Статистика ВК сообщества "Иман нуры"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

✨✨🕋🕌🌙🙏Әсәйҙәр балалары өсөн доға ҡылырға тейеш!

🙏Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ.


🙏Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһа, кем һорар, доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һораусыларҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата!!!!!!!!!

🙏Йә Аллаһ! Һинең Гүзәл Исемдәрең менән Һинән һорайбыҙ, Һиңә ялбарабыҙ беҙҙең балаларыбыҙҙы Үҙеңдең Рәхмәтең менән солғап ал!!!!!
Йә Раббым! Уларға хәйерле, сәләмәт оҙон ғүмер бир, балаларыбыҙҙы Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙең ҡушҡандарҙы үтәүселәрҙән ит!!!!!

🙏Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт һәм көсһөҙҙәренә көс һәм ауырыуҙарына шифа бир!!!!!!!! РАББЫМ, уларҙың тәндәрен нығыт, күреүҙәрен, ишетеүҙәрен камил ҡыл, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп тәрбиәлә!!!!!

🙏Йә Аллаһым Үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм аҙашып яман юлдарға кереп китеүҙәрҙән һаҡла, уларҙы Үзеңә тоғролоҡло итеп тәрбиәлә!!!!!

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт итеп тыңлай торған ит, атай-әсәйҙәренә ҡарата ҡаты бәғерле, тыңлауһыҙ булмаһындар, Йә Раббым!!!!!!!!

🙏Йә Аллаһым, беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхләҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит!!!!!!!!!!

🙏Раббым, беҙ үҙебеҙҙең нәҫелебеҙҙе тәрбиәләүҙе Һиңә ышанып тапшырабыҙ!!!!!!!!
🙏Йә Аллаһым, Һин Үҙеңдең ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы төрлө яуыз сирҙәрҙән таҙарт һәм әхләҡһыҙлыҡтан имен ҡыл. Беҙ уларҙы Һиңә тапшырабыҙ! !!!!!!!

🙏Йә Раббым, Һин уларҙы көндөҙ һәм кистәрен тарала торған бар төрлө яуызлыҡтарҙан, яман ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, кемде лә булһа хаҡһыҙға рәнйетеүҙәренән һәм үҙҙәрен дә хаҡһыҙға рәнйетеүҙән, көнсөл кешеләрҙең күҙ ҡарашынан һаҡла, яҡла, Үҙеңдең рәхмәтең менән уратып ал!!!!!!!

🙏Йә Аллаһым, беҙҙең балаларыбыҙҙы бөтөн яҡлап, өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да һәм арттан да зыян килмәҫлек итеп, яуыз бәндәләрҙең, яуыз хайуандарҙың, тәбиғәт бәлә-ҡазаларының һәм юл һәләкәттәренең зыяны теймәҫлек итеп һаҡлауыңды Үҙеңдән, ялбарып-ялбарып, һорайбыҙ!!!!!!!!!

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ һәм күңел шатлығыбыҙ булһа ине!!!!!!!!!

🙏РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп үҙгәрт, балаларыбыҙ Һине яратыусыларҙан булһындар һәм һине яратыуслырҙы яратһындар!!!!!

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙға был донъяла ла, ахирәттә лә кәрәкле, файҙалы булған белем бир, ул белем уларға Һине яратырға һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәп йәшәп, мәңгелеккә киткәндә иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен!!!!!!!!

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, һидәйәт һәм иман байлығы, үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән Үзең һаҡла!!!!!!!!!!

🙏Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре менән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир!!!!!!!!

🙏Йә РАББЫМ,балаларыбыҙҙы түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ китерһен!!!!!!!!

🙏Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел,тулы иман бир!!!!!!!

🙏Йә Аллаһым, балаларыбыҙ Ҡиәмәт Көнөндә йәннәткә инеү өсөн беҙҙең дәлилдәребеҙ булһындар. Әəəмиин!!!!!

