Статистика ВК сообщества "Татарские и Башкирские минусовки"

0+
Это пожалуй будет самой крупной группой посвященной минусовкам

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

[id174535948|Юрий Шатунов] тың тыуған көнө💐🎼🎤

Бөгөн яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Юрий Шатуновтың тыуған көнө. Уның бала сағы Күмертау ҡалаһы янындағы Пятка ҡасабаһында үтә. 1977 йылда Юрий әсәһе менән Көйөргәҙе районы Савельевка ауылына күсенә. Өс йылдан Иҫке Отрада ауылы мәктәбенә уҡырға төшә, ләкин 1984 йылдың сентябрендә әсәһе ныҡлап ауырып китә, ошо сәбәпле улын Күмертау ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбенә күсерә.
Юрийҙың бала һәм үҫмер саҡтары төрлө ҡалаларҙа, ауылдарҙа үтә. Быға ҡарамаҫтан, ул итәғәтле, тәрбиәле булып ҡала һәм миллионлаған халыҡ күңелен яулай. Яҡташтарыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ уны ҡалған йондоҙҙарҙан айыра һәм арбай ҙа.
Юрийҙы ихлас күңелдән байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.

#ЮрийШатунов #Кумертау #русскаяэстрада #известныеуфимцы

52 8 ER 2.8505
🎵🎼 🎧 [id63895986|Вильдан Шәмсетдинов] 🎤🎶

Вильдан Илдар улы Шәмсетдинов 1996 елның 4 августында Башкортстанның Көергәзе районында Яңа Мораптал авылында туа. Соңрак ул Ырымбурга күчеп килә, чөнки бу шәhәh аның туган авылына, Уфага караганда, якынрак була. Мәктәпне тәмамлаганнан соң Вильдан Ырымбур мәдәният һәм сәнгать көллияте студенты була, тик бер елдан соң аны ташлый һәм Казанга күчеп китә. Татарстан башкаласында Вильдан Казан дәүләт мәдәният институтына театр факультетына укый.

2016 елдан Вильдан Шәмсетдинов профессиональ сыйфаттагы җырларны яза. Шул ук вакытта егет Татарстан һәм Башкортстан сәхнәләрендә чыгыш ясый башлый. Тиздән Villi тәхәллүсе алган Вильдан Шәмсетдинов Радик Юльякшин белән хезмәттәшлек итә һәм аның лейблында катнаша.

Үткән ел яшь җырчы өчен истәлекле hәм истә калырлык вакыйгаларга бай булды. Ул сөйгән яры Гөлназ Асаева белән гаилә корып, тормыш юлларынан бергә атлап киттеләр. Иҗат юлын да ул үзаллы артист буларак дәвам итте.

Дуслар, Вильданга ❤ лайкларыгызны жәлләмәгез, үзегезнең диварыгызга күчереп алыгыз hәм рәхәтләнеп тыңлагыз!😉🙏🏻

#Villi #ВильданШамсутдинов #ГульназАсаева #татарэстрадасы #Казан #Уфа

38 25 ER 2.2600
🎵🎼 [id42600457|Гузель Шагисултанова] 🎤🎼

2006 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион проектында яҡташыбыҙ Гүзәл Шаһисолтанова (Мөхәмәтйәнова) олатай-өләсәйҙәребеҙ заманында яратып йырлаған “Ел ҡапҡа” йыры менән күптәрҙең күңелен яулағайны. Әле булһа уның башҡарыуындағы был йыр радиотелевидение тулҡындарында йыш ҡына яңғырап тора, ата-әсәләрен, яҡындарын тыуған көндәре, юбилейҙары менән ҡотлағандар араһында ошо йырклипҡа өҫтөнлөк иткәндәр байтаҡ. “Гәлсәр”ҙән һуң Гүзәлдең сәхнәлә күренмәй башлауына һәм “Ел ҡапҡа”ны башҡарған оҙон сәсле ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы әле һаман күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Социаль селтәрҙәрҙә лә уның артабанғы яҙмышы тураһында белергә теләгәндәр бар. Ҡайҙа булған һуң, Гүзәл? Ошо һорауға яуап табыу йәһәтенән, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ:

► Гүзәл, һүҙҙе биографияғыҙҙан башлайыҡ...

