Статистика ВК сообщества "Тик башҡортса, Иман статустары"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

🌙 Быйыл изге Рамаҙан айы беренсе апрель ҡояш байыу менән башлана.
🌹 Шәмбе (2 апрель) – ураҙаның беренсе көнө.
🌠 26-27 рамаҙан, Шаршамбы / Кесаҙна (27-28 апрель) - ҡәҙер кисе һәм көнө.
🤲🏻 Сәхәр доғаһы:
Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә.
✅ Мәғәнәһе:
«Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем.».
🤲🏻 Ауыҙ асыу доғаһы:
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
✅ Мәғәнәһе:
«Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

Доғаларҙы башҡорт, ғәрәб, һәм урыҫ телендә тәҡдим итәбеҙ...

2085 0 ER 21.5320
اَلسَّلَامُ عَلَيْكُمْ وَرَحْمَةُ ٱللَّٰهِ وَبَرَكَاتُهُ 🌙
🌷 Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтуһу! 🌹
Рамаҙан айына намаҙ ваҡыттары.

🌙 Быйыл изге Рамаҙан айы беренсе апрель ҡояш байыу менән башлана.
🌹 Шәмбе (2 апрель) – ураҙаның беренсе көнө.
🌠 26-27 рамаҙан, Шаршамбы / Кесаҙна (27-28 апрель) - ҡәҙер кисе һәм көнө.
🤲🏻 Сәхәр доғаһы:
Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр!
✅ Мәғәнәһе:
«Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».
🤲🏻 Ауыҙ асыу доғаһы:
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
✅ Мәғәнәһе:
«Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

1241 0 ER 13.1659
🌙🌷 Ҡәҙер төнө намаҙы.🌹🌙
РАМАҘАН АЙЫНЫҢ ЕГЕРМЕ ЕТЕНСЕ КИСЕНДӘ ҠӘҘЕР КИСӘҺЕНЕҢ ИХТИМАЛЛЫҒЫ КҮБЕРӘК!
8 майҙан - 9 майға күскән төндә Ҡәҙер Кисе!

Ҡәҙер кисе намаҙҙары төрлөсә. Ике рәҡәғәтән алып хатта мең рәҡәғәтҡә тиклем.
✅ Аҫта дүрт рәҡәғәт уҡыу тәртибе китерелгән.

Ҡәҙер төнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә.

Беренсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-'Ҡадр» сүрәһе укыла.

Икенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла.

Өсөнсө рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһе уҡыла.

Дүртенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла.

Был намаҙға түбәндәгесә ниәт әйтелә: «Эй, Раббым! Был төн хөрмәтенә, Пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, рәхмәтең хөрмәтенә минең тәүбәләремде ҡабул әйлә. Иләһе ғәфүеңә, иләһе фәйезеңә һәм иләһе изгелегеңә ҡушылыусылар араһына индер».

Намаҙҙан һуң бер тапҡыр:

«Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр! Ләә иләәһә илләллааһу үә Аллаһу әкбәр! Аллааһу әкбәр үә лиләәһил- хәмд», — тип, артабан:

- йөҙ тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһе,

- йөҙ тапҡыр «Әл-Иншираҡ» сүрәһе уҡыла һәм йөҙ тапҡыр

«Аллааһүммә иннә ғафуун кәриимүн түхиббүл ғафуә фәғфү-ғаннии», — тип әйтелә.

Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса

«Шура» журналы альманағында ошолай яҙылған: Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә Ҡәҙер кисәһендә иң аҙы — ике рәкәғәт, уртаса — йөҙ рәкәғәт, ә иң күбе — бер мең рәкәғәтле намаҙ уҡылыуы хәбәр ителә.
Был намаҙ бары ике рәкәғәттән торһа, «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң һәр рәкәғәттә ике йөҙөшәр аят уҡыу кәрәк. Был намаҙ йөҙ рәкәғәттән уҡылһа, «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң һәр рәкәғәттә бер тапҡыр «Әл — Ҡадр» һәм өс тапҡыр «Әл-Ихлас» уҡылырға тейеш Һәр рәкәғәттән һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғәйшәгә раҙыаллаһу ғанһүгә өйрәтеп ҡалдырған әлеге доғаны уҡырға кәрәк: «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфү итеүсе һәм (гонаһлы бәндәләреңде) ғәфү итергә яратаһың. Ғәфү итсе мине!»
Был намаҙҙы тап ошо рәүешле уҡыу мотлаҡ түгел, әммә уны шулай уҡыу мәслихәт булыуын хәбәр итеүсе риүәйәттәр бар. Төп маҡсат булып иһә мосолмандарҙың был төндө ғибәҙәт һәм зекерҙә үткәреүе тора.

842 0 ER 11.1765
РАМАҘАН АЙЫНЫҢ ЕГЕРМЕ ЕТЕНСЕ КИСЕНДӘ ҠӘҘЕР КИСӘҺЕНЕҢ ИХТИМАЛЛЫҒЫ КҮБЕРӘК!
8 майҙан - 9 майға күскән төндә Ҡәҙер Кисе!

❓-Ни ваҡытта ҡәҙер кисе башлана?
✅-Ҡояш байыу менән башлана, таң атҡансы дауам итә.

📜Ҡәҙер кисе уҡыла торған доға.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм Ғәйшә анабыҙға, Аллаһ унан риза булһа ине, был кисәлә уҡыу өсөн ошо доғаны өйрәткән:

اللَّهُمَّ إنَّك عَفُوٌّ تُحِبُّ الْعَفْوَ فَاعْفُ عَنِّي
«Аллааһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәннии».
(Аллаһым! Һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине ғәфү ит!)

✅Ҡәҙер кисе ҡасан була?
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм әйткән: «Ҡәҙер кисәһен эҙләүсе кеше уны егерме етенсе төнөндә эҙләһен».(Бохари)
Әбү Зәрр, Аллаһ унан риза булһа ине: «Беҙ, Рамаҙан айында Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм менән бергә ураҙа тотҡанда, ураҙаның һуңғы ете көнө ҡалғайны һәм егерме өсөнсө төнгә ҡаршы, ул беҙҙең янға төн уртаһында намаҙ уҡырға сыҡты. Төндөң егерме дүртенә ҡаршы ул беҙҙең янға сыҡманы, ә егерме бишенә ҡаршы төн уртаһында сыҡты.

