Статистика ВК сообщества "СӘЙЕР ДОНЪЯ"

0+
😈👽💀👹👼🤫
Количество постов 6 763
Частота постов 3 часа 52 минуты
ER 28.27
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында үткән ауылдаштар байрамында урам буйлап атлаған ҡунаҡтарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтәләр ине. Төҫ-баштарына ҡарап, уларҙың ағайлы-ҡустылы икәнен сырамытырға була ине. Сараны алып барыусы Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова халыҡты бер минутҡа ғына улар янында туҡталырға һораны. Арабыҙҙа башҡаланан ҡунаҡтар, билдәле яҡташтар, хатта ҡоролтай депутаты ла бар ине. Бөтәһе лә, моғайын, башта минең кеүек уйлағандыр: хәҙер Идиә Миҙхәт ҡыҙы ағай-энеләрҙең аяныслы яҙмышын һөйләп, йә махсус интернатҡа урынлаштырырға, йә шифаханаға путевка юлларға ярҙам итергә һорар тип. Әммә ул көтөлмәгән һүҙҙәр әйтте: “Кешеләр, ошо егеттәрҙән үрнәк алығыҙ! – тине. - Бала саҡтан физик мөмкинлектәре сикләнгән, коляска ярҙамында ғына йөрөй алған бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер ҡайҙан ярҙам һорамай, ярты йыл эсендә бына ошо йортто үҙҙәре төҙөп сыҡтылар! Әле бына уртансылары Рафиҡ кәләш алып ебәргәс, ҡапҡа эстәрендә Фәиз менән Рәфискә тип тағы бер өй башланылар. Ҡунаҡҡоловтар эсмәй, тартмай, ҡулдары эш белә, өсөһө лә бынамын тигән гармунсылар. Улар тураһында һөйләгеҙ, яҙығыҙ: әйҙә, оят булһын алты ағзаһы теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаилә ҡормай, ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятҡан, тормошҡа зарланыуҙан башҡаны белмәгән әзмәүерҙәй һау ирҙәргә...”
Анау сама ят кешеләр алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тойған коляскалағы ағай-энеләр, йөҙҙәрен йәшереп, һөйләшеүҙән дә, мәҙәниәт йорто музыканты тәҡдим иткән гармундан да баш тартһалар ҙа, аулаҡ тороп ҡалғас, һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Халыҡ ағымы Ҡунаҡҡоловтарға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, ҡул сабып, һоҡланыуын белдерҙе лә ары атланы. Ә мин, хәбәрсе кеше, бындай үҙенсәлекле осраҡ тураһында ентекләберәк һорашмайынса китә алманым.
50 йәштәге Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм унан өс йәшкә кесе Рәфис – күп балалы Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә иҫән-һау малайҙар булып тыуғандар. Бөтә башҡа балалар кеүек 7 йәштә уҡырға барғандар, тик башланғыс мәктәпте тамамлауға ниндәйҙер генетик сир (үҙҙәре диагнозды белмәйбеҙ тинеләр) өсөһөн дә бер-бер артлы аяҡтан йыға. Улар Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡыйҙар һәм аҙаҡ тыуған ауылдарына ҡайтып, ата-әсәһе менән йәшәйҙәр. Ололар бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡалалар. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡоловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләйҙәр һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыралар.
“Әйттеләр бит инде, беҙ эсмәйбеҙ ҙә, тартмайбыҙ ҙа. Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9 бурабыҙ ултыра. Тик бына төҙөлөш материалдары ҡыйбатланды ла китте. Тәүгеһендәге кеүек алдан туплаған аҡса ла юҡ, йыйылған тиклеменә нимәлер алып эшләтәбеҙ ҙә тағы аҡса булғансы арыуыҡҡа төҙөлөш туҡтап тора”, - тип һөйләне кеселәре Рәфис.
Рафиҡтың өйләнеүе уйламағанда була: ул интернет менән файҙалана белгән ҡустыһы аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Ысынында иһә ул яҙмышын эҙләгән булып сыға. Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо еңелдән булмай сыға: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. “Уҙған декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, - тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ. – Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек инде”.
“Өс инвалид ир кешене ҡарау һиңә ауыр түгелме һуң?” – тип һорайым. Гөлфиә: “Юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә”, - тип әйтеп тә өлгөрмәне, Рафиҡ һүҙен бүлдерҙе: “Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ.
Һин беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйлама. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ошолай ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып алып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал ҡараштыҡ, улар үлгәс тә бер гилке ҡош-ҡорт көтөп маташтыҡ әле”.
Һөйләшкән һайын Ҡунаҡҡоловтарҙың егетлеге нығыраҡ асыла барҙы, яҙмыш тарафынан ниндәй ауыр физик хәлгә дусар ителгән кешеләрҙең кешелеклелеге, күңел яҡтыһы хайран итте. “Беҙ әле ике балалы Сания исемле һеңлебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ул күрше ауылдан айырылып ҡайтҡас, ҡулдан өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ. Шуға утын алып, ярып биреп торабыҙ. Һеңлекәш тә беҙгә ҡулыбыҙҙан килмәгән нәмәләрҙе башҡарырға булыша. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ инде. Ауыр, әлбиттә, аҡса етмәй, үҙебеҙҙең йыйындыҡлы булыуыбыҙ ғына ярҙам итә”, - тип һөйләне Рафиҡ.
Ҡунаҡҡоловтар тик үҙҙәренә генә ышана, кемдер ярҙам итергә тейеш тип, дәүләттән, хакимиәттән, ауылдаштарынан көтөп ултырмай. “Әммә был улар ярҙамға мохтаж түгел тигәнде аңлатмай, - тине Идиә Ғәлимова аҙаҡ был хаҡта үҙе менән һөйләшкәндә. - Пенсияға ғына бер-бер артлы ике өй һалыу өсөн уны ни тиклем ҡыҫып тотонорға кәрәклеген һәр кем аңлай. Ул ғына аҡсаға өйҙәренә газ да үткәрә алмаясаҡтар. Егеттәргә аралашыу ҙа етмәй, шуға интернет менән файҙалана алыу өсөн телефон менән ярҙам итеүселәр табылһа ла бик яҡшы булыр ине. Әле уларҙың күмәгенә бер ябай телефон. Өйҙө эшләп бөтһәк, “һыйпай” торғанын алып, ватсаптан ғына хәбәрҙәр ебәреп ятыр инек тип хыялланалар. Гәзиттән уҡып, ярҙам итергә теләүселәр табылһа, оло сауап алырҙар ине, әлбиттә ”.
Йыш ҡына замандаштарҙың: ”Хәҙер мохтаж әҙәмдәр ҙә юҡ бит, ҡайһы саҡ хәйер бирәм тиһәң дә кеше табып булмай”, - тигәнен ишетәһең. Бар ул мохтаждар, тик ундайҙар һоранып йөрөмәйҙәр. Физик яҡтан кәмселекле булһалар ҙа, әхләҡи, рухи яҡтан үҙҙәрен лайыҡлы тота беләләр.

