Статистика ВК сообщества "ВАҠЫТ!"

0+
«Иң әүәл кәрәк нәмә – ИМАН тигән!» (М. Аҡмулла).

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

⚡❗ ҺӨЙӨНСӨ ❗⚡

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ӨР-ЯҢЫ ДИНИ КИТАП ДОНЪЯ КҮРҘЕ!!!

Аллаһ Тәғәлә Ислам динен беҙгә ауырлыҡ өсөн ебәрмәгән. Эйе, мосолман кешеһенең иң тәүҙә Раббыһына ҡарата бурыстары бар. Бүтән хаҡтарҙы үтәү менән дә йөкләтелгән. Ләкин быларҙың барыһы ла беҙҙең үҙебеҙ өсөн. Ризаитдин Фәхретдиндең «"Джәүәмиғүл-кәлим" шәрхе» исемле хеҙмәтенә таянып төҙөлгән ыҡсым ғына, шул уҡ ваҡытта ныҡ йөкмәткеле был йыйынтыҡ шул турала. Ҡыҫҡаса әйткәндә, унда мосолман кеше иң тәүҙә белергә тейешле хәҙистәр, аңлатмалар, нәсихәттәр тупланған.

📞 Китапты берәмләп йәки күмәртәләп алыу өсөн +7 (905) 000-83-23 һандары буйынса шылтыратығыҙ! Мосолман кибеттәрендә лә һорағыҙ.

(Тиҙҙән «Вайлдбериз» аша һатып алыу мөмкинлеге лә буласаҡ, ин шәә Аллаһ).

39 0 ER 2.6518
АСҠЫСТАР

Аллаһ Тәғәлә һәр нәмәнең асҡысын булдырған.
✅ Намаҙҙың асҡысы – тәһәрәт.
✅ Хаждың асҡысы ‒ ихрам, ә диндарлыҡтың, тәҡүәлектең асҡысы ‒ ихласлыҡ.
✅ Йәннәттең асҡысы ‒ тәүхид.
✅ Ғилемдең асҡысы ‒ һорауҙар бирә белеү һәм диҡҡәт менән тыңлау.
✅ Еңеүҙең асҡысы ‒ сабырлыҡ.
✅ Аллаһҡа шөкөр итеү ‒ байлыҡты, муллыҡты арттырыуҙың асҡысы булып тора.
✅ Аллаһҡа яҡынайыуҙың асҡысы ‒ Уны зикер итеү.
✅ Уңышлы булыуҙың асҡысы ‒ тәҡүәлек.
✅ Тәүфиҡтең асҡысы ‒ Аллаһҡа ынтылыу һәм Уның язаһынан ҡурҡыу.
✅ Доға ҡылыу Аллаһтан яуап килһен өсөн асҡыс булып тора.
✅ Ахирәт тормошона ынтылыуҙың асҡысы ‒ донъя ниғмәттәренә иҫ китмәү.
✅ Имандың асҡысы ‒ Аллаһ фекер итергә саҡырған нәмәләргә ҡарап уй йөрөтөү.
✅ Йөрәктең тереклеге өсөн асҡыс ‒ Ҡөрьәнде фекерләп уҡыу, төн аҙағында Аллаһҡа доғалар менән ялбарыу һәм гонаһтарҙан баш тартыу.
✅ Аллаһтың мәрхәмәтенә ирешеү өсөн асҡыс ‒ ғибәҙәтте урын-еренә еткереп башҡарыу һәм Аллаһтың ҡолдарына файҙа килтерерлек эштәр менән булышыу.
✅ Ризыҡтың асҡысы ‒ тәүбә һәм тәҡүәлек менән сәбәптәр ҡылыу.
✅ Көс-ҡөҙрәткә эйә булыу өсөн асҡыс – Аллаһҡа һәм Уның Пәйғәмбәренә (ﷺ) итәғәтлек.
✅ Ахирәткә әҙер тороуҙың асҡысы ‒ өмөттәр бағлағанда сама белеү.
✅ Бөтә изгелектең асҡысы ‒ Аллаһҡа һәм мәңгелек тормошҡа ынтылыу.
✅Бөтә яуызлыҡтың асҡысы ‒ был донъяны яратыу һәм өмөттәр бағлағанда сама белмәү.
Һәр изгелектең асҡысы булған кеүек, һәр яуызлыҡтың да асҡысы була. Уларҙы белеү яуызлыҡ ишектәрен асыуҙан һаҡланыу өсөн кәрәк.
✅ Тамуҡтың асҡысы ‒ Аллаһҡа тиңдәштәр ҡатыштырыу (ширк ҡылыу), тәкәбберлек, Аллаһты зикер итеүҙән, Уның хаҡтарын үтәүҙән һәм Пәйғәмбәргә (ﷺ) эйәреүҙән баш тартыу.
✅ Һәр гонаһтың асҡысы ‒ хәмер. Зинаның асҡысы ‒ йыр-моң. Насар уйҙарҙың, насар ғашиҡлыҡтың асҡысы ‒ ҡараш. Уңышһыҙлыҡтың һәм юғалтыуҙарҙың асҡысы ‒ ялҡаулыҡ һәм эшһеҙлек.
✅ Көфөрлөктөң асҡысы ‒ итәғәтһеҙлек. Ике йөҙлөлөктөң асҡысы ‒ яһалмалыҡ, ялғанлыҡ. Һаранлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ туғандар араһы боҙолоу өсөн асҡыс булып тора. Аллаһ рәсүленең (ﷺ) рисәләтен һанға һуҡмау ‒ бидәғәттәрҙең һәм аҙашыуҙарҙың асҡысы.