Шунан мин уға: «Рәсүлүллаһ! Бәлки һиңә төнгө намаҙҙы үткәрергәлер», — тинем.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм: «Әгәр был төндө берәр кеше имамға эйәреп намаҙ уҡыһа, был — төнө буйы уҡыған намаҙға тиң була», — тип яуап бирҙе.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм төндөң егерме алтыһына ҡаршы беҙҙең янға сыҡманы.
Төндөң егерме етеһенә ҡаршы ул үҙенең ҡатындарын, ғаилә ағзаларын һәм башҡа кешеләрҙе йыйҙы, һәм намаҙҙы шундай оҙаҡ итеп уҡыны, хатта беҙ сәхәр ашауҙы ҡалдырыуҙан ҡурҡтыҡ.
Ҡалған төндәрҙә ул беҙҙең янға сыҡманы», — тип риүәйәт ҡылған.(Бохари)

«Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр «Иннә әңзәлнәһү»("Ҡадр") сүрәһен уҡыған кеше башҡа ваҡыттарҙа Ҡөръән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөрәктер»;
🌷🌿 «Ҡәҙер кисендә бер тәсбих “Сөбханаллаһ”,
бер тәхмид “Әлхәмдүлилләһ”,
бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр»
әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлерәктер»;
🌷🌿«Был кисәлә көтөүсе һарыҡ һауып алған ваҡыт ҡәҙәр булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кистәрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлерәктер»;
🌷🌿 «Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр «Ләә Иләәһә иллаллаһу» тип әйтеүсенең
-гөнаһтары кисерелер, ғәфү ителер,
-йәһәннәмдән ҡотолор;
-йәннәткә керер».
🌷🌿«Ҡәҙер кисендә «Ҡадер» сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни бының сауабына) ирешер
🌹☘Ҡадр сүрәһе.☘🌹
Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-ражиим.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

1). Иннә әңзәлнәһу фии ләйләтил ҡадр.
2). Үә мәә әдракә мәә ләйләтүл ҡадр.
3). Ләйләтүл ҡадри хайруммминәл фишәһр.
4). Тәнәззәлүл мәләикәтү үәррууху фииһә би иҙни раббиһим миң күлли әмръ.
5). Сәләәмүн һийә хәттә мәтләғил фәджр.
🌷🌿🌷🌿🌷🌿🌷🌿🌷
🌷🌿" Хәҡиҡәт шулдыр — беҙ уны (Ҡөрьәнде) "Ҡәҙер кисендә" индерҙек.
🌷🌿"Ҡәҙер кисенең" нәмә икәнен һин беләһеңме?
🌷🌿 "Ҡәҙер кисе" мең айҙан да хәйерлерәк.
🌷🌿 Ул көндә фәрештәләр үә
Изге Рух (Ябраил) Раббының рөхсәте менән уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн бер-бер артлы инеп кенә торорҙар.
🌷🌿 "Ҡәҙер кисе" — именлек кисе. Таң ата башлағанға саҡлы дауам итер».
Был кистең билдәһе шулдыр: илаһи ТЫНЛЫҠ булыр, хатта ағастағы бер япраҡ та һелкенмәҫ.

❤Рамаҙан айы, йөрәгенең иң күркәм босмағында Ҡөръән индерелгән Ҡәҙер кисәһен йәшереп тота. Бер орлоҡтан үҫеп сыҡҡан ағаста меңләгән емештәр етешкән кеүек, Ҡәҙер кисәһенә лә мең ай йөкләнгән.
Был кисәлә әжер-сауаптар бергә-мең бәрәбәрендә яҙыла. Был кисәнең тулы ҡәҙерен һәм ҡиммәтен бары аслыҡтан нескәрә-нескәрә һиҙгерләнгән күңелдәр генә аңлай һәм тоя ала.
Мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул Рамаҙан шәриф айында булған бер кистә билдәләнә, тик ҡайһы кисендә булғаны теүәл генә әйтелмәгән. Шулай ҙа имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә, Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 27-се кисендә була. Ҡәҙер кисе шулай уҡ Ҡеүәтте, Тәҡдирҙе аңлата. Шуныһы ла бар – был көндө шайтан бер кемгә лә зыян килтерә алмай, ул тулыһынса көсөнән яҙа.
Ҡөръән Кәримдә раҫланыуынса, Ҡәҙер кисе – йылдың иң файҙалы, иң ҡиммәтле кисе. Сөнки Ҡөрьән Кәрим Рәсүлебеҙгә нәҡ ошо кистә тапшырыла башлаған.

642 0 ER 8.5871
🌙 Аҙан – ул намаҙға саҡырыу. Уны намаҙ алдынан мәсеттә генә түгел, яңғыҙығыҙ өйҙә булғанда ла уҡырға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә теләһәгеҙ, аҙанды хатта сүллектә булғанда ла әйтегеҙ. Аҙандың үҙенсәлектәренең береһе - шайтандарҙы ҡурҡытыу . Аллаһ Илсеһе с.ғ.с. әйтте: “Ысынлап та, шайтан аҙанды ишетеү менән шул тиклем алыҫҡа ҡаса, ар-Раухаъ тип аталған ерҙәргә тиклем барып сыға”

👉🏻 Аҙанды һәр ир мотлаҡ белергә тейеш.

✅ Аҙан транскрипцияһы:
1)Аллааһу әкбәр! - 4 тапҡыр
2)Әшһәдү әлләә иләәһә иллаллааааһ! - 2 т.
3)Әшһәдү әннә Мүхәммәдәррәсүлуллаааһ! - 2 т.
4)Хәййә ғәләссаләәәһ! - 2 тапҡыр
5)Хәййә ғәләл фәләәәх! - 2 тапҡыр
6)(Әссаләтү хайрум минән нәүүүм! - 2 т.)
7)Аллааһу әкбәр - 2 тапҡыр
8)Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр

💬 Тәржемәһе: Аллаһ бөйөк! - 4 тапҡыр.
Шаһитмын шуға, Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 2т.
Шаһитмын шуға, Мөхәммәд Аллаһтың илсеһе! - 2т.
Ашығығыҙ намаҙға! - 2т.
Ашығығыҙ ҡотолоуға! - 2.т
Намаҙ йоҡонан яҡшыраҡ! - 2т.
Аллаһ бөйөк! - 2т.
Аллаһтан башҡа һис тәңре юҡ! - 1т.

626 0 ER 7.1615
🌹🌙 13 май Ураҙа Ғәйете!🌙🌹
Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәракәәтүһ!
Бына РАМАҘАН айының ахырғы көнө лә килеп етте, һағынып көтөп алдыҡ, һағышланып оҙатып ҡалабыҙ, киләһе йылдарҙа ла ғүмеребеҙ булып РАМАҘАН айы бәрәкттәренә ирешербеҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙән дә, беҙҙән дә ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен. Әәмиин!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Барығыҙҙы ла мөбәрәк көн, бөйөк байрам – Ураҙа Ғәйете менән ихлас күңелдән тәбрик итәм. Ғәйдел-фитыр, йәғни Ураҙа байрамыбыҙ барыбыҙға ла мөбәрәк булып, алдағы йылдарыбыҙҙа ла ил-көндәребеҙ, йән-тәндәребеҙ тыныс һәм сәләмәт булған хәлдә байрам көндәрен шатлыҡ менән күрергә насип булһын. Аллаһ Раббыбыҙ изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итеп, барыбыҙҙы ла йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарып, Үҙенең йәннәттәре менән бүләкләһә ине. Әәәмиин!