162 162 ER 11.0554
Анон.Богон данлыклы имсе,дауалаусы,аулия,косло хазратебез Сиражитдинов Можауир Уйылдан улынын тыуган коно.Йаннат турзаренда бул Можауир олатай.Зур рахмат хезга ауырыузарзы шулай дауалап,сихатландереп тороуыгызга🌼🌹🌺🌷🍀🍀

376 234 ER 10.3584
Анон.Укып йорогоз ,хазрат олатайыбыззын догахы 🌷🌷🍀🍀🌼🌼

667 84 ER 6.8829
Анон.Һаумыһығыҙ. Бер көнө апайым менән Мөжәуир Хәҙрәттең зыяратын курергә тип барҙыҡ. Мәсетенә инеп ултырҙыҡ та хәҙер апайыма әйтәм!эх ,бер бөртөк тә доға белмәйем исмаһам ,Мөжәуир Хәҙрәткә бағышлап доға уҡыр инек , берәу килмәҫ микән , берәу килһә ине, доға уҡытырға тип теләп ултыра инек ,бер заман бер машинаның гөж иткән тауышын ишеттек , ҡараһаҡ ап-аҡ тубәтәй кейгән , матур итеп кейенгән , таҡ тоҡ баҫып бер ир инеп килә мәсеткә , икәуләп бер беребеҙгә ҡарашып аптырап ҡалдыҡ , теге ир көр тауышы менән доға уҡый башланы . Шулай итеп уйламаҫтан доға бағышлап , ҡайһылай һәйбәт булды, бер юлы доға уҡытып, күңелебеҙ булып, шатланып ҡайтып киттек.Доға уҡытыр кәрәк ине, тип теләп әйткәйнем ,теләгем ҡабул булды .

