Статистика ВК сообщества ""ТАМАША" журналы"

0+
«Тамаша»һыҙ өй – һандуғасһыҙ урман!💚

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

🔥ШӘП йырлай егет❗

🎶 Йырҙы башҡарыусыһы һәм авторҙары тураһында кем нимә белә❓

434 306 ER 25.8507
🤲 🤲 🤲
Күрмәгәнгә күҙ бир,
Телһеҙенә һүҙ бир.
Хисһеҙенә хис бир,
Сабыр итер көс бир.

Бәхетһеҙгә – бәхет,
Дан һөйгәнгә тәхет.
Сирлеһенә – дауа –
Ҡөҙөрәтле һауа.

Ас булғанға – туҡлыҡ,
Бөтөрмәһен юҡлыҡ.
Яңғыҙҙарға парын,
Фәҡиренә барын.

Балаһыҙға бала бир,
Итәгенә һала бир.
Олоһона ҡәҙер
Булып торһон әҙер.

Көсһөҙөнә көсөн,
Күтәралһын өсөн.
Изгеһенә сауап,
Беләм, булыр яуап.

Мин дә ниәт итеп,
Тыйылғандан китеп,
Өмөтләнеп һинән,
Ураҙаға инәм.

Миләүшә Ҡаһарманова.

165 157 ER 14.1103
🌱🌷Баҡсағыҙ ишелеп уңһын тиһәгеҙ ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, әүкәйҙәр🌻

- барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);
- 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Һәм, әлбиттә, ер бил бөккәнде ярата! 🛠

1410 9 ER 22.0629
🌞Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде асһаң, йортҡа бәрәкәт килер.
💚 Бисмиллалап, һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
💚 Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
💚 Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
💚 Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
💚 Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
💚 Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
💚 Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
💚 Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
💚 Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
💚 Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
💚 Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
💚 Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.
💚 Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
💚 Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ - ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.
💚 Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
💚 Үҙегеҙ йоҡлаған простыняла ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.
💚 Ирегеҙ биш бармаҡтың берәүендәй генә һеҙҙең эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр.
З. Салауат

739 20 ER 20.8726
ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА

💚 1. Ултырғыс һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кем ултырып доға ҡылһа ла, сауабы һиңә булыр.

💚 2. Берәй һауыт йә стакан менән тәҙрә төбөнә һыу ҡуй. Ҡоштар килеп һыу эсер, сауабы һиңә булыр.

💚 3. Бүлмәңә ҡумта ҡуй. Гонаһ ҡылған һайын шунда күпмелер аҡса һалып бар. Һуңынан шул аҡсаларҙы саҙаҡа итеп бир, сауабы һиңә булыр.

💚 4. Өйгә ингән һәм сыҡҡан ергә доға яҙып эл. Уны кем уҡыһа ла, сауабы һиңә булыр.

💚 5.Ҡөрьән һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кемдер бер хәрефен уҡыһа ла (ә бер хәрефкә сауап 10 тапҡырға арта), сауабы һиңә булыр.

💚 6. Моңһоуланған мосолманды йылмайырға мәжбүр ит, сауабы һиңә булыр.

💚 7. Үҙеңде рәнйеткән кешеләрҙең барыһын да ғәфү итмәйсә йоҡларға ятма. Ғәфү итһәң, сауабы һиңә булыр.

518 88 ER 14.6496
Ғәжәп хәл, шулай бит❓

🕊 Был ғаилә өс йыл элек ғәзиз улын юғалтҡан. Әммә шуныһы ғәжәп, өс йыл рәттән уның рухына бағышлап уҡытҡан аят ашы мәлендә йортҡа аҡ күгәрсен осоп инеп, әсәнең башына ҡуна икән.