1417 217 ER 35.5672
✨🤲ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ СЕРЕ 🤲✨

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Теләк теләү, доға уҡыу – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер ҡылыу үҙе бер матур ғибәҙәт. Шулай уҡ оло сауаптарға өлгәшеү юлы ла.
Динде башлап өйрәнеүселәргә доға ҡылыу миҫалы:
"Эй, Раббым, Аллам! Һин – ғәләмдәр Раббыһы. Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ Һиңә! Һин ғәфү итеүсе! Һин – мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхимлек, миһырбанлыҡтың Үҙе.
Аллаҡайым! Ошо көнгә хәтлем миңә, туғандарыма, халҡыма, барлыҡ мосолмандарға биргән бәрәкәтең, киң ризығың, сикһеҙ ниғмәттәрең, һаулыҡ, белем, юғары дәрәжәләр биргәнең, тыныслыҡта, матур тәбиғәттә йәшәткәнең өсөн Һиңә сикһеҙ шөкөр әйтәбеҙ. Ошо биргән бәрәкәттәреңдән киләсәктә лә беҙҙе айырма!

Минең, атай-әсәйемдең, туғандарымдың белеп һәм белмәй, йәшерен эшләгән гонаһтарыбыҙҙы, зинһар, ғәфү ит! Мәрхүм булған мөьмин ата-бабаларымдың, нәҫел-нәсәбемдең, халҡымдың һәм бөтә мосолмандарҙың гонаһтарын ғәфү әйлә.
Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

Миңә һәм туғандарыма, милләттәштәремә файҙалы ғилем, камил аҡыл, асыҡ-айныҡ зиһен, күркәм холоҡ, юғары әҙәп-әхлаҡ бир! Юлдарыбыҙҙы асыҡ ҡыл! Уҡыуҙарыбыҙҙа, эштәребеҙҙә еңеллек һәм ҙур уңыштар насип ит! Ниәтләгән изге ғәмәлдәребеҙҙе башҡарып сығырға ярҙам ит! Таҙалыҡ-һаулыҡ бир! Ер менән күк араһында булған барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан, ер йөҙөндәге хәүеф-хәтәрҙән, шайтандың асыҡ һәм йәшерен үәсүәсәһенән, зәхмәт ҡағылыуҙан, яуыз кешеләрҙең яманлыҡтарынан, насар юлдаштарҙан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән беҙҙе Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла!
Беҙҙе хәйерселектән, аслыҡтан, яңылышыу-хаталаныуҙан, гонаһтан, ялҡаулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, бөлгөнлөктән, вайымһыҙлыҡтан, ҡыйын хәлдәрҙән, төрмәнән, ут-һыу афәтенән, яман эштәрҙән, бурысҡа батыуҙан, ғафил булыуҙан, наҙанлыҡтан, зинһар, Үҙең һаҡла! Аллаҡайым! Шулай уҡ беҙҙе үҙ нәфселәребеҙ менән ҡалдырма!

Раббым! Миңә, атай-әсәйемә һәм туғандарыма хәйерле, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип ит! Беҙҙе ауыр һынауҙар менән һынама, тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡыл. Ете һаныбыҙ теүәл булһын, тән һәм рухи ғәриплектән һаҡла! Беҙгә әхирәткә күскән саҡта еңел үлем бир. Һуңғы тәһәрәтте лә үҙебеҙ алырға яҙһын. Был донъяла эшләгән барлыҡ изгелектәребеҙ, Аллаҡайым, Һинең ризалығың өсөн булһа икән.
Раббым! Беҙҙең имандарыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы, бала-сағаларыбыҙҙы, мал-тыуарҙарыбыҙҙы, мөлкәтебеҙҙе, донъяларыбыҙҙы янғындан, ут-һыуҙан, ел-ямғырҙан, йыртҡыс-хайуандарҙан, ҡош-бөжәктәр зарарынан һәм төрлө ауырыуҙарҙан, афәттәрҙән Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла! Һин – яҡлаусы, һаҡлаусы, шуға ла беҙ Һиңә генә һыйынабыҙ.

