Статистика ВК сообщества "Ҡотлауҙар, иғландар, теләктәр"

0+
Һөйөнөп, һөйөндөрөп йәшәйек!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010) Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, именлек, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!

1 24 ER 2.4168
Бына бер йыр ебәрҙеләр ватсаптан. Алһыуҙы тыңлап алайыҡ.

85 20 ER 1.4932
Ҡамыры шәп була, тип яҙғандар.
1 стакан кефир, ярты стакан үҫемлек майы, бер пакет икмәк башы (кипкән сүпрә), 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 3 стакан он. Ҡамыр баҫҡас, 30-40 минут үҙләндерергә. Унан инде, ваҡ бәлеш, бәлеш, пицца йәки йәнегеҙ нимә теләй, шуны бешерә алаһығыҙ.

269 0 ER 2.0805
Кемдәр фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш? Һ әр мосолман үҙе һәм үҙ ҡарамағындағы кешеләр өсөн фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Мәҫәлән, ир кеше үҙе һәм үҙенең ғаилә ағзалары өсөн түләй. Хатта берәй сәбәпле ураҙа тотмаған хәлдә лә уға фитыр саҙаҡаһы түләү тейешле була. Әгәр ҙә кемдеңдер был саҙаҡаны бирерлек хәле йәки аҡсаһы булмаһа, ул уны бирмәһә лә була. Кемдәндер бурысҡа алып, фитыр саҙаҡаһы түләү тейеш түгел. “ Аллаһ йәнгә мөмкин булғандан тыш һис бер ни йөкләмәй”, - тиелә Ҡөрьәндә ( “Әл-Бәҡара” 286-сы аят). Әгәр кемдер икенсе бер кеше өсөн фитыр саҙаҡаһы бирергә уйлай икән, ул был турала шул кешегә мотлаҡ белгертергә тһәм шул кешенең рөхсәте менән бирергә тейеш. Сөнки саҙаҡа ул – ғибәҙәт, ә ғибәҙәт өсөн ниәт мөһим (йәғни, ул кешенең саҙаҡа бирергә ниәте лә булмаған булһа, бирелгән саҙаҡаның файҙаһы ла булмауы мөмкин). Ғаиләлә ҡатыны йәки балалары эшләп йөрөгән булһа, улар үҙҙәре өсөн фитыр саҙаҡаһын үҙҙәре бирә.

Фитыр саҙаҡаһы күпме булырға тейеш? Фитыр саҙаҡаһы өйҙәге кеше һанына ҡарап иҫәпләнә. Оло кешеләр ҙә, балалар ҙа ошо иҫәпкә индерелә. Фитыр саҙаҡаһы итеп ризыҡ та, аҡсалата ла бирергә мөмкин. Тик, ризыҡ итеп биргәндә ул тиҙ иҫкерә торған, һаҡлауға яраҡһыҙ булырға тейеш түгел. Күләме ғаиләнең йәшәү хәленә ҡарап бирелә. Дин ғалимдарының фитырҙың күпме кимәлдә булырға тейешлеген иҫәпләп сығарған фәтүәләре буйынса, мөфтиәт тарафынан фитырҙың минималь күләме йыл һайын иғлан ителеп бара.

Кемдәргә бирелә фитыр саҙаҡаһы? Был саҙаҡа, башҡа төр саҙаҡалар кеүек, иң тәүҙә мохтаж кешеләргә бирелә. Йәшәрлек өйө лә, ашарына ризығы ла булмағандарға, йәшәрлек өйө булһа ла, ашарына ризығы наҡыҫ ҡына булғандарға, бурыстары күп булып, ҡыйын хәлдә ҡалыусы мосолмандарға, Аллаһ юлында эшләүселәргә, дини ғилем алыусы шәкерттәргә.

Кемдәргә бирелмәй фитыр саҙаҡаһы? Ҡатынына , үҙ балаларына, ата-әсәһенә, өләсәй-олатайҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә. Мәсет , күпер һәм башҡа төҙөлөштәргә. Ул саҙаҡаға мохтажлығы булмағандарға.

Ҡасан бирергә? Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ ғәйет байрамы намаҙына тиклем биреп өлгөрөргә кәрәк. Байрам намаҙына барғанда, байрам менән ҡотлап, мохтаж кешегә биреп ҡуйһаң, бигерәк тә һәйбәт. Байрам намаҙынан һуң бирелгән саҙаҡа, фитыр саҙаҡаһы тип түгел, ә ябай саҙаҡа булып иҫәпләнә, әгәр ҙә ваҡытында тапшырып өлгөрөргә ниндәйҙер етди сәбәптәр булмаһа.Рамаҙан айы тамамланмаҫтан уҡ биреп ҡуйырға ла мөмкин.

