Бәхет хаҡы
Хикәйә (Аҙағы)
- Хөрмәт атлы уҙаман килеп китте. Һинең ҡулыңды һорай, - тип йылмайып һүҙ башланы Ғәйшә, килене эштән ҡайтҡас.
- Аптыратып сығарҙы, дегәнәк! - асыулы күренергә тырышһа ла, Әсмәнең ҡыҙыҡһыныуы күренеп тора.
- Оҡшатам-яратамдан һалдыра былай, бәлки уйлап ҡарарһың?
- Нисек була инде ул, ҡәйнә йортонан кейәүгә сығып китәйемме? - тип көлөп ебәрҙе Әсмә.
- Сыҡһаңсы. Һин әле йәш, утыҙың да тулмаған. Айырылғаныңа өс йыл да булып китте. Ҡыуа тип уйлама, шулай ҙа ирле булып, балалар һөйөргә һинең дә хаҡың барҙыр…
- Бала… булмаҫ инде, яратҡан Басирҙан да булмағас...
Ҡапыл моңайып, күңелһеҙләнеп киткән килененә сәй яһаны ла, өмөт утын ҡабындырырға тырышып әйтеп ҡуйҙы күпте күргән оло ҡатын:
- Һин беҙгә килгәндә… бала табырға етлекмәгән инең… Ә хәҙер ана, ниндәй матур булып ҡатын ҡорона индең! Булыр, нишләп булмаһын, Алла ярҙамы менән…
Ошо һөйләшеүҙән һуң Әсмә Хөрмәткә иғтибарлыраҡ ҡарап, уйланып йөрөй башланы. Ҡурҡа, әлбиттә, бер бешкәс… Тик уның да, Басир Нурияға ҡараған һымаҡ һөйөп, ымһынып ҡарауҙарын, һоҡланыуҙарын үҙ елкәһендә тойғоһо килә ине. Әсә булыу теләге лә көсәйеп, йөрәге һулҡылдап үҙәккә үткәрҙе һуңғы ваҡытта…
Тағы өс ай тирәһе Хөрмәтте артынан йүгертеп, инәлдереп кенә ризалығын бирҙе Әсмә. Ҡыуанысынан башы әйләнгән ир, тиҙ генә никах уҡытып, күсереп алып ҡайтып та китте. Ғәжәп, һыуға батҡан таш һымаҡ һеңде ул яңы донъяһына. Элекке килененең ҡытыршы холҡон белгән Ғәйшә, насар хәбәр ишетелмәҫме, ҡайтып килмәҫме, тип ҡурҡыуҙары тора-бара юҡҡа сыҡты.
Тейешле ваҡытында, сикһеҙ ҡыуандырып, шалҡандай малайҙары ла ауаз һалды донъяға. Хәстәре, эше күбәйҙе бәхетле әсәнең… Шулай ҙа, йыш ҡына килеп, Ғәйшәнең хәлен белеп, хәбәрҙәрен һөйләп, ҡайһы саҡта кәңәшләшеп тә сыға ул.
- Һин… миңә әсәй һымаҡ булғанһың икән, - тип ҡуйҙы һуңғы килгәнендә, күҙҙәренә йәш алып.
- Ҡәйнәң ҡыйырһытамы әллә? - тип һағая төштө Ғәйшә.
- Юҡ та… Һәйбәт кенә әбекәй ул. Ә барыбер һиңә етмәй… - тине Әсмә йәштәре аша йылмайып.
...Һаман эскәмйәлә үткәндәрен барлап, уйҙарынан ойоп ултырған Ғәйшә, һиҫкәнеп китте. Бәй, байтаҡ ҡына ултырып ташлаған да баһа! Әйтерһең, өйөндә эше бөткән! Басирҙар килергә тейеш бит иртәгә! Өйҙө йыйыштырып, яратҡан бәлештәрен бешереп ҡуйырға кәрәк. Һуңғы барғанында :
- Ғаилә ишәйҙе, ҡәйнәләр менән бер өйгә һыймайбыҙ. Ер алып, төҙөнөп сығырға ине нийәтем, нисек уйлайһың? - тип кәңәшләшкәйне Басир.
- Үҙегеҙ ҡарайһығыҙ инде… Тик онотма, һинең тегендә лә йортоң бар. Теләгегеҙ булһа, ҡайтығыҙ, мин ҡаршы түгел, - тигәйне.
Аныҡ ҡына бер ни әйтмәһә лә, ҡараштары яҡтырып, яурындары турайып киткән улына ҡарап, яуаптың ыңғай булырын аңланы әсә.
Ҡулдарын маңлайына ҡуйып, урам осонда күренгән Фәрзәнәне шәйләгәс, һоҡланып йылмайып ҡуйҙы Ғәйшә. Их кенә, йәшлек дәрте бөркөп, өҙә баҫып, нисек йүгерә-атлай килә ул! Эш тип кенә түгел, күңеленән сыҡҡан йылыһын ауылдың яңғыҙ ҡарттары менән бүлешергә ашыҡҡан ҡыҙға өйрәнеп тә өлгөргәйне…
Шулай ҙа, хафаланып башҡа килмәһәң дә була, тип әйтергә кәрәк инде бөгөн.
Сөнки ул яңғыҙ түгел иртәгәнән. Басиры ҡайта тыуған йортона ғаиләһе менән…
Количество постов 1 912
Частота постов 6 часов 57 минут
ER
27.45
Нет на рекламных биржах
Графики роста подписчиков
Лучшие посты
Хоҙай бүләге.(хикәйә)
Бибигөл, автомобиль һәләкәтенән һуң, ошо яҡты донъянан китеп барыусы берҙән бер ҡыҙын юғалтҡас, йәшәүҙән ваз кискәйне.Һуңғы юлға оҙатҡандан уҡ аяҡтары хужаһын тыңламай,хәлһеҙ ап-аҡ ҡарға тәгәрәне.Әле бына ергә йәмле яҙ килде.Ҡатын,көндә үҙенә үлем теләп ятты.Ашаманы ла,эсмәне. Туғандары күпме инәлеп ялбарһалар ҙа,дауахана ишеген асырға теләмәне.”Юҡ, ул был тормошто Миңнегөлһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай,аяғына баҫһа,кемде ҡосағына алып,оҙон толомдарынан һыйпап”Ҡолонсағым”-тип яратыр,кем менән көндәр,төндәр буйы сөкөрҙәшеп серләшер,юҡ,ул нисектә булһа теге донъяға эләгеп,ҡыҙы янында булырға тейеш”.Башында уның тик ошондай уйҙар ғына ине.Күҙенә инде бер нимәлә күренмәне,ҡышмы,яҙмы ,уға барыбер . Ҡояш байып,таң атыуға кәүҙәһен семтеп ҡараны,иҫ белә икән һаман.Вәхите лә һөйләшмәҫ булып китте.Бара ла,тәмәкеһен тоҡандырып,оҙон уйҙарға бирелеп, ултыра бирә.Бер нисә көн эсендә,сикәһен ҡот осҡос булып йөн баҫты.Ҡатынына ҡарайҙа ике ҡулы менән битен ҡаплап ;”Зинһар,Бибигөлөм күҙҙәреңде ас,инде һин мине ҡалдырып китмә,һеҙһеҙ нишләрмен ?”-тип, һыҡранып илай.Гөлбикә-Миңнегөл.Тыуғандан уҡ ап-аҡ йөҙлө,дөм ҡара сәсле булып тыуҙы.Үҙе туп тумалаҡ,ике айлыҡ бала кеүек ине.Сабыйҙы күрергә килгәндәр барыһы ла “Аһ”иттереп тел шартлатып һоҡландылар.Бала тыуҙырыу йортонда уҡ табиптар; “Беҙҙә,әле ундай сабыйҙар тыуғаны юҡ ине”-тиештеләр.Йәш ярымдан уҡ теле асылды,ике йәштә балалар баҡсаһына йөрөп,йырларға,бейергә өйрәнде.Атай,әсәй ҡошсоҡтарын яратып туйманылар. Йорттарын һәр төрлө уйынсыҡтар,күҙ яуын алырлыҡ кейемдәр менән тултырҙылар.Елкәһендә ҙур миңе булғанға күрә,мулла исемде”Миңнегөл”-тип атаны.Хужалар ат һуйып барса туғандарын саҡырып,ике көн һыйлап,ҡунаҡ иттеләр.Ҡыҙ уҡыуға төшкәстә ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.Уҡытысылары һәр ваҡыт маҡтап ҡына торҙолар. Тырыш,йәш ғаиләне ауылда барыһы ла хөрмәт итте.Үҙҙәренең көсө менән ҙур хужалыҡ алып барҙылар.Егерменән эре баш,илле,алтмыштан ашыу ваҡ мал тоттолар.Ярҙамсылары ла булды.Икеһе лә ҡаҙаҡ далаһында тыуып үҫкәс,мал йәнле инеләр.Ике ҡатлы йорт күтәреп инделәр.Ҡыҙҙары мәктәпте уңышлы тамамлағас,ҙур уҡыу йортона документтарын тапшырып,еңел генә инеп китте.Унда уҡыған осоронда уҡ,яҡындарынан үрнәк алып эшләптә йөрөнө.Дөрөҫөн әйткәндә,ата-әсәһе янсығына төшмәне,яйлап аҡса туплап үҙенә тимер атында алды,ҡәҙерле әсәһенә рәхмәт йөҙөнән алтындан алҡа кейҙерҙе.Бибөгөлдең шатлығы сиктән ашты,һәр көн һайын хоҙайына рәхмәт уҡыны,уға ошондай тырыш,уңған ҡыҙ бүләк иткәненә.Хатта иренә лә өндәшмәй ,Миңнегөлөнә тип ҡиммәтле бирнәләр әҙерләй башланы.”Анауындай сибәр ҡыҙы иптәшһеҙ йөрөмәйҙер бит,ҡапылда әсәй мин тормошҡа сығам тиһә,ауыҙ асып ултырырға түгел,унан буласаҡ ҡоҙағыйҙар алдында ла уңайһыҙ хәлгә ҡалыуың бар”-тип уйланы.Өйөнөң бер бүлмәһен ҡатлы,ҡатлы ҡумталар менән тултырҙы.Уларҙың эсендә нимә генә юҡ ине.Бер көн ҡыҙы ял алып ҡайтҡайны,ипләп кенә тегенен ҡылын тартмаҡсы булып,уратып ҡына һүҙ башлағайны;”Әсәй,юҡ менән башығыҙҙы марама итмәгеҙ,буласаҡ”кейәү”минең өсөн тыумаған әле”-тип,өй яңғыратып көлдө лә,атаһы янына сығып китте.Серләшеүҙәре шулай бик ҡыҫҡа ғына тамамланды ла ҡуйҙы.Ҡатын да үҙ алдына;”Ярай,ни булһа ла тыумай торһон,ҡолонсағы янында булыр”-тип,йылмайҙы.Миңнегөлдө эше буйынса,бер нисә айға,сит ҡалаға командировкаға ебәрҙеләр.Яндарына ял һайын ҡайтып йөрөгән берҙән бер ҡыҙҙарын ныҡ һағындылар ата-әсә.Шулай ҙа көндәр эш менән үтә торҙо.Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарға күпләп бесәнен -һаламын ташынылар.Аның араһында ҡош-ҡорт таҙарттылар.Миңнегөлдөң дә ҡайтыр ваҡыты етте.Ул ҡайтып етеүгә мунса яғып, аш янына,ҡыуаныстары менән бүлешергә, бер туған апаларын да саҡырҙылар.Бибигөл ҡыҙын көтөп ала алмай әйҙә сәғәткә ҡараны.Ул шылтыратҡан ваҡыттан,байтаҡ үтеп киткәйне.Яйлап тышта эңер төшөп,төнгә ауышты.Йөрәге нимәлер һиҙгерткән кеүек дөп-дөп тибә башланы.Арҡаһына шәлен һалып тышҡа сыҡты.Машинаһының тауышы яҡынаймаймы йәнәһе лә.Вәхите лә ғүмерҙә тартмаған тәмәкеһен тоҡандырып уның янына килеп баҫты.Хай, был көтөүҙәрҙән дә ауыр нимә юҡ,икән шул.Сәғәт теле көтөп тормай кет,кет һуғып,әллә ҡайҙа ҡабалана.Сәбилә апаларын мунса керергә ебәрҙеләр.Өшөй башлағастары өйгә кергәйнеләр генә,бар фарҙарын яҡтыртып,ҡапҡа төптәренә еңел машина килеп туҡтаны.Ҡолонсаҡтары ҡайтты.Юҡ,шунда ла әсә күңеле,ҡурҡыныс хәлде һиҙгән кеүек,тышҡа атылды.Урыҫсалап милиция формаһы кейгән ике ир”Базарбаевтар квартираһымы”-тип,ҡатынға өндәштеләр.Һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп;”Эээйе,әә,минең ҡыҙым ҡайҙа?,йә булмаһа юл хәрәкәтен боҙҙо тип,һеҙ бикләп ҡуйғанһығыҙ,сығарығыҙ,машинанан ҡолонсағымды”-тип ҡысҡырып,алда торғанының күлдәк иҙеүенән тотоп һелкетә башланы.Көтөп арығас,зәңгәр экран янына барып ултырған ир,ҡысҡырышҡан тауышҡа ҡапыл һикереп тороп тышҡа югерҙе.Ул сығыуға ҡатыны ;”Балаҡайғынам,нишләп кенә беҙҙе таштап киттең?”-тип, ергә сүгәләгән килеш,ҡара тупраҡты устарына йомарлап үкһеп,үкһеп илай ине.Бибигөлдө әҙгә генә булһа ла тынысландырып ,таныр өсөн дауаханаға алып килделәр.Унда ҡыҙының үле кәүҙәһен күргәстә тағы иҫтән яҙҙы.Был юлы табиптар әсәнең һаулығы өсөн көрәштеләр.Тикшереүселәр әйтеүенсә;”ике машина бергә бәрелгән,ҡыҙ руленә баш була алмай,дүрт тапҡыр юл ситенә төшөп аунаған”-тинеләр.Ни булһа ла ғәйеплеләр ҡулға алынған,улар барыһы ла һау ҡалғандар.Ҡыҙҙарын ерләгәндән һуң байтаҡ ятты ҡатын шулай йәнһеҙ килеш.Тышта эш ҡайнай.Мал тыуар улай ас килеш тора алмай шул,улар барыһы ла кеше ҡулына ҡарап тора.Вәхит саҡ туғандарының ярҙамы менән бар хужалыҡты алып барырға көс тапты.Сәбилә апаһы ҡоро һөйәккә ҡалған һеңлеһе өсөн,ныҡ көйөндө.Ауыҙына нимә генә ҡаптырһа ла,уныһы кире сығарып тик торҙо.Ҡайғынан үлемесле хәлгә төшкән,Бибигөлдө ай-байына ҡуймай табиптарға күрһәтергә булды. Табиптарҙың күрһәтмәһе буйынса һәр береһенә алып инде.Иң аҙаҡҡыһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына ҡарай торған бүлмә ине.Урта йәштәрҙәге апай,Бибигөлдең хәлен аңлап,бик ентекле итеп ауырыуын ҡарарға булды,күҙлеген һалып,ҡатын кейенгәнсе,аҡ ҡағыҙға үҙенсә нимәлер сыймаҡланы ла,коридорға сығып көтөп ултырырға ҡушты.Апаһының яуырынына башын һалып,хәлһеҙ генә ултырған ҡатынды Анастасия Ивановна кабинетҡа саҡырҙы.Секунд эсендә, бүлмә эсе ниндәйҙер тауышҡа яңғырап китте.Һеңлеһенең сығыуын көтөп ултырған апаһы ҡапыл һикереп тороп ,янындағы ишекте шар асып ебәреүгә,атылып сығып килгән ҡатын,Сәбиләнең ҡосағына кереп китеп һыңҡылдап илап ебәрҙе.”Апай,апаҡайым беләһеңме мин ауырға ҡалғанмын!”-тип,ҡыуанысынан бар коридор буйлап,ҡабат,ҡабат ҡысҡырҙы.Табиптарға күренергә тип,үҙ сиратын көтөп ултырған таныш кешеләр барыһы ла йәлләп;”Әптән,ҡайғынан алйыған икән был ҡатын”-тиештеләр.Бибигөл гә шул көндән башлап йән керҙе,уның өсөн бар донъя яҡтырҙы,йәшәрҙе,сәскә атты. Төнөн,күҙҙәрен йомған һайын ҡыҙын төшөндә күреп уянды.”Әсәкәйем,һиңә бүләгем”-тип,йомро,ап-аҡ йомшаҡ уйынсыҡ бирә ине.Көндәр үтә торҙо.Ҡатын икенсегә әсәй булырға әҙерләнде.Бына сабыйҙы ҡулына алыр ваҡытта етте.Миңнегөлөнөң йыллығына аят бағышлатҡас,көйәләнеп илаулап йөрөгән,Бибигөл ҡапыл билен тотто,карауатына барып хәл алырға булды,баяғы ауыртыныу көсәйгәндән көсәйҙе,ҡысҡырыуға икенсе ҡаттан Вәхит тиҙ генә йүгереп төшөп машинаһын ҡабыҙҙы.Ҡултыҡлап ҡатынын дауаханаға алып инеүе булды,табиптар;”Ваҡыты еткән”-тип, йүгерешә башланылар,ирҙе кире тышҡа сығарып ебәрҙеләр.Атай кеше түҙмәй бер,бер артлы тәмәкеһен тоҡандырҙы.Күптә үтмәй ишектә аҡ халатлы медсестра ҡыҙ күренде лә фамилиялап Вәхитте саҡырҙы;”Һөйөнсө ағай!Ҡап-ҡара сәсле, ҡыҙығыҙ тыуҙы!”-тип йылмайҙы. Зифа Ишмырҙина

Хикәйә (Дауамы)
Ғәйшә ипләп кенә улына ҡарап, бер аҙ аптырап ҡуйҙы. Өндәшмәҫ, шымтояҡ Басиры ла шундай хисле була ала икән!
