Статистика ВК сообщества "Мин тормошто яратам!"

0+
Тормошҡа ҡыуан, ул да һиңә йылмайыр💖

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Күсереп алығыҙ! Көслө доға!!!

САЛАУАТ КӘБИРӘ ДОҒАҺЫ
Әғүҙүбилләһи минәшайтан ирражим
Бисмилләһи иррахман иррахим
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөрсәлим
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөттәҡин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөштәҡин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөнарин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мотаһарин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел Тавафин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел Харамин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөғинин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел фатихин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел ҡарийшин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел Хафидин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөкәрәмин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел Шаһиринин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел дафимин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел Ғәләмин
Аллаһыма Сәлиғәлә мөхәммәдин Сәйҙел мөдирин
Вәлхәмделлаһи рабилғәләмин бирахматика ярхамеррахим. Амин. Эй, Хоҙайым, ҡабул ҡыл атам-әсәмдең, балаларымдың, туғандарымдың һәм үҙемдең гонаһтарымды ғәфү ҡыл. Амин.
-
Был доғаның мәғәнәһе; Ошо доғаны кем үҙенеү ғүмерендә бер мәртәбә уҡыһа тамуғы уты хәрәм булыр. Ике мәртәбә уҡыһа ҡалған намаҙына, ҡалған ураҙаһына ҡифәрәт булыр, Хоҙай Тәғәлә ярлыҡар. Ошо доғаны ихтирам итеп үҙендә һаҡлаһа, мең мәртәбә хаж ҡылғанға тиң булыр, мең мәртәбә Аллаһының хәмет ҡылмыш булған ҡиәмәт көнөндә йөҙе тулған ай шикелле булған һәм фәҡирҙәрҙе туәҙырған сауабы насип, иртән-кис тә рәнйеү күрмәҫ һәм дошмандарҙан һаҡлар, бүтән ваҡытта иманы юлдаш булыр. Амин. Әгәр йома көнө төштән һуң уҡып, әруахтарға бағышлаһа, гонаһтары кисерелер. Әгәр был доғаны күреп тә яҙып алмаһа, мин ул бәндәнән биҙермен, тигән, Аллаһа Тәғәлә. Әгәр был доғаға кем ышанмай, ул бәндә ҡафыр булыр, тигән.(Әстәғәфируллһы). Яҙып бирәм, миңә лә сауабы булһын. Амин.

1067 81 ER 13.3002
11 май фажиғәһенә... Балаҡайҙар...😥

Йәндәрҙе өшөттө Ҡаҙандан иҫкән ел,
Тыныслыҡ та бөттө. Әйткәндәй, һиҫкән гел.
Фажиғә йөрәкте сәрпәкләп киткәндәй,
Гонаһһыҙ сабыйҙар ғазаптар сиккәндәй.

Күҙ алды ҡараңғы. Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
Уйҙарҙың һөрөмө – йөҙҙәрҙә. Ҡарабыҙ?
Йән ҡыйған кешене нисек Ер күтәрә,
Шунсама бысраҡты үрсеткән хәшәрәт.

Йәндәрҙе өшөттө Ҡаҙандан иҫкән ел.
Сабыйың урамға сыҡҡанда һиҫкән гел.
Ҡурсырға нисек һуң гонаһһыҙ йәндәрҙе?
Ел өрөп һүндермәҫ тоҡанған шәмдәрҙе.

Ел өрөп уңалтмаҫ һалынған яраны.
Терелеп шаһиттар аҡламаҫ ҡараны.
Һыҙланыу әсеһе йәҙрәләй йөрәктә.
Ҡаҙандан килгән шом бар илде тетрәтә.

Гөлназ Ҡотоева.

