Статистика ВК сообщества ""Таң" гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары"

0+
Бөрйән районының ижтимағи-сәйәси гәзите

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

#Ҡотлайбыҙ_таң
Бөрйән районы хакимиәте башлығын һәм уның ҙур ғаиләһен ғаилә байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Бөрйән районы хакимиәте башлығы [id151621297|Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манаповтың] 6 балалы матур ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ.
Был матур һәм татыу ғаиләне бөгөнгө байрам менән ҡотлайбыҙ һәм именлек, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.

Ҙур, татыу, рухлы ғаиләлә үҫкән балаларҙың киләсәктә аҡыллы, эшсән һәм илһөйәр булырына ышаныс ҙур.

-Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был көн ғаиләнең йәмғиәттәге ролен баһалап, ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, уның дәрәжәһен күтәреү йәһәтенән булдырылған. Ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Ғаиләләребеҙ татыу һәм ныҡ булғанда дәүләтебеҙ ҙә ныҡ, йәшәү кимәле лә юғары буласаҡ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, рух күтәренкелеге һәм ғаилә бәхете теләйем! Артабан да районыбыҙҙа тыуған илебеҙгә терәк булырлыҡ көслө ғаиләләр һаны артһын, балаларыбыҙ һау-сәләмәт, тәүфиҡле булып үҫһен, һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ һәм ишле булһын! - тип яҙған сәхифәһенә Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

19 74 ER 12.8778
#Афарин_таң
МАЙИКМӘК ӨФӨЛӨ ҠУНАҠ БУЛЫП ҠАЙТҠАН!

Ишеттегеҙме әле, теге ватсап геройы булып танылыу яулаған күрше Темәс ауылы егете Майикмәк (Илсур Ильясов) ҡатыны менән Өфөлә булып ҡайтҡандар. Уларҙың баш ҡалаға сәйәхәтен Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы егете Артур Хисмәтуллин ойошторған.
БСТ каналы журналистары Рәмзиә Кәримова менән Илдар Байбулатов уларҙы ҡунаҡ итеп ҡалырға ла өлгөргән.

-Өфөгә Тинькофф холлға концертҡа саҡырғандар Майикмәкте! Башҡалаға килеүҙе, иҫтәлекле урындар буйлап сәфәрҙе Илдарҙың курсташы Артур Хисмәтуллин ойошторған. Илдарға Салауат Юлаев һәйкәле янынан видеоҡотлау ебәргәндәр ине, беҙ эргәһендә генә йәшәйбеҙ, тип сәйгә саҡырҙыҡ, - тип яҙған сәхифәһендә Рәмзиә.

Бына шулай, Майикмәк-блогер бик сос та булып сыҡты.
Әйткәндәй, уларға өй һалырға ярҙам итеүселәр ҙә табылған. Сибайҙан өйөнә мейес сығарырға кирбес, буласаҡ мунсаһына тимер мейес тә алып барып киткәндәр.

Майикмәк өсөн бик ҡыуанабыҙ. Бына бит, йәшәйем тигән кеше, икенсе төркөм инвалидымын, тип өйҙә пенсияһына ғына ҡарап ятмай, кешегә утын ярып булһа ла аҡса эшләп, донъя төҙөргө ынтыла. Уйланырға, бәғзеләргә фәһем алырға урын бар.
(Фотолар Рәмзиә Кәримованың сәхифәһенән алынды).

75 95 ER 13.2382
Ҡолғана ауылында йәшәүсе Зилара апай Мөлөкова “Т” хәрефенә генә башланған һүҙҙәрҙән хикәйә яҙған. “Буш ваҡытты бушҡа уҙғармай, мейене эшһеҙ ултыртмайым тип, " Т" хәрефенә хикәйә яҙып маташтым "Туған тел" көнөнә ҡарата, тип яҙған баш һүҙендә.
.Әйҙәгеҙ, телһөйәрҙең ижад емешенән “ауыҙ итәйек”!

ТУҒАЙЛЫҠТА
Зилара Мөлөкова.

