстү) намаҙҙан һуң – ике.
25. Иртәнге намаҙ хаҡында.
Иртәнге намаҙҙың ике рәкәғәте ошо донъяға һәм ундағы бөтә нәмәгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Иртәнге намаҙҙы уҡыған кеше Аллаһтың яҡлауы аҫтында булыр.
26. Духа намаҙын уҡыу.
Көн һайын, иртәнсәк етеү менән, һәр бер кеше үҙ тәнендәге быуындары һанынса саҙаҡа бирергә тейеш. Һәр бер «Сүбхәәнә-Ллаһ» тигән һүҙ – саҙаҡа, «Әлхәмдүли-Лләәһ» тиеү – саҙаҡа, «Лә иләәһә иллә-Ллааһ» тиеү – саҙаҡа, «Аллааһу әкбәр» тиеү – саҙаҡа, яҡшылыҡҡа өндәү – саҙаҡа, яуызлыҡты туҡтатыу – саҙаҡа. Әммә быларҙың барыһын да иртәнсәк уҡыла торған ике рәкәғәт нәфел намаҙы – духа намаҙы алыштыра ала.
سُبْحانَ اللّهُ
الحَمْدُ لِلّهِ
لا إلاهَ إلّا اللَّه
اللَّهُ أكْبَرُ
27. Намаҙ уҡыған урында ултырып ҡалып, Аллаһты иҫкә алыу (зикер әйтеү).
Намаҙ уҡыған урынында тәһәрәтле килеш ултырып ҡалып, Аллаһты иҫкә алыусы (зикер итеүсе) һәр кеше өсөн фәрештәләр:
«Йә Аллаһ, уны ғәфү ит! Йә Аллаһ, уны ярлыҡа!» - тип Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылалар.
28. Иртәнге намаҙҙы йәмәғәт менән уҡып, шунан һуң ҡояш сыҡҡансы Аллаһҡа зикер әйтеүҙең һәм бынан һуң ике рәкәғәт духа намаҙы ҡылыуҙың дәрәжәһе.
Кем дә кем иртәнге намаҙын йәмәғәт менән уҡып, аҙаҡ Аллаһҡа зикер әйтеп ҡояш сыҡҡансы ултырһа, һәм шунан һуң ике рәкәғәт духа намаҙын уҡып ҡуйһа, уны иң күркәм рәүештә хаж һәм ғөмрә ҡылған кеүек әжер көтә, иншәАллаһ.
29. Төнгө тәһәджүд намаҙына тороу һәм яҡындарҙы ла уятыу.
Кем үҙенең тормош иптәшен уятып, ике рәкәғәт төнгө тәһәджүд намаҙын уҡыһалар, улар Аллаһты күп иҫкә алыусылар иҫәбенә яҙылыр.
30. Төнөн намаҙ уҡырға ниәт итеп тә, уны йоҡлап ҡалһаң.
Кем төнгө тәһәджүд намаҙын уҡыуҙы ғәҙәт итеп алған, әммә берәй төндө ул яңылыш йоҡлап ҡалып, намаҙын ҡалдырһа, уға Аллаһ Тәғәлә барыбер намаҙ уҡыған кеүек сауап яҙыр, ә йоҡоһо – саҙаҡа буласаҡ.

#ислам #башҡорт #нәсихәт
РАМАҘАН АЙЫНДА УРАҘА ТОТОУҒА САҠЫРЫУ
Хөрмəтле йəмəғəт!
Рамаҙан айы – ул динебеҙҙең төп бер терəге (рөкөнө) булған фарыз ураҙаны үтəргə билдəлəнгəн ваҡыт һəм Аллаһтың иң бөйөк ниғмəттəренең береһе. Был ай – ураҙа тотоу, нəфел намаҙҙар уҡыу, хəйер-саҙаҡалар таратыу, Ҡөрьəн уҡыу айы. Бихисап хəҙистəрҙə бəйəн ителгəнсə, был айҙа Йəннəт ишектəре асыла, Йəһəннəм ишектəре ябыла, шайтандар бығаулана, изге ғəмəлдəр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дəрəжəлəре күтəрелə һəм гонаһтары ғəфү ителə, Раббыбыҙҙың ниғмəттəре ишəйə...
Был мөбəрəк айҙа Пəйғəмбəребеҙ ﷺ үҙе лə ураҙа тотҡан, сəхəбəлəренə лə быны бойорған. «Кем был айҙы камил иман һəм өмөт менəн ураҙа тотоп үткəрə, шуның алдағы гонаһтары ғəфү ителер», – тип хəбəр иткəн беҙгə Пəйғəмбəребеҙ ﷺ. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һəм өмөт менəн төнгө намаҙҙар ҡылып үткəрһə, шуның да алдағы гонаһтары ғəфү ителер, тип шатландырған.
