Статистика ВК сообщества "Фотографии ИнНу (Инзирә һәм Нурзилә)"

0+
Фотография — это не спорт. У нее нет правил. Все должно быть испробовано. Билл Брандт

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА

💚 1. Ултырғыс һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кем ултырып доға ҡылһа ла, сауабы һиңә булыр.

💚 2. Берәй һауыт йә стакан менән тәҙрә төбөнә һыу ҡуй. Ҡоштар килеп һыу эсер, сауабы һиңә булыр.

💚 3. Бүлмәңә ҡумта ҡуй. Гонаһ ҡылған һайын шунда күпмелер аҡса һалып бар. Һуңынан шул аҡсаларҙы саҙаҡа итеп бир, сауабы һиңә булыр.

💚 4. Өйгә ингән һәм сыҡҡан ергә доға яҙып эл. Уны кем уҡыһа ла, сауабы һиңә булыр.

💚 5.Ҡөрьән һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кемдер бер хәрефен уҡыһа ла (ә бер хәрефкә сауап 10 тапҡырға арта), сауабы һиңә булыр.

💚 6. Моңһоуланған мосолманды йылмайырға мәжбүр ит, сауабы һиңә булыр.

💚 7. Үҙеңде рәнйеткән кешеләрҙең барыһын да ғәфү итмәйсә йоҡларға ятма. Ғәфү итһәң, сауабы һиңә булыр.

238 44 ER 17.5505
Йоҡлар алдыннан барыбыҙ ҙа уҡыйбыҙ:
33 тапҡыр «Я, Аллаһ!"
33 тапҡыр "Бисмилла Иррахман иррәхим"
33 тапҡыр «СӨБХАНАЛЛА»
33 тапҡыр "Ля Илаһә Ил Алалаһ"
33 тапҡыр "Әстәғфирулла"
33 тапҡыр "Аллаһу Әкбәр"
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Әмин!

290 24 ER 16.0208
Бирешмәйем.

Кеҫәһендә йоҙроҡ төйөп,
Кемдер йөрөй. Ирешмәйем.
Төйһөн әйҙә! Уға ҡыйын –
Мин барыбер бирешмәйем.

Кемдер ғәйбәт һөйләп ҡарай,
Ғәйеп таға. Ишетмәйем.
Гөнаһтары – үҙҙәренә!
Мин ғәйбәтте иш итмәйем.

Кемдер өҫкә ялыу яҙа.
Яла яға. Үсләшмәйем.
Эх тештәре үтмәй шул ул!
Ә мин хатта тешләшмәйем!

Намыҫым саф, ҡулым таҙа,
Үҙ эшемде салт* эшләйем,
Йәнем тыныс, шуға күрә
Ирешмәйем, бирешмәйем.

*Салт – ихлас, еренә еткереп, бөтә күңелдән.
Фирүзә Абдуллина.

51 10 ER 7.1710
“Юҡ” тип әйтергә өйрәнәм,
Ялҡытты “эйе” генә,
Кеше күңелен күрәм тип,
Көс төштө эйәгемә.

- Эйе, ярай, - тип йәшәнем,
Арыным “эйе”ләрҙән,
Кәрәк-кәрәкмәгәндәргә
Башымды эйеүҙәрҙән.

Әҙәпле булам тиһәң дә
Әҙәпһеҙ башҡа менә,
Тәртип һаҡларға тырышһаң,
Тәртипһеҙ төртмәҫ тимә!

Тыйнаҡ булыу – модаларҙан
Сығып бөткән замана,
Ситкә ярарға тырыша
Хәҙер бары диуана!

- Тиң дуҫ булам!- тиһәң,
- Әйҙүк!
- Эйе, - булыр яуабым,
Ярҙамдан да баш тартмайым –
Уның оло сауабы.

Ә шулай ҙа ябайлыҡтан
Файҙаланыусы байтаҡ,
Ваҡыттыр теләһә кемде
Яҡынлатырға байҡап.

Үҙемде-үҙем өгөтләп,
Ҡайнаны буғай мейе:
- Юҡ! – тип әҙерләп торһам да,
Ысҡына һаман “эйе”...
Фирүзә Абдуллина.

27 0 ER 4.8962
Яратмайым.

(Высоцкийға эйәреп)))

Яратмайым матур һүҙҙәр һөйләп,
Күңелендә ҡара йөрөткәнде;
Аҡыллы төҫ менән, кешеләргә
Үҙе белмәгәнде өйрәткәнде.

