Статистика ВК сообщества "Үәт, әй..."

0+
Интернет - СМИ
Количество постов 20 057
Частота постов 33 часа 49 минут
ER 12.50
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

ПОГРАНИЧНИКТАР КӨНӨ

Урам буйлап күңелле йырлашып, ҡосаҡлашып тигәндәй үтеп барған егеттәрҙең береһе Күстәнә тамағында урынлашҡан иң ситтәге өйгә йүнәлде.

-Ҡайҙа киттең, Зариф?-тип ҡысҡырҙы Шәһит.

-Әйҙә-әйҙә атлауыңды бел, - тип артынан икенсе береһе төрткәс, Шәһит тә өйгә табан ыңғайланы.

Семәрле ҡапҡалы ҙур ғына йорт алдына инделәр. Ихатала ҡаҙ бәпкәләре күңелле быстырлаша. Улар янында алан-йолан ҡаранып бейегән ата ҡаҙ уҫал ыҫылдап егеттәргә ҡаршы ынтылды. Йүгерә-атлай тупһаға менделәр. Ата ҡаҙ еңеүсе рәүешендә башын ғорур ҡайҡайтып ебәреп, ҡаңғылдай-ҡаңғылдай бәпкәләре янына йүнәлде, унан муйынын дуғаландырып инәлегенә маҡтанғандай итте лә, күҙен аҡайтып егеттәргә һағайып ҡарап тора башланы. «Яҡынлап ҡарағыҙ, кәрәгегеҙҙе алырһығыҙ!"-тигәнде ҡуйыуы ине ахырыһы. «Быныһы ла тас пограничник»,- тип үҙ алдына мығырланы Марат.

Ул арала булмай, йорт ишеге асылып китте лә, инәй кешенең көр генә тауышы яңғыраны:

-Инегеҙ, инегеҙ, уландар!

Ауыл егеттәре был саҡырыуҙы шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итеп, һәләтләп өҫтәл тирәләй ҡунаҡланылар. Аптыраңҡырап торған Шәһит тә ситтән генә булһа ла табынға яҡынланы. Күрше райондан хеҙмәттәш дуҫына тип сик ғәскәрҙәре көнө алдынан килеп төшкән егет үҙҙәре генә ҡырға сығып байрам итербеҙ, һөйләшеп, әрмеләге мажараларҙы иҫләп ултырырбыҙ тип уйлағайны ла... Былар тәү башлап оло ғына инәйҙең өйөнә инделәр. Әллә берәй улы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәнме икән?- тип баш ватты Шәһит. Улай тиһәң, хәбәрҙәре һис тә генә ул турала түгел. Инәй йәһәтләп сәй ҙә яһай башланы. Егеттәрҙең «мәйе» лә ипләп кенә өҫтәлгә ҡунаҡланы.

- Йә, егеттәр, байрам менән!- тип Зариф алдындағын ялпайтып та ҡуйҙы. Инәй кеткелдәтә көлөп:

- Әйҙә-әйҙә итенән, картуфынан етешеп ултырығыҙ, - тип ихласлап һыйлай башланы. Үҙе егеттәрҙән һәр кемеһен төпсөп һорашырға ла өлгөрҙө. Батыр ҡайтманмы? Үткән йыл инеп сыҡҡайны. Теге үрге ос Рәмил менән Фәтихтең бер өс йыл күренгәне юҡ, ҡайта алмайҙарҙыр, эш кешеләре бит. Бына Зариф улым маладис, йыл да инеп хәлде белеп тора,- тип маҡтап алырға ла онотманы. - Әле бөгөн кискә тиклем килеүселәр булыр әле, моғайын, - тип ҡуйҙы.

Инәйҙең тәмле сәйенән берәр каса һемергәс, егеттәр рәхмәттәр әйтеп өҫтәл янынан тороша ла башланы.

-Ярай, рәхмәт, Миңнурый инәй! Быныһы һиңә байрам бүләге тип, ҡулына сәскәле яулыҡ тотторорға ла өлгөрҙө Зариф. Инәйҙең ҡәнәғәт кеткелдәтеп көлөүе аҫтында сығып киттеләр.

Юлдары Һаҡмар аръяғындағы Алтынса тауы аҫтына ине егеттәрҙең.

Йылға буйында усаҡ яғып, шешлек ҡыҙҙырып, әрме мәҙәктәрен иҫкә төшөрөп оҙаҡ ҡына күңелләнеп ултырғандан һуң ҡайтырға сыҡтылар. Иллә-мәгәр, баяғы инәй тураһында иҫкә төшөрөүсе лә, уны һөйләүсе лә булманы. Ҡайтыр юлда яр буйындағы өйгә еткәс, Шәһиттең түҙемлеге тамам бөттө.

- Йә, әйтһәгеҙ әйтегеҙ ҙә, был инәйҙең кем икәнлеген. Әйтмәһәгеҙ, урынымдан бер аҙым да шылмайым, - тип ҡулын бөйөрөнә таянды. Быны ишеткән егеттәр уға ҡарап: "Тсссс!"- тип бармаҡтарын ирендәренә терәнеләр ҙә, көлөшә-көлөшә йәһәтләп ситкә тайҙылар. Аптыраған Шәһиткә уларҙың артынан эйәрмәйенсә сара ҡалманы. Байтаҡ ара үтеп, мәктәп аръяғындағы Хан тауына менгәс кенә, егеттәр яңынан һүҙ башланы.

- Шунан, беҙҙең ауыл һиңә был тауҙан һәйбәт күренәме?

- Эйе, ус төбөндәге кеүек.

- Улайһа, тыңла! Анаауы аҫылмалы баҫманан ары киткән юлды күрәһеңме? Шул юлдан Алтынса тауы буйлап ике саҡрым да бармайһың, Йәркәй ауылына барып етәһең. Йәркәй ауылы балалары 4-се кластан алып беҙҙең ауылға йөрөп уҡый. Йөрөп уҡыуҙары бер эш, кис етһә, егеттәре беҙҙең ауылға клубҡа ла киләләр, ҡыҙҙар күҙләргә. Беҙ ҙә унда барабыҙ, әлбиттә. Үҙең беләһең, күрше-тирә ауылдарға йөрөп ҡыҙҙар күҙләү - борондан ҡалған йола. Иллә-мәгәр, төнгө ауылдың егеттәр ҡулында икәнен аңлайһыңдыр, ҡустым. Шәһит хеҙмәттәше Зарифтан бер айға ғына кесе, шуға ла шаяртып «ҡустым» тип өндәшеүе.