Ни өсөн бирелә фитыр саҙаҡаһы? Ислам диненең иң оло байрамдарының береһе- ураҙа ғәйетен бөтә мосолмандар ҙа, байҙары ла, ярлылары ла ҡыуаныс –шатлыҡтарҙа ҡаршылаһын өсөн, берәүҙә лә был байрамда кәмселек , аслыҡ тойғолары булмаһын өсөн бирелә. “Ғәйет көнөндә меҫкендәргә фитыр саҙаҡаһы биреп, уларҙы һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”, - тиелә хәҙистә. Фитыр саҙаҡаһы биреүсенең гонаһтары ярлыҡаныр, тотҡан ураҙаһы ҡабул булыр, йәһәннәм утынан пәрҙә булыр, иншәәАллаһ.

66 4 ER 0.8275
Локация Бурзянский район. Из чата волонтеров 👉🏼

По велению сердца..на своем тракторе,среди пламени и дыма,мужчина без шума и пиара делал дело..по велению сердца,а может и души..через мгновение он отдалится от нас и мы могли только гул его мотора и треск плуга..он вышел на тропу войны на своем железном коне,один,как Дон Кихот..звали его вроде - Венер...

0 17 ER 0.5917
Баш итеннән колбаса
Олы мал башын ваттыкта пешерергә салдым. Кайнап чыгып 15-20 мин кайнаттымда суын икенчегә алыштырдым. Аннан ит әзер булганчы пешереп бетердем ә шул шурпага тәмлеткәчләр салып пешердем суган, кишер, лавр.лист, хмели сунели, кара борыч тугәрәк, душистый борыч,тоз, кем нәрсә ярата барсында салырга була. Ит әзер булгач кайнар килеш сөягеннән араладым итлерәк жирләрен аерым калдырдым майлырак өлешләрен ит тарткычтан чыгардым хәм калдырган ит бн бергә тәмле приправалар бн болгатып колбаса ясап куйдым. Мин сарымсак, төелгән борыч, паприка,универсальная, холодецка дигән приправа 1 чәй к.гы салдым. Пищевая плёнкага тордем колбаса итеп.
Эльмира Камалова
29 ноя 2021 в 14:5(Интернеттан алынды, тәржемә итеп торманыҡ)

109 10 ER 0.8663
[Ватсаптан. 22.07, 07:15] Кемдең балалары 11 синыфты тамамланы, түбән балл булһа ла Стәрлетамаҡҡа биология, физика буйынса инә алалар. Таратырға һоранылар
[22.07, 07:15] Уважаемые преподаватели! Педобразование: Физика, Биология.
Поспрашивайте, пожалуйста, знакомых и не знакомых людей, может у кого то сдали дети ЕГЭ плохо, с низкими баллами.
Приглашайте, срочно нужно до 25 июля подать документы.
[22.07, 07:15] Бюджет, биология физика

61 0 ER 0.5713
Һынамыштар.
16 июлдә серәкәйҙәр түңәрәк яһап осһа, алдағы 7 көн ҡоро һәм матур булыр.
17 июлдә болоттар бер буй булып һуҙылып ятһа - йылы көндәргә.
18 июль кисе көндөҙгә ҡарағанда йылыраҡ булһа - ямғырға.
19 июль дымлы булһа, сентябрҙә еүеш булыр.
20 июль көндө ямғыр бер-ике сәғәтләп яуһа - иген өсөн зыянлы.

53 0 ER 0.4713
Бер чаттан алынды. Үҙебеҙҙең тикшереп ҡарағаныбыҙ юҡ))
КАН БАҪЫМЫНАН, БЫУЫНДАР ҺЫҘЛАУЫНАН.