Был изге айҙа Ҡəҙер төнө бар. Кем шул төндө ғибəҙəттəр менəн, камил иман һəм өмөт менəн үткəрһə, шуның да алдағы гонаһтары юйылыр, тип һөйөндөргəн беҙҙе Аллаһ Рəсүле Мөхəммəт Мостафа ﷺ. Был мөбəрəк айҙы ҡəҙерлəп, файҙалы итеп үткəрергə тырышайыҡ! Ə бит Пəйғəмбəребеҙ ﷺ бер хəҙисендə шулай тигəн: «Өмөтһөҙлөк һəм хəсрəткə төшөр кеше, Рамаҙан айына тиклем йəшəп етеп тə, Аллаһтың ярлыҡауына өлгəшмəһə!» (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).
Шундай хəсрəткə дусар булғандар рәтенә түгел, ə киреһенсə – Рамаҙан айында Уттан ҡотҡарылғандар рəтенə элəгергə яҙһын! Əмин!
Хөрмəтле йəмəғəт! Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тəғəлə беҙгə ураҙа тотоуҙы фарыз (мотлаҡ) ҡылды. Раббыбыҙ был хаҡта Үҙ Китабында былай ти: «Эй һеҙ, иман килтергəндəр! Һеҙҙəн алда булған өммəттəргə бойоролған кеүек, һеҙгə лə ураҙа тотоу бойоролдо – бəлки, һеҙ тəҡүəлелəрҙəн булырһығыҙ!» («Һыйыр» сүрəһе, 2:183). Раббыбыҙҙың ошо һүҙҙəренə ҡолаҡ һалып, ураҙа фарызын еренə еткереп үтəп, Аллаһ язаһынан һаҡланыуҙы – тəҡүəне күңелдəребеҙҙə тəрбиəлəйек. Ысынлап та, Аллаһтан ҡурҡа белмəгəн кешелə һис яҡшылыҡ булмаҫ. Ə бит Аллаһтан ҡурҡыу етешһеҙлек түгел, һəм ул бер кешенең икенсе кешенəн ҡурҡыуына бəрəбəр ҙə түгел. Аллаһтан ғына ҡурҡыу – ул мосолман сифаты. Ə Аллаһтан ҡурҡмау – ул кафырҙарға хас сифат. Аллаһтан ҡурҡмаусы кешене ҡыйыу кеше тип уйламағыҙ: кем Раббыһынан ҡурҡмай, ундай кешене Аллаһ Тəғəлə бөтə нəмəнəн ҡурҡытыр, ə кем тик Аллаһтан ғына ҡурҡа, ул кеше башҡа бер кемдəн дə һəм бер нəмəнəн дə ҡурҡмаҫ! Ə инде Аллаһтан ҡурҡыу тойғоһон булдырыусы яҡшы сараларҙың береһе – нəҡ ураҙа тотоу.
Ураҙа тотоуҙың башҡа файҙалары ла бихисап. Мəҫəлəн, мосолман үҙ күңелен төрлө кире сифаттарҙан таҙарта. Сабырһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, нəфсегə эйəреү урынына сабырлыҡ, эшһөйəрлек, рухи көс килə. Йыш ҡына халыҡ араһында: «Беҙҙең олатай-өлəсəйҙəребеҙ йəйҙең эҫе мəлендə ураҙа ла тотҡан, бесəн дə сапҡан», – тип хайран ҡалып һөйлəгəн кешелəрҙе ишетергə була. Ə бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ниндəйҙер сит планетанан килгəн кешелəр булмаған – ошо уҡ шарттарҙа йəшəгəн, шул уҡ үлəнде сабып, шул уҡ эштəрҙе башҡарған. Улар ашаған ризыҡҡа килгəндə, һөйлəп тораһы ла түгел, хөрмəтле йəмəғəт, сөнки беҙҙең ашаған нəмəлəрҙе улар ғүмерендə лə күрмəгəн. Шулай булғас, ниңə ҡайһы берəүҙəребеҙ: «Ураҙа тота алмайым – эшем ауыр», – тип аҡлана. Юҡ, ҡəрҙəшем, һылтауҙар табып, Аллаһ Тəғəлə бойорған фарыз ураҙанан, Исламдың иң төп эштəренең береһенəн ҡасма! Йəй көндəренə тура килгəн Рамаҙан айында беҙҙең олатай-өлəсəйҙəребеҙ ураҙаларын тотҡан, ə көндөң яҡты сəғəттəре бигерəк оҙон, тип тормаған! Улар булдырғанды беҙ ҙə булдыра алырбыҙ, Аллаһ бойорһа!
