Статистика ВК сообщества "Ғаилә усағы"

16+
Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була.

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Рәнйетеп бала үҫтермә...

Рәнйетеп бала үҫтермә,
Рәнйеш төшөр үҙеңә.
Ауыр һүҙ әйтерҙән алда
Ҡара балаң күҙенә.

Ҡарғап үҫтермә баланы,
Ҡарғыш ҡайтыр үҙеңә.
Донъя – ҡуласа, ҡалырһың
Шул баланың иңенә.

Һуғып үҫтермә баланы,
Йөрәктә ҡалыр йөйө.
Балаң яраһы үҙеңдә
Һыҙлар ғүмерең буйы.

Илатып бала үҫтермә,
Ер-һыу илар ер үҙе.
Ул бала бит – һинең ғәзиз
Йәнеңдең игеҙәге.

Автор: Зөһрә Ҡотлогилдина.

240 18 ER 3.0811
Көтәм.

- Ҡайтып киләм, әсәй, иҙәндәрҙе
Саңһурҙырғыс менән үт әле?
Бәләкәсем ауыҙына тыға
Бөтә сүпте, аңһыҙ бит әле... -

...Тиҙ - тиҙ генә ялтыратып ҡуйҙым
Бар донъямды. Ҡупты йөрәгем.
...Беҙ әсәйгә нисек ҡайта инек?
Өҙөлдө лә китте үҙәгем...

Ғәҙел кеүек балам үтенесе,
Һис дәғүәм юҡ. Көтәм өҙөлөп.
Тик хәтерҙән хәтирәләр ҡайнап,
Күҙҙәремдән китте түгелеп.

...Кеҫә телефоны түгел, ябай
Телефон да ул саҡ булманы,
Нисек етте, шулай ҡайта инек –
Кемдәр юлда өшөп-туңманы?

Эҫе мейестәргә арҡа терәп,
Оло быйма кейеп аяҡҡа
Йылынманы кемдәр, әйтегеҙсе?
Оноттоҡмо хәҙер был хаҡта?!

Онотманыҡ! Шөкөр, беҙ күргәнде
Күрмәнеләр беҙҙең балалар,
Улар тигеҙ тормош юлы буйлап
Машинала елеп баралар.

...Әсәйемдең ҡулдарынан алып
Ҙур икмәкте, терәп түшенә,
Бүлер ине атай ҡап уртаға,
Ҡуйыр ине өҫтәл өҫтөнә.

Ҙур-ҙур телемдәрҙе өйөп ҡуйһа,
Кәрәк түгел ине башҡа һый,
Ҡаймаҡ һылап ашау – бәхет ине,
Йәки һылай инек тоҙло май.

Мейес төбөндәге сөгөндәге
Аш та сыҡһа әгәр – хөрриәт!
Иң ҡәҙерле ошо миҙгелдәрҙе
Иҫләүе лә хатта бер рәхәт!

... Тамаҡ туйып, бер аҙ хәл алғас та,
Беҙ тотона инек бар эшкә:
Мал ҡарарға, донъя таҙартырға,
Картуф әрсей инек бәлешкә.

Әсәйемдең ҡулы етмәгән эш
Күп булһа ла, бер ҙә эс бошмай,
“Ҡыҙҙар ҡайтһа, эшем бөтөп ҡала, -
ти торғайны әсәм, - ҡул бушай!”

Өйҙө ялтыратып китә инек,
Тәмлекәстәр тейәп, ҡалаға...
...Бешеренеп, өҫтәл ҡороп көтәм,
Хәйерле юл теләп балама.

Эй, донъялар ғына тыныс булһын!
Йәшәүебеҙ, шөкөр, матур бит!
Йыйыштырып ҡуйҙым бар донъямды:
- Ейәнкәйем, әйҙә, рәхим ит!!

Автор: Фирүзә Абдуллина.@

77 50 ER 1.7612
Асыу тотмағыҙ.
Мине бәлки кемдер яратмайҙыр,
Ә кемдер йәнен әҙер бирергә.
Бар кешегә ярап булмай икән,
Заманалар шундай хәҙерге.

Асыу тотҡандарға мин асыуланмайым,
Рәнйеткәндәрҙе мин кисерәм.
Дошман иткәндәрҙе дуҫ итәм
Хоҙайымдан һорайым, үтенәм.