27 21 ER 3.5302
Уйланыр өсөн:

Үлеп китһәң, кешеләр һинең менән ошондай эштәрҙе башҡарасаҡтар:

1. Кейемдәреңде сисәсәктәр.
2. Йыуасаҡтар.
3. Кәфенгә төрәсәктәр.
4. Өйөңдән сығарасаҡтар.
5. Һинең яңы өйөңә (ҡәбереңә) алып китәсәктәр.
6. Ҡайһы бер кешеләр эштәрен ташлап һине һуңғы юлға оҙатырға, йыназаңа киләсәктәр.
7. Аяҡ, өҫ кейемдәреңде кешеләргә таратып бирәсәктәр.
8.Тормош туҡтап ҡалмаясаҡ. Эш урыныңды яңы кеше биләйәсәк. Йыйған байлығыңды балаларың таратып аласаҡ.

Иң беренсе исемең төшөп ҡалыр. Кешеләр үлгәнеңде белгәс: "Мәйет ҡайҙа"-тип һораясаҡ. Исемең менән өндәшмәйәсәктәр. Йыназа намаҙы уҡыр алдынан:"Йыназа уҡыр өсөн мәйетте килтерегеҙ" - тип әйтәсәктәр. Әхмәтте, йә иһә Хәмитйәнде килтерегеҙ тип әйтмәйәсәктәр. Ҡәбергә төшөргән саҡта: "Мәйетте алып бирегеҙ"- тип әйтәсәктәр. Исемең менән атамаясаҡтар.

Дәрәжәм бар, байлығым күп тип алданма. Был донъяның бер нәмә тормауын һәм яуап тотор көнөбөҙҙөң бөйөклөгөн ошо үлем килгән ваҡытта асыҡ аңларһың.

Һинең үлемеңә ҡайғырыусылар өс төркөмгә бүленер:
1. Һине белгән ябай кешеләр:" Аллаһ гөнаһтарын ярлыҡаһын"-тип кенә ҡотолорҙар.
2. Яҡын дуҫтарың бер-нисә сәғәт, йә иһә бер-нисә көн дауамында һине иҫләп ҡайғырырҙар һәм яйлап үҙҙәренең донъя мәшәҡәттәренә сумырҙар.
3. Ғәиләң һинең өсөн тәрән ҡайғыға сумыр. Ул ҡайғы бер-ике аҙна дауам итер. Бәлки бер-ике ай, бәлки йылдарға һуҙылыр.

Бына ошо рәүешле кешеләр араһында һинең тарихың тамам. Ысын донъяла үҙеңдең киләсәгең билдәһеҙ булһа, ҡатыныңды, балаларыңды, йыйған байлығыңды нимә көтөүе лә һинең өсөн сер булып ҡаласаҡ.
Бына һинең өр яңы тормошоң башланды. Ошо мәлдә "Һин ҡәберең өсөн, икенсе тормош өсөн нимә әҙерләнең" тигән һорау алдыңа килеп баҫасаҡ.
Был ҡасып ҡотолоп булмай торған ысынбарлыҡ. Был турала уйлау үтә мөһим. Шуға күрә ислам ҡанундарын өйрән. Мосолман дине өсөн мотлаҡ булған ғибәҙәттәрҙе ҡыл. Аллаһтын тыйғандарынан тыйыл. Күберәк сөннәтте үтәргә, йәшерен саҙаҡа бирергә һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙе эшләргә ашыҡ.
Ошо яҙғандарҙы Аллаһ хаҡы өсөн бүтәндәр менән бүлешһәң һинең өсөн бәлки яҡшыраҡ булыр. Кешеләрҙең :"Мәйет ҡайҙа"-тип әйтеүҙәренә ҡәҙәр сауаплы эштәр ҡылып өлгөр.
Рәфис Мостафин.

178 18 ER 3.8844
Меҫкен булһаң - яраталар ,
меҫкендәрҙе йәлләйҙәр ...
Өҫтөн булһаң - күрә алмайҙар ,
өҫтөндәрҙе "сәйнәйҙәр ".

Күрмәмеш - белмәмеш булып
һинең яҡшы яғыңды ,
көтөп йөрөйҙәр яңылыш
тайып йығылғаныңды .

