Статистика ВК сообщества ""Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель""

0+
Дарман өҫтәп оло түлгә, / Яҙышайыҡ "Ағиҙел"гә!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Ике йәшендә Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләп таң ҡалдырған Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы ҡыҙы Гөлмирә Нарынбаева

163 191 ER 27.6342
Кисә Стәрлетамактан Торатау ошолай күренгән. Иҫ киткес матур күренеш! Тирә - яҡта дауыл, йәшен, ә Торатау өҫтөндә ҡояш балҡый.

111 27 ER 12.2106
ЗУБОВОла йәшәүселәр бармы? Ярҙам кәрәк!
_________________

Ураҙа айы бөтөп килгәндә генә, түҙмәй, ғаиләбеҙ менән бергәләп, йөрәкте әрнеткес мәсьәләгә ҡарата бәхәскә инергә тура килде.

Эш шунда, Зубов ауылының беҙ йәшәгән Гарден ҡаласығында яңы мәктәп, уның янында Балалар баҡсаһы асылғайны. Ул Баҡсала 8 рус төркөмө асылып, бер бөртөк тә Башҡорт төркөмө юҡ ине. Башҡорт балалары бер төркөмлөк йыйылһа ғына асабыҙ, тип һуҙып йөрөнөләр башта. Нисек инде Башҡортостандың төрлө Башҡорт райондарынан килеп төпләнгән Өфө районында исмаһам 25 бала йыйылмаһын?! Был осраҡта Башҡорттарҙың мәшәүлеге һәм балаларын маңҡортлаштырырға теләгән теләктәре ҙур роль уйнаны. Ошо Гарден, Лайф 2 ҡаласыҡтары туп-тулы Башҡорттар булып та, ҡултамғалар йыйып, райондың мәғариф идаралығына барып, барыбер балалар тулмай, тип, мәктәп директорынан беҙгә шылтыратып, беҙ әҙерәк көтөп торорға үтенеп, саҡҡа-саҡҡа 30-ға яҡын бала табып ошо Башҡорт төркөмөн астырғайныҡ. 7 рус төркөмө араһында берҙән-бер Башҡорт төркөмө!..Унда ла төрлө йәштәгеләр бергә, йәғни, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар бер төркөмдә...Улдарыбыҙ өсөн ҡыуанып шул төркөмгә өлкәнен йөрөтә башланыҡ. Тора-бара балалар һаны 40-ҡа етте. Ә башҡа рус төркөмдәрендә 50-55-шәр бала. Тик нишләптер барыбер, һуңыраҡ килгән, теләк белдергән Башҡорттарҙы 40-кешелек Башҡорт төркөмөнә алманылар, ә 53-55 кешелек рус төркөмдәренә тараттылар. Ә урыҫ исем-шәрифле, Башҡортса бөтөнләй аңламаған балаларҙы беҙгә тыға башланылар... Был кемдең ундай сәйәсәте булғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә баштан уҡ, Башҡортса аңламаған Башҡорт балалары арҡаһында төркөмдә