Статистика ВК сообщества "#Күңел серең - #Тайны Души"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Сихырсы .
. Миңзифа Ҡашҡарова - Хамматова .

. Нәргизә бар көсөнә тырышып тырмашып көттө донъяны . Әсәһенә оҡшап егәрле лә сәмсел дә ине ул . Ләкин , тормоштары һис кенә лә алға барманы . Рияздың донъя көтөрлөк дәрте булманы , бар белгәне урамда дуҫ иштәре менән күңел асыу булды . Ҡайтһа ҡайтты , ҡайтмаһа юҡ . Аҙналап ҡайтмаған саҡтары ла , айҙар буйына юғалған ваҡыттары ла булды . Эсеп ҡайтып боларыуҙары ла үҙәктәргә үтерлек ине . Ҡатын гел өмөтләнеп йәшәне , өлкәнәйә килә аҡылға ултырыр , эсеүен ташлар һәм кешесә йәшәрбеҙ тип хыялланды .
. Күмертау ҡалаһында Хәлил исемле көслө мулла йәшәй тип ишеткән Мәғәфүрә , ҡапыл ғына йыйынды ла юлға сыҡты . Бары тик өс көндән ҡайтып инде ул . Нәргизә өс балаһы менән әсәләренә килгәйне ул көндө . Ишек алдында һыулы биҙрә тотоп нимәлер эшләп йөрөүсе әсәһенә көлөп ҡараны ҡатын .
— Әсәәәй , нимә сихырлап йөрөйһөң унда , тип һөрән һалған ҡыҙына Мәғәфүрә асыулы өндәште .
— Шым ! Нимә яр һалаһың ? Ҡара урамды , тип ымланы . Нәргизә ҡапҡа аша урам яғына күҙ һалды . Ике ҡулын артына ҡуйған Мәхүпямал әбей урамда йүгергеләп йөрөй ине . Нәргизә бер нимә лә аңламаны , әсәһенә аптырап текләне . Мәғәфүрә өшкөрөлгән тоҙло һыуҙы ишек алдына , нигеҙ буйҙарына һибеп бөткәс ҡыҙына ымланы , әйҙә анауында ултырайыҡ әле . Ишек алдында үҫкән ҡушҡайын төбөнә атаһы өҫтәл менән эскәмйә эшләп ҡуйғайны . Бөтәһенең дә яратҡан урыны ул ҡушҡайын төбө .
Әсәле ҡыҙлы эскәмйәгә килеп ултырҙылар .
— Хәлил мулла тоҙ өшкөрөп бирҙе . Донъяңды ҡоротоу өсөн көслө сихыр эшләнгән , нигеҙ буйҙарына , ишек алдына һибергә ҡушты . Сихыр эшләгән кешегә сихыр әйләнеп ҡайтһа , сыҙамай өйөңә йүгереп килә тине . Ҡаралэ , балам . Мәхүпямал әбей ҡалай йүгерә . Йә инде , нишләп булышырға кеше менән , тип көрһөнгән әсәһе менән ҡуша уфтанып ҡуйҙы Нәргизә лә .
Егерме дүртен яңы тултырған Нәргизә кешеләрҙең ниңә яуызлыҡ эшләүҙәрен аңламай ине . Өндәшмәй генә әсәһен тыңлап тик ултырҙы ул .
Шул хәлдән һуң , Мәғәфүрә Мәхүпьямалды тупһаһына баҫтырманы .
. Тормош үҙ яйына тәгәрәй бирҙе .
Рияз менән Нәргизәнең генә тормошо яҡшырманы . Ирен өҙөлөп яратҡан ҡатын үҙ тормошона күнеп йәшәне . Ныҡ үҙәгенә үткән мәлдәрендә өс балаһын етәкләп әсәһенә ҡайтып китәм тип ҡаңғырҙы . Ире аяғына йығылып инәлеп , анттар итеп ҡалдырҙы . Инде тормошо яйланды тип ҡыуанған ҡатын тағы дәртләнеп донъя көтөргә тотондо . Әммә Риязмы һуң инде , тыныс ҡына донъя көтөр кеше . Тағы үҙ юлынан киткән ире артынан шым ғына ҡарап ҡалыр ине Нәргизә .
. Иренең әллә ҡайҙа йәһәннәмгә түгел , ә күршегә генә йөрөүен дә һиҙмәне ул . Йылмайып көлөп һөйләшеп йөрөүсе , кәрәк саҡта йомош юлға йөрөшөүсе күршеһе Әлифә Нәргизәнән һигеҙ йәшкә оло ине . Йәш ҡатындың башына ла килмәне , Әлифәнең унан ирен тартып алырға йөрөүе .
Кешенән ошо хәлде ишеткән Нәргизәнең башына таяҡ менән һуҡҡан кеүек булды . Иренең йәш, матур ҡатыны өҫтөнән ҡарт һәм йәмһеҙ ҡатынға йөрөүен аңлай алманы ул . Бер ҡатлы һәм эскерһеҙ Нәргизә иренең һәм күршеһенең хыянаты алдында нишләргә лә белмәй юғалып ҡалды . Кистәрен ирен эргәһенә яҡын килтермәне , Рияз яҡынлаһа араларында Әлифә тора тип күҙ алдына килтерә лә ғәрләнеп иларға тотона ине .
— Китәм , китәм , ебәр мине тип үкһегән ҡатынын ебәрмәне Рияз .
. Яҡты донъя һүрәнләнеп ҡалған кеүек ине Нәргизәгә . Йөрәк яралары бик оҙаҡ бөтәште . Хатта бөтәшеп тә өлгөрмәне шикелле , Рияз ҡатынына яңынан яңы яралар өҫтәп кенә торҙо . Бер тарих тамамланыуға яңыһы барлыҡҡа килеп кенә торҙо .
