Статистика ВК сообщества "«Йылы усаҡ» ғаилә институты."

0+
Девиз: Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ. Девиз: Познакомимся, пообщаемся, создадим семью. Төркөм төҙөлдө 27.02.2017 йыл.

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Ғүмер буйы бергә йәшәгән икенсе яртыңдың кем икәнлеген айырылышҡанда беләhең.
Туғандарыңдың кем икәнлеген атайыңдан ҡалған мираҫты бүлгәндә беләhең.

Балаларыңдың кем икәнлеген үҙең ҡартайғас беләhең.
Дуҫтарыңдың кем икәнлеген башыңа ҡаза килгәс беләhең.

Көнсығыш аҡһаҡалдары әйтеме.

226 51 ER 10.2698
Миңә бер шиғыр ебәргәндәр, һеҙгә лә һалайым әле. Был шиғырға ни әйтерһегеҙ...

🌿🌺🌿🌺🌿🌺🌿🌺
Иң бәхетле быуатта
Йәшәгәнбеҙ белмәйсә!
Шундай рәхәт ваҡыттарҙы
Беребеҙ ҙә һиҙмәйсә!

Беҙҙең быуын үҫкәндә
Бәхетле быуын булған.
Ҡәнәғәтлектә йәшәп,
Күңелле донъя ҡорған.

Бала-саға гөр килеп,
Тауҙан саңғыла шыуған.
Әсәйҙәр йылғаға төшөп,
Ап-аҡ итеп кер йыуған!

Күрше-тирә бик дуҫ булған,
Көндә ҡунаҡҡа йөрөгән:
Яңы бешкән бәлеш тотоп,
Күршенең хәлен белгән!

Биш тин аҡсаһы булһа,
Киноға көндә кергән.
Гармун көйөнә клубта
Рәхәтләнеп бейегән.

Бесән сапҡан, иген йыйған:
Колхоз эшенә йөрөгән.
Ауыл халҡы йыйналышып,
Берҙәм ял итә белгән!

Мәктәптәрҙә уҡыуы ла
Шул тиклем еңел булған.
Көҙөн, һалҡын ҡышҡа ҡәҙәр,
Бәрәңгеһен дә йыйған.

Кис ултырып нәнәйҙәр
Орсоҡта йөн иләгән.
Атайҙар ҡышҡы һалҡында
Утынын әҙерләгән .

Әй, әйтеп бөтөргөһөҙ
Ул ҡара мунсаларҙы...
Күрше-тирә йыйналышып ,
Мунсаға кереүҙәрҙе!

Әйтмәйем иртүк тороп,
Мал көтөп йөрөгәнде лә...
Көтөүлектә ашаған,
Йомортҡа тәмдәрен дә...

Сипараттан бармаҡҡа
Ҡаймаҡтың ағыуҙары...
Күҙ алдында тып-тып итеп,
Эремсек һарҡыуҙары.

Их ҡыҙғаныс, ейәндәрем
Был тормошто күрмәйҙәр!
Туйғансы бер рәхәтләнеп,
Йәйәү ҙә йөрөмәйҙәр!

Күп йылдар елеп уҙыр...
Һөйләүем әкиәт булыр!
"Шундай тормош булғанмы?"- тип,
Ейәндәр хайран ҡалыр...

91 86 ER 7.2213
Гормунда уйнап, йырлап, бейегән видеоларҙы һалабыҙ йә аноним ебәрәбеҙ!

64 49 ER 3.8482
#Бейеү.
Бейеп алайыҡ!
Үҙегеҙ бейеп төшкән видеоларҙы һалабыҙ!

8 61 ER 3.4365
#Ижад.
РӘНЙЕТМӘГЕҘ, ЯҢҒЫҘ ҠАТЫНДАРҘЫ . . .

Рәнйетмәгеҙ, яңғыҙ ҡатындарҙы,
түктермәгеҙ, зинһар, йәштәрен!
Уларҙың бит уйын-көлкө түгел-
иңдәрендә донъя хәстәре.
Мендәрҙәрен алып ҡосағына
илай улар төндә буҫығып,
Тик янында юҡ йыуатыр кеше
Юҡ шул уның, юҡ шул «Ышығы»...
Төндәр буйы илап сыҡһалар ҙа
иртә менән һөртөп күҙ йәшен,
Йәшәй улар сабыр итә-итә
төшөрмәйсә һис тә үҙ бәҫен.
Ығып ҡына бара кәртә-ҡура
сүкеш тотор ирҙең юҡлығы!
Көн оҙоно өмөтләнеп көтә
Китмәҫме, тип, бер ир һуҡлығып.
Кеше ирҙәренә өндәшергә
күңелкәйе тартмай һис кенә
Йомошона әйтер ине лә бит
«Ирле» ҡатындарҙан һипһенә.
Тешен ҡыҫып, йән асыуы менән
ҡулға алып сүкеш-балтаһын,
ирҙәрҙән дә былайыраҡ итеп
һипләп ҡуя ыҫҡан ҡапҡаһын.
«Пошлю его на...!»-тип, көйләй-йырлай
утынды ла үҙе яра ул,
күпме тырышһа ла һыр бирмәҫкә
яңғыҙ ҡатын булып ҡала ул!
Йәшәһен тик ерҙә Әсә булып
балалары өсөн йән атып,
Тәңре үҙе бүләк иткән бит уларҙы
мөхәббәтән генә яралтып.
Мохтаж улар наҙға, иркәләүгә
күңелдәре әле ҡатмаған,
Тик уларҙың бәхетенә, тигән
ҡояштары әле ҡалҡмаған.
Рәнйетмәгеҙ, яңғыҙ ҡатындарҙы!

