Статистика ВК сообщества "Зилаирский район - Йылайыр районы"

0+
Подписывайтесь!!! Скоро будет конкурс и много обновлений!)

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Был баһаға ул күптән лайыҡ
1984 йылдың 5 ноябре. Баймаҡ районынан хеҙмәттәшем Зиннур Хәлимов менән әрменән ҡайтып киләбеҙ. Район үҙәгендә район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәмитйән Зәйнулла улы Хәйбуллин беҙҙе Ленин урамында осратып, тура рәйестең үҙенә – Зиннур Янбай улы Күсәрбаевҡа алып инде. “Бына беҙ көткән егет ҡайтып бара, урамда тотоп алдым. Хеҙмәттәше лә районда кәрәкле белгес...” – ишектән инеү менән бер тында беҙҙең менән таныштырып сыҡты ул. Зиннур Янбай улы, урынынан еңел генә тороп, беҙгә ҡаршы атланы һәм ҡуш ҡуллап күреште: “Бик шатмын, егеттәр! Шунан, әрмене тоҙланығыҙмы? Артабанғы пландарығыҙ нисек?” – шулай бик ирәбе ҡаршы алды район хужаһы һәм, минең ризалығымды ла һорамай, редакцияға – ул саҡтағы мөхәррир Александр Иванович Полозковҡа шылтыратты: “Александр Иванович, бына көткән Рәмовығыҙ ҡайтты! Әле миндә ултыра, хәҙер редакцияға барырҙар! Бөгөндән эшкә урынлаштыр!”... Шулай итеп, тыуған ауылыма, әсәйем янына ҡайтып та етмәҫ элек һалдат шинелендә “эшкә төштөм”...
Ә редакияла мине бар коллектив ҡаршы алды. Әхмәт Мөхәмәтшәрип улы Юланов, Ильяс Исмәғил улы Такалов, Фәрзәнә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Хәсәнова, Фәрит Ҡоҙабай улы Мортаев, Айһылыу Аллабирҙе ҡыҙы Байбаҡтина, Рәшиҙә Абдулла ҡыҙы Мортаева, Зәкирә Аллабирҙе ҡыҙы Теләүембәтова, Вәзилә Нурәхмәтова, Зөһрә Ҡотлогилдина һ.б. типография ҡыҙҙары менән ҡосаҡлашып күрешеп, корректорҙар бүлмәһендә сәйҙәрен эсеп, бер-ике аҙнанан килергә вәғәҙә биреп, ҡайтып киттем. Минең өсөн иң шатланғаны ул ваҡытта тәржемәсе булып эшләгән Фәрит ағай Мортаев булғандыр, моғайын. Артабан уның менән “гәзит ҡаҙанында” байтаҡ йылдар бергә ҡайнарға тура килде. Тыныс холоҡло, ултыраҡ аҡыллы, һәр эште төптән уйлап эшләгән, үҙ бурысын намыҫ менән атҡарған коллегам мине күп нәмәләргә өйрәтте! Мин әле лә рәхмәтлемен уға! Фәрит Ҡоҙабай улының кемгәлер тауыш күтәргәнен, кем менәндер әрепләшкәнен хәтерләмәйем – һәр нәмәне тыныс, үҙенә генә хас иплелек менән хәл итте ул. Күп эшемдә, хатта ғаилә мәсьәләләрендә лә иң элек Фәрит ағай менән кәңәшләшеп, уның кәңәштәрен тотоп йәшәнем... Әле лә уңайы сыҡҡан һайын хәбәрләшеп, хәл белешеп торабыҙ!
Ә бөгөн Фәрит Ҡоҙабай улының “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булыуын ишетеп, бар йөрәгем менән ихлас ҡыуандым! Был исемгә күптән лайыҡ журналист, ысын кеше ул! Ҡотлайым, Фәрит Ҡоҙабай ул! Юғары баһаңдың мәнфәғәтен күреп, Рәшиҙә еңгәй менән ҡыуанып йәшәгеҙ! Оҙон ғүмер, ғаиләгеҙгә именлек һәм теүәллек, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ матур киләсәк һеҙгә!

