Статистика ВК сообщества "Бурзянский районный дворец культуры"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньРоссии #МыРоссия #МыВместе #ГордостьБашкортостана#Za_РОССИЮ

Гвардия рядовойы Бикбулатов Байегет Рәфис улы
2001 йылдың 21 июнендә Бөрйән районы Яңы Усман ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында 9 класты тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлағандан һуң, Өфө машиналар төҙөү колледжына уҡырға инә.
Байегет мәктәптә уҡыған сағынан уҡ үҙен бик тырыш һәм һәләтле итеп таныта. Тыныс холоҡло, аралашыусан һәм яуаплы егет булараҡ абруй яулай, уның фекерен класташтары хөрмәт итәләр.
Мәктәп, район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алыуға ла өлгәшә. Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, мәктәптең йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Бик күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар – Байегеттең тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып тора.
Байегет Рәфис улы 2020 йылда Өфө машиналар төҙөү колледжын тамамлап, электр дуғаһы һәм газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе (сварщик ручной дуговой сварки плавящимся покрытым электродом, газосварщик) һөнәрен үҙләштерә. Артабан әрме сафына алына. Ярты йылдан һуң Чита өлкәһендә контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеүгә килешеү төҙөй.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы – Бикбулатов Байегет Рәфис улы кеүек Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙенең хәрби бурысын һуңғы һулышҡаса үтәгән батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәк түрендә яҡты иҫтәлек булып мәңге һаҡланыр...

28 268 ER 42.0049
#Минең_ғаиләм_минең_байлығым фотоконкурсында ҡатнашырға йөрьәт иттек әле беҙ ҙә. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Азат һәм Инзирә Ишморатовтар ғаиләһе
Беҙҙең бәләкәй генә ғаиләбеҙ 5 кешенән тора. Тормош иптәшем Азат менән 2018се йылда ғына ғаилә ҡороп ебәргәйнек, Аллаға шөкөр, 3 балаға атай һәм әсәйбеҙ. Шайморат улыбыҙға көҙ 3 йәш туласаҡ, ә бәләкәстәребеҙ - Нур һәм Нурияға әле 3 ай ғына.
Азат бал ҡорттары менән ҡыҙыҡһынһа, мин фото төшөрөү, гөл, баҡса үҫтереү, аш-һыу серҙәрен өйрәнеү менән мауығам. Шайморат, ағай булараҡ, бәпестәрҙе көтөшә, автобус, тракторҙар коллекцияһын йыйыу оҡшай уға. Ә батша һәм батшабикә үҙ ярандарын эшкә ҡушып, яндарында йөрөтөп, бөтә бойороҡтарын теүәл үтәүҙе хуплай.
Ғаиләбеҙ - туған, дуҫтар йәнле, тәбиғәттән, аралашыуҙарҙан көс алып, һәр атҡан көнгә ҡыуанып йәшәргә тырыша

