Статистика ВК сообщества "Гөл һағышы-нурлы күңел(Гөлнур Ҡыуатова ижады)"

0+
Количество постов 2 073
Частота постов 341 час 4 минуты
ER 79.19
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

"Юлға сығам. Алыҫлаша ара.
Һағынырһың бер саҡ, күр ҙә тор.
Аҡлыҡ, сафлыҡ көткән күңелеңдә
Һағыныуҙан тыуыр моңло йыр.
Ә әлегә минән арып-талып
Яңы хистәр өмөт итәһең.
Тыйып ҡына торор әмәлем юҡ,
Үҙем теләп шуға китәмен.
Һағынырһың. Саҡырырһың ҡабат.
Мин ҡайтырмын, ғорур булмаҫмын.
Яҙҙар - ярһыу, көҙҙәр алтын булыр,
Тик миндәйҙе мәңге тапмаҫһың..."
Һуңғы тапҡыр үбеп иркәләне,
Алыҫлашты минән, хушлашты:
Яҙҙы ҡосоп ҡарап ҡалдым әле
Илай-илай киткән был ҡышты.
(Гөлнур Ҡыуатова шиғыры,
Зиннур Боҫҡонов фотолары)

10 2 ER 1.3067
Өҙөлөрҙәй генә, бына-бына
Юҡҡа сығыр һуңғы өмөтөм...
Ә шулай ҙа тағы йән көсөмә
Усҡа ҡыҫтым әле өлөшөм.
Был яҡты көн, һулар татлы һауа
Минең өлөшөмә яҙылған.
Яҙған булһа йәшәү әҙәмдәргә
Тереләләр үлеп яңынан.
Өҙөлөрҙәй генә, хәс тә һары
Ағастағы һуңғы япраҡтай...
Ә шулай ҙа, бар бит, бар бит әле
Төнгө ҡара күктә янған ай...
(Гөлнур Ҡыуатова,
Зиннур Боҫҡонов фотоһы)

16 0 ER 1.2439
Шөкөр, Аллам, көнөм имен үтте,
Ә иртәгә изге Рамаҙан.
Матур уйҙар, сауап эштәр мәле,
Иҫәнлектәр булһын Хоҙайҙан.
Сарсап кипкән ирен доға ҡылһа
Ҡабул булыр мотлаҡ, иншаллаһ!
Бәрәкәттә, именлектә илем
Йәшәһенсе Раббым, хаҡ Аллам!
Ураҙалар айы ҡотло булһын,
Иман артһын, артһын сауаптар!
Һәр бер йортта Ҡөрьән-Кәрим асып
Уҡыһындар ине аяттар!
Шөкөр Аллам, насип иттең беҙгә
Изге айға аяҡ баҫырға.
Тағы шулай оҙаҡ йылдар уны
Насип булһын ҡаршы алырға.
(Гөлнур Ҡыуатова)

18 6 ER 1.1894
Таш атҡанға аштар ат, тип
Әйтһә лә халҡым,
Ауыр һүҙгә түҙергә һуң
Күпмерәк тағын?
Кире атмағас, күңелдә
Таштар һаҡлана.
Аштарым да ҡалманы бит
Күңел ҡатҡанға...
Мәргән икән дуҫ түгелдәр -
Таштар эләгә
Сер ишеген һаҡһыҙ асҡан
Тиле йөрәккә.
Таш атҡанға аш атырға
Кәрәкмәй икән.
Һәр хәлдә минең сабырлыҡ
Бөткән шул... Бөткән.
(Гөлнур ҠЫУАТОВА,
Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы))

16 3 ER 1.1803
Ғәйбәт һүҙҙәр тиҙ тарала
Һәйбәте үтмәһә лә.
Кеше һөйләй дөрөҫлөгөн
Белһә лә, белмәһә лә.
Ғәйбәт һүҙе- ҡар өйөмө
Артҡандан арта бара.
Хаталанған әҙәмдәрҙең
Йөрәген уйып ала.
Ғәйепһеҙгә, саф күңелгә
Ҡара яғылып ҡала.
Нахаҡтарҙы татый-татый
Тәрән яралар ҡала.
Ғәйбәт һөйләп телдәр талмай,
Ваҡыттар ҙа йәл түгел.
Изге эшкә мең сәбәптәр,
Баш тартыу ғына еңел...
(Гөлнур Ҡыуатова)

