Статистика ВК сообщества "Яуап бар...Файҙалы кәңәштәр"

0+
Һорауҙарығыҙҙы "Предложить новость" аша һелтәгеҙ

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Оло ҡайығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.
Был бик ҙур юғалтыу, Татарстан өсөн генә түгел, ә тотош Рәсәй өсөн.

Барлыҡ балалар иҫән-һау мәктәп тамамлаһындар ине.

45 162 ER 3.1782
7 июндә М5 трассаһында ҡот осҡос аварияла Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылынан Руслан һәм Зилә Мөхәмәтйәновтарҙың улы Самат ауыр тән йәрәхәттәре алды. Кәләше Зөһрә 1 йәшлек ҡыҙы менән декрет отпускыһында, әлеге ваҡытта ошо уҡ райондың Һөләймән ауылында йәшәүсе сирле әсәһен ҡарай. Аграр университетта белем алып йөрөүсе Самат практика буйынса отчёт тапшырыу маҡсаты менән Өфөгә юлға сыҡҡан була. Самат Өфөлә больницала, хәле ныҡ ауыр, комала, көн һайын операция яһайҙар. Врачтар йәш егетте ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн бар көсөн һала. Мосолман ҡәрҙәшебеҙ Самат Руслан улы доғаларыбыҙға мохтаж🤲🤲🤲.
Билгеле, был саҡта, күп мәсьәлә финанстар аша хәл ителә. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә йәш ғаиләгә ярҙам итеп ебәрәйексе, ҡәрҙәштәр, Аллаһ ризалығы өсөн. Сберкарта Зөһрә Айҙар ҡыҙы исемендә 2202200659625238. Телефоны 89677370980

122 276 ER 2.7275
Төркөмдә һыҙланыуҙан кәңәш һорап яҙыусылар бик күп. Бәлки ошо яҙмалағы кәңәш берәйһенә ярҙам итер.
=
Өлкән яшьтәгеләр "остеопороз" авыруы турында яхшы белә булыр, аның "коксартроз" дигәне дә бар әле. Бер язылучыбыз бу чирләрне менә ничек дәвалаган.

"Үзем авырып, даруларның файдасы аз булганга күрә, халык рецептлары белән дәваландым. Файдасы бик зур булды. Шуңа “В Контакте”ны укучыларга да киңәш итәм.
Күптәннән инде буыннарым сызлый, дәваханәдә дә ятып чыктым, күпме дару эчеп, күпме уколлар, мазьлар кулландым, файдасы бик аз булды. Диагноз: “коксоартроз”, “остеопороз” һ.б. Операция кирәк, диделәр. Шуннан соң шушы халык рецепты белән дәвалана башладым.

Тавык йомыркасының кабыгын юып, суда кайнатып (сальмонелла булмасын өчен), киптереп, кофемолка аркылы порошок ясадык. Шул порошокны иртә белән бер чәй калагы күләмендә чынаякка салам, аңа лимон суты салып биш минут тотам, урысча әйткәндә "известьны гасить" итәм, ул чыжлап тора. Шуңа кибеттән алган куе катык салып, болгатып ач карынга эчәм. Иптәшем дә тез буыны белән азаплана, аңа да операция кирәк, диделәр. Ул да шуны эчә башлады. Аңа да бик зур файдасы тиде. Аллага шөкер, хәзерге көндә бу авырулардан арындык", - дип язган Ибраһим Фатихов.

Шушы чирләрдән интегүчеләр булса, кулланып карагыз, файдасы тими калмас.
(Ҡыҙыл таң гәзите)