6 108 ER 21.8091
#Әсәй_бәлеше конкурсының өсөнсө ҡатнашыусыһы Тимер ауылынан 🌷Нәилә Иҫәнғазина.
"Мин Наилә. Иҫке Монасип ауылы ҡыҙымын. Һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләндем, бәләкәйҙән эшкә сынығып үҫтем: атайым утын әҙерләргә, бесән эшләргә, мал тәрбиәләргә өйрәтһә, әсәйем ҡул эштәренә, аш-һыу бешерергә миңә тәү дәрестәр бирҙе.
Урта мәктәпте тамамлағас, 132 –се Бөрйән һөнәрселек училищеһында пекарь-кондитер бүлегендә уҡыным. 2004 йылда Тимер ауылының уңған егете Иҫәнғазин Шамилға кейәүгә сығып, матур донъя көтә башланыҡ. Биш балабыҙ тыуҙы. Ҡәйнәм менән ҡайным шул хәтлем яҡшы кешеләр ине, улар менән бер йортта һыйышып, матур, татыу ғүмер иттек, ҡайным менән ҡәйнәмдән бик күп һәм фәһемле тормош һабаҡтары алдыҡ. Уларҙың ярҙамы менән эргәлә генә ҙур йорт һалып сыҡтыҡ. Сөнки ирем Шамил ете баланың иң кесеһе, нигеҙҙең ҡотон ул һаҡларға тейеш, тигән һүҙҙе ҡайным үҙе әйткәйне. Байтаҡ йылдар инде ҡәйнәм менән ҡайнымдың баҡыйлыҡҡа күсеүҙәренә, нигеҙҙең, донъяның ҡотон артабан беҙгә тоторға.
Балаларыбыҙ хәҙер ҙурайып баралар инде: өлкән ҡыҙым ун берҙә, икенсеһе унда, унан улым етелә, ҡыҙым дүрттә, төпсөгөбөҙ беренселә уҡый.
Ирем ауылда үҙ эшен таба, донъяһын да көтә, ә мин балалар баҡсаһында һөнәрем буйынса эшләйем. Тәмле-тәмле аштар бешереү минең иң яратҡан һөнәремдер, моғайын. Өйҙә лә өҫтәлебеҙ аш-һыуҙан өҙөлмәй, төрлө-төрлө тәмле аштар бешереү—минең иң кинәнесле шөғөлөм. Тәмле аш ғаиләнең ныҡлығын да, балаларҙың оло ҡыуанысын да тәьмин итә. Минеңсә, күп осраҡта ғаиләләрҙең тарҡалыуына һалҡын һәм тәмһеҙ аш ғәйеплелер.
Шунлыҡтан өйҙә мин күберәген усаҡ янында, ирем, балаларым тыштағы эште бөтөрә. Яратып бешергән аштарымдың осона сығырлыҡмы икән? Шулай ҙа иң билдәлерән яҙам: сәк-сәк, ваҡ һәм ҙур бәлеш, рогалики, төрлө-төрлө пирогтар, пирожкилар, торттар, муравейник, майҙа бешкән бауырһаҡ, майғикмәктәр, ҡаҙылар, тултырмалар—һанап бөтөрлөк түгел, газ плитаһы һәм мейес янында минең илһамлы ижад емештәрем былар.
Ғаиләм дә, беҙгә килгән туғандарыбыҙ, ҡунаҡтар ҙа аштарымды бик яратып ашай, рәхмәт белдереп, мине алтын ҡуллы аш һыу оҫтаһы, тип маҡтайҙар. Ә миңә ошонан да ҙур баһаны тағы ҡайҙан табаһың?"

22 178 ER 25.2720
#Минең_ғаиләм_минең_байлығым фотоконкурсында ҡатнашыусы беренсе ғаиләне ҡаршы алабыҙ🙏, улар Әминә һәм Ильяс Туҡбаевтар! Үҙҙәре тураһында ла бик матур итеп яҙып ебәргәндәр👍 Киләһе ҡатнашыусы кем булыр?🤔 Әйҙәгеҙ әүҙемерәк дуҫтар Һеҙҙе лә көтөп ҡалабыҙ!!!
✍✍✍Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы, Баҙал биҫтәһендә йәшәйбеҙ. Беҙ Әминә һәм Ильяс Туҡбаевтар, 6 бала тәрбиәләйбеҙ. Әлфинә һәм Илсиә 8 синыфта, Гөлсиә 6- сы, Айназ 4-се, Айсинә 2-се синыфта, белем алалар!Бәләкәсебеҙ Илсен балалар баҡсаһында йөрөй.Йылда, йәйге ялдарҙа беҙ өйҙә ултырырға яратмайбыҙ, тауына ла менеп китәбеҙ, урманына ла, сығып китәбеҙ, ауыл тирәһендә лә, йөрөп ҡайтабыҙ, йөрөмәгән ерҙәребеҙ юҡ, балалар менән йәшелсәләр үҫтерәбеҙ, ҡош - ҡорт, мал - тыуар көтәбеҙ, балаларым минең терәк таяныстарым ярҙамсыларым! Беҙ балаларҙы эшлекле, итәғәтле, тәрбиәле булырға өйрәтәбеҙ. Ятып ҡалғандарҙан түгелбеҙ, бар конкурстарҙа ҡатнашып барабыҙ, еңеүгә ышанабыҙ.