- Мин хозур тәбиғәтле, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Йөйәк ауылы ҡыҙы. Нәфил Миңлеғәле улы һәм Гөлъямал Ураҙгилде ҡыҙының матур ғаиләһендә тәүге бала булып тыуғанмын. Ғаиләлә ике бала үҫтек, Ғәзиз исемле ҡустым бар. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт техник университетының “Экология” бүлеген тамамланым. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйем. Тормош иптәшем Зенфир менән туғыҙ йәшлек Иҙел һәм дүрт йәшлек Йәсмин исемле балалар тәрбиәләйбеҙ. Беҙ спорт яратыусы ғаилә - спорт залдарына, фитнес-клубтарға күнекмәләргә, тренировкаларға даими йөрөйбөҙ. Әлегә быларҙы бер нигә ҡарамай өйҙә лә ихлас дауам итәбеҙ.

► Йырларға бала саҡтан уҡ яраттығыҙмы?

- Эйе. VI класта уҡып йөрөгәндә мәктәптә вокал түңәрәгенә йырсылар етешмәүе тураһында ишеттем. Мин ул саҡта бейеү буйынса шөғөлләнә инем. Үҙемде йыр өлкәһендә лә һынап ҡарарға булдым һәм тәүге сығышымда уҡ яңғыҙ йырлағаным иҫтә. Бала саҡта сәхнәлә сығыш яһау еңел бирелде, ҡыйыуыраҡ та инем; уңайһыҙланыу, оялыу, ҡурҡыу тойғолары ла булманы.

► Заманында барыһының да яратып ҡараған һәм телевизион-шоуға әйләнгән “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә ҡатнашып китеүегеҙ нисегерәк булды?

- Ҙур кимәлдәге телевизон проектта ҡатнашырға йөрьәт иткәнемдә миңә ни бары 16 йәш, мәктәптә генә уҡып йөрөгән саҡ ине. Күп уйлап тормай, бығаса репертуарымда булған һәм яратып башҡарған “Ел ҡапҡа” йырын яҙҙырып ебәрҙем. Конкурс аша үтеүем тураһында хәбәр иткәстәр, шатланып ҡабул иттем. Шул уҡ ваҡытта алда торған сығыштар, оло сәхнә менән бәйле борсолоуҙар ҙа булды.

► “Гәлсәр”ҙән һуң ниндәй хәтирәләр ҡалды һәм был проектта ҡатнашыу Һеҙгә нимә бирҙе?

- Әлбиттә, яҡты, йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Республика район-ҡалалары буйлап бер йыл буйы гастролдәрҙә йөрөгән осорҙа сәхнә тормошоноң бөтөнләй минеке түгел икәнлеген аңланым. Ул мине киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауға этәрҙе һәм үҙ юлымдың сәхнәнән тыш тарафта булыуын күрһәтте. Бының өсөн рәхмәтлемен генә.

► Ә шулай ҙа, ижадты бөтөнләй ташлап ҡуймағанһығыҙ, һуңғы осорҙа яңы йырҙар өҫтөндә эшләүегеҙ күҙәтелә.

- Йыр минең өсөн хобби ғына булып ҡалды. Йылына кәмендә ике яңы йыр яҙҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Клип төшөрөү ҙә яҡын планға алынған. Йырҙарымды студияла ғына яҙҙырам, сәхнәләге ише киң аудиторияны үҙ итмәйем.

►“Ел ҡапҡа”ны йырлаған Гүзәл ҡайҙа булған, тигәндәргә ни тип яуап бирер инегеҙ?

- Гүзәл тулыһынса үҙен ғаилә тормошона бағышлаған, ә шулай ҙа ижадтан ситләшмәгән, тип.

► Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Автор - Расима Салихова.

