Количество постов 22 304
Частота постов 3 часа 5 минут
ER
19.90
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Был һөйкөмлө ханым - милли биҙәүестәр яһаусы Баймаҡ ҡалаһынан Йәүһәр Искәнйәр ҡыҙы Түләкова. Инәйгә әле 89 йәш! Был һаҡалдарҙы ул 20 йыл элек эшләгән, ҡыҙы [id181621323|Расима Тулякова] әсәһенең рөхсәте менән тик быйыл интернетҡа ҡуйған. Түшҽлдҽрҽктәргә бисер менән "Фатихә", "Аятҽл-Ҡөрси", "Ән-Нәс" һәм "Әл-Фәләҡ" сүрәләрҽ яҙылған. Бына шундай үҙенсәлекле милли генә түгел, ә дини ҡул эштәре! Афарин, Йәүһәр инәй, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
Өс ҡатлы пирог
Ҡамыр:
2 стакан он
200 гр аҡ май
100 мл - һыу, йә һөт
100 гр - шәкәр ҡомо
Бер семетем тоҙ һәм сәй содаһы
Эслек:
Курага - 200 гр;
Чернослив - 200 гр;
Лимон - 2 шт
Шәкәр ҡомо - 9 аш ҡ.
Приготовление:
Сливочное масло растереть с мукой, до получения мучной крошки (1-2 ст.л. крошки отложить для обсыпки). Добавить сахар. Соду (можно разрыхлитель) и соль. Постепенно влить молоко, пока не получится мягкое эластичное тесто.
Чернослив, курагу и лимон по отдельности измельчить в блендере. Добавить к каждой начинке по 3 ст.л. сахара, перемашать.
Тесто разделить на 4 части. Одну часть сделать побольше остальных. Раскатать самую большую часть и выложить на сковороду. Сверху положить начинку из чернослива. Затем следующий пласт теста. Далее начинку из кураги снова тесто. Затем лимон и последний пласт теста. Защипать края. Сделать проколы вилкой. Посыпать мучной крошкой. И выпекать около 40 минут при 180 градусах.
Интернеттан

Май үләненән шифалы сәйҙәр, төнәтмәләр эшләй торған мәл етте. Әле сөйәл үләне сәскә ата. Уның исеменән үк күренеүенсә (русса чистотел) тире ауырыуҙарына файҙаһы ҙур. Ағыулы үлән булһа ла, самаһын белеп ҡулланһаң эсәк, ҡан тамырҙарын таҙартып, эстә үҫкән "сөйәлдәрҙе" лә бөтөрә. Киста, полип, хатта рак ауырыуҙарын да еңә ул. Был үләндән йыл һайын ике төрлө төнәтмә әҙерләйем.
Тәүгеһе сөйәл үләненән квас: 3 литр эремсек һыуына (сыворотка) бер ус йәш үләнде (кипкәне булһа 1 стакан) марляға урап төшөрәбеҙ, 1 стакан шәкәр һалып йылы урынға ултыртабыҙ. Әгәр эремсек һыуы ҡайнатылған булһа, 1ҡалаҡ ҡаймаҡ болғайбыҙ, һөт әсетеүсе бактериялар үрсеһен өсөн. Шишмә һыуын ҡулланырға ла була, уға ла бер ҡалаҡ ҡаймаҡ һалабыҙ. Мин үҙе ултырып ойоған һөттән һөҙмә һыуын ҡулланам. Ике аҙнанан хуш еҫле емеш еҫтәре генә сығып торған эсемлек әҙер була. Ағыуы ла ҡалмай, әсе тәме лә юҡҡа сыға. Тәүҙә көнөнә 3 тапҡыр берәр ҡалаҡтан башлап ашауҙан ярты сәғәт алда эсәбеҙ, яйлап яртышар стаканға еткерәбеҙ. Кәмегән һайын үләнен алмаштырмай ғына һыу йә эремсек һыуы өҫтәп тороп ике ай буйы эсергә була. Ошо эсемлекте эсеп оҙаҡ йылдар ыҙалатҡан аллергиянан ҡотолоусылар бар. Ашҡаҙан, эсәк, нервы, тире, баш ауырыуҙары, гипертония, язванан ҡотолорға ярҙам итә, иммунитетты нығыта, организмды шлактарҙан, тоҙҙарҙан таҙарта был шифалы эсемлек.
Икенсе ысул: сөйәл үләнен ит турағыстан үткәреп ике ҡат марля аша һутын һығабыҙ ҙа таҙа банкаға һалып холодильникта һаҡлайбыҙ. Күптәр ошо һутты спиртҡа ҡушып һаҡлай, мин ҡушмайым, яҙға тиклем һәйбәт һаҡлана. Ҡыш ангина, грипп ваҡытында йылымыс 0,3 стакан һыуға ярты балғалаҡ һалып тамаҡты, танауҙы сайҡатабыҙ. Үҙем антибиотик урынына берәй йотом эсеп тә ебәрәм, ярҙамы тиҙ тейә. Танауҙы ғына сайҡатып йөрөп тә гайморитты бөтөрөүселәр бар.
Тағы бер рецепт: Көнөнә ике тапҡыр ярты стакан һыуға 5 тамсы сөйәл үләне һутын һалып эсәбеҙ, көн һайын берәр тамсыға арттыра барабыҙ, 40 тамсыға еткәс кире кәметә башлайбыҙ. Бер курсты эсеп бөткәс, 40көн ял итәбеҙ.
Билдәле үләндәр менән дауалаусы Рим Ахмедов сөйәл үләнен сәскә ата башлаған сағында, асыҡ урындарҙан түгел, ә күләгәрәк урындарҙан, ай тулғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, кискеһен йә болотло көндә йыйырға кәңәш итә.
Үләнде күп итеп йыйыу ҙа кәрәкмәй, 0,5 банка сок беҙҙең 6 кешелек ғаиләгә яҙға сыҡҡансы артығы менән етә. Уны бит стаканлап эсмәйбеҙ, тамсылап ҡына ҡулланабыҙ. Ә файҙаһы һөйләп-яҙып бөткөһөҙ ныҡ ҙур. (Земфира Билалова диуарынан)