Ысынлап та, беҙҙең яҡта йəй миҙгелендəге ураҙа оҙон. Лəкин Аллаһ Тəғəлə Ҡөрьəндə əйтеүенсə: «Ə бит, дөрөҫлөктə, ауырлыҡ менəн еңеллек. Дөрөҫлөктə, ауырлыҡ менəн еңеллек (ҡыйынлыҡтарҙан һуң еңеллек килə)» («Ярып асыу» сүрəһе, 94:5–6). Əммə Башҡортостанда көҙ айҙарына ла, яҙ айҙарына ла тура килер ураҙа ваҡыты ҡыҫҡа буласаҡ. Ə ҡыш айына килгəндə, ундағы ураҙа төшкө ашһыҙ үткəрелгəн көн һымаҡ ҡына! Кеше ураҙаның сауабын бөтə күңеле менəн ныҡлап аңлаһа, бер ниндəй ҡыйынлыҡтарға ла аптырап тормаҫ ине. Килəһе хəҙистəргə иғтибар итəйек:
«Аллаһ Тəғəлə əйткəн: “Əҙəм балаһының бар эштəре лə – үҙе өсөн. Ураҙанан башҡа – ул Минең өсөн, һəм уның сауабын Мин Үҙем бирəсəкмен!” Ураҙа – ул ҡалҡан, һəм кемегеҙ уны тотһа, əрлəшмəһен һəм тауышланмаһын, əгəр уның үҙен кемдер əрлəй башлай икән йə уның менəн һуғышырға ынтылһа, “Мин – ураҙала!” тип əйтһен. Мөхəммəттең йəне ҡулында булған (Аллаһ) менəн ант итəм: ураҙалы кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурында мисек еҫенəн дə тəмлерəк! Ураҙа тотҡан кешенең ике ҡыуанысы булыр: ауыҙ асҡанда ифтарына ҡыуаныр, Раббыһын осратҡан Көндө иһə ураҙаһы өсөн ҡыуаныр" (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).
Был хəҙистең имам Мөслим килтергəн риүəйəтендə шундай өҫтəмə бар: «Əҙəм балаһының һəр эше өсөн сауап ун тапҡырҙан алып ете йөҙ тапҡырға тиклем арттырылыр, сөнки Аллаһ Тəғəлə шулай тигəн: “Ураҙанан башҡа – ул Минең өсөн, һəм уның сауабын Мин Үҙем бирəсəкмен!” Кеше бит үҙ телəктəренəн һəм ашамлығынан Минең ризалығым өсөн баш арта”».
Икенсе бер хəҙистə əйтелеүенсə, ураҙа кешене Ҡиəмəт көнөндə яҡлаясаҡ. Пəйғəмбəребеҙ ﷺ: «Ураҙа һəм Ҡөрьəн Аллаһ ҡолон Мəхшəр көнөндə яҡлашасаҡ. Ураҙа: “Эй Раббым, мин уны ашауҙан һəм төрлө телəктəрҙəн мəхрүм иттем, миңə уны яҡлашырға рөхсəт ит”. Ə Ҡөрьəн: “Мин дə уны төнгө йоҡоһонан мəхрүм иттем, миңə лə уны яҡлашырға рөхсəт ит” – тип əйтер. Шулай итеп икеһе кешегə шəфəғəт ҡылыр» – тип əйткəн (Əхмəд, Табәрани йыйынтыҡтарынан).
Тағы бер хəҙистə шулай тиелгəн:
«Рамаҙан айының беренсе төнө инеү менəн шайтандар һəм баш күтəргəн ендəр бығауға ултыртыла, Йəннəт ишектəре асыла һəм уларҙың береһе лə ябылмай, Ут ишектəре ябыла һəм уларҙан бер ишек тə асылмай. Һөрəн һалыусы (фəрештə): “Эй, яҡшыға ынтылыусы, эшеңде башла! Эй, яманға ынтылыусы, туҡтап тор!” – тип əйтер. Аллаһ Тəғəлə һəр төн һайын кешелəрҙе Уттан ҡотҡарыр» (Əхмəд, Тирмиҙи, Ибн Мəджəһ
риүəйəттəре).
