Количество постов 12 556
Частота постов 7 часов 27 минут
ER
30.23
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Орегон штатында (АҠШ) бер урмансы 10 йыл элек пихта араһына смайлик формаһында ҡарағас ултыртҡан. Хәҙер ошондай йылмайыусы урманды күрергә була
Себер тарафтарында эшләгән Бөрйән,Йылайыр,Әбйәлил,Хәйбулла,Баймаҡ егеттәренән ҡотлау сәләмдәре ебәрә. Ҡабул итегеҙ!
Тайгала дәрүиш тормошонда йәшәүсе Агафья Лыкова тураһында беләбеҙ.
Ә башҡорт дәрүише тураһында беләһегеҙме?
Белорет районында, Башҡортостандың алыҫ урмандары араһында Собханғол ауылы урынлашҡан булған. XVIII быуат аҙағында ауылда 14 йорт була, XX быуат башында — 60-ҡа яҡын хужалыҡ, ә һуңынан, йөҙгә яҡын үҫә, тиҙәр. Ә һуңынан, алтмышынсы йылдарға ул тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Ни өсөн шулай булғанын әйтеүе ҡыйын, әммә көҙгөһөн дә, яҙын да юл өҙөлә, ауылға почта ла, аҙыҡ-түлек тә килтермәгән юлһыҙлыҡтыр сәбәбе , моғайын. Ә бында телефон бәйләнеше лә юҡ. Ҡыҫҡаһы, нисек кенә булмаһын, кешеләр күберәк цивилизациялы урындарға күсә башлаған.
Кинйәғол Сәлимгәрәйев ағай ауылда бер үҙе тороп ҡала. Киләһе йылда уға 90 йәш була һәм ғүмеренең яртыһынан күберәге тулы яңғыҙлыҡта йәшәй. Тыуған ауылынан Кинйәғол ағай, армияла хеҙмәт иткәндә, ғүмерендә бер тапҡыр ғына сығып китә. Ҡалған ваҡытта, атаһы һәм олатаһы кеүек, һунарға сығып, үҙ ауылында йәшәй.
Ни өсөн китмәүе тураһындағы һорауҙарға Сәлимгәрәйев бер төрлө яуап бирә: нимәгә?. Уға көн һайын бер үк тауҙы һәм шул уҡ урманды күреүе оҡшай. Өйөнә әйләнгән был урман уға кәрәк булғандың барыһын да бирә. Ҡарт һунарсының иҫәбендә 78 айыу, был шаяртыу түгел. Кинйәғол ағай өй эргәһендәге бәләкәй генә йәшелсә баҡсаһында йәшелсә үҫтерә. Ә урман, баҡса, бал ҡорттары (иген һәм башҡа аҙыҡ-түлек) бирмәгән аҙыҡ-түлекте ҡустыһы алып килә ике айға бер мәртәбә.
Иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе — транзизторға батареялар. Кинйәғол ағайҙың эте юҡ. Этһеҙ ысын һунарсы булмай, әммә уның дүрт аяҡлы ярҙамсыһы булған, әммә бүреләр менән тиңһеҙ алышта юҡ булған.
Сәлимгәрәев ғүмере буйы яңғыҙ йәшәй, ҡатыны ла, балалары ла юҡ. Яңғыҙ йәшәй тигән даны таралғас, бер кандидит бисә табыла, әммә яңғыҙ йәшәй алмай — пенсия алырға ҡайтам тип сығып китә лә, кире әйләнеп килмәй. Ә ағайға яңғыҙлыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай, ғүмере буйы дәрүиш тормошона күнеккән. Хатта табиптар ҙа бер ҡасан да булмаған – ауырап китһә үләндәр менән дауалана.
Дәрүиш торомошо яҡшымы, яманмы? ниндәй фекерҙәр бар?

Танылған баянсы Ридик Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.
Был кеше шампан шарабы шешәләренән йорт төҙөгән.
Йорто батшалар һарайынан бер ҙә кәм түгел!
Хәҙер был йорт эргәһенән фотоға төшөрмәйенсә үтеү мөмкин түгел.