- Уның эргәһендә шундай көслө, ғәйрәтле ир итеп тоям үҙемде. Титан кеүек! Әгәр ҙә миңә: "Басир, анау тауҙы аҡтарып алып кил әле! " - тиһә, һис уйламай сығып китер инем! - тип өҫтәне ул.
- Үәт иҫәр… Атаң тере булһа, биллаһи, тотоп алып ярыр ине!
Басир ҡапыл, атаһының енләнеп баҫтырып йөрөгәнен иҫләп, күҙ йәштәре аша көлөп ҡуйҙы.
- Әйтмә лә! Сыбыртҡыһын буйтым шыйлатыр ине! Эх… Атайым да һине шулай иҫе китеп яраттымы икән? Ниндәй бәхетле булған ул!
Ғәйшә улының һоҡланып ҡарағанын күреп, уңайһыҙлана биреп ултырҙы. Аптырарһың был балаға, әллә нәмәләр һорап ҡуя…
- Яратҡандыр инде үҙенсә… - тине ул, һаман да һалмаған никах балдағын һыйпап. - Беҙҙең заманда, ғөмүмән, яратам тип асыҡтан-асыҡ әйтеп, тойғоларҙы бик күрһәтеп йөрөү хас түгел ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш араһында егет күҙләнек, киске уйында, йәки аулаҡта йәшереп кенә вәғәҙәләр, бүләктәр бирештек. Аллағол инде - ҡыҙыу, уҫал булды… Мине оҡшатып йөрөгәнен белгәс, егеттәр километрға яҡын килмәйҙәр ине. Бөтәһен дә ҡурҡытып, эргәмдән ҡыуып бөттө лә, үҙе алды инде. Әммә ләкин… кеше бисәһе булһам, әйләнеп тә ҡарамаҫ ине ул!
- Нурия - кеше бисәһе түгел! - Басир, асыуланып тороп китте.
- Һинеке лә түгел! Онот, булған - бөткән! Аралы шайтан кеүек йөрөүеңде туҡтат тим, яҡшылап һорайым! Нурияны ла инәһен ышырып әрләп китәм әле!
- Кәрәкмәй, теймә уға! Аңланым инде… Мин… тырышырмын. Бик тырышырмын…
Басир ысынлап та һүҙендә торорға бөтә көсөн һалды. Тик йәненә ҡәҙерле кешеһенең мөлдөрәмә тулы, бөтәһен дә аңлаған ҡарашын күтәрә алмай йөрәге һыҙланы. Өйҙәренең янынан үткән һайын, балаларын йәки үҙен күрһә лә, күрмәмешкә һалышҡан һайын, ер тырнап үкергеһе килде. Көндөҙ эшенә әҙ-мәҙ әүрәп йөрөгән булһа, кистәрен бигерәк моңһоу ине уға. Әсмәһе лә, йәненә тейеп, һуңғы арала ыҫмала һымаҡ йәбешеп алды. Тышҡа сыҡһа - бергә сыға, инһә - инә. Төндәрен тонсоҡтороп, эҫе ҡосаҡтарынан ысҡындырмай. Тик законлы ҡатыны бөтөнләй ят, таныш түгел кеше һымаҡ хәҙер… Тәне лә ымһындырмай, үбеүҙәре лә ҡыҙыҡтырмай.
Аҙнанан ашыу шулай яфалана торғас, Басир аласыҡта бер үҙе йоҡлауҙы ғәҙәт итеп алды. Көйһәң-иңрәнһәң дә берәү ҙә күрмәй исмаһам. Шулай ҙа күңел бойороуына ҡаршы тороп буламы ни! Бер-нисә көн тамуҡ уттарында янғандан һуң, төн ҡараңғыһында аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре Нурияның өйөнә табан алып киткәс - аптыраманы ла, ҡаршылашманы ла йонсоған ир…
Йүнләп йоҡлай алмаған, борсолоуҙан аҡылдан яҙыр сиккә еткән Әсмә, һәр бер тауышты тыңлап, тертелдәп ята торғас, тағы Басирҙы тикшереп килергә булды. Аласыҡта берәү ҙә юҡлығын күргәс, барыһын да аңлап, ыңғырашып ҡуйҙы. Тағы киткән теге кәнтәйенә! Юҡ, былай булмай, ниҙер эшләтергә кәрәк битһеҙҙәрҙе! Кинәт кенә ниндәйҙер ҡарарға килеп, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп, өйгә йүгерҙе.
Шатыр-шотор килеп, һөйләнә-һөйләнә аш-һыу бүлмәһендә ниҙер эҙләне ҡатын. Сынаяҡ төшөп ярылғанын, тартмаларҙың шартылдауын ишетеп, йүгереп сыҡҡан Ғәйшә, сәсе туҙып, күҙҙәре ялтырап сәбәләнгән Әсмәне күреп, ҡурҡып китте.
- Нишләүең был, килен? Нимә эҙләйһең?
- Белмәйем! Әлегә белмәйем… - башын тотоп ыңғырашты ул. - Икеһен дә үлтерә алырлыҡ бер нәмә кәрәк!
Эштең ниҙә икәнен шундуҡ аңлаған Ғәйшә, тиҙ генә янына килеп, һелкетеп алды.
- Иҫәрләнмә, ҡара әле миңә! Тыныслан тим!
- Тотма мине! Ебәр! Барыбер ниҙер ҡылам! Хәҙер барып бөтә тәҙрәләрен ярып сығам! - ярһыған йәш ҡатын ысҡынып ишек яғына ташланды.
Ғәйшә лә унан ҡалышмай йүгереп барып, йолҡа тартып индерҙе лә, тартҡылашҡан килененең яңағына сәпәп ебәрҙе.
- Бармайһың да, йөрөмәйһең дә! Тыныслан!
Әсмә айнып киткәндәй булды. Ғәҙәттә тыныс холҡло ҡәйнәһенең тишерҙәй итеп уҫал ҡарап, ҡулдарын ҡарттарға хас булмағанса көслө ҡыҫып тотҡанын һиҙеп, баҙап ҡалды.
- Нисек инде… Улар тегендә… рәхәтләнеп теттерә, ә мин… ҡарап ултырырға тейешме? - тип көскә әйтә алды ул ҡалтыранған тауыш менән.
- Һеҙ ахмаҡтарҙан башҡа өс бала ла бар унда! Ҡурҡытаһың!
...Тынғыһыҙ булды ул төн. Дүртеһенең береһе лә йоҡламаны…
Күҙ төптәре ҡарайған, илауҙан шешенгән Әсмә сайҡала-сайҡала эшенә сығып киткәс, Ғәйшә, ҡапыл бәлйерәп, хәле бөтөп ултырҙы бергилке. Нишләргә һуң был балалар менән? Икеһе ике яҡта ҡаңғыра, ә ул бер ни менән ярҙам итә алмай.
Күпме уйлаһа ла, ғәжәп, Нурияға асыу һаҡламағанын тойҙо. Басирҙың һөйөүгә, наҙға һыуһаған күңеле ниңә шул алсаҡ, һөйкөмлө ҡатынға ғашиҡ булғанын да, үҙ ихтыяры менән был епте өҙә алмаҫын да аңлай ул… Мөнәсәбәт асыҡлап йөрөүҙе, ығы-зығыны яратмаһа ла, күршегә инеп сығырға тура киләсәк, тип урынынан торҙо ла, ҡолағына бесәйҙәр талашып сыйылдашҡан тауышҡа оҡшаш ауаздар ишетелгәс, һағайып туҡтап ҡалды ул ҡапыл. Ниндәй бесәй ти инде көҙ уртаһында, тип аптырап тәҙрәгә ҡапланды. Асылған күренештән йөрәге "жыу" итеп:
- Ай әттәгенәһе! - тип йылдам ғына йүгереп сығып китте.
Нурияның ихатаһы эсендә ике ҡатын бер-береһенә сат йәбешеп көрмәкләшә ине ул барып еткәндә. Күҙе аларған, эт ашамаҫ һүҙҙәр яуҙырып, "ҡорбанының" сәсенә йәбешкән киленен айыра алмай аҙапланды Ғәйшә. Бите сапсылып ҡанһыраған Нурия, һаҡланып ҡаршылашҡан һайын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы ғына Әсмә. Ниһайәт, бергилке ике ут араһында йөрөп:
- Етәр һеҙгә! Кеше көлдөрөп ней! - тип, күтәреп тигәндәй, көскә ситкә һөйрәп алып китә алды ҡәйнәһе. Тышылдап, ҡырағай хайуандай күҙҙәре янған йәш ҡатынды этеп-төртөп, ҡулдарын ҡайырып тигәндәй, елтерәтеп өйгә кертеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Ҡаны ҡыҙып, талағы ташҡан Әсмә, ҡуҙға баҫҡандай, унда һуғылып, бында һуғылып йөрөй башланы. Ишеккә ташланып та, Ғәйшәнең сығармаҫын аңлағас, ҡот осҡос тауыш менән аҡырып, юлында осраған һәр нәмәне ҡыйратырға тотондо. Үҙенә өндәшкәндәрен дә ишетмәй, енләнеп, башын бер-ике стенаға бәрҙе лә, ҡапыл, иҙәнгә ултыра төштө, хәле бөтөп.
Йөрәге дерелдәгән Ғәйшә, өндәшмәй, бер нөктәгә ҡарап ултырған килененә оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Унан ипләп кенә янына килеп, торғоҙоп, диванға алып барып һалды.
- Тыныслан инде, шул хәтле өҙгөләнеп ней, - тип һыу эсерергә маташты. Әсмә ҡымшанманы.
Басирға шылтыратырға кәрәк, тигән уй йүгереп үтте ҡурҡҡан Ғәйшәнең башынан. Тик ағарып китеп, йоҙроҡтарын төйнәп:
- Ыы… Ыыфф… - тип тешен ҡыҫып, әллә ниндәй ауаздар сығарып дерелдәп ятҡан килененә ҡарап, "Тиҙ ярҙам" машинаһы саҡырырға кәрәклеген аңланы…
- Ҡан баҫымы ныҡ түбәнәйгән, һәм… нервы өҙлөгөүе, буғай… Хәле оҡшамай миңә был ҡыҙҙың, - тип, шәфҡәт туташы укол һалып, Әсмәне алып китеүгә бер-нисә көн дә үтте…
Әсәһе булып үткән ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, бергилке башын тотоп, шаңҡып ултырғайны Басир. Иртәгеһенә йыйынып, кәрәк-яраҡ, күстәнәс алып, райүҙәккә ҡатыны ятҡан дауаханаға китте. Һөйләшеп, тынысландырып, бәлки ғәфү лә үтенеп ҡайтырға ине нийәте. Тик бойомға ашманы. Әсмәнең уны күреү менән ярһып әрләй башлауын ишетеп, табип әлегә килеп йөрөмәҫкә ҡушты…
Күҙгә салынмаҫҡа тырышҡан Нурияны, бойоғоп, шым ғына йөрөгән улын күреп, бәлки бөтәһе лә яйлап үҙ урынына ултырыр, тип өмөтләнә башланы Ғәйшә. Нисәнсе көн инде Басирҙың өйҙә ҡунғанын белеп, һөйөнөп тә ҡуйҙы. Шундай ҙур, бөтә ауылға яңғыраған янъялдан һуң араларынан ҡара бесәй үтте шикелле. Тик өмөт уты иртәрәк ярала башлаған икән…
- Нимә тинең Нурияға? Ҡайҙа улар? - тип иртә менән атылып ингән улына аптырап ҡараны һыйырын көтөүгә ҡыуып, ҡаймаҡ айыртырға йөрөгән Ғәйшә. Күҙҙәрен ҡыҫа биреп уҫал текләгән улының ҡарашында енләнгән Аллағол шәүләһен абайлап ҡалғандай булды.
- Аңламаным, тағы ни булды? - тине ул ҡәнәғәтһеҙ генә.
- Бер төн эсендә йыйынып сығып киткәндәр! Юҡ улар! Юҡ! Ҡайҙа ғына юлландылар икән? Нишләргә? Аа-аа… - Басир башын тотоп ғазаплы ыңғырашып ҡуйҙы.
- Өндәшмәнем мин уға. Әсмә менән "әңгәмәнән" һуң үҙе аңлағандыр артыҡ икәнен…
Ни ҡыуанырға, ни шомланырға белмәне әсә был хәбәргә. Бынағайыш, килене ҡайтмаҫ борон сығып тайыуы уңай булды әле бер яҡтан…
- Һинең бер ҡасан да фатихаңды бирмәүеңде яҡшы аңлайым, әсәй. Тик бер һорауға ғына яуап бир әле! Миңә! Миңә һуң артабан нисек йәшәргә?! - яҫы устары менән битен ҡаплап, кинәт үкһеп илап ебәрҙе Басир.
Тетрәнеп ҡарап торҙо Ғәйшә улына… Ни булып китте әле уларҙың ғаиләһенә? Ҡайҙа ҡарап еткермәне? Ҡайһы ваҡытта яңылыш, бәхетһеҙлек кенә килтергән юлға боролдолар?
Йәшен тиҙлегендә сабып үткән уйҙарына батып торҙо ла, уның иҫәбенсә, берҙән-бер дөрөҫ, етди ҡарарға килде өлкән ҡатын. Бәлки, ғүмер буйы үкенер аҙаҡтан… Ҡарғыштар, һуҡраныуҙар ишетер… Бөтә яуаплылыҡты бик яҡшы аңлай. Ваҡытында, әле аҡылы ла килмәгән, иләҫ-миләҫ йөрөгән йәш егетте яҡламаны. Үҙ балаһын кеше һүҙенән, ғәйбәтенән ҡурҡып, күрәләтә яңылыш юлдан киткәнен өндәшмәй генә хупланы. Ә ул, сабыйын ҡурсыған инә арыҫлан кеүек, дөрөҫлөктө эҙләп алышырға, кәрәк булһа, иренә лә, Әсмәгә лә, ауылдың мәңге ауыҙы ябылмаған ғәйбәтселәренә лә ҡаршы торорға тейеш ине!
- Үҙеңде ҡулға ал, улым. Ҡайҙа барһын ул ҡырыуар балаһы менән? Яраларын яларға ата-әсәһе янына ҡайтты инде. Беләм мин уларҙың йәшәгән ерен… Һәм… фатихамды ала алманым тип ҡайғырма, балам. Ҡайһы берҙә уның булғандан булмауы яҡшыраҡ. Бәхетле булһаң - миңә шул еткән…
Әсәһе "ҡара" Нәсимәнең ҡайһы районда, ниндәй ауылда төпләнеп йәшәүҙәре хаҡында әйтеү менән, йыйынып сығып та китте Басир…
Айға яҡын дауаханала ятып, Әсмә ҡәйнә йортона ҡайтҡанда, ауыл халҡы һаман да тәмләп-тәмләп улар тураһында һүҙ ҡуйырта ине. Кемдер:
- Йә инде, йәп-йәш ҡатынын ҡалдырып, өс балалы бисәгә сығып кит әле! - тип бот сабып аптыраны.
- Йәбешеп йөрөп сыҡһа ла, барыбер тора алманы! - тип үсәгәндәр ҙә табылды.
Былай ҙа һап-һары булып ҡайтҡан Әсмә, тағы һурығып китте. Илап-илап күҙ йәштәре бөткәс, өндәшмәй генә тешләнеп йөрөнө йәш ҡатын. Басирҙың ҡайтыуына өмөтө көндән-көн һүрелә барҙы. Тегенеһе ҡыуһа, әллә ҡасан ҡайтыр ине, ҡауышҡандар, тимәк… Эшкә барҙы, ҡайтты… Кеше менән һөйләшмәй, тере мәйет һымаҡ, мәғәнәһеҙ ҡараш ташлап йөрөй бирҙе…
- Әллә ниндәй ғаиләгә килеп эләктем ул мин, - тине бер көндө уйсан ғына, тупһала йөн иләп ултырған ҡәйнәһенә ҡарап. - Таш йөрәктәр бит һеҙ… Улың да, һин дә… Өйләнешкәс бер-ике йыл ҡыҙыҡ күреп уйнатты ла, туйҙы минән. Бер яратам тип, ҡыҫып ҡосаҡлағаны булманы. Ниңә шулай ҡырыҫ кешеләр ул һеҙ?
- Аһ, һиңә берәй ауыр һүҙ өндәшкәнем булдымы һуң, килен? - тип яуап бирҙе бер аҙ аптыраған Ғәйшә.
- Ә һин өндәшһәңсе! Ғүмер буйы яулыҡ аҫтынан ғына ҡарап йөрөгәнсе, бер борҡолдатып әрләһәң дә кеше итеп тойор инем үҙемде!
"Бәхетле була алмағанға кем ғәйепле инде хәҙер? Йәшлек алйотлоғо менән күпме кешенең яҙмышын уйламаған юҫыҡҡа бороп ебәргәнеңде үҙең дә аңламайһың бит һин!" - тип бошоноп ҡуйҙы Ғәйшә.
Басирҙың сығып киткәнен белеп, Ғәйшәнең ҡалған дүрт балаһы үҙ-ара һөйләшеп, ата йортона кәңәшкә йыйылды. Башҡа ваҡытта башын юғары күтәреп, хужабикә дәрәжәһендәрәк йөрөгән Әсмә, был юлы, ҙур йыйындың тиккә генә түгеллеген һиҙеп, ниҙәндер ҡурҡып, төпкө бүлмәгә боҫто.
