Статистика ВК сообщества "Минең турала..."

0+
🥰😋

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Бир хоҙайым, сабырлыҡтар миңә
Ярҙамыңдан мине ташлама!
Ҡайғыларым артта ҡалһын ине,
Яңыларын зинһар башлама.
Бир хоҙайым, иҫәнлектәр миңә,
Иҫәнлек бит ғүмер биҙәге.
Ҡалдырмасы кеше ҡулдарына,
Башҡаһына инде түҙәрмен.
Бир хоҙайым, зиһенемде миңә,
Зиһенһеҙ бит йәшәй алмаҫмын.
Теләйем мин һәр көн шуны иртән,
Инде, дәфтәремә яҙамын.
Бир хоҙайым, аҡылымды миңә,
Аҡылһыҙ ул йәшәү ауырҙыр.
Сабырлыҡ, иҫәнлек һәм зиһен,
Шулар ғына, минең малымдыр.
Бир хоҙайым, иманымды миңә,
Баҡый иманымдан айырма.
Бирһәң ине телдең асҡыстарын,
Телһеҙ генә мине ҡалдырма.
Ә, мин инде сикһеҙ шөкөр ҡылам,
Яҡты донъяларға тыуғанға.
Эй хоҙайым, рәхмәтлемен һиңә,
Дүрт һанымда сәләмәт булғанға.

автор Гөлнур Яҡшыдәүләтова

322 122 ER 16.6782
Байрам ҡайғыһымы әсәләргә?
Йәшәй улар бөгөн ут йотоп,
Хәлдәренән килһә, һуғыштарҙы
Бөтөрөрҙәр ине туҡтатып.

Байрам ҡайғыһымы әсәләрҙә?
Ут эсендә йөрөй улдары,
Көн-төн доға уҡып, Раббыбыҙға
Күтәрелгән әсә ҡулдары.

Күҙҙәренә элмәй күп әсәләр
Күкрәп килгән яҙҙың йәмдәрен,
Йоҡолары йоҡо түгел инде,
Юҡтыр аштарының тәмдәре.

Әсәләргә көн дә байрам булыр
Күктәребеҙ булһа гел аяҙ,
Һалҡын елдәре лә йылы төҫлө,
Күңелдәрҙә булыр һәр саҡ яҙ.

Дошман тигән һүҙҙәр юҡҡа сыҡһа,
Бар халыҡтар булһа татыуҙар,
Дуҫлыҡ хөкөм һөрһә һәр урында,
Булмаһа һис шартлау, атыуҙар.

Һәр бер йәшәгән көн байрам булыр
Улдар, ҡыҙ үҫтергән әсәгә,
Тәүфиҡ, тәртип булһа балаларҙа,
Үрелмәһә ҡулдар шешәгә.

...Йәшәйештең һәр бер көнөндә лә
Гел шат булығыҙ һеҙ, мөләйем.
Барлыҡ әсәләргә ныҡлы һаулыҡ,
Донъя именлеге теләйем!

Флүрә Маликова-Йомағужина.

73 37 ER 8.9033
Улыма
Ғорурланам һинең менән, улым,
Шатланам мин һәр бер үреңә.
Йәшә, улым, һис тайпылма ситкә,
Хоҙай һаулыҡ бирһен үҙеңә.

Һәр ҡатын-ҡыҙ әсә бәхетен күрһен,
Улың булыу үҙе ҙур бәхет.
Әсәң булыуыңа мин ҡыуанам,
Улым менән һәр саҡ йыуанам.

Алдарыңда яҡты хыялдарың,
Өмөттәрең көслө, юлың төҙ.
Шуғалыр ҙа минең күңелем тыныс,
Мәғәнәле йәшәү бирә көс.

Иҫтәремдә бик йәш бала сағың,
Сабыр ғына үҫмер йылдарың.
Үҙәгемде өҙөп, әсәй, тиеп,
Ҡәҙеремде белеп торғаның.
Хәлимә Ғәббәсова

384 42 ER 10.6794
Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта,
Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа,
Күренмәйсә генә кешегә...
Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта,
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә,
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...
...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта,
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..

(Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ)

223 29 ER 10.5461
РӘНЙЕТМӘГЕҘ, ЯҢҒЫҘ ҠАТЫНДАРҘЫ . . .