53 79 ER 3.9442
Әс- сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ дин ҡәрҙәштәр! Кәрәкле доға - сүрәләр ҡуяйым әле.Файҙаһы тейер кемгәлер.Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ,тәүфиҡле парлы тормош насип итеп,именлектә йәшәйек әле.ИңшәәАллаһ.

941 35 ER 7.7030
Анон. Минең белеүемсә, Аллаһтан матур итеп, ихлас үҙ телеңдә,һәм доғалар уҡып та теләк теләу ҙә бик яҡшылыр, һәм файҙалы ла теләктәр ҙә ҡабул булыр тип уйлайым, Аллаһ бирһә.Ошо теләктәрҙе теләп йөрөгөҙ.
🤲🤲🤲Мәрхәмәтле Аллам, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит. Барына шөкөр итәм, биргәнеңә рәхмәтлемен. Ошо бәхетемде һаҡлай күр, тормошобоҙға ҡайғы хәсрәт, сир сырхау килтермә!
🤲🤲🤲Күҙ тейеуҙәр, һүҙ тейеуҙәр ҡағылһа, барыһы ла минән китһен. Юлыма ҡара эсле, ауыр энергиялы, көнсөл кешеләрҙе сығарма, бары тик изге күңелле, уңышлы кешеләр менән юлдаш ит. Теләктәремде бер үк купһенмә, артығын һораһам гафу ит!
🤲🤲🤲Яҡындарыма һәм үҙемә, ныҡлы һаулыҡ бир! Донъяһы бөтөн кешенең күңеле лә тыныс була- һәммәбеҙгә лә йән тыныслығы насип ит.Балаларым, йәрем, яҡындарым иҫән булһын. Һәр ҡайһыһын бәлә - ҡазаларҙан һаҡлап йөрөт! 🤲🤲🤲
Имен һау булайыҡ ИңшәәАллаһ.

653 129 ER 5.9809
Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты тыуған көнөн билдәләй🎉.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын республикабыҙҙың хеҙмәт һөйөүсән, фиҙакәр халҡы исеменән тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер, яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!👏🏻👏🏻👏🏻

4 75 ER 3.9765
Һаумыһығыҙ.Һеҙгә бер зекер -доға ҡылыу тәртибен ебәрәйем әле.Әйҙәгеҙ уҡып теләк теләйек -намаҙҙа,исламда булыу,булмау шарт түгел- ихласлыҡ кәрәк.Барыбыҙға ла мәңгелек бәхет,тыныслыҡ,һаулыҡ,шатлыҡ,бәрәкәт һәм башҡа бик күп яҡшылыҡтар теләйек, Хоҙайҙан һорайыҡ ,күмәкләгән яу ҡайтарған тейҙәр.1".Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ,үә әшһәдү әннә Мүхәммәдәр -рәсүлүллаһи салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм.-3 тапҡыр.2.Әстәғәфируллаһа ләҙи лә иләһә иллә һүәл хәйәл ҡәйүмә үә әтүбү иләйһи.-100тапҡыр.3.Иләһи әнтә мәҡсүди үә ризаҡа мәтлүби -1тапҡыр.4.Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин ғабдикә үә нәбиййикә үә рәсүликә нәбиййил үмиййи үә ғәлә әлиһи үә сахбиһи үәссәлим -100тапҡыр.5.Иләһи әнтә мәҡсүди үә ризаҡа мәтлүби.-1тапҡыр.6.Ләә иләһә илләллаһ -100 тапҡыр.7.Сәййидинә Мүхәммәдүр -рәсүлуллаһи салаллаһу тәғәлә ғәләйһи үәсәлләм.-1 тапҡыр.8.Иләһи әнтә мәҡсүди үә ризаҡа мәтлүби."Был зекерҙе Мөхәммәт с.ғ.с пәйғәмбәребеҙ кейәүе Ғәлегә р.г. өйрәткән һәм беҙгә Зәйнулла ишан Рәсүлев аша килеп еткән тиелә китапта.Зекерҙе уҡығандан һуң хикмәт күрһәң -кешеләргә әйтергә ярамай тейҙәр.Иртәнле кисле ҡабатлап йөрөү бик яҡшы.