Эй, мосолман ҡəрҙəшем! Был мөбəрəк айға тиклем йəшəп етеүең – бəлки һинең Йəннəткə инергə иң ҙур, лəкин һуңғы форсатыңдыр. Килəһе йылға тиклем йəшəп етеүебеҙ вəғəҙə ителгəн нəмə түгел. Ошо көнгə тиклем намаҙға, ураҙаға, зəкəткə – ғөмүмəн дингə вайымһыҙлыҡ күрһəткəн булһаң, йəшəү рəүешеңде яҡшы яҡҡа үҙгəрт. Шəүлə кеүек донъяуи телəктəр артынан сабыуыңды туҡтатып тор. Сауҙа, бурыстар, эшҡыуарлыҡ, төҙөлөш тураһында уйҙарыңды икенсе рəткə ҡуйып тор ҙа, йөрəгеңде Ахирəткə – килəһе тормошҡа йүнəлт.

🧡 11. Аҙан ҡысҡырыуҙың сауабы.
Мәзиндең аҙан ҡысҡырған тауышын ишетеүсе һәр бер ен һәм һәр бер кеше – бөтәһе лә Хөкөм (Ҡиәмәт) көнөндә уның файҙаһына шаһитлыҡ итерҙәр.
🧡 12. Аҙандан һуң доға ҡылыу.
Кем аҙан ишеткәндән һуң: «Аллааһүммә Раббә һәҙиһи-ддә(ғ)үәти-ттәәммәти үә-ссаләәтил- ҡааимәһ. Әәти Мүхәммәдәнил-Үәсииләтә үәл- фадыйләтә үә-б(ғ)әҫһү мәҡаамән мәхмүүдәл-ләҙии үә(ғ)әдтәһү, иннәкә ләә түхълифүл-мии(ғ)әәд», - тип әйтә, Ҡиәмәт көндө уға Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһиссәләм шәфәғәте мотлаҡ тейешле буласаҡ.
اللَّهُمَّ رَبَّ هَذِهِ الدَّعْوَةِ التَّامَّةِ، والصَّلاةِ القَائِمَةِ، آتِ مُـحَمَّداً الوَسِيْلَةَ والفَضِيْلَةَ، وابْعَثْهُ مَقَاماً مَـحْمُوداً الَّذِي وَعَدْتَهُ، إنَّكَ لا تُخْلِفُ الـمِيْعَادِ.
Мәғәнәһе: «Ошо ҡылынған саҡырыуҙың (аҙандың) һәм ошо ҡылынасаҡ намаҙҙың Хужаһы булыусы Аллаһ! Мөхәммәтте Вәсиләгә (Йәннәттәге иң бейек урынға) һәм өҫтөнлөклө дәрәжәгә ирештер һәм уны Үҙең вәғәҙә иткән маҡтаулы урынға йүнәлт. Һин бит биргән вәғәҙәңә һис хилафлыҡ итмәйһең!»
🧡 13. Тәһәрәтте еренә еткереп алырға тырышыу.
Кем тәһәрәтте еренә еткереп алырға тырыша, шуның тәненән гонаһтары йыуылып төшөр, хатта тырнаҡтарының аҫтын таҙартҡанда ла гонаһтары юйылыр.
🧡 14. Тәһәрәт алғандан һуң уҡыла торған доға.
«Әшһәдү ән ләә иләәһә иллә-Ллааһ, үәхдәһү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән (ғ)әбдүһү үә расүүлүһ! Аллааһүммә-джғәлнии минәт-тәүүәәбиинә үәджғәлнии минәл-мүтәтаһһириин»
أَشْهَدُ أَنْ لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللَّهُ وَحْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ وَأَشْهَدُ أَنَّ مُحَمَّداً عَبْدُهُ وَرَسُولُهُ. اللّهُـمَّ اجْعَلنـي مِنَ التَّـوّابينَ وَاجْعَـلْني مِنَ المتَطَهّـرينَ!
Мәғәнәһе: «Шаһитлыҡ итәм: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул – берәү, Уның иптәштәре юҡ, һәм шаһитлыҡ итәм: Мөхәммәт – Уның ҡоло һәм рәсүле! Йә Аллаһ, мине тәүбә итеүселәрҙән һәм таҙарыныусыларҙан ит!»
🧡 15. Тәһәрәт алғандан һуң ике рәкәғәт сөннәт намаҙы уҡыу.
Яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң йөрәге һәм йөҙө менән Ҡиблаға йүнәлеп, ике рәкәғәтле сөннәт намаҙы ҡылған һәр мосолманға Ожмах мотлаҡ тейешле буласаҡ.