тәрбиәселәргә ике телдә һөйләргә ҡуштылар. Быны мин шунан белдем, уҡыу йылы башында русса беҙҙең кеүек бер-ике ауыҙ ғына һүҙ белгән Ихтияр улыбыҙ, Баҡсала бөтә күргән-ишеткәнен, апайҙары нимә тип өйрәткәнен русса шыма һөйләй башланы. Тәрбиәселәренән Башҡортса һөйләшеүҙе талап иттек, уларҙың да ғәйебе юҡ инде, уларға өҫтән, ике телдә һөйләргә ҡушҡандар!🤦‍♂ Нисек инде улар көнө буйы балаларға: "Һаумыһығыҙ" - "Здравствуйте", "Идем кушать" - "Ашарға киттек", "Идем на улицу" - "Урамға сығабыҙ" тип һөйләп йөрөй алһындар, етмәһә ул осраҡта барыбер тик русса әйтелгәне генә һеңәсәк балаға, Башҡортса берәй һүҙ әйтһәләр, быныһын аңламаным, русса әйткәнен көтәйем, тип торасаҡ бала. Күп балалар былай Башҡортса аңлаһалар ҙа, русса һөйләйҙәр ине инде, әммә Башҡорт төркөмө шуның өсөн асылған, балалар Башҡортсаға өйрәнһен өсөн, уҡыу йылы аҙағына ҡарай руссаға ҡарағанда Башҡортса күберәк һөйләй алһындар өсөн... Әммә, уҡыу йылы аҙағына еттек, һөҙөмтәлә, беҙҙең балалар нығыраҡ урыҫлашты. Ихтияр ябай ғына, эйе, юҡтарҙы ла, да, нетҡа алмаштырҙы... Шуны кисә кис, Азаматовичтың ваҡыты булғанда йөрәгем әрнеп һөйләп ултырғайным, бөгөн ул иртәнсәк Ихтиярҙы Баҡсаға алып барғанда, Баҡсаның мөдиренә ингән...Һәм: Нишләп беҙҙең балалар Башҡорт төркөмөнә йөрөп тә, русса тағы ла шымараҡ һөйләшә башланылар ул? - тигән һорауына, - ғаиләнән дә тора! - тигән яуап алған...🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂ Әлбиттә, һис шикһеҙ, ғаиләнән тора...әммә башҡаларға ҡарағанда тап ошо тәрбиәсе һәм мөдир белә, беҙҙең, Байтимеровтар ғаиләһенең нисек ошо Башҡорт төркөмөн астырырға янып, директорҙар, идаралыҡтар араһында йүгереп йөрөгәнен, улар нығыраҡ белә, нисек Баҡсала Башҡорт мөйөшөнә ярты милли атрибутикаларыбыҙҙы күсергәнде, ниндәй милли бүләктәр бүләк иткәнде, Башҡорт Ҡыш бабайы булып, үҙебеҙҙең Башҡорт балаларына матур булһын өсөн ниндәй яңы Ҡыш бабай кейеме тапҡанды, төркөмгә "Аҡбуҙат" яҙҙырырға теләк белдергәнде, Башҡорт милли кейемдәре тектереү өсөн бағымсылар эҙләп янып йөрөгәнде, тап улар белә...һәм, уларса, имеш, беҙ өйҙә Ихтиярҙы үҙебеҙ русса өйрәтәбеҙ...Ҡайҙа бында логика?