64 37 ER 3.7755
#Ижад.
БЕҘ ӘЛЕ ӘБЕЙ ТҮГЕЛ

Пенсия йəшен көттөк беҙ,
Айҙар, йылдарҙы һанап.
Ә хәҙер ултырып булмай,
Дүрт стенаға ҡарап.

Әбей ҙә, ҡарсыҡ та түгел,
Пенсионерҙар беҙ, тибеҙ.
Ә үҙебеҙ , уңайлы тип,
Һаман салбар кейәбеҙ.

Пенсияны эй көтәбеҙ,
Ай һайын да ҡыуанып.
Ә ул, килеп еткәнсе үк,
Әҙер тора бүленеп.

Туғаным Ҡөръән уҡыта,
Ейəндең тыуған көнө.
Бөтөп тора шəкәр-тоҙо,
Икмәк һалырға оно...

Рәхәтләнеп беҙ йəшəйбеҙ,
Пенсия аҡсаһына.
Матур сəскəләр ултыртып,
Йəшелсә баҡсаһына.

Яулыҡты ла дүртмөйөшлəп,
Бәйләмəйбеҙ бит һаман.
Сал төшкән сəсебеҙгә,
Ҡалпаҡтары бик таман.

Замандан артта ҡалмайбыҙ:
Кейәбеҙ бейек үксә.
Сер бирмәҫкә тырышып,
Баҫабыҙ көскә-көскә.

Беребеҙ авто йөрөтә,
Икенсебеҙ великта.
Әйтегеҙсе, бындай хәлдәр
Булды микән элек тә?

Олоғайҙым тип, берүк
Моңайып ултырмағыҙ.
Пенсиялар килеп торһон,
Һеҙ генә ҡартаймағыҙ!

Сания Ғарифуллина

67 35 ER 3.5150
Хәйерле иртә төркөмдәштәр!
Төркөмдәштәр!
Күп һорауҙар килә нимәгә постар юҡ танышыуға.
Төркөмде Обсуждениеһына инегеҙ унда Бүлектәр бик күп шуларға инеп ҡарағыҙ.
Танышыу Обсуждение бүлегендә бара. Ә стенаға күңелегеҙгә оҡшаған яңғыҙлыҡ һәм ғаилә темаларын яҙып һала алаһыһығыҙ!

48 33 ER 3.3657
#ХәйерлеИртә.
Һәр атҡан ал - шәфәҡле таң - ул Хоҙайҙың бүләге. Һәр бер көнөңә рәхмәтле булып, атҡан таңыңа ҡыуанып йәшәйексе! Хәйерле иртә!

42 20 ER 3.0177
#Ижад.
Йәшәү бәхет.
Яңғыҙмын тип һис тә зарланма һин
Яңғыҙ булмай әҙәм балаһы.
Күктә ҡояш та бит, ул да яңғыҙ
Ләкин етә беҙгә йылыһы.

Парын эҙләй кеше, йәрен эҙләй
Һөйөлгөһө килә, һөйгөһө.
Кемгәлер бит бәхет үҙе килә
Кемдер эҙләй бәхет көҙгөһөн.

Ә кемдер һуң, пары булып та бит
Үҙен яңғыҙ кеүек хис итә.
Бәхет ошолор тип, үҙен алдап
Һиҙҙермәйсә шулай көн итә.

Яңғыҙлыҡта таба ҡайһы берәү
Эҙләмәйҙә бәхеттең үҙен.
Кешеләрҙән бер ҙә кәм булмайса
Яңғыҙ тарта тормоштоң йөгөн.

Бәхет бит ул, шундай бер төшөнсә
Һәр кем уны үҙенсә төшөнә.
Кемдәлер ул, урғып - ташып торһа
Кемдеңдер ул кермәй төшөнә.

Тик яңғыҙмын тиеп уфтанма һин
Бәхетһеҙмен тиеп зарланма.
Был донъяла йәшәү үҙе бәхет
Башҡаһына һис тә уйланма.

     Сажида Магафурова  02.09.2020йыл.

71 12 ER 3.0727
#Ижад.

ЯҢҒЫҘҘАР

Яңғыҙҙарҙың хәлен һораһағыҙ,
Ул һис кемгә әйтмәҫ асығын,
Ай-ҡояштай балҡып яуап бирер,
"Яҡшы", - тиер һеҙгә ашығып.

Эйе, шулай, эше лә бар уның,
Ашы ла бар уның - етерлек.
Балалары ла бар яратырға,
Дуҫтары күп - һанап бөткөһөҙ.

Яңғыҙҙарҙың хәлен белеп булмай,
Асылмаҫ сер улар, яңғыҙҙар,
Уның күңел хисен, күңел торошон
Аңлай алмаҫ барыбер парлылар.

Илап-һыҡтап тороу ят уларға,
Эстән яныр, ҡойор, һыҡырар,
Эсе тулы ут булһа ла торор
Кеше алдарында ялтырап.

Бикле уның йөрәге бик күптәргә,
Ситтәр өсөн йоҙаҡ эленгән,
Нужа һурпаларын һемерә-һемерә
Өрөп ҡабырға ла өйрәнгән.

Башын ғорур тотоп аша атлар
Юлындағы кәртә, ҡапҡанды
Йәлләмәйсә һораусыға бирер
Хәләл көсө менән тапҡанды

Һыҡтамаҫтар, һуҡранмаҫтар улар,
Һис түкмәҫтәр бушҡа аһ һәм зар,
Булғанына һәр саҡ шөкөр итер,
Яҡты киләсәккә өмөт итер -
Бына шундай улар яңғыҙҙар!

Зәйтүнә Айытбаева.

14 3 ER 0.8999