1 27 ER 3.6784
БЫНА КЕМДӘРҘӘН ҮРНӘК АЛЫРҒА КӘРӘК!

Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылы-бик боронғо башҡорт ауылы! Был ауыл борон ҙур ғына булған! Унда хатта ҡайһы бер осор 500 - ҙән артыҡ халыҡ йәшәгән! Йылайыр районында бөгөнгө көн өс боронғо мәсет һаҡланып ҡалған. Шуларҙың береһе Иҫке Яҡупта. Архив дукументтары фаразлауынса был мәсет 1861- се йылда төҙөлгән була һәм уның янында мәҙрәсәһе лә булған тип раҫлана. Хоҙай Тәғәлә ярҙамы менән, беҙгә был мәсетте һаҡлап алып ҡалып, уны яңынан тергеҙергә лә насип итте шөкөр!
Иҫке Яҡуп ауылы - данлыҡлы ҡурайсылар Ишкәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар тыуған ауыл!
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ошо легендар Һаҡмар йылғаһы буйындағы ғәжәйеп хозур тәбиғәтле төпкөл башҡорт ауылына республикабыҙҙың көнбайыш райондарының береһе, алыҫ Борай яҡтарынан килеп, төпләнеп, күптәре ғәилә ҡороп тороп ҡалған милләттәштәребеҙ тураһында үҙенсәлекле бер тарихы ла һаҡлана был ауылда.
Быйыл, ниһайәт июнь айында, Иҫке Яҡупта "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы үткәреү планлаштырыла, иншаллаһ! Сөнки үткән йылдарҙа пандемияға ҡағылышлы һәм башҡа сәбәптәр менән кисектерелеп килгәйне ул сара.
Әле бына кисәге, бөгөнгө көн унда бөтә тирә яҡтан ошо ауылда тыуып үҫкән ауылдаштар йыйылып ҡайтып, улар тарафынан ҙур өмә үтә.
Инде ике көн рәттән, ауыл халҡы менән берләшеп, ауылды ҡышҡы сүп-сарҙан таҙарталар һәм әлбиттә бөгөнгө көндә лә байрам сараһына әүҙем әҙерлек бара. Шуны ла әйтергә кәрәк, өмәнән һуң ауылда йәшәгәндәр әҙерләнеп, бергәләшеп ифтар мәжлесе лә ойошторалар.
Был сарала Матрай ауыл биләмәһе етәксеһе Илмир Салауат улы Йәрмөхәмәтов та әүҙем ҡатнаша!
Бына шулай, беҙ бергә һәм берҙәм булғанда ғына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, матур, татыу, бәхетле йәшәйәсәкбеҙ!
Изге Рамаҙан айында башлаған эштәрегеҙ уң булһын ауылдаштар!

Мәрйәм Закирйәнова 17.04.2022

8 16 ER 2.6198
БӨГӨН "АМАНАТ" БЕЙЕҮ КОЛЛЕКТИВЫНА КОНЦЕРТҠА САҠЫРҒАЙНЫЛАР (ӨФӨ ҠАЛАҺЫ), ИҪ КИТМӘЛЕ ШӘП КОНЦЕРТ БУЛДЫ!
НУ БЕЙЕЙҘӘР МАЛАЙ! 👍
ШӘП БУЛА ИНДЕ, СӘХНӘЛӘ ГЕЛ ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫЛАЙЫРҘАР ЙӨРӨГӘС, ТИГӘН БУЛАМ ЭРГӘМДӘГЕ ДУҪТАРЫМА!👍
АФАРИНДАР ЯҠТАШТАР!👍
ҠАЙҘА ҠАРАМА ЙЫЛАЙЫРҘАР ИНДЕ, ТИҘӘР ШАЯРЫП.😉
МИН ӘЙТӘМ: "ҠАЙҘА ҠАРАМА МАТРАЙҘАР", ТИГӘН БУЛАМ, ЭРЕ ГЕНӘ СИРТТЕРЕП... 👍🤚😉

