Статистика ВК сообщества "Йырҙар"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

ӨҘГӘЛӘНӘ ЙӘНЕМ.

Өҙгәләнә йәнем, өҙгәләнә тағын,
Телгәләнә йөрәк, теленә.
Өҙөлөргә торған һары япраҡ һымаҡ
Кереп барам ғүмер көҙөнә.

Көҙгә япраҡ һымаҡ һағыш менән тулам,
Яҙмыштарға нисек түҙәһең?
Береһен береһе өҙөлөп, өҙөлөп һөйгәндәрҙең
Бәхеттәре булмай, күрәһең.

Өҙгәләнә йәнем, өҙгәләнә тағын,
Нимә етмәй икән был йәнгә?
Әллә һине өҙөлөп, өҙөлөп яратҡанға,
Әллә ғүмер һинһеҙ уҙғанға.

406 19 ER 10.6081
ТУҒАНДАР.
Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән
Мәшәҡәттәре лә китмәгән
Ғүмер арғымағын эйәрләйек
Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек

Ни хәлдә һеҙ туғандар. 
Яҡынайһын аралар.
Донъяларҙы бер гөрләтеп 
Әйҙәгеҙ күрешәйек.

Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән
Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән
Йәшәләһе йылдар алда әле
Йырланмаған йырҙар бар әле

Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән
Ҡартлыҡ килеп тәҙрә сиртмәгән
Иртәгәләр менән йәшәмәйек,
Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек.

Ғүмер үткәс үкенмәйек,
Йышыраҡ курешэйек.

100 5 ER 2.8810
Һағыныу

Туғайҙарҙа ҽләк бешкән,
Өҙөп ҡабайым әле.
Һағыштарға тағын бер аҙ
Түҙеп ҡарайым әле.
Уңға ҡараһам да юҡ,
Һулға ҡараһам да юҡ.
Уңға ҡарап, һулға ҡарап,
Ултырып илаһам да юҡ.

Туғайҙарҙа ал тирәктәр,
Гөл тирәктәр моңлана,
Тирәктәрҙең ботағынан
Япраҡ түгел, йәш аға
Уңға ҡараһам да юҡ,
Һулға ҡараһам да юҡ.
Уңға ҡарап, һулға ҡарап,
Ултырып илаһам да юҡ.

Туғайҙарға көҙҙәр килгән, Бөтөн донъя моңлана.
Тәбиғәттең уйсан сағы – Һағышлана, һыҙлана.
Уңға ҡараһам да юҡ,
Һулға ҡараһам да юҡ.
Уңға ҡарап, һулға ҡарап,
Ултырып илаһам да юҡ.

68 1 ER 1.8288
АС-АС

Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам, ас, ас.
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ, баҫ.
Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам, ас, ас.
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ, баҫ.

Һағынып ҡалһын тейһеңме?
Зарығып ҡалһын тейһеңме?
Талсығып ҡалһын тейһеңме?
Ябығып ҡалһын тейһеңме?
Әллә минең йөрәгемде
Ауырып ҡалһын тейһеңме?

Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам, ас, ас.
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ, баҫ.
Түгелмәһен мунсаҡ булып,
Күҙҙәреңдән йәш, йәш.
Артыҡ күрәм мин һине,
Гөлдәрҙән дә, раҫ, раҫ.

Күп көттөм, ай көттөм мин,
Мөхәббәтем көттөрҙө.
Белмәйем ник отолдом,
Белмәйем ни оттом мин.
Миндә ниндәй бар кенә,
Баһалай бел бар(ы)һын да.
Мин тағы ла килеп торҙом
Йөрәгеңдең алдына.

Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам, ас, ас.
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ, баҫ.
Йөрәгеңдең ишеген
Ҡағып торам, ас, ас.
Бер ауыҙ һүҙ әйт әле,
Асыуыңды баҫ, баҫ.

60 3 ER 1.5767
Ҡайҙа калды йәшлегем.

Гармун алып ҡулыма,
Ауылымдан уҙырға.
Таң аттырып ҡайтҡан урам,
Беҙ йырлауҙы һағына.
Ҡайҙа калды йәшлегем?
Мөхәббәтем, үткәйнем?
Ауылымдың урамында,
Ҡалды бары хистәрем.

Яратып, шашып һөйөүем.
Ҡайсаҡ артыҡ көйөүем,
Йәшлектә ҡалған көндәрҙә, һағындырмай кемдәрҙе?
Ҡайҙа калды йәшлегем?
Мөхәббәтем, үткәйнем?
Ауылымдың урамында,
Ҡалды бары хистәрем.
Ҡайҙа калды йәшлегем?
Мөхәббәтем, үткәйнем?
Ауылымдың урамында,
Ҡалды бары хистәрем.

