Статистика ВК сообщества ""Һәнәк" журналы, журнал "Вилы""

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

🌿🌿🌿
Бауырҙы кишер таҙарта
3 килограмм кишер һәм 1 ккилограмм төшлө ҡара йөҙөмдө ит тартҡыс аша сығарабыҙ, эмалле кәстрүлдә 3 литр ҡайнар һыуҙа төн буйы тотабыҙ. Иртән һөҙөп ҡуйыһының өҫтөнә тағы 2 литр ҡайнар һыу ағыҙып төнәтәбеҙ. Һөҙөп, икеһен бергә ҡушабыҙ һәм сәй урынына эсәбеҙ. 3 тапҡыр шундай төнәтмәне әҙерләп эсеп бөтөргәс, бауыр ҙа таҙара, йөрәк эшмәкәрлеге лә яҡшыра, бит тиреһенең төҫө лә матурлана.

502 4 ER 6.5136
Мәшһүр әҙибебеҙ Ноғман Мусин мәрхүм булып ҡалған тигән ҡайғылы хәбәр алдыҡ - башҡорт халҡы өсөн бик ҙур юғалтыу был. Бер нисә көн элек кенә ҡыҙы Гөлшатты ерләүе лә эҙһеҙ үтмәгәндер.
Тыуған халҡының тормош-көнкүрешен, тарихын, яҙмышын сағылдырған иҫ киткес ҙур әҙәби мираҫ ҡалдырҙы әҙип. Уның 50-нән ашыу китабы, 12 томлыҡ һайланма әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡан.
Халыҡ Ноғман Мусин ижадын ярата, яҙыусыны ифрат үҙ күрә. Төрлө төбәктәрҙә үтеп торған осрашыуҙар яҙыусы менән уның уҡыусыһы араһындағы рухи бәйләнештең ныҡлығын, ҡаҡшамаҫлығын ҡат-ҡат иҫбатлай килде.
Ноғман Мусин 1931 йылдың 17 июнендә Ишембай районының иҫ киткес йәмле төбәгендә урынлашҡан Ҡолғона ауылында донъяға килә. Маҡар урта мәктәбенән һуң Стәрлетамаҡта уҡытыусылар институтында, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай, армияла хеҙмәт итә, “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
«Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Әҫәрҙәренең геройҙары — замандаштарыбыҙ.
Ноғман Мусиндың ижады лайыҡлы баһаһын алды. Ул – “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев, "Халыҡтар дуҫлығы" ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

14 32 ER 2.9437
#ҺәнәкЖурналыМәҙәктәр
😃😃😃
МАРШРУТКАЛА
Маршруткала китеп барам. Сираттағы туҡталышта салонға малай етәкләгән атай инде. Малайға өс-дүрт йәш тирәһе. Атаһы минең янға ултырҙы, улын тубығына алды. Малай үҙен тыныс тота, салонды, пассажирҙарҙы, мине ҡарай...
Көтмәгәндә атаһы улынан һораны:
– Ирек, ағайҙың курткаһы ниндәй төҫтә?
Малай мине иғтибар менән ҡараны:
– Ҡала.
– Апайҙың сумкаһы ниндәй төҫтә?
Малай апайға текәлде:
– Аҡ.
– Ағайҙың ботинкаһы?
Малай яуап бирмәне.
– Белмәйһеңме ни?
Малай ғәжәпләнде:
– Ботинка?!
– Эйе, ағайҙың ботинкаһы?
Малай атаһына боролдо:
– Ботинка? – Малай минең аяҡтарға ҡараны. – Ниндәй ботинка? Ағай класовкала!
Атай һорауын төҙәтте:
– Кросcовка ниндәй төҫтә?
Малай ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Һин бәләкәй баламы әллә? Төллө төҫтә. Миңә ахмаҡ һолауҙал билеүеңде туҡтат!
Атайға аҡланырға тура килде:
– Мин һинең төҫтәрҙе беләһеңме-юҡмы икәнеңде тикшерәм.
Малай асыуланды:
– Һин мине тағы яҙылға ла өйләт. Малшлуткала...
Мин түҙмәнем, көлөп ебәрҙем:
– Ғәфү итегеҙ.
Малай миңә ғәжәпләнеп ҡараны:
– Ағай, һин ниңә көләһең?
Атай борғоланды, улының ҡулынан тартҡыланы.
– Ғәфү итегеҙ, йәш кеше. Мин һеҙҙе рәнйетергә теләмәнем, – тинем мин.
– Атай, мине талтҡылама, – тине малай йөҙөн һытып. Шунан миңә боролдо. – Ағай! Мин әле бәләкәймен. Миңә һеҙ тимә.
Түҙмәнем, йәнә көлә башланым. Тағы ла ғәфү үтенергә тура киләсәк.
– Ярай, бәләкәс, ғәфү ит, ҡабат көлмәм...
Атай улының ҡолағына нимәлер бышылданы. Малай атаһына иғтибар менән ҡараны:
– Нимә, туҡта? Мин аңламайым. Миңә ағай менән һөйләшелгә ҡамасаулама. – Миңә боролдо, етдиләнде.
– Сәбәпһеҙ көлөү иҫәллек билдәһе. Беҙгә тәлбиәсе шулай тине.
Хәҙер минең менән бергә тотош салон көлдө... Беҙҙең артта ултырған бер ҡатын күҙ йәштәрен һөрттө:
– Ниндәй аралашыусан, зирәк бала!
Был һүҙҙәрҙән һуң меҫкен атай сығырға йыйынды... Ләкин теләге бойомға ашманы. Малай атаһының яғаһына йәбеште:
– Атай! Был беҙҙең туҡталыш түгел! Оноттоңмо ни? Беҙгә әсәйҙе ҡалшы алылға кәләк!
Атай бөтөнләй юғалып ҡалды...
– Улым, – тине атай ялбарып. – Беҙ артабан барабыҙ, тик һин бер аҙ тынып тор.
– Ялай, атай. Һин үҙең беленсе булып башланың бит.
Салонда һаман да көләләр, ә меҫкен атай, ниһайәт, хәлдән сығыу тапты: улын ҡосаҡланы ла ҡолағына бышылдарға кереште. Оҙаҡ бышылданы... Малай иғтибар менән тыңланы. Атаһының ҡосағынан арынғас:
– Ә Малаттың һеңлеһе бал, – тине. – Уға һәйбәт – атаһы ҡулына күтәлеп йөлөй.
Пассажирҙар тағы ла көлдө. Күбеһе туҡталыштарын үтеп китте шикелле. Малай йәнә һөйләргә тотонғас, шофёр автобусты туҡтатырға мәжбүр булды. Малай ниндәйҙер мөһим нәмәне иҫенә төшөрҙө булһа кәрәк.
– Атай! Әйҙә беҙ ҙә һеңле алып ҡайтайыҡ. Йә ҡусты. Һин уны ҡулыңда күтәлеп йөлөлһөң, тәлбиәләлһең. Ә мин уның менән уйналмын, малшлуткала ла шым ғына йөлөлмөн...
Ғ. ҒӘБИТОВ.

