Статистика ВК сообщества "Күңелеңдә булһын ҡояш"

0+
Количество постов 962
Частота постов 282 часа 51 минута
ER 262.68
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Туғаныңдың белсе ҡәҙерен…

… Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә,
Бел, өмөттәр ҡай саҡ аҡланмай...
Үҙ тормошоң үҙең көйләп өйрән,
Яҡындарға асыу һаҡламай...

...Кемдәргәлер ҡылған изгелекте,
Бизмәндәргә һалып үлсәмә.
Шатлыҡтарын күреп шатлана бел,
Ҡайғыларҙа бер үк – үсәмә!

Һаҡһыҙлыҡтан, ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Ситкә типмә, ғәзиз туғаның!
...Беләбеҙме ауыр саҡта килеп,
Кемдең кемгә ҡулын һуҙғанын?!

Һәр кешелә хоҙай яҙған яҙмыш,
Тормош һуҡмағы ла бер түгел...
Ҡояш көлгән саҡта һинең күктә,
Берәүҙәрҙә болот йәш түгер...

Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә,
Бәхеттең дә көтмә әҙерен...
...Туғандарҙы булмай һайлап алып,
Булғанының белсе ҡәҙерен!!!

Рәмилә Ҡужаҡова

93 0 ER 3.0680
Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,
Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ.
Тыуып үҫкән ғәзиз оябыҙҙың
һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ.

Һағынырбыҙ бер саҡ тыуған яҡты,
Атай ҡәберен килер күрәһе.
Йыйыр унда беҙҙе тыуған нигеҙ,
Шаулап торор уның тирәһе.

Атай булып ҡаршы алыр беҙҙе
Ул ултыртҡан иҫке ҡоймалар.
Өйгә кергәс, сәләм булып килер
Әсәй уҡыған изге доғалар.

Атай-әсәй төҫө булып, саҡырып
Торһон беҙҙе тыуған оябыҙ.
Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,
Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ,
Һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ!

Зәлия Нуриәхмәтова.

47 0 ER 2.0115
Мин бөгөндән башлап иламайым,
Етәр тинем, ҡаты булайым.
Уң сикәмә һуҡҡан кешеләргә,
Һул сикәмде ҡуйып тормайым.

Мин бөгөндән башлап иламайым,
Берҙе һуҡһа, биште һуғайым.
Өләсәйем бала саҡта шулай,
Юҡҡа өйрәтмәгән моғайын.

Ебеп төшкәндәрҙән булмаһам да,
Тылҡап йота инем асыуҙы.
Иреш-талаш булған ерҙе күрһәм,
Мин хупһындым урап ҡасыуҙы.

Өндәшмәгән һайын ҡаҡ елкәгә,
Менеп ултырҙы ла саптылар.
Изгелегем ҡайтыр тиеп көткән,
Ишегемә ҡаҙаҡ ҡаҡтылар.

Мин бөгөндән башлап таш бәғерле.
Ундайҙарҙың йәне ҡәҙерле.
Кеше күң(е)лен уйлап, мин үҙемдең,
Ебәргәнмен икән ҡәҙерҙе...

Гөлиә Азаматова-Мукминова

23 0 ER 1.0829
Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта,
Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа,
Күренмәйсә генә кешегә...
Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта,
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә,
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...
...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта,
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..

/Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов/

25 0 ER 1.0564
“Ялҡытты ҡыш! – тине берәү. –
Һағындым ҡояш, наҙҙы…”
Яҙ ғүмере – ялт-йолт ҡына,
Ашыҡтырмағыҙ яҙҙы!

Ҡыштың да үҙ матурлығы:
Ҡар өйөлгән тауы бар,
Ябалаҡлап яуған ҡары,
Һулап туймаҫ һауа бар!

Сыныҡтырыр һалҡыны бар,
Мейестең ялҡыны бар,
Һыуыҡтарҙа өшөмәҫкә
Мөхәббәт ҡалҡаны бар.

Ҡыштың да бар матурлығы,
Ҡыштың да бар үҙ йәме…
Ғүмер ҙә бит ялт-йолт ҡына –
Ашыҡтырмағыҙ!.. Йәме?!

Фирүзә Абдуллина

7 0 ER 0.8144
Бер нигеҙҙә тыуып үҫәбеҙ ҙә,
Таралабыҙ төрлө яҡтарға.
Тыуған нигеҙ беҙҙе осраштыра,
Ҡайтып инә алған саҡтарҙа.

Ҡайтыуҙар бит һирәгәйә һаман,
Йыраҡлаша бара туғандар.
Үҫкән саҡта береһе-береһе өсөн,
Йәнен бирергә әҙер булғандар.

Алмаштырабыҙ шул туғандарҙы,
Һөйгән йәрҙәр, яҡын дуҫтарға.
Ә ауырлыҡ килгәс бер кем ҡалмай,
Иң башыңдан һинең тоторға.

Онотмаһаҡ ине бер ҡасан да,
Йәрҙәр ташлай, дуҫтар һаталар.
Шул ваҡыт та һиңә кәрәк була,
Һинең өсөн ғәзиз булғандар...

А.Нәбиуллина

30 0 ER 0.8860
Һәр бер атыр таңдарҙы, килер көндәрҙе именлектә, берлектә ҡаршы алырға насип итһен 🙏🏼

10 0 ER 0.5379
Ҡатын - ҡыҙ бәхете
Римма Баймырҙина

Ҡатын - ҡыҙҙың бәхете ниҙән?
Һалынғанмы ул тыуған нигеҙҙән?
Алынғанмы үрелеп үрҙән?
Тамыр алғанмы әллә ерҙән?

Шат - йылмайыу китмәһә йөҙҙә,
Ғаилә усағы һүнмәһә өйҙә,
Һөйөү гөлө кипмәһә көҙҙә,
Бәхет йондоҙо һибелер күҙҙә...

Шул саҡта ҡатын - ҡыҙ бәхетле,
Һөйкөмлө лә ул һәм мөхәббәтле.
Бәхетле иткәнгә рәхмәтле,
Ҡәҙерле, хөрмәтле, мәрхәмәтле.

Бәхет түгел: үрҙәге тәхет,
Һөйөп - һөйөлөп йәшәү ҙур бәхет.
Йәнгә рәхәт, тәнеңә сихәт,
Яҡындарың булһа, һау - сәләмәт.

Бәхетле итмәй, матур йөҙөң,
Бәхет тә өҫтәмәй затлы кейем.
Саф аяҙ булһа күңел күгең
Тимәк, бик бәхетлеһең һин бөгөн.

Бәхет бит ул: ҡиммәтле бүләк,
Һорап алып булмай уны теләп.
Яныңда булһа ныҡлы терәк
Бәхетлемен, тиеп тибер йөрәк.

16 0 ER 0.5421
Саҡыр мине, бала саҡ!

Бала саҡҡа йүгереп ҡайтҡым килә
Ул саҡтарҙың төндәре серле.
Йондоҙҙары сағыу, айы сихри
Таң ҡоштары һайрай мең төрлө.

Бала саҡҡа йүгереп ҡайтҡым килә
Ул саҡтарҙың көндәре аяҙ.
Күге зәңгәр, ҡояшы ла көләс
Ер өҫтөндә уның һәр саҡ яҙ!

Гөлдәр Әхмәҙишина

8 0 ER 0.4138
Кешегә иң ғәзизе - әсәй, иң ҡәҙерлеһе - тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең, иң ышаныслыһы – атаңдың арҡа һөйәге, етәкләр йылы ҡулдары.

5 0 ER 0.3855