Статистика ВК сообщества "тормош"

0+
❤ Тормошҡа ҡыуан, ул да һиңә йылмайыр ❤

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Кеше йортона инһәң - һуҡыр бул, сыҡһаң - телһеҙ бул. Етешһеҙлек эҙләмә, күрһәң дә - һөйләмә!

325 59 ER 7.2792
Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:

🤲"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин"

🤲Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.

1023 192 ER 7.5564
Бисмилла, тип иртән таң атҡас та,
Рәхмәт әйтеп, доға ҡылайыҡ...
Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
... Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
... Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
... Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай, тиҙәр.
... Булғанына риза булайыҡ.
Гөлшат Салаватова

317 134 ER 4.5341
Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡа,
Асыла туғанҡайым?
Хәлдәремде белгәнең юҡ,
Бәлки үҙем барайым.

Бер әсәнән беҙ бит тыуған,
Онотма шуны туған.
Бер-береңдең хәлен белеү,
Беҙҙә борондан ҡалған.

Аралар йыраҡ тип, торма,
Хәл белергә ҡайт туған.
Сепрәк туҙа, ғүмер уҙа,
Үкенерһең һуңынан.

Йыраҡтан да ҡайт туғаным,
Яҡындан да кил туған.
Бер туғандар араһына,
Ҡундырмайыҡ беҙ туҙан.

501 37 ER 4.4381
КӨТМӘГӘНДӘ КЕМДЕР ӨСӨН hИН НАСАР КЕШЕГӘ ӘЙЛӘНГӘНhЕҢ ИКӘН, ТИМӘК, hИН УЛ КЕШЕ ӨСӨН КҮП ЯҠШЫЛЫҠ ЭШЛӘГӘНhЕҢ.

Лев Толстой.

313 72 ER 3.9854
Минең бәхет балам ҡулында...
Ул бәхетле булһа, мин бәхетле,
Минең бәхет балам ҡулында.
Раббым минең, бәғер емешемдең
Фәрештәләр торһон юлында.

Күҙҙәрендә һағыш-моңон тойһам,
Тән яраһын күрһәм баламдың,
Тормошомдоң бер ҡыҙығы ҡалмай,
Ғазап уттарында янамын.

Балаларым тик бәхетле булһын,
Ошо теләк уйҙа, күңелдә.
Йә Хоҙайым, насип итә күрмә
Бала борсоуҙарын күрергә.

Һәр әсәнең бәхет асҡыстары
Ҡайнар устарында баланың.
Балаларым, һеҙгә ысын күңелдән
Оло бәхет теләп ҡаламын!

393 90 ER 3.9693
Рәхмәт, Хоҙай, иҫәнлегем өсөн, бер-бер артлы таңдар атҡанға!
Тормош ығы-зығыһынан арып яҡындар янына ҡайтҡанға!
Рәхмәт, Хоҙай, ерҙең матурлығын үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә
Тормошомдың һуҡмаҡтары буйлап үҙ аяғым менән йөрөгәнгә!
Рәхмәт, Хоҙай,
Йән дуҫтарым өсөн, уларҙан да гәзиз кем бар һуң?
Кисер гонахтарҙы, Раббым, Аллам, яманлыҡтан беҙҙе һаҡла һин...

219 115 ER 3.5283
Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым –
Өйҙә саҡта йоҡлап ҡалһындар,
Иң тәмлеһе була таңғы йоҡо,
Һәр бер таңдан ләззәт алһындар!

Ата-әсәй ҡосағында йәшлек
Үтеп китер матур төш кеүек,
Ҡатын-ҡыҙҙың өлөшөнә төшкән
Былай ҙа бит бөтмәҫ эш кеүек.

Төндәр буйы сабый тәрбиәләп,
Ҡара таңдан тағы йүгерһә,
Иҫләр әле ҡыҙым ҡыҙ саҡтарын,
Йоҡолары туймай илерһә.

Алдан йәлләп шуға ҡыҙ баламды
Борсомайым таңғы йоҡоһон…
…Ҡала күрһен бер үк йоҡолары,
Балалары әйҙә борсоһон!

Әсәй кеше шулай әҙер инде
Бала өсөн күпкә күнергә…
Эй, Хоҙайым, бирсе ҡыҙҙарыма
Бала шатлыҡтарын күрергә!
Йоҡо туйҙыр(а) алмай йөрөргә…
Фирүзә Абдуллина

247 23 ER 3.2730
Йә, Хоҙайым, минең балаларҙы
Бәлә - ҡазаларҙан арала.
Бәхет, шатлыҡ, тәүфиҡтары булып,
Матур йәшәһендәр ары ла.
Бир һин бал[а]ларыма оҙон ғүмер,
Тормоштары булһын бәхетле.
Үҙ балаларын үҙҙәре бағып,
Татыһындар оло бәхетте.
Яҙһын бал[а]ларыма олоғайып,
Ҡайны - ҡәйнә йөгөн тартырға.
Олатай - өләсәйгә ашҡынып
Ейәндәре торһон ҡайтырға.
Хеҙмәт юлдарында баҫҡыстарға
Йә, Хоҙайым, яҙһын үрләргә.
Беҙҙең шатлыҡ, таяныстар булып
Бир, Хоҙайым, донья көтөргә.

Зөлфирә Ғәлиева

267 74 ER 3.2056
Атай, Әсәй! - тип ҡайтып
төшөр өй
булыуы иң ҙур бәхет бит ул.😚

70 18 ER 2.6230