Күңелдәрҙе үҫтерерлек
бер йылы һүҙ әйтмәҫтәр .
Сүбеңдән сүмәлә яһап
мөйөш һайын һөйләрҙәр .

Һөйләгәндәр һөйләһендәр -
ауыҙҙары ихтыяр .
Бындай ғына ваҡлыҡтарға
итмәйем дә иғтибар .

Уҡам ҡойолоп ҡуйыр тип
ҡурҡыр саҡтарым үткән .
Был донъяла күпте күргән
күк бүре бит мин күптән .

Г. З. Исрафилова

164 37 ER 3.6465
32 АҠЫЛЛЫ кәңәш!
1. МЫЖЫМА! Тор ҙа эшләй башла. Нимәлер эшләһәң, юл үҙенән-үҙе асылыр.
2. 7 урынына 40 тапҡыр үлсәп ваҡыт әрәм итмә. Тот та ЭШЛӘп ҡара. Килеп сыҡһа - шәп, сыҡмаһа, эшләп ҡараманым тип әйтмәҫһең.
3. СӘЙӘХӘТ ит. Йөрөргә ваҡытың йә аҡсаң етмәһә, тәбиғәткә булһа ла сығып ура эш араһында.
4. ХАТАларҙан ҡурҡма. Тик ятҡан кеше генә хаталанмай.
5. Кеше менән ЯРЫШМА. Үҙең булып ҡал. Башҡаларға эйәрмә.
6. Үҙ ФЕКЕРЕҢ булһын. Кешене хөрмәт ит, әммә үҙеңсә эшлә. Һинең өсөн ир, ҡатын, атай, әсәй, дуҫ хәл итмәһен.
7. АЛЛАҺҡа хөрмәтеңде күрһәтмәйенсә уның исемен телгә алма.
8. Кешегә көсләшеп ТАҒЫЛМА. Бер ҡыуғандар икән, кит. Үҙ баһаңды бел.
9. АҠСА тип донъяңды онотоп сапма. Бай булһаң да, ярлы булһаң да бөтәбеҙ бер ерҙә осрашасаҡбыҙ.
10. ИҪЕҢдә тот: атай-әсәй һәм яҡын туғандарҙы ғына нисек бар шулай ҡабул итәбеҙ һәм яратабыҙ. Башҡа кемделер күңелең ҡабул итмәй икән, уға ғүмереңде әрәм итмә.
11. "ЮҠ" тип әйтергә өйрәнеү мотлаҡ. Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп бер холҡо бар.
12. ЕБӘР! Иҫтәлектәр һәм үкенестәр менән алға атлау ауыр. Булған - бөткән, тарихта ҡалған.
13. Һәр кемдең һүҙенә ЫШАНМА. Тел һөйәкһеҙ. Кеше лә төрлө була. Ҡайһы берәүҙәр үҙ файҙаһына ғына ауыҙын аса. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан. Ҡолаҡтар ҙа ҡай саҡ яңылыш ишетеп ҡуя.
14. УЙЛА. Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ-бар һөйләгәнсе өндәшмәү яҡшыраҡ.
15. Кемгәлер йәнен көйһә, АШЫҠМА. 24 сәғәт көт тә унан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китеүе ихтимал. Асыу ҙа һүнә.
16. ҮҘ АЛЛЫ бул. Кешегә һалыныу, кешене үҙ мәнфәғәтеңә ҡулланыу бик насар ғәҙәт.
17. ИХТИРАМ ит үҙеңде, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, олоһон да, кесеһен дә.
18. Үҙгәртә алмаған хәлдәр өсөн БОРСОЛМА, күп нәмә беҙҙән тормай.
19. ТӘБИҒӘТкә яҡын бул. Беҙ - тәбиғәт балаһы.
20. ХЫЯЛдарың яҡты һәм матур булһын. Хыялға ирешеү өсөн нимәлер эшләргә кәрәк.
21. ҒҮМЕР һәр кемгә бер генә бирелә. Һәләтеңде, таланттарыңды күрһәтеп ҡал.
22. ЯУАПЛЫ булырға өйрән. Әйткәнһең икән - эшлә. Эшләгәнһең икән - яуабын тот.
23. Вәғәҙәңә, әйткән һүҙҙәреңә, дуҫыңа, хыялдарыңа, һайлаған йәреңә, тыуған илеңә ТОҒРО бул.
24. Ниәт иткән эшеңде БӨГӨН үк башла. Иртәгә ул иртәгә булып ҡала.
25. ҺАУЛЫҠ - бик ҙур байлыҡ. Дөрөҫ туҡлан. Кеше ашҡаҙаны төпһөҙ мискә түгел. Спорт менән шөғөллән. Иртә ят, иртә тор.
26. МӨЛӘЙЕМ, таҙа бул, ыҫпай кейен, үҙеңде әҙәпле тот. Эскән һәм тартҡан кеше матур түгел инде, уның йөҙөндә нур һүнә. Һүгенгән кешенең ауыҙы салыш, тип әйтә ине ололар. Ысындан да шулай икән.
27. ТЫНЫС бул. Сәбәләнеп, ҡысҡырып, әрләшеп йөрөгән кеше эргәһенә фәрештәләр ҙә килмәй.
28. ТЫЙНАҠ бул. Һөмһөҙлөк, бәлки, тормошто еңеләйткән шикелле тойолор. Әммә ундай кешене күреү менән йәшенге килә.
29. Һәр нәмәнең үҙ ВАҠЫТЫ. Кескәй баланан йә оло кешенән ауыр эш эшләтеү дөрөҫ түгел. Йәш кешенең ял итеүҙән туймай ятыуы хөрт.
30. Артыҡ ҠУРҠЫУ зыянлы. Баҙнатһыҙ кеше күп ниғмәттән мәхрүм булып ҡалыр.
31. Күп УҠЫ. Уҡымышлы кеше телмәре менән дә, тормошҡа ҡарашы менән дә айырылып тора. Аҡыллы әҫәрҙәр уҡы.
32. Бер ҡасан да БИРЕШМӘ. Ғүмер ике килмәй. Үҙ юлыңдан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.