Азаматовичтың, ни өсөн төркөмгә русса исем-шәрифле, русса ғына һөйләшкән-аңлаған балаларҙы ҡуша башланығыҙ, тигән һорауына, мөдир: Ә һеҙ урыҫтарға ҡаршымы? - тип әйтә ти...🤦‍♂🤦‍♂🤦‍♂ При чем беҙҙең урыҫтарға булған мөнәсәбәтебеҙ?! Бында һүҙ Башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Башҡорт балалары хаҡында түгелме, ҡағиҙәгә ярашлы унда Башҡортса һөйләшергә, уҡытырға тейештәр...Беҙ урыҫтарға ҡаршы түгел, беҙ, ғөмүмән татарҙарға ла, әрмәндәргә лә, ҡытайҙарға ла ҡаршы түгел ул, улай булғас, әйҙәгеҙ, Башҡорт төркөмөнә төрлө миләтте алып килеп тыҡһындар ҙа, улар аңлаһын өсөн, уларҙың төрлө телендә һөйләшһендәр?! 🤦‍♂ Баштан уҡ, мәғариф идаралығында, был Башҡорт төркөмөндә "Не изучение, а обучение на Башкирском языке" буласаҡ тип һөйләшелде бит инде, нишләп хәҙер, хатта изучение түгел, ә урыҫлаштырыу бара??? Был бәхәстең аҙағында аңлаштылар, әлбиттә, яңы уҡыу йылына, тик Башҡорттарҙың ғына балаларын ҡабул итергә, тип...Тәрбиәселәребеҙ ҙә тик Башҡорттар, матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшә беләләр, әммә уларға бына шундай йөкләмә биргәндәр..тәржемә менән һөйләргә...🤷‍♀
Әммә, ошо урында миндә тағы бер һорау тыуа...☝ Төркөмдө астырғанда ҡултамғалар ҡуйған ҡайһы бер ғаиләләрҙең балалары урыҫ төркөмдәрендә йөрөй, быны нисек аңларға? Ошо ике ҡаласыҡта шабырҙап торған Башҡорттар, нишләп һеҙҙең балаларығыҙ рус төркөмдәренә йөрөй? Аңлайым, балағыҙҙы ҡайһы төркөмгә йөрөткөгөҙ килә, ул һеҙҙең хоҡуҡ...Әммә, Башҡорт теле бөтөп бара, тип мыжығандарға күбегеҙ ҡушылып мыжыйһығыҙ, күбегеҙ бюджетта эшләй, шуның арҡала төрлө милли, телгә ҡағылышлы сараларҙа ҡатнашып, милли кейем көндәрендә күкрәк киреп милли кейем кейгән фотоларығыҙҙы, диктант яҙған көндө, башығыҙҙы ғорур күтәреп яҙып ултырған, сертификат алған фотоларығыҙҙы, башҡа милли сараларҙан фотоларығыҙҙы интернет тултырып маҡтанып һалаһығыҙ, ә ҡайҙа һеҙҙең ысын милли рухығыҙ, ул һеҙҙең ҡайһы тирәләрегеҙҙә һаҡлана ул, ни өсөн балаларығыҙ рус төркөмдәрендә йөрөй? Ошо күпселек Башҡорттарҙан торған ҡаласыҡта тулыһынса булмаһа ла, исмаһам, 4 Башҡорт төркөмө, 4 башҡаһы булырға тейеш ине...ә бында, хатта бер төркөмгә лә беҙҙҙекеләрҙе тултыра алмай, башҡа милләтте ҡыҫтырырға, башҡа телдә һөйләштерергә мәжбүрҙәр...😔