Яратмайым меҫкен, бахыр булып,
Үҙен йәлләтергә маташҡанды;
Бар бәхетен ҡәҙерләмәйенсә,
Буш хыялдар менән һаташҡанды.

Яратмайым бөтә ил байлығын
Үҙенең кеҫәһенә тултырғанды,
Батша тәхетеләй итеп күреп,
Эше урынында ултырғанды.

Яратмайым вәғәҙәләр биреп,
Аҙаҡ шул һүҙендә тормағанды;
Үҙ фекере булмай, тутыйғоштай,
Кеше йырын ғына йырлағанды.

Яратмайым һәр бер тинен һанап,
Аҡса ҡоло булып йәшәгәнде;
Юҡ-бар өсөн оло ғәйеп ташлап,
Яҙғы йәшен булып йәшнәгәнде.

Яратмайым көнсөл бәндәләрҙе,
Ҡара янып кеше күҙәткәнде;
Үҙен белмәй, кешеләрҙән көлөп,
Бармаҡ менән төртөп күрһәткәнде.

Яратмайым ғәйбәт һөйләүсене,
Юҡты бар тип иҫбат итеүсене;
Бөгөнгө көн матурлығын күрмәй,
Ғүмер буйы бәхет көтөүсене.

Яратмайым дуҫ битлеге кейеп,
Кеҫәһендә бысаҡ йәшергәнде;
Әрәм-шәрәм итеп бөгөнгөһөн,
Ун ғүмере барҙай йәшәгәнде.

Яратмайым тик үҙ уй-фекерен
Хәҡиҡәт тип иҫбат иткәндәрҙе,
Мин тырышам йәшәп үтер өсөн
Үкенмәйсә, иҫләп үткәндәрҙе.

Беләм, мин үҙем дә камил түгел,
Етешһеҙлегем бар, бар хатам,
Әммә бөтә ошо ғәҙәттәрҙе
Яратмағанымды яратам!

Фирүзә Абдуллина.

20 1 ER 4.1585
Төйөндәремде һүтәм.

Мин түгелмен элеккесә,
Мин инде хәҙер бүтән:
Әле бына күңелдәге
Төйөндәремде һүтәм.

Кем илатҡан, кем онотҡан,
Кемдер ҡаты бәрелгән,
Кемгәлер иткән изгелек
Яуызлыҡҡа әүерелгән.

Кемдер ялған ғәйеп таҡҡан,
Кем алдаған, кем һатҡан,
Кемдер…
Туҡта! Был турала
Улар инде онотҡан!

…Һәр береһен аҡлау өсөн
Төрлө сәбәп эҙләйем,
Төйөндәрҙе һүтә-һүтә,
Үткәндәрҙе күҙләйем.

Иң ҡатмарлы төйөндәрҙе
Туғандарым төйнәгән:
Кемдер ярҙам күрһәтмәгән,
Кемдер ниҙер һөйләгән…

Төйөн һүтәм – иҫкә алам
Ҡасан ярҙам иткәнен,
Беләм: ерҙә иң ҙур гөнаһ –
Кенә ҡыуыу икәнен.

Ситтәрҙе кисереү еңел,
Яралары һай ғына,-
Туғандарҙан алған яра
Туҡтамай һыҙлай ғына.

…Төйөндәрҙе һүтә-һүтә,
Күңелемде күҙләйем,
Иң ҡатмарлы төйөндәрҙе
Сисер сәбәп эҙләйем…

Фирүзә Абдуллина.

34 6 ER 4.3178
Бар ғаләмгә аҡ нур өргән,
Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.
( Ф. Абдуллина)

7 2 ER 3.6576
Фатихам.

Бер нәмә лә бушҡа килмәй,
Тырышам, арып-талам,
Тырышҡан – табыр! Һин минән
Тырышыраҡ бул, балам!

Эй ҡатмарлы был донъялар,
Ҡайсаҡ юғалып ҡалам...
Аҡыллы – аңлар! Һин минән
Аҡыллыраҡ бул, балам!

Эшемде күрһәтер өсөн
Бөтә көсөмдө һалам,
Уңышлы – уңыр! Һин минән
Уңышлыраҡ бул, балам!

Ғәмем, сәмем – һеҙҙә генә,
Борсолоп ыҙаланам...
Балаларың өсөн минән
Тынысыраҡ бул, балам!

Бөртөкләп бәхет сүпләйем,
Ялбарам – бирер Аллам!
Бәхет – яҙмышың! Һин минән
Бәхетлерәк бул, балам!
05.10.2016.
Фирүзә Абдуллина.