("Күк Ирәндек буйында" сәхифәһендәге яҙма, бер аҙ үҙгәртеп файҙаланылды).

236 14 ER 3.3062
Эсемдәге серҙәремде
Һөйләмәйем бер кемгә.
Һынаған бар: һөйләгәнем
Һибелә бит йөҙ телгә.

Һибелә лә, тарала ла
Кире ҡайта үҙемә.
Аҙаҡ ышанмай ҙа торам
Үҙем әйткән һүҙемә.

Дуҫ тигән дә, дуҫ түгел дә
Яра һала күңелгә.
Әйтмәгәнде әйтте тиеп,
Тура ҡарай күҙеңә.

Серҙәрем шулай керҙәргә
Әйләнгәнен күп белдем.
Хәҙер инде ауыҙымды
Мең ҡат йоҙаҡҡа элдем.

Бикләнем дә серҙәремде,
Бикләндем күңелемә.
Миңә тигән керҙәрегеҙ
Ҡайтһын тик үҙегеҙгә.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

83 13 ER 2.2540
Ҡайын япрағының иң шифалы мәле🍃 🍃🍃

🍃Ҡайын япрағының шифаһын халыҡ борон-борондан белгән һәм киң ҡулланған. Уны ағас япраҡ ярған мәлдә – май аҙағында, июнь башында йыйырға кәңәш итәләр.

🍃Ҡайын япрағы – бик яҡшы антисептик, шулай уҡ ул елһенеүгә ҡаршы тороу, һейҙек ҡыуыу, шешенеүҙе бөтөрөү, организмдан шлактарҙы сығарыу һәләтенә эйә. Сама белеп эскәндә төнәтмәнең кире эҙемтәләре юҡ.