Мин өмөтһөҙ ғәжәп итәм...
Әммә, беҙ еңелмәнек әле! Артабан да берҙән-бер Башҡорт төркөмөн урыҫлаштырыу барһа, алда беҙҙе Мәғариф идаралығы, Мәғариф министрлығы, Хөкүмәт идаралыҡтары тупһалары көтә...👊

Һеҙ беҙҙең менәнме?

[id144844548|Таңсулпан Рәсүл]

52 80 ER 9.9515
БАШҠОРТ БАУЫРЛЫ БАТЫР

Ҡарағыҙ әле бына ниндәй шәп малай! Киләсәктә рейҙарҙы ла, штерндарҙы ла уҙҙырыр был, валлаһи! Торғаны менән МалаТис бит, ә!

(Ата - әсәһенә өңдәшәбеҙ: нишләп беҙҙән һорамай ҡуйҙығыҙ, тиерһегеҙ микән? Ныу, шәп бит! Просто ошо талантлы баланы нисек йәшереп ятмаҡ кәрәк? Әгәр рөхсәт юҡ икән, ғәфү итегеҙ, кире алырбыҙ.)

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Оҡшаймы һеҙгә?

51 129 ER 9.1751
Азамат ЮЛДАШБАЕВ
Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? Райман Ишбаевтың хәтер кисәһендә38 кеше ултыра ине... “Тел бөтә!” – тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ: Беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе эҙләбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, ситтән... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, дәүләт, хөкүмәт... Тик... Кем беҙгә күтте күтәреп шул Райман Ишбаевтың кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем?!!!... Кем беҙгә “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарына, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәренә яҙылырға ҡамасаулай? Кем?!!!... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, Иванов, Петров, Сидоров, дәүләт, хөкүмәт???... Ошонда – VK-ла – тел, милләт, халыҡ тураһында күпме тауыш күтәрелә?.. Тик шул тел, милләт, халыҡ өсөн бар “эшмәкәрлегебеҙ” теге йәки был постҡа лайк ҡуйыуҙан да артмай бит!!! Ә инде репост эшләһәк, беҙ бөтөнләй геройға әйләнәбеҙ...Әгәр ҙә бер көн килеп, гәзит-журналдарыбыҙ йәшәүҙән туҡтай икән – власть түгел, беҙ үҙебеҙ ғәйепле буласаҡбыҙ... Сөнки бер власть та 200-300 дана менән сыҡҡан баҫманы аҫрай алмаясаҡ... Һәм шул уҡ ваҡытта 10 000-15 000 дана менән сыҡҡан баҫманы япмаясаҡ... 35 кеше йөрөгән филармонияны, театрҙы бер дәүләт тә тотоп тора алмаясаҡ... Ярай, аҡса юҡлыҡҡа һылтанабыҙ икән, ти... Килешәм... Еңел осор түгел... Тик... Ни өсөн шул уҡ ваҡытта үткән аҙнала “Өфө уттары”ндағы дискотекала халыҡ шығырым тулы ине?... Тимәк, ҡайҙалыр аҡса бар, ҡайҙалыр юҡ... Кемдер әйтер, беҙ ҡайҙа теләйбеҙ – шунда барабыҙ, тип... Һәм хаҡлы ла булыр... Иректе сикләү юҡ... Тик бына милләт, халыҡ һәм тел тураһында... Шул уҡ Райман иҫән саҡта һәр бер яҙыусының ижад кисәһенә йөрөнө... Һәр береһенә... Бушлай... Шунан, ҡәләмдәштәр, хәтер юйылдымы?... Әллә ул бөтөнләй юҡ инеме?.. Шул кисәлә бер ҡурайсы өндәшә: “Азамат ағай, гәзиттә минең турала мәҡәлә ята, шуны сығарып ҡына ебәрегеҙ инде...” “Ҡустым, ҡара әле, һин “Башҡортостан” гәзитенә, исмаһам, өс йылға бер генә булһа ла яҙылып ҡара әле... Сөнки, мәхәббәт ике яҡлы булырға тейеш, ике яҡлы булмаһа, мөхәббәт бары енси мөнәссәбәткә әйләнә...” Күҙҙәрен сыл-сылт йомдо...Тел бөтә, тип ҡысҡырыуы иң рәхәт ысул... Йәтеш, ҡайҙалыр, кемдер ғәйепле... Тик мин түгел... Сөнки туған телде кемдер ҡайҙалыр ҡотҡарыр әле... Филармонияға, театрға йөрөр, гәзит-журналдар алдырыр... Кемдер, ҡайҙалыр: ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, Иванов, Петров, Сидоров, дәүләт, хөкүмәт...Арҙаҡлы ил уланының хәтер кисәһенә йөрөмәгән халыҡтың хәтере бармы?.. Хәтере булмаған милләттең – киләсәге?..

40 42 ER 7.7157
Икенсе ҡыҙым мәктәпте тамамланы. Бөгөн яңғыраған һуңғы ҡыңғырау үҙаллы тормошҡа тәүге ҡыңғырау булып та яңғырай. Бәхетле бул, Наҙгөл ҡыҙым! Үҙең ҡыуанып йәшәргә яҙһын, һинең шатлыҡ-ҡыуаныстарың - беҙҙең өсөн бәхет ул!
Салауат ӘБҮЗӘР.