Эй, Аллам! Беҙгә бәхетле, иманлы, бәрәкәтле оҙон ғүмер бир. Хәләл ризыҡтарыңды киләсәктә лә беҙгә киң ҡыл, ныҡлы иманыңдан, бәрәкәтеңдән айырма. Йөрәктәребеҙҙе таҙа, саф ҡыл. Хәләл байлыҡ бир, хәрәмдән йыраҡ ҡыл. Беҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ, бәхет, ике донъя рәхәте бир.
Эй, Раббым! Беҙҙең үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм нәҫел-нәсәптәребеҙҙе намаҙ ҡылыусыларҙан, мөьмин мосолмандарҙан ит. Беҙ һәм беҙҙән һуң киләсәк быуыныбыҙ иманлы, тәртипле, тәүфиҡлы булһын. Ҡыҙ һәм ир балаларыбыҙға иманлы, аҡыллы, тәүфиҡлы тормош иптәштәре насип ит!
Беҙгә был донъяла ислам динендә йәшәп, мосолман булып, баҡыйлыҡҡа еңел күсергә насип ит. Һуңғы һүҙебеҙ «Лә илаһа иллаллаһ» булһа икән. Йә, Аллам! Ҡәберҙәге һорауҙарыбыҙҙы еңел ал, ҡәбер ғазабынан һаҡла, уны киң һәм яҡты ҡыл. Беҙҙе тамуҡ утынан йыраҡ ҡыл. Ҡәберҙәребеҙгә фәрештәләр уң яғыбыҙҙан килеп, ғәмәл дәфтәрҙәребеҙҙе уң ҡулыбыҙға тапшырһа икән. Фирдәүси йәннәт насип ит! Эй, Раббым! Ҡиәмәт көнөндә лә сират күперенән осоп ҡына сыҡһаҡ ине. Ожмах ҡапҡаларын үҙ ҡулдарыбыҙ менән асып инергә насип ит. Аллаһ Тәғәлә изге доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Әмин 🤲!

956 247 ER 19.9180
✨🕌🌙 Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү вәжиб. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһларҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.

Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.) Хәҙистә әйтелә “Ғәйет көнөндә меҫкендәргә фитыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”. Икенсе төрлө әйткәндә — Һеҙ байрам иткән көндәрҙә уларҙа шат, тамаҡтары туҡ булһын тигән мәғәнәлә.

Пәйғәмбәребеҙҙен ғәләйһиссәлләмдең тағы бер әйтеүенән: “Өс ғибәҙҙәт өс эш менән күтәрелә”, йәғни ҡабул була:

1. Намаҙ — зәкәт биреү менән ҡабул ителә. Сөнки башҡа бер хәҙистә әйтелә: “Зәкәт бирмәгән кешенең намаҙы ҡабул булмаҫ”.

2. Доғалар — Мөхәммәд ғәләйһиссәлләмгә салауат уҡыу менән ҡабул була. Сөнки башҡа бер хәҙистә: “Миңә салауат әйткәнсегә ҡәҙәр доға ҡабул булмаҫ”.

3. Ураҙа — фитыр саҙаҡаһы бирмәйенсә ҡабул булмай.

Пәйғәмбәребеҙ киҫәтеүенән Фитыр саҙаҡаһын биргәнсе, ураҙаларыбыҙ күк үә ер араһында аҫылынып тора — тигән. Әгәр бер кеше фитыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһлары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк, Миҙан үлсәүендә изгелеге ауыр килә, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмай.

Фитыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң әгәр – бурыслы булаһың, һунынан үтәлергә – бирергә тейеш булаһың. Бәлиғ булған балаһы һәм ҡатыны өсөн биреү вәжиб түгел.

Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.

1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.

2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға. 3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.

4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.

5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.

6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән: бутарға ярамай. Был аҡсалар иһә түбәндәге әйтелеп үткәндәргә мәсеттән бүленеп бирелергә тейеш.

Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.

1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.

2. үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.

3. үҙ балаларыңа.

4. үҙ ейәндәрең. 5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.

6. Байҙарға.

Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итәргә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитрҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.

Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.

Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға

“Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.
Мәғәнәһе. Әй, Аллаһ Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһларын ғәфу ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.

