Количество постов 24 476
Частота постов 2 часа 57 минут
ER
11.93
88.43%
11.57%
44.22% подписчиков от 45
98.36%
0.07%
0.00%
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Ялдарығыҙ нисек үтә, дуҫтар? Баҡсала йөрөйһөгөҙмө?
Бына Элвин Грей ҙа тыуған ауылына ҡайтып эш ҡыйратып йөрөгән була))
Бына Элвин Грей ҙа тыуған ауылына ҡайтып эш ҡыйратып йөрөгән була))
Әсәйем һөйләй торғайны, бер килен өйрәк итенең арт яғын, йәғни ҡойроҡ тирәһен, гел ҡәйнәһенә ашатҡан икән. Йәнәһе лә "таҙа" ерен генә ашай үҙе))))
Яңылыш ҡына шул өлөштө алып һоғоноп ебәргәс кенә:
- Ғөмөр буйы иң тәмдеһен ҡәйнәмә биреп тик йөрөгәнмен, өйрәктең о..һы тәмле була икән дә!- тигән ти))))
Шул килен кеүек, мин дә бер тәмде яңы саҡ тойҙом әле ул.
Бала саҡта һөт бороп бөткәс сепарат һемәген һеңлемә бирә инек. Эй супылдап ялар ине ул. Бәләкәс кенә бармағын һемәк буйына тығып-тығып ала ла, теле менән бармағын имер ине. Минең әллә ни иҫ китмәне һемәктәге ҡаймаҡҡа. Кәрәкһә ҡалаҡ тултырып һоҫоп алып икмәккә яғып ашар инем...
Ҡайһы саҡ һеңлемә һемәкте бирмәй яңылыш өләс бармағы менән һыпырып төшөрә лә ҡуя торғайны, китер ине шунан үсегеш))))
Ипләп кенә кире сеүәтәнән ҡаймаҡты һемәккә яғып әүрәтә инек бәләкәс батшабикәне...)))
Бөгөн мин тәүгә тиерлек һемәк яланым. Шуға уйлап ултырам, нишләп белмәгәнмен икән бығаса был мәмәйҙе?
Ошоғаса һемәктән ҡаймаҡты шарт-шорт һыпырып төшөрәм дә , эҫе һыуға йыуа ла ҡуя торғайным. Вәт, белекһеҙ мин!
…Хоҙайҙың һәр көнө лә тиң, изге ти торған ололар. Бөгөнгө башланып торған ҡояшлы ғына йома иртәһе, минең кеүек тормошоғоҙҙа бығаса тәмләнмәгән тәмгә, күрелмәгән йәмгә күҙегеҙҙе асыр көн булһын, төркөмдәштәрем!
Хәйерле йома!
Миңзәлә Сирғәлина

ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА
1. Ултырғыс һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кем ултырып доға ҡылһа ла, сауабы һиңә булыр.
2. Берәй һауыт йә стакан менән тәҙрә төбөнә һыу ҡуй. Ҡоштар килеп һыу эсер, сауабы һиңә булыр.
3. Бүлмәңә ҡумта ҡуй. Гонаһ ҡылған һайын шунда күпмелер аҡса һалып бар. Һуңынан шул аҡсаларҙы саҙаҡа итеп бир, сауабы һиңә булыр.
4. Өйгә ингән һәм сыҡҡан ергә доға яҙып эл. Уны кем уҡыһа ла, сауабы һиңә булыр.
5.Ҡөрьән һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кемдер бер хәрефен уҡыһа ла (ә бер хәрефкә сауап 10 тапҡырға арта), сауабы һиңә булыр.
6. Моңһоуланған мосолманды йылмайырға мәжбүр ит, сауабы һиңә булыр.
7. Үҙеңде рәнйеткән кешеләрҙең барыһын да ғәфү итмәйсә йоҡларға ятма. Ғәфү итһәң, сауабы һиңә булыр.

Көтәм.
- Ҡайтып киләм, әсәй, иҙәндәрҙе
Саңһурҙырғыс менән үт әле?
Бәләкәсем ауыҙына тыға
Бөтә сүпте, аңһыҙ бит әле... -
...Тиҙ - тиҙ генә ялтыратып ҡуйҙым
Бар донъямды. Ҡупты йөрәгем.
...Беҙ әсәйгә нисек ҡайта инек?
Өҙөлдө лә китте үҙәгем...
Ғәҙел кеүек балам үтенесе,
Һис дәғүәм юҡ. Көтәм өҙөлөп.
Тик хәтерҙән хәтирәләр ҡайнап,
Күҙҙәремдән китте түгелеп.
...Кеҫә телефоны түгел, ябай
Телефон да ул саҡ булманы,
Нисек етте, шулай ҡайта инек –
Кемдәр юлда өшөп-туңманы?