...Түгелмә тауын түңәрәткән туғайлыҡта төнгө тынлыҡ. Туғай томанға төрөнгән. Тик тал- тирәкле Тулыбайҙың тулҡындары, тай- тулаҡтай тулай- тулай, түбәнгә томоролалар...
Таң тыуа... Томан тарала. Туғай таңғы тауыштарға тула. Тәүҙә таң тишегенән торған таң турғайы:" Тьюить, тьюить! "- тип туйтылданы. " Торрыйҡ! Торрыйҡ! Таң, таң тыуҙы! Таңдан торрыйҡ! "- тип, торналар торҡолданы. 🦩🦩" Туҡ- туҡ, туҡ- туҡ! "- тине тумыртҡа, томшоғон туҡылдата- туҡылдата, тирәкте тишкеләп.
Тал- тирәктәрҙән тыпылдап тәүге таң тамсылары тамды. Таң тамсыларын туйғансы тәмләгән турғайҙар тотондолар туҡтауһыҙ туйтылдарға! Тал- тирәктәр тирбәлделәр таҡмаҡ- тауышҡа. Талдар таҡмаҡланы. Тумарлыҡта тәгәрлектәр тәгәрәнеләр, тартай тартылданы:" Тарт! Тарт! "
Тауҙа, туғайлыҡта, таллыҡта- таңғы тамаша!
🐿Таңдан торған тейен тубырсыҡ тирергә тотонған. Тирәктә тумыртҡа тишкән түңәрәк тишеккә тултырған тәғәме- тубырсыҡтары, тиктомалдан, тупырлашып ,түңгәк төбөндә төшәнгән тайыштабандың тап түбәһенә төштөләр.
🐻Тертелдәгән тайыштабан тау түбәненә тәкмәсләне. Тәнтерәкләй- тәнтерәкләй , тауышлана- тауышлана торҙо тайыштабан . Тауышы тауға, туғайға, таллыҡҡа таралды. 🐴🦄🐴Типһәндә торған тай- тулаҡ та тертләне тайыштабандан. Типһәндән туғайға төштөләр. Туҡтап та тормайса, туҙан туҙҙырып, Тулыбайҙың түбәненә томоролдолар. Тупылдаған тояҡ тауыштары туғайҙы тултырҙы.
🦊Тартайҙымы, төрткөнөмө тотоп, туйғансы тәғәмләнергә темеҫкенгән төлкө, тертелдәп ,тумарлыҡҡа тайшанғайны 🦔 туптай тумырайған терпегә төртөлдө. Тыпырсына- тыпырсына, терпегә төртөлгән томшоғон түңгәккә тызырға тотондо. Түңгәк төбөндә тараж тырылдарға тотондо. 🐝Төлкө, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә типтер, таллыҡҡа табан тоҡойтто. Тайыштабан,🐾 туйтанлай- туйтанлай, туғай төпкөлөнә тайҙы. Терпекәй таңда тыуған🍄 тырҡышҡа табан тәпәйләне.
🐍Туҙбаш таңдан ,тәлмәрйен тәңкәһен
төйәкләгән тәлмәрйенде тотоп, тамаҡ туйҙырмаҡсы. .. 🦅Тик типкер туҙбашҡа ташланды. Туҙбаш типкерҙән тилберерәк: түмһә төбөнә төштө. Төрткөнө тибәм тигәйне, төрткө, төртөнә- төртөнә төпкә тайҙы. Тамам талсыҡҡан типкер тауға тайшанды.🕊🕊Турғайҙар тубына төйлөгән ташланды. Турғайҙар төйлөгәнде туҡманы, туҙҙырҙы. Табышһыҙ тайҙы төйлөгән...
🦋Таңда тыуған тауискүҙ ,тамшана- тамшана ,тәғәмләнергә теләне. Тәмлекәс тамсыларға тулышҡан 🥀тумыртҡабашты тиҙ тапты.Тәмлекәс тамсыны тәмләй- тәмләй, талпынырға тотондо. Тырышып, тырмашып, тумыртҡабашҡа тотоноп, талпынды тауискүҙ. Тормош талпыныуҙарҙан тора, тауискүҙ! Талпын, талпын! 🥀
... Туғайлыҡта таңдан төнгәсә тыпырлаған, туйтылдаған, торҡолдаған, таптырҙаған, тыртылдаған, туптырҙаған, тыпылдаған, тартылдаған, туҡылдаған, таҡылдаған тауыштар тынмай. Тәбиғәтебеҙ тынмаһын!

