Статистика ВК сообщества "Газета "Урал"/"Урал" гәзите"

0+
✍🏻ХАТТАР ӨСӨН ЭЛЕКТРОН ПОЧТА: ural_bel@mail.ru

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Был эсемлек организмдан 15 кг-ға тиклем шлакты сығара!!!

Эсемлек иммунитетты нығытырға, ҡан әйләнешен яҡшыртырға, матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә.

Уны әҙерләүе лә еңел
1.5 литр йылымыс һыуға 1 аш ҡалағы куркума һалығыҙ, 70 грамм бал һәм 1 лимон (лимонды ҡабығы менән бергә ваҡ ҡырғыс аша ҡырып һалығыҙ).

Эсемлекте бер тәүлек төнәтәһегеҙ. Һөҙәһегеҙ.
Өс аҙна дауамында көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100 мл эсергә кәрәк.

684 4 ER 11.8085
#әсәкәйемдонъятотҡаһы#конкурс

🌹Конкурстың сираттағы ҡатнашыусыһы - Бөрйән һылыуы, Белорет килене Рита Алғазина. Йәш ғаиләлә ике ҡыҙ тәрбиәләнеп, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр һөйөүе солғанышында үҫә.
"Һәр ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - әсә булыуҙа. Мин дә үҙемде бәхетле әсәй, тип һанайым. Ике ҡыҙым - ике йондоҙом тип бәхеткә, мөхәббәткә сорналып, балаларыма һөйөү биреп, нур һибеп, уларҙың үҫкәненә, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәйбеҙ!, ти Рита.

3 68 ER 6.7272
#Беҙҙеңзамангеройҙары#Героинашеговремени#конкурсУрал#медики

Фәриҙә Ноғаманованы күптәр районда моңға ғашиҡ төрлө йыр конкурстары еңеүсеһе итеп белә.
Шулай ҙа, ул ғүмеренең 47 йылын кеше сәләмәтлеге өсөн көрәшкә биргән. Хеҙмәт юлы Асы дауаханаһында башлана. Берештамаҡ, Ғәбдөк фельдшер-акушерлыҡ пункттарында фельдшер, 1987-2000 йылдарҙа Белорет районының тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлегендә эшләй. Әле Асы амбулаторияһы фельдшеры.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә биш тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты, Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән медицина ветераны. Юғары категориялы белгес Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны ла.
Асы ауылының мәҙәни тормошонда ла ҡайнап йәшәй Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы Ноғаманова.

6 44 ER 4.5964
#Беҙҙеңзамангеройҙары#Героинашеговремени#конкурсУрал#медики

👍🏻«Беҙҙең заман геройҙары» шәфҡәт туташтары конкурсының тәүге ҡатнашыусыһы — Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова.

Лилиә Сибәғәтова 1985 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Сермән дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2013 йылда юғары исемгә лайыҡ була) 2010 йылдан өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында эшләй. Был вазифала алты йыл эшләгәс, эшлекле ханым ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Дүрт йыл дауамында Сермән ауыл биләмәһен етәкләгәндән һуң, туған амбулаторияһына эшкә ҡайта. Әлеге көндә ул – Сермән амбулаторияһының шәфҡәт туташы. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Лилиә Вил ҡыҙы күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар.
“Аҙналы ауылынан Фатима һәм Вил Фәйзуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Ғаиләбеҙҙән өсәүебеҙ медицина өлкәһен һайлаған, килендәребеҙ менән бергә алты медицина хеҙмәткәре булып китәбеҙ”, - ти тәжрибәле медицина хеҙмәткәре.

7 57 ER 5.4212
Шулай итеп, «Беҙҙең заман геройҙары» фотоконкурсының муниципаль этабы тамам.
Гәзитебеҙ дуҫтары 11 көн дауамында районыбыҙҙың биш шәфҡәт туташы – Асынан Фәриҙә Ноғаманова, Сермәндән Лилиә Сибәғәтова, Абҙаҡтан Гөлнара Гиззитдинова, Инйәрҙән Зилиә Сәйғәфәрова һәм Рәүәттән Рәйфә Мөхәмәтғәлина өсөн тауыш бирҙе. Туғандары, дуҫтары конкурста әүҙем ҡатнашып, шәфҡәт туташтарын еңеүгә дәртләндерҙе, матур теләктәр ҡалдырҙы.
Беҙ ҙә, “Урал” гәзите хеҙмәткәрҙәре, конкурста ҡатнашҡан һөнәр эйәләренә һәм тауыштарын йәлләмәгән дуҫтарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡатнашып тороғоҙ!
Ә бәйгегә килгәндә иһә, 977 тауыш (15.00 сәғәткә ҡарата) менән Сермән врач амбулаторияһы шәфҡәт туташы Лилиә Сибәғәтова алға сыҡты. Зилиә Сәйғәфәрова – 968, Рәйфә Мөхәмәтғәлина - 738, Фәриҙә Ноғаманова – 601, Гөлнара Гиззитдинова 434 тауыш йыйҙы.
Лилиә Вил ҡыҙы артабан “Беҙҙең заман геройҙары” республика этабына сығасаҡ һәм үҙе кеүек муниципаль этаптан үткән шәфҡәт туташтары менән көс һынашасаҡ. Был юлы бөтә район менән “Беҙҙең Башҡортостан” берләшмәһендә уҙасаҡ тауыш биреүҙә Иҙел башы данын яҡлап, тауыш бирергә тейешбеҙ. Тауыш биреү 14 февралдән 28-енә тиклем дауам итәсәк. Лилиә Вил ҡыҙы унда ла һынатмаҫ тигән өмөттәбеҙ.
Ҡотлайбыҙ!!!