4 31 ER 3.0783
Әле генә үлем хәбәрен ишетеп, шаңҡып йөрөлә ине... 40 көн дә булып китте... Һәйбәт ҡоҙа булды! Уның менән төрлө темаларға ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорорға була ине. Ятҡан ерҙәре тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын! Миңлегөл киленебеҙгә, Лариса, Зөлфиә ҡоҙасаларыбыҙға, Мәрйәм ҡоҙағыйыбыҙға сабырлыҡ илә түҙемлек теләйбеҙ!🙏🏻🙏🏻🙏🏻

5 11 ER 2.2509
Бөгөн Һабыр ауылында шаулап-гөрләп туй тантанаһы үтә – яңы өйләнешеүселәр Ләйсән һәм Айгизәр Ҡоҙашевтар үҙҙәренең ғаилә союзын законлаштыра! Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын, йәштәр! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын! Зат-ырыуығыҙҙың ҡот-ырыҫын арттырып, иң-иң бәхетле пар булып, барыбыҙҙы ла һөйөндөрөп ғүмер итегеҙ!
Изге теләктәр менән Рәмовтар.

3 11 ER 1.9405
Беҙҙә Сидоровка ауылында мәсеттә йома көнө кискеһен ифтар мәжлесе үтте!!! Ауылымдың ҡатын - ҡыҙҙары бергә йыйылышып ай буйына бер нисә төркөмгә бүленеп ифтар мәжлесе үткәрергә һөйләштеләр. Беренсе ифтар мәжлесен Тауылбаева Сәлимә, Боҫҡонова Эльмира, Дәүләтҡолова Гөлфирә, Ҡотоева Гөлнара, Ҡотоева Гөлсәсәк, Солтанова Сәлимә, Таһирова Айгөл үткәрҙеләр. Мәжлестә Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров, Йылайырҙан имам-хатиб Венер Шәрипов, Байғужа ауылының имамы Ғәле Азаматов һәм абыстай Разифа Азаматова ҡатнаштылар. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!!!

2 3 ER 1.7436
Бөгөн, йәғни 30 - сы апрель көнө Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылында сираттағы өмә үтте. Ошо ауылдан сыҡҡандар төрлө яҡтарҙан йыйылып, ауылда йәшәгәндәр менән бергә Алла йорто - мәсетте йыуып, ағартты һәм зыяратты тәртипкә килтерҙе.
Ауылдаштарға афарин!
Рамаҙан айында ҡылған бындай ҙа изге хеҙмәттәре ерҙә ятып ҡалмаҫ!
Сауаптарын насип итһен һәммәһенә лә!

3 3 ER 1.4502
📍По обращению жителей села Верхне-Галеево Зилаирского района о нарушениях при добыче камня-плитняка, выехал на место.
В 2019 году я приезжал сюда по просьбе сельчан. Направил запросы в контролирующие органы, по итогам которых были приняты определенные меры, увеличилось поступление налогов от добывающего предприятия в бюджет района за 2019 и 2020 года. Однако за первое полугодие 2021 года поступление налогов в район сократилось. А добыча плитняка продолжает идти активными темпами, и цена на него выросла, соответственно увеличилась и прибыль предприятия. Со слов представителей предприятия за год добыто 500 кубометров камня-плитняка. Необходимо проверить эти отчеты на соответствие действительности, для чего нужно провести проверку объема добытого маркшейдерами Минэкологии РБ. Только при осмотре карьера мы увидели приготовленные к продаже, аккуратно сложенные в поддоны 71 кубометр камня-плитняка.

📍Между районом и добывающим предприятием нет соглашения об оказании помощи, такая возможность предусмотрена в условиях лицензии. Руководители предприятия заверили, что впредь работа будет перестроена с учетом высказанных замечаний и они готовы оказать посильную помощь району. Многотонные фургоны, перевозящие камень-плитняк в Москву, Петербург и в Грозный разбивают дороги, мосты, которые ремонтируются за счет средств района.

📍Цель подобных выездов по обращениям жителей республики - не чинить препятствия в добыче природных ископаемых, а навести порядок. Чтобы добывающие предприятия платили положенные по закону средства в бюджет района и сельского поселения для ремонта дорог и решения социальных вопросов, создавали официальные рабочие места и проводили рекультивацию испорченных земель.