🍃Йәш япраҡтан әҙерләнгән төнәтмә эсәктәге ҡорттарҙан (лямблиоз) арынырға ярҙам итә. Бының өсөн 10-15 бөртөк япраҡты эҫерәк һыуҙа сайып, стаканға һалығыҙ һәм өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Өҫтөн ябып, ярты сәғәт самаһы ултыртып тороғоҙ. Ашауҙан ярты сәғәт алда көнөнә өс тапҡыр бер ай дауамында эсергә.

🍃Ҡайын япрағы төнәтмәһе шулай уҡ бөйөр, бауыр сирҙәренән, тире ауырыуҙарынан шифалы, ҡан баҫымын көйләй, кешегә көс, дәрт өҫтәй. Мәлендә йыйып, еләҫ урында дөрөҫ киптерһәгеҙ, йыл буйына рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡһығыҙ. Бер аш ҡалағы кипкән япраҡҡа бер стакан һыу ҡушып ҡайнатып сығарығыҙ һәм бер сәғәт йылы урында төнәтегеҙ. Ашар алдынан ярты стакан эсергә тәҡдим ителә.

🍃Ыуыҙ ғына шифалы япраҡтар косметологияла ла киң ҡулланыла. Уларҙан иҙмә эшләп, саҡ ҡына крем ҡушып, битегеҙгә маска эшләһәгеҙ йәки япраҡ бешекләнгән һыу менән йыуһағыҙ, тирегеҙ сафланып, йомшарып китер.
🍃Сәләмәт булығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.

339 1 ER 3.1518
Хәҙрәти Ғәйшә Расүлуллаһтан һораны: «Әгәр Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, унда нимә уҡыйым?» Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм:
«Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн тухиббүл ғәфүә фәғфү ғанни», — доғаһын уҡырһың", — тип әйте.
Мәғәнәһе: «Йә Рабби, һис шикһеҙ Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине лә ғәфү ит», — тимәктер.

119 0 ER 2.2744
Килер йылға артыҡ үтенес юҡ,
Иҫән булһын бары яҡындар.
Ошо ергә килгәс бөтәбеҙ ҙә,
Беҙ лайыҡлы бәхет хаҡына.

Элеккесә күңел ашҡынмай ҙа,
Талпынмай ул йылды ҡаршылап.
Сикәләге салдар ғына балҡый
Көҙгөбөҙҙә, минең ҡаршыла.

Яңы йылдың көндәр иҫәбендә
Ҡыуаныстар күптер, календарь?
Ҡайғырырға ергә килмәгән дә,
Ҡыҙҙар, улдар, кейәү, килендәр.

Ошо йылды ихлас оҙатамын,
Маңлайымда һырҙы арттырып.
Ҡайғыларҙы күмдем, өмөтләнәм...
Бәхет тора алда яҡтырып.
Фәнил Бүләков.

65 9 ER 1.8038
Яратмайым мин ялған кешеләрҙе,
Кеше сәйнәп, кеше тикшергәнде.
Бармаҡ төртөп һөйләп йөрөгәнде,
Ғәйеп табып, кешенән көлгәндәрҙе.

Яратмайым мин асыу тотҡандарҙы,
Юҡ- бар ерҙән тауыш ҡуптарғанды.
Нахаҡ һүҙҙе әйтеп, рәнйеткәнде,
Һинең өҫтән тапап киткәндәрҙе.

Яратмайым мин ата ялҡауҙарҙы,
Ауыртмаған ерҙән ауырыу тапҡандарҙы.
Үҙ эштәрен бүтәндәргә һылтап,
Дивандарҙа аунап ятҡандарҙы.

Яратмайым мин һатлыҡ йәнлеләрҙе,
Кеше тормоштарын боҙғандарҙы.
Юхаланып йөрөгән бәндәләрҙе,
Ҡара эсле йылан йотҡандарҙы.

Яратмайым мин танау сөйгәндәрҙе,
Үҙен-үҙе маҡтап йөрөгәндәрҙе.
Мыҫҡыл итеп хәтер ҡалдырғанды,
Йөрәктәргә яра һалдырғанды.

Фирая Ғабдуллина.

82 6 ER 1.9304