Ғәфү һорайым һеҙҙән барығыҙҙан.
Яңылыш ҡына ауыр һүҙ әйтһәм.
Насар уйҙар тотмайым йөрәгемдә
Әгәр кемде мин үпкәләтһәм.

Тормош булғас яңылыштар ҙа була,
Үпкә тотоп, ара боҙмағыҙ.
Күңел түрем барығыҙға асыҡ,
Зинhар өсөн асыу тотмағыҙ.

/Фирая Ғәбдуллина/

89 11 ER 1.1473
Яуап.

Йәш саҡтағы фотоларҙы
Ҡыҙым ҡарап, минән һорай:
“Матур ғына булғанһың бит,
Тик үҙгәрҙең ниңә былай?”

Һораны ла, ул онотто.
Ә мин һаман уй эсендә,
Күҙ алдынан үткән ғүмер
Бер урала, бер сиселә.

Ҡайҙа булған нескә билем?
Миңә бәхет – һеҙ булыуы,
Күкрәгемә бала ҡыҫып,
Йөрәгемә йыр тулыуы.

Йыйырсыҡтар маңлайымда –
Ауыр уйҙар уйлағанға,
Күҙ осонда йыйылғаны-
Һеҙгә ҡарап йылмайғанға.

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулым –
Донъя көтәм ерҙе тырнап,
Шул ҡулдарҙа рәхәтләнеп
Йоҡлай инең мышнап-мышнап.

Сәс ағарған ҡайғыларҙан,
Аҙмы яра алған күңел!
Иҫем китмәй: сал сәстәрҙе
Буятыуы ҡыйын түгел.

Ҡайһы ерем һыҙлағанын
Бары үҙем генә беләм,
Ә йөрәгем элеккесә
Һеҙҙе һөйөп тибә гелән.

Кисер, ҡыҙым, йәш саҡтағы
Матурлыҡты һаҡламаным,
Аңлатһам да сәбәптәрен,
Мин үҙемде аҡламайым.

Минең өсөн мөһимерәк
Һеҙҙең барлыҡ, һеҙҙең һаулыҡ,
Матурлыҡ бит ваҡытлыса,
Һеҙҙең бәхет – минең байлыҡ!

/Фирүзә Абдуллина/

60 9 ER 0.9921
Нәсихәт

Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Төшкән ерҙә таштай бат, балам.
Ҡәйнә тупрағынан тыуа килен,
Тупрағыңды һаҡла, баҡ, балам.
Яңы ҡыйығыңды һөйөү кәрәк,
Аҡыл кәрәк донъя көткәндә.
Һылыулығың менән һыу буйлама,
Ир йортонда донъя көткәндә.
Көтмә бәхет ҡыйғас ҡаштарыңдан,
Зифа буйың, нескә билеңдән.
Уйҙар уйлап буйла һыуҙарыңды,
Гәүһәрҙәр тап күңел төбөңдән.
Ахмаҡҡа тик диңгеҙ тубыҡтандыр,
Баштан ашырлыҡтыр күләүек.
Төптөр-төптөр үҫкән төп йортоңа
Ишеттермә йәнең сеңләүен.
Таянырлыҡ ефет бул иреңә,
Йыйырылмаҫ ҡашлы, алсаҡ бул.
Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш,
Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул.
Һин тәүге лә һәм һуңғы ла түгел,
Донъя алыр һинән алаһын.
Әсә иткән ата балаһына
Үҫтереп бир халыҡ балаһын!
Төшкән ерҙә ултыраҡлы килен,
Бүҙәнәләй түлле - көслө бул.
Ҡайҙа төшһәң, шунда имен ҡартай:
Ап-аҡ сәсле, һары тешле бул!

