Статистика ВК сообщества "Сибайское концертно-театральное объединение"

0+
Государственное учреждение культуры и искусства РБ

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре [id47532309|Рәмил Париж улы Туйсинды] күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижад шишмәләре һәр саҡ тулы булыуын, һүрелмәҫ дәрт һәм бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Йылдар үтә, йырлап үтә –
Ярты быуат Туйсинға!
Уйһыҙҙарға еңелдер ҙә,
Еңел түгел уйсанға.

Уйлана ул уйнамайса –
Моңға тулған күңеле.
Уйлағаны уйылыр ҙа,
Йырҙар булып түгелер.

Юбилейың ҡотло булһын –
Ирлек йәше иңеңдә.
Халҡың менән бергә булғас,
Бәхетлеһең илеңдә.

6 52 ER 10.5232
Радик Далхин – Хәйбулла егете. Аҡъярҙа туғыҙынсы класты тамамлағас, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә һәм туба музыка ҡоралында уйнау нескәлектәрен өйрәнә. Артабан әрме хеҙмәте осоронда Мәскәү эргәһендәге частә хәрби оркестрҙа уйнай. Ваҡытында гитарала уйнап, сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған егет Өфөлә сәнғәт академияһын бөтөп, юғары белемле музыкант кимәленә күтәрелә. Инештәре Хәйбуллала булған “Дәрүиш-хан”, “Рух” төркөмдәре рухи этәргес биргәндер Радикҡа, бөгөн ул үҙе лә көйҙәр яҙа. Атай-әсәйе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, туғандары ла, һәүәҫкәр кимәлдә булһалар ҙа, төрлө музыка ҡоралдарында уйнайҙар. Аҡъярҙа музыка мәктәбендә, мәҙәниәт йортонда эш башлаған Радик Далхин бөгөнгө көндә Сибай концерт-театр берекмәһенең юғары профессиональ кимәлдәге артисы. Хөрмәтле коллегабыҙҙың бөгөн тыуған көнө! Уны ысын күңелдән йыл да ҡабатлана торған байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, иманлы тормош теләйбеҙ.

12 60 ER 9.3646
"Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе [id476576591|Илнар Илдар улы Хәтмуллинды] ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар, һүрелмәҫ дәрт һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Хәрәкәттә – бәрәкәт,
Бейей-бейей ут сәсә.
Һәр аҙымы моң бөркә
Иртә таңдан кискәсә.

Көйгә баҫа көй һөйгәс –
Сәхнәләр тар Илнарға.
Сәхрәләр ҙә һелкенер
Беҙҙә шундай ир барҙа.

11 29 ER 8.7171
"Сулпан" балалар театры актеры Урал Атанбаевты ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!!!

Коллегабыҙ Уралдың
Бөгөн самай тыуған көн.
Аҙ ҙа түгел, күп түгел –
Ир ҡорона ингән көн.

Аҙ ҙа түгел, күп түгел –
Диплом алды ҡулына.
Шатлыҡ, бәхет, ҡыуаныс
Сығып торһон юлына.

7 26 ER 6.3768
Сибай концерт-театр берекмәһе администраторы [id197441522|Әнисә Баҡый ҡыҙы Ғәлинаны] тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәхет-шатлыҡтар, яңы үрҙәр һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!

- Хәлдәр нисек, Әнисә?
- Хәлдәр ни кисәгесә!
Билет һаттым бер нисә,
Бөгөн була шәп кисә.

Геүләп үтә концерттар,
Концерт барҙа, мин дә бар.
Һуңламайса килегеҙ,
Тәүҙә мине күрегеҙ.

Буштың үлгән атаһы,
Шуға билет һатабыҙ.
Иртән дә кил, кис тә кил,
Ҡара концерт, спектакль.

6 42 ER 6.3729
Сибай концерт-театр берекмәһе "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре ваҡытһыҙ вафат булған Нәҙершина Гөлназ Мазһар ҡыҙының ҡәберенә зыярат ҡылып, коллегаларын иҫкә алдылар. Йәне йәннәттә, мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын баҡыйлыҡҡа күскән дуҫыбыҙҙың!
🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃🍃
Коллектив ансамбля народного танца “Сибай” Сибайского концертно-театрального объединения посетили могилу рано ушедшей из жизни ветерана коллектива Надршиной Гульназ Мазгаровны. Пусть земля будет пухом для нашей уважаемой коллеги!

8 20 ER 5.8110
15 май- Халыҡ - ара ғаилә көнө.
Сибай концерт-театр берекмәһе коллективындағы күркәм ғаиләләр йәштәргә, ғөмүмән, һәммәбеҙгә лә өлгө . Барығыҙҙың да ғаиләләрегеҙ имен, бәхетле булһын!!!