968 135 ER 16.4111
✨Балаларға тәүфиҡ теләү доғалары✨ 🤲 Раббым, Балаларыбыҙҙы Үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннөт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан, ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәттәренең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зекер ҡылыусыларҙан булһалар ине🤲.
🤲 Йә Раббым, уларға әҙәплелек, һиҙәйәт, зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен куәтләүсе, оятты белеүсе, әҙәпле, инсафлы, тәрбиәле, ғәҙел, тырыш, маҡсатлы, саф күңелле, йомарт, сабыр, ғәҙел, егәрле, оҫта ҡуллы булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, бөтә кешеләргә матур итеп, яғымлы итеп күрһәт. Эске күңелдәре, тышҡы ҡиәфәттәре һәр ваҡыт матур ҡыл🤲.
🤲Йә Раббым, атай-әсәйҙәрен, ололарҙы хөрмәт итеп, кеселәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә файҙалы, ярҙамсыл булырға насип ит🤲.
🤲 Йә Раббым, ҡайғы- хәстәр килтермәһендәр, күҙ йәштәре түктермәһен. Балаларыбыҙға хәйерле хәләл кәсептәр, яҡшы оҙон ғүмер бир, Раббым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ — һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин🤲🤲🤲.

672 109 ER 17.0247
✨🤲ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ СЕРЕ 🤲✨

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Теләк теләү, доға уҡыу – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер ҡылыу үҙе бер матур ғибәҙәт. Шулай уҡ оло сауаптарға өлгәшеү юлы ла.
Динде башлап өйрәнеүселәргә доға ҡылыу миҫалы:
"Эй, Раббым, Аллам! Һин – ғәләмдәр Раббыһы. Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ Һиңә! Һин ғәфү итеүсе! Һин – мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхимлек, миһырбанлыҡтың Үҙе.
Аллаҡайым! Ошо көнгә хәтлем миңә, туғандарыма, халҡыма, барлыҡ мосолмандарға биргән бәрәкәтең, киң ризығың, сикһеҙ ниғмәттәрең, һаулыҡ, белем, юғары дәрәжәләр биргәнең, тыныслыҡта, матур тәбиғәттә йәшәткәнең өсөн Һиңә сикһеҙ шөкөр әйтәбеҙ. Ошо биргән бәрәкәттәреңдән киләсәктә лә беҙҙе айырма!

Минең, атай-әсәйемдең, туғандарымдың белеп һәм белмәй, йәшерен эшләгән гонаһтарыбыҙҙы, зинһар, ғәфү ит! Мәрхүм булған мөьмин ата-бабаларымдың, нәҫел-нәсәбемдең, халҡымдың һәм бөтә мосолмандарҙың гонаһтарын ғәфү әйлә.
Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!

Миңә һәм туғандарыма, милләттәштәремә файҙалы ғилем, камил аҡыл, асыҡ-айныҡ зиһен, күркәм холоҡ, юғары әҙәп-әхлаҡ бир! Юлдарыбыҙҙы асыҡ ҡыл! Уҡыуҙарыбыҙҙа, эштәребеҙҙә еңеллек һәм ҙур уңыштар насип ит! Ниәтләгән изге ғәмәлдәребеҙҙе башҡарып сығырға ярҙам ит! Таҙалыҡ-һаулыҡ бир! Ер менән күк араһында булған барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан, ер йөҙөндәге хәүеф-хәтәрҙән, шайтандың асыҡ һәм йәшерен үәсүәсәһенән, зәхмәт ҡағылыуҙан, яуыз кешеләрҙең яманлыҡтарынан, насар юлдаштарҙан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән беҙҙе Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла!
Беҙҙе хәйерселектән, аслыҡтан, яңылышыу-хаталаныуҙан, гонаһтан, ялҡаулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, бөлгөнлөктән, вайымһыҙлыҡтан, ҡыйын хәлдәрҙән, төрмәнән, ут-һыу афәтенән, яман эштәрҙән, бурысҡа батыуҙан, ғафил булыуҙан, наҙанлыҡтан, зинһар, Үҙең һаҡла! Аллаҡайым! Шулай уҡ беҙҙе үҙ нәфселәребеҙ менән ҡалдырма!