- Шулааай, - тип дауам итте Зариф. - Был хәл беҙ өҫтәл аҫтынан йәйәү йөрөгән саҡтарҙа булған. Күрше ауыл егеттәре нимәһе менәндер беҙҙекеләрҙең зитына ныҡ тейгән. Үсте алырға була, ошондай йәмле бер кистә беҙҙең Монаш егеттәре шул Йәркәйҙәрҙе туҡмап ҡайтарырға һүҙ беректергән. Үҙең күреп тораһың, уларҙың йөрөгән юлы ус төбөндәгеләй күренеп тора. Иң уңайлы урынды һайлап, Миңнурый инәйҙең өйө эргәһендә йыйылғандар былар. Йәркәйҙәрҙе көткән арала үҙ-ара һөйләшеп, план ҡороп алғандар. Аҫылмалы күперҙән сығып был яҡҡа ыңғайлауҙарына, анааауы картуфлыҡтар буйындағы тарыраҡ урында тотоп алып түпәләргә булған уйҙары .

Шәһит дуҫы күрһәткән яҡҡа ҡараны. Ысынлап та, аңғармаҫтан тотоп алып бәргесләргә уңайлы урын. Бер яҡтан текә йылға яры, икенсе яҡтан баҡсалар.

- Тик егеттәр үҙҙәре менән бергә Йәркәйҙәрҙе тағы ла берәүҙең көтөп торғанын белмәгән. Баяғы Миңнурый инәйебеҙ сығышы менән шул ауылдан булып, ғүмер буйы «Минең Йәркәйем» тип йәшәне. Егеттәрҙең планын ихата эсенән ишетеп торған инәй, тыуған ауылының егеттәрен ҡотҡарырға ҡарар ҡылған. Төнгө тынлыҡта ней, тауыш әллә ҡайҙа яңғырай бит ул. Йәркәйҙәрҙең тау яғынан күренеп, аҫылмалы баҫмаға яҡынлай башлауы булған, Миңнурый инәйебеҙ ҡысҡыра ла башлаған: «Килмәгеҙ, килмәгеееееҙ! Бында һигеҙ егет һеҙҙе туҡмарға тип көтөп тораааа! Ҡайтығыыыыыҙ, кире боролоғооооҙ!» Инәйҙең тауышын ишеткән егеттәр баҫманан сыҡмаған, аръяҡтан кире әйләнеп ҡайтып киткәндәр. Инде генә һуғышырға ҡулдары ҡысып торған егеттәрҙең йәне көйгән, әлбиттә. Фәррәх ағай таяғын алып, инәйҙең урамы эсенә һелтәп ебәргән ыңғайы: «Ууух, пограничник!!!» - тип ҡысҡырған . Шунан алып инәйебеҙ «Пограничник» ҡушаматын йөрөтә.

Шәһит күҙ алдына килеп баҫҡан күренештән тәгәрәп ятып күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы көлөп, бер аҙ тынысланғас: «Улай булғас, ул нишләп һеҙҙе ҡыуып сығармай, ҡунаҡ итеп ултыра?» - тип һорарлыҡ хәлгә килде.

- Уныһы айырым тарих, ҡустым, - тип көлөмһөрәне Зариф. Был инәйҙең шунан һуңмылыр, әллә өйөнөң ситтә ултырыуы касафатынанмылыр, беҙҙең төндәге бөтә мажараны ла энәһенән-ебенә тиклем белә торған ғәҙәте бар. Бына әгәр ҙә беҙ бөгөн төндә берәй эш боҙһаҡ, әйтәйек күрше-тирәнең баҡса ҡоймаһынан берәй штакетникты һурып алһаҡ, йә һындырһаҡ, иртәгә таңдан эп-эсвижей генә мәғлүмәт көтөү ҡыуғанда уҡ барса халыҡҡа билдәле буласаҡ . Бына үткәндә беҙҙең Күстәнә йылғаһы кисеүендә күрше Айгүл ауылы егеттәренең матайы боҙолған ине, этешеп сығарышып ебәрҙек. Егеттәрҙе беләһең, саҡ ҡына һүҙгә лә әтәсләнергә торған холҡ бар бөтәбеҙҙә лә, араһында эләгешеп тә алдыҡ. Нисәлә ҡайтып ятҡанымды үҙем дә белмәйем, әммә иртәнсәк Миңнурый инәйҙең беҙҙең төнгө мажараны түкмә-сәсмәй генә әсәйемә һөйләп ултырған тауышына уянып киттем. Шунан әйт һин, пограничник түгел тип. Дөйөм генә лә һөйләмәй бит ул, хатта күрше ауылдағы егеттәрҙең дә исем-шәрифтәрен дөрөҫ әйтә, уларҙың ҡайһыныһын мин үҙем дә белмәйем . Иллә-мәгәр, шуныһы ла бар, күрше-күләнгә зыяның теймәһә, нимә ҡыланһаң да ярай, бер кем дә белмәйәсәк.

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, инәйҙең өйө ситтә булғас ней, шешлек бешерергә утынын да сәлдерәбеҙ, дөмбәҫләшкәндә штакетниктарын да һурып алабыҙ, бесәнлегендә тәмәке тартып ятып, бесәне лә янып китә яҙҙы бер мәлде. Кемдең эше икәнлеген дә белде инәй, әммә кенә ҡыуып үсләшеп йөрөмәне. Шул яғынан ҡарағанда, шәп кеше ул, Миңнурый инәйебеҙ!

- Беҙҙең ауыл мәрәкәсел бит ул,-тип һүҙгә ҡушылды Рәүеф. - Бер йылды егеттәр ошо 28 майҙа байрам итеп йөрөгәндәр ҙә, инәйҙе: «Байрам менән!» - тип шаяртҡандар. Инәйебеҙ уларға рәхмәт әйткәс кенә: «Ниндәй байрам һуң ул?» - тип һорай ҡуйған. «Һуң, инәй, пограничниктар көнө лә инде!» - тип яуаплаған егеттәрҙең тетмәһе тетелгән тиҙәр былай. 

- Шуның менән бөттө тип уйлайһыңмы? Бөтмәй торһон, көтөп тор! Киләһе йылына инәйҙе тағы шаяртырға булғандар. Яңы ғына әрменән ҡайтҡан йәш кенә асыҡ-ярыҡ бер егетте әлеге өйгә индереп ебәргәндәр. «Бар, инеп байрам менән ҡотлап сыҡ Миңнурый инәйҙе. Ҡотлаусыларҙы һыйлап сығара ул», - тип ҡотортҡандар. Уны-быны уйламаған егет барып инеп, байрам менән ҡотлап ташлаған. Миңнурый инәй ҙә хәлде аңлаған. Ул да ҡыҙыҡ кеше, туҡта, был минең менән булышыусыларҙы ҡылайым әле, тип уйлап, егетебеҙҙе өҫтәл янына ултыртып тороп, ҡунаҡ иткән! Етмәһә, бер ярты ла тотторған әле… Тышта көтөп тороусылар туҡмалып сығырға тейеш егеттең ауыҙы ҡолағына етеп килеп сығыуын күреп, хайран ҡалғандар. Шулайтып инәйебеҙ был юлы ла алдына сығармаған егеттәрҙе… Аҙаҡ ғәҙәткә инеп китте, байрам һайын ҡотлайбыҙ.