10 11 ER 5.4321
Наша коллега Губайдуллина Айгуль Айтугановна - артист драмы сегодня родила сына! Поздравляем! Здоровья малышу и молодым родителям, счастья, удачи!

9 31 ER 5.3948
Сибай концерт-театр берекмәһе музыканты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы [id152475011|Раушан Рәшит улы Ниязғоловты] матур юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!
Ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, яңы үрҙәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Уралып ятҡан Уралын
Данлай башҡорт ҡурайы.
Ҡурайсыһы йән өргәндә,
Моңдан кәүҙә турайыр.

Ҡурайсылар күп булмай –
Һирәк тыуа донъяға.
Раушан сәхнәлә саҡта
Нурға тула ян-яғы.

Нурландырып йәшә, әйҙә,
Өләш илгә бәрәкәт.
Беҙҙең менән һиңә нисек?
Һинең менән бик рәхәт!

2 34 ER 5.3175
Моноспектакль күп көс талап иткән, яңғыҙ кеше иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәткән сәхнә жанры. Нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ танылған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина ана шундай әҙәби-музыкаль сара менән халыҡ алдына сығырға йөрьәт итте һәм һүҙ сәнғәте уй-хискә, музыкаль гармонияға сорналһа, нескә күңелле кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инерлек тамашаға әйләнеүен иҫбат итте. Һүҙҙе спектаклдең төп һәм яңғыҙ геройы Нәсимә Ирәндек ҡыҙына бирәйек, ни тиһәң дә, был ҡыйыу аҙымдың бөтә нескәлектәрен ул яңғыҙ татыған һәм яҡшыраҡ белә:
- Сәхнәгә сығасаҡ һәр бер тамаша уйҙан, ниәттән башлана. “Ҡырҡ сырағым” моноспектакле бөтөн яҡтан камил булған бер тамашаға әйләнерҙән алда күңелдә оҙаҡ йөрөнө. Сәхнәлә алып барыусы булараҡ, йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар образын аса торған төрлө монологтар һөйләгәнем бар. Залдағы тамашасылар араһында өләсәйҙәр ҙә, әсәйҙәр ҙә, апай-һеңлеләр ҙә, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар затына ҡараған төрлө йәштәге, төрлө тормош шарттарында йәшәгән кешеләр була. Шулар тураһында ниндәйҙер бер ҙур, күңелгә үтеп инерлек сәхнә әҫәре тыуҙырыу тураһында хыялландым. Идеямды Миләүшә Ҡаһармановаға һөйләнем һәм, уйлана торғас, ҡатын-ҡыҙ образының ҡырҡ сыраҡлы булыуына баҫым яһарға булдыҡ. Әгәр ҙә тамашасылар сәхнә аша үҙенә, туғанына, күршеһенә, танышына оҡшаш һыҙаттар таба икән, бик тә шәп бит! Ниндәй образдар, темалар, ҡатын-ҡыҙ тормошоноң ҡайһы мәлдәрен сағылдырыу тураһында һөйләшеүгә күп тә үтмәне, Миләүшә буласаҡ моноспектаклдең сценарийын яҙып та бирҙе. Йөкмәткеһе ҡырҡ биткә һыйған әҫәрҙә ҡырҡ төрлө ҡатын-ҡыҙ образын сағылдырғайны автор. Сценарий буйынса йырлап та ебәрәм, һөйләп тә ебәрәм. Йөкмәткеһенә ҡарап, тамаша ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә, тип уйларға ярамай, ирҙәр ҙә ҡарарға тейеш уны. Әсәйҙәренә, ҡатындарына, һеңлеләренә ҡарата мөнәсәбәттәре яҡшы яҡҡа үҙгәрһә бик тә яҡшы булыр ине. Тамашала бөтәбеҙ ҙә белергә тейешле тарихи ваҡиғалар ҙа бар. Шулай ҙа ғаилә менән күмәкләп ҡарау күпкә отошлораҡтыр, ни тиһәң дә, тормош еңелдән түгел – ауырлыҡтарҙы бергәләп йырып сығыу еңелерәк. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, йомшағыраҡ мөнәсәбәттә була торған, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй торған ваҡыт хәҙер. Бер йәшәгән ғүмеребеҙҙә бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә кәрәк. Аллаһҡа шөкөр, моноспектаклде тамашасылар бик йылы ҡабул итте, Сибайҙа башланған был сара республикабыҙ буйлап гастролдә йөрөй. Сценарийға артыҡ үҙгәрештәр индерелмәһә лә, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр бар һымаҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙ асылып бөтөлмәгән сер бит ул!

6 10 ER 4.9728