Статистика ВК сообщества "ИЛҺАМИӘТ"

0+
"Юғарылыҡты билдәләй тик юғары күңел!" Мостай Кәрим
Количество постов 2 416
Частота постов 27 часов 5 минут
ER 25.64
90.81% 9.19%
66.26% подписчиков от 45
100.00% 0.00%
Нет на рекламных биржах

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

КӘМҺЕТЕҮҘЕҢ ӨС ТӨРӨ

Бер аҡһаҡал үҙенең өйрәнсектәренә: "Кеше бер-береһен өс төрлө юл аша кәмһетер. Берәүҙәр һине аҡылһыҙ тиер, икенселәре - ҡол, өсөнсөһө булдыҡһыҙ тип мыҫҡыллар. Әгәр шулай өндәшһәләр, минең әйткәндәремде иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Иҫәр генә башҡа берәүҙе аҡылһыҙ тиер, ҡол икенселә ҡоллоҡ сифаттарын эҙләр, булдыҡһыҙ һәләтле кешеләрҙә лә булдыҡһыҙлыҡты күрер. Шуның өсөн дә бер ҡасан да кешеләрҙе кәмһетмәгеҙ һәм һеҙҙе мыҫҡыллаған осраҡта ла ҡаршы әйтеп ирешмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Әгәр ундайҙарға эйәрһәгеҙ, аҡылһыҙ ҡол булып ҡалырһығыҙ", - тип әйтеп ҡалдырған.

Көнсығыш халыҡ хикәйәте.

65 2 ER 1.6193
[id136724901|Талгат Шагманов]:
-Ҡәҙерле милләттәштәр, зинһар өсөн балаларыбыҙҙы сит-ят яҡтарға сығарып ебәрмәйек, китергә уйҙары булһа,түндерәйек әле. Хәҙер элекке Совет заманы түгел бит. Тыуған ерҙәрендә ҡалып, йәнтөйәгенә хужа булып, үҙ хужалыҡтарын булдырып йәшәргә йә күңелдәренә ятышлы эш табырға, һөнәр һайларға өйрәтәйек. Аҡса, байлыҡ артынан самаһыҙ ҡыуыу арҡаһында милләттәштәребеҙ күпме бәлә-ҡазаларға, юл фажиғәләренә, трагик хәлдәргә тарый. Бәхетте тыуған еребеҙҙән эҙләйек. Мин тыуған еремдә эшләп, йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡаныма ҡыуанып бөтә алмайым, үҙемде ғүмерем буйы халҡыма тоғро хеҙмәт иткәнем өсөн бик тә бәхетле иҫәпләйем. Ашарға-эсергә бар, Аллаға шөкөр. Ә аҡса бер ҡасан да етмәй ул.

4 16 ER 1.0417
#Илһамиәт#НоғманМусин#БашҡортостанЯҙыусылары
Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшен билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, быйыл әҙиптең оло юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов етәкселек итә. Комитет саралар планын утыҙ көн эсендә билдәләргә тейеш.
Бынан алда күренекле яҙыусының тыуған төйәге – Ишембай районы Ҡолғона ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе яҙыусының исемен йөрөтәсәге тураһында билдәле булды. Был хаҡтағы Хөкүмәт ҡарарына 11 майҙа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Ул документ та хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә тыуған. Әҙиптең "Һайлап алған яҙмыш", "Мәңгелек урман", "Зәңгәртауҙа – аҡ болан", "Яҙғы ташҡындар алдынан", "Таң менән сыҡ юлдарға", "Һуңғы солоҡ", "Шунда ята батыр һөйәге" романдары, бихисап хикәйә, повестары башҡорт әҙәбиәтен үҙ итеүселәрҙең яратҡан әҫәрҙәренә әйләнде.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзитенең рәсми төркөмө.

41 2 ER 1.1003
#Илһамиәт#ФәүзиәЮлдашбаева#Шиғриәт
🌿🍃🌸📚🌸🍃🌿
Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы Юлдашбаева 1947 йылдың 22 мартында Хәйбулла районы Әлибай ауылында тыуған. Ауылдарында башланғыс кластарҙы тамамлағас, Юлдыбай урта мәктәбендә уҡый.
1963 йылдан «Юлдыбай» совхозының Һаҡмар фермаһында һауынсы булып эшләй. Баймаҡта ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Һаҡмар фермаһында хисапсы булып эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарынаса ҡунаҡхана мөдире вазифаһын башҡара. 1992 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә.
Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы шиғырҙар, әкиәттәр, сатирик- юмористик хикәйәләр яҙҙы, моңло итеп йырланы.
Ҡушымтала уның башҡарыуында халыҡ йыры "Ашҡаҙар".

15 0 ER 0.7996
#Илһамиәт
#форумXXIбыуатяҙыусыһы
#форумписательХХIвека

ЯНЫУ

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Яҙылһын ярһып-ярһып.
Шиғырҙы бит ярһып – ярһып
Яныуҙан була танып.