Ураҙа Байрамы – ул шатлыҡ көнө: Аллаһҡа шөкөр итеү, Уға табыныу шатлығы. Туғанлыҡ, берҙәмлек, теләктәшлек һәм рухи ҡәрҙәшлек байрамы. Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә беҙгә һынау бирә. Ай ахырында ифрат ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо, Аллаһҡа яҡынайыу була. Ул – рухи үрҙәргә ашыу шатлығы. Был көн – байрам сәғәттәре, кемделер әрләү һәм мыҫҡыллау көнө түгел, ундай ҡылыҡтар, Рамаҙан айында алған һауаптарҙы юҡҡа сығарыуы ихтимал. Ураҙа Ғәйете – ысын шатлыҡ һәм бәхет байрамы. Байрам кәйефен үҙебеҙҙең тирә – яҡтағы кешеләргә лә өләшеү мөмкинселеге, һәм мосолман булмағандарға ла был көндәрҙә шатлыҡ өләшеү мотлаҡ. Бәлки шул сәбәпле Аллаһ уларҙың йөрәгендә динебеҙгә һөйөү уятыр. Мосолман булмаған күршеләребеҙгә бүләктәр биреүҙе динебеҙ бик хуплай. Ярҙам итеү, шәфҡәт күрһәтеү, Ураҙа Байрамының мөһим күренеше икәнен онотмайыҡ. Йәшәгән йәмғиәт өсөн яуаплылыҡ күрһәтеп, мосолман булараҡ үҙебеҙҙе раҫлау, нәҡ шул була ла инде.

Ғид әл-фитр (Ураҙа Байрамы) – әһәмиәте буйынса икенсе урында тора. Бәрәкәтле Рамаҙан айынан һуң, ай циклына ярашлы Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Ер йөҙөндәге барлыҡ мосолмандар шатлыҡ – ҡыуаныс та, бер-береһен ҡотлау һүҙҙәре менән тәбрикләп, ауыҙ асыу Байрамы үткәрә был көндө. Ураҙа ғәйете көндәрендә тыуған – тыумасалар, дуҫтар бер береһенә бүләктәр бирешә, йәберләгән йәки ауыр һүҙ әйтелгән булһа – ғәфү үтенә, фәҡирҙәргә саҙаҡа бирә, һәм әлбиттә, мәрхүмдәр өсөн ғәфү һорап доға ҡыла...

145 0 ER 4.6793
Ҡәҙер кисе.

26-сы рамаҙан көнө, 8 май (2021) — ҡояш байыу менән Аллаһ Тәғәлә бойорһа, Ҡәҙер кисе – Ләйләтүл-Ҡадр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ – тигән.

«Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай...» Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөрьәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтәһе лә ошо кистә хәл ителә». Бәндәләрҙең алдағы бер йылға тәғәйенләнгән ғәмәлдәре һәм яҙмыштары билдәләнә. «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар«Әл-Ҡәдр» йәки «Тәҡдир» сүрәһен уҡыу элек-электән бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. «Был сүрәне уҡыған кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Рамаҙан айы дауамында ураҙа тотҡан һәм Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәргән кеше тиклем үк сауап ала».

— Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк? — тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға ошо доғаны өйрәтә.

Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни.
Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү ит.
Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Дөрөҫлөктә, Беҙ Ҡөрьәнде Ҡәҙер кисендә индерҙек, ә Ҡәҙер кисе икәнлеге тураһында һина нимә белгертер? Ҡәҙер кисе мең айҙан хәйерлерәк. Был төндә фәрештәләр һәм Рух Раббыларының рөхсәте менән һәр төрлө әмер менән инәләр, һәм был төн — таң атҡанға ҡәҙәр иминлек», ("Әл-Ҡәдр « сүрәһе, 5).

Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ әйтте: „Дөрөҫлөктә, Беҙ Уны мөбәрәк төндә индерҙек, Беҙ һәр ваҡыт киҫәтергә теләнек. Был төндә Беҙ ебәрә торған әмеребеҙ буйынса һәр төрле хикмәтле ғәмәл аңлатыла...“ („Духан“ сүрәһе, 3-5).

Әбү һөрәйрә разыяллаһү ғәнһүнән риүәйәт ителә: Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: „Кем Ҡәҙер кисен иман һәм Аллаһының әҗеренә өмөт менән намаҙҙа үткәрә, уның элекке гонаһлары ғәфү ителә“. (Бохари, Мөслим).

Ибен Ғүмәр разыяллаһү ғәнһүмә һүҙҙәреннән риүәйәт ителә: бер ваҡыт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сәхәбәләренең Ҡәҙер кисе рамазандың ете һуңғы төндәренең береһендә буласағы төштәрендә асылды (күренде), һәм шунда Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм әйтте: „Мин һеҙҙең төштәрегеҙ һуңғы ете төн менән тура килеүен күрәм, шуға кем Ҡәҙер кисен көтә, аның килеүен рамаҙан төндәренең һуңғы кисе дауамында көтһен“. (Бохари, Мөслим)

Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Рамаҙандың һунғы ун көнөн Аллаһының Илсеһе гәлләйһиссәләм мәсеттән сыҡмайынса үткәрә ине һәм ул: „... Ҡәҙер кисенең (килеүен) рамазандың һуңғы ун төнөндә көтөгеҙ“, — тип әйтә ине». (Бохари, Мөслим).

Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: «Рамаҙан айының һуңғы ун көнө еткәс, Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм төндәрҙе намаҙ үтәп үткәрә ине, ғәиләһенең әғзаларын уята ине, ғибәҙҙәттә айырыуса тырышлыҡ күрһәтә ине һәм изарын (күлмәген) нығыраҡ ҡыҫып бәйләй ине». (Бохари, Мөслим).

Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Рамаҙан ваҡытында Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм ғибәҙҙәт ғәмәлдәрендә башҡа айҙарға ҡарағанда күберәк тырышлыҡ күрһәтә ине, ә Рамаҙандың һуңғы мишәрендә (уның башҡа көндәренә) ҡарағанда ла күберәк тырышлыҡ күрһәтә ине". (Мөслим).

Риүәйәт ителә: Ғәйшә разыяллаһү ғәнһә әйтте: Бер ваҡыт мин һораным: "Әй Аллаһының Илсеһе, әйт, әгәр мин Ҡәҙер кисе килеүен белһәм, миңә нимә "әйтергә кәрәк?” "Әйт: «Әй Аллаһ, дөрөҫлөктә, Һин — Ярлыҡаусы, Һин ярлыҡауҙы яратаһың, мине ярлыҡа!» “Аллаһүммә, иннәкә-ғәфүүн, түхиббүл- ғәфүә, фәғфү ғәнни!” (Тирмизи).

Ғәлимдәрҙең күберәге риүәйәттәр буйынса был Ҡәҙер кисәһен Рамаҙан шәрифенең 27- нсе кисәһенә тура килеүе ихтимал тинеләр.