77 109 ER 10.9986
Яңыраҡ Ишембайҙан яҙҙылар, һин тажзәхмәт менән ауырығас, нисек дауаланғаныңды яҙғайның, тип. Онотҡанмын. Әле бөгөн ВК-лағы диуарымда соҡоноп ултыра торғас, теге яҙмаға юлыҡтым. Бөгөн дә теге сир сигенергә уйламай - бәлки, берәйһенә файҙаһы тейер...

ШИФА - АЛЛАҺ ҺҮҘҘӘРЕНДӘ

Кемгә нисектер, мин Аллаһ һүҙҙәрендә – Ҡөрьәндә һәр сир-зәхмәттән шифа барына мөкиббән китеп ышанам.
Тажзәхмәт сәбәпле күптәрҙе бөгөн нисек шәбәйеү, һауығыу мәсьәләһе борсой. Шылтыратып, яҙып миңә лә мөрәжәғәт итәләр, ниндәй аят-сүрләр ошо сирҙән ярҙам итә , тип һорайҙар.
Мин Ҡөрьән, ғәрәп теле белгесе лә, им-томсо ла түгел, әммә үҙебеҙҙең “Әбделмән” мәсетенә йөрөп ,остаздарыбыҙ Рәсүл хәҙрәт, Гөлнара Иҙей ҡыҙы, Лилиә Муса ҡыҙы, Вәзимә Баязит ҡыҙҙары ҡулында Ҡөрьән аят-сүрәләрен ғәрәпсә һәптеюҡ уҡырға өйрәнгән, әле булһа ғилем эҙләү өҫтөндә булған Аллаһ ҡоло.
Хәҙер ғалимдар ҙа таный – тотош Ҡөрьән дауа, шифа, сөнки ул – Аллаһ һүҙе. Ҡөрьән уҡып күңелгә тыныслыҡ, сирҙәреңә шифа табаһың.
Белоретта ковидгоспиталдә ятҡанда ла, ҡайтҡас та етешәр тапҡыр түбәндә яҙып китәсәк сүрә –аяттарҙы уҡыным. Уҡып торам, түшкә, үпкә тапҡырына һуҡҡылап (массаж эшләп) торам. Тын алыуы еңелләшә. Бер юлы зекер ҙә, Ҡөрьән уҡыу ҙа, массаж да.
Һәр кешегә айырым яҙмаҫ, аңлатмаҫ өсөн ошо үҙем дауаланған осорҙа уҡыған аят-сүрәләрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм: уҡығыҙ, ятлап алығыҙ, Аллаһ тапҡырында нәҡ Уның ярҙамы менән шифа табығыҙ!
Бөгөн күптәр температураһын төшөрә алмай яфа сигә. Был осраҡта “Әл-Әнбиә” (”Пәйғәмбәрҙәр”) сүрәһенең 69-сы аятын уҡыр кәрәк.
“Ҡульнәә йәә нәәру күүнии бәрдәү-үә сәләәмән ғәләә Ибрааһиим”. Тәржемәһе-тәфсире:
Беҙ: “ Эй, ут, Ибраһимға һалҡын һәи иҫәнлек бул!”-тип әйттек.
Был аяттың тарихын Ҡөрьән уҡығандар белә – Нәмрүд батша Ибраһим ғәләйһис-сәләмде яндыртмаҡ булып тәрән соҡор ҡаҙҙыртып, әрҙәнә-әрҙәнә утын әҙерләтеп, пәйғәмбәребеҙҙе шул соҡорға ташлата. Аллаһтың ҡөҙрәте менән Ибраһим ғәләйһис-сәләм уттан имен сыға.
Үпкәнән шифа аяттары ла бар:
Шшәрх (Әл-Инширах) (Ярып асыу) сүрәһе, 94-се сүрә тотошлайы.
Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
1.Әләм нәшрәх ләкә садрак.
2.Үә үәдағнәә ғәнкә үизрак.
3.Әлләҙиии әңҡада ҙаһ-рак.
4.Үә рафағнәә ләкә ҙикрак.
5.Фә иннә мәғәл-ғусри йусраа.
6.Иннә мәғәл-ғусри йусраа.
7.Фәиҙәә фәрағтә фәңсаб.
8.Үә илләә Раббикә фәрғаб.
