Статистика ВК сообщества "БИРЕШМӘ | ЫШАН"

0+
"Тамыр" телеканалында өр-яңы проект!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Шаян, отҡор егетебеҙ- [id98392397|Данирҙың] бөгөн Тыуған көнө!🥳 Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һине! 🎁 🎉🎈

Иң-иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Бер ҡасан да бирешмәй тик алға атла!💪🏻🍀

#БИРЕШМӘ

5 2 ER 2.6477
🎬 Бына инде ике көн Архангель районы Тәүәкәс ауылында [club48589305|ТАМЫР] телеканалы өр-яңы "ЫШАН" мистик сериалы өҫтөндә эш алып бара! Ижади төркөмдөң планы ҙур! Алда нисәмә сәхнә, нисәмә яңы локация, актерҙар...

💫 Беҙҙең төркөмдә кадрҙан ситтә ҡалған иң ҡыҙыҡлы мәлдәр! Беҙҙең менән булығыҙ!

#Ышан #ТАМЫР

10 3 ER 1.8008
‼️Иғтибар! «Ышан» сериалының ҺУҢҒЫ 7 серияһы 9 ғинуар 20:00 башлана БСТ каналында!

Төп геройҙар менән танышыу дауам итә!

▪️ [id215382848|Зөлфиә Байбулатова]
▪️БДУның журналистика факультетында уҡый
▪️Сериалда ете Йондоҙҙоң береһен уйнай. Көсө - ток ⚡

— Буш ваҡытымда китап уҡырға, милли биҙәүестәр эшләү менән булышырға һәм яҡын дуҫтарым менән осрашырға яратам.

🟥 Сериалдағы ролең менән таныштыр. Оҡшашһығыҙмы?
— «ЫШАН» сериалында мин күктән төшкән Ете ҡыҙҙың береһен уйнайым. Халҡыбыҙ ҡаянан ташланған ете ҡыҙҙы батыр, көслө рухлы, тип белә - сериалда ла ошо яҡтары күрһәтелә. Улар дөрөҫлөк һәм яҡшылыҡ өсөн көрәшә. Сериалдағы ҡыҙ менән оҡшашлығымды күрәм. Мин дә халҡым өсөн янып тороусан, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙермен, миңә кешеләрҙең шатлығын да ҡайғыһын да берҙәй уртаҡлашыу хас. Геройым «Барыһы ла яҡшы буласаҡ» - ти, мин дә уның менән фекерҙәшмен.

🟥 Нимәгә ышанырға кәрәк?
— Сериалдағы йондоҙ-ҡыҙҙар кеүек
яҡты киләсәккә ышанырға кәрәк.
«Халҡыбыҙ, телебеҙ йәшәйәсәк!» - шуға ышанырға һәм уның өсөн ҡулыңдан килгәнсә булышлыҡ итер кәрәк!
____________________________
Ph: [id782543|@aibulat]

#тамыр #ышан #бирешмэ #бирешмә #сериал #мистика #етеҠыҙ #легенда #башкортостан #башҡортостан

6 21 ER 1.5603
🟥 «ЫШАН» сериалын ҡарарға онотма! Репост яһа! Юғалтма!

#Ышан #Тамыр #Бст

15 0 ER 1.2962
✨ Сериалды көтәһеңме? Бөгөн, 3-сө ғинуар, 20:30 БСТ каналында! Ә 22:00 ТАМЫРҙа!

Ә был:

▫️ Рөстәм Рәфғетдинов
▫️ 48-се Башҡорт лицейында уҡый
▫️Сериалда Илгиз исемле үҫмерҙе уйнай

— Буш ваҡытта мин музыка яҙам , диджеинг менән шөғөлләнәм.

🟥 Героиняң менән таныштыр!
— «Ышан» сериалында мин Илгизде уйнайым. Беҙ геройым менән бөтөнләй оҡшамағанбыҙ. Уны мәктәбендә гел туҡмайҙар...

🟥 Нимәгә ышанырға кәрәк?
— Минеңсә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осрамаһа ла, гел тик үҙеңә ышанырға кәрәк! Шул ваҡытта ғына барыһы ла килеп сығасаҡ!

Ph: [id782543|@aibulat]

#тамыр #ышан #бст #башкортостан #башҡортостан #Өфө #Уфа

6 8 ER 1.1719
✨ «ЫШАН» сериалы тиҙҙән эфирға сыға! Төп геройҙар менән һеҙҙе таныштыра башлайыҡ!

▪️ [id234001262|Гәлсәр Байғусҡарова]
▪️Гнесин исемендәге музыка академияһында уҡый
▪️Сериалда ете ҡыҙҙың иң уйсанын уйнай

«Буш ваҡытым һирәк була. Һәр саҡ ниҙер ижад итәм. Музыка тыңларға яратам, әлбиттә! Һәм кино ҡарарға! Китап уҡырға», - ти ул.

🟥 Сериалдағы ролең менән таныштыр. Геройың менән оҡшашһығыҙмы?
— «Ышан» сериалында Руфинаның Йондоҙон уйнайым. Образымдың ҡайһы бер сифаттары минекенә оҡшаш кеүек. Тик Йондоҙом хәтле үк аҡыллы түгелмен тип уйлайым)))

🟥 «ЫШАН» съёмкалары нимәһе менән иҫеңдә ҡалды?
— Минең тәжрибәмдә был иң ҡыйын съемкалар булды🥲 Артығын һөйләп тормайым

🟥 Нимәгә ышанырға кәрәк?
— Үҙеңә ышанырға, үҙ көсөңә, үҙ хыялыңа! Бәхеткә ышаныр кәрәк! Бәхеткә ышанһаң - бәхетле булаһың, ышанмаһаң... Аңланың, эвет?)) Серле әйтмешләй)))
____________________________
Ph: [id782543|@aibulat]

#тамыр #ышан #бирешмэ #бирешмә #сериал #мистика #етеҠыҙ #легенда #башкортостан #башҡортостан

2 0 ER 0.8596
🔥Аҡса отҡоң киләме? БИШ МЕҢ ҺУМ!