Рамаҙан айының һәр кисәһендә төрлө ғибәҙҙәт үә изгелектәргә даимсылыҡ ҡылыр кәрәктер, сөнки Ҡәҙер кисәһе был Рамаҙан айында булыр. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында ахшам, йәстү үә тәрәүих намаҙын йәмәғәт менән уҡыһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә Ҡәҙер кисәһенең сауабын бирер.

Был Ҡәҙер кисәһендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең йәне әйтер үә сәләм бирер һәр мөьэмин-мосолман бәндәләргә, дәхи ғәфил булмағыҙ был Ҡәҙер кисәһенең көндөҙөндә изгелектәр ҡылыуының сауабыннан.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм : «Бер кеше Ҡәҙер кисәһендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа, һәр рәҡәғәттә бер Фәтиха (Әлхәм) үә бер мәртәбә Ихлас сүрәләрен уҡыһа, намаҙҙан һуң 70 мәртәбә Әлхәмдүлилләһи тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең бар гонаһларын ярлыҡар һәм урыныннан тороп өлгөргәнсе ата-әсәһенең гонаһын ярлыҡар.
Был кеше өсөн Аллаһ Тәғәлә фәрештәләр ебәрер, икенсе йылға ҡәҙәр был кешенең изгелектәрен яҙырҙар һәм ул кеше дөньянан сыҡмаҫ (үлмәҫ) йәннәттә урынын күрмәйенсә.

Ҡәҙер кисәһе шулай булыр: бик эҫҫе һәм бик һалҡын булмаҫ, ул кисәлә болот әҫәре булмаҫ, ел дә булмаҫ. Ул кисәлә төнгө һауала йондоҙҙар атылмаҫ һәм ул кисәлә бар һыуҙар татлы булыр, ямғыр яумаҫ.

Рамаҙан айының бар кисәләрендә ғәмәл-ғибәҙҙәткә даимсылыҡ ҡылып, тәүбә үә истиғфарға килеп, был Ҡәҙер кисәһенә тура килһәк Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында доғаларыбыҙ ҡабул булһа, донъя үә әхирәттә бәхетле булғанлығыбыҙҙан булыр.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: Әгәр минем өммәттәрем был Рамаҙан айында ни ҡәҙәр рәхмәттәр, ни ҡәҙәр сауаптар булғанын белһәләр ине, «йылдың бар айҙарыла Рамаҙан айы булһасы», тип теләрҙәр ине», — тине.

«Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк, сауабы мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡ», — тип әйтелә Ҡөръән Кәримдең 97 -нсе «Әл-Ҡәдр» сүрәһенең 3 -нсе аятында.

Сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм әүәлге ғәлимдәр рамаҙан айының бар кисәләрендә уяу торып, бар гонаһларынан тәүбә ҡылып үә ғибәҙәттә булып, был Ҡәҙер кисәһенә тура килеп, Хак Сүбехәнә үә Тәғәлә ҡаршыһында аҡ йөҙле булғандар. Был мөбарәк «Әл-Ҡәдр» сүрәҺендә Аллаһы Тәғәлә әйтә:

«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. Үә мәә әдеракә мә ләйләтүл- ҡадр. Ләйләтүл-ҡадри хайрум мин әлфи шәһр. Тәнәззәлүл- мәләәикәтү үәр-рухү фиһә би иҙни раббиһим мин күлли әмр. Сәләмүн һийә хәттә мәтләғил-фәҗр» — «Тәхҡыйҡ, Беҙ Ҡөръәнде иңдерҙек Ҡәҙер кисендә. Һиңа Ҡәҙер кисенең шәрәфәтен үә уның хикмәтен нимә белдерҙе? Ҡәҙер кисенең сауабы мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡтыр. Ҡәҙер кисендә Джәбраил ғәләйһиссәләм үә башҡа фәрештәләр инәрҙәр Раббыларының теләге илә һәр кешегә билгеләнгән бер йыллыҡ тәҡдир менән. Ҡәҙер кисендә намаҙ, Ҡөръән уҡып, Ураҙа тотҡан мөьэминдәргә фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән сәләм уҡырҙар, Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап, таң атҡанса саҡлылыр».

Мең айҙан да хәйерлерәк булған был кисте ғәфләт менән уҙғарыу ҙур хата булыр ине. Шуның өсөн йылына бер мәртәбә килә торған был кисте ғибәҙәттәр, доғалар, тәүбәләр менән уҙғарырға кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Кем, Аллаһ Тәғәләғә ышанып һәм сауабын Аллаһынан көтөп, Ҡәҙер кисәһен ғибәҙҙәт менән уҙғарһа, ул кешенең эшләгән гонаһлары ғәфү ителер».

Ҡәҙер кисәһендә дүрт рәкәғәт намаҙ уҡыла. Ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә. Беренсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Әл-Ҡәдр», икенсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Ихлас», өсенсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Әл-Ҡәдр», дүртенсе рәҡәғәттә — бер «Фатиха», өс «Ихлас». Был намаҙға түбәндәгесә ниәт әйтелә: «Әй, Раббым! Был кисә хөрмәтенә, Пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, рәхмәтең хөрмәтенә минем тәүбәләремде ҡабул әйлә. Илаһи ғәфүүнә, фәизеңә һәм илаһи изгелегеңә ҡушылыусылар араһына индер!»

Аллаһ Тәғәлә гонаһларыбыҙҙы ғәфү итһен.Хәйерле, еңел, бәхетле тәҡдир бирһен. Һәр кемгә иман байлыҡтары биреп, һаулыҡ, сәләмәтлек, хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ насыйп итһен. Шулай уҡ ғәилә бәхете, ил тыныслығы, хәйерле ғилем бирһен. Әмин.