16 0 ER 1.0395
Бик ҡыйыуһыҙ, сабыр ғына
Яһап бәләкәй аҙым,
Килеп етте бөгөн таңда
Көттөргән танһыҡ яҙым.
Күңелемдә ҡар һыуҙары
Күптән һуҙа йыр ғына.
Ә әрһеҙ ҡыш елдәр менән
Һаман миңә һырыға.
Етәр, һыуыҡ! Үҙһүҙләнмә,
Ҡалды ғүмерең бик аҙ.
Бөгөн таңда ер йөҙөнә
Килде һағындырған яҙ.
(Гөлнур Ҡыуатова)

8 2 ER 0.9046
#ЯҙыусыфорумXXIбыуат_ПисательфорумXXIвека

Йәшел үлән күрҙем тейеп ҡәрсәй,
Эй шатлана ине яҙ һайын.
Һөтө тәмле була, һый мәле тип
Ярата ла ине май айын.
Йәшел ашым- мул табыным тейеп,
Үлән ашы һәр саҡ бешерҙе.
Аслы-туҡлы үткән һуғыш йылын
Аш артында иҫкә төшөрҙө.
Ҡаҡы, йыуа, кесәрткәнле ашты,
Ҡәрсәйемде үлеп һағындым.
Күпереп тә сыға йәшел үлән,
Ҡаршылайым һыйлы яҙымды.
(Гөлнур Ҡыуатова)

10 4 ER 0.9349
Иң еңеле - ғәйеплене эҙләү,
Үҙ хатаңды аңлау - сауаплы.
Һәр кем бирә кеше өсөн түгел,
Бары үҙе өсөн яуапты.
Абынғанды түпәләүе еңел,
Ярҙам ҡулын һуҙа һирәктәр.
Дуҫтар ҙа бит ҡай саҡ юҡҡа сыға,
Ауыр саҡта, ярҙам кәрәкһә.
Кеше гонаһтарын һөйләү еңел,
Тел сарларға оҫта барыһы.
Ауыр хәлгә ҡалһаң беленә ул
Дуҫлыҡ менән иман баһаһы.
(Гөлнур Ҡыуатова)

7 0 ER 0.6755
Йыуатырға кәрәкмәйҙер мине:
Керпектәге йәштәр кипте инде.
Был ғәҙәти тормош дауам итә -
Кемдер килә, ә кемдәрҙер китә.

Киткәндәрҙе көсләп тотҡом килмәй,
Һәр кем ерҙә тик бер генә йәшәй:
Үткәндәргә ишектәрҙе ябам,
Ҡояш өсөн күңелемде асам.

Эйе, хәтирәләр ҡайсаҡ күҙҙәрҙә
Сәбәп булыр инде йәштәргә.
Ә шулай ҙа йыуатмағыҙ мине,
Һис кәрәкмәй мине йәлләргә.

Хәйерле юл тейем киткәнгә,
Үкенес юҡ һис тә үткәнгә.
Тормош дауам итә унһыҙ ҙа,
Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.
(Гөлнур Ҡыуатова)

5 5 ER 0.6959
Матурлыҡты күрер өсөн
Ниндәй күҙ кәрәк?
Ни өсөн һуң булғанына
Шөкөр итәбеҙ һирәк?
Ә насарҙы тиҙ күрбеҙ,
Иғтибар юҡ яҡшыға.
Шөкөр итә белмәһәк тә
Зарланырға яй сыға.
Матур бит ул был донъялар
Күрә белеп күргәнгә.
Мең тапҡыр шөкөр итерлек
Ҡәҙерҙәрен белгәнгә...
(Гөлнур Ҡыуатова)

11 0 ER 0.7141