Тәфсире: Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим
1. Беҙ һинең күкрәгеңде ярып асманыҡмы ни?
2. Һәм һинең йөгөңдө алманыҡмы?
3. Ул һинең арҡаңа ауырлыҡ төшөрә ине бит.
4. Һинең исемеңде күтәрҙек һәм һәр иманлыға уны (һинең исемде) Беҙҙең (Аллаһтың) исеменән һуң әйтеүҙе инандырҙыҡ.
5. Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек килә бит.
6. Ысынлап та, ауырлыҡтан һуң еңеллек бит!
7. Исламға дәғүәт, йыһат эштәренән бушағас, тырышып һәм арымай-талмай Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыл.
8. Һәр хәжәтеңде (кәрәгеңде) һорап Раббыңа йүнәл- доға ҡыл!
Тәфсирҙән күренеүенсә, был сүрәлә Аллаһ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә мөрәжәғәт итә. Тәүге ике аятта күкрәктәге йөк, Аллаһтың уны алыуы, шул йөктән бушандырыуы хаҡында һүҙ бара – шуға үпкәнән, түш ауыртыуҙарынан шифа аяттары булып тора.
Таа-һәә (20-се сүрә) сүрәһенең 25-28-се аяттары ла үпкә сирҙәре, балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда өшкөрөү аяттары булып тора, сөнки уларҙа ла “күкрәгемде киңәйт”, “эшемде еңеләйт” тигән һүҙҙәр бар.
25. Ҡаалә (был һүҙҙе әйтмәй ҡалдырһағыҙ ҙа була, сөнки Муса ғәләйһис-сәләм Раббыһына өндәште, тигән һүҙ)
25. Раббишрах лии садрии.
26. Үә йәссир лии әмрии.
27. Үәхлүл ғуҡдәтәм –мил лисәәнии
28.Йәфҡаһүү ҡаулии.
Тәфсире:
25. Муса үҙ Раббыһынан һораны:” Раббым, күкрәгемде киңәйт,
26. Һәм эшемде еңеләйт,
27.минең телемдәге төйөндө сис:
28. улар минең һүҙемде (послание) аңлаһындар.
Был аяттарҙы балалар (ололар ҙа) тотлоҡҡанда, һөйләшмәгәндә уҡып өшкөрһәң дә файҙалы, сөнки “Минең телемдәге төйөндө сис” тигән һүҙҙәр бар.
Ошо аят-сүрәләрҙе, тәүҙә ниәт итеп, йәғни Аллаһтан үҙеңә, ауырыған кешегә шифа, һаулыҡ һорап, Әғүүҙү билләһи минәш –шәйтанир раджим Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим тип башлап уҡыу кәрәк (1, 3, 7-шәр, хәлдән килһә, 41-әр тапҡыр). Файҙаһы тейә, әгәр Аллаһҡа, уның шифа биреренә ысын ышаныу менән ышанһаң.
А.Ғарифуллина

666 8 ER 15.8954
#Афарин
АЛМАЗ - БӨРЙӘНДЕҢ ИҢ ЙӘШ ФӘН КАНДИДАТЫ!

Һеҙҙе зыялы райондашыбыҙ, йәш ғалим менән таныштырабыҙ. Ул – Яуымбай ауылы егете, техник фәндәр кандидаты Назаров Алмаз Юнир улы.
Алмаз 1995 йылдың 25 ғинуарында Яуымбай ауылында Юнир һәм Хәлиҙә Назаровтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Яуымбайҙа 9-сыны, Байназарҙа урта мәктәп тамамлай.