📍По итогам посещения этих карьеров направил запросы в Минэкологии РБ, Прокуратуру РБ, МВД по РБ, Росприроднадзор, Ростехнадзор для принятия мер по конкретным фактам.
Будем работать, наводить порядок. Да, это сложно, но возможно. Есть и результаты наших выездов. Об этом напишу подробно в другой раз.
#башкортостан #зилаирскийрайон #каменьплитняк #зарифбайгускаров

21 10 ER 1.9754
Өлгө алайыҡ!
Юл йөрөгәндә күп ауылдар аша үтергә тура килә. Бала саҡтан ҡалған ғәҙәтем буйынса мин ауылдарҙың зыяраттары тәңгәлендә әрүахтарға сәләм биреп, эстән генә аят уҡып, доға ҡылып үтәм... Тәрбиәле, таҙа зыяраттарҙы күреп һөйөнһәм, ташландыҡ, ҡоймалары емерек, өйөр-өйөр малдың аяҡ аҫтында ятҡан ҡәберлектәр йөрәкте һыҙлата...
Һуңғы йылдарҙа күрше Әбйәлил районына юлым йышайҙы. Ҡайһы ғына ауылына барһам да атай-олатайҙарҙың мәңгелек йорттары ҡараулы булыуы иғтибарымды йәлеп итә. Оло юлға терәлеп тигәндәй ятҡан зыяраттарҙа ғына түгел, төпкөл ауылдарҙа ла шундай хәл. Тағы ла шуныһы: бар зыяраттар янында бәҙрәфтәр (кемгәлер көлкө тойолор, бәлки, әммә мин бер ҙә көлмәйем!) ҡуйылған. Ҡәбер ҡаҙыусылар, мәрхүмде ерләшергә килеүселәр, төрлө сәбәп арҡаһында тәһәрәтләнмәй килгән мосолмандар өсөн бик урынлы уңайлыҡ бит был! Хәжәттәрен ҡайҙа етте шунда түгел, тәғәйен урында үтәү мөмкинлеге бар һәр хәлдә... Юғиһә, шундай етди процессия ваҡытында, ни эшләйем, ҡайҙа барам, тип ыҙаланыусы-борсолоусылар йыш ҡына осраштырғылай... Башҡаларҙың күҙ алдында кесе йомоштарын үтәүселәр хаҡында әйтеп тә тормайым... Ә бит бөгөн арабыҙҙа заман ауырыуҙары менән бәйле кесе хәжәткә йыш йүгереүселәр бихисап! Беҙҙең яҡтарҙа ла әбйәлилдәрҙең матур һәм бик тә кәрәкле башланғысынан өлгө алһындар ине!
Бер юлы шуны ла әйтеп китәйем: ҡалаларға барһаң, бәҙрәф иң ҙур проблемаға әйләнә! Йәмәғәт туҡланыуы урындарының күбеһендә ул йомошоңдо үтәп булмай, ҡайһыларында ундай урындар йоҙаҡлы, хатта сит кешеләр күп йөрөгән ойошма-учреждениеларҙың да бәҙрәфтәре биктә тотола. Был йәһәттән ырымбурҙарға ҡарап фәһем алырға булыр ине. Уларҙа мөйөш һайын биотуалеттар ҡуйылған! Әллә беҙҙең тейешле органдарҙың шуға аҡсалары етмәй микән? ППМИ буйынса йыйылған аҡсаның артыҡ өлөшөн тотонорға була бит һис юғы... Минең һүҙҙәрем менән килешеүселәр бармы арағыҙҙа?
Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ҡоролтайҙың урындағы комитеттары тәҡдимемә иғтибар итерҙәр, тип ышанам...
Мотал Рәмов.

1 4 ER 1.4602
Помогите найти человека !
Пропал Нигматзянов Рифат Рамилович, 38 лет (1983 г.р.)
с. Зилаир, Зилаирский р-н, Республика Башкортостан.
29 декабря 2021 года вышел из дома и не вернулся.
Может находиться в вашем районе !
Максимальный репост !

12 3 ER 1.2180