Статистика ВК сообщества "Башҡортса асылмалар"

0+
Яҡындарыбыҙҙы тик башҡортса ҡотлайыҡ! 🌷🌷🌷🎁🎈🎈🎈🍒

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Бөгөн Мәскәүҙә инфаркттан "Ласковый май" төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған.
Уға 48 йәш ине. Күмертау - уның тыуған ҡалаһы ине.
Бәхил бул, йырсы!

57 112 ER 8.2930
Һуңыраҡ аңланыҡ...
🌹🌹🌹🌹🌹🌹🌹

Эй, тыңламай инек әсәйҙәрҙе,
Асыуҙарын бик йыш килтерҙек.
Ҡай саҡтарҙа ҡаршы һүҙҙәр әйтеп,
Хатта илар хәлгә еткерҙек...

Әрләп ҡала ине шул әсәйҙәр
Өҫкә кеймәй сығып киткәнгә.
Бик кейенеп кенә йөрөр инем,
Ҡайтып булһа әгәр үткәнгә...

Йәйге туфлиҙарҙа юлға сыҡтыҡ
Әсе елле көҙгө көндәрҙә.
Тулы автобуста баҫып барҙыҡ,
Сетка булды әле иңдәрҙә.

Автобустың ярыҡ ишегенән
Өргән елдән туңды бармаҡтар.
Кем уйлаған, ни һан йылдар үткәс,
Һыҙлар тиеп ошо аяҡтар...

Кем уйлаған теҙҙәр борсор тиеп,
Ауыртырҙар тиеп быуындар.
Кәүҙәләр ҙә өшөй, туңған кеүек,
Йылы түгел ингән ҡуйындар...

Аяҡ табандары боҙҙай туңа,
Ҡан йөрөмәйҙер, тиеп көйәбеҙ.
Урамдарға сығып ингән саҡта
Йөн ойоҡто ҡат-ҡат кейәбеҙ.

Тештәр төшә инде берәм-берәм,
Ауыҙҙарҙа “елдәр һуғыша”.
Яйлап-яйлап беҙҙең ғүмерҙәр ҙә
Ҡартлыҡтарға табан шыуыша.

Тыңламаныҡ шул беҙ әсәйҙәрҙе,
Кәңәштәрен һалып тапаныҡ.
Йәшлек йүләрлеге көслө булды,
Баштарға ла кейеп сыҡманыҡ...

Кемдәргә һуң хәҙер үпкәләргә?
Әсәйҙәр юҡ күптән яндарҙа.
Кисерегеҙ, тип тә әйталмайбыҙ
Әсәйҙәрҙе иҫкә алғанда...

Ғәйепле беҙ бары тик үҙебеҙ,
Тыңламаныҡ әсәй һүҙҙәрен.
Тешһеҙ ауыҙ, туңған аяҡ менән
Көтөрбөҙмө ғүмер көҙҙәрен?..

Эй, әсәйҙәр, мәңге йәшәһәгеҙ,
Тыңлар инек һеҙҙең һүҙҙәрҙе...
Тик төштәрҙә генә күрәбеҙ шул,
Арттан ҡарап ҡалған йөҙҙәрҙе...

авторы билдәһеҙ
❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤

92 10 ER 3.0053
☕Ҡоймаҡ
1 литр hөткә 0.5 литр(0.5 банка) йылымыс hыу. Шуңа 2 с.ҡ. пакмай, 3 с.ҡ. шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата- болғата, 1 стакан ҡайнап торған торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 граммдай үҫемлек майы ҡушабыҙ. 1 аш ҡалағы тулыр- тулмаҫ тоҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ, күпсеп сыҡҡансы. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башлаhаң да була. Мин,
бер ыңғай ике табала ҡоям.
Ҡалын табанлы табаларҙа ҡойоу отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән ҡоймаҡтарҙы hыйыр майы менән майлап, ҡатлап hалып барам. Ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле ҡоймаҡтар килеп сыға.
Фирҙәүес Кәримова.