Шәһит туҡтауһыҙ көлөүҙән саҡ тынысланып, йәшләнгән күҙҙәрен ҡулының һырты менән һөртә-һөртә: «Ну, егеттәр, ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ байрам яһанығыҙ миңә. Монашҡа килмәһәм, шундай мәрәкәсел ауылдың барлығын да белмәҫ инем, рәхмәт инде», - тип һәр береһенә ҡул бирҙе. «Һаубуллашайыҡ, таң һыҙыла, Миңнурый инәйебеҙ шәйләп ҡалмаҫ борон һыҙҙыҡ был тирәнән»,- тип көлә-көлә тауҙан төшә башланы.

…Шаярышып төшөп килгән егеттәр ҡапыл ғына тыҡрыҡ эргәһендә пәйҙә булған Миңнурый инәйҙе күреп, стенаға төкөгәндәй шып туҡтанылар.

-Кистән ала башмағым ҡайтмағайны, күренмәне шул тау яғында? - тигән булды инәй.

-Эээ, ней, унда, ней, әәәәә, юҡ-юҡ, бер ниндәй ҙә башмаҡ күренмәне,- тип сәбәләнгән Шәһиткә ҡарап тағы көлөшә башланылар. Ул арала булмай, Миңнурый инәй тағы һүҙ ҡушты:

-Атаҡ, Нурғәле, һин бит пограничник түгел. Нимә ҡарап йөрөйһөң был егеттәр менән? Алдап йөрөйһөңмө әллә, минең дә байрамым тип? Шулай тине лә: «Алаҡай, алаҡай, һәү-һәү!!!», тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өйө яғына ыңғайланы.

Аптырауҙан күҙҙәре маңлайҙарына менгән егеттәр һүҙһеҙ генә Нурғәлегә боролдо. Ысынлап та, ҡайҙан килеп ҡушылды һуң әле уларға Нурик? Бәй, аръяҡҡа сығып барғанда: «Байрам менән!»-тип өндәшкәйне, үҙҙәре менән алды ла киттеләр ҙә баһа! Уның пограничник булмағанлығы иҫтәренә лә төшмәгән! Вәт һиңә пограничник! Үҙенең байрамы түгел икәнде белә тороп, нишләп эйәргән ул, ә ? Йоҙроҡтар йомарланып инде генә эләгешергә әҙер торған егеттәрҙең аңына Нурғәленең: «Тыуған көн бит минең, егеттәр! Һеҙҙең байрамда тыуғанмын, шуға ғына…»- тигән һүҙҙәре саҡ барып етте. Һыуындылар. Ғәфү иттеләр.

–Ярай, тыуған көнөң булмаһа, иҙмәң иҙелә ине. Бөгөн беҙҙең күңел иркен, йәшә, дуҫ!- тип таралыштылар.

Шәһит үҙенең ошондай дәртле лә, мәрәкәсел дә, сәмсел дә, мурт һүҙле, ихлас күңелле кешеләр йәшәгән ауылда дуҫы булыуға ҡыуанып, ҡайтырға сыҡты. Хатта Нурғәлене ғәфү итеүҙәренә лә шатланды. Зариф менән ихлас ҡосаҡлашҡандан һуң:

-Рәхмәт дуҫ! Тиҙ генә онотмаҫмын инде бындағы мажараларҙы, юлда иҫемә төшөп, көлөүҙән «Кәзә»мдең рулен ысҡындырып ебәрмәһәм булды, - тип мәрәкәләне лә матайына менеп юлға сыҡты. Артынан Миңнурый инәйҙең аталығы ғына оҙон муйынын һуҙып, ҡанаттарын елпеп бер аҙ йүгерә бирҙе лә, үҙенең ғәйрәте менән маҡтанған кеүек ҡаңғылдап тороп ҡалды…

Аҡйондоҙ Ғәниева.

[id140912972|Венер] Исхаков

3 1 ER 0.7325
Тыуған көнөгөҙ ҡотло былһын.
Бәхет, шатлыҡ килтерһен Аллаһы Тәғәлә)
[id348961550|Гульдар Султанова]

0 5 ER 0.6149
Родной язык начинается с семьи. Маршрутка.

В ролях: Ильсур Баимов, Минзаля Хайруллина, Руслан Галимов, Зиляра Юлтаева, Лилия Сагитова, Илюза Итикеева, Айнур Габитов и Гузелия Галимова.
Песня по радио: "Родная деревня" поёт Фарит Бикбулатов.

7 0 ER 0.5147
Бөгөн – галуш көнө
АУЫЛ “ВЕЗДЕХОДЫ”

Йәше-ҡарты галуш кейә
Йәйен-ҡышын ауылда.
Зәрә оҡшап ҡала галуш
Айырыуса яуында.

Һыу үткәрмәй, үҙе йылы,
Үтеп була бар ерҙән.
Йәлке булмаҫ уға урын
Биргәндә лә иң түрҙән.

Ауылдың вездеходы ул,
Везде ходит был галуш.
Ҡайһы саҡта шул галушҡа
Булып та ала талаш.

Кем өлгөрө, ул шуныҡы –
Тупһа төбөндә көтә.
Теләгән ереңә илтер –
Аяҡ тығыу ҙа етә!

Бер ҡараһаң, оло ҡата
Күршегә бара инеп.
Бер ҡараһаң, өй янында
Һүҙ тыңлай иҫе китеп.

Бер ҡараһаң, һыуға китә,
Унан һыйыр һауыша.
Урамда хужабикәгә
Ҡайсаҡ ләстит һатыша.

Магазинға ла йөрөй ул,
Мунса яға, ҡар көрәй.
Бер ҡараһаң, бәләкәсен
Санаға һалып һөрәй.

Бесән саба, йыя, ҡоя,
Ташып ала ҡураға.
Туфлиҙар асфальт тапаһа,
Был елдерә тураға.

Лаклы туфли арты торһон,
Йәшәһен беҙҙең ҡата!
Һикәлтәлә, тоғро эттәй,
Һәр ваҡыт көтөп ята!

Машинаға ла өйрәнде -
Тормоз-газды шәп белә.
Йыуып алһаң, ҡыуаныстан
Ялт та йолт итеп көлә.

Ҡатаң булмаһа, ауылда
Делать нечего, дуҫтар.
Байрамы менән ҡотларға
Сәпәкәй итһен устар!

