Статистика ВК сообщества "телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы"

0+
Тыуған яғыма "СӘЛӘМ"! "САЛЯМ" вашему дому!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

#Изге_йома_менән
КҮП НӘМӘМ ЮҠ, АЛЛАҒА ШӨКӨР!

Миңә бер инәй оҡшаны. Үҙенең проблемаларын һанай-һанай хәсрәткә сумып ултырған ҡатынға бик шәп яуап бирҙе ул.

— Минең ярҙам иткәндәй туғандарым да, дуҫтарым да, ирем дә юҡ. Эш хаҡым бәләкәй генә. Өйөм дә иҫке. Яңыһын ала алмайым. Хәҙер олоғайып барыла, йәшәүҙең бер ҡыҙығы юҡ, - тип һөйләнде урта йәштәрҙәге ҡатын автобуста эргәһендә ултырып барған әбейгә.

— Эй күп нәмәң юҡ икән шул балам, - тип күңелһеҙ генә йылмайҙы тегеһе. – Әле һанап бөтмәнең һин юҡ нәмәләреңде...

Ҡатын аптырап башын күтәрҙе лә һораулы ҡарашын әбейгә төбәне.

— Йүнәлмәҫлек ауырыуың юҡ. Был бер. Миллионлап бурысың юҡ. Быныһы ике. Инвалидлығың юҡ. Өс.Түшәктә ятып һинән тәрбиә көткән ауырыу ирең, туғандарың юҡ... Арҡаңда көмөрөң юҡ...

Ҡатын көлөп ебәрмәһә артабан да һанауын дауам итер ине ул.

— Күп нәмәң юҡ һинең, Аллаға шөкөр! - тип һүҙен йомғаҡланы инәй. - Кәрәкмәй ҙә... Ҡалғандарын эшләп табырға мөмкин. Килеп сыҡмай икән – уларһыҙ ҙа йәшәп була. Ҡайғы, ауырыу бирмәһен тип телә. Иң мөһиме – тере һәм сәләмәт булыу. Шул үҙе генә лә бик яҡшы!
Рәхимә Мусина.

159 26 ER 18.1731
💗 ШИҒРИӘТ МИНУТТАРЫ 💗
Ҡартлығыма бәхет һорайым

Ҡартлыҡ килә үксәләргә баҫып,
Әсәйемде хәҙер аңлайым:
“Йәш ғүмерҙәр ул нисек тә үтә,
Ҡартлығыма бәхет һорайым”.

Йәш кешегә бәхет нимә инде?
Бил ауыртмай, аяҡ һыҙламай,
Бөтә эште үҙем эшләй алам,
Бер кемдән дә ярҙам һорамай.

Йәш кешегә бәхет – һаулыҡ түгел,
Бәхет өсөн кәрәк мөхәббәт!
Ҡартлыҡ килгәс, хатта үҙ балаңа
Бағаң икән, көтөп мәрхәмәт.

Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж
Ҡартлыҡ килә баҫып үксәгә.
Миңә генә түгел, ул һиңә лә,
Һәммәбеҙгә килә. Иртәгә...

Ул иртәгә генә. Ә бөгөнгә —
Уй-хыялда бары мөхәббәт.
Йәшлегебеҙ теләй үбеп-ҡосоу,
Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт.

Ҡартлығыбыҙ ҡарай мөйөш аша
Икеләнеп, ҡурҡып, һаҡ ҡына…
Миһырбанлы, зинһар, булайыҡсы
Килер ҡартлығыбыҙ хаҡына!

Фирүзә Абдуллина.

Иң матур шиғырҙар — "СӘЛӘМ" төркөмөндә! Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! ✍🏻

259 39 ER 25.8246
#Сәләмдә_ретро_йырҙар
Хәҙер кем иренмәй, барыһы ла йыр яҙа ла үҙҙәре башҡара. Исемдәрен дә яҡшылап белгән юҡ: бөгөн берәүҙәре сыҡһа сәхнәгә, иртәгә икенселәре тигәндәй. Тамашасы күп осраҡта йырҙың исемен дә, һүҙҙәрен дә, башҡарыусыһын да белмәй...

Ә беҙҙең быуындың бала саҡта ла, йәшлек йылдарында ла, әле олоғайғас та – һаман шул бер композитор: РИМ ХӘСӘНОВ! Башҡа шәп композиторҙар ҙа бар, әлбиттә, әммә берәү ҙә уға етә алмағандыр ул. Рим Хәсәновтың һәр йыры элек хит булды, ә хәҙер классика: уларҙы олоһо ла, кесеһе лә йырланы, һүҙҙәрен яттан белде. Яратҡан композиторыбыҙға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, яңы йырҙар, тынмаҫ алҡыштар теләйек!

143 50 ER 13.9208
ӘСӘ ТЕЛӘКТӘРЕ

“Эй Хоҙайым-мәүләм, балаҡайҙарыма һаулыҡ, тәүфиҡ, оҙон ғүмер, барлыҡ-байлыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ, күңел тыныслығы бир!

Яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, яман кешенән, яман уйҙарҙан йыраҡ ҡыл! Ут ҡазаһынан, һыу ҡазаһынын үҙең һаҡла, үҙең яҡла! Йөрөгән юлдарын уң итеп, Хызыр Ильясты юлдаш ит!

