Статистика ВК сообщества "Уйҙарым..."

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Осраттым

Йылдар үтте..Хаттар килмәне,
осрашырға сәбәп табылмай.
Әйтелмәгән һүҙҙәр... мейем сүкей.
һин барлығын йөрәк онотмай.
...Осратыуым бәхет түгел микән?
Күрҙем һине уҙған юлымда.
Ишетелмәҫ тауыш һыҙлап сыҡты:
- Борол миңә, мин бит яныңда!
Юҡ! Ишетмәне,йәнем,һиҙмәне лә
ярһып типкән һөйөү ауазын.
..Көҙгө япраҡ..шытырҙатып һына...
кешекәйҙең ауыр эҙенә.
...Булған яҙмыш әлдә тулыҡай...
Ошо бәхетемдән бөлдөрмә.
Яуапһыҙ ҙа ҡалған йәшлек уты
иҫкә төшөп юлдан яҙҙырма.

Римма Саньярова.

11 0 ER 0.3675
Ышанмаһаң,яҡыныраҡ!

Аҡ сиренле-күк сиренле
яҙҙың иң матур мәле.
Тел осомда тоям кеүек
ожмахтай йәмле көнлө.
Ышанмаһаң,яҡыныраҡ!
Хушбуйын еҫкәп ҡара.
Бөтөн донъя ҡунаҡ йыйған
аҡ япмаларын яба.
Ара-тирә күбәләктәй
күк сирендәр күренә—
Аҡ сиренле-күк сиренле
тәбиғәттә йәнләнә.
Ғашиҡтарҙың -үҙ йыры бар.
Тәмле бәйләм ҡулдарҙа.
Һәр яҙ һайын ошо сирен(ь)
өмөт һуҙа уйҙарға.
Бына хәҙер биш тажлыһын
табып ҡына алайым.
Хислелеләргә өмөт һуҙған
серлекәйҙе эҙләйем.
Бер мәл генә сәскә атҡан
булдым сирен(ь) туйында.
Бушҡа түгел..мин иҫерҙем
танһыҡ һөйөү һутына.

Римма Саньярова. 2009 йыл.

4 0 ER 0.2010
Атай йорто.
Атай йорто, тағы уйҙарымда
Мин әйләнеп ҡайтам яныңа.
Шул уҡ ҡошсоҡ ҡунып һайрай кеүек
Баҡсалағы зифа талыңа.
Уйнай төҫлө тәҙрә өлгөһөндә
Йым - йым итеп йәйғор нурҙары.
Яңғырай төҫлө өйөбөҙ эсенән
Әсәйемдең моңло йырҙары.
Атай йорто һәр саҡ күңелемде
Ашҡындырып тарта үҙенә.
Тыуған йортом гелән төшөмдә лә
Өндәгеләй булып күренә.

Автор - Барлыбаева(Иҫәндәүләтова) Сәлимә.

4 0 ER 0.1404
Минең йөрәгемде ярҙылар тип әйтәләр..
Үткәнде ебәрә алмайҙар..
Ә мин һоҡланам.
Көслөләргә һоҡланам.
Кемдәр үҙҙәрендә ғәфү итергә, ебәрергә көс табып йөрәктәрен асыҡ ҡалдыра шул кешеләргә.
Ул еңел түгел.
Ә мин көсһөҙ, ахыры..

2 0 ER 0.0668
Тажлы үләт

Тажлы үләт илдән-илгә күсеп
Килеп инде тыуған еремә.
Ни кәрәк һуң, беҙҙең һәләкәтме,
Бығау һалырғамы телемә?!
Ысынбарлыҡ итеп ҡабул итмәй
Уйнап-көлөп кенә ҡарайбыҙ.
Ҡанһыҙ әжәл боғаҙыңдан алғас
Һуңлап ҡына барын аңлайбыҙ.
Кемдер һылтай уны сәйәсәткә
Терәтә тип беҙҙе көрсөккә.
Ҡайһылары хөкүмәтте тетә
Ябай халыҡ яман, үсекһә...
Һаҡланайыҡ дуҫтар! Кешелеккә
Янағанда шундай ҙур әфәт.
Юғарынан беҙгә ебәрелгән
Һынауҙыр тим, бәлки был михнәт.
Ил ҡыҙырған тажлы вирустарҙан
Хоҙай тәғәлә беҙҙе һаҡлаһын!
Аяп тормаҫ яуыз, ҡанһыҙ үләт
Беҙгә килеп ишек ҡаҡмаһын!

(автор Сәлимә Барлыбаева-Иҫәндәүләтова)

0 0 ER 0.0535
Йондоҙҙар

Матурҙа һуң зәңгәр күктә
төндөң йәме - йондоҙҙар.
Әйтерһең дә келәм йәйеп
һибелгән нур - борсаҡтар...

Шул нурҙарҙы ҡулға алып
һипһәң инең донъяға.
Һәр беребеҙ өмөт тотоп
менер инек ҡаяға.

Менер инек тау үренә
йондоҙҙар менән бергә.
Тик бер аҙға йылы тойоп
юлланыр инек Күккә.

Ә, Күк йөҙө шундай бейек!
Бик алыҫ ҡала хыял...
- Балҡып йәшә ғәзиз Ерҙә!...
Шаярып бармаҡ янай..

Римма Саньярова.

0 0 ER 0.0269
Былар бөтәһе лә ваҡытлыса.
Былар бөтәһе лә һынау ғына.
Былар барыһы ла минең өсөн.
Тикшереү өсөн.
Эйе, еңел түгел..
Эйе, бәлки яуабын таба алмайымдыр.
Бәлки булдырмаҫмын кеүектер.
Әммә әгәр былар минең ҡатнашыуым менән икән,
тимәк бушҡа түгел,
тимәк минең көсөмдән килә һәм мин был һынауҙарҙы үтә алам.

0 0 ER 0.0267
Сәләм, дуҫтар

Беләм, группамды ҡарамайым. Яҙмалар юҡ, уйҙарым менән бүлешмәй башланым.
Кәрәге юҡ тип уйланым күрәһең..

Һеҙҙең кәңәшегеҙҙе ишеткем килә.
Бик рәхмәтле булыр инем

0 3 ER 0.0401