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Үртәлһен әле төндәр!
Уларҙың бит ялҡынынан,
Яҡтыраҡ була көндәр!

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Яндырһын һине, мине.
Һүҙҙән ҡеүәтлерәк ни бар?
Һүҙ һөйләй иңдең - иңе.

Яҙылһын әле шиғырҙар!
Яҙылһын янып, ярһып!
Шағирҙы ла ярһыуынан
Янғас алалар танып.

Ғәлиә Кәлимуллина
[id273960862|Галия Калимуллина-Файзуллина]

1 8 ER 0.7189
#Илһамиәт
#форумписательХХIвека
#форумXXIбыуатяҙыусыһы
[id74357101|Фәнил Бүләков]:
- Май аҙағында яҙыусылар форумы уҙасаҡ. Был хәбәр әлбиттә күңелде һөйөндөрә, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә яңы этәргес бирер тип өмөтләндерә.
Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Заманында минән тәжрибәле ағай, апайҙар ышанып ошо ҙур берлеккә алғандар икән, мин ҡәләмемә һәр саҡ тоғро булырға тейешмен.
Ижад йыш ҡына эҙләнеүҙәрҙе, яңы үрҙәрҙе яулауҙы талап итә. Егерме йыллыҡ ижад дәүерендә уңыштар ҙа йыйылып киткән икән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә ике китабым донъя күрҙе. Өсөнсөһөн нәшриәткә тапшырырға ниәтләнәм. Шулай уҡ Шайморатовҡа арналған "Асыҡ дәрес" поэмаһы "Ағиҙел" журналында баҫылды, "Юлдаш" радиоһы эфирында яңғыраны. Шиғри тәржемәләр Рәсәйҙең "Литературная газета"һында баҫылып сыҡты. Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларындағы поэзия фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
"Илһам шишмәләре" конкурсында Гран При, Рәйес Түләк исемендәге премия лауреаты, Силәбе өлкәһенең Сосновка районының Ғәлимов Сәләм премияһы лауреаты, Тамара Ғәниева исемендәге премия лауреаты булыуҙы маҡтаныу өсөн яҙмайым, ә минең ижадыма уҡыусыларҙың, союздың баһаһы тип һанайым. Республикабыҙҙа Яҙыусылар Союзы булыуы, уның ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек тарҡалмауы, бүлгеләнмәүе яҡшы күренеш. Беҙгә яҙыусыларға берҙәм булып халҡыбыҙ әҙәбиәте өсөн тырышып ижад итергә кәрәк. Ошо форумға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Хөкүмәтебеҙ беҙгә лә йөҙө менән боролор тигән ышаныста көтәбеҙ һине, форум.

1 4 ER 0.4298
#Илһамиәт төркөмө грантҡа лайыҡ булды!
🌿🌸🍃📚🍃🌸🌿
Башҡорт әҙәби теленә – 100 йыл
24 майҙа, филологтар көнө алдынан, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Терминология комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, уҡытыусылар, магистранттар, студенттар ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт университеты ректоры Салауат Сәғитов сараны асып башҡорт әҙәби теленең оло юбилейының мәртәбәле ваҡиға булыуын билдәләне, әммә башҡорт теленең әҙәби телдән генә тормауын, уның бик күп диалекттары булыуын, һәм ошо диалекттарҙа һөйләшкәндәрҙең барыһы ла башҡорт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Семинарҙа шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Еңеүселәрҙе ҡотлап Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының журналистар менән тығыҙ эшләүен әйтеп китте.
«Яңыраҡ ҡына беҙ республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында милли матбуғатта эшләгән журналистар менән Медиафорум үткәрҙек. Унда бик мөһим һорауҙар күтәрелде, улар барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ. Әле тапшырыласаҡ гранттар ҙа интернет селтәрендә башҡорт телен таратыусы журналистар һәм блогерҙар өсөн булдырылды. Беҙҙең телебеҙ бай, ул бар ерҙә булырға тейеш. Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк, хәҙер беренсе класҡа балалар ҡабул итеү өсөн ғаризалар йыйыу башланды. Ата-әсәләр туған тел булараҡ башҡорт телен һайлау хоҡуғы тураһында онотмаһындар, сөнки беҙҙең телебеҙ беҙгә кәрәк», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.
P.S.
Сираттағы еңеүселәр исемлегендә төркөм етәксеһе Айгөл Айытҡолова ла бар. Ул “Бәйләнештә” селтәрендәге “Илһамиәт” проекты авторы булараҡ грантҡа лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, был төркөмдә башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләре - сәсәндәр, халыҡ шағирҙары, яҙыусылары әҫәрҙәре, бөгөнгө заман шағирҙары, яҙыусылары, һүҙ оҫталары ижады яҡтыртыла.
Автор “Мораҙым”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Яйыҡ” башҡорт гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар” журналдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡорт шағирҙары, яҙыусылары ижадынан тыш, “Илһамиәт”тә яңы авторҙарҙың да ижад емештәренә ҙур иғтибар бирелә.