#ГузельШагисултанова #Гәлсәрһандуғас #Елкапка #башкирскаяэстрада #өфө

27 2 ER 1.7640
🎵🎼 Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - [id33350620|Фируза Париж] 🎤 🎼🎵

Башҡорт эстрадаhының иң hөйкөмлө, иң hылыу йырсыhы, актриса Фирүзә Мирхәт ҡыҙы Аллаярова 1977 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. Тәүге тапҡыр сәхнәгә 3 йәшендә сыға. Ата-әсәһе ҡыҙҙың йыр-моңға һөйөүен ҡеүәтләп тора, сөнки үҙҙәре лә йырға әүәҫ кешеләр. Ғөмүмән, Фирүзә — данлыҡлы йырсылар тоҡомонан (әсәһе Флүрә Туйсина, ағалары Рәмил һәм Радмир Туйсиндар республикала билдәле шәхестәр). Мәктәптә уҡыған йылдарҙа талантлы ҡыҙыҡай ауылдағы, райондағы концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡолсора урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1993—1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем ала.

1997—2000 йылдарҙа Сибай дәүләт башҡорт драма театрында, артабан — Сибай филармонияһында эшләй. Сибай театрындағы беренсе роле — «Уйламай һөйләһәң…» спектаклендәге Таңһылыу роле. Йәш актриса йыр конкурстарында ҡатнаша. Ижади псевдонимы итеп ҡартатаһының исемен ала.

2001 йылда Өфөгә күсеп килә һәм Башҡортостан радиотелекомпанияһында эшләй башлай («Сәләм» тапшырыуын алып бара). Ошо уҡ йылда М. Ғафүри исемендәге Башҡорт академия драма театрына «Нәркәс» (И. Йомағолов) спектакленә төп ролде башҡарыу өсөн саҡырыла. 2001 йылдан 2016 йылдың аҙағына тиклем республиканың төп театрында береһенән-береһе сағыу ролдәр тыуҙыра, әммә йыр сәнғәтенә ваҡыт тар ҡалыу сәбәпле Фирүзә Париж 2017 йылдың башынан театрҙы ҡалдырып, үҙаллы концерт эшмәкәрлеген башлай. Ф. Париждың йырҙары йыш ҡына «Туған тел», «Юлдаш» каналдары хит-парадтарының тәүге урындарында бара («Хистәр», «Күҙҙәремә-күҙҙәрең», «Ай-һай, һыуҙары»).

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).

Дустар, Фирүзә ханымға ❤лайктар ҡуйыһыҙ! Комментарийҙар аша теләктәрегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ😉 Был плейлист менән үҙегеҙҙең диуарҙарығыҙҙа бүлешегеҙ👍🏻

#башҡортсайырҙар #ФирүзәПариж #ФирузаПариж #Баймак
#башҡортэстрадаhы

29 4 ER 1.4339
🎹🎵 [id18783675|Рәил Өмөтбаев] 🎼🎤

Бөгөн талантлы йырсы, музыкант [id18783675|Рәил Өмөтбаевтыӊ] тыуған көнө! Беҙ төркөмебеҙ исеменән Рәилде тормош байрамы уӊаеннан ҡайнар ҡотлайбыҙ!💐 Һаулыҡ, ғаилә иминлеге, яӊынан-яӊы ижади уӊыштар теләйбеҙ!

Дуҫтар, Рәилгә лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ❤, был плейлисты үҙегеҙҙең диуарығыҙға күсереп алығыҙ 👍🏻

#РәилӨмөтбаев #башкирскаяэстрада #Башҡортостан #Өфө #РаильУметбаев

19 5 ER 0.9710
🎵🎼 [id60437957|Гайсар Миндигулов] 🎤🎼🎵

Ғайсар Миндиғолов Башҡортостандың Бөрйән районы Әтек ауылында йыр-моңға ғашыйҡ ғаиләлә тыуып үҫкән. Өфө дәүләт сәнғәт училещеһының вокал бүлеген тамалағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының "Философия һәм социология", БАГСУҙың "Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ" факультеттарын тамамлаған.