Барыһы ла хәләл ефеттәре менән килеп бөтөп, табынға ултырып, бер аҙ ашап, хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, өлкән улы Иршат һүҙ алды.
- Әсәй, беҙ бында кәңәшләштек тә бер ҡарарға килдек. Үҙең күреп тораһың, ниндәй хәлдәр булып ятҡанын… Басирҙың бөтә донъяны ташлап сығып китеүен бер ҙә көтмәгәйнек! Уныһы инде айырым тема, әлбиттә… Шәхси тормошон тикшерергә килмәнек, уға бер Хоҙай ғына судья. Беҙҙең һине уйлап йөрәк өҙөлә… Бер үҙеңә ошонсама донъяны алып барыу еңел түгел хәҙер. Тимәк, тәҡдим шундай: өйҙө һатабыҙ ҙа, һине миңә күсереп алабыҙ. Үҙең беләһең, Магнит эргәһендә фатирҙа түгел, тотошлай коттеджда торабыҙ. Бөтә уңайлыҡтар бар, иркен, рәхәтләнеп йәшәрбеҙ! Һинең дә, беҙҙең дә күңел тыныс булыр шулай. Нисек ҡарайһың?
Улын тыңлап, бергилке өндәшмәй ултырҙы Ғәйшә. Ахырҙа, һигеҙ пар күҙ уға төбәлеп, яуап көткәнен һиҙеп:
- Һм… Ә киленде ҡайҙа ҡуябыҙ? - тип һораны ҡапыл.
- Уның киленлеге бөттө инде хәҙер, - Иршаттың ҡатыны битараф һымағыраҡ яуапланы. - Бала түгел, бер башын нисек тә аҫрай алыр, моғайын!
Өҫтәл япмаһын һыйпап, ирендәрен ҡымтып, оҙаҡ уйланып ултырҙы әсә. Ябай ҡарар түгеллеген белеп, барыһы ла туған йорттарына бәйле иҫтәлектәргә сумып, ғаиләне тотоп, берләштереп торған өлкән кешенең яуап һүҙен көттө.
- Улай икән… - тип һуҙҙы ниһайәт Ғәйшә. - Ызначит, былай уландар. Мине ҡайғыртып, хәстәрләп килеп еткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡартайып килгән көнөмдә ташламауығыҙ маҡтауға лайыҡ, бөтә әсәләр ҙә шуны теләйҙер… Әммә… әле генә урынымдан ҡубып күсеп китеп барырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп күрмәйем. Һаулығыма, Аллаға шөкөр, зарланмайым, үҙ донъямды ғына ҡарарлыҡ көс бар. Өйҙө һатайыҡ, тип ҡайһылай анһат ҡына әйтеп ҡуйҙығыҙ! Ҡағыҙға теркәлмәһә лә был йортто атағыҙ Басирға васыят итте. Уның ризалығын алмай тороп, мәңге ҡулым күтәрелмәҫ һатып ебәрергә! Йәнә лә… Бисә алыштырҙы тип кенә, йортһоҙ ҡалдыра алмайым инде. Донъя хәлен кем белә, бәлки ҡайтып килер. Ә бәлки… яңы ғаиләһе менән ҡайтыр… Ул да министр ҡыҙына сығып китмәне, шул беҙҙең ише ябай кеше инде. Ярҙам кәрәкмәҫ тиһегеҙме ни киләсәктә? Тыуған ояғыҙҙы туҙҙырмай тороғоҙ әле!
Ә киленгә килгәндә… Ҡайҙа ҡыуып сығарырға тейеш мин уны, һеҙҙеңсә? Нәғимә әбейҙең ярым емерек өйөнәме? Аңлағыҙ, ул ун алты йәшлек баланы килен итеп алғанда - үҙ өҫтөмә яуаплылыҡ та алдым! Хәлдәр үҙгәреп китте, эйе, ләкин мин әле лә яуаплылыҡ йөгөнөң елкәмдән төшкәнен һиҙмәйем. Шундай ҡаты атағыҙ барҙа һыйғанды, хәҙер килеп бер үҙем ҡалғас, арандай өйҙә мөйөш тапмай буламмы? Йәшәһен бында. Үҙегеҙҙе өҫтөн ҡуйып, һүҙ әйтмәгеҙ Әсмәгә! Ә аҙаҡтан инде… күҙ күрер…
Бик риза булмаһалар ҙа, әсәләренең әйткәнен аңлап, ҡарарын ҡабул итеп таралашты балалары.
Хәлдең бөтә етдилеге әле генә аңына килгән Әсмә, һуңғы машина ҡуҙғалып китеү менән Ғәйшәнең ҡосағына ташланды. Яҡлап-һаҡлап ҡалған берҙән-бер кешеһенә булған рәхмәтен әйтмәксе ине, ҡайнар күҙ йәштәре быуып, ирек бирмәне.
- Йә, ярай, илама… балам… Илауҙан үттек инде, ҡалайтаһың, тормош дауам итә, - тип сәстәренән әкрен генә һыйпап йыуатты Ғәйшә.
Бер йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Басир бер килеп әйләнмәне тыуған яҡтарына. Әллә Әсмә менән осрашырға теләмәне, әллә ауырлы ҡатынын ҡалдырып китергә ҡурҡты. Уның ҡарауы, Нәсимә өй телефонына шылтыратып, булған яңылыҡтарҙы һөйләп торҙо. Зарығып, һағынып көттө Ғәйшә улын. Элекке һымаҡ яйлап һөйләшеп бергә сәй эсеүҙәр, уның эскерһеҙ хәстәре етмәне. Айырылышыу тураһында ҡағыҙҙар почта аша килеп төшкәс, инде ҡайтмаҫын Әсмә лә, Ғәйшә лә тамам төшөндө. Сираттағы шылтыратыуында Нәсимә Басирҙың ҡыҙы тыуыуы тураһында ла әйткәс, әсә йөрәге түҙмәне, донъяны Әсмәгә тапшырып, йәһәт кенә йыйынып сығып та китте.
Барып, күреп, тынысланып ҡайтты бер аҙ. Улы үҙгәргән, күҙҙәренән нур, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Бәхет кешегә ҡанаттар ҡуйып, үҫтереп ебәрә шул!
Ваҡыт үтеү менән барыһына күнеп, Әсмә менән Ғәйшә донъя көттө икәүләп. Йылдар уҙған һайын йәш ҡатын бөтөнләй тынысланып, үҙгәреп китте. Һонтор кәүҙәһенә ит ҡунып матурайып, ҡарашына йәнә мәғәнә әйләнеп ҡайтҡан ҡатынға ихтибар итеүселәр ҙә табылды. Күрше ауылдан эш буйынса йыш ҡына килгән буйҙаҡ Хөрмәт, ара-тирә күреп, төрттөрөп һөйләшә торғас, баш көллө ғашиҡ булды. Үҙенә бик яҡынлатмаған, уҫал күренгән Әсмә оҡшай ине уға. Йылмайып һөйләшһә лә, артығын әйтеп бармаған ҡатынды нисек үҙ яғына ыңғайлатырға, тип уйлап хәле бөттө. Ҡыҙҙың ата-әсәһе тураһында күберәк белгеһе килеп, шул ауыл идаралағы бинаһында бәләкәй генә магазинда эшләгән һатыусынан төпсөнөргә тотондо.
- Етем ул, ата-әсәһе юҡ, - тине тегеһе. - Иртә генә кейәүгә сыҡҡайны ла, иренән уңманы. Икенсегә сығып китте аныһы. Тыуған-тыумасалары, әҡрәбәләре бар ҙа ул, булыуға… Тик берәүҙең дә уның хәлен белешергә килгәнен күргәнем юҡ. Ярты ғүмере ҡәйнәһе йортонда үтте, һөйләшһәң - шул Ғәйшә менән һөйләшәһең инде… Әлләсее… - тип һуҙҙы һатыусы һынамсыл ҡарашын ташлап.
Күп уйлап тормай, Хөрмәт Ғәйшәгә килеп, Әсмәне оҡшатыуын, өйләнергә теләүен белдерҙе. Бер аҙ аптырап ҡалған хужабикә, һөйләшеп ҡарарға вәғәҙә биреп оҙатып ҡалды.

Туғандарын ғына саҡырып туй үткәргәндән һуң, йәштәр Ғәйшәнең өйөндә төпләнеп, һәүәтемсә йәшәп алып китте. Басир әйтеүенсә, Әсмә "һеңле һымаҡ" ҡына булырға теләмәне, әлбиттә. Үҙенең дәрте, ялҡыны менән арбап, түшәк бүлешеп, ысын мәғәнәһендә ҡатынына әүрелде. Тиҙерәк ауырға ҡалып, үҙенең алдауын, нахаҡ һүҙҙәрен аҡлау ине уйында… Әммә, ваҡыт үтә торҙо, ә ҡорған планы тормошҡа ашманы. Ахырҙа, ҡәйнәһен шомландырып, балам төштө тип, тағы бер алдауға барырға тура килде.
Басир иһә, беренсе айҙа ниндәйҙер ғәйеп, үкенеү тойғоһо менән йәшәһә, аҙаҡтан, ғаилә тормошо шулай булалыр тип, яйлап күнде. Ҡалаға китеү тураһында хыялдары бойомға ашмағас, элекке колхозды алған фермерға йөк машинаһын йөрөтөүсе булып эшкә төштө. Этеп-төртөп ун беренсене саҡ тамамлаған Әсмәне лә урынлаштырып ҡаранылар… Ләкин кеше менән матурлап һөйләшә белмәгән, йоҡоһона баш була алмай, йыш һуңлап килгән лаборанттан тиҙ арала ҡотолдо эшһөйәр фермер. Киләсәген уйлап, ҡалалағы ПТУла берәй һөнәр алып сығырға кәңәш биреүселәргә лә асыуланып:
- Өрлөк һымаҡ иремде ҡалдырып, әллә ҡайҙа китеп ултырмайым инде! - тип кенә ебәрҙе ҡыҙғансыҡ Әсмә.
Ысынлап та, Басирҙың яратмағанын һиҙеп, йыш ҡына юҡ-барға үпкәләп, хатта күрше ҡатындарға көнләшеп аптыратты ул бергилке. Холҡон күрһәтеп, өләсәһенә йүгереп ҡайтып киткән саҡтары ла булды. Бер-ике көн үтеүгә, Басирҙан бер хәбәр булмағас, башын баҫып, юхаланып кире килеп етә ине… Ә Нәғимә әбейҙең вафатынан һуң зарланып ҡайтырлыҡ кешеһе лә ҡалманы…
Тормош арбаһы яйлап алға тәгәрәне. Басир менән Әсмәнең өйләнешеүенә биш йыл да булып китте. Басир тамам тынысланып, ғаилә тормошона өйрәнеп, ит ҡунып, матур йәш иргә әүрелде. Әсмә лә, холҡон ауыҙлыҡлай биреп, ниһайәт, ауыл контораһында иҙән йыуыусы булып эшләп йөрөүе. Балалары булмауы күңелдәрен ҡырһа ла, был турала һүҙ ҡуйыртмай ғына өмөтләнеп йәшәй бирҙеләр.
Ә Аллағол ҡарт, ниңәлер тиҙ биреште шул арала… Ахырҙа, бөтмәҫ-төкәнмәҫ һыҙланыуҙарынан фалиж һуғып, күп тә ятмай, тәки кинйәкәүенең балаларын күрә алмай, фани донъяға китеп барҙы…
Шулай өсәүләшеп, үҙҙәренсә әш-көш итеп йәшәп ятҡанда, йәй башының йылы көндәрендә, Ғәйшәләрҙән бер өй аша ҡаршылағы йортҡа, ауыл кешеләрен аптыратып, өс балалы йәш ҡатын күсеп килде. Сәрүәр исемле күршеһе, иргә сығып, икенсе районға күсеп киткәндән бирле буш торған өйгә инеүселәрҙе - ҡасҡындар тип, ә кемдер, хужабикәнең сыбыҡ осо туғандары, тип һөйләне.
Ғәйшә лә, танышырға иткәйне, тик сәбәбе сыҡмайыраҡ торғас, барып йөрөмәне бимазалап. Уның ҡарауы, аш-һыу бүлмәһенең тәҙрәһенән яңы күршенең йорт-ҡураһы ап-асыҡ күренеп тора.
- Һаай, был бисә ней, Сәрүәрҙең ҡаҡашып бөткән донъяһын ҡырып-йышып таҙалай ҙа баһа! - тип көлөмһөрәне бер көн Әсмә, сәй эсеп ултырғанда. - Кит инде, ҡарағыҙ әле, туңҡайып тороп иҙән йыуа, әллә швабрамды бүләк итергә инде!
Ҡәйнәһе, кешенән көлөп ултырған Әсмәгә асыулы ҡараш ташланы ла, өндәшмәй сәй эсеүен белде. Басир ҙа, ынтылып бер-ике ҡараны ла, хихылдаған ҡатынының һүҙен ҡеүәтләп торманы.
Яңы күрше уңған ҡатын булып сыҡты, ахыры. Бәләкәй генә өйҙө таҙалап, тыштан аҡлап ҡуйғас, һуңыраҡ булһа ла бәрәңге сәсеп, баҡсаһына тағы әллә нимәләр ултыртып ташланы. Балалары ла, әсәһенең аяғы араһында буталып, үҙҙәренсә ярҙам итеп маташтылар. Ҡатындың сылтырап көлгәне, бәләкәстәрҙең зыҡ ҡубып уйнауы, хатта илауҙары урамға йәм өҫтәп ебәргәндәй булды. Үҙҙәре лә һиҙмәй, Ғәйшәләрҙә нисектер уларҙың тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Көн дә тәҙрәнән ҡарап, йә иһә эскәмйәнән күҙәтеп, күп балалы ғаиләнең һәр аҙымын, тын алышын һиҙеп йәшәнеләр. Күрше-күлән, айырыуса, әбейҙәр, бәләкәстәр менән аралашып, хәл-әхүәл һорашҡан булып һөйләндереүҙе ҡыҙыҡ күрҙе. Ингән-сыҡҡанда һаулыҡ һорашып, итәғәтле һөйләшкән алсаҡ ҡатын менән яҡындан танышырға ла форсат тыуҙы бер көн.
Басир эштән ҡайтып, бергәләшеп киске сәй эсергә ултырғанда, яңы бешкән бәлешен тотоп килеп инде ул.
- Һаумыһығыҙ, күршеләр, - тине оялып ҡына. - Ашығыҙ тәмле булһын!
- Рәхмәт, әйҙә түрҙән уҙ, - тине бер аҙ аптыраған Ғәйшә. - Маҡтап йөрөйһөң, самай сәйгә тура килдең. Әйҙә, әйҙә.
Уңайһыҙланып, сикәләре ҡыҙарған ҡунаҡҡа урын биреп, яйлап танышып киттеләр.
- Һеҙ мине танымайһығыҙмы, Ғәйшә апай? - тине ул йылмайып. - Мин бит Нәсимәнең ҡыҙы - Нурия.
Алып килгән хуш еҫле алма бәлешен ҡырҡып торған Ғәйшә, текләберәк ҡарап, туҡтап ҡалды.
- Ниндәй Нәсимә? Аһ, туҡта… Теге… Ҡара Нәсимәнең ҡыҙымы әллә?
- Эйе.
Ғәйшәнең ҡапыл ҡыуанып, алсаҡланып киткәнен күреп, Әсмә лә, Басир ҙа аптыраңҡырап өндәшмәй ҡарап ултырҙылар.
Хужабикә иһә, һинд ҡыҙҙарына оҡшаған, ҡараҡай ғына Нәсимә менән әхирәттәр үк булмаһалар ҙа, муйыл, еләк йыйырға йөрөгәндәрен, бергә уйынға сыҡҡандарын һөйләп алып китте. Кейәүгә сығып, балалары буйтым үҫеп, уҡып йөрөгәндә күсеп киткәйне улар…
- Иҫән-һаумы һуң әсәйҙәрең? Ә иптәшең ҡайҙа? - тип, ауыл кешеләренә хас ябайлыҡ менән һорау артынан һорау яуҙырҙы Ғәйшә.
- Аллаға шөкөр, иҫәндәр… Ҡарттарса инде хәлдәре, ауырып та алалар. Ә ирем өс йыл элек үлеп ҡалды шул… Бөтә нәмә уны хәтерләткәс, сығып киттем инде үҙебеҙҙең ауылдан. Сәрүәр апай туған бит, өй барыбер буш тора тип, үҙе саҡырҙы. Тыуған яҡ барыбер тарта икән ул, төшкә лә йыш керә… Күп уйлап торманым, баласаҡ хәтирәләре һаҡлаған ауылға әйләнеп ҡайтырға булдым. Бөтәһе лә үҙгәргән, әлбиттә, шулай ҙа бөтөнләй ете-ят ер түгел инде…
- Шулай инде… Эй, балаҡай… Нужа һурпаһын һемереп тә өлгөргәнһең икән. Йә ярай, беҙҙең ауыл сәпсим ташландыҡ, төпкөл түгел инде былай, оҡшатып йәшәп китһәгеҙ ней…
Шулай әкренләп һөйләшеп, күптәнге таныштар кеүек сәй эсеп ултырғанда, ҡапыл ишек асылып:
- Әсәй, һин бындамы ул? - тип башын тыҡты бер малай. - Хәҙер генә киләм тине лә…
Һиҫкәнеп, ырғып тороп ишек яғына ыңғайланы Нурия.
- Эй, ошоно! Көтөп тор, тинем бит! Рәхмәт, сәйегеҙ тәмле булды. Ней… Минең йомош бар ине ул…
- Аһ, әйт-әйт, нимә менән ярҙам итә алабыҙ - итербеҙ. - Ғәйшә ҡыҙыҡһынып ҡарап торған бала янына килеп, бер ус кәнфит һондо.