Рәнйетмәгеҙ, яңғыҙ ҡатындарҙы,
түктермәгеҙ, зинһар, йәштәрен!
Уларҙың бит уйын-көлкө түгел-
иңдәрендә донъя хәстәре.
Мендәрҙәрен алып ҡосағына
илай улар төндә буҫығып,
Тик янында юҡ йыуатыр кеше
Юҡ шул уның, юҡ шул «Ышығы»...
Төндәр буйы илап сыҡһалар ҙа
иртә менән һөртөп күҙ йәшен,
Йәшәй улар сабыр итә-итә
төшөрмәйсә һис тә үҙ бәҫен.
Ығып ҡына бара кәртә-ҡура
сүкеш тотор ирҙең юҡлығы!
Көн оҙоно өмөтләнеп көтә
Китмәҫме, тип, бер ир һуҡлығып.
Кеше ирҙәренә өндәшергә
күңелкәйе тартмай һис кенә
Йомошона әйтер ине лә бит
«Ирле» ҡатындарҙан һипһенә.
Тешен ҡыҫып, йән асыуы менән
ҡулға алып сүкеш-балтаһын,
ирҙәрҙән дә былайыраҡ итеп
һипләп ҡуя ыҫҡан ҡапҡаһын.
«Пошлю его на...!»-тип, көйләй-йырлай
утынды ла үҙе яра ул,
күпме тырышһа ла һыр бирмәҫкә
яңғыҙ ҡатын булып ҡала ул!
Йәшәһен тик ерҙә Әсә булып
балалары өсөн йән атып,
Тәңре үҙе бүләк иткән бит уларҙы
мөхәббәтән генә яралтып.
Мохтаж улар наҙға, иркәләүгә
күңелдәре әле ҡатмаған,
Тик уларҙың бәхетенә, тигән
ҡояштары әле ҡалҡмаған.
Рәнйетмәгеҙ, яңғыҙ ҡатындарҙы!

автор Тәнзилә Йәнтилина

245 70 ER 10.5033
Миҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ,
Ә ғүмерҙәр һиҙелмәй үтә
Йөрәктәрҙе әрнетеп-өтөп,
Кемдәрҙер мәңгелеккә китә..

Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы!.
Яҡты донъяларҙан кем туйған?!
Йәшәт, Хоҙай, йөҙҙәр тулғансы!.

Тәҡдирҙәр яҙылған маңлайға,
Урап үтеп булмай яҙмышты..
Бәхет өсөн ергә тыуғанбыҙ,
Гөлгә күмер өсөн тормошто!.

Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты донъяларҙан кем туйған?
Йәшәт, Хоҙай, йөҙҙәр тулғансы!

Барыр юлыбыҙ яҡты булһын,
Бөтмәһен донъя мәшәҡәте!.
Иҫән- һау булғанда туғандар
Йәшәүҙәрҙең шунда рәхәте!.

Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты донъяларҙан кем туйған?
Йәшәт, Хоҙай, йөҙҙәр тулғансы!

286 20 ER 12.3649
Мин үҙемә баһа бирә алмайым:
Һәйбәттер мин, бәлки — ямандыр,
Һәйбәт тигәнем дә ысын түгелдер,
Яман тигәнем дә ялғандыр.

Теләгәнсә уйлаһындар, әйҙә,
Кешеләрҙең уйын бүлә алмайым.
Һәр кемгә лә һәйбәт булып булмаҫ,
Шуны ғына ләкин беләм мин:

Һәйбәтлектән бик йыш тыйыла алмайым,
Насарлыҡтан бик йыш тыйылам.
Насарҙарға насар күренәм мин,
Һәйбәттәргә һәйбәт тойолам.

Роберт Миңнуллин

228 10 ER 10.2792
Күпме гонаһ һүҙҙәр ишеттем, мин
Тештәремде ҡыҫып сыҙаным.
Ул һүҙҙәрҙе ишетеүе ауыр,
Сабырлыҡтар бирсе, Хоҙайым.
Кеше әйткән һүҙгә ышаналар,
Дөрөҫмө ул, юҡмы белмәйҙәр.
Боҙҙом әле, былар араһын тип
Рәхәтләнеп көлөп йөрөйҙәр.
Рәнйетмәгеҙ, нахаҡ һүҙҙәр әйтеп
Күҙ йәштәре төшһә, бик яман.
Илағанды илатыуы еңел,
Кисерерме һеҙҙе, ул һуңынан?!
Г.Шамсутдинова

193 50 ER 8.0856
Артыҡ ҡыҫҡа ғүмер бирмә, Раббым.
Әле генә йәшәй башланым.
Ете йәшлек сабый кеүек йәнем,
Ағарһа ла инде баштарым.

Артыҡ оҙон ғүмер бирмә, Раббым,
Һуңғы көстәремде алырлыҡ.
Һораһам да, оҙон ҡартлыҡ бирмә,
Кеше ҡулдарына ҡалырлыҡ.

Һанлы йылдарымдың әле генә
Белә башланым мин ҡәҙерен.
Үкенесһеҙ үтәйем һәр бер көнөн
Миңә насип яҙған ғүмерҙең.
Физәлиә Дәүләтгәрәева

179 27 ER 9.2054
Арыһаң, күңелең төшһә, донъяң төҫһөҙләнһә, яңғыҙ ҡалһаң - бирешмә!.. Көсһөҙҙәр бата, көслөләр ҡалҡа... Бөтәһе лә тик үҙеңдән тора... Үҙ юлыңды үҙең һайла!
Тормош - ул көрәш !...

(М.Ғәйф.)

130 25 ER 6.3517