365 0 ER 5.5875
Ҡәҙер кисәһе вәғәҙе
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә һәм Рәсүлебеҙҙең Мөхәммәд Мостафа салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә ысын күңелебеҙҙән салауат-шәрифтәребеҙ булһын. Һәм дә иң беренсе Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп киткән бөтөн мөьмин үә мөьминәләрҙең дә рух-шәрифтәренә тип ҡылған изге доғаларыбыҙ булһын.
Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Изге Рамаҙан айыбыҙ һәм йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Аллаһы Тәғәлә әйтә:
إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةٍ مُّبَارَكَةٍ إِنَّا كُنَّا مُنذِرِينَ
فِيهَا يُفْرَقُ كُلُّ أَمْرٍ حَكِيمٍ
«Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтим-мү-бәәракәтин иннәә күннәә мүңҙириин»
«Фииһәә йүфраҡу күллү әмрин хәкиим»
«Беҙ уны мөбәрәк төндә күндерҙек. Беҙ, ысынлап та, — киҫәтеп өгөтләүсе!».
«Ул төндә һәр хикмәтле әмер айырым бирелә», Әд-Духан (44) сүрәһе, 3-4 аят.
Был аятта һүҙ Ҡәҙер кисәһе тураһынла бара. Ҡәҙер төнө ҡасан була һуң? Уны ҡайһы төндән эҙләргә? Ҡайһы бер ғалимдәр әйтә: ул — Рамаҙандың 21-се төнө, икенселәре — 23 сө төнө, өсөнсөләре — 25-се төнө, ә күпселек ғалимдар — ул 27-се төн, тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡәҙер кисәһен Рамаҙандың һуңғы ун төнөнөң таҡ төндәрендә эҙләгеҙ», — тигән. Ғалимдар уны күберәк егерме етенсе кисәһендә тиҙәр. Имам Әбү Исхаҡ әйтә: «Ҡәҙер кисәһендә «Ләйләтил Ҡадр» кәлимәһе өс мәртәбә зекер ҡылынды. «Ләйләтил Ҡадр» кәлимәһенең хәрефтәре туғыҙ хәреф (ғәрәп хәрефтәре менән), өс ерҙә туғыҙ егерме ете була, Ҡәҙер кисәһе Рамаҙандың егерме етенсе кисәһе булалыр». Имам Шәфиғи мәҙһәбе буйынса Рамаҙан айының 17 сө көнө, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә — 27-се кисәһе. Дөйөм ҡараштан, Ҡәҙер кисәһе, Рамаҙан айының 20-се көнөнән алып 30-сы кисәләрендә булыр, тиелә.
Был Ҡәҙер кисәһендә һәм көндәрендә әжер-ғибәҙәттең сауабын тел менән әйтеп, ҡәләм менән яҙып бөтөрөү мөмкин булмаған. Мосолмандар ысын күңелдән, бындай мөбәрәк кистәрҙә доға-ғибәҙәт ҡылырға ниәтләнеп әҙерләнәләр.
Рамаҙан айының һуңғы ун төнө башҡа төндәрҙән, ҡәҙерле үә әжерле, фазыйләтле Ҡәҙер кисәһе булыуы менән айырылып тороуҙан ғибәрәт. Раббыбыҙ үҙенең Китабында Ҡәҙер кисәһе тураһында айырым бер сүрә лә иңдергән: «Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. (Хәҡиҡәт шулдыр ни, Беҙ уны (Ҡөръәнде) Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек.) Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.( Ҡәҙер кисәһенең нәмә икәнен һин беләһеңме?) Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр. (Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк.) Тәнәззәлүл-мәләә’икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр. (Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Ябраил), Раббының рөхсәте илә, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-бер артлы инеп кенә торорҙар.) Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.(Ҡәҙер кисәһе – именлек кисәһе – таң ата башлағанға тиклем дауам итә.)» Ысынын да, ибн Ғаббас әйтә: «Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримде Ҡәҙер кисәһендә Ләүхүл мәхфүздән алып донъя күгенә иңдерҙе». Һәм һуңыраҡ егерме өс йыл дәүерендә Ер йөҙөнә өлөшләтә-өлөшләтә Ҡөръәнде тулыһынса индерҙе, тигән.
Ҡәҙер кисәһе Мөхәммәд ﷺ өммәтенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән махсус бер кисәлер. Башҡа пәйғәмбәрҙәргә бындай кисә бирелмәгән. Был кисәнең мең айҙан да хәйерлерәк булғанын дин ғалимдары, Рәсүлулла ﷺ дән килгән хәбәрҙән шулайыраҡ аңлаталар:
Рәсүлуллаһ ﷺ бер көн сәхәбәләренә Бәни Исраил ҡәүеменән Шәмгун исемле бер әҙәмдең ҡылысын тағып мең ай (80 йылдан артыҡ) Аллаһ юлында жиһад итеүе хаҡында аңлатҡас, сәхәбәләр хайран ҡалып, ғәжәпләнеп: «Был ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙә беҙ быға нисек ирешербеҙ?» — тинеләр. Рәсүлүллаһ ла бының хәленә хайран булып, Аллаһтан: «Минең өммәтемдән дә берәү шундай булһа ине», — тип үтенәһе килә. Шунан һуң ул доға ҡыла: «Йә Раббым, минең өммәтем ғүмер яғынан бик ҡыҫҡа ғүмерле, ғәмәл яғынан иң әҙ әйҙәнең», — тип әйтә.
Шул мәле Аллаһ Тәғәлә: «Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлелер», — тип аят кәлимәһен индерә, Ҡәҙер кисәһен уға бирә. Һәм Хәбибенең (яратҡан, һөйгән пәйғәмбәре) мөбәрәк теләген ҡеүәтләндереп бойора: «Әй Хәбибем, Ҡәҙер кисәһе һинекелер, һәм өммәтеңдекелер. Бәни Исраилда булған үә Аллаһ юлында мең ай жиһад иткән ул кешенең ғәмәленән хәйерлелер. Ҡиәмәткә тиклем һәр Рамаҙан шәрифтә бер тапҡыр килер». Рәсүлүллаһ ﷺ тағын да бер көн әйтте: «Бәни Исраил пәйғәмбәрҙәренән дүртеһе һикһән йыл дауамында Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт иттеләр, бер файҙалы төшөнсәгә эйә була алманылар! Былар Аюб, Зәкәриә, Һәркил һәм Юша инеләр».