🧡 16. Мәсеткә илткән аҙымдарҙың дәрәжәһе.
Намаҙҙы йәмәғәт менән ҡылыр өсөн мәсеткә барған кешегә һәр бер аҙымы өсөн бер яҡшы эш яҙылыр һәм һәр икенсе аҙымы өсөн бер гонаһы юйылыр. Ҡайтҡанында ла шул уҡ.
🧡 17. Йома намаҙына әҙерлек. Йома намаҙына өйҙән иртәрәк сығыу.
Кем дә кем ғөсөл-тәһәрәт алып, йома намаҙына тип иртәрәк сығып мәсеткә йәйәү барһа, унда имамға яҡыныраҡ ултырып, хөтбәне (вәғәзде) башынан аҙағынаса иғтибар менән, һис һөйләшмәйенсә тыңлаһа, шуға мәсеткә илткән һәр бер аҙымы өсөн бер йыл буйына ураҙа тотҡан һәм төндәрен намаҙ уҡыған кеүек сауап яҙылыр.
Әгәр берәү йома көнө, ғөсөл алып, мөмкин тиклем таҙарынып, сәсен рәтләп, өҫтөнә хуш еҫтәр бөркөп, йома намаҙына бара икән һәм унда, янында ултырғандарҙы мәшәҡәтләмәй генә, күпме тейеш, шунса намаҙ уҡып, аҙаҡ, имамдың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлап, һөйләшмәйсә тыныс ҡына ултыра икән, уның мотлаҡ рәүештә үткән йоманан алып ошо йомағаса ҡылынған бәләкәй гонаһтары ғәфү ителер.
🧡 18. Намаҙҙың башына өлгөрөү.
Кем ҡырҡ көн дауамында Аллаһ ризалығы өсөн намаҙҙарын йәмәғәттә ҡылып, һәр намаҙҙың беренсе тәкбиренә өлгөрөп торһа, шул ике нәмәнән – Уттан һәм ике йөҙлөлөктән ҡотолған булыр.
🧡 19. Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу.
Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ бер үҙең уҡыған намаҙға ҡарағанда егерме ете тапҡырға өҫтөнөрәк.
🧡 20. Төнгө (йәстү) һәм иртәнге намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу хаҡында.
Кем төнгө намаҙҙы йәмәғәттә уҡый, шул ярты төн намаҙҙа тороусыға тиң, ә кем бынан һуң иртәнге намаҙын да йәмәғәт менән уҡый, шул төнө буйы намаҙ ҡылған кеүек булыр.

63. Аллаһтан эште еңеләйтеүҙе һорау.
Йоҡлар алдынан «Аллааһү әкбәр» тип 34 тапҡыр, «Сүбхәәнә-Ллааһ» тип 33 тапҡыр һәм «Әлхәмдүли-Лләәһ» тип 33 тапҡыр әйтеү ярҙамсы ҡол тотоуҙан да яҡшыраҡ.
Мәғәнәләре: «Аллаһ бөйөк!», «Аллаһҡа дан!», «Аллаһҡа маҡтау!»
64. Енси яҡынлыҡ ҡылыр алдынан уҡыла торған доға.
Кем дә кем ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылыр алдынан: «БисмиЛләәһ! Аллааһүммә джәннибнә-шшәйтаанә үә джәниби-шшәйтаана мәә разаҡтәнәә!» - тип әйтһә, һәм был яҡынлыҡ арҡалы бала тыуырға насип булһа, шайтан ул балаға зыян итә алмаҫ, иншәАллаһ.
بِسْمِ اللَّهِ ، اللَّهُمَّ جَنِّبْنَا الشَّيْطَانَ ، وَجَنِّبْ الشَّيْطَانَ مَا رَزَقْتَنَا
Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән! Йә Аллаһ, шайтанды беҙҙән йырағайт, беҙҙе ни менән бүләкләйһең, унан да шайтанды йыраҡ ҡыл!»
65. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙ иренә ярарға тырышыуы.
Әгәр ҙә ҡатын кеше биш фарыз намаҙын уҡып, Рамаҙан айында ураҙа тотоп, үҙенең намыҫын һаҡлап, иренә буйһоноп йәшәһә, уға Ҡиәмәт көнөндә: «Ожмахҡа ниндәй ҡапҡанан теләйһең, шунан ин», - тип әйтелер. Ирен риза итеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың урыны – Йәннәт.
66. Ата-әсә менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу һәм туғанлыҡ ептәрен өҙмәү.