Имам Ибн әл-Ҡаййим.

73 0 ER 2.6158
ДОҒАЛАР КИТАБЫ ‒ БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ!

Йыш ҡына кешеләрҙә татар телендә нәшер ителгән доғалар китабын күрергә мөмкин. Башҡорт телендәгеһе хыялда ғына була торғайны. Аллаға шөкөр, был хыялыбыҙ ҙа тормошҡа ашты ‒ «Читай-Умма» нәшриәтендә «Мосолмандың ҡәлғәһе. Ҡөрьән менән Сөннәттән алынған зикерҙәр һәм доғалар» китабы донъя күрҙе.

Әлегә «Читай-Умма» кибетендә алырға мөмкин. Тиҙҙән республикабыҙ кибеттәрендә лә һатыла башлар, ин шәә Аллаһ. Бәйләнеш өсөн телефон һандары: +7 (905) 000-83-23.

30 10 ER 2.0574
2022 йыл өсөн дини календарҙың электрон нөсхәһен һалабыҙ.
Уҡығыҙ, таратығыҙ!

Киләһе йылдыҡын да көтөгөҙ 🤗.

47 7 ER 1.6458
#Аҡһаҡал_һүҙе

ФАРЫЗ ҒӘМӘЛДӘРҘЕ ҮТӘЙЕК!

Сәйер һымаҡ тойолһа ла, мәҡәләмде бер фәлсәфәүи фекер менән башлап ебәрмәксемен. Хәҙер илебеҙҙә автомобиле булмаған бер кеше лә юҡ тиерлек. Машина йөрөй алһын өсөн уға мотлаҡ ҡойолорға тейешле нәмәләр – бензин, май, тосол – хаҡында бөтәһе лә белә. Ошо өс шыйыҡсаның береһен генә булһа ла ҡулланыуҙы инҡар итә икәнһең, машинаң йөрөй алмаясаҡ, тигән һүҙ.

