Статистика ВК сообщества "Ташбулат_Подслушано"

18+
От людей в деревне не спрятаться, Нет в деревне секретов у нас, - Не сойтись, разойтись, не сосвататься, В стороне от придирчивых глаз.

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

Зинира һәм Ризат Рамазановтарҙан башҡортса йырҙар. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

811 22 ER 36.9413
БР-ҙың атҡаҙанған табибы, оҙаҡ йылдар Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының Белорет филиалын етәкләгән ауылдашыбыҙ Илдар Ҡаһарманов, оло үкенескә күрә, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

Оло тәжрибәгә эйә табип - фтизиатр булараҡ, ауыр хәлгә йәки сиргә тарып мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһенә лә ярҙам ҡулы һуҙмай ҡалманы. Шуға күрә ул күп яҡташының үҙ күргән кешеһе булды. Иғтибарлығы, кешеләрҙе яратыуы, ихласлығы һәм тыйнаҡлығы менән ихтирам яуланы. Ауылдашыбыҙҙы тик яҡшы яҡтан ғына телгә алырға мөмкин. Коллегалары ла уны хөрмәт итте, өлгө итеп ҡуйҙы.

Ғүмере буйы ил һаулығын ҡайғыртып йәшәгән Илдар Мөхәмәтғәле улының йәне йәннәттә булһын. Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

15 89 ER 7.8896
Хөрмәтле туғаныбыҙ Зинира Юнир ҡыҙы Фәтхуллинаны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Тәбиғәттең ап-аҡ осоронда, ошо миҙгелгә тағы ла йәм өҫтәргә теләгәндәй яҡты донъяға килгәнһең. Бөгөн дә кешеләргә шатлыҡ өләшәһең, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле һәм игелекле, тура һүҙле, ғәҙел, яҡшы кәңәшсе, шуға күрә, тиңдәштәрең генә түгел, оло быуын араһында ла ихтирам ҡаҙанғанһың. Алтын ҡулдарың арыу-талыу белмәй һүрәт төшөрә, тегә, сигә, барлыҡ инструменттар менән дә оҫта эш итә, боронғо милли кейемдәрҙе тергеҙә. Район һабантуйҙарында һинең проект менән ҡоролған тирмәләр биҙәлеше буйынса беренсе һәм призлы урындар яулай, төрлө фильмдарҙа һин теккән костюмдар, ҡорған декорациялар – беҙҙең ғорурлыҡ. Ҡыҫҡаһы, нимәгә тотонһаң да, иҫ китмәле килеп сыға. Башҡаса мөмкин дә түгел - сөнки бар күңелеңде һалып ижад итәһең.

Артабан да тирә-йүндәгеләрҙе ижадың менән һөйөндөр, оҙаҡ йылдар матурлыҡ булдыр, яҡындарыңдың изгелеген, ярҙамын тойоп бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!

Тыуған көндә ни теләйҙәр?
Иҫәнлек, тыныс тормош.
Бала-саға хәсрәттәрен,
Күрһәтмәһен был яҙмыш.
Беҙҙән теләк – сәләмәт бул!
Һәр эшкә етһен көсөң!
Бәхетле көндәр килтерһен,
Һәр көн тик һинең өсөн!
Ерҙә шишмә, күктә ҡоштар,
Һиңә йырҙар йырлаһын,
Дуҫ иштәрең, туғандарың,
Һине һәр саҡ ҙурлаһын!

2 48 ER 6.5469
Наши парни заняли 1 место на зональном турнире по хоккею с шайбой, на кубок открытия хоккейной коробки в д. Новобалапаново

3 19 ER 5.3304
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.
Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

(Класташтар чатынан)

Мәктәп иҫтәлектәре менән бүлешеп алайыҡ, ауылдаштар.

7 27 ER 4.4494
Киленебеҙ Айгүзәл Баязитованы 25 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора. Иҫән-һау, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп кенә тормош диңгеҙен кисергә яҙһын. Һиңә килен тип түгел, ҡыҙым, тиеп ҡыуанып йәшәйбеҙ. Илнур улыбыҙ менән бергә- бергә оҙон, бәхетле ғүмер юлын үтергә яҙһын!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!

Ҡайны - ҡәйнәһе, туғандары.

1 14 ER 2.6898
Может уже пора разобраться в этой ситуации, какой бы не был хищник.

81 16 ER 3.6171
Хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы Әхмәтованы алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө кеүек ҡоҙабыҙ, балаларың, яҡын туғандар уратыуында, дуҫтар менән бергәләшеп оҙаҡ йылдар ғүмер итергә насип итһен Хоҙай! Күңелле шат миҙгелдәрегеҙ алдағы тормошоғоҙҙа бик күп булһын! Алдағы ғүмер юлдарығыҙҙы һау-сәләмәт, күтәренке кәйеф менән үтергә яҙһын. Туған-тыумасаларығыҙ, яҡындарығыҙ һәр саҡ хөрмәт итеп торһон.