3 литрлы банкаға 2 уртаса ҙурлыҡта сҽй ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалдым. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡойҙом. 1 сәй ҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалдым. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас яптым. 5 көн һалҡынса урында тоттом. Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан, йә ашағандан һуң, көнөнә 4 тапҡыр 0,5 стакан эстем. Хәҙер быуындарым ауыртмай, Аллаға шөкөр❗
Элек бик этләндем. Иртән аяҡҡа баҫыр өсөн, төндә 2-3 тороп, 2-шәр таблетка ибупрафен эсә инем (сәғ. 6-ла һәм 12-лә). Шул таблеткаларҙы эсмәһәм, аяҡҡа баҫа алмай инем. Ниндәй генә мазь, гель, үҙем яһаған төнәтмәләр ҡулланманым! Ә улар барыһы ла ауыртыуҙы ваҡытлыса ғына баҫып тора ине. Ошо төнәтмәне яһап эсә башлағас, дарыуҙарҙы онотоп барам, Алланың биргәненә шөкөр!
Элек ҡан баҫымы м-н дә бик этләндем: 200*110-ға саҡлы күтәрелә ине. Хәҙер нормала! Алланың оло рәхмәте инде был!

⃣ АРКА ҺЫҘЛАУЫНАН.

1л һыуҙы ҡайнатып һыуытаһың. Шуға:
5 бөртөк ҡара йөҙөм,
3 аш/ҡ шәкәр,
4 аш/ҡ түңәрәк сҽй дөгө һалып, 5 көн һалҡынса урында тотаһың да, һыуын һөҙөп алаһың. Банкала ҡалған төнәтмә өҫтөнә яңынан һыу һалып ҡуяһың. Һөҙөп алған һыуҙы ашағансы, йә ашағас, көнөнә 3 тапҡыр 0,5 стакан эсәһең. Дауаланыу срогы 1 ай. Файҙаһы беренсе порциянан уҡ тҽйҙе. Мин 3 порция эстем. Аллаға шөкөр, файҙаһы тҽйҙе. 🤲

85 0 ER 0.5963
Ильзия Каипова

😔🌸 Олатайым яҙған шиғыр юлдары.

Ат ҡартайһа артына ҡарай
Ир ҡартайһа,артын һөйләй ул,
Үткән ғүмерҙәре иҫенә төшөп,
Кем булһа ла эстән көйләй ул.

Мираҫ та булыр яҙмам иҫтәлеккә,
Йәшлегемдә яҙырға тура килмәне.
Һауаларға яҙып уҡып йөрөгәнемде
Ғәзиз әсәйем дә белмәне.

Яурынын теркәп Аран тауым
Тотоп ята буран-дауылын.
Керпеген дә ҡаҡмай Ҡара ташы
Мәңге һаҡлай Ғәбдин ауылын.

Ғәбдин ауылына йәм бирә бит
Беҙҙең Ҡыҙыл таштың сауылы,
Ҡыҙыл ярҙарына теҙелеп киткән
Беҙҙе үҫтергән Ғәбдин ауылы.

Беҙҙең уйҙан һалҡын шишмә сыға
Һуғара ул Ғәбдин урамын.
Ҡышын ябалаҡлап ҡарҙар яуа,
Яратам мин дауыл-буранын.

Ысыҡ һирпелмәҫтән иртә менән
Малҡайҙар ҡаплай Ҡыҙылташ үңерен
Дәртле йәштәр кисен гармун уйнай,
Йәмләндерә Ғәбдин эңерен.

Ниндәй генә емеш уңмай икән
Кесе Ҡыҙыл яҫы туғайы.
Ҡайын-уҫаҡ араһында үҫә
Беҙҙең Арантауҙың ҡурайы.

Ҡолаҡтарын төшөрөп,ҡолонон һырыҡтырып
Ҡояшта ҡыҙына колхоз бейәһе,
Ҡарағусҡыл ғына булып бешә
Беҙҙең Арантауҙың сейәһе.

Яҡын ғына кеүек тауыш килә
Буш егеттәр балыҡ һөҙәләр,
Әллә нисә ерҙә бала-саға
Сыр-сыу килеп һыуҙа йөҙәләр.

Беҙгә иркәләнеп ҡарлуғастар
Һыуға тейеп-тейеп осалар,
Ҡояшҡа ҡыҙынып ятҡан сурағайҙар
Сөмбәйҙәргә ҡаҫып боҫалар.

Көтөү-көтөү ҡаҙҙар үлән ашай
Һыу арьяғы ,ярҙын башында,
Ике сәпсек ниҙер һөйләшәләр
Ҡыҙыл йылғаһының ташында.

Ауылдарыбыҙ йәмле,һыуҙарыбыҙ тәмле
Хаттабулһын әйҙә буран-дауылы,
Һәр кемгә лә эҫе үҙ иле,
Үҙҙәренең тыуған ауылы...( Мөғин Йәнһарин)

3 7 ER 0.2815