606 11 ER 2.6307
Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр
Ураҙа тоторға уйлағанда , иң мөһиме, алдан уҡ үҙеңде аслыҡ менән ҡурҡытмау: “Ҡайһылайтып ҡына ас йөрөрмөн, нисек кенә түҙермен?” - тигәнерәк уйҙарҙы уйлауҙан ҡотолорға кәрәк. Алдан уҡ ү ошондай уйҙар менән көйләнгән кешегә ураҙа тотоу бик ауырға тура килә. Әгәр инде кеше ураҙаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тоторға ниәтләп, оло бер ғибәҙәт, сауаплы эш һәм гонаһтарҙың юйылыуына бер сәбәпсе икәнлегенә ныҡлы ышанып, ураҙаны алдан уҡ көтөп йөрөп, ҡыуанып тота икән, уға ураҙа тотоу бер ҙә ауыр булмаясаҡ, сөнки уның организмы, иң мөһиме, мейеһе шул уйға көйләнә. Бөтә булған ҡурҡыуҙарҙы алып ташлап тотҡанда, ураҙа бик еңел үтәсәк. Тәүге 3-4 көнө генә аслыҡ тойғоһо һиҙелһә лә, һуңынан ул да булмаясаҡ, сөнки беҙҙең организм режим менән өҙлөкһөҙ ашауға яйланып бөткән һәм ашар ваҡыт еткән һайын ризыҡ “талап итә”, ә һуңынан инде ашҡаҙан да ас тороруға “күнә”.
Ураҙаны иртәнсәк ҡояш сығырға ике сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғандан алып, ҡояш тулыһынса байығансы тоталар.
Нисек ураҙа тотоуҙы еңеләйтеп була? Әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу менән. Нисек дөрөҫ туҡланырға? Беренсенән, организм өсөн иң мөһим булған һыуҙы етерлек кимәлдә эсергә кәрәк. Сөнки кеше ашамайынса айҙар буйы йәшәй алһа ла, һыуһыҙ өс көндән артыҡ йәшәй алмай. Кискелек, ифтар ваҡыты еткәс, ауыҙ асҡанда, 100-200 грамм тирәһе һыу эсергә, күберәк эсергә лә мөмкин. Иң тәүҙә 1-3 бөртөк финик ашап ҡуйыу ҙа сөннәт. Рамаҙан айында был емеш - өҫтәлдә иң мөһим ризыҡ. Ул витаминдарға бик бай. “Әгәр берегеҙ ураҙа тота икән, финик менән ауыҙ асһын, әгәр ул булмаһа –һыу менән, сөнки, дөрөҫлөктә, һыу –таҙартыусы”, тип әйткән Пәйғәмбәр ғәләйһис –сәләм ( Имам Әхмәд, Әбү Дауыт, Ибн Мәджәһ, Тирмизи). Ифтарҙа ашаған ризыҡ майлы, ауыр булмаһын, ә еңел эшкәртелә торған, витаминдарға бай ризыҡ булһын. Мәҫәлән, емеш –еләк, йәшелсә, йәшелсә аштары. Ҡамыр аштарынан, ит, картуф кеүек ауыр эшкәртелә торған ризыҡтарҙан ифтар мәлендә бөтөнләй баш тартып тороу яҡшы. Ашап алғандан һуң төнгө намаҙҙар ваҡытында һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Мәҫәлән, тәрәүих намаҙҙарында, һәр ял итергә туҡтаған һайын, һыу эсергә мөмкин.
Ә сәхәр мәлендә ашаған ризыҡ аҡһымдарға бай булырға тейеш. Был ваҡытта күпләп һыу эсергә кәрәкмәй, сөнки был ашаған ризыҡтың яҡшылап эшкәртелмәгән көйө йыуылып төшөүенә генә килтерәсәк. Шуға һыуҙы сәхәр ваҡытына тиклем ярты сәғәт алдан ғына эсергә мөмкин. Төрлө сәтләүектәр, ярмаларҙан бутҡалар,әҙерәк балыҡ йә ит, йомортҡа, һөт ризыҡтары, фасоль ашау яҡшы. Әсе, тоҙланған ризыҡтар ашауҙан тыйылырға кәрәк, сөнки улар һыуһатып йөҙәтәсәк кенә.
Тағы ла, ураҙа ваҡытында, төштән һуңғы мәлдәрҙә 20 – 30 минут серем итеп алыу ҙа файҙалы. Был да сөннәт. Бик ныҡ һыуһап киткәндә, ауыҙҙың, танауҙың эсен һыу менән сайҡатып алырға мөмкин, душта ҡойоноп алыу ҙа еңеллек килтерә. Тик, һыуҙы яңылыш булһа ла йотоп ебәреүҙән һаҡланыу кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр хатта төкөрөк йотоп ебәреүҙән дә ҡурҡа, ураҙаны боҙа тип, был дөрөҫ түгел, төкөрөк йотоу ураҙаны боҙмай. Ураҙа тотҡан саҡта, оҙаҡ ашамай торғанлыҡтан, ауыҙҙан насар еҫтәр сығыусан. Бынан ҡотолоу өсөн, тештәрҙе, телде мисүәк менән ышҡып таҙалап алырға мөмкин. Мисүәк ҡулланыуҙан ураҙа боҙолмай.
Аллаһ Тәғәлә кешене барлыҡҡа килтереүсе һәм уның өсөн нимә яҡшы, нимә насар икәнлеген Унан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Ураҙа тотоуҙың кеше организмы өсөн бик файҙалы икәнлеген ғалимдар ҙа иҫбатлаған. Ураҙа тотҡанда күп ағзалар ял итә, йәшәрә, ауырыу күҙәнәктәрҙе һау күҙәнәктәр алмаштыра, мейе ҡан менән яҡшыраҡ тәьмин ителә, хәтер яҡшыра һәм башҡалар. Иң мөһиме – кеше үҙ нәфсеһен тыйып тоторға өйрәнә, уны тәрбиәләй, гонаһтарҙан, харамдан тыйыла.
Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлелеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәтеүсе ғибәҙәт. Аллаһ ризалығын өмөт итеп ураҙа тотоусы барлыҡ мосолмандарға ла, Аллаһтың рәхмәтенә, бәрәкәтенә, ризалығына ирешергә насип булһын. Барлыҡ ҡылған изге уй –маҡсаттарына ирешергә яҙһын, иншәәАллаһ.
Сәхәр ашағандан һуң уҡыла торған доға
“Нәүәйтү ән әсуумә саүмә, шәһри рамәдаанә минәл – фәджри иләл – мәғриби, хаалисал –лилләәһи тәғәәләә”
Мәғәнәһе: Аллаһ ризалығы өсөн ихласлыҡ менән, таң ваҡытынан башлап, ҡояш батҡансы ҡәҙәр, Рамаҙан ураҙаһы тоторға ниәт иттем.
Ифтар ваҡытында уҡый торған доға
“Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтүүә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡикә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәру мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү”
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! Ошо ураҙамды Үҙеңдең ризалығың өсөн тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем һәм фәҡәт бер Һиңә генә бөтә эштәремде тапшырҙым. Һин биргән ризыҡ менән ифтар ҡылдым. Гонаһтарымды ғәфү итеүсе Аллаһым, минең әүәлге гонаһтарымды ла, киләсәк гонаһтарымды ла ярлыҡа”
1. Һорау: Ислам динендә ураҙаның хөкөмө ниндәй?
Яуап: Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәр бер бәлиғ йәшендәге аҡылы теүәл булған мосолманға фарыз ғәмәл.
2. Һорау: Кемдәр был ураҙанан азат ителә ала?
Яуап: Ауырыу кеше, әгәр ураҙа тотҡанлыҡтан ауырыуы көсәйеүҙән ҡурҡһа, ауырлы йәки бала имеҙгән ҡатын –ҡыҙ, мосафир кеше. Тик был кешеләрҙең өҫтөндә ҡалдырған ураҙаларҙы аҙаҡтан ҡаза ҡылып ҡуйыу бурысы ҡала.
3. Һорау: Кемдәргә ураҙа тотоу тыйыла?
Яуап: Күрем күргән, нифаслы ҡатын –ҡыҙҙарға ураҙа тотоу тыйыла. Тик улар ҙа, икенсе фарыз ураҙаға тиклем, ҡаза итеп ураҙа тотоп ҡуйырға тейешле була.
4. Һорау: Ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмаған ҡарт кешеләр ниндәй хөкөмдә?
Яуап: Ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмағандар фидиә түләй.
5. Һорау: Ураҙаны нимә боҙа?
Яуап: Ураҙала икәнлекте иҫләй тороп, нимәлер ашау, эсеү, енси мөнәсәбәткә инеү, ҡояш байыны икән тип уйлап, ваҡыты етмәйенсә ифтар ҡылыу, көсләп ауыҙ тултырып ҡоҫоу (ғәҙәти ҡоҫоу боҙмай), дарыу эсеү, мохтажлыҡ булмайынса витаминлы уколдар ҡаҙатыу.
6. Һорау: Ниндәй осраҡтар ураҙаны боҙмай?
Яуап: Ураҙала икәнлекте онотоп китеп ашау, эсеү, енси мөнәсәбәт ҡылыу, һөрмә тартыу, күҙгә, ҡолаҡҡа, танауға дарыу тамыҙыу (әгәр был осраҡта дарыу тамаҡҡа ағып төшһә, ураҙа боҙола), аыуырыу сәбәпле уколдар эшләтеү, хиджама эшләтеү.
7. Һорау: Үҙ ихтыяр менән ураҙаны боҙған осраҡта нимә эшләргә кәрәк?
Яуап: Үҙ ихтырың менән нәфел ураҙаһын боҙған осраҡта, бер көн ураҙа өсөн, бер көн ҡаза ураҙаһы тотоп, тулыландырып ҡуйырға кәрәк, ә Рамаҙан айында тотолған фарыз ураҙаны үҙ ихтыярың менән боҙғанда, бер ҡолдо азат итеп (тик, был осраҡты беҙҙең ваҡытта эшләп булмай), өҙлөкһөҙ 60 көн ураҙа тотоп (ҡәффәрәт) тулыландырыу кәрәк була. Әгәр быны эшләй алмаһа, 60 меҫкенде туйҙырырға мөмкин.
8. Һорау: Ураҙала һағыҙ сәйнәргә яраймы?
Яуап: Ураҙа тотоусыға һағыҙ сәйнәү, ауыҙ эсендә төкөрөктө күп итеп йыйып йөрөп йотоу, бешергән саҡта ризыҡ тәмләп ҡарау кеүек ғәмәлдәр мәкруһ (шелтәгә лайыҡлы). Төрлө тәмдәр менән тәмләтелгән, шәкәрле һағыҙ сәйнәү – ураҙаны боҙа.
9. Һорау: Кистән икенсе көндә ураҙа тоторға ниәт әйтеп тә ураҙа тотмаһа нимә була?
Яуап: Рамаҙан айында кистән ниәт әйтеп тә, бер сәбәпһеҙ ураҙа тотмаһа, ҡаза итеп ураҙа тоторға һәм ҡәффәрәт түләргә тейеш була. Ә ниндәйҙер етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаһа, мәҫәлән, аурып китеү, оҙайлы сәфәргә сығыу һ.б., бер көн ураҙа өсөн бер көн ҡаза ураҙаһы тотоу кәрәк була.
10. Һорау: Рамаҙан айында тота алмай ҡалған ураҙаларҙы Рамаҙан айы бөткәс тә үк ҡаза итеп тотоп ҡуйыу кәрәкме?
Яуап: Был мотлаҡ түгел. Тотолмай ҡалған ураҙаларҙы ҡасан теләй, шул саҡта тоторға мөмкин.
Һорауҙарға райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хажи Зарипов яуап бирҙе