32 6 ER 3.9107
Тәбиғәт дауалары

Һөйәк һыҙлаһа, андыҙ үләненең тамырын алып, бәрәңге менән бергә бешереп, һыҙлаған ергә һалырға кәрәк. “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” – ти халыҡ мәҡәле лә.

Һөйәк һыҙлаһа, андыҙ үләненең тамырын алып, бәрәңге менән бергә бешереп, һыҙлаған ергә һалырға кәрәк. “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” – ти халыҡ мәҡәле лә. Андыҙҙы бушлай ғына алырға ярамай, хәйер итеп, ергә икмәк һынығы, тоҙ һалып ҡалдырырға кәрәк.

Ашҡаҙан, эсәк ауыртҡанда, өс андыҙ тамырын йыуаһың һәм ҡырып, турап, өс литр һыуҙа бер сәғәт ҡайнатаһың. Шул ҡайнаған һыуға ике аш ҡалағы шәкәр өҫтәп, бер аҙ төнәтәһең. Шунан көн дә сәй кеүек эсәһең, ашар алдынан да, һуңынан да мөмкин. Кешенең бөтә ғәмәлен таҙарта.
Эс, бауыр, бөйөр, баш ауыртыуынан да бик һәйбәт, шеште лә ҡыуа андыҙ һыуы. Ә бешкән андыҙҙы алып, аяҡ быуынына бәйләп ятһаң, һыҙлау бөтә. Андыҙҙы августтың ун биштәрендә йыялар.

Аяҡ һыҙлаһа, дегәнәк япрағын йылы һыуҙа сылатып, һул яғы менән ябыр кәрәк. Ә орлоғон һыҙлауыҡ сыҡҡанда тәүге көн – берҙе, икенсе көн – икене, өсөнсө көн биште ашайҙар. Орлоҡ таҡ һанда булырға тейеш.

Аяҡ, ҡул быуындарын дауалау өсөн май айында, үләндең әле генә сыҡҡан сағында, ете төрлө үлән йыйып, быҡтырып, шуға ултырырға кәрәк. Үләндәр ете төрлөнән дә кәм булмаһын.

Ҡырмыҫҡа иләүенә ултырыу ҙа бик килешә. Бының өсөн ҡырмыҫҡа иләүен тоҡҡа тултырып алып ҡайтып уны берәй һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойорға. Ҡырмыҫҡа иләүенең майы өҫкә сыға. Һыуына төшкәс, ике сәғәткә яҡын ултырырға. Йыуынғас бер аҙ баҫырынып ятырға, тирләттерә, ана шуның файҙаһы була.

Май айында ете төрлө үлән ауыҙ итергә, балтырғандан өс тапҡыр аш бешереп ашарға кәрәк.

Интернет селтәренән

162 2 ER 6.1860
💕“Яратам” тип әйтмәнем…

Тағы ла бер матур көнөм үтте…
Күңелемә ниҙер етмәне…
Нимә борсой икән маҙаһыҙлап?
…“Яратам!” тип һиңә әйтмәнем.

Һәр бер ярҙамыңа рәхмәт әйттем
(Ярҙамыңдан ситкә типмәнең),
Иғтибарҙы, беләм, йәлләмәнем,
Тик…
“Яратам” тип бөгөн әйтмәнем.

…Һөйөүемде ҡушып аш бешерҙем,
Керҙәрен дә йыуҙым яратып,
Хәлдәренә инеп, уртаҡлаштым,
Шиктәр-шөбһәләрен таратып…

Ҡулдан килгән тиклем эшем менән
Иҫбатланым булған хисемде,
Тик барыбер яратҡанды әйтмәй,
Ҡаршылайым бына кисемде.

Йыш ҡабатлап, был ҡәҙерле һүҙҙең
Ебәрмәйбеҙ микән бәҫтәрен?
Үҙебеҙ бит хатта яратабыҙ
Яҡын кешебеҙҙең хәстәрен!

Ҡабатлауҙан доға ҡеүәтләнә,
Көс алабыҙ доға ҡабатлап,
Ихлас булһын бары ошо һүҙем,
Әйтмәҫмен мин уны тик ятлап!

…Юҡ, иртәгә хатам ҡабатланмаҫ,
Шиктәремде ситкә ташлармын –
Кис еткәнен көтөп тормайынса,
“Яратам!” тип көндө башлармын!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

10 1 ER 2.8600