Тормошоңдоң иң йәмле сағы,
Илле йәш – ул бик-бик аҙ әле!
Алда әле – күпме шатлыҡ!
Күпме бәхет, наҙ әле!

Һине тыуған көнөң менән
Яҡындарың бөгөн ҡотлайҙар.
Гел шат йәшә ерҙә, сәләмәт бул,
Ситләп үтһен һине ҡайғылар.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә
Юлдарыңды гөлдәр биҙәһен.
Сәләмәтлек — ярты бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк, ситләп үтмәһен.

0 16 ER 2.2156
Барығыҙға ла ҙур сәләм, ауылдаштар!

Ҡасандыр уйлаған маҡсатты, Аллаға шөкөр, тормошҡа ашырҙым шикелле. Ғинуар баштарында үҙемдең нәҫелемде белмәгәнлектән, атайым яғынан туғандарым тураһында ҡыҙыҡһына башланым.

Әгәр ҙә әсәйем яғынан 14 быуынға яҡын тамырымды белһәм (Күсем яҡтары), атайым Ғизетдиновтар яғынан 4 быуынын ғына белә инем. Шул арала, оло туғандарым; Ғәйнуллина Рәғидә инәй, Кужәхмәтов Мөғәлләм апа, Аҡсанов Ринат апаларҙан һорашып Фазулла олатайымдың онотолған туғандарына барып сыҡтым. Белорет районы Рысыҡай ауылына Көнһылыу тигән өләсәйем кейәһгә сыҡҡан булған икән. Ул туғандарға ла барып сығылды. Алай ҙа, улар бик шат булдылар танышыуға.

Артабан, архив эштәренә лә тотонолдо. Башта, ауыл тарихын белгән кешеләр; Миңзәлә Мөхәммәтғәле ҡыҙы, Гөлнара Буранбай ҡыҙы, Руслан Буранбай улы, Сәлихә Алмас ҡыҙы кеүек ауылдаштарҙан мәғлүмәт алдым. Әйтеүҙәренсә, Ғизетдиновтар, Фәтхуллиндар, Хужиндар, Хисматовтар "Таулылар" араһынан килеп сыҡҡандар тинеләр. Тик нисек туған икәнен бер кем дә белмәй ине...

Ярты йыл эштәр алып барғандан һуң, дөйөм ярҙам һәм архив аша нисек туғандар икәне асыҡланды. Ошо постҡа беркетелгән фотола шәжәрәне ҡарай алағыҙ. Әлеге ваҡытта ла һорауҙарым бар әле. Ҡарай торғас, Ғәбделхәким исемле олатайҙың Рәхмәтулла исемле улы булған. Бәлки Рәхмәтуллиндар заты ла туғаныраҡ килеп сығалыр... Араһында Һибәтулла Ғәбделхәким улы ла бар. Шунан Һибәтуллиндар заты китмәгәнме икән? Бәлки ауыл кешеләре күберәк нәмә айтер, комментарияларҙы көтөп ҡалам.

13 август гөрләтеп шәжәрә байрамын да үткәреп ебәрҙек. Беренсе тапҡыр үткәргәс, башта яҡын туғандар ғына йыйылдыҡ инде. Алла бирһә, тағын ҙурыраҡ итеп үткәрербеҙ тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта, Ғүмәр Ғилманов кеүек, (Күсем ауылының шәжәрәһен төҙөгән) Ташбулат ауылының да шәжәрәһен төҙөй алырбыҙ ул. Белгән шәжәрәләрҙе ебәрегеҙ әле.

Рәхмәт һүҙҙәрен атай-әсәйемә Гөлшат һәм Мөнир Ғизетдиновтар, Ғәйнуллина Рәғидә инәй, Кужәхмәтов Мөғәлләм апа, Аҡсанов Ринат апа ғаиләһе, Рәйсә инәй Файзуллина, Ҡәнәфина Фәйрүзә апай, Фәтхуллина Әлфиә инәй, Миңзәлә Мөхәммәтғәле ҡыҙы, Гөлнара Буранбай ҡыҙы, Руслан Буранбай улы, Сәлихә Алмас ҡыҙы, Лилиә Әүхәдей ҡыҙы, Хисматова Зилә инай һәм башҡа кемде атамағандарға әйткем килә.

9 14 ER 2.1136
Добрый день!
Не могу промолчать,однако!
Обращаюсь к местным таксистам!
Это какую же наглость нужно иметь,чтоб с села Кусимовский Рудник довезти до села Ташбулатово запрашивают цену аж 250рублей! У меня честно аж зла не хватает! До города доехать и то дешевле!
4 км за 6 минут! 250рублей! Просто возмутительно!!!Даже не с ГЛЦ!

10 201 ER 5.8686