559 35 ER 2.2367
Фирдаус Каримованан ҡоймаҡ рецебы:
1 литр hөткә 0.5 литр(0.5 банка) йылымыс hыу. Шуга 2 с.k. пакмай, 3 с.k. шәкәр кушырга, kоймаkтан саk kына куйыраk булырлыk итеп он өстәп, болгатып, әсетергә куйырга. Масса әсеп, купереп сыkkас, өстөнә болгата- болгата, 1 стакан кайнап торган торган hыу өстәргә. Шунан 3 йомортка, 50 граммдай усемлек майы кушабыз. 1 аш kалагы тулыр- тулмас тоз. Тагы ла 10-15 минутка ситкә
куйып торабыз, купсеп сыkkансы. Шунан әсе kоймаkты kоя башлаhан да була. Мин, бер ынгай ике табала kоям.
Калын табанлы табаларза койоу отошлорак. Табаларзы майламайым, бешкән kоймаkтарзы hыйыр майы менән майлап, kатлап hалып барам. Калын гына, иләк кеуек тишекле, утә куренмәле kоймаkтар килеп сыга

530 35 ER 2.0891
Кемдәрҙең табандары менән проблема, шуларға кәңәш (ярыла, шпора, бородавка, һ. б.) Йоҡлар алдынан эшләйбеҙ:1 литр йылы һыуға 1 аш ҡалағы сода, өйәмә итеп, һалабыҙ. Носкины хб бер нисә минутҡа һалабыҙ, сода һеңергә тейеш. Шул носкины саҡ ҡына һығып, тышынан мешок кейәбеҙ,тағы ла тышынан носки кейеп йоҡларға ятабыҙ.Иртәнсәк сисәбеҙ.Шулай 5 көн эшләргә. Тағы ла 5 көн эшләйбеҙ, тик унда 2 аш ҡалағы сода һалып эшләргә. Бөтәһе 10 көн була инде. Сода дауаламай, ә pH нормализовать итә, ҡалғанын организм дауалай. Әгәр ҙә шунан һуң да проблемағыҙ бөтмәй икән бауырҙы,бөйөрҙәрҙе тикшереп, дауалағыҙ. Һау булығыҙ, ауырымағыҙ🙏🙏🙏Файҙаһын күрегеҙ!!! Аноним.

