Статистика ВК сообщества "Ҡатын - ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы"

0+
Аҡ-ҡаранан ғына тормай тормош, Донъя сағыу, донъя матур, беләм. Күңел моңдарымды таҫма итеп Ғүмер ағасына мин дә эләм.( Г. Хәлфетдинова)

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Сүпрәһеҙ, кетерҙәп торған ваҡ бәлеш-өсмөйөштәр өсөн ошолайтып ҡамыр баҫырға мөмкин:
1 стакан ҡайнар һыу, 1-2 йомортҡа, тоҙ, 10-12 аш ҡалағы көнбағыш майы, он кәрәк.
Ҡайнар һыуға 1-2 стакан он һалып бутайбыҙ. Уға тоҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, он ҡушып үтә ҡаты итмәй ҡамыр баҫабыҙ. Бер аҙ ғына ял иттерәбеҙ ҙә йоҡа ғына итеп йәйеп өсмөйөштәр яһайбыҙ. Тишелмәй, кетерләп тора былай әҙерләнгән ҡамыр. Алдан баҫып һыуытҡыста һаҡлаһаң да була.

1627 0 ER 14.4352
Кетерләп торған ваҡ бәлеш ҡамыры:

300 г ойоған һөткә бер с.ҡ. сода һалып һүндерәбеҙ. Шунда уҡ 80 гр иретелгән аҡмай, 2 аш ҡалағы майонез, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, бер с.ҡ. тоҙ, бер с.ҡ.шәкәр, он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер аҙ ял иттергәс ваҡ бәлештәрҙе эшләй башларға ла мөмкин.

1791 0 ER 13.2521
ӘСӘ ТЕЛӘКТӘРЕ

“Эй Хоҙайым-мәүләм, балаҡайҙарыма һаулыҡ, тәүфиҡ, оҙон ғүмер, барлыҡ-байлыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡ, күңел тыныслығы бир!

Яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, яман кешенән, яман уйҙарҙан йыраҡ ҡыл! Ут ҡазаһынан, һыу ҡазаһынын үҙең һаҡла, үҙең яҡла! Йөрөгән юлдарын уң итеп, Хызыр Ильясты юлдаш ит!

Уҡыған уҡыуҙарында — зиһендәрен, эштәрендә — уңыштарын арттыр, тел асҡыстары бир; уҡытыусыларының, хужаларының күңеленә миһырбанлыҡ һал!

Ваҡытында Алланан ҡурҡҡанын, бәндәнән оялғанын тап итеп, парлы ғүмерҙәрҙә аҡыллы балалар үҫтереп, ҡарт көнөбөҙҙә беҙгә терәк булырға насип ит, Хоҙайым-мәүләм!”

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

674 238 ER 9.8244
ҠӘҘЕР ТӨНӨ быйыл 8-се майҙан 9-сы майға ҡараған төнгә тура килә.🙏🏻

Рамаҙан айында бөтә төндәрҙән дә бөйөгөрәк булған Ләйләтүл-ҡадр төнө бар. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған кешенең сауабы мең айҙар дауамында ҡылынғанға тигеҙ.

"Ләйләтүл ҡадр" - "Бөйөк Төн" тигәнде аңлата. Ғалимдар ошо турала:
-"Был төндөң бөйөклөгө-Ҡөръән Кәрим китабының ошо төндә төшөрөлөүендә".

-"...ошо сәбәп менән был төндә бик күп һанлы фәрештәләр Ергә төшә".

-"...Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте, рәхмәте, гөнаһтарҙы ғәфү итеүе - был төндә башҡа төндәргә ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк";

-"...мосолман булған кеше был төндө ғибәҙәттә үткәрһә, Аллаһтың рәхмәте менән, йәшәү көсөнә эйә булыр".

"Әл-ҡадр" һүҙе "Тығыҙлыҡ" тип аңлатылырға мөмкин. Дин белгестәре был турала:" Был төндә шул тиклем күп фәрештәләр төшәсәк, хатта ерҙә тығыҙ буласаҡ"-тип аңлата.

Тағы ла был һүҙ "сикләнеү" тигәнде аңлата. Ҡәҙер кисенең ҡайһы төндә булыуын белә алмайбыҙ. Мөхәммәд ﷺ сөннәте буйынса был төндөң тик яҡынса билдәләре генә бирелгән.

Ғалимдәр әйтеүе буйынса "Был төндә ҡылынған доғаларҙың, теләктәрҙең алдағы йылдың нисек үтеүенә ҡағылышының әһәмиәте бик ҙур".