Ғайсарҙың музыкаль карьераһы 2010 йылда республика буйынса Радик Юльякшин менән берлектә үткән гастрольдәрҙән башлана.Тамашасы Ғайсарҙы беренсе күреүҙән үҙ үк итә.

Күптәр уның “Бәләкәсем”, “ Янымда ҡал“, “Ҡәҙерлем” исемле йырҙарын яратып тыңлай. 🎧

Дуҫтар, Ғайсарға үҙегеҙҙең лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ❤, был плейлисты үҙегеҙҙең диуарығыҙға күсереп алығыҙ 👍🏻

#ГайсарМиндигулов #башкортэстрадаһы #башҡортсайарҙар #Башҡортостан #Өфө

8 6 ER 0.7931
Дуҫтар, [id37128693|Альбина Кильдиярованың ] "Башҡортостан ҡыҙы" йыры Юлдаш радиоhы хит-парадында ҡатнаша!

"Йырым күңелегеҙгә оҡшаhа hәм минең өсөн тауыш бирһәгеҙ, мең рәхмәтле булыр инем һәммәбеҙгә", - ти Альбина❤❤❤

Тауыш бирер өсөн ташламаға керергә кәрәк: 👇🏻

5 1 ER 0.6189
[club17496755|Ришат Төхвәтуллин] белән Рифат Фәттахов арасында чыккан бәхәскә нокта куелды! 👍🏻👏🏻

24 апрельдә татар эстарадасы өчен зур вакыйга булды. Җырчы Ришат Төхвәтуллин белән Ваһапов фонды арасында чыккан бәхәскә биш елдан соң нокта куелды.

Белешмә: Ришат Төхвәтуллин 2011 елда Рәшит Ваһапов исемендәге халыкара татар җыры фестивалендә I урынга лаек булган иде. Һәм Ришатны зур сәхнәгә Ваһапов фонды рәисе, продюсер Рифат Фәттахов чыгарды. Соңрак Ришат Ваһапов фондыннан чыгып үзаллы ижат юлын сайлаганда алар арасында аңлашылмаучанлык килеп чыккан - бу язмада шул турыда сүз бара.

“Сине 5 ел күргән юк инде. Чакыруыңны алгач, бик сөендем һәм бик теләп бу кичәгә килдем. Әлбәттә, ул чакыру иртәрәк булса да килә идем. Әмма Аллаһ Тәгалә үзе бик күп нәрсәне рәтли. Хәзер бик матур чор кичерәбез – изге Рамазан ае бара. Бу айда бер-береңне гафу итү, дуслашу бик тә саваплы гамәл,” – дип сүзен башлады Рифат Фәттахов, Ришат Төхвәтуллинның 24 апрельдә Казанда УНИКСта узган концертында.

Ул тамашачы алдында Ришатка җырларын кире кайтаруы турында да әйтте:

"Бу җырлар безнең архивта ятарга тиеш түгел. Бу – гаделсезлек. Аларны халык ишетергә хаклы. Алар Ришат башкаруында кабатланмас яңгыраш тапты. Киләчәктә дә бу җырлар аның репертуарын бизәргә тиеш".

Ришат Төхвәтуллин иң элек сүзсез калса да, шатлыгын яшермәде. Тамашачылар да бу сөенечле хәбәрне алкышлар белән каршыладылар. Җырчы Рифат Фәттаховка рәхмәтен җиткереп: “Сез барыгыз да шаһит. Күңелдә булган бер таш, борчыган шушы мәсьәлә - шулай уңай чишелүгә мин бик шатмын. Бу елны ураза тоткан идем, бәлки шуңадыр да,” – дип, шаяртып та алды.

Хәзер аның репертуарына кабаттан "Ак яулыклы әбиләр", "Синнән башка", "Тулган аем", һәм "Тыңлачы, сандугач" һәм башкалар кертеләчәк. "Сез бу җырларны миңа түгел, халыкка кайтардыгыз", - дип сүзен тәмамлады Ришат.