Эҫе мейестәргә арҡа терәп,
Оло быйма кейеп аяҡҡа
Йылынманы кемдәр, әйтегеҙсе?
Оноттоҡмо хәҙер был хаҡта?!
Онотманыҡ! Шөкөр, беҙ күргәнде
Күрмәнеләр беҙҙең балалар,
Улар тигеҙ тормош юлы буйлап
Машинала елеп баралар.
...Әсәйемдең ҡулдарынан алып
Ҙур икмәкте, терәп түшенә,
Бүлер ине атай ҡап уртаға,
Ҡуйыр ине өҫтәл өҫтөнә.
Ҙур-ҙур телемдәрҙе өйөп ҡуйһа,
Кәрәк түгел ине башҡа һый,
Ҡаймаҡ һылап ашау – бәхет ине,
Йәки һылай инек тоҙло май.
Мейес төбөндәге сөгөндәге
Аш та сыҡһа әгәр – хөрриәт!
Иң ҡәҙерле ошо миҙгелдәрҙе
Иҫләүе лә хатта бер рәхәт!
... Тамаҡ туйып, бер аҙ хәл алғас та,
Беҙ тотона инек бар эшкә:
Мал ҡарарға, донъя таҙартырға,
Картуф әрсей инек бәлешкә.
Әсәйемдең ҡулы етмәгән эш
Күп булһа ла, бер ҙә эс бошмай,
“Ҡыҙҙар ҡайтһа, эшем бөтөп ҡала, -
ти торғайны әсәм, - ҡул бушай!”
Өйҙө ялтыратып китә инек,
Тәмлекәстәр тейәп, ҡалаға...
...Бешеренеп, өҫтәл ҡороп көтәм,
Хәйерле юл теләп балама.
Эй, донъялар ғына тыныс булһын!
Йәшәүебеҙ, шөкөр, матур бит!
Йыйыштырып ҡуйҙым бар донъямды:
- Ейәнкәйем, әйҙә, рәхим ит!!
25.02.22.
Фирүзә Абдуллина.
- Ҡайтып киләм, әсәй, иҙәндәрҙе
Саңһурҙырғыс менән үт әле?
Бәләкәсем ауыҙына тыға
Бөтә сүпте, аңһыҙ бит әле... -
...Тиҙ - тиҙ генә ялтыратып ҡуйҙым
Бар донъямды. Ҡупты йөрәгем.
...Беҙ әсәйгә нисек ҡайта инек?
Өҙөлдө лә китте үҙәгем...
Ғәҙел кеүек балам үтенесе,
Һис дәғүәм юҡ. Көтәм өҙөлөп.
Тик хәтерҙән хәтирәләр ҡайнап,
Күҙҙәремдән китте түгелеп.
...Кеҫә телефоны түгел, ябай
Телефон да ул саҡ булманы,
Нисек етте, шулай ҡайта инек –
Кемдәр юлда өшөп-туңманы?
Эҫе мейестәргә арҡа терәп,
Оло быйма кейеп аяҡҡа
Йылынманы кемдәр, әйтегеҙсе?
Оноттоҡмо хәҙер был хаҡта?!
Онотманыҡ! Шөкөр, беҙ күргәнде
Күрмәнеләр беҙҙең балалар,
Улар тигеҙ тормош юлы буйлап
Машинала елеп баралар.
...Әсәйемдең ҡулдарынан алып
Ҙур икмәкте, терәп түшенә,
Бүлер ине атай ҡап уртаға,
Ҡуйыр ине өҫтәл өҫтөнә.
Ҙур-ҙур телемдәрҙе өйөп ҡуйһа,
Кәрәк түгел ине башҡа һый,
Ҡаймаҡ һылап ашау – бәхет ине,
Йәки һылай инек тоҙло май.
Мейес төбөндәге сөгөндәге
Аш та сыҡһа әгәр – хөрриәт!
Иң ҡәҙерле ошо миҙгелдәрҙе
Иҫләүе лә хатта бер рәхәт!
... Тамаҡ туйып, бер аҙ хәл алғас та,
Беҙ тотона инек бар эшкә:
Мал ҡарарға, донъя таҙартырға,
Картуф әрсей инек бәлешкә.
Әсәйемдең ҡулы етмәгән эш
Күп булһа ла, бер ҙә эс бошмай,
“Ҡыҙҙар ҡайтһа, эшем бөтөп ҡала, -
ти торғайны әсәм, - ҡул бушай!”
Өйҙө ялтыратып китә инек,
Тәмлекәстәр тейәп, ҡалаға...
...Бешеренеп, өҫтәл ҡороп көтәм,
Хәйерле юл теләп балама.
Эй, донъялар ғына тыныс булһын!
Йәшәүебеҙ, шөкөр, матур бит!