Йәш ҡатын бер аҙ тапанып торҙо ла, инеүен ингәс, әйтәйем инде тигәндәй, һүҙ башланы:
- Баҡсаны таҙалағайным кисә… Серегән ағастарҙы ла бысып ташланым. Сүбе ике күбә булды ла ҡуйҙы. Басир ҡустым, һин машинала бит, ваҡытың булғанда тейәп, сүплеккә илтеп ҡуя алмаҫһыңмы? Буш итмәм, бензиндың хаҡын бирермен.
Ниндәйҙер ят матурлыҡ хас булған, сөм-ҡара күҙле, ҡарағусҡыл йөҙлө яңы танышының өҫ-башын, йәтеш кенә ымһындырғыс кәүҙәһен тикшереп, сәйен эсергә лә онотоп ултырған Басир, айнып, үҙенә өндәшкәнен аңлап, һикереп торҙо.
- Булдырабыҙ аны, хәҙер! Ниндәй аҡса ти инде… - тип һөйләнеп, арттарынан эйәреп сығып та китте…
Ике ҡатын, ишеткәндәрен барлап, өйөрмә һымаҡ килеп инеп, шулай уҡ юҡ та булған күршеләре тураһында уйлап, өҫтәл артында ултырып ҡалды.
Ҡапыл кәйефе төшөп, йөрәк тәңгәле сәнсеп ҡуйҙы Әсмәнең. Бер ҙә оҡшатманы ул Нурияны. Үәт тутыйғош, нисегерәк сутырлап һайрай! Бәлеш-мәлешен ашатып, күҙ-ҡашын уйнатып, ун минут үтеүгә ирен эйәртеп сығып та тайҙы! Ә тегенеһе һуң! Һеләгәйе ағып китә яҙып, ғүмере бисә күрмәгән нәмә шикелле тексәйеп ултыра бит әле!
Һыр бирмәҫкә тырышһа ла, көндән-көн Әсмәнең асыуы нығыраҡ ҡабарҙы. Күрше ҡатынды күргән һайын әсе һүҙҙәр әйткеһе килеп, теле ҡысытып йонсоно. Онотола барған ҡыҙғаныуы тағы баш күтәреп, боғаҙын быуып бөтөнләй күҙҙәрен томаланы… Етмәһә, Басиры ла үҙгәргән һымаҡ… Һәр ваҡыт тыныс, хатта нисектер вайымһыҙ һымағыраҡ ире, һуңғы ваҡытта иҫәр кеүек йылмайып, өндәшкәнде лә ишетмәй, уйсанланып йөрөй. Былай ҙа һирәк-һаяҡ эләккән яҡынлыҡ бөтөнләй юғалды.
Ә Нурия шаңғырата көлөп, күмәк балалары менән мәз килеп, үҙенсә йәшәй бирҙе. Ирһеҙ булһа ла үҙ бәләһен артыҡ һалмай, тырышып донъя көтөргә маташҡан ҡатынды әкренләп ауылдаштары ла ҡабул итте, буғай. Шулай ҙа, Басир һәм Ғәйшә менән күрешкәндә ябай итеп, күршеләрсә кәңәшләшә, әңгәмәләшә алһа ла, Әсмә менән бөтөнләй "ендәре килешмәне". Тупаҫыраҡ, белем һәм тәжрибә яғынан да бигерәк " һай йөҙгән" ҡатын менән һүҙҙәре берекмәне Нурияның.
Ирен бесәй кеүек ҡарап ҡына торған Әсмә, нисек тә йәш ҡатындың бәҫен төшөрөргә тырышып, һәр хәрәкәтенән бысраҡ һәм аҫтыртынлыҡ эҙләне.
- Бынау күршене әйтәм, бигерәк әҙәпһеҙ икән, өс бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә! - тине ул бер көн, ғәҙәттәгесә киске аш ваҡытында. Ҡәйнәһе менән иренең аптырап бағыуынан кинәнес алып дауам итте. - Һуң, нисек кейенеп йөрөй кеше алдында: ҡып-ҡыҫҡа шортик та һылашып торған майка. Бот-мотын ялтыратып ней… Йәп-йәш башым менән мин улай кейенмәйем, кит! Һин, өлкән кеше, иҫкәрмә яһаһаң була инде, - тип ҡәнәғәтһеҙлеген ҡәйнәһенә төшөрөргә тырышты.
Бер аҙ аптырап ҡалған Ғәйшә, тәҙрә яғына күҙ һирпеп алды ла:
- А-а, кеше балаһына нимә тип бәйләнеп торайым мин. Нисек теләй, шулай кейенһен, ҡыш уртаһы түгел, йәйге селлә… - тип кенә ҡуйҙы.
- Шулай инде, уң күршеһе - буйҙаҡ Зөфәр, был яғында - бисә айырған Хәйрүш… Үҙенсә ҡыҙыҡтырып маташа!
Асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Әсмә, һаман тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләне. Ҡапыл сәйенә сәсәп киткән Басир, йүтәлләп бөттө лә, ҡатынына нәфрәт тулы ҡарашын ташлап:
- Ундай ҡатын Хәйрүш ишеләргә генә ҡарап тормаҫ инде! - тип ырғып тороп китте.
Иренең ят, осҡонло ҡарашын тәүгә күреп, Әсмә юғалып ҡалды. Бәй, ул да шулай яндыра ҡарай ала икән! Был күренешкә шаһит булған Ғәйшә лә, күңеле ниҙер һиҙеп, башын сайҡап ҡуйҙы.
Ағастарҙы еңелсә һарыға буяп, емеш-еләктәрен бүләк итеп, йәй ҙә әкренләп "ҡартайҙы". Арымай-талмай, ҡояшта ҡара янып бесән эшләп бөткән ауыл халҡы мул ҡуллы көҙҙө көтә башланы.
Фермерҙың да, эшселәрен көнө-төнө егеп, премиялар менән ҡыҙыҡтырып, мәж килеп уңыш йыйып ятыуы.
Басир эшкә һылтанып, мөмкин тиклем һуңыраҡ ҡайтырға, Әсмә менән әҙерәк аралашырға тырышты. Былай ҙа һүнә яҙып-һүнә яҙып баҙлаған мөнәсәбәттәре бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Йәш ҡатын ни тиклем йомшаҡ булырға, ымһындырырға тырышып ҡарамаһын, Басир, үле балыҡ һымаҡ һалҡын ҡалды. Уның ҡарауы, эштән бушаған әҙ генә ваҡыт эсендә Нурияның балалары менән дә, үҙе менән дә аралашырға өлгөрә ине. Бындай ғәҙелһеҙлектән һарыуы ҡайнаған Әсмә, үҙенән үҙе ысҡынып киткән үпкә һүҙҙәрен яуҙырып ҡына торҙо.
- Бысағыма булышаһыңмы шул селбәрәләр менән? Башҡа кеше юҡмы ни һиңә? - тип ҡаршыланы ул ирен бер кисте. Сыр-сыу килеп, күмәкләшеп уйнағандарын бергилке тәҙрәнән күҙәтеп торғайны.
- Күршенең балаларын әйтәһеңме ни? - тине Басир, ҡәнәғәт йылмайып. - Әллә, хатта һәйбәт, шуҡ малайҙар улар. Ә теге кесе ҡыҙыҡайы бытырлап нимәлер һөйләй, аңлап та булмай, инде ҡыҙыҡ!
Ҡул-битен сайып, бер ни булмағандай ашарға килеп ултырған иренә оторо йәне көйҙө Әсмәнең.
- Шул хәтле кеше балаһына ҡыҙығып ни! Уралма бүтән яндарында!
- Кешенекенә түгел, кемдекенә ҡыҙығайым инде!
Басир, ҡалағын атып бәреп, өҫтәл артынан тороп китте.
Ғәҙәттә һүҙен бирмәй ирешкән ҡатын, ауыртҡан һыҙлауығына баҫҡас, "Балам булмауға төрттөрә тағы, ах шайтан!" - тип өндәшмәй генә һыҡтап ҡуйҙы.
Сентябрь айы бигерәк матур, йылы килде. Көйҙөрмәй, әкрен генә йылытам, тигәндәй, ҡояш йылмайып, нурҙарын йәлләмәй һипте.
Алтын көҙгә ҡыуанышып, ауылдың эреле-ваҡлы балалары гөлләмәләр тотоп мәктәпкә ағылды.
Нурия ла өлкән улын өсөнсө, уртансыһын беренсе синыфҡа етәкләп алып барҙы. Кинйә ҡыҙын, бер үҙемә күңелһеҙ тип, балалар баҡсаһына биреп торманы. Ағалары яңы дуҫтар табып, белем гранитын кимергәндә үҙҙәренсә донъя көттө ике хужабикә. Тормошо кәлейәгә төшөп, яйға һалынғандай булды, ниһайәт… Тик… йөрәгендә генә тыныслыҡ юҡ. Хәләл ефете үлгәндән һуң, ир затына башҡа әйләнеп тә ҡарамаҫтай булғайны. Балаларына әүрәп, барыһын да онотоп, йөрәген мәңгегә бикләп ҡуйып йәшәмәксе ине лә… Килеп сыҡманы. Наҙлы, һөйөүен таратып та өлгөрмәгән ҡатын-ҡыҙ булмышы тағы ҡалҡып сыҡты. Күпме үҙен әрләп, һөйөү түгел, ябай ылығыу ғына, тип ышандырырға тырышмаһын, күҙен дә алмай йотлоғоп ҡараған Басир башынан сыҡманы.
Басир ҙа бөтөнләй тынғылығын юғалтты. Бер күреп һөйләшергә, эргәһендә өндәшмәй генә баҫып торорға ла риза булып, Нурияның ҡара күҙҙәренең үҙенә төбәлеүен көтөп, зар-интизар булды ул. Ашы - аш, йоҡоһо - йоҡо түгел… Ябығып, һурылып киткән, бер моңайып, бер шат йылмайып йөрөгән улына ҡарап, Ғәйшә лә эштең ниҙә икәнен һиҙенде.
Сентябрҙең аҙағында Басир беренсе тапҡыр йоҡларға ҡайтманы…
Икенсе көнө, эштән һуң ҡаршы алып, шаңҡыған Әсмәнең илап-ярһып янъял сығарыуына ҡарамаҫтан, бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, тағы сығып китеүен күргән Ғәйшә, эштең ҙурға тәгәрәүен тамам төшөндө.
Таңға тиклем һағалап, ипләп кенә инеп килгән улын тотоп алып, тетмәкәйен тетергә булды.
Тупһала ултырған әсәһен күреп, терт итеп ҡалған Басир:
- Аһ, әсәй, ҡурҡыттың… Нишләп ултыраһың һыуыҡта? - тип ҡуйҙы ҡаушап.
- Ә һин нимә, ҡараҡ кеүек таң һарыһында йөрөйһөң йомшаҡ баҫып? Нишләүең был, улым?
Бәхеттең етенсе ҡатында йөҙгән ир бер ҙә етди һөйләшеүгә әҙер түгел ине.
- Бер сынаяҡ сәй эсәм дә, эшкә китәм, - тип, әсәһен урап ҡына өйгә инергә маташҡан улы алдында "шап" итеп ишекте ябып ҡуйҙы Ғәйшә.
- Тороп тор әле. Бер ни ҙә аңлатҡың килмәйме? Тағы күпме йөрөрһөң икән күрше ҡатын менән ҡасып-боҫоп? Бөтөнләй намыҫыңды юғалттыңмы ни улым! Танымайым мин һине!
Басир, ҡапыл яурындары төшөп, күңелһеҙ генә тупһаға ултыра төштө. Баласаҡтан атаһынан ныҡ шөрләһә лә, иң күтәрә алмағаны әсәһенең әрләүе ине. Һәр бер һүҙе уҡ һымаҡ ҡаҙалып, эш боҙғаны өсөн үкендереп илатып ҡуя ул. Әле лә, күҙҙәренә йәш төйөлөп, бәләкәй саҡтағы һымаҡ аҡырып илаһығы килеп китте…
- Мин дә үҙемде танымайым… Баш китте инде минең, әсәй…
Ғәйшә улының янына килеп ултырҙы. Ҡаты ғына һөйләшергә, битен сәпәләп урынына ултыртырға тигән ниәте, Басирҙың юғалып ҡалған ҡиәфәтен күреү менән, төтөн һымаҡ таралып китте.
- Аҡылыңа кил, ояты ни тора! Өйҙә законлы ҡатының ята, ә һин…
- Яратмайым мин уны!
- Яратмағас, нишләп өйләндең, кеше ышандырып? Ауырлы булды тимә, күптән аңланым инде, алдаҡ икәнен. Үҙем биш бала әсәһемен, морон бөтөнләй еҫ һиҙмәй тейһегеҙме әллә?
Басир ҡапыл ни әйтергә белмәй, уйланып ултырҙы. Биш йыл элекке ваҡиғалар, әйтерһең дә әллә ҡасан, икенсе ғүмерендә булған… Яңы ғына армиянан ҡайтҡан үҙе, һонтор буйлы үҫмер Әсмә күҙ алдына килеп баҫты. Нимә булды һуң улар араһында?
- Хәҙер инде аныҡ ҡына әйтә лә алмайым. Яратманым да Әсмәне, төрмәгә тығыр тип тә ҡурҡманым. Йәлләнем генә әҙерәк. Йәнә лә, уның артымдан ҡалмай, тоғро эт кеүек эйәреп йөрөүе оҡшағандыр, минминлегемде "һыйпағандыр"... Башҡа берәү ҙә улай ныҡ яратмаҫ кеүек ине… Хәҙер генә аңланым, һөйөүҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да нисек була алғанын! Мин… үлеп ғашиҡ булдым. Мин… яңынан ҡоштар һайрауын, елдең иркәләп иҫеүен, йөрәгемдең ярһып тулауын тоя башланым… Аңлайһыңмы?

Хикәйә
Йомшаҡ ҡына, ҡояшҡа оҡшаған ҡаҙ бәпкәләре, ҡапҡаны асыу менән ҡыуанышып сипылдай-сипылдай кемуҙарҙан үләнгә һибелде. Инә ҡаҙ ҙа, ҡалмаҫҡа тырышып, ҡабаланып арттарынан туйтаңланы. Ә ата ҡаҙ инде, маһайыуынан, ҡыуанысынан әртисләнеп бейеп-бейеп ала ла, хужабикәгә ыҫылдап ҡуя.
- Әйҙә-әйҙә, һыу күрһәт бәләкәстәреңә, - тип Ғәйшә әбей урам осонда сылтырап аҡҡан, шишмәнән саҡ ҡына ҙурыраҡ йылға яғына ҡыуҙы. Йыл һайын иртәнән кискә тиклем шул бәләкәй генә йылға ишараһынан ҡайтып инмәгән ҡаҙҙар, аңланыҡ, тигәндәй, бер-ике көн элек кенә сыҡҡан йомғаҡтарын эйәртеп төшөп тә китте.
Ғәйшә, оло эш бөтөргәндәй, йылмайып һулап ҡуйҙы ла, баҡсаға терәлеп торған эскәмйәгә килеп ултырҙы. Ярҙамсы ҡыҙыҡай ҙа килеп етергә тейеш оҙаҡламай. Шишәмбе, йома көндәре ҡарттарҙы ҡараусы социаль эшсе Фәрзәнә, кәрәкмәй, тиһә лә, инеп хәлдәрен белеп сыға.
- Әллә инде, ҡыҙым, мин ней үҙ аҡылымда, үҙ аяҡтарым менән йөрөп ятам, килмә ыҙалап. Балалар ҙа көн аша инеп сыға. Минән дә мохтажыраҡ кеше барҙыр… - тип ғәҙәттәгесә кире ҡаҡҡайны.
- Әсмә ҡыҙығыҙ заявка ҡалдырып, өлкән кешенең хәлен дә барып белмәгәс, һеҙҙән ни файҙа, тип, пыр туҙҙырып әрләп сығып китте, - йәш кенә ҡыҙ көлөп ебәрҙе. - Магазинға булһа ла барырмын кәрәккәндә.
- Әсмә ни булдыра инде ул, һүҙ артынан кеҫәһенә кермәҫ! Йылына бер инеп, һеҙҙе мыжғыта торған…
"Үҙенсә борсолған буламы икән… Яңғыҙ бер үҙе моңайып күкелдәп ултырмаһын, тиҙер инде", - тип уйланып йылмайҙы Ғәйшә. Әсмә ҡыҙың ти ҙә ҡуя шул йәштәр… Өлкәнерәк ауылдаштары ғына уның ҡасандыр был өйгә килен булып төшкәнен иҫләйҙер…
Кинйә улы Басир, армиянан ҡайтҡан йылды нисектер ҡабаланып, ауылдаштарын да, ата-әсәһен дә аптыратып, Әсмәгә өйләнеп ҡуйҙы.
Ике йыл эсендә былай ҙа һөйкөмлө улы тағы матурайып, ир ҡорона инеп ҡайтҡайны. Кистәрен клубҡа сығып, ауылдың бөтә ҡыҙҙарының тиерлек хыялына әүрелде шаян егет. Үҙенә булған иғтибарға ләззәтләнеп, әле бер, әле икенсе матурҡайҙың рәхәтләнеп башын әйләндерҙе.
Өләсәһенән ҡасып тансыға сығырға өйрәнгән Әсмә лә Басирға бер күреүҙә ғашиҡ булды. Ата-әсәһенең фажиғәле вафатынан һуң, Нәғимә әбей ҡарамағында үҫкән етем бала, унынсы синыфты бөтөп кенә килһә лә - эре һөйәкле, оҙон буйлы булып, үҙ йәшенән күпкә олораҡ күренеп, тиҫтерҙәренән айырылып тора ине.