Уҡыған уҡыуҙарында — зиһендәрен, эштәрендә — уңыштарын арттыр, тел асҡыстары бир; уҡытыусыларының, хужаларының күңеленә миһырбанлыҡ һал!

Ваҡытында Алланан ҡурҡҡанын, бәндәнән оялғанын тап итеп, парлы ғүмерҙәрҙә аҡыллы балалар үҫтереп, ҡарт көнөбөҙҙә беҙгә терәк булырға насип ит, Хоҙайым-мәүләм!”

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

341 84 ER 15.0000
Алма ағасынан алыҫ төшмәй 😍
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевтың улы Кәрим атаһының йырын йырлай.

48 38 ER 10.8908
#СӘЛӘМдә_шиғриәт_минуттары
ФИРҮЗӘ АБДУЛЛИНА:

Йәш саҡтағы фотоларҙы
Ҡыҙым ҡарап, минән һорай:
“Матур ғына булғанһың бит,
Тик үҙгәрҙең ниңә былай?”

Һораны ла, ул онотто...
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.

Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.

Йыйырсыҡтар маңлайымда –
Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны —
Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым –
Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.

Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй:ү — сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.

Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.

Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.

Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ.

Фотола — авторҙың йәш сағы (1980 йыл).

17 4 ER 8.8531
#Изге_йома_менән
АЛЛАҺТАН КӨН ҺАЙЫН ҺОРА:

Йә Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан, ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән, насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән, хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән, ҡабул ителмәгән доғанан, ҡаты күңелдән, туймай торған нәфестән, ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән, кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан, ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.

Йә Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!

323 58 ER 11.8070
ЭЛЕК ӘСИКМӘКТЕ ШУЛАЙ БЕШЕРӘЛӘР ИНЕ...

Ҡәртәсәй сәй эсеп бөтөүгә матур ғына күк кәстрүлен сығарып алыр ине.
Шуға 3-4 ҡалаҡ он һалып, өҫтөнә самауырынан ҡайнап торған һыу ҡойоп, оҙаҡ итеп болғар ине. Был баш яндырыу була. Икмәк башы.

Шуны һыуытып , әсетке һалып болғап, ныҡ итеп төрөп ултырта.
Ул ажғырып күпереп сыҡҡас, табаҡҡа һыу ҡойоп, әҙер әсеткене һалып, болғай, тағы төрөп ултырта.
Был иҙмә күпереп килеп сыҡҡас, уны он һалып матур итеп баҫа. Бисмиллаһ тип әйтеп тороп эшләй. Тиҙҙән мейесенә ут яға...

Баш яндырыуҙан икмәк бешеп сыҡҡансы бер тәүлектәй ваҡыт үтә.
Әсәйем дә шулай бешерә ине. Һәр этабын элеккесә итеп бешереп алдым мин дә әсикмәк. Тәмле булды. Өйҙә ҡомалаҡтың хуш еҫе таралып китте. Икмәк еҫе - бәрәкәт, муллыҡ билдәһе.

Ләлә Рафиҡова битләүенән.

102 34 ER 9.6758
#Ололар_аҡылы

— Донъялағы иң шәп кеше булһаң да, барыбер һине яратмаған кешеләр буласаҡ, балам. Булышып ҡына ҡалмаҫтар, нахаҡ яла ла яғырҙар, яйы сыҡҡан һайын аяҡ салып, арттан бысаҡ ҡаҙап та маташырҙар. Һаҡ бул, әммә шуны ла онотма: дошмандар — иң яҡшы уҡытыусылар! Улар һине "уҡыта", төп башына ултырта-ултырта шулай тормош һабаҡтары бирә, ҡабыр алдынан өрөргә, һыр бирмәҫкә, сәмләнергә, еңергә өйрәтә.

Әгәр ҙә бик түҙгеһеҙ булһа, ошо теләкте телә: "Эй Раббым, дошмандарыма иман килтер, күңелдәренә изгелек орлоғо сәс, юлдарына бәхетте мул итеп сығарып һал, шуға ҡыуанһындар ҙа мине тыныслыҡта ҡалдырһындар". Тик бер ҡасан да таш менән атҡанға һин дә таш ташлама. Этләшеү, үсләшеү — ул түбән кешеләрҙең эше, балам. Һин юғары булып ҡал, яҡшылыҡ менән ең!

Рәхимә Мусина.

147 19 ER 8.0335
#йәйге_күренештәр
“АУЫЛСА ЯЛ ИТӘБЕҘ...”

Ризат РАМАЗАНОВ, йырсы:
— Ун көнгә ғаилә менән ҡатыным Зинира яғында — Башҡортостандың Ҡариҙел районы Хәлил ауылында ял итәбеҙ. Быйыл Төркиә түгел, Ағиҙел буйҙарында ҡыҙынабыҙ. Әбей-бабайҙа ҡорбан салдырҙыҡ, тараттыҡ. Ҡайын еләгенә барҙыҡ. Уның күплеге... Балыҡҡа йөрөйбөҙ, тәҙрә яҡтауҙары ҡуябыҙ. Ауылса ял итәбеҙ.

15 12 ER 5.8995