Статистика ВК сообщества "КУРАЙ-ТВ"

0+
"Ҡурай-ТВ" - музыкально-развлекательный канал

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

💥 Ҡарабулатовтарҙың ҙур ғаиләһендә оло ҡыуаныс: сабый тыуҙы!

Йәш, матур пар - Зөлмәрә һәм Ильяс Ҡарабулатовтар беренсегә атай-әсәй булды.

Рәсүл Ҡарабулатовта инстаграм селтәрендә үҙ шатлығы менән бүлешеп: "Ура-а-а!!! Мин ҡартатай булдым! Мин быны бик оҙаҡ көттөм" - тигән яҙма һала.

Ҡотлайбыҙ!
Сабыйға һәм бәхетле ата-әсәгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

28 99 ER 4.4300
🔥Ислам 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнгән!

Миәкә районында йәшәгән 7 йәшлек Ислам Зәйнетдинов 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнеп донъя рекордын ҡуйҙы. Уның ҡустыһы дүрт йәшлек Имран да турникта 100 тапҡыр әйләнеп үҙ йәше өсөн юғары һөҙөмтәгә өлгәште.

Көслө рухлы, тырыш малай был рекордты ҡуйыу өсөн бер нисә йыл әҙерләнгән. Уның шатлығының сиге юҡ, сөнки әле Рәсәйҙә балалар араһында был һөҙөмтәне бер кем дә ҡабатлай алмаған.

Афарин!

61 139 ER 3.9876
☀️Ҡотлайбыҙ!

Рөстәм Ғиззәтуллин рәсми рәүештә ҡайны булды

Популяр йырсының ҡыҙы Гөлнар кейәүгә сыҡты!
Йәштәрҙе ысын күңелдән күркәм байрамдары менән тәбрикләйбеҙ!

21 40 ER 3.5422
🙏🏻 Бөгөн ил инәһе, билдәле яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның тыуған көнө.

Ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, бәхетле тормош, күңел тыныслығын теләйбеҙ!

5 67 ER 3.2664
🥰Рөстәм Ғиззәтуллиндың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға!

Уның ҡыҙы Гөлнар кейәүгә сыҡты. Был ҡыуаныслы хәбәр менән йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлеште.
"Айҙар Кейәү! Гөлнар ҡыҙым! Ҡотлайбыҙ Никах туйығыҙ менән! Бәхетле булығыҙ!"- тип яҙа ул Instagram аккаунтында.

Йәштәрҙе ысын күңелдән никах туйҙары менән ҡотлайбыҙ!

#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

40 55 ER 6.2219
💫 Матур ғаилә - ил күрке

Зинира һәм Ризат Рамазановтарҙан ҡайнар сәләм! Был талантлы парҙың ижады менән танышһығыҙмы?
Әйткәндәй, 12 май Рамазановтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға үтте: Рияз улдарына бер йәш тулды!

Ҡотлайбыҙ! Һау-сәләмәт булып үҫһен!

#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

100 60 ER 2.9756
🌟 Рәшиҙә Туйсинаға - 80!

Бөгөн данлыҡлы бейеүсе, миллионлаған тамашасыны әсир иткән, меңәрләгән сәхнәне һелкеткән, мәңге йәш, дәртле Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

ҠОТЛАЙБЫҘ!
Бейеү алиһәһенә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеген, күңел тыныслығын теләйбеҙ! Алдағы көндәрегеҙ тик аҡ бәхеттәр генә килтерһен!

🙏🏻Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина 1942 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙе яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләп ҡала һәм ансамблгә саҡыра. Шунан бирле ошо танылған коллективта оҙаҡ йылдар эшләп, дан һәм шөһрәт ҡаҙанып ҡына ҡалмай, ә башҡорт бейеү сәнғәтен донъя кимәленә күтәрә.

Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар.

1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән бейеүсе Алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда уға Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә.

Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һәм башҡа илдәр тамашасылары алҡышлай.

Бөгөн эфирҙа 19:00 данлыҡлы бейеүсегә бағышланған "Автограф" тапшырыуын ҡарарға саҡырабыҙ!

15 34 ER 2.3380
🥰Ғаилә - ул усаҡ , йылылыҡ , яҡтылыҡ;
Ғаилә - ул дуҫлыҡ , татыулыҡ , яҡшылыҡ;
Ғаилә - ул шатлыҡ , берҙәмлек , туғанлыҡ;
Ғаилә - ул хеҙмәт , уңғанлыҡ , булғанлыҡ;

15 май матур байрам - Ғаилә көнө билдәләнде.
Ҡотлайбыҙ! Йортоғоҙҙа мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм итһен! Ғаилә усағығыҙ йылы, ныҡлы булһын! ❤

#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

17 24 ER 2.2959
🔥 Талантлы йырсы Рәфис Сирусин инстаграмда:

"Моңланып алдыҡ атайым һәм Алмас туғаным менән тыуған йортта!"

Афарин! Ә һеҙгә был трио оҡшанымы?

50 148 ER 2.6458
💫 Талантлы йырсыны танынығыҙмы? Комментарийҙа яҙығыҙ!

#КурайТВ #Курай #уфа #башкортостан #башкирскаяэстрада #Өфө

5 104 ER 2.2952