Апрель башында уҡ ҡайтҡан егетте бер ай тирәһе өндәшмәй күҙләп йөрөй торғас, ниһайәт, ҡыйыулығын йыйып һөйләшеп ҡарарға булды.
Сираттағы киске уйын ваҡытында бер төркөм егеттәр араһында Басирҙы абайлап ҡалып, ипләп кенә янына килде Әсмә.
- Басир ағай, йомош бар ине, - тип ҡурҡып ҡына һүҙ башланы ул.
Артына әйләнеп, йәш кенә ҡыҙ һүҙ ҡушҡанын күргән егет:
- Ниндәй йомош, сибәркәй? Ни булды? - тип йылмайҙы.
Тәүәккәл Әсмә тиҙ генә еңенән тартып егеттәрҙән айырып алды ла, тулҡынланып:
- Оҙатып ҡуй әле, зинһар… Өләсәйем хафаланалыр, ҡайтырға кәрәк, ә бер үҙем ҡурҡам - иҫеректәр күп бөгөн… - тип әйтеп һалды.
Бер аҙ юғалып ҡалған егет, башын тырнап уйланып торҙо ла:
- Кем ул һин, танымайымсы, - тине текләберәк ҡарап.
- Мин - Әсмә, Нәғимә әбейҙең ейәнсәре бит!
- Әә, бына һиңә мә, ике йыл эсендә үҫеп матурҡай булған да ҡуйғанһың! Танымаҫһың! Ней бит әле… бигерәк йыраҡ тораһың… Тау башында йәшәйһең түгелме?
- Йыраҡ булмаһа, инәлеп тормаҫ инем! - тине Әсмә илай яҙып. Бер ҙә ыҡҡа килергә уйламай ҙа баһа был!
Басир, әллә ҡыҙҙың илай башлауынан ҡурҡып, әллә тиҙерәк ҡотолоп, үҙ эштәре менән булмаҡсы итеп, ҡабаланып яуап бирҙе:
- Ярай, хәҙер берәй матай табам да, тиҙ генә алып барып ҡуям, килештекме?
Биш минут үтеүгә кемдеңдер "кәзә" матайына атланып, Басирҙы һыға ҡосаҡлап, өйөнә табан елдерә ине бәхетле ҡыҙ.
Әлбиттә, анһат ҡына ҡулына килеп эләккән егетте бер ҙә ысҡындырғыһы килмәне Әсмәнең. Юҡ-бар хәбәр һөйләп, армия хәлдәрен һораштырып, ярты төн тотто ҡапҡа төбөндә. Басир иһә, яңы ҡолаҡ табыуына ҡыуанғандай, ҡыҙҙың йотлоғоп, ауыҙына инерҙәй булып тыңлағанын күреп, ике йылда йыйылған мәрәкәләрҙе һөйләп кинәнде. Таңға ҡарай ғына, һөйләшеп туйып, өшөй башлағас, йылы хушлашып айырылды улар.
Ошо осрашыуҙан һуң Әсмә бөтөнләй башын юғалтты. Шаулап, юлында бөтә нәмәне емереп-ҡыйратҡан тау йылғаһындай көс йыйып, зиһенен бөтөнләй томаланы беренсе мөхәббәте. Ятһа ла, торһа ла Басирҙы уйлап, татлы хыялдарға бирелеп үтте көндәре. Клубҡа ла уны ғына күрергә сығып, мотлаҡ оҙаттырып ҡуйырға ғәҙәтләнеп алды. Илап, йәлләтеп күндерергә лә аптыраманы бер-ике киреләнеп ҡараған егетте. Тора-бара, Басир үҙе лә, үҫмер ҡыҙ өсөн борсолоп, өйөнә имен-аман индереп ебәреүҙе бурысы тип һанай башланы буғай…
- Булышма шул бала менән, йә берәй нәмә сығарырһың, - тине бер көнө дуҫ егете.
- Һин нимә? Бер нәмә лә юҡ, башһыҙ түгел дә мин, уҡыусы ҡыҙға ымһынырға… Ҡурҡмаа, - уны-быны уйламаған Басир вайымһыҙ ғына көлөп ҡуйҙы.
Йәмле йәй айҙары килеп етте. Бесән эшләп бөткәс, көҙгә ҡарай ҡалаға эшкә китермен, тип үҙенсә хыялдар ҡорҙо Басир. Ә Әсмәнең уйҙары бары тик егеттә, нисек тә ебәрмәҫкә, үҙенеке итергә…
Ғәҙәттәгесә оҙатып ҡуйған төндөң береһендә ҡапыл муйынынан ҡосаҡлап, ирененән һурып үпте лә, Әсмә:
- Һинһеҙ йәшәй алмайым, кәләш итеп ал мине, - тип бышылданы.
Бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән, йылы ирендәрҙән албырғап ҡалған Басир бөтөнләй ҡойолоп төштө. Тәне буйлап ҡалҡҡан эҫе тулҡынды тыйырға тырышып:
- Ниндәй кәләш ти инде, һин бәләкәй бит әле, - тип йылмайҙы. Үҙе гонаһтан алыҫыраҡ тигәндәй, сат йәбешкән ҡыҙҙан ысҡынып, ситкәрәк шылды. Әммә Әсмәнең бирешергә уйында ла юҡ ине. Хәҙер аңлашмаһалар, артабан егеттең уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡасыры көн кеүек асыҡ!
- Барыбер минеке буласаҡһың! Бер кемгә лә бирмәйем! Алмаһаң… ауырға ҡалдырҙың тип хәбәр таратам!
Ҡапыл үҙгәреп, ярһып киткән ҡыҙға аптырап, сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы Басир. Нимә һөйләй ул?
- Бер-ике ҡосаҡлағандан кеше ауырға ҡалмай инде, иҫәркәй…
- Йәй буйы оҙаттыңмы - оҙаттың! Бөтәһе лә күрҙе, ышандырыуы ҡыйын булмаҫ. Даның сыҡһа, ниндәй ҡыҙ әйләнеп ҡарар икән!
Иҫе китеп ҡатып ҡалды Басир. Бала ғына тип, ҡурсалап оҙатып йөрөүе бына нимәгә алып килде… Шундай бәләкәс йөрәктә ни тиклем мәкер ятҡанын һиҙмәгән дә! Атаһына был ғәйбәт барып етһә иманын уҡытасаҡ бит!
Ай, ахмаҡ, ахмаҡ…
- Юҡты һөйләмә әле. Мәктәпте бөт, уҡып берәй һөнәр ал, шунан ҡарарбыҙ… Кит, Әсмә, көтмәгәйнем һинән бындай яуызлыҡты!
- Яуызлыҡ түгел, һөйөү ул! Шул хәтле яратам! Шул хәтле… - башын юғалтҡан ҡыҙ тағы Басирға ташланып, тегеләй-былай янтайған егетте ҡосағына ҡыҫырға маташты.
Басир тулыһынса үҙен ҡулға алғайны инде. Ниндәйҙер өмөт биргәненә, үҙенә эҫендергәненә үкенеп, асыуы ҡабара барғанын да һиҙеп:
- Йә, етәр! Бар ин, башҡа улайтып ауыҙыңды ла асма! - тип тауышын күтәрә биреберәк өндәште лә, йүгерә-атлай ҡайтыу яғына һыпыртты.
Әсмәнең ялҡынынан, киләсәген уның менән бәйләргә маташыуынан шаңҡыған Басир бүтән осрашмаҫҡа ҡарар итте. Шундай матур тиҫтерҙәре булғанда, нишләп кенә шул иҫәркәй менән аралашты инде. Йәлләүҙән башҡа бер тойғо ла юҡ барыбер…
Арып-талып, төнгә хәтле бесән эшләгән егет клуб тирәһендә уралмаҫҡа тырышты. Һирәкләп сыҡһа ла, Әсмәне күреү менән, йә йәшенеп ҡала, йә ҡасып ҡайтып китә ине. Әлбиттә, әллә ниндәй пландар ҡорған, егетте күптән үҙенеке тип иҫәпләгән ғашиҡ ҡыҙға бындай боролош бөтөнләй оҡшаманы…
Йәйге эҫенән, күбә өйөүҙән арып ҡайтып, Һаҡмарҙың киске йылы һыуында рәхәтләнеп ҡойоноп, тәненә ял алып, яйлап ҡайтып ингән Басирҙы атаһының күкле-йәшелле тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе. Аллағол ҡарт үҙенең текә, ҡырыҫ холҡо менән билдәле ине ауылда. Ғүмер буйы колхозда эшләп, бөтә һаулығын ҡалдырған, бер аяҡҡа аҫҡаңҡыраған ир биш балаһын да тәртипкә өйрәтеп, эшкә егеп үҫтерҙе. Һуң ғына табылған кинйә малай булһа ла, Басирҙы берәү ҙә артыҡ иркәләтеп ултырманы - эш тә, туҡмаҡ та етәрлек эләкте ваҡытында.
- Кил әле бында! - атаһы көтөү ҡыуған сыбыртҡыһын тотоп, асыулы тауыш менән үҙенә саҡырҙы.
"Тағы нимә булды инде," - тип ҡурҡып ҡына яҡынланы Басир.
- Һин нимә, кеше алдында рисауай итәһең, маңҡа малай? - уртын сәйнәп, ярым шыбырлап өндәште Аллағол ҡарт. - Шул хәтле… кәрәк булғас… яңғыҙ бисәләр бөткәнме ни һиңә, йәнем көймәгәйе! Нишләп ул уҡыуын да бөтмәгән ҡыҙға тейҙең? Ҡорһағын һөйрәп килеп тора! Барып ғариза яҙһа - нишләйһең, аңра?
Бер нәмә лә аңламаған Басир, өҫтөнә менеп килгән, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәткән атаһынан шөрләп:
- Ниндәй бисәләр… Кәрәкмәй миңә берәү ҙә… - тип мөңгөрләп, артына сигенде.
- Әә, ызначит мотлаҡ ҡыҙ кәрәк инде… Кәрәгеңде бирәм хәҙер! Мә!
- Нимә эшләйһең ул ат… ай! Ай! - Киҙәнеп сыбыртҡыһы менән һуғып ебәргән атаһына аптырап ҡарап, сырылдап ҡысҡырып ебәрҙе Басир. Осаһын өтөп үткән һыҙлауҙан бигерәк ғәрлегенән атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, сығырынан-сығып ярһыған, туҡтарға йыйынмаған атаһынан кәртә арты буйлап абына-һөрөнә ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сатанлап бик баҫтыра алмаһа ла, тағы бер-икене эләктереп, ҡаты һүгенеп тороп ҡалды Аллағол ҡарт.
Төн төшкәс кенә ҡайтып, өйгә инергә ҡурҡып, аласыҡҡа инеп ятҡан улын йәлләп, Ғәйшә, ипләп кенә сығып, һөйләшеп алырға булды.
- Хәҙер нишләйбеҙ инде, улым? Бөгөн килеп, йөклөмен тип илап тора бит… Әсмәне әйтәм… Дөрөҫмө шул хәбәр? - тине эргәһенә ултырып.
- Дөрөҫмө-түгелме, ғәйбәттең бысрағынан таҙарынып буламы ни… Өйләнермен. - Басирҙың тауышы бошонҡо сыҡты.
- Аһ… Күңелеңә ятһа ярай ҙа…
- Һеҙ бит үҙегеҙ шулай тәрбиәләнегеҙ! Кешене бәләлә ташларға ярамай, ҡыҙҙарҙың күҙ йәшен алырға ярамай… Дөрөҫ түгелме ни?
Әсәле-уллы өндәшмәй, һәр береһе үҙ уйҙарына батып ултырҙы.
- Йәлләйем мин уны… Берәүһе лә юҡ бит, шуғамы икән, тиҙ генә эҫенде лә киттесе. Ярай, йәшәһен беҙҙә, һеңле һымаҡ булһа ла… - тип ҡуйҙы Басир ахырҙа.
- Эй улым… Йәлләүгә генә ҡоролған ғаилә бәхетле булырмы һуң? Ваҡыт үтеү менән йәлләүең бөтһә, йөрәгеңдә ни ҡалыр?
- Әсәй, ҡатмарлаштырма ла, ҡайғырма ла юҡҡа, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Етем баланың ҡарғышын алмай ғына, ыңғай хәл итәйек тә ҡуяйыҡ.
Ошо төнгө һөйләшеүҙән һуң яйлап туйға әҙерләнә башланы Ғәйшә. Ире тәүҙә был турала ишеткеһе лә килмәй, күҙе шәмәреп, көн һайын килгән Әсмәгә ҡарап, "тфүй, ғейберәт", тип кенә ебәрһә, тора-бара, башҡа юл күрмәй, яйлап күнде.
Әсмә иһә, бөтөнләй ҡыйыуланып, уҡыу йылы башланыуға ҡарамаҫтан, бер туҡтауһыҙ Ғәйшәләрҙең тупһаһын тапаны.
Ололарҙан Нәғимә әбей генә булғанлыҡтан, нисек һөйләшеп аңлашырға тип баш ватып йөрөгәндә, бер көнө дәү кәүҙәле оло ҡатын үҙе елпелдәп килеп етте.
- Шәпме, Ғәйшә, - тип ахылдап бер аҙ тын алып торҙо ла, туранан-тура һүҙ башланы ул. - Минең Әсмә Басирыңа кейәүгә сығам ти ҙә баһа!
Сәй әҙерләп йөрөгән хужабикә, төҫһөҙ генә йылмая биреп:
- Һаумы, Нәғимә апай, әйҙә, үт. Шулай ти шул… Әллә бирмәҫкә итәһеңме? - тип ҡаршыланы.
- Бынағайыш! Башы йәш бит әле, ниндәй ир ти инде, уҡыуын да бөтмәгән! Нисек инде, аһ-аһ… Һуң исмаһам, һин әйтһәңсе!
- Әйтеүҙән үткән инде… Күптән эш боҙғандар…
Ауыҙын бер асып, бер ябып торған Нәғимә әбей, ҡапыл сайҡалып китеп, ишек төбөндә торған семәрле ағас һикегә ултыра төштө. Йөрәге насарҙы һиҙеп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә:
- Ниндәй эш? - тип бышылданы.
Икмәк телеп, һыуытҡыстан тәм-томон өҫтәлгә теҙгән Ғәйшә, күҙ һирпеп алды ла:
- Билдәле инде, ниндәй икәне… Мине тағы бер тапҡыр ҡартәсәй яһарға йөрөйҙәр, - тип ҡуйҙы.
Аптырап, шаңҡып ҡалған оло ҡатын бергилке өндәшә алмай, йоҡа ирендәрен сәйнәп ултырҙы. Ахырҙа, ҡалтыранған тауыш менән:
- Эй Аллам, унан ниндәй ир ҡатыны сыҡһын да, ниндәй әсәй сыҡһын инде, үҙе бала ғына… - тине иламһырап.
- Бәпәй яһарға баштары еткәс - ҡарарға ла етер! - хужабикә асыуланыбыраҡ яуап бирҙе, әйтерһең дә ул ғәйепле ошо хәлгә!
- Кем баҡсаһына таш атҡаныңды аңлап торам… - Нәғимә әбей ауыҙын ҡымтып ултырҙы ла, түҙмәй, сеңләп илап ебәрҙе. - Хоҙайым, күрәһеләрем бар икән ҡартайған көнөмдә! Күпме бала үҫтерҙем, ә быныһын тота алманым! Тәүҙә етем тип йәлләп өндәшмәнем, ә аҙаҡтан тыңлатып та булманы! Ишекте япһам - тәҙрәнән, тәҙрәне япһам - тишектән тигәндәй, ҡасып сыға ла китә бит! Ана ниндәй эш ҡылып йөрөгән икән ул!
Ауылдың ихтирамлы ағинәйҙәренән һаналған оло кешенең һамаҡлап илап ултырыуынан Ғәйшәнең йөрәге ауыртып, ҡыйын булып китте. Тиҙ генә эргәһенә килеп, яурынынан ҡосаҡлап йыуатырға кереште.
- Эй Нәғимә апай, һине бер ҙә рәнйеткем килмәгәйне! Илама, йә ауырып китерһең… Һиңә инде ни үпкә - үҙ хәлең үҙеңә саҡ. Хәҙерге йәштәрҙе тыңлатып буламы ни! Илама, илама, - тип ипләп кенә торғоҙоп, өҫтәлгә яҡынлатты.
- Әйҙә, ултыр, сәй эсеп, һөйләшеп алайыҡ. Көймә, әллә ни ҡурҡыныс нәмә булмаған инде, берәү ҙә үлмәгән-ҡалмаған, тигәндәй… Туйҙы ни үткәрербеҙ, шул хәтле бергә булғылары килгәс. Йә дәвлинйәң күтәрелеп ятырһың, ҡуй илама, - тип, баланы йыуатҡан кеүек гөрөлдәне ул.