[club53490442|Ҡаймаҡ ∙ Каймак]

12 1 ER 0.4971
Октябрьский ҡалаһында туй гөрләне. Мөнир Хәнәфиев менән Эльвира Басирова өсөн был никах тәүгеһе. Мөнир Абдулхәмит улы Ҡазан музыка училищеһын тамамлаған, «Синтез» төркөмө менән бөтә Советтар Союзын урап сыҡҡан. Хәҙер бер концерт та уның сығышынан башҡа үтмәй.

Эльвира Басирова 2016 йылдың октябренән инвалидтар йортонда йәшәй башлаған. Был ваҡытта ул 28 йәштә булған. Йәш ҡатындың сире тураһында белгәс (Эльвираның аяҡтары менән проблема), интернатта яңы һөнәр үҙләштергән Мөнир уға уңайлы ортопедик аяҡ кейеме теккән, хатта уны орнамент менән биҙәгән.

Улар уртаҡ тел тапҡан, һуңынан өйләнешергә хәл иткән. Хәҙер уларға айырым бүлмә биргәндәр. Йорт-интернатта әйтеүҙәренсә, улар быйыл өйләнешкән тәүге пар. Бәғзе берәүҙәр кейәү менән кәләштең йәш айырмаһы ҙур, тип бара! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

[id140912972|Венер] Исхаҡов

7 14 ER 0.5814
С днём рождения, любимые братишки!!!
😘💐🎂
Лучших братьев близнецов я поздравляю,
Настроение будет пусть на высоте.
Вам здоровья я сибирского желаю,
Чтоб жила любовь у вас в душе.

Чтоб друзья вас непременно обожали,
Понимали с полуслова, чтобы вас.
Каждый день чтобы заботой окружали,
А возможно даже каждый час.

Теплоты, желаний исполнения,
Чтоб вокруг творились чудеса.
По пятам чтоб шло всегда везение,
И светились ярко, чтоб глаза. ©

0 1 ER 0.3468
6 май 1977 йыл Хәлил урта мәктәбендә етенсе класта дәрес үткәрәм. Бер ваҡыт, һис көтмәгәндә, спорт-залға мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Сәмсинур Нуритдин ҡыҙы килеп инде лә ишек янында ҡатып ҡалды. Мин уҡыусылар менән булашам, ә ул сәйер ҡарашы менән тексәйеп торҙо ла әйләнеп сығып китте.

Бына бөтә мәктәпкә яңғырап ҡыңғырау шылтыраны, мин, ғәҙәттәгесә, уҡытыусылар бүлмәһенә ашыҡтым. Унда мине коллегаларым һәм мәктәп директоры ҡаршы алды. Шунда ғына Сәмсинур Нуритдин ҡыҙының сәйер ҡыланыуының сәбәбен аңланым. Мәктәп директоры Әмир Манап улы Шөғөровҡа военкоматтан шылтыратып иртәгәһе көнгә миңә армияға китергә икәнен әйткәндәр икән.

Дәрестәр бөткәс, бөтә мәктәп линейкаға баҫты. Рәттәрҙә “шылт” ит-кән дә тауыш юҡ… Бөтәһенең дә: уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да күҙҙәре миңә төбәлгән. Сығыш яһаусылар нимә һөйләгәндәрҙер, инде иҫләмәйем, ләкин ундағы эске кисерештәрем ғүмеремдә тәүге һәм һуңғы тапҡыр булғандыр. Уйҙар буталышып йөрәкте әрнетеп һыҙлата. Ике йыл буйына ҡәҙерле, яҡын булып өлгөргән алтынсы класс уҡыусыларым күҙҙәренә йәш тығылып, өнһөҙ ҡалған. Хәҙер улар, атай-әсәй булып, балалар үҫтереп, ҡайны-ҡәйнәләргә әйләнһәләр ҙә һәр ҡайһыһы ҡыҙыл галстуклы уҡыусы булып күҙҙәрем алдында.

Өфөлә

Баш ҡалаға иртә менән барып еттек. Оҙатыусыбыҙ Ишбулат ағай, беҙҙе документтарыбыҙ менән бергә йыйыу пунктына илтеп тапшырып, һәр-беребеҙҙең ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫып хушлашып ҡайтырға сыҡты.

Донъяла көтөүҙән дә ауыр нәмә юҡ икәнен бында ғына аңланым мин. Көн оҙон, казармаға йоҡларға ғына индерәләр. Май ҡояшы аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ә күләгәле урындар юҡ. Һәр кем үҙен саҡырғанды көтә. Бейек ҡапҡа асылып, ябылып тора, берәүҙәр хеҙмәт итеү урындарына китә, икенселәре улар урынына килә.

Мин аптырап торманым, ҡойманың тәпәшәрәк урынын таптым да, ҡалаға сығып йөрөнөм. Баш ҡаланың үҙәген арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡтым. Көн үткәне һиҙелмәйҙә ҡала ине.

Бер ваҡыт төн уртаһында беҙҙе, йөҙҙән ашыу егетте, уятып казарма-ның икенсе ҡатына коридорға теҙеп ҡуйҙылар. Алдыбыҙға бер капитан һәм ике сержант килеп баҫты. Офицер эшлекле генә тамаҡ ҡырҙы ла һүҙ башланы:

Так, бойцы, будущие защитники Родины! У нас в команде не комплект, короче, троих не хватает, кто хочет в ВДВ – шаг в перед! – тип команда бирҙе. Ундай мөмкинлекте кемдең генә ебәргеһе килһен инде, бөтәһе лә аҙым яһаны. Капитан тағы тамаҡ ҡырҙы ла: “Нам не сто пятьдесят, а троих надо! Ладно, сами будем выбирать, Саша, начинай!” – тип бер сержантына бойороҡ бирҙе. Уныһы бер аҙ тапанып торҙо ла сафтың уң яғынан “выбирать” итә башланы. Тос йоҙроғо менән түшкә һуға ла “Слабак… Плохой товар...” – тип икен-сегә күсә. Егеттәрҙең ҡайһылары осоп барып төшә, йә бөгөлә. Сират миңә лә килеп етте. Исем, шәрифемде әйтеп өлгөрҙөм, теге миңә һәйбәт кенә “ултыртты”. Мин бер-ике аҙым артҡа сиктем. Сержантына эйәреп килгән капитан: “Сашок, а ну повтори-ка, вроде крепкий” – тип тегенеһен һөсләне. Был юлы көслө һуғыуға, түштең ауыртыуына сыҙаманым, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, тегенең ҡолаҡ төбөнә ҡундырҙым. Артҡа сигенеп китте, әммә ҡоламаны, ҡәһәрең. Шунан теге күҙҙәрен аҡайтып миңә килә башлағайны, янындағы капитан уны: “Не надо, Сашок, такой нам не нужен, слишком психованный…” – тип туҡтатып, ары алып китте.