645 28 ER 2.1777
Анонимно
Мин ошондай пост язырга булдым, балалы катындарга ярзам иткем кила, бер ниса йыл элек уземде ир кеше ташлап китте, нык боторондом, а богон мин аягымда нык торган катын, ауылда зур ойом бар, бала йаки балалар менан кайза барырга белмаган катындарга ярзам иткем кила, вакытлыса туктап торорга... Ауылда горлап торган ферма бар, эш урындары...
Мина ярзам иткан кеше булманы вакытында... Янгыз калдым проблемалар менан...
Абйалил районы...
Насар уйзар менан тугел...
Тик якшы уйзар менан...

10 78 ER 0.9573
Мулла, мәсет темаһына яҙып үтәйем әле. Әрләһәгеҙ ҡыуанырмын ғына, гонахтарымды алалар тип. Биш йыл уҡып, яҡын кешем мәсеттә мулла булып хеҙмәт итә, ул эшләй башлағанда мәсеттең документтары ла булмай сыҡты. Ере оформлять ителмәгән, газ счетчиктарының срогы сыҡҡан. Светҡа, газға долг арыуык ҡына. Иҙәне һыуыҡ, түбәһенән ямғыр яуһа һыу ағып тора. Кредит алып, малайҙары менән ремонт эшләп саҡ яйға һалып алды. Ауыл муллаларына бер кемдә зарплата түләмәй Бер хәйер аҡсаһына был эштәрҙе эшләп булмай.
Муллаларҙы әрләп, көлөп ултырырҙан алда саҡ ҡына уйлағыҙ.
Фытыр саҙакаһы бирә торған вакыт етә, әле булыр әле талаш - ыҙғыш. Йөҙ һумлыҡ хәйер бирҙем тип, мең һумлыҡ тауыш сығарып, гонаһ йыйып ултырмағыҙ. Әбей - бабайҙар пенсия ала, улар һеҙҙең хәйергә мохтаж түгел. Һеҙ Аллаһы тәғәләнең ризалығын алырға тип бирегеҙ, ул саҡта теләктәрегеҙ ҡабул ителер. Иншаллаһ. Ә ҡалғаны һеҙҙең эш түгел, Аллаһ ҡаршыһында һәр кем үҙе өсөн яуап тота.

8 170 ER 1.0880
Ҡәйнәһенең өйөн һатып алған серҙәште сволочтан һалдырҙылар.Иҫ китмәле,һеҙҙең кеҫәгеҙгә кермәган бит ул, верните государству деньги ,тип ебәргандар.Государство бөлөп китмәҫ ул,ә серҙаш үҙенең йәшәү торошон балалары хаҡына еңелайтергә тырышалыр.Бер башҡорт ҡатыны әйбатерак йашәһә,һеҙгә ҡыйын буламы??? Ҡәйнаһе менан килешеп эшланган эштер моғайын,һеҙҙең ни эшегеҙ бар,ул всего лишь кәңәш һораған һеҙҙан.Бик шәп булһағыҙ,государствоны талаған байҙарга,олигархтарға,депутаттарға (кайһы берҙәре) яҙығыҙ наглый,сволочь тип.Уф....слов нет.Анон пожалуйста.

2 63 ER 0.8538
ошо доганы һеҙгә лә яҙайым әле:донья алга тәгәрәләй ти,тәсбих мн йөҙ тапҡыр әйтер кк бер көндә.әлләһүммә үә бихәмдиһи ,әлләһүммә газыйым үә бихәмдиһи ыстагарифуллах.тәсбихһеҙ кеше юҡтыр,әйтегеҙ,хотябы бүлеп-бүлеп.көс өстәлгәндәй булып китә!әнүн.

282 40 ER 1.3780