Шулай итеп, ике ҡатын илаған ерендә илап, көлгән ерендә - көлөп, йәштәрҙең яҙмышын хәл итеп тә ҡуйҙы…

Рәнйеш.(хикәйә)
Көн шундай матур,ҡояш ҡыҙҙырғандан -ҡыҙҙыра,Гөлгөнә ашамлыҡтар һалынған төйөнсөгөн төйнәп ире янына ашыҡты,йәп-йәшел киң яланлыҡ,сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ.Рәмиле ҡолас таштап ,бураҙналар һалып бесән саба.Вәсиләһе лә бында,уныһы балаларса ҡыуанып гөлләмәләр йыйнай.Әсә кеше йүгереп барып сабыйын күкрәгенә ҡосайым тигәнсе,уныһы әллә ҡайҙа юҡ булды,әллә ҡасыш уйнай башланымы.Саҡырһаң тауыш бирә ,ә үҙе күренмәй.Шулсаҡ уның ҡулбашына кемдер ҡағылған кеүек булды,әсәһе икән.Ул бында ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң.Инде нисәмә йылдар бит,әсәһен күргәне лә,хәлендә белешкәне юҡ.Әсәһе иренен ҡыбырлатып"балам!"-тигәненә ҡапыл уянып китте.Йоҡлай алмай уйланып бер аҙ ятҡас,сабыйҙарса мыш-мыш йоҡлап ятҡан ҡыҙының юрғанын барып рәтләне.Шкафтан барып йөрәк дарыуын эсеп алды.Түшәгенә кире барып ятҡайны ауыр күҙ ҡабаҡтары үҙенекен итте,киренән йоҡлап киткән.Тағы төш күрә.Ҡыҙын таба алмай һаман интегә.Ире бер ни булмағандай тыныс килеш,һаман бесән сабыуын белә.Рәмиленә ҡысҡыра уныһы ишетмәй,тағы әсәһе күренә ап-аҡ кейемдә,ҡыҙыҡайы Вәсиләне етәкләп әллә ҡайҙа китеп тә баралар."Көтөгөҙ мине,миндә һеҙҙең менән!"-тип йүгерә генә башлағайны ,нимәгәлер барып һөрлөктө.Шаптырлап танауынан,ауыҙынан ҡан китте.Нишләп әсәһе ярҙамға килмәй икән балаһына."Әсәй ярҙам ит,ҡалдырмағыҙ,мине"-тип үҙенең ҡысҡырған тауышына тағы уянып китте.Сәғәтенә ҡараны таңғы биш кенә икән.Әсәһе менән берәй хәл булдымы икән әллә.Ниңә туҡтауһыҙ күренә һуң.Гөлгөнә ун беренсе синыфты тамамлап ҡулына аттестатын алғас,йыр бүлегенә инер өсөн баш ҡалаға юлланды,документтарын сәнғәт училищеһына тапшырып,экзамендарын , алыҫ булһа ла Мәрйәм апайҙарында көттө.Үҙенсә әҙерләнде, китаптарын да алып килгәйне,кәрәк булыр тип.Тик тәүге һынауҙа уҡ төштө лә ҡалды.Комиссияла ултырыусы , үҙенә текләгән ҡараштарҙан ҡурҡып ҡаушап ҡалды инде әллә,белгәндәрендә оноттола ҡуйҙы.Тегеләр өҫтәлмә һорау ҙа биреп ҡаранылар.Юҡ башҡа килмәһә килмәйҙә ҡуя икән ул.Былай мәктәптә дүрткә,бишкә уҡыған бала.Тауышы ла моңло.Ҡайтып тиҙ генә сумаҙанын йыйҙы ла ,"тиҙерәк ҡотолайым был тирәнән"-тигән кеүек,райондарына ҡайтыусы автобусҡа һуңламаҫ өсөн йүгерҙе.Мәрйәм апаһы ул ваҡытта эштә ине,квартираны бикләп асҡысын күрше инәйгә индереп биреп китте,Гөлгөнә.Ауылына иртәгеһенә генә ҡайтып етте.Ул яҡҡа автобустар иртән генә була шул Өфөнән ҡайтһаң ике көнөң генә юлға китә.Сумаҙан күтәреп инеп килгән ҡыҙын күргәс әсәһе ултыра төшә яҙҙы.;-Был ни ғәләмәт.Кисә сығып киттә ,бөгөн әйләнеп ҡайт.Әллә таҡа ла экзамендарыңды биреп торманыңмы ,хәҙер ауылға ҡайтып нишләп ятмаҡ кәрәк,әсәң кеүек билдән былай батҡаҡҡа батып,колхоз һыйырҙарын һаумаҡсыһыңмы?-тип борҡоп китте.Ҡыҙы;-Кәрәкһә һауырмын.Үҙемә аҡса эшләйемдә киләһе йыл,тағы барып ҡарайым,вәт!Әсәһе һаман асыуынан ҡайтмай;-Эйе берәүҙәр һыйыр һауып байыған,ти,ошо көнө әллә кемдәр миллионер булып бөткән булыр ине ,инде хатта-тип тышҡа сығып китте.Әсәләре атаһы менән айырылышҡандан бирле,донъяның бар йөгөн үҙе тарта шул.Ҡыш сатлама һыуыҡтарҙа ,аяҡтарына кейгән итектәренә тиклем туңып ҡайта.Кешеләрҙең иң тәмле йоҡоларында ,аяҡ аҫтындағы ҡарҙарҙы шығырлата баҫып эшкә китәләр.Төн булһа йөрөп сыға йоҡлай алмай,"аяғым ҡороша"-тип,хатта түҙмәй сеңләп ебәргән ваҡыттары ла булыр ине.Ул гел мыртыйы менән икеһенә"Уҡығыҙ,тырышығыҙ,минең кеүек күнәк күтәреп ыҙаланмағыҙ,беҙгә ул ваҡыттарҙа уҡыу теймәне,биш класс бөтөп ниндәй уҡытыусы булһында,ниндәй әртис булһын "-ти ине.Гөлгөнә әсәһен тыңламаны фермаға йәш быҙауҙарҙы ҡарарға инде.Ауылдың зоотехнигы ҡуш ҡуллап ,хатта сәпәкәй итеп эшкә алды уны.Ярты йыл йөрөгәндән һуң , шул уҡ ауылдың тракторисы Фәрит исемле егеткә кейәүгә сығып,туй яһанылар.Тик нишләптер тыуасаҡ балаһы төшөп тик торҙо.Бер йыл самаһы әсәһе менән бергә торҙолар. Быға тиклем ауыҙына араҡы алмаған ,ире лә йыш ҡына эскелеккә бирелә башланы.Әсһе менән икеһен өйҙән ҡыуып сығарған ваҡыты ла булды.Тынысланып йоҡлап киткәнен көтөп ,кире өйҙәренә ҡайтырҙар ине.Иртән иртүк ,әсәле ,ҡыҙлы тағы эшкә китәләр.Ҡайтһалар бит,баш шешенгән ир пахмилға шешә таптыра.Бер көн киске аш ваҡытында,унда Фәрит сығып киткән булған,әсәһе әйтеп һалды;-Ҡыҙым мине баштан тыңламаның,уҡырға бар тигәнгә,бер
ауылдың эшкинмәгән етем еһеренә иргә барҙың,үҙеңә лә,миңә лә тыныслыҡ юҡ,ҡартайған көнөмдә.Әйттем йәшһең,һиңә әлегә ир нимәгә тип,юҡ тыңламаның-тип һүҙен әйтептә бөтөрмәне,Гөлгөнә өҫтәл артынан ярһып тороп уҡ китте.;-Һин генә ғәйепле бында,һәр-бер нимәгә ҡыҫылып,Фәриттә эсмәҫ ине,һин уны көндә шул һүҙең менән ыжыйһың,етте һиңә лә,күп тыңланым инде,мин хәҙер күптән балалыҡтан сыҡҡан ҡатынмын!Шул ярамай,был ярамай.Бала табырға иртә,тип,һинең арҡала мин балаға уҙа алмайым.Ана Шәкирәләр рәхәтләнеп икәүҙән-икәү йәшәп яталар,берәүҙә ҡамасауламай.Между прочим әсәйҙәр төпсөк улдары менән йәшәргә тейештәр,Йәмил ҡалала бүлмә снимать итеп йәшәй бит-тине.Аҙаҡҡы һүҙенән үк аңлашыла ,улың янына кит тигән һымаҡ.Йөрәген ярып сыҡҡан балаһынан ундай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне,әсә кеше,эстән нимәлер өҙөлөп китеп йылы ҡан аҡҡан кеүек булды.Иламаны, бәғре генә өтөлдө.Өҫтәл янынан саҡ тороп китеп ,тышҡа саф һауаға сыҡты.Киске һалҡын ел сикәһенә килеп ҡағылды.Әсетеп китте."Нишләргә ,был үҙ өйөңдән ҡыуылыу булып сыҡты түгелме,һуң,сығып китер ине әҙәмдән оят,балаңдың битенә бысраҡ яғыла,ғәйеп ысынлапта үҙендәлер,ҡыҙы әйтмәксе,бынан түбән бер ниҙә өндәшмәҫкә кәрәк"- тип ,үҙен йыуатҡан һымаҡ әйтте.Гөлгөнә өс көн тирәһе әсәһе менән һөйләшмәй йөрөнө лә,бер көн күтәрелеп"Минең ҡалала йомошом бар ,өс көндән ҡайтам"-тип сығып киткәндән,нисәмә һыуҙар аҡты,ҡош телендәй сәләм ебәреп тә үҙенең ҡайҙалығын иренә лә,әсәһенә лә белгертмәне.Фәрит тә ,төп йортта бер аҙна тирәһе йәшәне лә,улда ҡайҙалыр китеп олаҡты.Гәүһәр инәй япа-яңғыҙы тороп ҡалды.Хәҙер инде Гөлгөнәнең дә сәстәренә яйлап сал төшә башлаған.Шул китеүҙән ҡалала заводҡа эшкә урынлашып,үҙенең яртыһын табып,тағы байтаҡ йөрөгәндән һуң ,бер ҡыҙ бала табып алды.Әсәһен ошоғаса бер нисә тапҡыр төшөндә күрһә лә,бик иғтибар бирмәне.Ә бөгөн уға йөрәге һыҙлай,үҙе берҙән-бер ҡыҙына әсә булып ,хәҙер үҙ әсәһенең хәлен аңлай башлағанмы.Таныштары аша ауылының мәктәп телефонын табып,директорға үҙен танытмай ғына ,"Гәүһәр инәйҙең хәлен белешәйем,тигән инем"-тип һорашты.Теге яҡ остан ҡаты ғына тауыш яуап бирҙе"Ул байтаҡтан ,Өфө дауаханаһында ята,нимәһенәлер операция яһатҡан ,тиҙәр"-тип хушлашып ,трубканы һалды.Гөлгөнә нишләргә лә белмәне,ҡысҡырып илайым тиһә күҙ йәше сыҡмай.Ьүлмәнең бер осонан ,икенсе яҡ осо буйлап эй тапанды.Былай булмай,тиҙ генә кейенеп,сумкаһын яуырынына аҫты ла,туҡталышҡа йүгерҙе.Ул ятҡан дауахананы эҙләп тапты.Үҙенән-үҙе аяҡтары һерелдәй башланы,тиҙерәк әсәһе янына ашығырға кәрәк.Хирургия бүлегендәге палатаға йүгереп инде.Ҡатын шундуҡ ғәзиз кешеһенең хәле хөрт икәнен аңланы.Уныһы ҡыҙын күргәстә ,йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу юлы һыҙҙы.Күҙҙәре нурланып,Гөлгөнәгә төбәлде ;"Балаҡайым!"-тине ул наҙлап.-Рәнйемә әсәй зинһар миңә,!Яңылыштым!Кисер мине әсәкәйем!-тине ҡатын әсәһенең ҡулдарын усына алып.-Эй,балаҡайым!Нишләп мин үҙ балама рәнйеп китәйем,бына күңел генә,йөрәк кенә үҙенә урын таба алмай-тип бышылданы ул.Гөлгөнә һаман илаулап,-Әсәкәйем ,минең ҡыҙым бар ,исеме Вәсилә һиңә оҡшап ,төҫкә ап-аҡ,һылыу ғына-тине.-Вәсилә...Вәсилә бик матур ,аҡыллы,тыңлаусан бала булып үҫер- тине лә Гәүһәр әбей мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.-Әсәй,әсәкәйем,зинһар ташлама мине!Һуңланым бит,һуңланым әсәәәй.....-тип ярһып илаған ҡатынды ,табиптар уколһыҙ тынысландыра алманылар.Буранлы ҡыштарҙан һуң,ҡабат яҙ,йәмле йәйҙәр етте.Гөлгөнә үҙе әсә булғас яңы аңланы.Әсәйҙәрҙәндә бөйөк ,илаһи кеше юҡ икән.Улар һистә үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙәр.

Мүскә.(хикәйә)
Тәскирә кисәге байрам кәйефенән әле булһа айнығып етмәгәнгәме ҡарлыҡҡан тауыш менән үҙенә ярҙамға саҡырҙы.Тик бер ниндәйҙә хәрәкәт ишетелмәне.Ятҡан урыны дөм ҡараңғы ,хоҙайым әллә тере килеш , ҡара ергә күмгәндәрме .Тегеләй ,былай әйләнәм тиһә башы, йә аяғы ниндәйҙер таҡтаға төкәй.Әллә ҡасан гүр эйәһе булған әсәһен иҫенә төшөрөп,ҡурҡышынан йәнә ҡысҡырҙы."Әсәй,әсәй -тимен". Ята биргәс ҡурҡышынан сабыйҙарса ҡысҡырып илай башланы."Ныҡ һалдырып йоҡлап китһә,тәки ләхеткә һалып күмгәндәр",ауыҙ эсенән әҙерәк белгән бисмиллаһын әйтеп ,алланан ярҙам һорап ялбара башланы.Шул ваҡыт ҡатын ятҡан урындың өҫтөнә нимәлер гөрҫ итеп ауып төшкән кеүек булды."Сыҡ , атаң башына унда кереп ятаһыңмы",иҫерек иренең һүгенгән тауышы сыҡты ла ,бер ,ике таҡтаны алғайны ятҡан еренә әҙерәк яҡтылыҡ төшкәндәй булды.Ире ҡатынының аяғынан тотоп һөйрәкләй башланы."Йә, һике аҫтында нисек төн үткәрҙең , хайуан !Сығырға урын таба алмай йөҙәп ятаһыңмы?-тип ныҡ ҡына итеп тондороп та өлгөрҙө.Сәсе башы туҙған, ҡатын әле булһа төшөнөп етмәгән кеүек ,"Кем мине ул һике аҫтына алып барып тыҡты икән?"-тип аптыраулы ҡарашын иренә ,унан ысынлап та өнөммө был төшөммө тигән кеүек өй эсенә күҙ йүгертте. Яйлап үткән төн ҡунаҡтар менән ныҡ күңел асҡандарын иҫенә төшөрөп ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе."Эй ,иҫәр ҡайһылай йәтеш урын тапҡанмын бит әле, һинең йүләр һүҙләреңдән дә ҡасып ятҡанмын инде" , ире эсеп ултырған шешәнән үҙенә лә ҡойоп өлөш сығарғас, тағы ла күңелләнеп китте.Өй эсе ни тиһәң шул ,кисәгенән ҡалған өҫтәл, балалар кейемдәрен теләһә ҡалай ырғытҡандарҙа мәктәпкә йүгергәндәр.Күрәһең йоҡлап ҡалғандар.Көн яйлап төшкөлөккә ауҙы .Быйыл беренсегә төшкән Мәлис йүгереп ҡайтып инде лә ,әле булһа айнығып етмәгән ата-әсәһенә асыуланған төҫ ташлаған һымаҡ ҡарағайны Тәскирәгә етә ҡалды."Һа,Мүскә ҡайтты еҫкәнеп ,ниңә улай иртә ,ҡасып ҡайттыңмы әллә дәрестән , бар тай кире мәктәпкә"-тип ултырған еренән тәнтерәкләп килеп ,малайҙың ике ҡолағынан да бора башланы ,"Әсәй! Ауырта бит .Әсәй! Теймә миңә дәрес бөттө бит һуң,көн һайын ошо ваҡытта ҡайтам бит"-тип аҡырып иларға тотондо.Уҫал ҡатын көслө ҡулдарынан баланың ҡолағын ысҡындырғас ,аҫҡан сумкаһын йолҡа тартып алды ла ,малайҙы тышҡа елтерәтте. Мәлис илауынан саҡ туҡтап ,кире мәктәпкә йүгерҙе.Ундағы иҙән йыуыусы апай малайҙы күреп,"Улым дәресегеҙ бөттө бит ,ниңә тағы килдең берәй нәмәңде оноттоңмы әллә"-тип арҡаһынан яратты.Уныһы ; "Юҡ ,инәй өйҙә яңғыҙыма күңелһеҙ шуға Тамара апйымды көтәм "-тип алдашты.Апаһы өйҙә булһа уға бик туҡмаҡ эләкмәй,шулай ҙа инде 10-сы класта уҡыған ҡыҙ артынан эйәреп йөрөү тағы килешеп етмәй,уның турала башҡа малайҙар нимәләр уйлауҙары мөмкин. Әсәләре эсмәһә уларҙан да яҡшы кешеләр юҡта .Ҡайһы ваҡыт кире балалар йортона ҡасҡыһы килә уның.Иҫ белә башлағандан уҡ ул шул йортта ине.Биш йәшендә генә икенсе атаһы Латип менән әсәһе Тәскирә килеп уллыҡҡа алдылар. Тамара ҡыҙҙарынан башҡа улар бәпәй һөйә алмағандар.Был ейәнсәрен дә, оләсәһе үҫтерешкән .Малайҙы алып ҡайтҡас эй ҡыуанған булғайны "ейәнсәремә ҡусты булды"-тип.Бер йыл үтеп ,ҡаты сиргә һабышҡас,уның күҙҙәре мәңгелеккә йомолдо .Шунан алып уларҙың тормоштары кирегә китә башланы.Ғаилә башлығының уң аяғы ныҡ һылтаңҡырай ,һөйләүҙәренсә автоаварияға эләккән.Шуға пенсия алып йәшәйҙәр.Йорттары ике бүлмәле ,эре,ваҡ мал аҫрайҙар үҙҙәренсә.Балалар йортондағы исеме "Малис"унан "Мәлис" тән нишләптер "Мүскә"гә әйләнде.Эйе малайҙа урыҫ ҡаны.Булһа һуң!.Бында ҡандың ни ҡыҫылышы.Үҙҙәре оҡшатып тик уны ғына улыҡҡа һайлағандар"- кескәй малайҙың башынан әллә ниндәй уйҙар йүгерҙе. Дәрес бөтөүҙе аңлатып ҡыңғырау сыңланы.Әхирәте менән көлөшөп төшөп килгән ҡыҙ Мәлис те күреп ,шундуҡ өйҙәге хәлде аңланы.Тиҙ генә өҫтөнә пальтоһын һалып ,малайҙы етәкләп , яр буйында урынлашҡан өйҙәренә табан атланылар.Ишек эстән элеүле.Ҡыҙ тәҙрәне ипләп кенә туҡылдатты.Асыусы булманы.Сумкаһын ҡустыһына биреп ,ишекте йән көсөнә эй тартты,эстәге келә ысҡынып ҡапыл ишек шар асылып китте.Өй эсе һалҡын,мейескә яғылмаған.Әсәһе яҡтылыҡтан ҡасҡан төҫлө тағы ла,төн үткәргән һике аҫтына башын тыҡҡан килеш йоҡлап киткән.Күрәһең ҡалған кәүҙәһен һөйрәргә хәле ҡалмаған.Атаһы еңеүсе ҡиәфәтендә тас