131 8 ER 1.1283
Һаумыһығыҙ!
Минең бала тапҡандан һуң аяҡтар ға варикоз сыҡҡан ине, ныҡ иттереп һыҙлай,ауырта.Каштан бальзамы тураһында ишетеп алып ҡарарға булдыҡ ,ысынлап та файҙаһын күрҙем, иремә лә арҡаһына массаж яһаған инек, икенсе көнөнә биленә яһатты . Шулай файҙаһын күргәс үҙем дә яҙылдым, регистрация үтеп 25 скидка мн алдым.
Алған Каштан гелен өләсәй,нәнәемә бирҙем.
Тубыҡтары, суставтары һыҙлай бит , уларҙа һөйөндө, ныҡ килеште, файҙаһын күрәләр.Мин улар өсөн бик Шатмын!
Әлеге ваҡытта һалҡын ҡыш көндәрендә, ауырышып,сирлашеп алабыҙ бит инде.Унда ла Каштан геленең ярҙамын тоям
Тамаҡ ауыртҡанда муйынға һөртөп шәл бәйләп ятып йоклаһағыҙ икенсе көнөнә ОРВИ юҡ тип әйтә алам
Тын юлдары ,танау тымаулаһа Каштан гелен еҫкәйем тын юлдарын аса
Йүткерткәндә түшкә,арҡаға һөртәм.
Баш ауыртҡанда сикәләргә һөртөп , массаж яһайым башыма.
Теш хыҙлаганда тыш яҡтан десналарға һөртәм.
Ысынлап та ярҙам итә Тьфу тьфу тьфу 🙏

Кем ҡыҙыҡһына коомментарийҙа
"+"тамғаһы ҡуйығыҙ.
Минең номерым 89378309552
[id210134081|Фануза]

169 462 ER 2.2093
Туғандарым минең, бәғерҙәрем,
Хәлдәребеҙ нисек... Белешәйек...
Барыбыҙҙың ҡәҙерҙәрен беләйек,
Туғанлашайыҡ... Әйҙә күрешәйек!
"Туғаным, Һин!"- тиеп, өндәшәйек беҙ,
Берҙәм булайыҡ, бергә серләшәйек!
Яратышып йәшәйек, асыуланмай,
Күгәрсендәр кеүек гөрләшәйек!
Туғандарым! Мәрхәмәтле булайыҡ,
Намыҫ менән йәшәйек гөрләшеп!
"Туғаным!" - тип, типһен йөрәгебеҙ,
Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ берләшеп!
Онотмайса туған булып ҡалайыҡ,
Усағыбыҙ мәңге һүнмәһен!!!
Туған ептәребеҙ өҙөлмәһен,
Арабыҙға дошман кермәһен!!!

Автор: Фирая Ғабдуллина

65 5 ER 0.7103
Ҡул һелтәге килә, ҡайһы саҡта,
Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа,
Күренмәйсә генә кешегә...
Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта,
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә,
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...
...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта,
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..

/Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов/

47 7 ER 0.6019
Ҡатынмындыр.
Берәүҙәргә, бәлки, балдай татлымындыр,
Бәғзеләргә саҡматаштай ҡатымындыр.
Сабып килгән ярһыу атты туҡтатырҙай,
Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатынмындыр...
Сит – яттарға, бәлки, боҙҙай һалҡынмындыр,
Һөйгәнемдең ҡосағында ялҡынмындыр.
Сабыйыма ғүмер бүләк иткән өсөн
Иң ҙур һөйөүгә лә, бәлки, хаҡлымындыр.
Күп осраҡта үтә лә бер ҡатлымындыр,
Һәр ваҡытта тик дөрөҫлөк яҡлымындыр.
Уйландырып, мәңге бошмаҫ күңедәрҙә
Ҙур бер усаҡ тоҡандырыр сатҡымындыр!
Был донъяға мөхәббәттән хасилмындыр,
Кемгә - баҡыр, кемгә, бәлки, алтынмындыр.
Күп осраҡта ирҙәр кеүек ныҡ булһам да,
Наҙлы гөлдәй нәзәҡәтле ҡатынмындыр.
“Йәнем”, тиеп табыныуға хаҡлымындыр!

/Тәнзилә Йәнтилина/

27 0 ER 0.3863
Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй,
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй,
Аты булһа, машинаһы етмәй.
Осор өсөн ракетаһы етмәй..
Планетаһы етмәй… Күк етмәй…
Был кешегә ифрат күп етмәй.

Шул кешегә ләкин ҡай сағында
Баштарына ҡайғы төшөпме,
Бинахаҡҡа ғәйеп күтәрепме,
Ғәмһеҙлектән йәне өшөпмө,
Ап-аҡты ла ҡап-ҡараға буяп,
Матурҙы ла йәмһеҙ күргәндә,
Яҡты донъя менән бәхилләшеп,
һәләкәтен эҙләп йөрөгәндә -
Шул юлынан тартып алыр өсөн,
Был кешегә ифрат аҙ етә:
Бер йылы һүҙ –
Йөрәк иретерлек наҙ етә.

/Әнғәм Атнабаев/

18 0 ER 0.2844