Статистика ВК сообщества "Редакция газеты "Торатау" (Ишимбай)"

0+
Юлдашыбыҙ булһын изгелек ☀

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

"Аллы-гөллө ихатам" фотоконкурсына ишембайҙарҙан тыш, республикабыҙҙың башҡа райондарында йәшәүселәр ҙә ҡыҙыҡһыныу белдереүе ҡыуаныслы 😊 Конкурстан тыш Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан [id204037454|Рима Гибадуллина] ихатаһы фотоларын ҡуябыҙ. Ул үҙ баҡсаһында күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырған.

40 166 ER 3.3138
“Майикмәк”тең видеоларын күргәнһегеҙҙер, төркөмдәштәр?

"Йәшлек" гәзите Баймаҡ районының Темәс ауылынан үҙенең ҡыҙыҡлы видеояҙмалары менән билдәле булып киткән Илсур Ильясов тураһында йыш ҡына яҙып тора. Йәшлектәр хәбәр итеүенсә, төрлө видеолар төшөрөүсенең тормошо бик еңелдән түгел. Уны яҙмыш ниндәй генә һынауҙар менән һынамаһын, ул ауырлыҡтар алдында һынып ҡалмаған. Донъяның йәмен табып йәшәүсе оло йөрәкле КЕШЕ.

225 86 ER 5.1729
Хҽҙмәт юлын иҫән-һау үтҽп ҡайттың, улым, әсәй өсөн ҙур шатлыҡ.

[id201196811|Гульбика Сафаргулова]

11 26 ER 2.6087
Хәйерле иртә ☀
Ҡояшлы кәйеф һәм уң эштәр теләйбеҙ!

55 30 ER 3.1414
😊 Знакомьтесь, первый участник нашего фотоконкурса #уңышлы_баҡсам - Фавзия Нуриевна Насырова, проживающая в микрорайоне Смакаево.

- Мои руки никогда не знают скуки: люблю работать на земле и вкушать плоды своего труда. Всегда стараюсь делать разнообразные заготовки и угощать ими своих родных. Приятно собраться за столом с семьёй и отведать свои творения: хрустящие огурчики, ароматные помидорчики, острые кабачки, нежные перчики - частые гости на нём. Люди часто спрашивают рецепты - делюсь, радуюсь, когда благодарят за них. Желаю всем вдохновения на кухне для аппетитных заготовок на зиму! 😉

6 22 ER 2.2872
Тағы ла бер иҫ киткес матур, йәйге баксаларҙың береһе Кинйәкәй ауылында йәшәүсе Хәлит менән Фәүзиә Ильясовтар ғаиләһендә 🌺

#аллы_гөллө_ихатам

21 72 ER 2.2794
Һарғай ауылында яңғыҙы, үҙаллы көн күргән оло йәштәге Зәбиғә инәйҙең ҡоймаларын ауылдаштары дәррәү генә яңыртып ҡуйҙылар.

"Оло кешегә ярҙам - ул һауап ҡына", тип бушҡа эшләп, инәйҙе шатландырҙылар һарғайҙар.

[club152461330|Һарғай ауылы]

3 36 ER 2.3187
Женюсь!!! Женюсь!!❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤❤
Сказал Айҙар Кейәү Гөлнар Ҡыҙыма! А я и не против! И вот мы на свадьбе! Ҡотлайбыҙ 👏🏻👏🏻👏🏻👏🏻

[id34697129|Рустам Гиззатуллин]

8 6 ER 1.8522
Аҙнайға килгән һәр кем ауыл араһынан сылтырап аҡҡан саф һыулы йылғабыҙға, йылға яры буйлап теҙелгән ағастарға, ауылдың таҙалығына һоҡланыуын, ғәжәпләнеүен белдереп ҡайталар!
Һуңғы йылдарҙа бигерәктә яҙ һайын ошо йылғаның ярын, төбөн таҙалап, яр буйында үҫкән ағастарҙы тәртипкә килтереп, төптәрен аҡлап, ауылға сағыу төҫ кереткән ҡатын-ҡыҙҙар советын, ауылым тип янып йөрөүсе старостабыҙҙы, әүҙем ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы маҡтап яҙып үтмәү яҙыҡ булыр!

Афарин, Аҙнайҙар! 👏

10 43 ER 2.7298
Юҡ шул әсәйем…

Күңелемдә мин һаман да бала,
Етем бала — вафат әсәйем…
Ошо һағыш һаман сыңлап тора,
Нисә йылдар шулай йәшәйем.

Эх, әсәйем булһа, ҡайтыр инем,
Һөйләр инем уға хәлемде,
Тубығына башты һалыр инем…
…Эй һағынам ошо мәлемде!

Юҡ шул инде төбәп ҡайтыр урын –
Тыуған өйҙә көткән кеше юҡ,
Һәр беребеҙ үҙе донъя көтә,
Башҡаларҙа иһә эше юҡ.

Әсәй иҫән булһа, йыйыр ине,
Бөтәбеҙҙе атай йортона,
Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә
Тигеҙ һыйыр инек… Юҡ ҡына!

…Нисә йылдар ошо һағыш өтә,
Шул юғалтыу менән йәшәйем.
Күңелемдә мин һаман да бала –
Йыуатырға юҡ шул әсәйем…

Фирүзә Абдуллина.

#ижад

84 16 ER 1.7219