Дуслашу хөрмәтеннән Ришат Төхвәтуллин “Ваһапов фестивале”нең 17 нче майда узачак Гала-концертына килергә вәгъдә бирде.

Мәкалә [club68609075|@vagapovfest] мәгълүматләренә таянып әзерләнде.

#РишатТухватуллин #Ваһаповфестивале #Татарҗыры #Өфө #Казан

28 1 ER 0.8345
🎤💐 [id110283234|Миңзифа Искужина] hәм [id407211192|Артур Туҡтағолов] 🎤🎹

Башҡорт эстрадаһының иң матур, татыу иҗади парҙарының береһе улар.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина 1965 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәбендә ала. Бала саҡтан йыр-моңдо һөйгән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙҙың сәнғәткә юлы ҡатмарлы ғына була. Башта ул Баймаҡ һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәренә эйә була. Темәстә һатыусы булып эшләй. Артабан Өфө моторҙар эшләү заводында токарь булып эшләй. 21 йәшендә генә Өфө сәнғәт училищеһына килә, Ф. Сәғитова класында уҡый. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Ул башҡорт композиторҙарының йырҙарын (З. Исмәғилев, «Былбылым»; Х.Әхмәтов, «Тыуған ауылым»; Б.Ғайсин, «Ике аҡҡош»; А.Туҡтағолов, «Мөхәббәт») һәм башҡорт халыҡ йырҙарын («Бала ҡарга», «Шәүрә», «Һандуғас» һәм башҡалар) бер рәттән ҙур оҫталыҡ менән йырлай.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009) Артур Бәҙри улы Туҡтағолов 1967 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Кесе Сурай ауылында тыуған. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Г. Г. Ғиләзева) тамамлай.

1990 йылдан башлап «Каруанһарай» фольклор төркөмөндә эшләй, ә 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» («Удача») эстрада төркөмө етәксеһе. Уны тамашасы дәррәү ҡаршы ала, сөнки был төркөм үҙенең шаян, дәртле көйҙәре, рухлы йырҙары менән бик тиҙ арала халыҡ күңелен әсир итә. Артур Туҡтағоловтың һәр йыры оптимистик рух һәм ыңғай энергия менән һуғарылған. Уның сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһауы һәр кемдә һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ хисе уята.

2021 йыл Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияhы составында эшләүсе "Далан" иҗат коллективы ойошторолыуға 20 йыл тула.

«Далан» үҙе тураhында уникаль һәм үҙенcәлекле төркөм буларак белдерҙе, йәш һәм өлкән быуын тамашасылары араhында тиҙ арала популярлашты. Бер йылдан hуң коллектив "Урал моңо-2002" Халыҡара төрки йәштәре конкурсында лауреат исемен яулай. Репертуарҙарында башҡорт халыҡ йырҙары ла, республиканың танылган композиторларының йырҙары тәшкил итә.

Дуҫтар, йәгеҙ Минзифа ханым менән Артур әфәндегә ❤ лайктар ҡуйығыҙ, теләктәрегеҙҙе комментарийҙар аша яҙып ебәрәгеҙ👍🏻 Был плейлистты үҙегеҙҙең диварығыҙға күсереп алығыҙ һәм рәхәтләнеп тыңлағыҙ! 🙏🏻😉

#МинзифаИскужина #АртурТуктагулов #башкирскаяэстрада #татарскаяэстрада #уфа #Башгосфилармония

12 3 ER 0.5558
30 май татар эстрадасының Примадоннасы [club1624050|Хания Фархинең ] туган көне 💔

Хания апага 61 яшь туган булыр иде. Жырларын hаман тыңлыйбыз, үзен haман юксынабыз...

Дуслар, Хания ханымның җырларын тыңлыйсызмы, үзен искә аласызмы?

Лайклар куегыз❤, бу плейлистны үзегезнең диварыгызга күчереп алыгыз (репост) 👍🏻

#ХанияФархи #Уфа #Казан #татарэстрадасы #башкортэстрадасы

14 4 ER 0.5830