Статистика ВК сообщества "Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!"

0+
Бер ҡасан да БИРЕШМӘ. Ғүмер ике килмәй. Үҙ юлыңдан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Кеше йортона инһәң - һуҡыр бул, сыҡһаң - телһеҙ бул. Етешһеҙлек эҙләмә, күрһәң дә - һөйләмә!

269 62 ER 10.2489
🌿Ҡайын япрағының иң шифалы мәле

🍃Ҡайын япрағының шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Уны ағас япраҡ ярған мәлдә – май аҙағында, июнь башында йыйырға кәңәш итәләр.

🍀Ҡайын япрағы – бик яҡшы антисептик, шулай уҡ ул елһенеүгә ҡаршы тороу, һейҙек ҡыуыу, шешенеүҙе бөтөрөү, организмдан шлактарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Сама белеп эскәндә төнәтмәнең кире эҙемтәләре юҡ.

🍃Йәш япраҡтан әҙерләнгән төнәтмә эсәктәге ҡорттарҙан (лямблиоз) арынырға ярҙам итә. Бының өсөн 10-15 бөртөк япраҡты эҫерәк һыуҙа сайып, стаканға һалығыҙ һәм өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәт самаһы ултыртып тороғоҙ. Ашауҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ай дауамында эсергә.

🍀Ҡайын япрағы төнәтмәһе шулай уҡ бөйөр, бауыр сирҙәренән, тире ауырыуҙарынан шифалы, ҡан баҫымын көйләй, кешегә көс, дәрт өҫтәй. Мәлендә йыйып, еләҫ урында дөрөҫ киптерһәгеҙ, йыл буйына рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡһығыҙ. Бер аш ҡалағы кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡушып ҡайнатып сығарығыҙ һәм бер сәғәт йылы урында төнәтегеҙ. Ашар алдынан ярты стакан эсергә тәҡдим ителә.

🍃Ыуыҙ ғына шифалы япраҡтар косметологияла ла киң ҡулланыла. Уларҙан иҙмә эшләп, саҡ ҡына крем ҡушып, битегеҙгә маска эшләһәгеҙ йәки япраҡ бешекләнгән һыу менән йыуһағыҙ, тирегеҙ сафланып, йомшарып китер. ☘Сәләмәт булығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.

1741 35 ER 17.0611
Үҙ диуарығыҙға алып, һаҡлап ҡуйығыҙ! Бында Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исеме яҙылған.

850 13 ER 10.9317
Һаулыҡ бир һин,
Ғүмер бир һин, Хоҙай.
Ҡыҙыма ла, минең улыма.
Хәтфә келәм түшә шатлыҡтарҙан
Балаларым барыр юлынан🌸
Тик бәхетен бир һин, ҡыҙыма!
Тик бәхетен бир һин, улыма!

368 136 ER 8.8935
Был тормошта бер ҡасан да,бер кемгә лә
Һөйләп,асып булмай торған серҙәр була...

Бер ҡасан да,бер кемгә лә бирмәй торған,
Үҙең генә йыуа торған керҙәр була...

Әйтергә тейеш булып та
уйлай торғас,
Әйтелмәйсә эстә ҡалған һүҙҙәр була...

Ғүмер буйы оноторға
тырышып та
Оноталмайса иҫтә ҡалған күҙҙәр була...

Бер башҡайың аҡ ҡараны айыра алмай,
Яңғыҙҡайың йән аҫыраған көндәр була ...

Үтеп- һүтеп, сорнап -бәйләп уйлап сыҡҡан.
Таңы һаман атмай торған төндәр була...

Аңлатырға һүҙҙәр табып булмайынса,
Һине сорнап, әрнеп янған һағыш була...

Күргәндаргә сабыр булып, күрмәгәнгә
Күрһәтмәһен Аллаһ тигән яҙмыш була.

Үҙ башыңа төшмәйенсә белмәй торған,
Аңлай алмай торған эске әрнеү була...

Үҙең күптән ғәфү итеп, ә йөрәгең ,
Ҡабул итә алмай торған рәнйеү була...

Тойғо, хәсрәт барыһын да, түкмәй- сәсмәй,
Кешекәйем күңеленә һалып ҡуя.

Йәшәй йәшәй, ғүмер үтеп, бер йөк булып,
Күңелдәге шул һандығың шыплап тула.

Энйе Әхмәтова.

515 74 ER 9.3101
Өндәшмәгән һайын ҡаҡ елкәгә,
Менеп ултырҙы ла саптылар...
Изгелегем ҡайтыр, тиеп көткән
Ишегемә ҡаҙаҡ ҡаҡтылар!..

Мин бөгөндән башлап таш бәғерле!
Ундайҙарҙың йәне ҡәҙерле!..
Кеше күңелен уйлап, мин үҙемдең
Ебәргәнмен икән ҡәҙерҙе...

(Гөлиә Азаматова-Мөкминова)

354 84 ER 7.4226
Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.

65 25 ER 5.6924
❤Ҡыҙыма❤

Аллам биргән иң ҡәҙерле бүләк,
Ҡыҙым минең бәхет-шатлығым.
Әгәр булһа үҙем һайлар инем
Барыр юлың ап-аҡ,яҡтыһын.
Ҡараңғыла һибер инем һиңә
Барлыҡ булған күңелем нурын
Рәссам кеүек үҙем яҙыр инем
Яҙмышыңа төҫтөң сағыуын.

( Гөлкәй Ҡыуатова)

412 24 ER 7.7342
МИН БАЛАМА БӘХЕТ ТЕЛӘНЕМ...

Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Аптырама, ниңә балама ?-тип,
Һәр береһенә айырым теләгем.

Үҙ бәхете булһын һәр береһенә
Үҙ бәхете менән тыуғандыр.
Әсә өсөн бала бәхетенән
Ҙурыраҡ нәмә булмай торғандыр.

Йырак юлға сыҡһа, иҫән ҡайтһын
Әсә өсөн шуныһы ҡыуаныс.
Һөйөндөрөп беҙҙе йәшәһендәр,
Ҡартлыҡ көнгә булып, йыуаныс.

Аяҡтары менән йөрөһөн ерҙән
Күҙҙәре тик күрһен матурлыҡ.
Яңылыш юлдан берүк китә күрмә,
Эшлә ,балам, бары яҡшылыҡ.

Ҡулдар ҡосһон ғәзиз сабыйҡайын,
Йәне менән һөйһөн һөйгәнен.
Ишетергә яҙһын йомшаҡ итеп:
"Һағынып ҡайттым, Әсәй,- тигәнен.

Таң атҡанда, ҡояш байышында
Мин балама бәхет теләнем.
Йә бер Раббым, һиңә табынамын,
Ҡабул итсе ,Әсә теләген!

Автор: Гөлнара Әхмәтшинә.

382 101 ER 9.0468
Мөжәүир хәҙрәттең доғаһы.
Теләк ҡабул булһын өсөн уҡыла торған доға.🙏

«Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти фи хәжәти һәҙиһи литүкҙа ли фәшәффиғһү фийә».

804 226 ER 10.1141