Аллаһ Тәғәлә ризалығы – ата-әсә ризалығында. Кем ризығының артыуын һәм ғүмеренең оҙонайыуын теләй, шул туғанлыҡ ептәрен өҙмәһен.
67. Етемде тәрбиәләү.
Аллаһ рәсүле ﷺ ике бармағын бер-береһенә яҡынайтып: «Мин һәм етемде тәрбиәләп үҫтереүсе Йәннәттә ошо икәү кеүек (бергә) булыр», - тигән.
68. Яҡшы холоҡ, игелеклелек.
Холҡо яҡшы булған мөьмин көндөҙ ураҙа тотоп, төндәрен намаҙҙа тороусы дәрәжәһенә етер. Яҡшы холоҡ эйәһенә Йәннәттең өҫкө ҡатынан өй бирелер.
69. Мәхлүктәргә (кешеләргә, хайуандарға, үҫемлектәргә һәм башҡаға) ҡарата рәхимлелек.
Мәрхәмәтлелек күрһәтеүсе кешеләргә Аллаһ Тәғәлә лә мәрхәмәтле.
«Ерҙәгеләргә ҡарата рәхимле булығыҙ, һәм Күктәге лә (йәғни Аллаһ Тәғәлә) һеҙгә ҡарата рәхимле булыр», - тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
70. Мосолмандарға яҡшылыҡ теләү.
«Үҙенә теләгәнде (йәғни яҡшылыҡты) диндәге ҡәрҙәшенә лә теләй башламайынса, берегеҙҙең дә иманы (камил) булмаҫ», - тигән Аллаһ рәсүле ﷺ.
71. Оялсанлыҡ.
Оялсанлыҡ – имандан. Оялсанлыҡ яҡшылыҡтан башҡа бер ни ҙә килтермәй. Пәйғәмбәрҙәрҙең сөннәтенә ошо дүрт нәмә керә:
оялсанлыҡ,
мисек (еҫле май) ҡулланыу,
теште сиүәк менән таҙартыу һәм
никах.
72. Беренсе булып сәләм биреү.
Пәйғәмбәрҙән ﷺ: «Осрашҡан ике кешенең ҡайһыныһы беренсе булып сәләм бирә?» - тип һорайҙар. «Аллаһҡа яҡынырағы», - тип яуап бирә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
Тағы ла ул ﷺ: «Берегеҙ ҡәрҙәшен осратһа, сәләм бирһен. Әгәр ҙә таш, ағас, йәки стена сәбәпле айырылышып, һуңынан тағын осрашһалар, тағын сәләм бирешһендәр», - тигән.
«Әссәләәмү ғәләйкүм» тиһәң – 10,
«үә рәхмәтуЛлааһи» тип өҫтәһәң – 20,
«әссәләәмү ғәләйкүм үә рәхмәтуЛлааһи үә бәрәкәәтүһ» тип әйтһәң, 30 сауап яҙыла (был «һеҙгә сәләм һәм Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте булһын» тип тәржемә ителә).
73. Ҡул биреп күрешеү.
Ике мосолман бер-береһенең ҡулын ҡыҫып күрешһә, ҡасан хушлашҡандарынса уларҙың ваҡ гонаһтары бер-бер артлы юйылып торасаҡ.
74. Дин ҡәрҙәшеңдең намыҫын яҡлау.
Диндәге ҡәрҙәшенең намыҫын яҡлашҡан мосолмандың йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә Уттан һаҡлар.
75. Тәҡүәле (Аллаһтан ҡурҡып, динде теүәл тотоп йәшәргә тырышыусы) кешеләргә ҡарата мөхәббәт, улар менән аралашыу.
«Һин кемде яратаһың, (Ахирәттә) шуның менән бергә буласаҡһың», - тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. Барлыҡ сәхәбәләр ҙә иң нығы ошо хәҙискә ҡыуанған. Сөнки улар барыһы ла Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде яратҡан һәм киләһе тормошта ла уның янында булырға теләгәндәр.
76. Бер-береңде Аллаһ хаҡы өсөн яратыу.
Бер-береһен Аллаһ хаҡы өсөн яратыусыларға Ахирәттә нурҙан яһалған мөнбарҙар әҙерләнеп ҡуйылыр, һәм уларға хатта пәйғәмбәрҙәр һәм шәһиттәр ҙә көнләшеп (йәғни һоҡланып) бағырҙар.
77. Мосолмандар өсөн доға ҡылыу.
