Статистика ВК сообщества ""ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм"

0+
Официальная страница радио. 12+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Бөгөн танылған журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, "Ҡурай" телеканалының етәксеһе Рита Өмөтбаеваның тыуған көнө. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәхет, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.

15 201 ER 2.6504
25 апрель - ҡыҙ бала көнө.

Ҡыҙлы ата-әсәләр беҙҙең арала күпме икән? 💛 ҡуйырға онотмағыҙ.

90 180 ER 2.8269
Фидан Ғафаровтың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың тормош иптәше Фәриҙә ханым вафат.

Мәрхүмәнең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Сабырлыҡ теләйбеҙ.

82 342 ER 2.3899
Берҙәм көс менән еңәсәкбеҙ!

Хәйбулла районының Ураҙбай ауылында йәшәүсе Рәзилә Ямалетдинова һәм Әлфиә Абдуллина көн һайын янғын һүндереүселәргә үҙ ихатаһында ашарға әҙерләй.

- Беренсе көндө беҙ өсәүләп 150-гә яҡын кешене ашаттыҡ. Башта Ураҙбай ауылында йәшәүселәр был хаҡта белмәне, ә белгәс, ярҙам итергә килде. Ирекмәндәр ҙә ҡушылды. Иртәнге 5-тән ашарға әҙерләй башлайбыҙ, төнөн йоҡо һирәк эләгә. Беҙ берҙәмлек менән еңәсәкбеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт! - ти улар.

#геройҙарбеҙҙеңарала #юлдашяңылыҡтары

18 223 ER 3.0114
"Ласковый май" солисы, яҡташыбыҙ Юрий Шатунов вафат.

Уға 48 йәш ине. Йырсы инфаркт кисергән.

Юрий Шатунов 1973 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған.

“Аҡ раузалар”, “Сал төн”, “Алһыу кис”, “Бала саҡ” йырҙары яҡташыбыҙға ҙур популярлыҡ килтерҙе. 2015 йылда Юрий Шатунов Рәсәйҙең шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премияһына лайыҡ булған.

Йырсының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

61 187 ER 1.9269
Бөгөн яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Юрий Шатуновтың тыуған көнө. Уның бала сағы Күмертау ҡалаһы янындағы Пятка ҡасабаһында үтә. 1977 йылда Юрий әсәһе менән Көйөргәҙе районы Савельевка ауылына күсенә. Өс йылдан Иҫке Отрада ауылы мәктәбенә уҡырға төшә, ләкин 1984 йылдың сентябрендә әсәһе ныҡлап ауырып китә, ошо сәбәпле улын Күмертау ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбенә күсерә.
Юрийҙың бала һәм үҫмер саҡтары төрлө ҡалаларҙа, ауылдарҙа үтә. Быға ҡарамаҫтан, ул итәғәтле, тәрбиәле булып ҡала һәм миллионлаған халыҡ күңелен яулай. Яҡташтарыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ уны ҡалған йондоҙҙарҙан айыра һәм арбай ҙа.
Юрийҙы ихлас күңелдән байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.

93 123 ER 2.5123
Тигеҙләп, рәтләп ҡуйғандан һуң, бындай карауатҡа ултырырға ярамай ине...

85 110 ER 1.7158
Һөйөнсө! 🎉🎊
Хеҙмәттәшебеҙ [id552647889|Салауат Шәмсетдинов ] кәләш алды. 💍

Йәш ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, етеш, мул тормош, саф мөхәббәт теләйбеҙ.🙏❤

49 118 ER 1.7153
Совет осоро.

Кемдәрҙә ошондай сумаҙан булды? ❤ ҡуйығыҙ. 💼 Кемдәрҙә әле лә һаҡлана?

13 154 ER 1.6282
Уңған килендән бәлеш!

💫 Юғалтмаҫ өсөн, һаҡлап ҡуйығыҙ.

✔Ҡамыр өсөн:
📌200 г аҡ май, йәки маргарин (иретелгән)
📌200 мл йылы һыу йәки һөт
📌1 балғалаҡ тоҙ
📌1 аш ҡалағы шәкәр
📌он

✔Эслек өсөн:
📌0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш)
📌0,5 - 1 кг бәрәңге
📌2 баш һуған
📌әҙерәк аҡ май
📌тоҙ, борос

Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға. Тағы ла бәләкәй йәймә менән бәлештең өҫтөн биҙәргә. Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.
190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.
1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге "ҡапҡасын" асып, ярты стакан ҡайнар һыу (уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға. Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ) һәм ҡурғаш менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә.
Байрам табынының биҙәге булырҙай татлы, һутлы ла ҙур бәлеш әҙер.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

1722 33 ER 3.1602