Раббым! Миңә, атай-әсәйемә һәм туғандарыма хәйерле, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип ит! Беҙҙе ауыр һынауҙар менән һынама, тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡыл. Ете һаныбыҙ теүәл булһын, тән һәм рухи ғәриплектән һаҡла! Беҙгә әхирәткә күскән саҡта еңел үлем бир. Һуңғы тәһәрәтте лә үҙебеҙ алырға яҙһын. Был донъяла эшләгән барлыҡ изгелектәребеҙ, Аллаҡайым, Һинең ризалығың өсөн булһа икән.
Раббым! Беҙҙең имандарыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы, бала-сағаларыбыҙҙы, мал-тыуарҙарыбыҙҙы, мөлкәтебеҙҙе, донъяларыбыҙҙы янғындан, ут-һыуҙан, ел-ямғырҙан, йыртҡыс-хайуандарҙан, ҡош-бөжәктәр зарарынан һәм төрлө ауырыуҙарҙан, афәттәрҙән Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла! Һин – яҡлаусы, һаҡлаусы, шуға ла беҙ Һиңә генә һыйынабыҙ.

Эй, Аллам! Беҙгә бәхетле, иманлы, бәрәкәтле оҙон ғүмер бир. Хәләл ризыҡтарыңды киләсәктә лә беҙгә киң ҡыл, ныҡлы иманыңдан, бәрәкәтеңдән айырма. Йөрәктәребеҙҙе таҙа, саф ҡыл. Хәләл байлыҡ бир, хәрәмдән йыраҡ ҡыл. Беҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ, бәхет, ике донъя рәхәте бир.
Эй, Раббым! Беҙҙең үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм нәҫел-нәсәптәребеҙҙе намаҙ ҡылыусыларҙан, мөьмин мосолмандарҙан ит. Беҙ һәм беҙҙән һуң киләсәк быуыныбыҙ иманлы, тәртипле, тәүфиҡлы булһын. Ҡыҙ һәм ир балаларыбыҙға иманлы, аҡыллы, тәүфиҡлы тормош иптәштәре насип ит!
Беҙгә был донъяла ислам динендә йәшәп, мосолман булып, баҡыйлыҡҡа еңел күсергә насип ит. Һуңғы һүҙебеҙ «Лә илаһа иллаллаһ» булһа икән. Йә, Аллам! Ҡәберҙәге һорауҙарыбыҙҙы еңел ал, ҡәбер ғазабынан һаҡла, уны киң һәм яҡты ҡыл. Беҙҙе тамуҡ утынан йыраҡ ҡыл. Ҡәберҙәребеҙгә фәрештәләр уң яғыбыҙҙан килеп, ғәмәл дәфтәрҙәребеҙҙе уң ҡулыбыҙға тапшырһа икән. Фирдәүси йәннәт насип ит! Эй, Раббым! Ҡиәмәт көнөндә лә сират күперенән осоп ҡына сыҡһаҡ ине. Ожмах ҡапҡаларын үҙ ҡулдарыбыҙ менән асып инергә насип ит. Аллаһ Тәғәлә изге доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Әмин 🤲!