217 41 ER 10.8206
Аҡыл гәүһәрҙәре💯

1. Киткән кешене тотҡарлама, килеүсене ҡыума
2. Түшәктә ятҡан килеш бер кем дә абынып йығылмай
3. Тиҙ – тимәк, яй, әммә тәнәфесһеҙ
4. Иҫәүән һәм аңһыҙҙарға юл бир
5. Яман бәндәнең дуҫы булыуҙан яҡшы кешенең дошманы булыуың артыҡ
6. Ғәҙәти кешеләрҙән тыш бөйөктәр яралмай
7. Юғарыға күтәрелергә бик ныҡ теләгән кеше баҫҡыс уйлап табасаҡ
8. Ир менән ҡатын ҡул менән күҙ һымаҡ булырға тейеш: ҡул ауыртҡан саҡта – күҙҙәр илай, илағанда – ҡул күҙҙең йәштәрен һөртә
9. Ҡояш хаҡлыларҙы ла, хаҡһыҙҙарҙы ла белмәй. Ҡояш кемделер йылытам тип балҡымай. Үҙен тапҡан кеше ҡояшҡа тиң.
10. Алыҫ юл да яҡындағыһынан башлана
11. Ҡылыс ғүмереңдә бер тапҡыр ғына кәрәкһә лә, уны һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөү яҡшы
12. Матур сәсәкәләр яҡшы емеш бирмәй
13. Ҡайғыны йыртыҡ күлдәк кеүек өйҙә ҡалдырырға кәрәк
14. Мөхәббәт бар саҡта сәсәктән яралған йәрәхәт тә яңаҡтағы соҡорҙар кеүек матур
15. Бер изге һүҙ өс ҡышҡы айҙы йылыта ала
16. Мәсьәләне хәл итергә мөмкин булһа, ул саҡта хафаланыу кәрәкмәй, хәл итеп булмаһа, хафаланыуҙан файҙа юҡ
17. Ботаҡ һүрәте төшөргәндә, ел тынын ишетрегә кәрәк
18. Кемдәлер шикләнерҙән алда ете тапҡыр тикшереп ҡара
19. Булдыра алғаныңды эшлә лә, ҡалғанын яҙмышҡа тапшыр
20. Артыҡ дөрөҫлөк ахмаҡлыҡ менән сиктәш
21. Көлөү тауышы ишетелгән йортҡа бәхет килә
22. Япраҡтың батыуы, таштың ағыуы мөмкин
23. Йылмайған йөҙгә уҡ атмайҙар
24. Һалҡын сәй менән һалҡын дөгөгә түҙергә була, әммә һалҡын ҡараш менән һалҡын һүҙгә түҙеп булмай
25. Уйлағас – ҡарар ҡабул ит, ҡарар ҡабул иткәс – уйлама
26. Белмәгәнде һорағанда бер минутҡа ғына оят, белмәгәндә – ғүмерлеккә
27. Камил көршәк бер ваҡытта ла алама оҫтаның ҡулынан төшмәгән
28. Әҙ генә бөгөлөүҙән ҡурҡма, нығыраҡ турайырһың
29. Тәрән йылғалар тын аға
30. Үҙ теләгең буйынса юлға сыҡһаң, меңәр саҡрымдар ҙа тәүгеһе һымаҡ тойолор.

457 41 ER 11.7155
🎶 Белорет районы Абҙаҡ ауылы ҡыҙы Зилә яратҡан йырсыбыҙ Айҙар Ғәлимовтың тормош иптәше. Ә һеҙ уның да иҫ киткес матур йырлағанын белә инегеҙме?

66 57 ER 8.4552
💚...Уларҙы караоке дуҫлаштыра...🎶🎙🎼
Йомшаҡ, наҙлы тауышлы Йәнбикә менән Илшаттың ҙур илебеҙҙең ике яҡ тарафында йырлап башҡарған дуэттары йыр-моң һөйгән бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
[id452056013|Ильшат] тыуған ере Татарстанда, ә башҡорт ҡыҙы Йәнбикә ([id170380537|Янбика] ) Төмән өлкәһендә йәшәй һәм эшләй.
🎼 Улар тиҙ арала интернет киңлектәренең халыҡсан ✨ЙОНДОҘҙарына✨ әүерелде.

285 84 ER 9.7549
🤲 Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:

🔹Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин🔹

Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

495 56 ER 11.3026