салҡан диванда йәйелеп ята.Тамара өҫтөн алыштырып өй йыйнарға кереште ,ҡустыһын мал ҡарарға сығарҙы.Яңы уҡырға төшкән баланың көсө күпме генә инде .Үҙенән ҙур өс саталы һәнәкте һөйрәп бесән һибте лә ,аҫтарын таҙартып инеүгә өй йылынып ,апаһы сәйҙә әҙерләгән ине инде.Тегеләр йоҡлаған арала тип,һәләтләп дәрестәрен ҡараштырҙылар . Малай үҙе китап уҡый ә уйҙары Тамара апаһында,"Берҙә генә атай-әсәйгә оҡшамаған ,кешелекле ,итәғәтле үҙе егәрле ,минең әсәйем ул булһа икән".Апаһы телевизорҙы тоҡандырып биреп ,ҡустыһының башынан һыйпап яратты ла ,әхирәттәренә йүгерҙе. Мәлис ҡыҙыҡһынып китеп ниндәйҙер әкиәт ҡарай ине,атаһының һүгенеп килеп ҡолаҡ төбөнә тондорғанын һиҙмәйҙә ҡалды."Тәүҙә сәғәтте ҡара ун булып киткән ,ә һин дәрескә бармай ниндәйҙер кина ҡарайһың,бар малға бесән ырғыт,ҡара һин уны, ялҡау ,был баланан кеше сыҡмаҫ ул-тип ,көн менән төндө бутаған Латип ,телевизорҙың шнурын тартып елләне.Малай ;"Атай хәҙер төн бит инде,мин бесән һалып индем"-тип кенә әйтә алды ,"Ах ,Мүскә ищеү телләшеп маташа ,ҡара туйып һикерә башланы "-тип ,кескәй Мәлистең , көслө ,услаптай ҡулы менән елкәһенә йәбешеп ,һике янына этеп ебәрҙе.Малай тәсмәрләп әсәһе янына барып төштө лә,"Әсәй!Тор инде"-тип ,уның кәүҙәһен һелкетеп шыңшып илап ебәрҙе."Шыңшыма ,ир булғас -ир бул, эт кеүек ултыраһың ,Мүскә!Һине шулай тәрбиәләмәһәң ҙурайғас елкәгә менеп ултырасаҡһың!"-тип ,аяҡ үксәһе менән тағы тибеп ебәрҙе.Бисара малай ҡурҡышынан әсәһе ятҡан һике аҫтына шыуыша башланы.Атай тейеш кеше нимәләрҙелер иҙәнгә ырғытып ,уларҙы типкеләй башланы,һике аҫтындағы малайҙы бер аҙ онотто шикелле.Тәмәке тартырға тышҡа сығып китте.Мәлис шуны ғына көткәндәй ,йылы курткаһы менән итеген алып ,мейес артына йәшенде "Апаһы ҡайтмайынса уға барыбер тыныслыҡ булмаясаҡ".Ауа түнә ир өйгә кереп төпкө бүлмәгә үтеүе булды ,малай тышҡа атылды.Ҡайҙа барырға ? Селлә ваҡыты .Ҡайҙандыр әсе ел иҫә.Эстән кофтаһын да кейергә онотҡан исмаһам.Башын курткаһының яғаһы менән ҡаплаған булды.Ике ҡолағынын осон ғына ,әсе һыуыҡ ҡаты итеп семтеп ала.Уның бар тәнен ҡурҡыу ҡатыш ,сатлама һыуыҡ ҡоршап алды."Әй ,апайым ҡайтҡансы ,мал аҙбарына инеп торорға кәрәк,унда тыштағыға ҡарағанда йылыраҡ,тыныста,атаһының мал аҙбарын ҡарарға уҡ башы етмәҫ"-тип уйлап ,шунда йүнәлде.Күҙгә төртһәңдә күренмәҫ дөм ҡараңғы.Тик ярыҡ аша күҙәткән айҙың яҡтылығы буйынса ,күҙалларға була.Уның өсөн Ай ағаһы ла ҡыуанған һымаҡ.Анда -бында шаяртып күҙ ҡыҫып ала төҫлө.Кәзә һарыҡтар бер-береһенә һыйынышып ,мөр-мөрт килеп көйшәңнәшеп кенә яталар.Күңелле булып китте,хатта йылыраҡ та бында Мәлис-Мүскәгә.Ятҡан ерҙәренән өркөтмәйем әле тип,ипләп кенән мөйөшкә барып сүгәләне.Аҫтына түшәргә бесән остоғо ла юҡ исмаһам.Ҡатыһына тиклем ашап бөткәндәр.Хәҙер атаһы тынысланып йоҡлап китһә ,өйгә инеп ,мейес янындағы карауатына ятып ,рәхәтләнеп йоҡлар.Бәлки ошо ваҡыт әсәһе лә айнығып тороп "Яратып ҡына "Мүскә маһ-маһ "-тип саҡырыр уны.Үҙе кәүҙәгә бәләкәй ҡураныс ҡына булғанға шаяртып "Мүскә"-тип әйткәйнеләр,ҡушамат булып йәбеште лә ҡуйҙы.Ул был һүҙгә лә үпкләмәй.Өйрәнеп киткән ине инде.Балалар йортонда унанда насарыраҡ ҡушамат таҡһаларҙа бирешмәне,әле.Тик атаһы менән әсәһенең ошо осорҙа, уға ҡарата хистәре һыуына төштө.Ярай эсһендәрҙә икән , апаһы менән икәүләп барыбер донъяны көтөп,уҡыуҙарын ҡараштырып торалар.Тик,бына юҡтан барға ҡысҡырып ,сәбәпһеҙ туҡмалыуҙары ҡыйын.Ә,ул тыуҙырған әсәһен берҙе лә күреп йәки иҫләп белмәһә лә ,яңы тапҡан ғаиләһен ныҡ яратып эҫенгәйне бит.Тәү ынғайы атаһы ,әсәһе ,апаһы бергәләшеп ат егеп еләккә,урман ҡыҙырып йөрөнөләр.Атаһы хатта уны матайҙа йөрөргә өйрәтеп маташты.Ауылдаштары уларға ҡарап һоҡланырҙар ине.Эскелеккә нимә этәрҙе һуң уларҙы.Донъя етеш.Быға тиклем атай кеше "Малай һөйә алмайым "-тип ҡайғырған.Ә,хәҙер.Балалыҡ ҡыуанысы ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туҡталып ҡалырмы икән ни һуң."-Мәлис күңеленән ошоларҙы уйлап ,ултыра биргәс ,ауыҙы асыла башланы."Йоҡламайым әле"-тип тырышһа ла ,ауыр күҙ ҡабаҡтары уны тыңламанылар үҙҙәренән ,үҙе йомолоп ,малайҙы алдаштырып күктәге йондоҙҙар араһына алып китеп аҙаштырҙылар.Тамара клубтан ҡайтып ,ут алырға ҡурҡып , аяҡ осона ғына баҫып ,диванына барып ятты.Өйҙәгеләр күптән хырылдашып
йоҡлайҙар ине инде.Таң атты ,теге икәү ҡыштырҙашып береһе мейес тоҡандырып маташа,әсәһе һауыт-һаба янында йөрөй.Балаларының кемеһенеңдер өйҙә юҡлығында белмәйҙәр әле.Ҡыҙҙары тороп ҡустыһының өйҙә юҡлығын һиҙеп ҡалып ."Әсәй!Мәлис ҡайҙа ул?.Тәскирә;"Ул шулай бит ул ни булһа ла өйҙәге эштән ҡасып ,мәктәпкә ҡасыу яғын ҡарай,исмаһам атаһына мал ҡарашып китһә лә өлгөрә ,уныһы сатанлап саҡ йөрөй.Балнисҡа һалһалар булыр әле бына"-тип ирен яҡлашты.Тамара ла" шулайҙыр ,кейемдәре күренмәй"-тип сумкаһын алып мәктәпкә ашыҡты.Юҡ,шунда ла уның кескәй йөрәге нимәлер һиҙҙергән кеүек.Ҡустыһы уҡыған класҡа йүгереп инде,күреүсе ,белеүсе юҡ. Коридор буйлап ,дуҫ малайҙарынан һорашты.Дәрес башланды.Әҙәбиәт уҡытыусыһы;"Сәлимова ,тиҙ генә кабинетҡа ин "-тип ҡысҡырғас,шунда кереп китте.Ирле ,ҡатынлы эсергә булмағанлыҡтан ,ҡайнар килеш ҡаты ғына итеп сәй эсеп, үҙҙәрен тынысландырғас,Латип мал асырға тип кәртәгә сығып китте. Көн бөгөн тағы ла нығыраҡ аяҙытҡан.Бейәләй эсенән ,ҡулды ялап маташа.Лапаҫ башынан бесән төшөрөп һалғас ,һарыҡ,кәзәләрҙең ишеген асып сығарҙы,кәритәһен һөйрәп килтереп ,аҫтын таҙартырға ингәйне,мөйөштә ниндәйҙер бәләкәй ҡарасҡы ултыра ,уйында һаман ,"Һарыҡ бәрәсләргә уйлайҙыр"-тип уйлап янына килгәйне,сүкәйгән килеш бала ҡатып ҡалған.Үҙен-үҙе тоталмаған ир бар көсөнә ыңранып ҡысҡырҙы ;"Улым!Булмаҫтыр,был һин түгел эйеме?,шул арала тышҡа һыу түгергә сыҡҡан Тәслимә лә ,иренең мал аҙбарында үкереп илаған тауышын ишетеп йөрәге ағып китте,килеп инһә атай кеше ҡатып ҡалған баланың сикәләрен тынын өрөп йылытырға маташа ине.

Ҡалын арҡа.
Булған хәл.
-Эх,ҡыҙыҡай! - Әнүәрҙең һуңғы һүҙҙәрен ишеткеһе килмәй, ҡолағын мендәр менән ҡапланы Зифа.
- Яратмайым мин һине,ҡалын арҡа, һин.
Ул көндө, ватылған һыуытҡыстың һыҙланып ҡына сығарған тауышын тыңлап ятты әле .Улы, Ильвирҙы әлдә генә өләсәһенә ҡалдырған. Атай-әсәһенең боларғанын күреп, йөрәге алыныр ине сабыйының.Урынынан шым ғына тороп, аш бүлмәһенә сыҡты. Ире, күренмәй. Тимәк, сығып киткән. Биш-алты сәғәтһеҙ ҡайтмаясаҡ.
-Аһ, гөлкәйҙәре тағын иҙәндә. Бөтә нимә тупраҡта. Енләнгән һайын шулай. Ишек вата, сәскәләрҙе ырғыта Әнүәре. Булған ғына мөлкәттәре эске һайын исрафлана. Хәтирәләргә төшөп китте....
Зифа, тәүге иптәше үлгәс, өс йәшлек улы менән яңғыҙ ҡалды. Ярты йыл тирәһе тыуған йортта көн күргәс, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән ине. Район үҙәгендә ашнаҡсы булып эшләне. Әсәһе әйтмешләй, ауыр эштә эшләмә, еңел яғыңды ҡара тигәс, ҡырҡа боролош яһаны. Өфөгә юлланды бәпесе менән.
Баштараҡ төрлө эштәрҙә эшләне. Һуңынан белеме буйынса китапхана белгесе булып эшкә урынлашты. Кистәрен күрше подъезда иҙән йыуҙы. Ҡуртымға алынған фатир ауырға төшә яңғыҙына. Шуға бер эштән ҡурҡмай эшләп, һәүетемсә улы менән көн иттеләр. Әкренләп донъя яйға һалынды. Дуҫы, Әлиә менән һирәк-һаяҡ осрашып торҙолар. Сөнки бала саҡ дуҫы кейәүҙә түгел. Икеһе лә яңғыҙ. Йәштәр, етмәһә. Әхирәте таныштырҙы ла инде буласаҡ иптәше менән. Михәйловка ҡасабаһында электрик булып эшләй икән Әнүәр. Ипотека ярҙамында ике бүлмәле фатыры бар. Атай-әсәһе ярҙам итешкән. Кәләш алып өлгөргән, ни сәбәп менәндер тиҙ генә айырылып та ҡуйғандар.Танышыуҙарына, йыл булып килә тигәндә, никах уҡыттылар. Донъя йәмләп тағы бер ғаилә усағы тыуҙы.
- Яратмайым мин һине, ҡалын арҡа һин, Зифа. Ну, үтмәй миңә һинең яратыу. Ялҡыттың, мине. Яраттыра алмайһың бит. Йөрәк янмай,понимаешь?...
Тәүҙәрәк ике йыл тирәһе матур йәшәнеләр. Утыҙҙы саҡ уҙғандар. Күңелле саҡ.Эш бар, өй бар. Ҡулдарында ут уйнай. Барыһы ла тигеҙ кеүек. Ильвир, бәләкәй бала. Үҙенең әкәмәттәре менән ҡыҙыҡтырып тора атай-әсәһен. Нимә-нимә улын сит итмәне иптәше. Уйната, шаярта, уйынсыҡтары тауҙай өйөлгән бәләкәй бүлмәлә. Әммә. Бер йыл элек кире үҙгәрештәр башланды.
...Баҡтиһәң, тәүге кәләшенән ире теләмәй айырылған. Кәләше, күрше ауылдан булған. Сыуаш милләтенән яртылаш. Атаһы башҡорт, әсәһе сыуаш. Саф башҡорт телендә һөйләшеп, башҡорт аштарын бешерһәлә Рита ярай алмаған ҡәйнәһенә. Сирҡанып,юҡ-бар-һөйләп тәки айырған йәштәрҙе. Яратһа, айырылмаҫ ине, тиһегеҙме ? Юҡ шул. Барыһы ла әсәһенә ҡаршы килә алмай. Әнүәр, айырылған. Бик ауыр кисергән. Йәшлек мөхәббәте шулай үкенесле яҙмышҡа дусар ителгән. Бәпестәре булып өлгөрмәгән. Бәлки атай-әсәһе әүрәп китер ине. Бына был хәлдәрҙе яңыраҡ ҡына эскән килеш илап һөйләп ултырҙы ире.
Ниңә һуң, исмаһам, Себер яҡтарына сығып китмәнегеҙ? Әкренләп күнер ине әле туғандарың- тип һораһала. Иптәше башын эйеп тик ултырҙы. Ошо һөйләшеүҙән, асыштан башланды ҡара көндәр.
Тәүҙәрәк аптырай ине шул, уртаҡ бәпес алып ҡайтайыҡ тимәгәнгә. Ауылға ҡәйнәләренә ҡайтһалар. Бына, беҙ, башҡорттар,ҡайттыҡ – тип килеп инер ине өйгә. Әнүәренең мөхәббәт тарихын ысынлап, төпләп ишеткәс кенә аңлап ҡалды.Төртмәле һүҙҙәренең мәғәнәһен.
Бик йыш эсмәһәлә, өс айға бер « спектакль» күрһәтеп торҙо. –Яратам, унһыҙ йәшәй алмайым - тип һөйләмәй тәүге ҡатыны тураһында. Тыныста йәшәтмәй. Һуңғы осор болара-һуғыша, донъя емерә башланы. Имеш,ҡалын арҡа! Йылылыҡ бирмәй икән Зифа, иренең күңелен үҙенә ҡарата алмай.
Ә бит иөхәббәт, шундай серле! Кемде яратырыңды, кем өсөн төн йоҡоларың бүленер икәнен кем белә..Тел менән әйтмәҫлек, күҙҙәр менән күрелмәгәән хис бит ул. Яратаһың и фсе. Көсләп яраттырып ҡара!
-Ниңә ҡалын арҡа тейһегеҙме. Аңлатам.
Зифа менән Әнүәр мунса бик һирәк бергә инәләр. Бергәләп барған хәлдәлә , йылы мунса һыуыҡ һымаҡ. Иркәләнеп-наҙланып күп ҡараны Зифа. Арҡа ышҡыта, йыуҙыра алмай бер йонсоно.Ҡатын- ҡыҙ еңмеш зат. Көсләп йыуҙырта ине арҡаһын. Ир нимә өсөн әтеү –тип.Теләр-теләмәҫ Әнүәре йыуыштырҙы. Апай, килен-туғандарының мунса әкәмәттәрен тыңлап, ысын мәғәнәһендә көнләшә ине Зифа. Иптәшем, һыу һалып ҡойондора. Йә булмаһа, аяҡтарымды минлек менән сапты. Был минуттарҙа шул хәтлем үҙен яңғыҙ тоя. Ысын мәғәнәһендә, яңғыҙ. Хикмәт бит арҡа йыуыуҙа түгел. Берекмәгән күңелдә эш башы.