Ул 2012 йылда Өфө дәүләт авиация-техник университетының машина төҙөү производствоһын конструктор-технологик тәьмин итеү бүлегенә уҡырға инә. 2016 йылда бакалавр дипломы ала һәм уҡыуын артабан дауам итеп, 2018 йылда магистратура тамамлай.

2019 йылдың декабрендә техник фәндәр кандидатлығына диссертация яҡлай. Йүнәлеше – “Порошоклы металлургия һәм композицион материалдар”. Тырыш егет 2016 йылдан белеме буйынса эшләп тә йөрөй. Ағымдағы йылдың сентябренә тиклем “Авиация технологиялары технопаркы фәнни-производство ассоциацияһы”ның ион-плазма технологияһы бүлегендә инженер-технолог булған.

2021 йылдың сентябренән Өфө дәүләт авиация-техник университетының авиация технологиялары һәм материалдары институтының машина төҙөү технологиялары кафедраһында студенттарҙың “Көс машиналары” конструкторлыҡ бюроһы етәксеһе вазифаһын башҡара.

26 йәшлек кенә егеттең өлгәшкән уңыштары һоҡландыра ла, ғорурландыра ла. Афарин, Бөрйән егете!
(Яуымбай ауыл мәҙәниәт йорто сәхифәһендәге мәғлүмәттәр һәм фотолар файҙаланылды).

29 84 ER 8.6838
Рәхмәт һеҙгә, изге күңелле кешеләр...

...Ҡояшлы йәйге матур көн минут эсендә беҙҙең өсөн дөм ҡараңғыға әйләнде - беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, Украинала барған махсус операция ваҡытында ҡәҙерле улыбыҙ, өлкән лейтенант Сөләймәнов Ғәлинур Нурғәле улы һәләк булып ҡалды.

Ошондай оло ҡайғы менән яңғыҙ ҡалһаҡ, ни эшләр инек?.. Ярай әле, изге күңелле кешеләр бар... Ауыр ваҡытта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, һәр яҡтан терәк булырға тырышҡан изге күңелле кешеләргә: ауылдаштарға, күрше-күләнгә, туғандарға, ҡырҙан килеп еткән туғандарға, район, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, дауахана хеҙмәткәрҙәренә, полиция бүлексәһе, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының райондағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә, “Мәсем” клубы, Яңы Мөсәт мәктәбе коллективтарына, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға,

Ғәлинурҙың һәм үҙебеҙҙең класташтарға – ғөмүмән, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ҡәҙерлебеҙҙе оҙатышырға килгән, килмәһә лә, күңеле менән беҙҙең янда булған кешеләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Бала ҡайғыһынан да ауыр ҡайғы юҡтыр... Киләсәктә беребеҙгә лә бындай ҡайғыларҙы күрергә яҙмаһын. Раббыбыҙ барыбыҙға ла именлек, сәләмәтлек, рух ныҡлығы насип итһен.

Ғәлинурыбыҙ 11-се класты тамамлағандан һуң Санкт-Петербург ҡалаһындағы Михайлов исемендәге хәрби-артиллерия академияһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлағас, Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында хеҙмәт юлын башлағайны. Киң күңелле, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле ҡәҙерлебеҙ хеҙмәттәштәре араһында ла хөрмәтле булды.
Украинала барған хәрби операцияның тәүге көнөнән үк ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәне, вәғәҙәһенә тоғро ҡалды.
Ғәлинурыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙ ҙа алсаҡ йөҙлө, кеше менән тиҙ аралашып китеүсән, ярҙамсыл итеп белә.

Өйләнеп, Шамил исемле улын һөйөргә лә өлгөргәйне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙы Сафияны күрергә насип булманы – атаһы үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс, 1 августа ғына донъяға килде бәләкәсебеҙ.
Күҙ ҡарабыҙ Ғәлинурыбыҙҙың һуңғы урынын фирҙәүес йәннәттәре итһен Раббыбыҙ. Ятҡан урыны тыныс булһын.
Һин беҙҙең күңелебеҙ түрендә, ҡәҙерлебеҙ...
Ата-әсәһе, туғандары.