931 50 ER 7.0097
Кук кабагы.
Анон.Конкурска.Ошо ураза айынын азаккы 10 кононда кук кабагы асыласак.Ул тонда тып тын булыр.Эттарза ормас,ел да тымып калыр.Ожмахтамы,кайзалыр бер агас та саждага боголор.Яп якты булып китер.Карангы тонда ерза ятыусы эна ла ап -асык куренер.Кук кабагы асылыр.Куреуселар матур итеп телактарегеззе телагез.Илебез тыныс булхын,гаила бахеттаре,балалар кыуанысы,иман,тауфик,тура иманлы юл хорагыз Аллахы Тагаланан.Аллах,тура иманлы юлда йашатхен барыбыззы ла.Шайтандарзан,шайтанлы азамдарзан хаклахын.Иншаллах,амин,амин🌷🌷🌼🌼🌺🌺Эштаребеззен унын бирхен.
Кемдар тормош ауырлыктарын да-уларга Аллахы Тагала яктылык,иман,кос -кеуат бирхен.Енеп сыгырга.Аллах,мыхырбанлы зат.Барыбызга ла ярзам ита.Йунен насип ита.
Кемдар ошо кук кабагы асылыуын курзе.Казер кисахенда.Язайык.Кемдер кукта гарапса аяттар кура.Яйлап юйыла ла,икенселаре язылыуын.Кемдер якты Аллах нурын кура.Бер инайзен ейансаре хойлауенса,борон оласахе тонда мунсага китеп барганын да кук йозо асылып китеп,кинолагы кеуек матур коштар хайрауын,йашеллек,саскалар,емеш агастары💐🍀🌷🌹🌻🍇🍇🍒🍒🍓🍓🍎🍎купереп ,шаулап горлап агыусы шишмаларзе курган.Анлатып ,хойлап килештереп хойлап булмай икан.Тамле емешле агастар,ят -ят емешле икан.
Ул инай тасын тотоп аптырап ерга колаган да тик ултырган аптырап китеп.
Тормошта кешелар ауырлыкты ла,асе асе куз йаштарен да,тугандарынын улемен да,бик куп ауырлыктарзы ла бихисап куралер.Сабыр итегез.Ожмахлы булырхыгыз.Ауырлыктар тип шайтан эсемлегена,ашакелектарга кушылмагыз.Шайтан кешеларзе киаммат конона тиклем аззырып,эсереп,батырып узена отряд тозойзой.Ошо отрядын узе менан тамук тобона тошорасак.Кемдар кайгылы,ауырлыкка баткан-ярзам кулы хузыгыз.Ташлап куймагыз якындарыгыззы.Теге доньяла куршелар,тугандар хакы хораласак.Материально ярзам ита алмахагыз,тел ярзамы менан да ярзам итерга була.

232 144 ER 4.6019
Анон. Минең белеүемсә, Аллаһтан матур итеп, ихлас үҙ телеңдә,һәм доғалар уҡып та теләк теләу ҙә бик яҡшылыр, һәм файҙалы ла теләктәр ҙә ҡабул булыр тип уйлайым, Аллаһ бирһә.Ошо теләктәрҙе теләп йөрөгөҙ.
🤲🤲🤲Мәрхәмәтле Аллам, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит. Барына шөкөр итәм, биргәнеңә рәхмәтлемен. Ошо бәхетемде һаҡлай күр, тормошобоҙға ҡайғы хәсрәт, сир сырхау килтермә!
🤲🤲🤲Күҙ тейеуҙәр, һүҙ тейеуҙәр ҡағылһа, барыһы ла минән китһен. Юлыма ҡара эсле, ауыр энергиялы, көнсөл кешеләрҙе сығарма, бары тик изге күңелле, уңышлы кешеләр менән юлдаш ит. Теләктәремде бер үк купһенмә, артығын һораһам гафу ит!
🤲🤲🤲Яҡындарыма һәм үҙемә, ныҡлы һаулыҡ бир! Донъяһы бөтөн кешенең күңеле лә тыныс була- һәммәбеҙгә лә йән тыныслығы насип ит.Балаларым, йәрем, яҡындарым иҫән булһын. Һәр ҡайһыһын бәлә - ҡазаларҙан һаҡлап йөрөт! 🤲🤲🤲
Имен һау булайыҡ ИңшәәАллаһ.

553 159 ER 6.3818