842 179 ER 13.8705
"Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы" (Фәрид хәҙрәт Сәлмән, Әбйәлил" сайтынан алынды).
     Көнкүреш тормошта үҙ-үҙеңде, балаларыңды, ҡатыныңды, яҡындарыңды тиҙ генә өшкөрөп алырға кәрәк булған саҡтар була. Әле күҙ тейгән, әле күңелгә үәсүәсә төшкән, әле ауырыу ҡағылған, әле тегеһе, әле быныһы. Ошо мәлдәрҙә өшкөрөүсе кеше лә табып та булмай. Шуға күрә ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк. Иғтибарығыҙға бер доға тәҡдим итергә булдыҡ.
     Үҙенә йәки балаларыңа, мәҫәлән, күҙ тейгән тип шикләндең икән был доғаны өсәр мәртәбә Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә уҡып өшкөрөргә кәрәк. Иң яҡшыһы, күҙ тейеүҙән алдан һаҡланып, күҙһенгән кеше был сараны ҡулланһын. Үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһен тимәксебеҙ. Әгәр бала йәки балалар, айырым әйткәндә йәш балалар, күҙһенә торған булһалар, ата кеше йәки олатай булһа ла уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөндәр. Был доғаны Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән берләштереп көн һайын, йәки өс көн һайын, йә аҙна һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөтөргәс әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә белгәнең менән доға ҡылып теләгәнеңде һорарға кәрәк. Ҡайһы бер ваҡыт уҡыусыларыбыҙ “ни өсөн теге йәки был доғаның мәғәнәһен ҡуйманығыҙ?" тип һорайҙар. Һәр доғаның мәғәнәһен асыҡлап ҡуйыуҙан файҙа юҡ. Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанда бер аҙ үҙегеҙ уйлап, ихлас күңел менән үтенеп һорап ялбарырға өйрәнегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә еңел булыр, иншәАллаһ.