3 4 ER 0.3509
Хыянат

Әбейҙәр ҡараусыһы Зифа эшенән иртәрәк ҡайтып, мунса яғып ебәрергә уйланы. Йылғанан һыу алып килеп мунсаға барып инде һәм... атылып кире килеп сыҡты. Ҡалтырана, дерелдәй, нимә эшләргә лә белмәй. Йүгереп барып лом, көрәк алып килеп ишекте терәтеп ҡуйҙы.

12 0 ER 0.3267
#Илһамиәт#БашҡортТелеКөнө2021#ШағирҙарИжады
Рәсүл ҒАМЗАТОВ, Дағстандың халыҡ шағиры
🍃🌿☘🌿🍃
ТУҒАН ТЕЛ
Төш тиһәң дә төш инде был, сәйер:
Үлем килде бөгөн йән һорап.
Тауҙарымдың ҡайнар ҡуйынында
Ятам, имеш, сарсап, ҡанһырап...

Шылтыр-шылтыр аға, саба йылға,
Бер кемгә лә юҡ, тип кәрәгең.
Ә мин ятам, тыуған ерҙе ҡосоп,
Ер булмаҫтан элек йөрәгем.

Үлем баш осомда, тик хәлемде
Белмәй һис кем, килмәй яныма.
Тик ҡайҙалыр, алыҫ, бөркөт саңҡый,
Тик кемгәлер болан ялына...

Ир ҡорона аяҡ баҫҡас ҡына
Әрәм булды, тиеп иларға -
Әсәм дә юҡ, дуҫ-иш, бисәм дә юҡ,
Һынсы ла юҡ сеңләп йырларға.

Ятам шулай хәлһеҙ, тәнем йәнһеҙ...
Ҡапыл шул саҡ бына яҡында
Ике кеше килә лабырлашып
Үҙ телемдә ниҙер хаҡында.

Тау иленең бөркөү ҡыуанында
Мин йән бирәм, үләм... Ә улар? -
Ниндәйҙер бер Хәсән хәйләләрен,
Мут Ғәлиҙе һөйләп баралар!..

Йәнгә яҡын, таныш был һүҙҙәрҙән
Мин иҫемә килдем, аңланым:
Юҡ, үлемдән мине им-том түгел,
Тик туған тел ҡурсый алғанын.

Башҡаларға бүтән телдәр дауа,
Тик ул телдә яҙмам ғүмергә.
Әгәр иртән, телең юҡ, тиһәләр,
Мин бөгөндән әҙер үлергә.

Телем өсөн һәр саҡ йәнем әсей,
Ярлы тиһәләр ҙә телемде,
Бейек менмәһә лә, бөйөк миңә,
Төҫкәйе ул миңә илемдең.

Тойормо һуң улым башҡа телдә
Мәхмүт йырындағы ялҡынды?
Шулай уҡ мин үҙ телемдә яҙған
Һуңғы йырсыһымы халҡымдың?

Мин тормошто һөйәм, һөйәм ерҙе,
Ерҙең хатта һәр бер мөйөшөн.
Йырланым мин бөтә Совет илен,
Сыҡмаһа ла һәр йыр килешеп...

Мин йәнемдәй күрәм ирек илен,
Мин әҙермен ғәзиз йәнемде
Уның өсөн ҡайҙа бирергә лә!..
Тик үҙ ерем алһын тәнемде!

Тик ҡайһы саҡ яҡташтарым минең
Цадалағы бер таш янында:
Ғамзат улы Рәсүл ята, тиеп,
Туған телдә иҫкә алһындар!

5 0 ER 0.2842
”Бер саҡ Хоҙай Тәғәлә кешеләрҙең туҡтауһыҙ зарланыуынан, уфылдауынан арып киткән һәм уларҙан ҡайҙалыр йәшеренеп, ял итеп алырға булған. Шул саҡ фәрештәләренең береһе Уға шундай кәңәш биргән:”Хаҡ Тәғәләбеҙ, ҡайҙа ғына йәшеренһәгеҙ ҙә, кешеләрҙең зарынан ҡотола алмаҫһығыҙ, улар Һеҙҙе Ҡафтау башына ҡасһағыҙ ҙа, диңгеҙ төбөнә төшһәгеҙ ҙә табасаҡ. Кеше таба алмаҫлыҡ бер генә урын бар: ул кешенең күңелендә. Шунда йәшеренегеҙ. Кеше бер ваҡытта ла үҙенең күңеленә күҙ һалмай…”

5 0 ER 0.2823