6 74 ER 3.7002
💐Яҡташыбыҙ, Йөйәк егете, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Искәндәр Ғәзизовҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исеме бирелде.
Ҡотлайбыҙ!!! Яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!!!

10 41 ER 3.3561
#Беҙҙеңзамангеройҙары#Героинашеговремени#конкурсУрал#медики

Гөлнара Хәниф ҡыҙы Гиззитдинова Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһы ҡыҙы. Әсәһенең тыуған яғы Абҙаҡ ауылына ғаиләләре менән ҡунаҡҡа йыш ҡайтып йөрөйҙәр һәм урта белемде ошо ауылда алыу теләген белдереп, Гөлнара ауылда ҡала. Хыялы - Өфөлә медицина хеҙмәткәренә белем алыу. 1997 йылда медицина колледжын уңышлы тамамлап, ҡулына лаборатор диагностика белгесе дипломы алып, Абҙаҡтағы “Орлёнок” балалар санаторийына эшкә ҡайта. Ә инде, 2005 йылда ауыл амбулаторияһына лаборатор анализдар эшләү ҡорамалдары алғас, учреждениеның баш табибы Ғәббәс Хамматов йәш белгесте үҙенә саҡыра. Бына 16 йыл инде Абҙаҡ ауылы халҡы ҡалаға йөрөмәй, урында ғына анализдар биреү мөмкинлеге булыуына ҡыуана. 2015 йылда амбулатория коллективы Гөлнара Хәниф ҡыҙына өлкән шәфҡәт туташы эшен дә ышанып тапшыра. Хеҙмәттәштәре уның тураһында: "Белемле, үҙ эшенә һәм башҡаларға талапсан белгес, йәмәғәт эштәрендә актив, шәп ойоштороусы"- ти. "Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған спорт ярыштары, мәҙәни саралар булһынмы, беҙҙе дәррәү ҡатнаштырып, янып торған әйҙәүсебеҙ ҙә ул"- тиҙәр коллегалары.
Гөлнара Хәниф ҡыҙы мөхәббәтен дә Абҙаҡ ауылында таба. Оҙон буйлы, тулҡынланып торған ҡара сәсле егет уның күңелен мәңгегә әсир итә. Һөйөү һәм наҙ тулы ғаиләлә бер-бер артлы өс балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн уларҙы уҡытып белем биреүгә, һөнәри үҫеш алыуға ҙур көс һалалар. Гөрләтеп донъяһын да көтәләр: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтҽрәләр. Йорттарын ремонтлау, бөхтә тотоу, тәмле, татлы ризыҡтар бешереү, һәммәһенә лә өлгөрә уңған Гөлнара. Эшкә икәүһе лә бер тигеҙ егелеп, етеш тормош ҡороп, ауылда һәр кем өсөн ҙур үрнәк булып торалар.
"Мин бик бәхетлемен!- ти Гөлнара үҙе хаҡында. - Һөйөп-һөйөлөп йәшәйем, балаларым тәүфиҡлы, тырыштар. Яратып башҡарған эшемә көн дә дәртләнеп барам, башҡарам, татыу һәм тәжрибәле коллегаларым менән хеҙмәт итеүемә ҡыуанам. Рәхмәтлемен яҙмышыма”.

11 21 ER 3.6924
#әсәкәйемдонъятотҡаһы#конкурс

Мин - Алина Таһир ҡыҙы Мостафина. Белоретта йәшәйем, эске эштәр хеҙмәте лейтенанты. Әлеге ваҡытта декрет ялындамын. Тормош иптәшем Даян Раян улы менән Самира, Дания исемле ҡыҙҙар, Арсен исемле ул үҫтерәбеҙ. Ғаиләмде тәмле аш-һыу менән һыйлар өсөн кулинар һөнәренә лә эйә булдым. Актив ялды, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Иң яратҡан урыныбыҙ – Атайымдың тыуған ауылы Толпар. Бер ниндәй курорттарың да кәрәкмәй! Ғөмүмән, тәбиғәт ҡосағында балалар ҙа аңлыраҡ, тынысыраҡ, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Беҙ бейергә лә, йырларға ла яратабыҙ. Ҡыҫҡаһы – актив йәшәү рәүеше алып барабыҙ.

6 51 ER 4.8183
#Беҙҙеңзамангеройҙары#Героинашеговремени#конкурсУрал#медики

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы ҡыҙы Зилиә Сәйғәфәрова ишле ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән. XI класты тамамлап, Өфөләге медицина колледжына уҡырға инә һәм дүрт йыл дауамында техник-лаборант һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына димломын да ала, үҙ парын осратып ғаилә лә ҡороп ебәрә Сәйғәфәровтар. Тормош иптәше йәмле Белорет районынан булғас, йәштәр Инйәрҙә төпләнергә ҡарар итә.
Йәш белгес Инйәр дауаханаһына һөнәре буйынса эшкә урынлаша.
- Бына 10 йыл инде һайлаған һөнәремә тоғро ҡалып, туған учреждениемда тырышып эшләйем. Медицинаға китеүемдең дә сәбәбе – ҡәҙерле кешемә оҡшау теләгелер. Әсәйем дә ғүмеренең 33 йылын кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тороуға бағышлаған бит. Ҡәҙерлем кеүек тырыш, кешеләргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине тигән маҡсат менән янып эшләп йөрөйөм.
Зилиә Йәмил ҡыҙы тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерә. Тырышлыҡтары менән йорт һалып ингәндәр.

6 50 ER 3.8834
Асы ауылы Юрмаш йылғаһында боҙ китә. Матур ҙа, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә күренеш.

39 16 ER 3.1220