Тормошта, әлбиттә, бер кем дә улайтмай. Ә шулай ҙа күҙ алдыбыҙға килтереп ҡарайыҡ: ниндәйҙер кеше автомобиль һатып алды, әммә, аҡсаһы әҙ булыуына, ваҡыты тарлығына, йә башҡа берәй нәмәгә һылтанып, багына яғыулыҡ ҡойоуҙан ҡырҡа баш тартты икән, ти. Электән автомобиль йөрөткән күршеһе, был хаҡта белеп ҡалғас, әлбиттә: «Ағай, машина бензинһыҙ йөрөмәй бит, уның инструкцияһында ла ошо хаҡта яҙылған», – тип «аҡыл өйрәтергә» тотона. Теге кеше иһә: «Һин ни һөйләйһең, ҡустым, уның тәҙрә йыуҙыртҡыс шыйыҡсаһы етерлек тә баһа, – тип ҡаршылаша башлай. – Өҫтәүенә, кузовының эсен-тышын гел йылы һыу менән йыуып торасаҡмын. Машинамдың аккумуляторы ла яҡшы эшләй...» Күршеһенең әйткәндәренә лә, автомобилде файҙаланыу буйынса инструкцияла яҙылғандарға ла ышанмай, барыбер үҙенең һүҙендә торҙо, ти. Ул ғына түгел, хатта, автомобилгә май менән тосол да бөтөнләй кәрәкмәй, тигән фекерҙә был ағай...

Әлеге тиҫкәре әҙәмдең машинаһы эшләп китә алырмы?.. Әлбиттә – юҡ! Ғөмүмән, автомобилде китабында яҙылғанса ғына хеҙмәтләндермәгән хәлдә, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ...

Яҡташтарымды хаҡ дингә өндәгәндә, Ахирәттә Йәһәннәм утынан ҡотолоп, Йәннәткә инеү өсөн фарыз ғибәҙәт төрҙәрен үтәүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген ябайлаштырып аңлатыу маҡсатында, бәғзе ваҡыт ана шул машинаны миҫал итеп килтереп ҡарайым. Милләттәштәребеҙҙең күпселегенең динебеҙ ҡанундарына бик өҫтән ҡарауына бошонам. Ҡайһылар, мәҫәлән, әленән-әле ҡорбан сала, туғандарын, күрше-күләнен йыйып ҡунаҡ итә. Был – әлбиттә, ифрат сауаплы сөннәт ғәмәл. Шул уҡ ваҡытта бындай кешеләр араһында күптәр Аллаһ Тәғәлә фарыз тип ҡушҡан намаҙға һәм ураҙаға бөтөнләй битараф. Икенселәр иһә, оло үкенескә, йылына бер мәртәбә үлгәндәрҙе иҫкә алыу мәжлесе үткәреү менән генә сикләнә. Ҡунаҡ йыйып, мулланан аяттар уҡытып, бер-береһенә хәйер өләшеп, доға ҡылып алғас, быйылға өҫтән бурыс төштө, тип иркен һулап ҡуялар. Тәүгеләре лә, икенселәре лә динебеҙҙең төп терәктәре иҫәбендә булған намаҙҙы, ураҙаны мулланың бурысы тип кенә һанай. «Машинаға бензин, май ҡойоп йөрөү – инженерҙарҙың, автомобиль оҫталарының ғына эше. Беҙгә – ябай кешеләргә – уның тәҙрәләрен йыуып, унда-бында “бипелдәтеп” ултырһаҡ та еткән...» – тип, шуның менән генә мөрхәтһенеп, бер үк ваҡытта машинаһынан ниндәйҙер файҙа өмөт итеп йөрөгән кешене хәтерләтә улар.

Әлбиттә, Ахирәттә Йәннәткә инә алмауҙы машинаңды эшләтә алмаған һымаҡ ҡына күрергә ярамай, сөбхәнәллаһ! Ожмахҡа инмәү – Тамуҡҡа китеү тигән һүҙ бит! Ахирәт хаҡында, унда булған Йәһәннәм һәм Йәннәт тураһында изге Ҡөрьәндә аяттар бихисап. Йәһәннәмгә мәңгелеккә төшмәҫ өсөн тере саҡта ниҙәрҙе мотлаҡ ҡылырға кәрәклеген һәм нимәләр эшләргә ярамағанлығын бына ошо Китапта Раббыбыҙ беҙгә әллә күпме мәртәбә иҫкәртә. Аллаһ Тәғәләнең бойороғона таянып, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә (ﷺ) был хаҡта төрлө миҫалдар менән әйтеп ҡалдырған. Бына ошо ике сығанаҡ – Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) Сөннәте – кешелек өсөн Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ҡулланма булып торасаҡ, ин шәә Аллаһ.