Бының өсөн Инстаграмға инеп «Ышаныу ни өсөн кәрәк?» тигән һорауға яуап бир! Әлбиттә, сторисыңа һал! Беҙҙе билдәләргә онотма! [club128295139|@yshan_bireshma] !

🔺Еңеүсене 10 ғинуар, сериалдың исем туйында билдәләрбеҙ! Әлбиттә, байрамға саҡырабыҙ! Бүләкләйбеҙ!

🔺БЫЛ МӨМКИНСЕЛЕКТЕ ҠУЛЫҢДАН ЫСҠЫНДЫРМА, ДУҪ! Беҙ һиңә ЫШАНабыҙ!

P.S. 9 ғинуарға тиклем ҡабул итәбеҙ! Йәһәтерәк! Өлгөр!

#Тамыр #бст #Бәйге

10 6 ER 1.0653
💥[id240320453|Тимур Сәғитов] быйыл "ИЖАД ИТ!" номинацияһының махсус призына эйә булды!

"Мин бик шатмын "Бирешмә" проектында ҡатнашыуыма. Унда яҡшы кешеләр менән таныштым, билдәле шәхестәр эргәһендә булыу миңә яңы көс, дәрт өҫтәне. Минең уйлауымса, тура эфир тантаналы һәм ҡыҙыҡлы үтте. Барлыҡ ойоштороусыларға , әсәйемә, атайыма ғаиләмә ҙур рәхмәт . Рәхмәт остазым һәм ҡурайсы Абдуллин Динар Уразай улына , башҡорт теле уҡытыусыһы Биҡҡолова Гөлназ Кәбир ҡыҙына. Барыһына ла рәхмәтем ҙур. Мин был донъяла бер ҡасан да бирешмәм!!!"-тип яҙа ул!

🥳 Афарин, Тимур! Уңыштар һиңә!

#Бирешмә2021 #Бирешмә #ТАМЫР

3 0 ER 0.8241
🎄🎅🏻 Яңы йылға тиклем һанаулы көндәр ҡалды! Беҙгә смайликтар комментарийҙарға ебәрегеҙ!

⭐️ «Ышан» сериалы менән танышыуҙы дауам итәбеҙ!

▪️[id254920831|Гөлсөм Фазлаева]
▪️М. Аҡмулла ис. БДПУла уҡый
▪️Сериалда Руфина исемле үҫмер ролен yйнай

«Мин ныҡ итеп ҡоймаҡ яратам! Буш ваҡытымда гел бешеренәм.»

🟥 Үҙеңдең ролең менән таныштырып кит!
— Мин Руфина исемле ҡыҙҙы уйнайым. Уның тормошонда күп ауырлыҡтар осрай. Барыһы өсөн дә ул көслө, алсаҡ ҡыҙ. Тик шул уҡ ваҡытта рәнйеп бара. Гел алдаҡ тормошта йәшәй. Бер ваҡыт хатта ныҡ насар уйҙарға килә...

🟥 Нимәгә ышанырға кәрәк?
— Яҡшылыҡҡа ышаныр кәрәк! Һәм һоро ямғырҙан һуң гел төҫлө йәйғор сыға, икәнен иҫләргә!
____________________________
Ph: [id782543|@aibulat]

#тамыр #ышан #бирешмэ #бирешмә #сериал #мистика #етеҠыҙ #легенда #башкортостан #башҡортостан

6 3 ER 0.8596
✨ «ЫШАН» төп геройҙар менән танышыуҙы дауам итәбеҙ!

Бөгөн 2-серия! 20:30 БСТла, 22:00 ТАМЫР каналында!

▪️ [id84044049|Гөлгөнә Баһауетдинова ]
▪️М.Аҡмулла исемендәге БДПУла уҡый
▪️Сериалда ете ҡыҙҙың иң көслөһөн уйнай

— Үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға яратам! Спортты ла үҙләштерәм! Шуға ла миңә ошо роль эләккәндер ул!

🟥 Сериалдағы ролең менән таныштыр. Геройың менән оҡшашһығыҙмы?
— «ЫШАН» сериалында Ильгиз тигән егеттең Йондоҙомон. Һәләтем - көс. Ҡалғанын сериалда күрерһегеҙ)) Оҡшашбыҙ тип, әлләсе.. Саҡ ҡына барҙыр ул.

🟥 «ЫШАН» съёмкалары нимәһе менән иҫеңдә ҡалды?
— Мәктәптә төшкән сәхнәләр иҫемдә. Ҡояш байыған мәлдә төшөрөп өлгөрөргә кәрәк ине. Һүҙҙәр күп. «Бер нисә дубль бер үк әйтергә кәрәк», - тине режиссёр апай. Беҙ төшөргәнсе ҡояш китә лә бара, китә лә бара)) Саҡ тотоп алдыҡ😄

🟥 Нимәгә ышанырға кәрәк?
— Минеңсә, кешегә ышанған кешеләр булғанда, шул саҡ ҡына кеше үҙенә ышана. Шуға ла һәр кемдең дә шундай дуҫтары, яҡындары булһын ине!
____________________________
Ph: [id782543|@aibulat]

#тамыр #ышан #бирешмэ #бирешмә #сериал #мистика #етеҠыҙ #легенда #башкортостан #башҡортостан @just_gena_

0 3 ER 0.7457