11 118 ER 6.9853
#Шиғриәт_донъяһы_таң
БИРЕШМӘ ҺИН БЕР ҠАСАН ДА,
САБЫР БУЛА БЕЛ БЕРҮК...

Күптән түгел интернет селтәрендә Байназар егете Алмас Юлъяҡшиндың ике шиғырына тап булғас, бик ҡыуанып киттем. Алмастың күңелендә фекер бар! Яҡтылыҡҡа ынтылыш бар!

Ҡәләмеңде ташлама, Алмас! Йөрөгән тыш шымара. Ижад йәшәүгә дәрт, мәғәнә бирә, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, көслө булырға өйрәтә.

Март айында Бөрйәндә үткән “Ижади майҙан” республика сараһының “Әҙәбиәт” секцияһында БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев бөгөн әҙәбиәткә йәштәрҙең килмәүе хаҡында әсенеп һөйләгәйне. Ысынлап та, компьютер, текә телефондар киң таралыу менән кешегә уйларға, фекер йөрөтөргә ваҡыт ҡалмай башлаған һымаҡ… Барыһы ла интернетта… Уйлап торорға ла түгел.

Ләкин күңелгә Хоҙай тарафынан һалынған ижад осҡоно асфальт тишеп сыҡҡан гөл кеүек бит ул – барыбер һине яҙырға мәжбүр итә…
Алмас Барый улы Юлъяҡшиндың шиғырҙарын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Алмасҡа ижади уңыштар насип итһен Хоҙай!

Айҙама

Ауылымдың уртаһынан
Үткән кәкере урам.
Кемдер инде ул урамды
"Көйәнтә" тип тә ҡуйған.

Ошо урамда тормошом
Иҫтәлек менән тулған.
Нисек кенә әйтһәләр ҙә,
"Айҙама" булып ҡалған.

Бала саҡта иртә таңдан
Ҡояш байып киткәнсе,
Йөрөр инек туп тибешеп
Арып-талып бөткәнсе.

Тирә-яҡтан уратҡандар
Мине яҡын дуҫтарым.
Бәләкәстән бергә булдыҡ,
Айырманы йылдарым.

Хәҙер инде барыбыҙ ҙа
Зурайышып бөткәнбеҙ.
Баласаҡ хәтирәләрен
Бергәләшеп иҫләйбеҙ.

Кисен үтәм шул урамдан,
Талғын музыка тыңлап,
Бер тынала үтеп киткән
Бала сағымды уйлап.

Алла бирһә, улым тыуыр,
Бәхет-шатлыҡҡа сорнап.
Уны етәкләп үтермен,
Йәмле Айҙама буйлап…
*

Бирешмә.
Тормош йыҡһа, йыға һуға,
Йәлләмәй һис бер кемде.
Бирешмә, сабыр була бел,
Ҡурсала үҙ-үҙеңде.

Табыла бит шул саҡтарҙа
Ҡәнәғәт ҡалыусылар.
Йығылды, тормаҫ башҡа, тип,
Ҡырын күҙ һалыусылар.

Шул ваҡытта асыҡлана
"Ысын", "тоғро" дуҫтарың,
Йығылғанда һинең өсөн
Һуҙмаҫ ярҙам ҡулдарын.

Һыҙланып күпме үткәрҙең
Йоҡоһоҙ төндәреңде?
Күҙ йәшеңде күпме түктең
Еүешләп мендәреңде?

Етәр, булды! Ваҡыт үтә!
Алға ынтылыр кәрәк.
Түгелгән күҙ йәштәреңдең
Файҙаһы булыр һирәк.

Бирешмә һин бер ҡасан да,
Сабыр була белә бер үк,
Бер йығылған абынмаҫ, тип
Йырҙа йырланған кеүек.
Бирешмә!

22 79 ER 7.0285
Иманҡәҙеркисе
ҠӘҘЕР КИСЕН ҠАСАН КӨТӨРГӘ?