38 2 ER 2.0309
Ашыҡма китәргә

Юлай Уҙәнбаев көйө,
Мәрйәм Зәкирйәнова һүҙҙәре

Даръялар ҡупҡанда,
Донъя ут йотҡанда,
Һин ҡалһаң тотҡонда,
Мин ҡалһам упҡында.

Сабыр ит аҙ ғына,
Ашыҡма китәргә.
Һағыштан яндырма,
Яттарга ҡалдырма,
Һөйөүем хаҡына.

Күңелдәр яраһы
Йөрәкте өткәндә.
Яңылыштар яралып
Яҙмыштар көткәндә.

Сабыр ит аҙ ғына,
Ашыҡма китәргә.
Һағыштан яндырма,
Яттарға ҡалдырма,
Йәшәүем хаҡына.

Тормоштоң яҙҙары
Нурҙарын һипкәндә,
Һөйөүем наҙҙары
Өмөтөн көткәндә.

Сабыр ит аҙ ғына,
Ашыҡма китәргә.
Һағыштан яндырма,
Яттарға ҡалдырма...
Йәшәүем хаҡына.

39 0 ER 1.1589
ОЛО ЮЛДЫҢ ТУҘАНЫ

Оло юлдын туҙанында
Үҙем күрҙем туҙғанын;
Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым
Йәш ғүмеремдең уҙғанын.

Оло юлдын туҙанында
Калды минең эҙҙәрем;
Кайда икән йәшлегем, тип
Шул юлдарҙан эҙләнем.

Оло юлдың туҙанында
Юғалттым эҙҙәремде;
Их, ҡайтарып алыр инем
Уҙған ғүмерҙәремде.

32 2 ER 0.9647
Ҡәҙерле төркөмдәштәр!
Эҙләгән йырҙарығыҙҙы пож яҙығыҙ предложить новости тигән ергә яҙығыҙ инде. Сообщениегә яҙһағыҙ минән башҡа уны бер кемдә күрмәй. Унан һалып булмай группага.
Ниндәй йырҙар кәрәк яҙып тороғоҙ. Беҙ табып һалырға тырышырбыҙ.
Күңелле үтһен ял сәғәттәрегеҙ!

3 0 ER 0.7499
Ай һай һыуҙары!

Айрылаһын белгән булһам
Һөймәгән булыр инем
Булдырып булһа был уйҙы,
Булдырып булһа был уйҙы,
Һыуҙарға һалыр инем

Ай һай һыуҙары,  һыуҙары ла
Һыу ағып барыуҙары.
Һыуға һалһам бөтөр кеүек
Күңелем ярһыуҙары.

Осрашмаған булыр инем
Белгән булһам китәһен.
Шатланып йәшәр урынға,
Шатланып йәшәр урынға,
Мине моңһоу итәһен.

Ай һай хыузары, һыуҙары ла
Һыу ағып барыуҙары.
Һыуға һалһам бөтөр кеүек,
Күңелем ярһыуҙары.

Һаман һине онталмаған
Күңелдәрем моң ғына.
Дауа булып йөрәгемә,
Дауа булып йөрәгемә,
Һыуҙар аға тым ғына.

Ай һай һыуҙары, һыуҙары ла
Һыу ағып барыуҙары.
Һыуға һалһам бөтөр кеүек,
Күңелем ярһыуҙары.

28 1 ER 0.7937
ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ.

Ҡыңғырау сәскәләргә теймәгеҙ,
Болондарҙан әгәр үтһәгеҙ.
Ҡыңғырау сәскәләрҙе өҙмәгеҙ,
Болондарҙан әгәр үтһәгеҙ.
Улар һеҙгә бәхет теләрҙәр,
Баштарынан ғына һөйһәгеҙ.

Ҡыңғырау сәскәләргә бағығыҙ,
Күҙҙәрегеҙ тулы наҙ менән.
Ҡыңғырау сәскәләргә бағығыҙ,
Күҙҙәрегеҙ тулы наҙ менән.
Улар һеҙҙе һағынып көтөрҙәр,
Сәскә атып иртә яҙ менән.
Улар һеҙҙе һағынып көтөрҙәр,
Сәскә атып иртә яҙ менән.

Ҡыңғырау сәскәләрҙең төҫтәре,
Зәңгәр күктә, тымыҡ күлдәрҙә.
Улар һеҙҙе һағынып көтөрҙәр,
Сәскә атып иртә яҙ менән.
Үҙәккәйҙе өҙә торғаны,
Беҙ яратҡан зәңгәр күҙҙәрҙә.
Үҙәккәйҙе өҙә торғаны,
Беҙ яратҡан зәңгәр күҙҙәрҙә.

29 5 ER 0.8087