Сәхәбәләр ошо хәдис шәрифте ишеткәс аптырашта ҡалдылар. Шул ваҡыт Аллаһу Тәғәлә бойороғо менән Джәбраил килеп: «Әй, Мөхәммәд ﷺ! Һинең өммәтең был пәйғәмбәрҙәрҙең Аллаһуға бер фәтүәһе булмаған 80 йыллыҡ ғибәҙәтенә тиңләшерҙәр. Ысынында иһә Аллаһу Тәғәлә һиңә яхшырағын ебәрҙе», — тип, Ҡәҙер кисәһе аяты Кәримәһен уҡый.
Ибн Ғаббас радыйәллаһү ғәнһү әйтте: «Ҡасан Ҡәҙер кисәһе булһа, Джәбраил ғәләйһиссәләм менән башҡа күп фәрештәләр менән ер йөҙөнә төшөрҙәр, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән һәр бер ғибәҙәт ҡылыусыға юлыҡһалар: „Йә Раббым, был Ҡәҙер кисәһендә доға ҡылыусыларҙың доғаһын ҡабул ит“, — тиерҙәр. Шулай итеп таң атҡансы йөрөрҙәр, таң атҡандан һуң Джәбраил ғәләйһиссәләм: “Әй фәрештәләр! Күккә ашығыҙ! – тип әйтер. Фәрештәләр: “Эй Джәбраил ғәләйһиссәләм! Аллаһы Тәғәлә был Ҡәҙер кисәһендә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәтенә ни ҡәҙәр рәхмәт һәм һөйөнөстәр бағышланы?» — тиерҙәр.
Джәбраил ғәләйһиссәләм: “Әй фәрештәләр! Белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә рәхмәттәр ҡылды һәм гонаһтарын ярлыҡаны. Мәгәр дүрт төрлө төркөмде ярлыҡаманы. Ул дүрт төркөмдөң тәүгеһе: иҫерткес эсеүсене, йәғни иҫерткес эсергә даимселек ҡылыусыны. Икенсеһе: ата-әсәһен рәнйетеүсене ярлыҡаманы. Өсөнсөһө: туған менән талашҡан кешене ярлыҡаманы. Дүртенсеһе: үс тотоусыны, йәғни асыу һаҡлаусыны ярлыҡаманы, — тийәр. Был дүрт төрлө гонаһ эйәләре, тәүбә-истиғфар ҡылып, был яман эштәрҙе эшләүҙән туҡтаһалар ярлыҡар.
Ҡәҙер тигән һүҙ — ул ҡөҙрәт тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе — тәҡдир. Был кисәлә фәрештәләр әҙәм балаһының бер йыллыҡ тәҡдирен алып киләләр. Ҡәҙер төнө мең айҙан да ҡәҙерлерәк. Ул төндө доғала, ғибәҙәттә, зекерҙә, намаҙҙа үткәргән кеше мең ай ғибәҙәт ҡылыуҙан да ҙурырак әжер аласаҡтыр. Рәсүлебеҙ ﷺ әйтә: «Кем дә кем Ҡәҙер кисәһен уяу үткәреп ғибәҙәттә булһа, был кисәнән сыҡҡанда әсәһенән яңы тыуған сабый бала кеүек гонаһыҙ сығар», — тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә: «Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк», — тип әйтә.
Мең ай 83 ул йылдан да артыҡ бит, мосолман ҡәрҙәштәрем! Был бер кисәлә 83 йылдан да күберәк ғибәҙәт ҡылдың тип әжер бирелә, был ҡыуаныс-шатлыҡ түгелме ни? Ҡәҙер төнө тыныслыҡ, именлек кисәһелер. Ер йөҙөнә килгән фәрештәләр именлек, тыныслыҡ менән киләләр. Улар күберәк ғибәҙәт ҡылыусылар менән бергә булырҙар, тиелә. Ул кисәлә шайтан да үҙенең мәкерлеген үтәй алмаҫ. Ғәйшә анабыҙ Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ һораны: «Йә рәсүлебеҙ, әгәр мин Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, миңә нисек доға ҡылырға?» — тине. Рәсүлебеҙ ﷺ әйтте: «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни. (Әй Аллам, Һин ғәфү итеүсе, Һин ғәфү итергә яратаһың — ғәфү ит мине, гонаһтарымды ярлыҡа), — тип доға ҡыл», тине.
Хәҙис шәрифтә: «Ҡәҙер кисәһенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә кисереп ғәфү итер», — тиелә.
Хәҙрәте Фатима разыяллаһү ғәнһә Рәсүлебеҙҙән һорай: «Әй, атайым, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ул кисәлә ғибәҙәт итерлек көс-ҡөҙрәте булмаған зәғифтәре нишләр? »
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Яҫтыҡтарын ҡуйып, уға таянып, был кисәлә берәр аҙ ултырырҙар үә Аллаһуға доға ҡылырҙар». Хәҙрәте Ғәйшә риүәйәт итә: «Аллаһ Рәсүле әйте: «Кем Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәт менән үткәрһә, ул кисәлә намаҙ ҡылһа, үә тәүбә-истиғфар итһә, Аллаһ уны мәғфирәт итәр, Аллаһтың рәхмәтенә ирешер. Джәбраил фәрештә уға ебәк ҡанаты менән ҡағылыр. Джәбраил кемде лә булһа ҡанаты менән һыпырһа, ул йәннәткә инер».
Төнгө ғибәҙәттәрҙең дәрәжәһе тураһында күп кенә аяттар бар һәм был турала бихисап хәҙистәр килтерелә. Әлеге хәҙистәргә нигеҙләнеп, Мөхәммәд Мостафа Ғәммәрат «Әт-тархибә» хикәйәтендә былай тип яҙа: «Төнгө ғибәҙәттәр ҡальбте һәм күҙҙәрҙе тынысландыра, йәнгә рәхәт булып китә, иблистең төйөнө сиселеп, ғибәҙәт ҡылыу өсөн тән еңеләйә. Төнгө ғибәҙәт йәннәткә юл һала, йәһәннәмдән һаҡлай, Ҡиәммәт көнөнөң Ғәрәсәт майҙанында һорау алыу ҡыйынлығынан азат итәсәк. Әгәр доға ҡабул ителеү ваҡытына тура килә икән, теләктәр ысынға аша. Төнгө ғибәҙәттәр сәләмәтлекте һәм күреү һәләтен яҡшырта, ауырыуҙарҙан йырағайта.
Ғәйшә әсәбеҙ (Аллаһ унан риза булһа ине) еткергән: «Рамаҙандың һуңғы төндәрендә Пәйғәмбәр йоҡламаны һәм үҙенең барлыҡ яҡындарын да әлеге төндәрҙә Аллаһҡа бирелеп ғибәҙәт ҡылырға өндәне».
Төндө ғибәҙәттә үткәреү кешенең дәрәжәһен күтәрә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә шәфҡәт, мәрхәмәт менән ҡараясаҡ, ул Аллаһтың күләгәһендә буласаҡ, эш-ғәмәлдәрҙә һәм уңышҡа бәхеткә ирешер, Аллаһ уны насарлыҡтарҙан һаҡлаясаҡ, һәм унан ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сығар».