                                                           بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
           مِنْ كُلِّ شَيْ ءٍ يُؤْذِينَا وَ مِنْ كُلِّ نَفْسٍ أوْعَيْنٍ
                                                           بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
         مِنْ كُلِّ شَيْ دَاءٍ يُؤْذِينَا وَ مِنْ كُلِّ شَقَاءِ يُشْقِيْنَا
                                                           بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
                        منْ عَيْنِ مُعْجَبٍ أوْ عَيْنِ سَاحِرٍ
                                                           بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
     مِنْ شَرِّ النَّفَّاثَاتِ في العقَدِ وَمِنْ شَرِّ حَاقِدٍ إذَا حَقَدَ
  وَمِنْ شَرِّ نَاظِرٍ إذَا نَظَرَ وَمِنْ شَرِّ مَاكِرٍ إذَا مَكَرَ
                                         بسم اللهِ يَرْعَانَا واللهُ يَشْفِينَا واللهُ يََجْبُرُنَا واللهُ يَحْفَظُنَا
                                                           بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
    مِنْ وَسَاوِسِ الصَّدْرِ وَشَتَاتَ الأمْرِ وَمِن الأمْراضِ
          وَالأوْهَامِ وَمِن نَزَغَاتِ الشَّيطانِ وَمِن الأسَقَامِ
                                 وَمِن مُزْعِجَاتِ الأحْلَامِ
                                                   اللَّهمَّ أبطِلْ عَيْنَاً مُعْجَبَةً نَظَرتْ وَمَا بَارَكَت
                     أو حَاسِدَةٍ تَتَمَنَّى زَوَالَ نِعْمَةٍ
                                                     اللَّهمَّ أبْطِلْ سُوءَ عَيْنٍ أصَابَتْ عَقْلَاً فَبَلَّدَتْهُ
أوْ أصَابَتْ عِلْمَاً فَضَيٌعَتْهُ أوْ أصَابَتْ ذَكَاءً فَسَحَقَتْهُ
                         اًوْ أصَابَتْ جَسَدَاً فَأمْرَضَتْهُ
                                                            بِسْمِ اللّٰهِ أْرْقِي نَفْسِي وَأهْلِي وَأحِبَّتِي
                                                                 بِسمِ اللهِ يَحْفَظُنَ بِسمِ اللهِ يَرْعَانَا
يَحْفَظُنَ بِسمِ اللهِ يَرْعَانَا
                                Уҡылышы
    " Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
     миң күлли шәйьин йүҙинәә үә миң күлли нәфсин әү ғәинин.
     Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
     миң күлли дә’ин йүҙинәә үә миң күлли шәҡәә’ин йүшҡиинәә.
     Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
     миң ғәини мүғджәбин әү ғәйни сәхирин.
     Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
     миң шәррин-нәффәәсәти фил — ғүҡади үә миң шәрри хәәҡидин иҙә хәҡадә
     үә миң шәрри хәәсидин иҙә хәсәдә үә миң шәрри сәәхирин иҙә сәхәра
     үә миң шәрри нәәҙирин иҙә нәҙара үә миң шәрри мәәкирин иҙә мәкәра.
     Бисмилләһи йәрғанә үәл-лаһү йэшфинә үәл-лаһү йәҗбүрънә үәл-лаһү йәхфәзънә.
     Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии
     Мин үәсәәүисис-садри үә шәтәәтәл-әмри үә минәл-әмради
     үәл-әүһәәми үә мин нәзәғаатиш-шаитаани үә минәл-әсҡаами
     үә мин мүзғиджәәтил-әхләәм.
     Аллаһүммә әбтил ғайнән мүғджәбәтән нәҙарат үә мә бәрәкәт
     әү хәәсидәтин тәтәмәннә зәүәәлә ниғмәтин.
     Аллаһүммә әбтил сү'ә ғаинин әсаабәт ғаклән фәбәлләдәтһү
     әү әсаабәт ғилмән фәдаййәғатһү әү әсаабәт зәкәә’ән фәсәхәҡатһү
     әү әсаабәт джәсәдән фә-әмрадатһү.
     Бисмилләһи әрҡии нәфсии үә әһлии үә әхиббәтии Бисмилләһи йәрғаанә. Бисмилләһи йәхфәҙүнә"
                                Мәғәнәһе
     "Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәремде, яҡындарымды һәр яфа сиктерә торған нәмәнән, күҙҙән, нәфсенән өшкөрәмен.
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды яфа сиктерә торған һәр ауырыуҙан һәм һәр ҡамасаулай торған мәшәҡәттән өшкөрәмен.
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды еп төйөнсөктәренә әпсен-төпсөн өрөүсенең өрөүенән, һәр нәфрәтленең нәфрәтенән, һәр көнсөнөң көнселегенән, һәр сихырсының сихырынан, һәр яуыз ҡараусының яуыз ҡарашынан, һәр мәкер ҡылыусының мәкеренән өшкөрәмен.
     Бисмилләһи, Ул беҙҙе хөрмәт итә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә шифа биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙгә йыуаныс биреүсе, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы.
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды күңел вәсүәсәләренән, иғтибарһыҙлыҡтан, ауырыу — сырхауҙарҙан, ҡаты ҡараштарҙан, шайтан ҡотҡоларынан, сирҙәрҙән, ҡурҡыныс төштәрҙән өшкөрәмен.
     Аллаһым тексәйеп ҡараған йәки мөбәрәк ҡылмаған күҙҙең ҡарашын, көнсөл булып ниғмәт зәүәлен теләгән күҙ ҡарашын юҡҡа сығар!
      Аллаһым аҡылға ҡарап күҙ тейҙереп уны тупаҫландырған, ғилемгә ҡарап күҙ тейҙереп уны зая ҡылған, тапҡырлыҡҡа ҡарап күҙ тейҙереп уны юҡ иткән, тәнгә (кәүҙәгә) ҡарап уны ауырыуға һабыштырған күҙҙе юҡҡа сығар!
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән үҙ-үҙемде, әһелдәреме, яҡындарымды көнләшеп һоҡланыусы һәм сихырсы күҙҙән өшкөрәмен.
     Бисмилләһи, Ул беҙҙе ҡәҙер итә, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һаҡлаусы" ❗Нисек ҡулланырға?
   ❗  Был доға менән нисек өшкөрөргә мәмкин? Башта тәһәрәт алып ике рәкәғәт хәжәт намаҙ уҡыһаң бик яҡшы булыр. Уныһын булдыра алмаһаң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып теләгәнеңде асыҡларға һәм изге нәтижәләр теләргә кәрәк. Шунан һуң был доғаны ниәтләп, һәр айырым һөйләмдәр менән уҡылыр. Әгәр үҙ-үҙеңде өшкөрһәң доғаның бер һөйләмен уҡыу менән устарыңа өр, шунан шул устарың менән йөҙөңде, тәнеңде һыпыр. Әгәр балаларҙы, йәмәғәтеңде, яҡындарыңды өшкөрһәң доғаның айырым һөйләмен уҡыған һайын өшкөрә торғандың йөҙөнә һулышың менән еңелсә генә өрөп ебәр. Был доға ун һөйләмдән тора. Тимәк, өшкөрөүсе кеше өшкөрөү ваҡытында ун мәртәбә өрөр.
     Шундай уҡ тәртип менән был доғаны ҡулланып эсә торған, йыуына торған һыуҙы, ашай торған ризыҡты ла өшкөрөргә мөмкин.
                               Фәрид хәҙрәт Сәлмән

