Статистика ВК сообщества "НАҒЫШ"

0+

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
Хәйерле иртә!
©️Фирүзә Абдуллина.

2 0 ER 0.9218
ҮТТЕ ЙӘЙЕМ (Фирүзә Абдуллина)
Тағы ла бер йәйем артта ҡалды…
Өмөттәрем ҡалды өҙөлөп,
Күҙ менән ҡаш араһында ғына
Үтте-китте көндәр теҙелеп...

10 0 ER 1.0255
«Нағыш» төркөмөн Әсәйем тап 9 йыл элек асып ебәрҙе. Шул ваҡытта башҡорт телендәге яҙыулы һүрәттәр әҙ булды әле. Тәржемәсе, укытыусы, филолог эштәрен башҡарһа ла, һүрәт төшөрөү, биҙәү уның өсөн йыуаныс та, ял да булғандыр инде. «Нағыш» Әсәйемдең иң яратҡан төркөмдәрҙең береһе ине ул. Шуға күрә, әсәйем китһә лә, төркөмдө япмаҫҡа булдым, ваҡытым еткәнсе, хәлем булғансы, бында әсәймдең дә һүрәттәрен, үҙемдең дә открыткаларҙы һалып барасаҡмын. Һүрәттәрҙең биҙәлеше, стиле үҙгәреүенә аптырап тормағыҙ. Иң мөһиме – улар башҡорт телендә буласаҡ!

0 4 ER 0.8938
Иртүк тороп,
Тиҙ-тиҙ кейендем дә
Таңға ҡаршы сыҡтым йүгереп.
Ҡолап килгән имән итеп күрҙем
Уҙып барған төндөң ғүмерен...
© Рәшит Назаров.

2 0 ER 0.4948
🌘 Был төндә фәрештәләр Ғәрештән ергә төшә.
Ҡөрьән (97:4)
Ҡәҙер кисе. Һырттар ҡушылышты,
Салмалары бейек күккә менде.
Аҙан моңо. Боҙ ҡаялар алһыу.
Тик тарлауыҡ һалҡын бөркә инде.
***
Ҡәҙер кисе. Бөләңгерт үңергә
Ялпы-ялпы төшә әле болот,
Аҙан моңо. Ғәреш тәхетенән
Аҫылташтар аға йылға булып.
***
Ябраилдың өнһөҙ-тынһыҙ юлы
Донъя иңләй. Мәрхәмәтле Илаһ,
Фәрештәнең изге сәфәренән
Ҡалдырһаңсы ерҙә һөйөү-иман !
(И.А. Буниндан. "Ҡәҙер кисәһе" -
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)

6 0 ER 0.5531
Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!
© Фирүзә Абдуллина

4 0 ER 0.4775
НАҒЫШ төркөмөнә иң беренселәрҙән булып ҡушылған хөрмәтле Гүзәл ханым Ситдиҡованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! 💐
🍓ТАТЛЫ ЕЛӘК 🍓
("Любовь земная" фильмынан)
© Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

Урман ситендә еләк бешкән,
Тамылйып ҡына ул ята,
Татлы еләктән баш әйләнә,
Әсе еләге - илата

Яҙмыш юлдары ташлы-ташлы,
Осраһа унда шау еләк,
Татлыһы булыр бары бер ус,
Әсе еләге - дәү силәк.

Күңелем минең иләҫ-миләҫ,
Тынғылыҡ бирмәй хис-уйым,
Татлы еләктәр - тик яҙ ғына,
Әсе еләктәр - йыл буйы

Икәүләп үткән һуҡмаҡтарҙа
Еләк эҙҙәре ҡан-ҡыҙыл
Татлы еләкте бергә тирҙек,
Әсе еләген - яңғыҙым.
🍓🍓🍓🍓🍓🍓🍓🍓

Сладка ягода в лес поманит
Щедрой спелостью удивит
Сладка ягода одурманит
Горька ягода отрезвит

Ой крута судьба словно горка
Доняла она извела
Сладкой ягоды - только горстка
Горькой ягоды -два ведра

Я не ведаю что со мною
Для чего она так растёт
Сладка ягода - лишь весною
Горька ягода - круглый год
Сладка ягода - лишь весною
Горька ягода - круглый год

Над бедой моей ты посмейся
Погляди мне вслед из окна
Сладку ягоду рвали вместе
Горьку ягоду - я одна
Сладку ягоду рвали вместе
Горьку ягоду - я одна.

3 0 ER 0.4591
Әүҙем төркөмдәшебеҙҙе, шәхсән белгән яғымлы, изгелекле, талантлы Гөлфирә исемле ханымды Тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Эх, ниндәй матур, гөл-сәскәле, хуш еҫле айҙа тыуған Гөлфирә ханым! 💐

1 3 ER 0.3489
Атай-әсәй йорто шундай йылы,
Әйтерһең дә йәннәт баҡсаһы.
Ошо йортто изге фәрештәләр
Бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын.
Тәҙрәләрҙә һәр саҡ уттар янһын,
Ҡайтыу яҙһын һәр саҡ һағынып.
Ҡаршы алһын Атай ҡулын һуҙып,
Әсәй сыҡһын шәлен ябынып.
Атай-әсәй йорто шундай рәхәт,
Йәшәй унда оло мөхәббәт.
Биргән өсөн тигеҙ, оҙон ғүмер,
Хоҙайыма уҡыйым мең рәхмәт!
(Г. Шәрипова)

1 0 ER 0.2198
...Ҡоя сәскәһен алмағас
Өтөп алып күңелде
Ҡар бөртөгө кеүек ергә
Аҡ сәскәләр һибелде.

Бешер әле алмалары
Алһыуланып йәй еткәс
Аҡ күлдәген кейер тағы
Көҙ-ҡыштар аша үткәс!
©️Гөлдәриә Йосопова #Гульдария_Юсупова

1 0 ER 0.2212