Статистика ВК сообщества "Рами Гарипов / Рәми Ғарипов"

0+
Был донъяға ғашиҡ шағир

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

1966 йыл. Беҙҙең никах. Рәми Ғарипов. Диҡҡәт Бураҡаев. Мин. Надя Ғарипова. Венера Бураҡаева - бикәсем.

Мәрйәм Бураҡаева

6 12 ER 4.3123
КӨНДӘЛЕКТӘР.
26.08.1958 г.

Надя ҡайтты! Салауат ауылда ҡалған. Өйгә йән керҙе, тормош башланды. Күңелдәге бушлыҡ бөттө. Йәтим бала инәһен тапҡан кеүек булдым.
Ҡыҙыҡ. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмайбыҙ. Был яҡынлыҡ тик айырылып торғанда ғына беленә. Нисә ҡабат инде быға яңынан ышанырға тура килде.
Башта, нисектер, быларҙың бөтәһе лә сәйер төҫлө. Хатта бер-береңдән ятһынған кеүекһең, һуңынан – бөтәһе лә элеккесә үҙ урынына ҡайта. Тормош яңынан башлана. Мин һаҡлаған бөтә тәртип юҡҡа сыға һәм был тәртипһеҙлектә ниндәйҙер тәртип бар. Йылылыҡ тула өйгә, һәр нәмә терелә, йәшәй башлай, нурға сума...
Бергә ҡалаға сыҡтыҡ. Урамдан атлауы ла нисектер башҡаса: еңел һәм уңайһыҙ кеүек... Кис кенә бөтәһе лә үҙ урынына ултырып бөттө.

Рәми Ғарипов

13 8 ER 2.9332
Ауыр булыр һиңә минең менән
Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, —
Юлымда бар тау-таш, боролмалар,
Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...

Ауыр булыр һиңә минең менән,
Зарланырһың бөтмәҫ эшемдән.
Яратмай тип, бәлки, шикләнерһең
Ғүмергә дуҫ, якын кешеңдән.

Ауыр булыр һиңә минең менән...
Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ:
Һинең менән мин сабый ҙа булам,
Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ..

23 9 ER 2.5313
Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ,
Яҙғаным юҡ һис тә шиғырҙар,
Күк үләндәр кирелеп кереш тартһа,
Аҡыҡ ҡар тик йырын шыбырлар...
Мин бары тик тәржемәсе генә,
Тәбиғәттең телен белеүсе,
Ул ни һөйләй, ул ни көйләй, шуны
Әҙәм балаһына түгеүсе.
Ерҙән шытып сыҡҡан үлән шауын
Һәм кирелеп кереш тартыуын —
Ғүмерҙәре бөткән япраҡтарға
Асырғанып уҡтар атыуын,
Кышын ҡарҙа әҙәм балаһының
Йондоҙҙарға баҫып йөрөүен,
Ярты төндә яңғыҙ бер ҡатындың
Шул йондоҙҙо алып өрөүен,
Күҙ йәштәре уның ҡарға төшөп,
Муйынсалар булып туңыуын,
Йым-йым килгән йондоҙҙарҙың
Сал сәсенә уның ҡуныуын
Мин бит бары тик тәржемә итәм,
Аңлайышлы әҙәм теленә...

35 10 ER 2.7461
"Ырғыҙ ҡыҙы"

Рәми Ғарипов һүҙҙәре, улы Азамат Ғарипов көйө һәм башҡарыуы.

49 27 ER 2.7396
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә,
һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә — булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?..

Рәми Ғарипов

25 6 ER 2.5315
Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын,
Юл йөрөргә йәнең күнегер,
Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын,
Һыу һайында тәнең күмелер.
Һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ,
Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ.
Ә дошманың булһа, булһын дошман
Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ.
Көс һынашып ҡына көсөң үҫер,
Еңеүең дә булыр татлыраҡ.

Рәми Ғарипов

55 9 ER 2.8149
КӨНДӘЛЕКТӘР
11 июль, 1962 й.

Мең-мең бәләләр менән ете йыл буйы хыялланған квартираға ордер алып ҡайттым!
Күпме ғүмер, күпме көс шул квартира арҡаһында бушҡа һәләк булды!..
һигеҙ йыл буйы бергә йәшәп тә, ҡатынға бөгөнгө кеүек ҙур бүләк биргәнем булманы. Ул бүләк - ошо квартираның асҡыстары (ике асҡыс) инде.
Бөтә күргәндәр, бөтә кисергәндәр артта инде. Ҡалған ғүмерҙе иҫән-һау ғына эшләп үткәрергә яҙһын!
Хәҙер минең төн ултырып шиғыр яҙырға үҙ мөйөшөм бар. Ике бүлмә, кухня айырым, бөтә уңайлыҡтары менән. Тыныс буласаҡ кеүек. Тәҙрәләр эргәһенән генә урман башлана. Иң яҡшыһы шул.
Ярай, ғүмерҙе яңынан башлап ҡарайыҡ.

Рәми Ғарипов

4 5 ER 1.9097
* * * Надяға

Ер үҙенең йәшел ҡулы менән
Тағы ла бер яҙҙы күтәрҙе.
Ә һандуғас, һантый, тағы, тағы
Хыялый баш итә күптәрҙе...
Шундай яҙҙа муйыл сәскә атҡас,
Күбекләнеп ташҡан ҡымыҙҙай,
Эсә-эсә зәһәр шул ҡымыҙҙы,
Мин дә ғашиҡ инем бер ҡыҙға.
Һәм беҙ иҫергәйнек икебеҙ ҙә, —
Әллә сәскәләрҙең еҫенән,
Әллә сәскә араһынан баҡҡан
Күк йөҙөнөң зәңгәр төҫөнән...
Койолдолар муйыл сәскәләре,
Тик емештә ҡалды май айы...
Инде үҙе сәскә йыйып йөрөй
Шоморт күҙле февраль малайы.

Рәми Ғарипов

9 7 ER 1.7922
Когда его друг Кадим Аралбай шутя спросил: « Почему ты женился на русской?». Он ответил: « Я ее люблю по- башкирски».

14 28 ER 1.9912