27 апрелдән 28-енә ҡарай төндә Ҡәҙер кисе – Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәтте пәйғәмбәр итеп һайлаған кис. Был кистә эшләнгән изгелек мең ай эсендә ҡылынған изгелектәргә ҡарағанда хәйерлерәк. Ҡәҙер кисәһендә гөнаһтар ғәфү ителә, доға ҡылыусыларҙың доғалары ҡабул ителә.

Хәйер, йылдың иң мөһим кисе ҡайһы көндә булыуы аныҡ ҡына билгеле лә түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с.: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун таҡ көнөндә эҙләгеҙ», — тине.

Был төндә Аллаһтың мәрхәмәте һәм бәрәкәте менән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ фәрештәләр ергә төшә. "Был төндә ерҙәге фәрештәләрҙең һаны ваҡ ҡом-таштар һанына ҡарағанда ла күберәк буласаҡ", — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (хәсән хәҙис).

✅ Был төндә киләһе йылда нимәләр буласағы һәм һәр кешенең бер йыллыҡ бәхете, ризығы, ғүмере тәҡдир ҡылына. Кем ошо төндө ихласлыҡ менән ғибәҙәттә үткәрә, шуның үткән һәм киләсәкке гонаһтары ғәфү ителер.

✅ Был төн бер үҙе мең айға ҡарағанда ла хәйерлерәк. Йәғни, ошо төндә уҡылған, әйтәйек, ике рәкәғәтлек намаҙ мең ай — йәки 83 йыл — буйы уҡылған ике рәкәғәтлек намаҙҙарға ҡарағанда сауаплыраҡ буласаҡ, ин шәә Аллаһ.

✅ Был төндө һәр ихлас мосолман үҙ күңеле менән һиҙер. Кемдәрҙер, бәлки, төшөндә лә уға ишара күрер. Бүтән ваҡытта булмағанса тыныслыҡ, бәхет, иман тойғолары кисерер. Ғибәҙәттәрендә быға тиклем булмағанса ләззәт табыр.

✅ Был төн — именлек һәм һиллек төнө. Ел дә, әгәр булһа, талғын ғына иҫер, күк йөҙө лә яҡты, асыҡ булыр. Һауа ныҡ эҫе лә, ныҡ һалҡын да булмаҫ. Ул төндөң иртәгеһенә ҡояш офоҡтан ап-аҡ, түп-түңәрәк булып, ай кеүек нурһыҙ-ниһеҙ килеп сығыр.

✅ Кем ошо төндө тап итә, "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни", — тигән доғаны уҡыһын. Мәғәнәһе: "Йә Аллаһ, Һин — Ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!" (сахих хәҙис). Әлбиттә, бүтән дөрөҫ доғалар ҙа рөхсәт.

✅ Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. Тап ҡасан булыры кешелек өсөн сер. Йыл һайын төрлө төндәргә тура килергә мөмкин. Бигерәк тә таҡ төндәрҙә (21-се, 23-сө, 25-се, 27-се һәм 29-сы төндәрҙә) эҙләгеҙ.

Раббыбыҙ беҙгә ошо бөйөк изге төндө тап итергә, уның бәрәкәтенә һәм сауаптарына ирешергә насип итһен, әмин! Йылына бер тапҡыр килә торған ҙур ниғмәт, оло мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Рамаҙан айының ошо һуңғы ун төнө ихлас ғибәҙәттәрҙә, Аллаһҡа яҡынайыуҙа үтһен. "Кем ошо төндән мәхрүм, шул ысынлап та мәхрүм", — тигән Аллаһ рәсүле ﷺ. Донъя ығы-зығыһына әүрәп, нәфсебеҙҙең ялҡаулығына, вайымһыҙлығына бирелеп, мәхрүмдәрҙән булып ҡалмайыҡ!

510 125 ER 11.7131
#Һаумыһығыҙ_ауылдаштар_Әтек_Бөрйән

Күркәм йорттары менән йәмле Әтек ауылы.

34 61 ER 6.3057
Әлхәмдүлилләһ,тағы берҙе истисҡа намаҙына сыҡтыҡ.Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтле,хәйерле,файҙалы,шифалы ямғырҙарын ебәрһен инде...

12 50 ER 7.4895