Ҡәҙер төнөнөң үҙенә генә хас булған ғәләмәттәре бар. Ул башҡа төндәрҙән айырмалы булараҡ, яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр. Ҡәҙер төнө бик тыныс, тымыҡ, елһеҙ, матур, имен булыр. Ул төндө артыҡ эҫе, йә артыҡ һалҡын да булмаҫ, ямғыр яумаҫ, эттәр өрмәҫ. Шул миҙгел ваҡытының күрһәткестәренең (температура) уртасаһы булыр. Ҡәҙер кисәһендә йондоҙҙар ҙа атылмаҫ. Ҡәҙер кисәһенән һуң килгән көндөң ҡояшы артыҡ сағыу булмаҫ, сөнки ул көндө шайтанға ҡояш менән бергә торорға мөмкин булмаҫ.
Тик бында Ҡәҙер кисәһен тышҡа, урамға сығып тәбиғәт-күкте күҙәтеп түгел, ә ғибәҙәттә булғанда күңелегеҙ менән һиҙерһегеҙ тиелгән.
Шәйх Әбүлхәсән әл-Дәрджәни (Аллаһтың рәхмәтендә булһын): “Бәлиғ булған ваҡытымдан һуң һәр ваҡыт Ҡәҙер кисәһен белмәйенсә үткәрмәнем, һәр йылда Рамаҙан шәрифтә таптым. Әгәр Рамаҙан айы башы дүшәмбе көн булһа, Ҡәҙер кисәһен егерме бише кисәһендә таптым. Әгәр Рамаҙан айы йома көн башланһа, Ҡәҙер кисәһен ун етенсе кисәһендә таптым, әгәр Рамаҙан айы башы шәмбе көн булһа, Ҡәҙер кисәһен егерме өсөһөндә таптым», — тигән. Нисек булһа ла, Ҡәҙер кисәһенә тура килеү өсөн, ошо кисәләрҙе ғәфиллек менән үткәрмәгеҙ.
Борон ғалимдар, Рамаҙан айының бөтә кисәләрендә уяу тороп, бөтә гонаһтарҙан тәүбә-истиғфар ҡылып, бер туҡтауһыҙ ғибәҙәттә булып, был Ҡәҙер кисәһенә тура килеп, Аллаһы Тәғәлә алдында аҡ йөҙлө булғандар. Беҙҙең дә шулар кеүек Аллаһы Тәғәлә алдында доғаларыбыҙ ҡабул булһа, донъя һәм ахирәттә бәхетле булыуыбыҙ шул булыр. Нисек булһа ла ғалимдар һүҙен ҡолаҡҡа алып, яҡшы һәм изге ниәт менән йөрөп, Аллаһы Тәғәлә риза булырҙай ғәмәлдәрҙе ҡылыу юлында булыу кәрәк.
Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Аллаһы Тәғәлә риза булырҙай ғәмәл ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уның барса эштәрен анһат ҡылыр, йәғни еңеллек бирер», — тине.
Изге рамаҙан айы етһә, Раббыбыҙ үҙенең бәндәләренә изгелек ҡылырға Үҙе ярҙам итә. Рамаҙан айында бөтә йәннәт ишектәре асыҡ, шайтандар ҙа башҡа айҙарҙағы кеүек тәьҫир итә алмайҙар, улар ҙа бығауҙарҙа, йәһәннәм ишектәре лә ябылған, нисек инде изгелеккә ынтылмаҫҡа?! Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Изге рамаҙан айы етеү менән, бөтә ожмах ишектәре асылыр, береһе лә ябылмаҫ, бөтөн тамуҡ ишектәре ябылыр, береһе лә асылмаҫ үә бөтә шайтандар бығауҙарға бығауланырҙар», — тип әйткән. Икенсе бер хәҙисендә Рәсүлебеҙ ﷺ шулай уҡ: «Изге рамаҙан айы еткәс, күктән тауыш килер. Фәрештәләр әйтерҙәр: „Әй насарлыҡҡа ынтылыусы, насарлыҡ ҡылыусы, туҡтат насарлығынды, Рамаҙан етте, әй изгелеккә ынтылыусы, ашыҡ, ҡабул итеп ал, Рамаҙан етте. Был кисәлә көн һайын йәһәннәмдән ҡотолоусылар булыр“. Әй Раббым, беҙҙе лә был айҙа йәһәннәм утынан ҡотолоусылар йөмләһенән (халҡынан) ҡылһаң инең, ахирәттә йәннәтең менән шатланыусыларҙан булырға насип әйләһәң ине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: „Әҙәм балаһы Рамаҙан айында ҡылған ғибәҙәттәре өсөн башҡа бер айҙа ла алмаған әжер-сауаптар ала. Бер ҡылған сөннәт ғәмәл өсөн фарыз ғәмәлгә бирелгән сауап бирелә, ә кем бер фарыз ғәмәлен ҡылһа, 70 фарыз ғәмәл ҡылған әжерен алыр“, тип әйткән. Хөрмәтле йәмәғәт, ҡарағыҙ, бер сөннәткә күпме әжер бирелә. Ҡарағыҙ, бер ҡылған фарыз ғәмәлгә шунса фарыз ғәмәлдәр ҡылды, тип яҙылыр! Был рамаҙан айында Аллаһтың рәхмәте ни ҡәҙәр ҙур.
Ошо рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөнөн бер төнөнә тура килгән Ҡәҙер кисәһе тураһында хәҙис шәрифтәрҙә әйтелгәне:
«Ҡәҙер кисәһендә бер тапҡыр «Иннәә әңзәлнә» сүрәһен уҡыған кеше башҡа замандарҙа Ҡөръән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлө»;
»Ҡәҙер кисәһендә бер тәсбих «Сүбхәәнәллааһ», бер тәхмид «Әлхәмдүлилләәһ», бер тәһлил «Аллааһү Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүенән ҡиммәтле"; «Был кисәлә һарыҡ һауып алған тиклем ваҡыт булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кисәләрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлелер»;
«Ҡәҙер кисәһендә өс тапҡыр «Ләә иләәһә илләллааһ» әйтеүсенең беренсеһендә — гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер; икенсеһендә — йәһәннәмдән ҡотолор; өсөнсөһөндә — йәннәткә инер»;
«Ҡәҙер кисәһендә «Ҡәҙер» сүрәһен уҡыған кеше Ҡөръән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни бының сауабына ирешер). Рамаҙан айының һәр кисәһендә төрлө ғибәҙәт һәм яҡшылыҡтарҙы даими ҡылыу тейешле. Сөнки был Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айында булыр. Һәм әгәр бер кеше, был Рамаҙан айында, йәстү һәм тарауих намаҙын йәмәғәт менән һис тә ҡалдырмай уҡыһа, ул кешегә Ҡәҙер кисәһенең сауабын бирер.
Был Ҡәҙер кисәһенең көндөҙөндә вайымһыҙ булмаҫҡа кәрәк, унда ла Ҡәҙер төнөндәге сауаптар ни тиклем булһа, шуның тиклем үк сауаптар яҙылырҙар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Әгәр минең өммәтем был Рамаҙан айында ни тиклем рәхмәттәр һәм ни тиклем сауаптарҙың хисапһыҙ булғанын белһә, йылдың бар айҙарыла Рамаҙан айы булһасы, тип теләрҙәр ине».