Пәйғәмбәребеҙҙән (ﷺ): «Аллаһ ҡоло Ҡиәмәт көнөндә иң әүәл үҙенең намаҙы хаҡында хисап бирәсәк. Намаҙы яҡшы булһа, башҡа ғәмәлдәре лә яҡшы булыр, ә инде намаҙы яраҡһыҙ икән (Бөтөнләй булмауы хаҡында әйтеп тә тораһы юҡ. – Авт.), башҡа ғәмәлдәре лә яраҡһыҙ», – тигән хәҙис бар. Ул хаҡта күпме генә һөйләһәң дә, хаҡиҡәтте ишетергә теләмәүселәр күп. Пәйғәмбәребеҙҙән (ﷺ) тағы: «Бер көндө миңә Ябраил фәрештә килде лә: “Һинең өммәтеңә Аллаһ Тәғәлә биш ваҡыт намаҙҙы фарыз ҡылды. Кемдәр ошо ғибәҙәттәрҙе үҙ ваҡытында, тейешенсә тәһәрәт алып, сәждә, рөҡүғ ҡылып башҡара, шуларҙы Ул Йәннәткә индерергә вәғәҙә итә. Ә инде ошоларҙың береһен генә ҡалдырғандарға ла Ул Йәннәтте вәғәҙә итмәй”, – тип әйтте», – тигәнерәк мәғәнәле хәҙис тә тапшырылған. Йәнә бер мәртәбә иғтибар итегеҙ: «береһен генә ҡалдырған хәлдә лә…» Намаҙҙы бөтөнләй уҡымау тураһында әйтеп тораһы ла түгел!..

Өлкә гәзиттәрендә ҡорбан салыуҙың, хәйер-саҙаҡа өләшеүҙең, намаҙ уҡыуҙың әҙәм балаһына был донъяла ла, Ахирәттә лә ҙур файҙа биреүе хаҡында мәҡәләләрҙе йыш күрәм. Был, әлбиттә – бик яҡшы! Тик бына намаҙ уҡымауҙың эҙемтәләре ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеге тураһында яҙыусылар юҡ кимәлендә. Иң яҡшы осраҡта ла, «намаҙ уҡымаусылар гонаһлылыр», тип йомшаҡ ҡына итеп әйтеп ҡуялар. Динде аңламаған әҙәм балаһы, әлбиттә, бында ваҡ ҡына гонаһтар тураһында һүҙ бара, тип уйлай. Әлеге мәҡәләне уҡығас, «намаҙ уҡыһаң – яҡшы, уҡымаһаң да әллә ни ҡурҡынысы юҡ» тип үҙенсә һығымта яһай...

Бәхеткә, «Ваҡыт!» мөхәрририәте халҡыбыҙҙы был йәһәттән йыш ҡына иҫкәрткеләп тора. Яҡташтарыма ошо сәхифә аша сираттағы мәртәбә өндәшергә ниәтем. Раббыбыҙ тарафынан Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) аша бойоролған ғибәҙәттәрҙе, иң беренсе нәүбәттә фарыз ғәмәлдәрҙе, ҡалдырмайыҡ. Үҙебеҙ үтәү менән дә сикләнмәйек, яҡындарыбыҙҙы ла хаҡиҡәткә өндәйек! Гәзиттәр аша булһынмы ул, «аят мәжлесе» тип аталған йыйындарҙамы, дөрөҫлөктө башҡаларға һәр саҡ аңлатып, Ахирәт тормошон әленән-әле иҫтәренә төшөрөп торайыҡ. Изге Ҡөрьәндә асыҡ иҫкәртеү бар бит: иман килтергәндәрҙән, салих ғәмәлдәр ҡылыусыларҙан, хаҡ юлға һәм сабырлыҡҡа өндәүселәрҙән башҡалар Ҡиәмәт көнөндә хәсрәттә буласаҡ.

Хәлил Һөйөндөков.

35 1 ER 1.4931
Әссәләмү ғәләйкүм, дин ҡәрҙәштәр, милләттәштәр!