12 310 ER 22.7923
#Әсәй_бәлеше конкурсының икенсе ҡатнашыусыһы Тимер ауылынан 🌷Баймырҙина Зөлфиә Факил ҡыҙы. Тәмле-тәмле бәлештәренең фотоһүрәттәре менән бүлеште ул.

30 110 ER 19.8135
#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньРоссии #МыРоссия #МыВместе #ГордостьБашкортостана#Za_РОССИЮ

Кесе сержант Шәмиғолов Ильяс Ришат улы
1995 йылдың 9 декабрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килә. 1-се кластан 9-сы класҡа тиклем белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем ала. Мәктәптең йәмәғәт тормошонда һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, Президент ярыштары призеры була. Ильяс уҡыуҙы тамамлағас, хәрби булырға хыяллана. 2011-2014 йылдарҙа Иҫке Собханғол ауылындағы 132-се һанлы һөнәрселек училищеһында уҡый. Ильяс Ришат улы хеҙмәт итеү осоронда 2 мәртәбә Таджикистанда махсус операцияла, Сирия Ғәрәп Республикаһында һәм Карабах өлкәһендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Ильяс Ришат улы һәр ир-егет кеүек тыуған ерендә быйыл йәй өй һалырға, яҡты хыялдар ҡороп йәшәгән ысын башҡорт егете ине. Әсәһе Зөбәржәт апайға шылтыратҡан һайын " Әсәй мин ҡайтам, мин башҡорт" тип әйтер булған. Ильяс ситтән тороп Халыҡ-ара юридик институтының 5 курсында белем алған, быйыл ғинуар айында ҡулына диплом алырға әҙерләнгән. Һәр саҡ үҙенең мәшәҡәттәрен үҙе хәл иткән егет киләсәктә офицер булырға хыялланған. Үҙенең тормошон хәрби хеҙмәтһеҙ күҙ алдынала килтермәй ине тип хәтерләй яҡындары. "Хаҡлы ялға сыҡҡас үҙ тыуған еренә ҡайтып, атаһы һымаҡ мал үрсетеп, ҡош-ҡорт көтөп, ер эшкәртеп, бесән етештереп, үҙ шәхси эшҡыуарын асырға хыялланды. Техниканы ныҡ яратты, үҙе ремонтлап эшләп ала ине. Ҡулдары оҫта булды, нимәгә тотонһала еренә еткереп эшләй торғайны. Иң беренсе ата-әсәһен, ҡусты-һеңлеләрен, үҙ ғаиләһен хөрмәт итте, ярҙамсыл булды. Ҡусты- һеңлеһенә терәк булып, дөрөҫ йүнәлеш, кәңәштәр бирә торғайны. Барыһынала ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Дуҫтарына, хеҙмәттәштәрена яҡшы дуҫ, ярҙамсыл булды. Украиналағы барған спецоперация ваҡытында ла һәр ваҡыт минең хәлдәрем һәйбәт, ҡайғырмағыҙ тип беҙҙе тынысландырҙы. Бер ваҡыттала беҙҙән ярҙам һораманы, үҙе хәл итте" - тип беҙҙең менән уртаҡлашты ҡатыны Зилә Ғайса ҡыҙы.
Тыуған ил именлеген һаҡлап шаһит киткән кесе сержант Шәмиғолов Ильяс Ришат улына бөгөн "Ҡаһарманлыҡ" ордены тапшырылды.