Йыйыштырып ҡуйҙым бар донъямды:
- Ейәнкәйем, әйҙә, рәхим ит!!
25.02.22.
Фирүзә Абдуллина.
Ҡыҙым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла!
- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.
- Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
- Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
- Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
- Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
- Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
- Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
- Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
- Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
- Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
- Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
- Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
- Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
- Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.
- Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
- Үҙегеҙ йоҡлаған простыняға ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.
- Ирегеҙ биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына һеҙҙең сер, эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр.
- Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк,сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ-ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.

Кеше китте... Бар ине, юҡ инде...
Ерҙә ҡалды һалған эҙҙәре...
Кеше китте... Мәңгелеккә китте...
Күҙ алдында һаман күҙҙәре...
Кеше китте, мәңгелеккә китте,
Хушлашманы, сөнки белмәне,
Бар ишектәр арттан асыҡ ҡалды —
Үҙе менән бер ни алманы...
... Алды үҙен беҙҙән, алып китте
Барыбыҙҙы йәтим ҡалдырып.
Бар булмышлыҡ ҡапыл емерелде,
Һин булмағас ҡалдыҡ ҡаңғырып.
Һин бар саҡта донъя теүәл ине,
Белмәгәнбеҙ икән ҡәҙерең,
Барыбыҙға өнһөҙ үпкә булып
Ер өҫтөндә тора ҡәберең.
Кеше китте... Тик йәнемдә ҡалды
Урынҡайың һинең өңәйеп.
Кеше китте... Барыбыҙға ҡарай
Уның күҙе күктән моңайып...
Мансур Рәхимғолов
Ерҙә ҡалды һалған эҙҙәре...
Кеше китте... Мәңгелеккә китте...
Күҙ алдында һаман күҙҙәре...
Кеше китте, мәңгелеккә китте,
Хушлашманы, сөнки белмәне,
Бар ишектәр арттан асыҡ ҡалды —
Үҙе менән бер ни алманы...
... Алды үҙен беҙҙән, алып китте
Барыбыҙҙы йәтим ҡалдырып.
Бар булмышлыҡ ҡапыл емерелде,
Һин булмағас ҡалдыҡ ҡаңғырып.
Һин бар саҡта донъя теүәл ине,
Белмәгәнбеҙ икән ҡәҙерең,
Барыбыҙға өнһөҙ үпкә булып
Ер өҫтөндә тора ҡәберең.
Кеше китте... Тик йәнемдә ҡалды
Урынҡайың һинең өңәйеп.
Кеше китте... Барыбыҙға ҡарай
Уның күҙе күктән моңайып...
Мансур Рәхимғолов
Мин бөгөндән башлап иламайым,
Етәр тинем, ҡаты булайым.
Уң сикәмә һуҡҡан кешеләргә,
Һул сикәмде ҡуйып тормайым.
Мин бөгөндән башлап иламайым,
Берҙе һуҡһа, биште һуғайым.
Өләсәйем бала саҡта шулай,
Юҡҡа өйрәтмәгән моғайын.
Ебеп төшкәндәрҙән булмаһам да,
Тылҡап йота инем асыуҙы.
Иреш-талаш булған ерҙе күрһәм,
Мин хупһындым урап ҡасыуҙы.
Өндәшмәгән һайын ҡаҡ елкәгә,
Менеп ултырҙы ла саптылар.
Изгелегем ҡайтыр тиеп көткән,
Ишегемә ҡаҙаҡ ҡаҡтылар.
Мин бөгөндән башлап таш бәғерле.
Ундайҙарҙың йәне ҡәҙерле.
Кеше күң(е)лен уйлап, мин үҙемдең,
Ебәргәнмен икән ҡәҙерҙе...
Гөлиә Азаматова-Мукминова
Етәр тинем, ҡаты булайым.
Уң сикәмә һуҡҡан кешеләргә,
Һул сикәмде ҡуйып тормайым.
Мин бөгөндән башлап иламайым,
Берҙе һуҡһа, биште һуғайым.
Өләсәйем бала саҡта шулай,
Юҡҡа өйрәтмәгән моғайын.
Ебеп төшкәндәрҙән булмаһам да,
Тылҡап йота инем асыуҙы.
Иреш-талаш булған ерҙе күрһәм,
Мин хупһындым урап ҡасыуҙы.
Өндәшмәгән һайын ҡаҡ елкәгә,
Менеп ултырҙы ла саптылар.
Изгелегем ҡайтыр тиеп көткән,
Ишегемә ҡаҙаҡ ҡаҡтылар.
Мин бөгөндән башлап таш бәғерле.
Ундайҙарҙың йәне ҡәҙерле.
Кеше күң(е)лен уйлап, мин үҙемдең,
Ебәргәнмен икән ҡәҙерҙе...
Гөлиә Азаматова-Мукминова