4 39 ER 8.1998
🤲Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:

🤲"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин"

🤲Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин

493 51 ER 10.7931
Ғәле ағайымдың (үгәй атай) беҙгә килеп йөрөй башлаған сағы бөгөнгөләй хәтеремдә. Тәүҙә ҡыҙыҡ һымаҡ булды. Әсәйем өйҙә булмаған саҡта килһә, ҡайтыуына:"Ғәле килде,"-тип һөйөнсөләп тора торғайныҡ, күрше малай инеп сыҡҡан кеүек итеп😁

Әсәй кейәүгә сыға тигәнде аңлағас, ҡабул итеүе ауырыраҡ тойолдо. Нисек инде? Беҙгә ни былай ҙа яҡшы түгелме? Ә атай? Бөтәбеҙ яғынан да уға ҡарата хыянат кеүек булмаймы икән?!

Бата уҡылаһы көн килеп етте. Күңелдә бушлыҡ. Бер-бер артлы һорауҙар. 15 йәшлек баланың башы нимә генә уйлағандыр инде. Иң ҡыйыны әсәйҙең беҙҙән күсеп китеүе булды. Беҙ өләсәй һәм ҡартатай мн Һабырҙа ҡалабыҙ, сөнки Ҡаҙыршала мәктәп башланғыс ҡына.

Мәжлес барышында әллә нисә тапҡыр һарай эсенә инеп "атай!!!" тип ҡысҡырып-ҡысҡырып илап алам. Шулай иртә ташлап киткәне өсөн әрләйем. Атай үлгән , әсәй күсеп китә , беҙҙең бөтөнләй ҙә әбей, бабай мн тороп ҡалғы килмәй...Нисек инде? Иртә торһаң дә әсәй юҡ, кис ятһаң да юҡ...

Шул һарайҙа аҡҡан күҙ йәштәре менән балалыҡ та сығып китте, буғай.

Үтте ,китте, кисерелде, күнегелде.

Шундай тәрән уйҙарға батып Ғәле ағайымдың матур юбилейына барып ҡайттыҡ. Ул ҙурлап билдәләргә теләмәне, шуға беҙ барып ҡотланыҡ ҡына☺️

Ҡунаҡ барышында ағайыма ҡарап ултырам : сикәләр саллана төшкән, һырҙар ҙа күренә кеүек ...

Йәш кенә егет көйө өс балаға атай булыуы уға ла еңел булмаған . Өс ҡыҙ баланың өс характеры. Мин үҙем генә бер тотош "бүләк"инем. Ағайым кеүек сабыр, ағайым кеүек аҡыллы , ағайым кеүек хәстәрлекле кеше бармы икән ? Уны үгәй тип әйтергә тел әйләнмәй. Укытты ла, туйҙар яһап кейәүгә лә оҙатты, бер тапҡыр әрләмәне, әле булһа ла ярҙам итергә тырышып тора. Матур ҡартатай ҙа, өлгөлө ҡайны ла була белә. Атайым рухына аяттарын бағышлап ҡына тора.

Иң мөһиме- әсәйем бәхетле. Иң мөһиме әсәйем ҡурсаулы.
Рәхмәт һиңә, ағай. Беҙ мәңге бурыслы һинең алда. Ғүмерең оҙон, һаулығың ныҡлы булһын . Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.

[id123594475|Зөлфирә Таһирова]

19 32 ER 6.2110
Мин үлгәс тә, ҡара ергә күмеп
Таш ҡуйырһың башым осона.
Мин ятырмын тып-тын, тыйнаҡ ҡына
Һуҡранмайса буран, ҡышына...

Тын ятырмын йәйге селләрҙә,
Үлем тынлығына көндәштәй.
Минең хаҡта уҫал һүҙҙәр йөрөр,
Үткәрермен барыһын өндәшмәй.

Үткәрермен... Ләкин һиңә, һиңә
Ғәйбәт китһә яман тел бәреп,
Ҡәберемдән ырғып торормон мин
Баш өҫтөнә ташты күтәреп!

Рәшит Назаров

35 28 ER 5.2427
Әбйәлил районы Хәлил ауылынан Әлмира Әбделғазина ғаиләһе менән.

Егәрлеләр!

32 63 ER 5.1660