318 0 ER 4.5574
Сүүратүл- Ҡадр (Ҡәҙер сүрәһе)

بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ
1. إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةِ الْقَدْرِ
2. وَمَا أَدْرَاكَ مَا لَيْلَةُ الْقَدْرِ
3. لَيْلَةُ الْقَدْرِ خَيْرٌ مِّنْ أَلْفِ شَهْرٍ
4. تَنَزَّلُ الْمَلَائِكَةُ وَالرُّوحُ فِيهَا بِإِذْنِ رَبِّهِم مِّن كُلِّ أَمْرٍ
5. سَلَامٌ هِيَ حَتَّى مَطْلَعِ الْفَجْرِ

Уҡылышы.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр.
2. Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.
3. Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр.
4. Тәнәззәлүл-мәләә'икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр.
5. Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.

Тәржемәһе:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим!
1. Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) күндерҙек ҡәҙер төнөндә.
2. Ҡәҙер төнөнөң ни икәнен беләһеңме?
3. Ҡәҙер төнө мең айҙан да изгерәк!
4. Ул төндө Раббы рөхсәте буйынса фәрештәләр менән рух (Ябраил фәрештә) төрлө әмер алып төшә.
5. Ул төндө таң атҡанға ҡәҙәр именлек була.

305 0 ER 4.3373
АЯТУЛЬ КӨРСИҘЕ ГЕЛ УҠЫП ЙӨРӨГӨҘ...
✅Әғүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджим. Аятуль-Курсий: Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахиим. Аллааһу ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүүм, ләә тәъ-хуҙүһү синәтү-үә лә нәүүм, ләһү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-ардъ, мәңҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдәһү илләә би иҙниһ, йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм, үә ләә йүхиитуунә бишәй-им-мин ғилмиһии илләә бимәә шәәәә әъ, үәсиғә күрсиййүһүс-сәмәәүәәти үәл-ардъ, үә ләә йә-үүдүһү хифҙуһумәә үә һүүәл-ғәлиййүл-ғәҙыым.
❗Мәғәнһе: Аллаһ, Унан, тере һәм мәңге булғандан башҡа,— илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Уныҡы. Уның алдында Үҙ рөхсәтенән башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡәҙәр булғандарҙы ла һәм уларҙан һуң булғандарын да белә, ә улар, Уның теләгенән тыш, Уның белеменән бер нәмә лә аңлай алмай. Уның тәхете күктәрҙе һәм Ерҙе биләй, һәм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел,—Ул бөйөк, олуғ!
🌙Был Аятуль көрси аяты Аллаһы Тәғәләне, тәүхидте ололауҙы, Аллаһтың сифаттарын үҙ эсенә алыу йәһәтенән Ҡөръән сүрәләре һәм аяттары араһында мөхтәрәм аят булып тора. Шуның өсөн дә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, Бер кеше Аятуль көрсиҙе һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыһа, ул кеше хәҙер үк ожмахҡа инер ине. Ләкин ожмахҡа инеүҙән тыйған нәмә үлем генә. Аллаһтың дуҫы һәм Уға ғибәҙәт ҡылыусы Аятуль көрсиҙе даими уҡыр, һәр бер кеше йоҡларға ятҡас, Аятуль көрсиҙе уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә был уҡыусыға һәм күршеләренә именлек бирер, — тине.
1. Әлеге аят Ҡөръәндең иң оло аяттарынандыр.
2. Аятуль көрси ендәрҙең уҫаллығынан иртәнән кискә, кистән иртәгә ҡәҙәр һаҡлар.
3. Аятуль көрси Ҡөръәндең дүрттән бер өлөшөнә тиң.
4. Әгәр ҙә берәү фарыз намаҙҙарҙан һуң даими әлеге аятты уҡыһа, уны йәннәттән бары тик үлем генә айырып торор.
5. Әлеге аятты һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыһа, ул икенсе намаҙға ҡәҙәр именлектә булыр.
6. Ишектән кергәндә Аятуль көрси уҡылһа, ул өйҙән шайтан ҡасып китер.
7. Аятты уҡыусы үҙе, уның ғаиләһе, өйө, байлығы, хатта, 40 күршеһе лә имен булыр.
8. Ҡараҡ Аятуль көрси уҡыусы янына яҡын да килмәҫ.
9. Әгәр ҙә Аятуль көрси Бәҡара сүрәһенең һуңгы аяты менән бергә уҡылһа, доға яуапһыҙ ҡалмаҫ.
"Раббәнәә ләә түәәхыйҙнәә ин нәсиинәә әү әхътаънәә. Раббәнәә вә ләә тәхмил галәйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһүү галәлләҙиинә миң ҡаблинәә. Раббәнәә вә ләә түхәммилнәә мәә ләә тәәҡатә ләнәә биһ, вәғфү ғәннәә, үәғфирләнәә үәрхәмнәә, әңтә мәүләәнәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин". ("Бәҡара" сүрәһе, аят 286.)
(Эй, Раббыбыҙ! Әгәр онотоп йәки белмәйсә хата эшләһәк, беҙҙе яуаплы итеп, хисапҡа тартма. Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән әүәлгеләргә биргән кеүек, беҙгә күтәреп булмаҫлыҡ ауырлыҡтар бирмә. Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә көсөбөҙ етмәгән нәмә йөкләмә, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү Әйлә, беҙҙе кисер, беҙгә мәрхәмәт ит, сөнки Һин беҙҙең Раббыбыҙ, кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙам ит). ("Бәҡара" сүрәһе, аят 286.)
10. Ендәр был аят уҡылған һауыт-һабаны аса алмаҫ.
11. Берәү йоҡлар алдынан Аятуль көрсиҙе уҡыһа, уны ике фәрештә таң атҡансы һаҡлар.
12. Кем дә кем иртән Аятуль көрсиҙе һәм Ғафир сүрәһенең башын уҡыһа, ул кискә ҡәҙәр һәм, әгәр ҙә кис уҡыһа, таң атҡансы именлектә булыр.
13. Әгәр берәү өйөнән сығыр алдынан Аятуль көрси уҡыһа, Аллаһ уның йортон мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.
14. Әгәр был аятты уҡып, сирле кешене өшкөрһәң, Аллаһ уның 63 сирен еңеләйтер.
15. Именлек өсөн һәр көн 33 йәки 99 тапҡыр уҡыу зарури.
16. Ендәрҙе ҡыуыу өсөн уҡыла.
17. Насар төш күреп ғазапланыусылар йоҡлар алдынан 3 тапкыр уҡыһындар.
18. Берәү йома көндө, яңғыҙы ҡалған хәлдә, әлеге аятты 70 тапҡыр уҡыһа, ул эске рухи яҡтылыҡты һиҙер, был миҙгелдә Аллаһ доғаларын ҡабул итер.
19. Күңел тыныслығы өсөн йоҡлар алдынан Аятуль көрсиҙе һәм (109 Әл–Кәфирун), (110 Ән–Нәсър), (112 Әл–Ихлас), (113 Әл–Фәләҡ), (114 Ән–Нәс) сүрәләрен уҡырга кәрәк.

📖Ғәли радыяллаһу ғәнһу былай тигән: Мин йоҡлар алдынан Аятуль көрсиҙе уҡымаған мосолмандарҙы аңламайым. Әгәр һеҙ был аятты уҡыуҙың ниндәй файҙалары барлығын белһәгеҙ, уға бик ныҡ иғтибарлы булыр инегеҙ. Был аят Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ҡәҙәр бер пәйғәмбәргә лә индерелмәгән. Мин бер ваҡытта ла Аятуль көрсиҙе укымайынса йоҡларға ятмайым.

306 0 ER 3.9008