Үткән миләди йыл башҡорт мосолман әҙәбиәте өсөн емешле йыл булды ‒ «Читай-Умма» нәшриәте яңы китаптар менән һөйөндөрҙө.

Кем әле был китаптарҙың береһен дә алып уҡыманы? Ҡайһыһын уҡығыҙ килгәнен яҙып, районығыҙҙы күрһәтһәгеҙ, ин шәә Аллаһ, һеҙҙең яҡтарҙа был китаптарҙы һатыу менән булышҡандарҙы эҙләп ҡарар инек.

Алып уҡығандар иһә тәьҫораттары менән уртаҡлашып китһә ине. Тағы ниндәй китаптар көтәһегеҙ? Шуныһын да яҙып үтегеҙ.

25 16 ER 1.3729
☝🏻❗

РИЗАИТДИН БИН ФӘХРЕТДИН:

«ИСЛАМ ДОНЪЯҺЫНА БЫНЫ ЯҺИЛ СУФЫЙҘАР СЫҒАРҘЫ, ХАЛЫҠТАР АРАҺЫНА ЯҠШЫ БЕР ЭШ ИТЕП КҮРҺӘТТЕ...»

Үҙенең «Джәүәмиғүл-кәлим» шәрехе» исемле китабында мәшһүр ғалимыбыҙҙың шундай һүҙҙәре бар:

✅ Рәсүлуллаһ (ﷺ) ғали һәм саф, әҙәм балаларының мәғишәттәренә мыуафиҡ булған ғилми һәм фәнни, ғәмәли һәм әхләҡи бер дин менән килгән ине. Ләкин сәхәбәләрҙән һәм тәбиғиндәрҙән һуң күп ваҡыттар үтмәне, ошо дингә сит халыҡтарҙа һәм башҡа мәҙһәптәрҙә булған аҙашыуҙар, хөрәфәттәрҙән бик күп нәмәләр ҡушылды. Илаһи хаҡиҡәттән ғибәрәт булған Ҡөрьән Кәримгә хилаф һәм ҡаршы булған рәсемдәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, яһалма ҡағиҙәләр барлыҡҡа килтерелде. Шул сәбәпле хисапһыҙ мәҙһәптәр һәм мәсләктәр таралды. Ҡәберҙәр өҫтәренә мәсеттәр һәм биналар һалып, ҡәндилдәр аҫыуҙар һәм ҡорбандар боғаҙлауҙар, һәм, ғөмүмән, тәбрикләнеү ниәте менән өс мәсеттән башҡа урындарға, хосусан, әүлиәләр ҡәберҙәренә, изгеләр шишмәләренә, хужалар тауҙарына дини маҡсат менән сәфәр ҡылыуҙар, үлектәрҙән ярҙам һорауҙар һәм мәйеттәр хөрмәтенә нәҙерҙәр биреүҙәрҙең һәр береһе Рәсүлуллаһ (ﷺ) килтергән Ислам динендә юҡ ине.

Мәмләкәттәрҙе һаҡлау хаҡында Ҡөрьән Кәрим тарафынан өйрәтелгән фарманды Рәсүлуллаһ (ﷺ) үҙе ғәмәле менән күрһәткән, Ислам хафиздары был хәлдәрҙе риүәйәт ҡылған ине. Һуңғы мосолмандар иһә мәмләкәтте һаҡлауҙы тупраҡ аҫтында сереп бөткән Шәйех Иҙриси, Шәзәли һәм Ғәбделҡадир Жиләни, Баһаүетдин һәм Бәҙәүигә тапшырҙы.

📓 Ризаитдин бин Фәхретдин. «Джәүәмиғүл-кәлим» шәрехе». 166-сы хәҙис. 263-сө бит.