958 25 ER 16.0900
✨🕌🌙🕋Машина йөрөтөүселәр өсөн!
Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доға:
"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".
Мәғәнәһе: "Аллаһ һинең мсемеңде телгә юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфу ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым!Амин🤲"

560 34 ER 14.1140
✨🕌🕋🙏Һәр төрлө күҙ ауырыуҙарының иң яҡшы дауалау ысулы булып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим китабы тора. Ҡөръән уҡыу күҙҙәргә шифа бирә, күреү һәләтен көсәйтә. Ҡөръәндең һәр хәрефе беҙгә һәр ауырыуҙан дауа-шифа булып тора. Аллаһ әйткән бит: «Һәр ауырыу артынан мин шифаһын ебәрәм» тигән. Шуға ла беҙ ихластан, иманыбыҙға таянып ошо аяттарҙан шифа табайыҡ.

Ауырыған күҙҙәре шифалау ысулдары
«Йә Раббым! Ауырыу күҙҙәремә шифа бир!» тигән ниәт менән бер юлы 11 мәртәбә әр-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһен уҡыу кәрәк.
Хәҙрәт Ләйес һөйләгән: «Бер ваҡыт хәҙрәт Ғәмир ибн Ғүкбәнең күҙҙәре ауыртҡанын күргән инем. Шунан, күпмелер ваҡыттар үтеп уны йәнә осратҡас, күҙҙәре һау сәләмәт булғанын күрҙем. Мин ғәжәпләнеп: «Күҙҙәреңде кем шифаланы?» тип һораным. Ғәмир былай тип яуап бирҙе: «Төштә берәүҙе күрҙем, ул миңә:
- «Йә Ҡариб. Йә Мүджиб. Йә Сәмиғад–дүға. Йә Ләтыйфән лимә йәшә. Рүддә ғәләййә бәсари» тип доға ҡыл! – тине. –Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем асылды, күрә башланым, күҙем нуры үҙ урынына ҡайтты» — тип яуап бирҙе.

454 57 ER 9.3103
✨🕌🌙🕋Күҙ ауырыуҙарынан һәм күреү һәләтен нығытыр өсөн. Назир Сабитов, "Әбйәлил" сайтынан алынды.
     Ике ҡулдың да баш бармаҡтарының артҡы яҡтарына ете тапҡыр Каф сүрәһенең 22–нсе аятын уҡырға:
                                                               لَّقَدْ كُنتَ فِي غَفْلَةٍ مِّنْ هَذَا فَكَشَفْنَا عَنكَ غِطَاءَكَ فَبَصَرُكَ الْيَوْمَ حَدِيدٌ
     Ләҡад күңтә фии ғафләтим-мин һәәҙәә фәкәшәфнәә ғәңкә ғыитаа'әкә фәбәсарукәл- йәүмә хәдиид. "һин быға ғафил булдың. Беҙ һинең бөркәнсегеңде асҡас, ҡарашын үткерләнгән".
     Һәр ете тапҡырында ла салауат уҡырға кәрәк. Һуңынан баш бармаҡтарға төкөрөп, улар менән күҙҙәрҙе ышҡып алырға. Һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән ауырыу кеше төрлө күҙ сирҙәренән ҡотолор. Аллаһының ҡушыуы менән һәм Аллаһ Китабының бәрәкәте менән уның күреү һәләте нығыр (артыр), әлхәмдүллилләәһ. 🤲🤲🤲

524 9 ER 12.7564
✨🕌🌙🕋 Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыуға доға
     "Аллаһүммә инни әғүүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үраддә илә әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғәҙәбил ҡәбр".
     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып, мин һинең үҙеңә генә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъя фетнәләренән арала. Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым.»

424 69 ER 9.5480