Әлбиттә, улар команда тултырып йөрөгәндәр түгел. “Һатып алыусылар” (частәрҙән килгәндәрҙе шулай атайҙар) команда йыйып, Өфөлә бер нисә көнгә ҡалһалар, күңелһеҙлектән үҙҙәре өсөн шулай мәрәкә ойошторалар икән.

Аҙна үтеп китте, ә мине һаман саҡыртмайҙар. Ләкин миңә күңелһеҙ түгел ине. Көн һайын сәғәт биштән һуң ҡойма аръяғындағы “азатлыҡҡа” һыпыртам. Сөнки унда мине Фәриҙә исемле ҡыҙ көтә ине. Уның менән Салауат Юлаевтың һәйкәле янында танышҡайным. Ул университеттың тарих факультетында дүртенсе курста уҡый. Ике аҙна эсендә Фәриҙә миңә бик эҫенеп өлгөрҙө. Үҙе Өфөнөкө, Сипайлово биҫтәһендә йәшәй. Бер нисә тапҡыр өйҙәрендә булдым, ата-әсәләре менән таныштым. Мин уларға оҡшаным шикелле. Һаман үтмәгән “тауар” булып армияға эләгә алмай йөрөһәм дә, күңелем менән етенсе күктәрҙә инем. Ниңә бошонорға! Көн һайын башҡала ҡыҙы менән кинотеатрға бараһың, кисен кафела ултыраһың, Салауаттың һәйкәле янында бейеп күңел асаһың, ә Ағиҙел ярында таңды ҡаршылауҙар!..

Шулай ҙа көн һайын иртәнсәк комиссариатҡа инеп һорашып йөрө-нөм. Мине хатта танып, белеп бөттөләр. Тупһаны ашаҡлауым була: “Багаув, иди, пока загорай!” – тип кире боралар. Һуңға табан инмәй башланым, кәрәк булһам – саҡырырҙар әле, тигән уйҙа инем. Ысынлап та, бер көн төшкә табап урамдағы динамиктән минең исем, шәрифем яңғыраны...

Кем ул  Микола Бауман?

Сентябрь айында, сираттағы политзанятиелә бөтә дивизионға (дүрт взвод) мәктәптәге кеүек бер аҙнаға “өйгә эш” бирҙеләр. Һәр кем һалдат хеҙмәте тураһында фекерен яҙып замполитҡа тапшырырға тейеш. Мин үҙ яҙмамды иртәгеһенә үк тапшырҙым.

Аҙна үттеме-юҡмы, беҙҙе, алты курсантты, штабҡа саҡырттылар. Беҙҙән инша яҙҙыртыуҙың сәбәбе хәрби округтың “На страже” газетаһы иғлан иткән конкурс икән. Беҙгә яҙмаларыбыҙ мәҡәлә булып баҫыласағын әйттеләр һәм редакцияның штаттан тыш хәрби корреспонденты булырға тәҡдим яһанылар. Вологданан Непеин һәм мин генә ризалаштыҡ, башҡалар баш тартты.

Редакция хеҙмәткәре майор Козик ике көн буйы беҙҙе журналистиканың төрҙәренә, алымдарына өйрәтте. Улар – репортаж, һүрәтләмә, очерк һәм башҡа газета жанрҙары. Өсөнсө көндө белеме-беҙҙе тикшерҙе лә бик ҡәнәғәт ҡалды. Шулай итеп, кеҫәбеҙгә штаттан тыш хәрби хәбәрсеһе  инеп ятты. Гәзиткә “Микола Бауман” тигән псевдоним менән яҙырға рөхсәт алдым. Ул минең ауылда малай саҡтан ҡалған ҡушаматым.

“Учебканы” тамамлап, “кесе сержант” погондары тағып Удмуртияға ебәрелеп, ундағы тормошҡа бер аҙ өйрәнеп алғас ҡына яҙа башланым. Тәүге мәҡәләм дивизионда үткәрелгән спорт байрамы тураһында булды. Гәзит килгәс, “точка”ла зыу ҡуптылар. Кем ул Микола Бауман тигән һорау ракетчиктарҙы ла, офицерҙарҙы ла бөтәһен дә борсоно. Ә мин, нишләптер, асылырға баҙнат итмәйем. Айына унлап сыға торғайны ҡыҫҡа ғына мәҡәлә-ләрем. Уларҙың авторы кем икәнен белә алмай, ҡаңғырып ҡаңғырҙылар ҙа баҫылдылар. Ракетчиктар үҙ-ара бәхәсләшеп иҫтәре китте. Микола – күпселек белорус, молдовандар араһында таралған исем, ә Бауман – еврей фамилияһы, улар полкта юҡ.

Дүшәмбе һайын политзанятиелә яҙмаларымды ҡысҡырып уҡыйҙар, ҡыуаналар. Запмолит: “Ну, кто же этот Бауман?! Но, все равно, молодец он. Теперь мы каждый раз по всему Приволжскому военному округу гремим. А это очень хорошо!” – тип шатланып, үҙен йыуатып ҡуйыр ине.

Яҙғандарым өсөн гонорарҙар килеп торҙо. Бәхетемә, почтальон, татар егете Зөфәр менән һөйләшеп ҡуйғайным. Сер һаҡлаған өсөн буш итмәнем үҙен, килгән аҡсамдан өлөш сығара инем.

Белһәгеҙ ине минең, “черпак”тың (йыл хеҙмәт иткәндәрҙе шулай атайҙар) нисек абруй ҡалҡанын: исемемде дивизионда ғына түгел, полкта белә башланылар. Взводтағы “дед”тар үҙҙәрен батшаға тиңәп йөрөй торғайны, хәҙер ҡаршылашмай башланылар, нимә ҡушһаң да, буйһоналар. Замполит менән бында килгәндән бирле борсаҡ бешмәй ине. Хәҙер уға дивизионда иң кәрәк кеше, уң ҡулы булып киттем. Ул күберәк минең аша, беҙҙе ялҡытҡан, йыш үткәрелгән политик сараларын, эшен күрһәтергә тырышты.

Миңә лә яҙыуы еңелерәк булып ҡалды. Офицерҙар үҙҙәре тема тәҡдим итә, кәңәш бирә. Был шөғөлөмдең бер шәп яғы бар ине. Аҡса кәрәк булһа, тотам да  яҙып ебәрәм. Үҙем 16 һум “сержантский” алһам, яҙғандарым өсөн ай һайын 20 – 30 һум килә торғайны. Ә ул ҙур аҡса.