256 1 ER 3.2757
Башҡорттарҙа сәйлецеремония ҡағиҙәләре🍵😊
*Иртән торғас та сәйгә һыу ал.
* Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
*Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара👆:тәүҙә сәй эс.
*Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
*Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
*Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
*Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
*Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
*Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
*Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
*Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
*Йома көндө йома сәйе үткәр.
*Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.
*Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
*Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.
*Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
*Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
*Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!

89 14 ER 2.1218
Яны 2022 йыл менэн!
❄❄❄❄
Үткәне үткәндә инде,
Күңелдәрҙә һаҡланыр...
Бары яҡшылыҡ теләйек:
Үтер юлдар сафланыр!

Барығыҙға бәхет булһын,
Дуҫтарым, туғандарым.
Аҡыл, тәүфиҡ, муллыҡ булһын,
Ейәндәр, балаларым!

Бәлә-ҡазалар ҡаҡмаһын
Бер кемдең дә ишеген.
Тик яҡшы хәбәрҙәр генә
Һәр көндө ишетәйек!

Йылмайыу ҡунһын иренгә,
Шатлыҡ ҡына теләйек!
Барыбыҙ ҙа Яңы йылға
Һөйөнөп барып керәйек!

Яңы йыл менән дуҫтарым,
Яңы бәхеттәр менән!
Теләгем ихлас бит минең,
Ҡабул буласаҡ, беләм.
🎄❄🎄❄🎄❄🎄❄🎄

40 11 ER 1.6752
🏵🏵БУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫ.🏵🏵
3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талгын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туктыуһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кисель һымак массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытырға ҡуйырға.
Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға, 1 тәүлеккә йылы урынға ултырытып ҡуйырға.
Теүәл бер тәүлектән, теленде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ! 🏵🏵🏵🏵

245 13 ER 2.7296
😀😆😂Миңә бала табыу йортона ингәс тә коридорҙа бәпесләргә тура килде. Саҡ килтереп өлгөрҙөләр.
Икенсе көндө шәфҡәт туташы мине тынысландырам тип элек булған бер ваҡиғаны һөйләне:
– Ә бына ике йыл элек беҙгә килтерелгән бер ҡатын роддомдың машиналар туҡталышында уҡ бәпесләп ҡуйҙы. Һеҙ, ярай, исмаһам коридорға инеп өлгөргәнһегеҙ әле.
Шым ғына тыңланым. Ул ҡатын да мин инем бит ул, тип әйтергә ҡыйыулығым етмәне.😍😄😆😊😊😜
ҺӘНӘК журналы төркөмөнән

15 7 ER 1.2347
Сүпрәһеҙ (манный ярмаһы менән) ҡоймаҡ.

0,5 л кефир
1 с.ҡ тоҙ
2 а.ҡ шәкәр
2 йомортҡа
Барыһын бергө ҡушып, яҡшылап бутарға
Артабан
2 ст. он
2 а. ҡ .манный
Барыһында яҡшылап болғарға, яйлап ҡына ҡайнар һыу өҫтәй- өҫтәй ҡаймаҡ ҡуйылығына еткерергә.
Сәй ҡалағында һүндерелгән сода ла өҫтәргә онотмағыҙ. Ҡамырҙы ярты сәғәттәй ҡабартып алғас ҡоймаҡ ҡоя башларға ла мөмкин.

Автор Әминә Тимерғәлиева

168 2 ER 1.8415
Хоҡланғыс хозур тәбиғәт, башҡорт ҡыҙының иҫ киткес һылыулығы!!!

16 5 ER 1.0915
Цемент һәм ябай тауарҙан гөл һауыты (кашпо).
Бындай гөл һауытын эшләү ауыр түгел.
Баҡса өсөн, күтәрмәне биҙәү өсөн, хатта тәҙрә төбөнә ултырыу өсөн эшләргә мөмкин. Ныҡ ҡуйы итмәй генә цемент болғатмаһына сепрәкте еүешләп, түңкәрелгән биҙрә йәки башҡа төрлө һауытҡа ҡаплап киптереп, аҙаҡ буяп, эсенә тупраҡ тултырып гөл үҫтерәләр. Оҡшаймы?

65 4 ER 1.1442