"Ләйләтүль-ҡадр мең айҙарҙан да бөйөгөрәк".

Был төндә ҡылынған изге эштәр, хатта әйтелгән йылы һүҙ-башҡа төндәрҙәгенә ҡарағанда күпкә сауаплыраҡ.
Был Аллаһ Тәғәләнең беҙгә булған киң рәхмәтелер.

Был төн ҡояш байыу менән инә һәм иртәнге намаҙ башланыу менән тамамлана.

968 25 ER 11.8852
ҠУНАҠ МЕНӘН БЕРГӘ ФӘРЕШТӘЛӘР ИНӘ ӨЙГӘ
Бер ҡатын Мөхәммәтﷺ пәйғәмбәргә иренең өйгә күп ҡунаҡ алып ҡайтыуына зарланған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ бер нимә лә өндәшмәгән, тик бер аҙҙан ҡунаҡҡа киләсәген хәбәр иткән.

Ирле-ҡатынлы быға ныҡ ҡыуанғандар, ҡатын кеше күп итеп тәмлекәстәр бешергән.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ уларҙа ҡунаҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша. Тупһаны аша атлаған ҡунаҡ менән бергә төрлө ерәнес заттар ҙа - тараҡандар, бөжәктәр, селәүҙәр сыға икән. Хужалар таң ҡалған.Мөхәммәт пәйғәмбәрﷺ
әйләнеп ҡараған да: "Бына шулай һәр ҡунаҡ менән йорттан бөтә насар нәмә китә. Шуға күрә кешене асыуланмай, ихлас ҡаршы алыр кәрәк. Аллаһ Тәғәлә ҡунаҡсыл өйҙө һәм уның хужаларын ярата. Унда ҡот һәм бәрәкәт инә", - тигән.

Тағы бер хәҙистә былай тиелә: "Әгәр Аллаһ Тәғәлә кемгәлер яҡшылыҡ ҡылырға теләһә, уға ҡунаҡ рәүешендәге бүләк яһай. Ҡунаҡ менән бергә йортҡа муллыҡ килә, уның менән бергә хужаның гонаһтары китә". Йәнә бер хәҙистә: "Ҡунаҡ килмәгән өйгә фәрештәләр инмәй", - тиелә.

 (Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА)

614 48 ER 9.3593
Баланың иҫән-һау, имен йөрөүен теләп ҡылынған доға:

"Әлхәмдү лилләһи Раббиль гәәләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин"

Йә Раббым, ошо баламдың иҫән-һау булыуын насип ҡыл! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә. Раббәнә әәтиннәә фиддүнья хәсәнәтәү үә филь әәхирати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин. Әәмиин.
( Л. Фәтхетдинова диуарынан)

868 120 ER 9.7262
Беҙ бала саҡта йәйге көн ошолайыраҡ була торғайны...)

23 40 ER 5.0844
Бәлешкә ҡамырҙы ошолай әҙерләйем:

Бер стакан йылы кефирға 5 аш ҡалағы көнбағыш майы, сама менән тоҙ, семтем генә шәкәр, ярты сәй ҡалағы сәй содаһы, он ҡушып яҡшылап баҫам. Ҡамырҙы ярты сәғәт самаһы ял иттергәс бәлеш яһай башлайым. Ҡамыр тишелмәй, яҡшы йәйелә.

Эслек өсөн картуфты ла, итте лә, һуғанды ла ваҡ итеп турарға яратам. Бәлеш бешеп сығырға ярты сәғәт самаһы ҡалғас,эсенә ҡайнар һурпа өҫтәйем.

1097 27 ER 10.9493
Сүпрәһеҙ, йомшаҡ ҡына сөсө ҡамыр баҫыу өсөн:

1 стакан йылы һөт йә кефир
1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
5 - 6 ҡалаҡ үҫемлек майы
100 гр маргарин ( пышка)
самалап тоҙ, сәй содаһы
он

Һөт йә кефирға шәкәр ҡомо, сода, тоҙ һалып күбекләндергәнсе туҡырға.
Майҙарҙы һәм ондо һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, уны бер аҙ ял иттерергә кәрәк.
Төрлө эслекле бәлештәр өсөн бик һәйбәт була!

1608 0 ER 11.1345
Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр:

- бер сынаяҡ йылы һыу
- бер йомортҡа
- ярты сынаяҡтай көнбағыш майы
- самалап шәкәр, тоҙ
- бер сәй ҡалағылай сүпрә
- он
- ванилин
Баҫҡас ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.

Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм- күрәгә, ҡараемеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.

Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡмай, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.

1546 0 ER 11.2478