Хеҙмәттәре тамамланып килгән “дед”тар миңә юхалана торғайны. Миңә ни ҡағыҙ йәлкеме ни? Уларҙың тыуған яҡтарына, гәзиттәренә, элекке эшләгән урындарына ҡараны – аҡ, аҡты бар итеп тә маҡтап яҙып ебәрәм. Йәнәһе, яҡташығыҙ өлгөлө һалдат... спорт менән мауыға. Хәҙерге ваҡытта үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләй... Көтөгөҙ, тиҙҙән ҡайта һеҙҙең бөркөтөгөҙ!

 

Юғалған һаҡсы

Йәмле июнь айының бер кисендә беҙ: мин – начкар (ҡарауыл на-чальнигы), ике сержант – таратыусылар (разводящийҙәр), ун һигеҙ һалдат (часовойҙар) ҡарауылға килдек. Һәр беребеҙҙең бурысы ябай ғына һымаҡ, ләкин яуаплылығы көслө. Мин бөтә ҡарауыл өсөн яуап бирәм. Уны дөрөҫ ойоштороу, “ЧП” булдырмау минең елкәлә. Ә тара-тыусылар (разводящийҙар) һаҡсы-ларҙы ике сәғәт һайын алмашты- рырға тейеш. Ә часовой үҙенә беркетелгән территорияны, мөлкәтте һаҡларға бурыслы.

Иң хәүефле осор – төн яҡшы үтеп китте. Кискә табан сәғәт биштәр тирәһендә икенсе таратыусы кесе сержант Понин ах та ух килеп йүгереп инде. “Иптәш сержант, өсөнсө поста һаҡсы юҡ. Ҡысҡырып саҡырып ҡараным – файҙаһыҙ”, – тине ул йыш-йыш тын алып. Мин тулҡынланыуымды һиҙҙермәҫкә тырышып, разводящийҙы эйәртеп, по-зицияға алып киттем.

Өсөнсө пост стадиондан алыҫ түгел. Ял көнө булһа ла, футбол-сылар күренмәй. Юғалған һаҡсы дивизион командаһының оҫта уйын-сыһы ине. Территорияны, ҡыуаҡ араларын ентекләп ҡарап сыҡтыҡ, ракета һаҡланған ангарҙы ла. “Значит” (уның ҡушаматы) юҡҡа сыҡ-ты. Шунан мин ГСМ  мискәләренең араһынан карабин алып килеп сы-ғарҙым. Икебеҙҙең шуға иҫебеҙ китте. СКС (самозарядный карабин Симонова) янында Коростылевтың пилоткаһы, гимнастеркаһы, ҡайышы, кальсон-күлдәге ятып ҡалған. Ҡыҙыҡ, ярым яланғас ул ҡайҙа булырға мөмкин? Былары табылғас, икәүбеҙ бик ҡәнәғәт булып ҡарауыл өйөнә атланыҡ. Мин устав буйынса бындай хәлде һис һуҙмай, дивизион буйынса дежурлыҡ итеүсе офицерға хәбәр итергә, опергруппа саҡыр-тырға тейеш инем. Улай итмәнем, ни булһа ла – булыр, барыһы ла Хоҙай ҡулында, тип уйлап, эстән генә доғалар уҡыным. Ул ваҡытта, олатайым атаҡлы мулла тоҡомонан булараҡ, мин уның юлын ҡыуып, йәшертен генә дин тота инем. Аллама ышанып, әллә ни ҡайғырманым.

Бына кис тә етте. Икенсе алмаш ҡарауыл килгәс, мөлкәтте, постарҙы тапшырып, теҙелешеп казармаға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ашхананың ҡар-шыһында асыҡ гараждар бар, шунда бер төркөм һалдаттар, бөтәһе билгә хәтлем яланғас, “зыу” килеп таҡта бушаталар. Эш күп бында, әле те-йәүле өс машина көтә ине уларҙы. Ә ситтәрәк уларҙың эштәрен майор Демидюк күҙәтеп тора. Йөк бушатыусылар араһында мин Коростылевты күреп ҡалдым. Ул әйләнеп ҡараны ла ҡатып ҡалды. Мин уға йоҙроҡ күрһәттем дә казарма яғына ымланым. Ул аңлап башын һелкте. Ярай ҙа майор арты менән тора ине, күрмәне.

Карабиндар пирамидаға ҡуйылып бөткәс, юғалған һаҡсыбыҙ, “Значит”, йүгереп килеп инде. Миңә тексәйгән дә бер ни әйтә алмай тик тора. Телһеҙ ҡалырлыҡ шул. Устав буйынса посты ҡалдырып китеү ауыр енәйәт һанала. Мин ҡыуанманым да, асыуланманым да, тыныс ҡына: “Одежда твоя у Семина, иди, забери, потом умываться и на ужин...” – тип әйләнеп киттем. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡарауылда булғандар, Коростылев үҙе лә минең һалҡынлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа иҫтәре китеп аптырағандар. Улар уйлауынса, мин бөтә дивизионға Ко- ростылевты фашлап, енәйәте өсөн дисбатҡа һөрҙөрөп, сиратһыҙ звание алып, отпускаға ҡайтып килер инем. Шулай булмаһа ине! Ә минең фекеремсә, киреһенсә таяҡтың йыуан башы миңә эләгергә тейеш ине. Кем начкар?! Ниңә ҡарауылды тейешлесә ойоштормаған?! Ниңә, һаҡсы урынында булмағас, “тревога” иғлан итмәгән, эҙләтмәгән!?

Шулай итеп изгелелегемә хайран ҡалған ҡарауылдыҡыларҙың үҙемде бәләнән ҡурсалап, ғауға ҡуптармағанымды уйҙарына ла килтермәй ине. Посты нисек ташлап киткәнен төбәшеп торманым, аҙаҡ ҡына Коростылев үҙе һөйләп бирҙе:

– Заступил, значит, на пост, а рядом на стадионе футбол гоняют, значит. Стоял, стоял, не вытерпел – спрятал карабин, разделся до пояса и на стадион. Там, значит, техни-ческий дивизион играет со связис-тами. Но меня, как опытного футболиста, связисты прибрали себе, зна-чит. Несколько раз играли без поражений, я лично сам забил три гола в ворота технарей. И вот, значит, откуда-то появился майор Демидюк, повел нас доски перекидать доски с одного склада в другой, значит, а потом мы разгружали семь машин. Значит, я убегать не могу, майор от нас не уходит не на шаг.

Шулай итеп, часовой Коростылев, “Значит”, дүрт сәғәт поста “не значился”.

 

Карабахтың Митхуны

Дивизионда иң бәләкәй һалдат Кочариев Магеррам Ажоноглы бул-ды. Мин буйға тәпәшмен, ә ул яурынымдан була торғайны. Глазовҡа, ҡалаға,  “увольнениеға” сыҡҡанда фотоательеға ингәйнек. Фотограф беҙҙе ултыртып төшөрҙө. Магеррамдың ултырғысын өйрөлтөп күтәреп миңә тиңләне.