13 80 ER 14.1707
#Минең_ғаиләм_минең_байлығым
Киләһе ҡатнашыусыбыҙ Яңы Монасип ауылынан Нурсилә һәм Рәшид Атагелдиевтар!!!
✍🏻✍🏻✍🏻Беҙ Атагелдиевтар ғаиләһе, Яңы Монасиптан 4 бала тәрбиәләйбеҙ, балаларыбыҙҙы тәртипле, эшһөйәр, аҡыллы булырға өйрәтәбеҙ! Минең ярҙамсыларым, иң яҡын терәк таяныстарым! Өлкән улым Фәрүәз 5 класта Нәби мәктәбендә белем ала, Мәликә мн Фирүзә ҡыҙҙарым 3 сө һәм 1 класта Монасип мәктәбендә белем алалар, ә бәләкәсебеҙ балалар баҡсаһына йөрөй. Йылда балалар менән берлектә йәшелсә емеш-еләктәр үҫтерәбеҙ, мал тыуар көтәбеҙ, йылда инкубаторҙан себештәр сығарып көтәбеҙ, ҡош ҡортто һатып алғаныбыҙ юҡ. Күркәләрҙе кумәртәләп көтәбеҙҙә көҙгөлөккә һатабыҙ! Үҙебеҙҙен бәләкәй генә бизнес менән йыл һайын шөғөлләнәбеҙ!Был конкурста еңер өсөн түгел, ә үҙебеҙҙе һанап ҡарарға булдыҡ!!! Ауыл конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәр яулайбыҙ, балаларым уҡыу алдынғылары мин ғорурланам ғаиләм менән, ғаиләм минең байлығым🙏🏻🙏🏻🙏🏻! Уңыштар беҙгә!!!

9 158 ER 15.6775
#Беҙ_Яңы_йылға_әҙер
Сулпан, Иҙел, Илзидә, Диана, Ильяс Әхмәтйәновтар, Иҫке Собханғол ауылы

8 84 ER 14.2913
#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньРоссии #МыРоссия #МыВместе #ГордостьБашкортостана#Za_РОССИЮ

Сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы

1997 йылдың 10 сентябрендә Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында тыуған. Ошо ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм уҡыуын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәптә уҡыған осорҙа үҙен әүҙем уҡыусы итеп таныта. Мәктәп тормошонда, йәмғиәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Хәкимйәнде класташтары ғына түгел, бөтә мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре хөрмәт итәләр һәм яраталар. Зарница уйындарында батальон командиры булыу, Яңы йыл кисәләрендә Ҡыш бабай роле, Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ҡыңғырау шылтыратыу уға ғына ышанып тапшырылған була. Кластағы һәм мәктәптәге бөтә эштәрҙе ойоштороп, уҡытыусыларға ярҙам итеп, бәләкәй класс малайҙарын тәрбиәләп йөрөү уның үҙенә лә бик оҡшаған була, был эштәрҙе ул ҙур теләк менән башҡара.
Хәкимйән спортты үҙ итә. Милли көрәш буйынса уҙғарылған район, зона ярыштарында еңеүҙәр яулай. Газин Йәҙгәр Нәҙир улы исемендәге милли көрәш буйынса ярыштарҙы район кимәленә сығарыуҙа ла ул ойоштороусы була.
2015 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, ошо йылдың көҙөндә әрме хеҙмәтенә саҡырыла.Тыуған ил алдындағы бурысын Мәскәү өлкәһендәге Наро-Фоминск ҡалаһында намыҫлы үтәп ҡайта. Артабан тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләй һәм контракт буйынса хеҙмәтен Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡалаһында орудие командиры вазифаһында дауам итә.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы – Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы кеүек Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙҙәренең хәрби бурыстарын һуңғы һулышҡаса үтәгән егеттәрҙең батырлығы һәм уларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Батыр егеттәребеҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...
Тыуған ил именлеген һаҡлап шаһит киткән сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улына "Ҡаһарманлыҡ" ордены тапшырылды.

18 59 ER 11.4416
#Беҙ_Яңы_йылға_әҙер конкурсына фото Аҫҡар ауылының Марсель һәм Таңһылыу Зайнитдиновтар ғаиләһенән килеп төштө. Береһенән-береһе матур Әҙилә, Әмирхан һәм Фатима исемле балалар үҫтерә улар.

9 65 ER 12.3371