Икенсе бер хәҙискә аңлатмалар яҙып, Ризаитдин Фәхретдин шулай ти:

✅ Ибн Тәймиә «“Ихлас” сүрәһенең тәфсире» исемле әҫәрендә шундай һүҙ һөйләй: «Сәхәбә һәм тәбиғиндәр тарафынан һис бер пәйғәмбәр һәм һис бер салих әҙәм ҡәберенә йәки намаҙ уҡыған һәм ултырып торған урындарына мәсет һалыныу, зыярат ҡылына торған урынға әйләндереү риүәйәт ителмәй. Башҡа бер зарурат булмаһа, улар пәйғәмбәрҙәр йоғонтоһо булыу йәһәтенән генә һис бер урынға намаҙ уҡыр өсөн барманы. Әгәр ҙә пәйғәмбәрҙәр йоғонтоһо булған ерҙәрҙә намаҙ уҡыуҙары булһа, был эштәре пәйғәмбәрҙәр йоғонтоһо булғанлыҡтан түгел, ә намаҙ ваҡыты еткәнлектән була ине. Әһле Ислам имамдарының берҙәм фекеренә ярашлы, хәжәт һорау, доға ҡылыу маҡсаты менән йәки уларҙың ҡәберҙәрендә уҡыған намаҙҙарҙың сауаптары башҡа урындарҙа уҡығанға ҡарағанда күберәк тип пәйғәмбәрҙәр һәм салихтарҙың ҡәберҙәренә барыу ‒ аҙашыу».

Ҡәберҙәрҙән һәм шәйехтәрҙән ярҙам һорау ғәҙәте әүәлге мосолмандарҙа юҡ ине. Ислам донъяһына быны яһил суфыйҙар сығарҙы, халыҡтар араһына яҡшы бер эш итеп күрһәтте.

📓 Ризаитдин бин Фәхретдин. «Джәүәмиғүл-кәлим» шәрехе». 228-се хәҙис. 368-се бит.

❗ БӨГӨН ДӘ НАҘАН СУФЫЙҘАР ТАРАФЫНАН ДИНЕБЕҘГӘ ХИЛАФ БУЛҒАН ҒӘҘӘТТӘР ИНДЕРЕЛӘ, ЙЫЙЫНДАР ҮТКӘРЕЛӘ. ҺАҠ БУЛАЙЫҠ! ДИНЕБЕҘҘЕ ӨЙРӘНӘЙЕК! ҒИЛЕМҺЕҘ ӘҘӘМДӘРГӘ ЭЙӘРМӘЙЕК, МӘШҺҮР ҒАЛИМЫБЫҘ РИЗАИТДИН ФӘХРЕТДИНДЕҢ ВАСЫЯТТАРЫНА ТОҒРО ҠАЛАЙЫҠ!

33 10 ER 1.2259
Ишморат хәҙрәт Хәйбуллиндан бик урынлы нәсихәт!

(рус телендә).

5 7 ER 0.8558
Күптәр Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының тик 27-се төнөнә тура килә тип уйлай, ләкин был дөрөҫ түгел. Уның ҡайһы төнгә тура килеүен тик бер Аллаһ Тәғәлә генә белә. Шулай булмаһа, кешеләр рамаҙан айының бөтә көндәрендә һәм төндәрендә вайымһыҙ йөрөр ине лә Ҡәҙер төнөндә генә ғибәҙәткә керешер ине. Ә Аллаһ Тәғәлә иһә беҙҙең «бер көнлөк» йә «бер төнлөк» мосолман булыуыбыҙҙы теләмәй.

Шулай уҡ күп мосолмандар «Бөгөнгө төн Ҡәҙер төнө булманымы икән?» тип саманан тыш уйланып, күк йөҙөн күҙәтеп, күп ваҡыттарын әрәм итә. Сөннәт буйынса иһә был көндәрҙә һәм төндәрҙә күберәк Ҡөрьән уҡырға, намаҙ, доға, зикер һәм тәүбә ҡылырға кәрәк. Әгәр ошо эштәребеҙ Ҡәҙер төнөнә тура килһә, был төндө белмәй ҡалһаҡ та, сауаптарыбыҙ юғалмаясаҡ. Ә Ҡәҙер төнөнөң ниндәйҙер ғәләмәттәрен күреп тә, уны башҡа төндәр һымаҡ ҡәҙимгесә үткәргән кеше хәйерле эштәрҙән мәхрүм ҡаласаҡ.

21 0 ER 0.9581