Был егет Таулы Карабахта урынлашҡан Хаикенд (Степанакерт) ҡа-лаһынан ине. Эй, матур йырлай торғайны. Биҙрәне түңкәреп тубыҡта-рына ҡуя ла тупылдатып һуҡҡылап һинд йырҙарын йырлай башлай – киноң да кәрәкмәй. Шуға ла уны Митхун Чакроборти тип йөрөттөләр. Был ҡушаматы менән ул ғорурлана ине. Һинд актеры Митхундың кәүҙәһенең яртыһы булғандыр әле был әзербайжан егете. Магеррамды бөтәһе лә яратты. 2000 йылда мин уға ҡунаҡҡа барырға тейеш инем. Ҡатыны Севиндж менән Эльман исемле ул үҫтерә ине. Ләкин осрашырға насип булманы. 1998 йылдың февралендә әрмән боевиктары Магеррамдың ғаиләһен үлтергәндәр. Бының турала Ходжалынан ағаһы хатта яҙҙы.

 

Аҙашҡан итектәр

“Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ бергә йөрөйҙәр инде” (халыҡ һүҙе).

Дивизионда мине күрә алмаған ике сержант булды. Береһе – техник взводтан Федоров, икенсеһе – элемтәсе Рымарь. “Почет таҡтаһына” уларҙың фотолары янына минеке лә эленгәс, быларым һис ҡәнғәт булманы. Был алдынғы сержанттарға асыуым ҡабармаҫ ине, башҡорттар тураһында төрлө анекдоттар һөйләй торғайнылар. Рымарь сержанттарҙың занятиеһында, әллә ҡайҙан белгәндер инде: “Башҡорт в переводе на русский, в голове червяк. А у тебя мозги или черви?” – тип һалдырҙы.

Мин үс алырға булдым. Был икәү көҙ ҡайтырға тейеш. Август айында таңға ҡарай “тревога” булырға тейеш ине. Мин төн урта-һында ике казармаға ла инеп Рымарь менән Федоровтың итектәрен ал-маштырҙым. Тәүгеһенә икеһе лә уң яҡ, икенсеһенә – һул.

Таңға ҡарай сирена тауышына бөтә дивизион аяҡҡа баҫты. Һанаулы минуттар эсендә “стартовик”тәр позициялағы ракеталар янында, элемтәселәр локаторҙарында, машина йөрөтөүселәр гаражда булырға тейеш.

Унан һуң штаб янындағы плацта “общее построение”: ракетчиктар-ҙың нисек кейенгәндәре тикшерелә. Бына шунда булды “мәрәкә”. Һәр ваҡыт маҡталып йөрөгән ике дедты – өлкән сержанттарҙы шәхси состав алдына баҫтырып ҡуйҙылар. Дивизион командиры “тәмле” һүҙҙәрен йәлләмәне: “ Весь дивизион опозорили! На дембель оба пойдете в последнюю очередь! Охренели, в своих сапогах не могут раз-бираться”, – тип туҙынды.

Тегеләрҙең фотолары “Почет таҡтаһынан” алынды. Хәҙер уларҙың береһенә “Левый сапог”, икенсеһенә “Правый сапог” тигән хур- лыҡлы ҡушамат таҡтылар. Дивизион командиры һүҙендә торҙо. Һуңғы партияла ҡайттылар.

Хушлашҡанда итектәрҙе алмаштырғанды әйтттем, икеһе лә бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар ҙа өндәшмәнеләр. Мин ғәфү үтен-мәнем, эстән ҡыуандым ғына. Сөнки бик күңелем ҡалған ине уларға.

“Поморин”

Дивизионда саҡырылышташ Валерий (фамилияһын яҙып тор-майым) яҡташым булды. Ул Магни тогорскиҙан ине. Старшина вази-фаһына күсерелгәс, киске тикшереүҙә уның сәйерлегенә иғтибар иттем. Арыған, карауаттарына йоҡларға ашыҡҡан һалдаттар ара-һында бер үҙенең кәйефе үтә күтәренке була торғайны. Дискотекаға килһәнме ни, юҡ-барға хихылдап көлөп ебәрә. Уның “Поморин” тигән ҡушаматын дивизионда теш пастаһын бер шешә һыуға иҙеп йоҡо алдынан эсергә ғәҙәте булған өсөн таҡҡандар икән. Ул, ашҡаҙанға килешә, тип алдашҡан.

Бер кисте, отбойҙан һуң казар-маны әйләнеп ҡарап сыҡҡанда тәҙрә аҫтындағы батарея өҫтөндә кип-терергә һалынған икмәк киҫәктәрен күреп ҡалдым. Дневальныйҙы саҡыртып алдым. Ул: “Это “Поморин” каждый раз сушил. Для чего – не знаю,” – тине.

Мин яҡташты карауатынан торғоҙоп алып, “Һин, Валера, икмәктәрҙе ни өсөн киптерәһең? Ә уларҙың өҫтөнә нимә һылағанһың? Әйҙә, госпитәлгә ят ашҡаҙаның ауыртҡас, тик казарманы ҡыйлама”, – тип һүҙ башланым. Ә ул иҫе лә китмәй, тумбочка эсенән тәрән тәрилкәгә һалынған икмәк киҫәктәренең береһен ҡабаланмай ғына сәйнәп йотто ла: “Нет, земляк, скоро домой... Там буду как надо лечиться”, – тине лә ҡуйҙы. Мин башҡаса уны йөҙәтмәнем.

Уның киске тикшереүҙә хихылдап, сайҡалып тороуына мин башҡалар ҙа өйрәнеп бөттөк. Армиянан ҡайтҡас, ун йыл самаһы үткәндер, уның янына барҙым. Элекке Валера түгел ине ул. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған, бахырҡай, күҙҙәре төпкә батҡан. Тураһын әйткәндә, тере мәйет ине. Ул осрашыуыбыҙға ҡыуанманы ла: “Эх, командир... Зачем ты не остановил меня, токсикомана в свое время?” – тип үпкәһен белдерҙе. Икенсе барғанымда, ул яҡты донъяла юҡ ине.

Беҙҙең дәүерҙә “токсикоман” тигән һүҙ юҡ ине, “наркоман” – ишетелеп ҡала торғайны. Иҫләйем, милицияла эшләгәндә район бу-йынса наркоман

6 0 ER 0.3847
Көтөүсе һабағы

Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.



Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти. “Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” – тип уйға ҡалған диндар. Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән:
– Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың?
– Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.
Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған:
– Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем?
– Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: яңғыҙ малды ашатҡан хәлдә лә, уға барыһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирмәҫ, ә бер өлөштө генә һалыр инем...