Сәнғәтебеҙ күгендә иң моңло, иң нурлы һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Йылайыр һандуғасы Гөлсөм Бикбулатованы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Моң шишмәң мәңге тынмаһын!

1 апрель, ҡояш байыу менән, Рамаҙан айы башлана.
Ураҙаның төп маҡсаты - кешеләрҙең күңелендә — игелек, тәнендә — сәләмәтлек, йәнендә — рухи камиллыҡ тәрбиәләү.
ӘР-РАЙЙАН ҠАПҠАҺЫНАН ИНЕРГӘ ЯҘҺЫН!
Сәхлдән, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә, пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “ Ысынбарлыҡта, йәннәттә Әр-Раййан тип аталған ҡапҡа бар, ҡиәмәттә ул ҡапҡа аша тик ураҙа тотоусылар ғына инә алыр, башҡалар инә алмаҫ. “Ураҙа тотоусылар ҡайҙа?” – тип һоралыр, һәм ошо ҡапҡанан ураҙа тотоусылар инер. Ураҙа тотоусылар инеп бөткәс, ул ҡапҡалар ябылыр һәм унан башҡа берәү ҙә инә алмаҫ”.
(Сахих Әл – Бохари, 1-се том, “ Ураҙа китабы”, 397-398-се биттәр).
Ураҙа айында һәммәбеҙгә лә фарыз ураҙаларыбыҙҙы тоторға һәм йәннәткә әр-Раййан ҡапҡалары аша инергә яҙһын, Алла бирһә!

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр рецебы:
- бер сынаяҡ йылы һыу
- бер йомортҡа
- ярты сынаяҡтай көнбағыш майы
- самалап шәкәр, тоҙ
- бер сәй ҡалағылай сүпрә
- он
- ванилин
Баҫҡас ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.
Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.
Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡмай, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була. ("Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән)

11 май фажиғәһенә
Йәндәрҙе өшөттө Ҡаҙандан иҫкән ел,
Тыныслыҡ та бөттө. Әйткәндәй, һиҫкән гел.
Фажиғә йөрәкте сәрпәкләп киткәндәй,
Гонаһһыҙ сабыйҙар ғазаптар сиккәндәй.
Күҙ алды ҡараңғы. Беҙ ҡайҙа барабыҙ?
Уйҙарҙың һөрөмө – йөҙҙәрҙә. Ҡарабыҙ?
Йән ҡыйған кешене нисек Ер күтәрә,
Шунсама бысраҡты үрсеткән хәшәрәт.
Йәндәрҙе өшөттө Ҡаҙандан иҫкән ел.
Сабыйың урамға сыҡҡанда һиҫкән гел.
Ҡурсырға нисек һуң гонаһһыҙ йәндәрҙе?
Ел өрөп һүндермәҫ тоҡанған шәмдәрҙе.
Ел өрөп уңалтмаҫ һалынған яраны.
Терелеп шаһиттар аҡламаҫ ҡараны.
Һыҙланыу әсеһе йәҙрәләй йөрәктә.
Ҡаҙандан килгән шом бар илде тетрәтә.
Гөлназ Ҡотоева

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, үҙенсәлекле һәм сағыу телепроекттар авторы, "Ҡурай" каналының етәксеһе Рита Өмөтбаеваның тыуған көнө. Ижади уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Уңған аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Баййегетованан йомшаҡ ҡына ҡамыр рецебы
- 1 л магазин кефиры
- 2 стакан көнбағыш майы (200 г стакан)
- 0.5 стакан шәкәр ҡомо
- 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә (сухие дрожжи)
- 1 аш ҡалағы тоҙ
- самалап он
Бөтәһен дә бергә ҡушып болғап, ондо иләй - иләй самалап еткән тиклем ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫып ярты сәғәт самаһы ваҡытҡа ҡуйып торорға.Унан йәнең теләгән ҡамыр ризыҡтары эшләргә мөмкин. Пицца, пирожки, төрлө бәлештәр бик йомшаҡ булып, ҡабарып бешә, ти хужабикә.

Бөгөн Йылайыр һылыуы, һандуғастай моңло, гөлдәй нәфис Гөлсөм Бикбулатованың тыуған көнө. Уға тик ижади уңыштар ғына теләйек!