. Ҡатын ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ төҫ башҡа эйә Рияз , үҙен әллә кем итеп тотто . Юлында осраған бер итәкте лә ысҡындырманы ул . Үҙенең юнһеҙ йүгәнһеҙ тормошона маҡтанып йәшәне ул . Уныңса ҡатын ҡыҙҙар менән мауығыу ир кешене биҙәй торған сифат ине .
. Нәргизәнең өмөттәре аҡланманы , өлкәнәйә килә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне ире . Киреһенсә , шашҡандан шашты . Биләгән вазифаһы ла булышлыҡ иткәндер . Бөтөп барған ҙур ғына совхоздың директоры итеп тәғәйенләнгән ир , өйөнә йыуынып өҫтөн алыштырырға ғына ҡайта ине . Ҙур урында эшләһә лә , ғаиләһен иркен йәшәмәне ул . Булған аҡсаһын һөйәркәләренә туҙҙырҙы .
. Нәргизәһе бер нимә лә һиҙмәй йәшәүен белде . Йорт ҡуралағы барлыҡ эш , балаларҙы тәрбиәләү ҡатындың иңдәренә һалынған ине . Арып , йонсоп йәшәүсе Нәргизәнең ирендә эше лә булманы .
. Рияз был ваҡытта яңы мөхәббәт ҡорбаны ине . Күрше ауылдан йәш һәм сибәр Вилиәгә баштан аяҡ ғашиҡ булған ине ул . Бик оҙаҡ йөрөнөләр улар ҡасып боҫоп . Ауылда бер генә кеше лә һиҙмәне улар араһында һөйөү барлығын . Рияз оҙаҡ ҡаңғырҙы . Ҡатынын айырып Вилиәне алыр ине , балалар күмәгәйеп китте . Нәргизәһе йыл һайын балалап тик ятты бит , Рияздан һорап та торманы . Ғаиләһендә ҡалһа , Вилиәһеҙ йәшәүҙең нисек булырын күҙ алдына килтерә алманы . Нәргизәне яратманы Рияз , ниңә уға өйләнеүен үҙе лә аңламай ҡалды шул . Уныһы иргә сат йәбешеп сыҡты ла , бер көтөү балаға күмде лә ҡуйҙы . Балаларына ла ҡаты ине Рияз , яратмаған ҡатындан тыуған балалар үҙенеке булһа ла , һөйөп яратманы уларҙы . Нәргизә ирле көйө ирһеҙ , балалар атайлы көйө атайһыҙ йәшәнеләр .
. Ҡайһы юлды һайларға белмәй аптыранған ир дуҫының кәңәшен тыңлап ғаиләһен һайланы . Вилиәгә ҙур ғына сумма аҡса биреп Сургут ҡалаһына оҙатты Рияз . Һөйәркәһенән ҡотолғас иркен тын алып , әҙерәк донъя төҙәткән булып йөрөнө ир . Бер ни һиҙмәгән Нәргизә , иренең эшкә тотоноуын күреп ҡыуанды . Ниһәйәт , бәхете ҡалҡты тип уйланы ҡатын . Ире менән аралары яҡынайҙы , Риязы уға иғтибарлы була башланы . Тормош гөрләне .
. Нисек тиҙ гөрләһә , шул тиҙлектә кире артҡа тәгәрәне тағы ла . Был ни хәл , бер ҙә генә алға китеш юҡ .
. Рияз эсеп ҡайтып Нәргизәгә ҡул күтәрә башланы , икенсе ирҙәргә ҡушты . Өйҙә тыныслыҡ юғалды .
. Йүкә телефондар Рияздың күрше ауылдағы Фәүзинә исемле ҡатынға йөрөүен алып килеп еткерҙеләр . Нәргизә ултыра төштө лә ҡуйҙы . Ир бирмәк йән бирмәк тиеүҙәре дөрөҫтөр . Ҡатын бик ауыр кисерҙе хыянатты .
. Нишләп һуң әле , бер ҙә генә уңманы ул тормошонан ? Мәхүпямал әбейҙең һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡтымы ней . Ир бәхете яҙылмаған был ҡыҙҙың маңлайына . Маңлайына яҙылмаған , яҙылмаған ...
Нәргизә ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ҡапланы . Ә ҡолағында яңғыраған тауыштан ҡотола алманы , Мәхүпямал әбей тауышы яңғырап тик торҙо , ир бәхете яҙылмаған ! Ир бәхете яҙылмаған ...

. Хөрмәтле төркөмдәштәр !
Яҙғандарымды рөхсәтһеҙ һәм исемһеҙ үҙҙәренә алып ҡуйыусылар күп . Хатта , бер ике хикәйәмде яҙыусыһы билдәһеҙ тип баҫҡандар ине . Минең төркөмдән алғас , минеке икәне билдәле бит инде . Насар яҙылһа ла яҡшы булһа ла , минең яҙмаларым минең хеҙмәтем . Күңел түремдән сыҡҡан . Инде һәр яҙғанымдың аҫтына фотомды ҡуям . Билдәһеҙ булмаһын өсөн . Алаһығыҙ икән , зинһар өсөн исемһеҙ ҡуймағыҙ .

110 123 ER 7.4823