Статистика ВК сообщества "Мостай Кәрим - Мустай Карим"

0+
Күкрәгемдән ҡоштар осорам...

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Фото недели

Мустай Карим - сотрудник фронтовой газеты «Советский воин». Фото 1945 г.

1 0 ER 0.8785
Фото недели

Мустафа Каримов с пионерами

Кто узнал себя на фото? Пишите) отметим

0 0 ER 0.3911
Кил инде

Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.

Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған,
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.

Ҡанаттарыңды елпеп,
Аҫыл һайрауың һирпеп,
Сыйырсығым, кил инде,
Өйөң әҙер бит инде.

1938

3 0 ER 0.3968
Һинән башҡа ерем күкһеҙ, рухым үкһеҙ,
Һин өн түгел, һин төш хәҙер, уйым ғына.
Бөгөн төндә ай нурҙары, бөгәрләнеп,
Йомарланып һыйындылар ҡуйыныма.

Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ төндә
Мин йылыһын тойҙом ай нурының,
Үткәндәргә ҡайтып-килеп мең ураным,
Ҡуйынымда һинең йәнең, тип юраным.

0 0 ER 0.3253
... Мин хәҙер ҙур. Хәҙер бик ҙур инде.
Бөтә донъя — минең биләмем.
Бер кисәнең түгел, бар ғүмерҙең
Ике килмәүҙәрен беләмен.

Шуға күрә үкһеп кенә түгел,
Үкереп илаһаң да ерлек бар.
Иламайым. Сөнки сабырлыҡ бар,
Сабырлыҡҡа тиңдәш ирлек бар.

Иламайым. Фани донъя аяҙ,
Ысыҡ яна йәшел үләндә.
Таң нурына ҡунып, яҙ турғайы
Тәүге йырын йырлай түбәмдә.

3 0 ER 0.3013
Беҙҙе таңмы әллә солғағайны,
Әллә кистең күкһел шаршауы,
Тик хәтерҙә артта ҡалған һуғыш
Һәм эргәлә ҡайын шаулауы.
Мин һағынып һиңә ҡайтҡан инем
Ҡайын япраҡ ярған саҡтарҙа,
Ләкин уйҙар айырылып ҡалды
Күкте ялҡын япҡан яҡтарҙа.
Күҙ алдында тере күмер булып
Көйрәп торҙо һуғыш эҙҙәре,
Ят тойолдо башта өй тынлығы,
Ят тойолдо наҙлау һүҙҙәре.
Мин айныным. Һинең иркәләүҙәр
Тараттылар күңелем томанын,
Һәм мин һиҙҙем ауыр уйҙарҙан һуң
Яҡты мөхәббәттең тыуғанын.
Онотолған шатлыҡ ҡайтҡан өсөн,
Бурыслымын, һылыу, һиңә мин,
Ул мәл һине ғүмерлеккә һөйҙөм,
Тик ниңәлер «һөйәм» тимәнем.
Мин һиҙмәнем – ул саҡ таң инеме,
Әллә иртә, әллә күкһел кис,
Ҡайын шауы шулай ярһытҡысмы,
Мөхәббәтме әллә иҫерткес?
1943

2 0 ER 0.2440
Ап-аҡ урман аша килдең миңә –
Ағастарҙа яҙғы бәҫ ине,
Елдәр әле тыумаған да ине,
Ҡояш әле шундай йәш ине.
Ҡыуаныстан һауаларға баҡтым.
Ҡатып ҡалдым ҡапыл аптырап:
Күк йөҙөндә, тоноҡ ҡына тоноп,
Төн онотоп киткән ай тора.
Һорау бирәм:
Мин кем – бөгөнгөмө,
Эллә кисәгеме,
Ҡайһыһы?
Көн башлаусы ҡояшмы һин? Әллә
Төндән тороп ҡалған аймы һин?
1979

0 0 ER 0.1110
Иҫке йылдың иҫтәлеге итеп,
Дуҫтар миңә букет килтерҙе,
Биҙәкле ине, кисергән хис төҫлө,
Янып һүнгән көндәр шикелле.
Декабрҙә яҙ гөлдәрен тотоп,
Йәшлек керҙе көлөп ишектән,
Һәм ҡанатлы дуҫлыҡ хөрмәтенә
Бер аҙ шаулы маҡтау ишетәм.
Вәғәҙә итәм йөрәк дуҫтарға:
Йәшәү – ижад,
Ижад - йәшәү тәме,
Мин ижадым өсөн янырмын,
Асеевтар Иҙел булып ташһа,
Мин Дим булып ҡушылып ағырмын.
Өй алдында төн ҡуйыра һаман,
Ҡар ҡойола күктә томалап,
Ә һеҙ
Байрам өҫтәленең артына
Ултырығыҙ, дуҫтар,
Оҙамаҫ,
Иҫке йылдың һунғы минуттарын,
Гимн уйнап, Мәскәү оҙатыр,
Һоҡландырғыс эштәр вәғәҙә итеп,
Киң майҙанға сығыр йәш батыр.
Беҙ ҡотлайыҡ тыуыр яңы таңды,
Һәм арнайыҡ Ватан-әсәбеҙгә
Тәүге бокалдарҙың сыңлауын.
1939

0 0 ER 0.0800
Ҡар
Ҡояш китмәй түбә өҫтөнән,
Саҡматаштар ирей эҫенән.
Беҙ торабыҙ пальма төбөндә,
Суэнь әйтә «Һеҙҙә, тегендә,
Ергә, тиҙәр, хәҙер ҡар ятҡан,
Ҡар ниндәй ул?» Ни тип аңлатам?

- Ҡар ул, Суэнь, фил һөйәге төҫлө,
Шәкәр төҫлө, хатта ағыраҡ,
Тик аҡлығы һинең тештәреңдән
Ҡайтыш булыр булһа, аҙыраҡ.

- Ҡар ул, Суэнь, зәйтүн ағастары
Сәскә ҡойған һымаҡ һибелә.
Тәүге ҡар яуғанда беҙҙең яҡта
Күптәр ғашиҡ була (һине лә
Ситләп үтмәҫ ине мөхәббәт).
Шуға беҙҙә туйҙар ҡыш була,
Ҡай бер ҡышты бигерәк йыш була.

-Ҡар ул, Суэнь, һинең ҡулдар һымаҡ,
Һинең ҡулдар шундай һалҡындар.
Ә бит һыуыҡтарҙа ерҙе йылыта
Ошо ап-аҡ, йомшаҡ, һалҡын ҡар.
Ҡуйһаң ине йөрәк өҫтөнә,
Суэнь, кескәй һалҡын ҡулыңды, -
Тойор инем йөрәк йылыңды.
1958

1 0 ER 0.0800