11 13 ER 2.7374
📚📚📚
Машина менән юлға сыҡҡанда
Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доғаны уҡығыҙ:

"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".
Мәғәнәһе:" Аллаһ һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфу ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма,ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Әмин! "

191 3 ER 3.0913
📚📚📚
КӨСЛӨ ДОҒА !
Мөжәүир хәҙрәттең доғаһы. Ярҙам итә ул, ярҙам итә, ышан һәм уҡы,уҡып тик йөрө. Теләгең ҡабул булһын өсөн доға.

«Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти фи хәжәти һәҙиһи литүкҙа ли фәшәффиғһү фийә».

124 22 ER 2.6599
📚📚📚
“Һәр кем иртәһен, кисен өсәр тапҡыр әл-Ихлас, әл-Фәләҡъ, ән-Нәс, ал-Фәтихә сүрәләрен уҡыһа – Аллаһы Тәғәлә ул кешенең малын, йәнен һәм ғаилә ағзаларын бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар”.

85 0 ER 2.1549
🌹Бала — бауыр ите

🌹Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.

🌹Бала ҡарыныңда саҡта – эсеңә ауыр, өйҙә саҡта – башыңа ауыр, ситкә китһә – йәнеңә ауыр

🌹Баламдың балаһы балдан татлы

🌹Әсә күңеле балала, бала күңеле далала

🌹Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә.

Л. КАМНЕВА фотоһы.

49 5 ER 2.0552
Миңә бала табыу йортона ингәс тә коридорҙа бәпесләргә тура килде. Саҡ килтереп өлгөрҙөләр.
Икенсе көндө шәфҡәт туташы мине тынысландырам тип элек булған бер ваҡиғаны һөйләне:
– Ә бына ике йыл элек беҙгә килтерелгән бер ҡатын роддомдың машиналар туҡталҡаһында уҡ бәпесләп ҡуйҙы. Һеҙ, ярай, хет коридорға инеп өлгөргәнһегеҙ әле.
Шым ғына тыңланым. Ул ҡатын да мин инем бит ул, тип әйтергә ҡыйыулығым етмәне.

25 30 ER 1.9368
Меңдәрҙең яратҡан йырсыһы ине...

Көнгә сыҡһаң, йүнле хәбәр юҡ. Кисә генә “Шоколадлы ҡуян” – Пьер Нарцисстың (46 йәш) мәрхүм булыуы хаҡында ишеткәйнек. Ә бөгөн яратҡан йырсыбыҙ – “Ласковай май” төркөмөнөң элекке солисы Юрий Шатунов 48 йәшендә генә инфаркттан вафат булды, тип тигән ҡайғылы хәбәр алдыҡ. “Бөгөн төндә ашығыс ярҙам машинаһында Юраның йөрәге туҡтаны”, - тине йырсының продюссеры Аркадий Кудряшов.

7 4 ER 1.0274
🙂🙂🙂
АҠШ-тың Техас штатындағы "Мустанг аттары"
Был - аттарҙың донъя күләмендәге иң ҙур һыны. Мөһабәт биналар янында уның ҙурлығы һиҙелмәгән төҫлө тойолһа ла, бронзанан ҡойолған аттар ысын мустангтан 1,5 тапҡырға ҙурыраҡ.
Хайуандарҙың тояҡтары аҫтынан сәсрәгән һыуҙарҙы имитациялаусы махсус фонтандар урынлаштырылған.

0 3 ER 0.4608