Ҡәҙер китмәһен

Бер ғалим Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янына көн дә килә икән. Сираттағы мәртәбә күрешкәс, Пәйғәмбәребеҙ уға:
– Улай йышламаһаң ине, – тигән. – Юғиһә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәй башлауыбыҙ ихтимал. Ҡояшҡа ҡара. Ул көн дә яҡтырта, әммә болоттар араһына йәшеренгән ваҡытында үҙенең ҡәҙерен нығыраҡ тоябыҙ түгелме?

Асыуыңды тыя алмаһаң...

Үҙ-үҙен тота алмайынса тиҙ ҡыҙып китеүсән егет йәшәгән, ти. Уға атаһы бер мәл ҡаҙаҡ тултырылған тоҡ биргән дә:
– Асыуыңды тыя алмаған саҡта ошоларҙы берәмләп ҡоймаға ҡата бар, – тигән.

Тәүге көндәрҙә тоҡ байтаҡҡа еңеләйгән. Артабан иһә егет асыуын әҙерәк тыйырға өйрәнгән, һөҙөмтәлә ҡойма янына һирәгерәк килә башлаған. Ҡаҙаҡ ҡағыуға ҡарағанда хистәреңде йүгәнләп тотоу еңелерәк икәненә төшөнгән ул. Был хаҡта атаһына һөйләгән.
– Яҡшы. Ә хәҙер шулай итәбеҙ: асыуыңды тыйып ҡалған һайын ҡоймаға ҡағылған ҡаҙаҡтарҙы берәмләп һурып сығара бар, – тигән атаһы.
Көн артынан көн үткән. Бына ҡойманан һуңғы ҡаҙаҡты тартып сығарған улы янына атаһы килеп баҫҡан:
– Бурысыңды яҡшы үтәнең. Әммә, күрәһеңме, ҡоймала күпме тишек ҡалды... Ул элекке кеүек була алмаясаҡ. Кешенең күңеле менән дә шул уҡ хәл: ҡыҙыулыҡ аша уйламай әйтелгән һәр асыулы һүҙҙән яра эҙе ҡала.

Автор: [id140912972|Венер] Исхаков

9 2 ER 0.3957
Эх,йәшлек😊

Үлергә ятһаң һикереп торорһоң,
шәп музыка ине ул саҡта.
Ҡолағына айыу баҫҡандарҙа
һикерә ине ҡыҙған саҡтарҙа🤗

Эсмайлафтың сихри көйҙәренә
хисле ҡыҙҙар күпме иланы..😀
Модерн Токинг көйҙәренә,хоҙай
моңһоҙҙарҙа хатта түҙмәне💃

Күкәй хаҡы ,сират баҫып🤗
һинд киноһын ҡарап үҫтек беҙ
Тып-тын ҡала кылуб эстәре
Митхун һуҙһа һөйөү телмәрен.

Күңелдәрҙә иң саф хистәр тыуа
бикһеҙ ине беҙҙең күңелдәр🤗
Төндәр буйы Зуби йырҙарынан
хыялланды беҙҙең теҙгендәр😃

Аҡ күлмәген кейеп уйындарға
сапты беҙҙең дуҫтар, йәшлектә
Саң туҙаны баҫһа, һыуҙар һибеп
үәт,бейешә инек кылубта💃💃

Тик хәтирә булып ҡалды ошо хәлдәр
рәхмәтебеҙ, үткән йәшлеккә!
...Онотолған гармун моңдарына
эйәреп ҡасҡан тиле йәшлектә😉

Римма Саньярова.

18 2 ER 0.4681
Һорау- яуаптар:
1)
- башта, уртала, ай аҙағында өсәр көн ураҙа тотһаң тулы ураҙа була тиҙәр, дөрөҫме?

- юҡ, ундай фекер хата, үҙ үҙеңде алдау. Ундай нисбәттә бөтәһе 9 ғына көн тотҡан һанала, башҡаһы гөнаһлы бурыс һанала. Тәүге бер-нисә көн ауыр була, башҡа көндәр еңел килә, иң шәә Аллаһ;

2)
- теш пастаһы ураҙа ваҡытында ҡулланырға буламы?
- була, тик тамаҡта тәме һиҙелһә ураҙаны боҙа. Төнгө ваҡытта паста менән теш таҙартығыҙ, ә ураҙа ваҡытында ҡулланмауығыҙ яҡшыраҡтыр. Шулай уҡ тәһәрәт ваҡытында тамсы булһа ла һыу йотоуҙан һаҡ булығыҙ;

3)
- нисә йәштән балаларға ураҙа тоторға?
- тәмйиз йәшенән (фекерләү һәләте барлыҡҡа килгәндән, яҡшы һәм насарҙы айыра белеү йәше), ғәҙәттә 6-7 йәш. Һеҙҙең менән бергә сәхәргә торһон, уйын рәүешендә үтер тейештер балаға ураҙаға өйрәтеү, ҡыйынлыҡ тойған ваҡытта ауыҙ асһын;
- 10 - 11 йәштән ҡәтғирәк талаптар менән ураҙаға өйрәтеү урынлы булыр;
- Бәлиғ йәшенә етһә балаға ураҙа тотоу һәм башҡа фарыз ғибәҙәттәр мотлаҡ. Ҡалдырыуы уға ғөнаһ һанала. 13-15 йәш;

4)
- Ураҙаны баштан тотмагайным, ике көн үтһә лә, башлап тоторға буламы? Дөрөҫ булырмы, ураҙалар ҡабул булырмы?
- була һәм кәрәк. Дөрөҫ була әгәр ураҙаның бар шарттарын үтәһәгеҙ, иң шәә Аллаһ;

5)
ҡалдырған көндәремде нисек тотоп ҡуйырға?

- хәнәфи мәҙһәбе буйынса ике төр ураҙаны ҡалдырыу була:
1) мәжбүри - йәғни һеҙ сәфәрҙә булдығыҙ, йә ауырыу сәбәпле ҡалдырҙығыҙ, йә нифәс һәм күрем ваҡыты. Был осраҡта бер көн Рамаҙан ураҙаһы башҡа айҙа бер көн менән ҡаплана;
2) аңлы рәүештә (преднамеренно) - йәғни ураҙа ҡалдырыуҙа сәбәп булманы, тик нәфсте тыя алмау сәбәпле ураҙаны ҡалдырыу. Был кәффәәра тип атала. Һәм бының өсөн:
- 1 ҡол азат итәһегеҙ (беҙҙең мәлдә ҡолдар юҡ);
- 60 көн бер-бер артлы ураҙа тотаһығыҙ;
- 60 меҫкен (ярлы) кешене ашатаһығыҙ.

Аллаһү Тәғәлә һеҙҙең менән риза булһын, ураҙаларығыҙҙы ҡабул итһен, әмин

13 0 ER 0.3471