Бер мосолман икенсе мосолман өсөн ул ишетмәгәндә доға ҡылһа, ул доға яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Һәр доға ҡылыусының баш осонда фәрештә тора, кеше Аллаһ Тәғәләнән берәй дин ҡәрҙәше өсөн яҡшылыҡ һорай башлаһа, ул фәрештәгә: «Әмин, һиңә лә шулай булһын!» - тип әйтеп торорға әмер ителгән.
78. Аллаһтан бөтә мөьминдәрҙе ғәфү итеүен һорау.
Кем Аллаһҡа бөтә мөьмин ир һәм ҡатын кешеләр өсөн ғәфү үтенеп доға ҡыла, шуға һәр бер мөьмин ир һәм һәр мөьмин ҡатын өсөн берәр сауап яҙылыр.

ШАЙТАН ИШЕКТӘРЕ
Шайтан үҙенә кешене дошман итеп алған саҡта уның ҡайһы ере иң мөһим урын икәнен, әлбиттә, белеп торған. Шуға ла ул инде меңйыллыҡтар буйына кешеләрҙең тап йөрәктәренә һунар ойоштороу менән мәшғүл. Йөрәк – ул кешенең рухи ҡәлғәһе. Һәм әгәр ул ҡәлғәнең ишектәре ныҡлап ябылмаған икән, шайтан уны еңел генә яулай аласаҡ. Шайтандың йөрәккә инә торған ишектәре бик күп төрлө.
1) Иң беренсе ишек – ул асыуланыу. Әгәр кеше асыуланһа, уның аҡылы томалана, ул инде ни эшләгәнен үҙе лә аңламаҫҡа мөмкин. Аҙаҡ, һыуынғас, аңлар, әммә инде һуң булыуы ихтимал. Асыуланған кешене «енләнгән» тиҙәр, русса ла шулай – «взбесился». Йәғни, ундай кешенең йөрәгенә ен (шайтан) инеп ултырған. Һәм бала нисек ҡурсаҡ менән уйнай, шайтан да ул кешене нисек теләй, шулай ҡыландырырға тотона. Ошо ваҡытта шайтан уны төрлө гонаһтарға бик еңел этәрә: ирешергә, һуғышырға, ҡатыны менән айырылышырға һәм башҡаһына.
Бер ваҡыт ике кеше ирешеп китә. Береһенең бите ҡыҙарып, муйынындағы тамырҙары ҡабарып сыға. Быны күргән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: «Мин шундай һүҙҙәр беләм – әгәр был кеше уларҙы әйтһә, тынысланыр ине. Ул һүҙҙәр: «Әғүүҙү би-Лләәһи минә-шшәйтаани-
рраджиим» («Ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйынам»), - ти. Һәм теге кешегә: «Ләғнәтле шайтандан Аллаһҡа һыйын», - тиҙәр» (Бохари, Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
2) Икенсе ишек – байлыҡ яратыу. «Байығыуҙа ярышыу һеҙҙе әүрәтә (диндән ситкә йүнәлдерә)», - тигән Аллаһ Тәғәлә (Ҡөрьән, «Байығыуҙа ярышыу» сүрәһе, 102:1). Йөрәгенә мал-мөлкәткә ҡарата ҡыҙығыу үтеп ингән кеше ғибәҙәт ҡылыуға, динен өйрәнеүгә, иманын нығытыуға иғтибар бирмәй башлай, бөтә уйлағаны: «Донъямды бөтәйтер кәрәк, аҡса йыйыр кәрәк», һәм башҡаһы. Әйтәйек, ул бер йыл тирәһе инде Ҡөрьәнде асып ҡарағаны ла юҡ, уның урынына бизнес һәм карьера буйынса китаптар уҡыуҙы өҫтөнөрәк күрә, ул өҫтәмә ураҙалар тотмай, сөнки хужалығымды йүнләп ҡарай алмаҫмын, тип ҡурҡа.
«Әгәр әҙәм балаһына бер ялан алтын бирелһә, ул тағы бер ялан алтын булыуын теләр ине. Әгәр уға ике ялан алтын бирелһә, ул өсөнсөһөн теләр ине. Кешенең ҡорһағын тупраҡтан башҡа бер нәмә лә туйҙыра алмаҫ», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
3) Өсөнсө ишек – ул күп итеп ашау. «Ашағыҙ-эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. Ысынлап, Аллаһ исраф ҡылыусыларҙы яратмай!» - ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Кәртәләр» сүрәһе, 7:31).