....Бына ошондай хәтирәләр менән көн кискә ауышты. Иҙәндәге тупраҡ йыйылды. Бысраҡты йыуып бөтөп була. Тел, ҡул, күңел башҡарған ҡара эштәр генә эҙҙәр ҡалдыра. Бына әлелә тап-таҙа итеп донъяны таҙартып алды. Һәм уйға батты. Ире өйҙә юҡта...Тәрән уйға батты. Ҡалын арҡамы?
Интернет селтәренән көндәшен эҙләй башланы. Бәлки яңғыҙҙыр.Төрлө хәлдәр була, эҙләп ҡараһын әле. Ихлас күңелдән ҡауыштырыр ине Әнүәрен. Эсмәһә, һәйбәт бит ул. Ҡунаҡта матур йөрөй. Баланы балалар баҡсаһынан ала. Матур күлдәктәрҙе лә бергәләп һайлап алалар.Сөнки, төҫкә-башҡа матур ҡатын-Зифа. Үҙе түгел, кешеләр, белгән-күргәндәр һоҡланыуҙарын йәшермәй.
...Хәҙер бит һәр бер ауылдың интернет селтәрҙә –ауыл битлеге бар. Күрше ауыл булғас, тиҙ тапты Ританы. Ысынлап, төҫ ташламаған нәҙекәй генә һылыу йәш ҡатын . Яратмаҫлыҡ түгел. Бушҡа өҙгөләнмәй йәре. Зифаның йәшендә, утыҙ дүрт йәш. Бөтәһен, асып-ярып яҙҙы хатында. Һуңғы хәлдәрҙе йәшермәй теҙҙе генә. Иптәшем һеҙҙе онота алмай. Күсеп китергә лә риза. Һин ҡыйыу бул әле, Рита. Бәхетһеҙ йән булып йөрөмәгеҙ, өҙгөләнмәгеҙ –тип телефон номерын яҙҙы иренең. Тыныс ҡына уҡынылар теге яҡ экрандан. Яуап килмәне.Онотолоп та китте был сәйер аҙым.
--Ҡайҙа, Ильвир? Әлдә улым бар. Алып ҡайт, улымды. Минең –йыуанысым бит ул.. Эсеп-туйып ҡайтып , яҙмышына зарланып иҫерек килеш ауҙы. Хырылдап иҙәндә йоҡлап китте. Эй, аллам. Күҙ алдында тормоштан йәм тапмай был кешекәй. Бер әсәнең ҡәҙерле балаһы бит. Үҙен әрләп, ирен йәлләп тағы хат яҙырға кереште ҡатын.
Оҙон-оҙаҡ бер тормош кеүек үтте ул аҙна. Хәбәр юҡ ине әле Ританан. Эшкә барып, эштән ҡайтып ҡәҙимгесә тормош барҙы. Үҙ яйына аҡты. Һәр ваҡыт ҡына ирешеп тә торманылар. Матур йәшәп алған минуттары ла булды. Һөйөшкән кеүектәр хатта. Әнүәре айныҡты. Хәҙер берәй ярты йыл эсмәйәсәк. Һәр ваҡыт был уйҙар өмөт уята ине.Тик, Зифаның күңеле китек. Ғәйепле тоя үҙен. Бер уйлаһаң, ир бирмәк-йән бирмәк, айырым йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмай. Икенсе яҡтан, яратылмағын һиҙә, тоя Зифа. Асыҡ, тоя.
Зифам, өйрәндем һиңә. Рита..Рита –тип мөңғөрҙәгән ир һүҙҙәре онотоламы? Нисә тапҡыр ҡабатланды бит инде бергә йәшәгән дәүерҙә. Дәүер тип ней, биш йыл булып китте.
...Уйҙары тарҡалһала, Зифа иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Ул ваҡыттағы яҙған интерет-хаттан ярты йыл ваҡыт үтте. Иренең йылмайып йөрөүенән һиҙҙе. Тимәк, шалтыратҡан, Рита. Аяҡтары ергә теймәй. Оҙаҡ та үтмәй айырым ауылына ҡайтып килде. Һуңғараҡ, бөтөнләй эсеүен ташланы. Тик был үҙгәрештәр менән уйсанлыҡ баҫты күҙкәйҙәрен. Ташлап китергә ҡыйыулығы етмәгәнен йөрәге менән тоя, Зифа. Нисек түҙгәнен үҙе генә белә. Үҙ ҡулдары менән тапшырҙы бит ул сит ҡатынға ирен. Ниңә? Сөнки урталыҡта –Мөхәббәт ята. Яңылышлыҡтар, ваҡыт, айырылышыу арҡаһында-бүленгән бер яҙмыш. Матур йөрәк, йырлы йөрәк, мөхәббәтен һүндермәгән йөрәк.
...Ауыр булды, әлбиттә, икеһенәлә. Тик, яратмаған кешене ташлауы еңелерәктер. Яуапһыҙ һөйгәнгә –ауыр. Барыһы ла үтелде. Урам буйына сығарып ебәрмәне әлбиттә ,Әнүәре. Бәләкәй генә булһала бүлмә һатып алып бирҙе. Үҙе, Себер тарафтарына юлланды. Ильвирҙы ташламайым, ҡараясаҡмын- - тип әйтте, әлбиттә. Ярай, тормош күрһәтер. Үҫеп етербеҙ ,буй еткерербеҙ. Иң мөһиме-ғашиҡтар бергә. Бәхетле булырға тейеш ике йән. Булһындар, бәхетле.
..Зифаның хәле нисек? Яйлап, әкренләп тормош алға бара. Өҙөлөп ярата ул, ирен. Ярата. Яратҡанға күрә, яратылырға ебәрҙелә инде. Эстән,һыҙа әле. Мөхәббәтһеҙ-йәшәү - ҡояшһыҙ ҡара көн. Эйе,ҡалын арҡа булды иренә. Нисек кенә яғымлы, матур, эшсән һөйәк булмаһын-йылытманы урталыҡты.
Һин яратмаһаң, мин яратам, Әнүәр . Яратам...Беләм, һин дә яратаһың. Тик, башҡаны. Шуның өсөн һине, оҙатам. Һөйгәнеңә оҙатам...Оҙаттым.
Ҡатмарлымы тормош йүгәндәре, кемдәр табыр ысын һөйгәндәрен..Ыһ.
Римма Саньярова.
Тамам.
#РиммаҒәлиәхмәтоваСаньярова@hikayabash

(Хикәйәт)
Мин Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан "Көнсығыш емештәре ' баҙарында булырға яратам. Бында бәрәңге, кишер, шалҡан, кәбеҫтә кеүек беҙҙең яҡта үҫкән йәшелсә, емеш-еләк рәтенән, йылы яҡтарҙан, хатта океан аша килтерелгән ҡолаҡҡа ят исемлеләре лә һатыла. Ҙур ғына майҙанда тимер юл вагондары дәүмәлендәге тиҫтәләгән автомобиль - фураларҙа емеш-еләк, йәшелсәне килтереп , тиҙ арала һатып алыусыға еткереү өсөн һыуытҡыс - камералар, вағыраҡ машиналарга тейәп урындағы эшҡыуарҙарға таратыу өсөн майҙансыҡтар, күмәртәләп-бөртөкләп һатыу өсөн келәттәр булдырылған. Шунда килгән йөҙәрләгән тонна тәмлекәстәрҙе һатып алыусыға еткереү өсөн һанһыҙ күп йөк тейәүсе, өс тәгәрмәсле арба менән бер келәттән икенсеһенә тауар ташыусы арбакештәр, һатыусылар эшләй. Тәүге ҡарашҡа аңлашылмаған ҡырмыҫҡа ояһы кеүек мыжғыған баҙар менән шунда урынлашҡан ресторан-ҡунаҡхана алдына теҙелеп киткән иномаркаларҙың хужалары етәкселек итә. Бында йылы яҡтарҙан Башҡортостанға көн һайын меңәрләгән тонна йәшелсә, емеш-еләк килһә, миллионлаған һум аҡса кирегә, шул ризыҡты үҫтереп йыйыусыға табан юллана.
Беҙ ҡатыным менән был баҙарға йөрөргә яратабыҙ. Һәр ваҡыт яңы өлгөргән йәшелсә, бешкән емеш-еләк һатып алыу, һатыулашып хаҡын да төшөрөү мөмкинселеге үҙенә йәлеп итә.
Мине үҙемдең сәүит әрмеһенең иҫтәлеге булып ҡалған үзбәк-таджик һүҙлегем буйынса һатыусылар менән гәпләшеп алыу ҙа ҡыҙыҡһындыра. Барған һайын таныштар ҙа арта,йылмайып ҡаршы алалар,үҙ телдәрендә сәләмләйҙәр, хаҡтарын кәметәләр. Һин дә һатыулашҡан булаһың, әммә уларҙың ҡармағына эләккәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың - шуҡ һатыусы һине кәрәгенән артығын һатып алырға ла күндерә Тажик Сагдуллаев Рахмон менән шулай танышып киттек. Минең йәштәрҙә, сал һаҡал-мыйыҡлы, мыҡты кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө һатыусы минең "инжоу био" тигәнгә көлөп, "откуда знаешь?" тип һораны. Урыҫса таҙа һөйләшә,заманында совет армияһында хеҙмәт иткән икән. Рахмон ҡысҡырып : "Через две зимы" , тип йырлап ебәргән ине, мин дә ҡушылдым, икәүләп баҙар яңғыратып Совет Армияһында беҙҙең осор һалдаттарының яратҡан строй йырын иҫкә төшөрҙөк . "Эту песню пели, да?" тип һораны тажик сәүит һалдаты." Эйе", тинем, тик ҡапыл иҫкә төштө, беҙ бит стройҙа икенсе йырға йырлап йөрөнөк.
1973 йылдың яҙы. Белоруссияның Гомель өлкәһе, Мышанка тигән ерҙә урынлашҡан стратегик ракета хәрби көстәренең специалист-кесе командирҙар әҙерләү үҙәгенә Башҡортостандан бер эшелон булып мең ярым егет килеп төштө. Карантин үткәндә үк иң тәүҙә һалдатты стройҙа йөрөргә өйрәтәләр. "уң" менән "һулды" белмәгәндәр ҙә булды,сөнки учебкала бөтә совет еренән йыйылған ине һалдаттар. Рота беҙҙә батарея тип аталды, биш взвод утыҙар кешенән тора ине. Көн дә кис йоҡлар алдынан прогулкаға алып сығалар,ә унда бик тиҙ теҙелеү мотлаҡ. Старшина бер урынға баҫа ла," За мной в колонну по четыре становись!" ти, йөҙ илле һалдат бер береһен тапай тапай стройға баҫа, кем өлгөрмәй - шуңа наряд вне очереди эләгә. Өйрәттеләр, старшина унға тиклем һанағансы, строй шып итеп баҫып та тора. Прогулкала йөрөгәндә бер заман команда яңғырай "Запевай!"
Батарея шым. Яңы команда: "Разойдись!" икенсе урында 'Становись! " Ун тапҡыр перестроениеләр ҡабатланғас, батарея йырлай башлай - йә" "Катюшаны", йә" Через две зимы ". Ә хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, бөтә учебкала егермеләп батарея бер үк йырҙы башҡара, ә оҙаҡламай дивизияла строевой смотр булырға тейеш.
Ҡыҫҡаһы шулай, киске поверкала старшина Ратников биш взвод комсоргын строй алдына баҫтырып бишебеҙгә бер хәрби бурыс ҡуйҙы - киске прогулкала батарея яңы йыр менән үтергә тейеш. Беҙ, комсоргтар, ятып йоҡланыҡ та оноттоҡ. Кисен, яңы йыр булмағас, биш комсоргты ҡулдарына лезвие тоттороп, әле генә ремонтланған туалетҡа унитаз таҙартырға ебәрҙеләр. Иртәгәһенә "Катюша," өсөнсө көндө - "По долинам и по взгорьям" йырҙары беҙҙе туалет таҙартыуҙан ҡотҡарманы. Старшина Ратников артыбыҙҙан : "Будете драить унитазы до тех пор, пока батарея не запоет новую песню, или пока они не заблестят как золотые!" тип һамаҡлап ҡалды.
Батареяны ла ялҡытты туҡтауһыҙ построениеләр, егеттәр комсоргтарҙы төрткөләй башланы,әммә килешкән йыр табылманы. Шу ваҡыт башҡа бер уй килде. Батарея ның яртыһы тиерлек башҡорт-татар, әгәр ҙә Шайморатов генералды йырлаһаҡ нисек булыр ине икән? Егеттәрҙе йыйып алдым да, кәңәш тоттоҡ, килештек, йырлап ҡараныҡ, оҡшаны. Киске прогулкаға теҙелгәндә башҡортостан егеттәре старшинаның "Запевай!" тиеүенә йырлап ебәргән инек, бөтәһе лә дәррәү ҡушылды, "Шайморатов генерал!" тигәнен урыҫтар ҙа күтәреп алды.Старшина ҡабул итте, Шайморатов кем ул тип һорашып торманы, белгәндер тип уйламайым, уға "генерал" тигән һүҙе бик оҡшаны шикелле, прогулкала гел: "генерала Запевай!" ти торған ине. Шулайтып, комсоргтар туалет һөргөнөнән ҡотолдолар. Беҙҙең батарея көҙгә тиклем, хәрби частәргә таралғансы, Шайморатов генерал йырын Белоруссия урамдарында яңғыратты. Һүҙ аҙағында шуны әйтеп ҡуяйым, учебкала үткән строевой смотрҙа башҡортса йырлап үткән беҙҙең батареяға Учебный центр начальниге генерал-майор Приходько ихтибар иткән икән. Беҙгә почёт грамотаһы бирҙеләр ә мине политбүлеккә саҡыртып Шайморатов генерал тураһындағы йырҙың һүҙҙәрен яҙҙырып алдылар, уның тураһында мәғлүмәтте дивизия музейына урынлаштырабыҙ, тинеләр.
Рәхмәт, Рахмон дуҫ, мине йэшлек иҫтәлектәренә йөрөтөп ҡайтарҙың, көньяҡ емештәре менән ҡыуандырҙың, эштәрең уң булһын, уңышлы булһын! Бигзор он муваффақ хоҳад!
Шәйхетдинов Әнүәр
23.12.2021
Г

Ҡоҙоҡ.
Ауылдың бер осонда ташландыҡ ҡоҙоҡ тора. Күптәнге ҡоҙоҡ булғанға уның тирә-яғында матурлыҡ булһын, тип ауыл йәмәғәтселеге һәм айырым кешеләр ҙә унда йәм индереүгә ҡушылдылар. Эйе, ҡасандыр ул ҡоҙоҡҡа һыу алырға килеүселәрҙең юлы өҙөлмәгән. Ә хәҙер инде ауылда һәр йортта уңайлы шарттар тыуҙырылған, һыу ҙа крандан аға, бәҙрәфкә лә йыраҡ йөрөмәҫкә, тип күбеһе уныһына ла йорт эсендә урын тапҡан.
Әле яңыраҡ ҡына ҡоҙоҡҡа иғтибар иткән кеше лә юҡ ине. Иҫке генә бураһы сереп тә бөткән, эргә тирәһендә кесерткәндәр генә үҫеп ултыра. Көндәрҙән бер көндө Айрат менән йәштәше Рамазан ҡоҙоҡ янында уйнайҙар ине. Улар икеһе лә бер тиҫтер булғас, һөйләшеүҙәре лә, ҡыҙыҡһынған нимәләре лә бер сама. Ул көндө икенсе класты тамамлап, каникул башланған саҡ. Балалар ауылдың төньяҡ көнсығышы яҡлап бер осона барып сыҡҡас, уйнап йөрөп һыуһап киткәнгә, кесерткән араһында ултырған ҡоҙоҡто күреп, һыуы бармы икән тип яҡын килделәр. Иҫке булһа ла, унан һыу алып була икән. Инде күптән ҡоҙоҡҡа яҡын ураусы булмаһа ла, иҫке генә биҙрәһе лә һыу алырға яраҡлы кеүек. Малайҙар икәүләп һыу алырға булдылыр. Ипләп кенә алғас, һыуҙың тәмен тойоп, крандан аҡҡан һыуға ҡарағанда тәмлерәк икәнен самалап, малайҙарҙың береһе:"әллә был ҡоҙоҡҡа тәмләткес һалғандар,"- тип йылмайып ҡуйҙы. Ошо көндән башлап, малайҙар ҡоҙоҡ янына йыш килер булды. Килеү генә лә түгел, ана бит ауыл халҡын да "уяттылыр". Малайҙарҙың йыш йөрөгәнен күреп, бер нисә ауыл кешеһенә лә үрнәк булды, юлға сығыр булһалар ҡоҙоҡтан шешәләргә тултырып һыу алып китергә килә башланылар. Ауыл йәмәғәтселеге лә ҡоҙоҡҡа иғтибар итте. Шулай бына, ике дуҫ башлап ебәргән ташландыҡ ҡоҙоҡҡа һалынған эҙ инде тапала башланы. Ауылдың осона йәм һалыуҙан башлана ла инде тирә-яҡ мөхиткә ҡараш. Ә бит матурлайһы урындар тағы ла табылыр. Инде бер йәм керткәнгә, тағы берһе өҫтәлер. Ике малайҙың да күңел түрендә ҡоҙоҡтан тәмле һыу тапҡандай кескәй тарих булып эҙ ҡалыр.