«Кешенең бер ҡасан да үҙенең ашҡаҙанынан да яманыраҡ башҡа һауыт тултырғаны юҡ. Әммә әгәр быны эшләргә тура килә икән, ул саҡта өстән бер өлөшө – аҙыҡ, өстән бер өлөшө – һыу һәм өстән бер өлөшө һауа өсөн булһын», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Тирмиҙи йыйынтығынан, сахих хәҙис).
Кеше күп итеп ашаһа, нимә була? Уның шунда уҡ төрлө харам нәмәләргә аппетиты асыла: ул музыка тыңлау, файҙаһыҙ фильмдар ҡарау булһынмы, гонаһлы енси теләктәрҙең ҡуҙғып китеүе булһынмы, ул намаҙ ҡалдырыу йә намаҙҙы ялҡауланып ҡына уҡыу булһынмы, һәм башҡаһы. Күп ашаған кешенең ҡан тамырҙары киңәйә, һәм шайтанға уның тәне буйлап йөрөүе еңел була башлай.
4) Дүртенсе ишек – ашығыу. «Ашығыу – шайтандан, тыныслыҡ – Аллаһтан», - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ (Тирмиҙи, Бәйһәҡи йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис).
Бөгөн берәй мосолманға: «Һинең турала шулай тип һөйләйҙәр», - тип берәй хәбәр килеп етһә, ул шунда уҡ: «Нимә?! Кем әйтте? Ҡайҙа ул?» - тип пыр туҙына башлай. Шул саҡта уны шайтан төрлө яман уйҙарға һәм боҙоҡ эштәргә еңел генә этәреп ебәрә ала. Ә бит дин беҙгә тыныс булырға өйрәтә. Ул хәбәр һиңә дөрөҫ килеп еткәнме, уны ысынлап та шул кеше әйткәнме, әйткән саҡта нимә уйлап әйткән, бәлки икенсе мәғәнәлә әйтергә теләгәндер – иң тәүҙә шулар хаҡында фекерләп, бер аҙ туҡтап тороу тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Шулай уҡ, ҡай бер кешеләр тиҙ-тиҙ генә бер эшкә тотоноп, уны ҡабаланып эшләп, төҙөйһө урынға емереп, шунан тағы тиҙ генә икенсе бер уйға килеп, ахыр сиктә икенсе кешенең төҙөп ултыртҡан нәмәһен дә емереп, аҙаҡ үҙен дә, бүтәндәрҙе лә үкенескә һәм ҡайғыға ғына һалыусан. «Ашыҡҡан ашҡа бешкән», «Ашыҡҡандан аҡыл һорамайҙар», тиҙәр был турала халыҡта ла.
5) Бишенсе ишек – фәҡирлектән ҡурҡыу. Күптәр, әгәр Аллаһ юлында аҡса сарыф итһәм, байлығым кәмер һәм ярлылыҡ килер, тип ҡурҡа. Бындай төшөнсәләр – шайтандан. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, киреһенсә, көн һайын иртән, Аллаһ ҡолдары уянғанда, күктән ике фәрештә төшөп, береһе: «Йә Аллаһ, үҙенең малын Аллаһ юлында тотоноусыға уны кире ҡайтар!» - тип, ә икенсеһе: «Йә Аллаһ, һаранды һәләк ит!» - тип доға ҡылып тора (Бохари, Мөслим, Әхмәд йыйынтыҡтарынан). Шуға күрә, әгәр кемдер Аллаһ ризалығы өсөн тип мал-мөлкәт сарыф итһә (фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн, ә дан тип тә, кеше күрһен тип тә, үҙем ҡәнәғәт булайым, тип тә түгел!), ул саҡта Аллаһ Тәғәлә уға был сарыф иткәнен тулыһынса кире ҡайтарасаҡ, хатта арттырып бирәсәк, иншәәАллаһ.
«Шайтан һеҙҙе фәҡирлек менән ҡурҡыта һәм боҙоҡлоҡҡа этәрә», - тип иҫкәрткән Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:268). Шайтан кешегә нимә ти? Һин һаҡсыл, экономлы булырға тейешһең, аҡсаңды әрәм-шәрәм итмә, киләсәгең тураһында уйла, тип вәсвәсәләр ташлай. Һәм йәһил кешеләр хатта ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә вузға инеүҙәренә тип меңләп-меңләп аҡса йыя, ә Аллаһ юлында иһә 100 һум саҙаҡа биреүҙе лә күп күрә, байлығым кәмер, тип ҡурҡа. Һаран булмағыҙ, ниғмәт – Аллаһтан, һәм кемгә – бай, ә кемгә ярлы булырға икәнен дә фәҡәт Ул ғына хәл итә!