Статистика ВК сообщества "`БӨРЙӘНДӘР´ [Бурзянский|Бөрйән|Бурзян]"

0+
Бөрйән районы халҡының виртуаль ойошмаһы!

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

РӘХМӘТ ҺҮҘЕ.
Беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, Украинала хәрби операцияла батальон командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итеүсе туғаныбыҙ, гвардия майоры Кинйәкәев Инсур Вәли улы һәләк булды... Ул Рәсәй Һауа-Десант ғәскәрҙәре составында Гостомель ҡалаһының Антонов аэропортын алыуҙа ҡатнашып, ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеп туған илебеҙҙең тыныс киләсәге өсөн ғүмерен бирҙе.
Беҙҙең ауыр ҡайғыны күтәрешеүсе Яуымбай ауылы халҡына, Бөрйән Һауа-Десант ғәскәрҙәре хәрби союзына, Бөтә Бөрйән районы ауылдарынан һәм бар Республиканан килгән халыҡҡа, туғандарға, күршеләргә, дуҫтарға, класташтарына, ситтән килгән дуҫ-таныштарына, Бөрйән районы хакимиәтенә һәм Байназар ауыл хакимиәтенә, Ветерандар советына, Бөрйән мулла-хәҙрәттәренә, Башҡортостан Республикаһы хакимиәтенә, Ульяновск-Белорет ҡалаларынан һәм Алкинонан килгән хәрбиҙәргә, ҡыҫҡаһы барығыҙға ла туғаныбыҙҙы һуңғы юлға оҙатышырға килеүегеҙгә, ярҙам итеүегеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан изге күңелле кешеләрҙең барыһын да Аллаһы Тәғәлә үҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын! Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә ҙур сауап булып әйләнеп ҡайтһын!
Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, бындай ҡайғылар күрергә яҙмаһын! Һуғышта ҡатнашыусы башҡа һалдаттарыбыҙ имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһындар!
Инсурыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын! Ҡаһарманлығы халыҡ хәтерендә мәңге онотолмаһын!

Рәхмәт һүҙе менән ата-әсәһе, ҡатыны, туғандары.

40 345 ER 11.4584
"Ике йөрәк, ике аҡҡош" башҡорт телендә фильм. Үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ, буш саҡта ҡарарһығыҙ.
Олатай-өләсәйҙәрегеҙгә лә күрһәтегеҙ, йәш саҡтарын иҫләп алһындар!🥲
🎬#БашҡортсаФильм@burzyandar

1510 81 ER 11.4972
Аҡбуҙатҡа һәйкәл, Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле ярында урынлашҡан. Скульпторы Өлфәт Ҡобағошов.
Кем был һәйкәлде барып күрҙе, ❤️-кә баҫығыҙ!

27 68 ER 5.9340
Ҡарағыҙ, Бөрйән районы Мораҙым ауылында [id339972744|Рәғиҙә] һәм Радик Муратшиндар үҙ баҡсаһында ниндәй ҡарбуздар үҫтереп алған!👍🏻🍉🤤 Үәт уңғандар! Афариндар!❤

95 118 ER 6.1621
💔Хөрмәтле райондаштар...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районыбыҙ тағы ла оло юғалтыу кисерҙе...
Украинала барған махсус операциялар ваҡытында ике ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө...
Егеттәр менән хушлашыу бөгөн, йәғни, 8 апрель көнө 11.30 сәғәттә ойошторола: Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы менән Ҡурғашлы ауыл мәҙәниәт йортонда, Бикбулатов Байегет Рәфис улы менән Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонда.
©️gazizmanapov

59 395 ER 6.7795
[id626099298|Башкирская Домохозяйка] исеме менән билдәле булған иң популяр башҡорт блогеры Миләүшә Бөрйәндә!! Фанаттары уны менән фото төшә лә төшә, ебәрмәйҙәр, ти))
Кем Миләүшәне белә, ❤️лайк ҡуйығыҙ!
Ул Бөрйәнгә иҙел буйлап ағырға килгән, матур итеп ял итеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Анонимно🤪

10 49 ER 4.8354
🌸БӨРЙӘН ҠЫҘЫ МӘСКӘҮҘӘ ЕҢЕҮ ЯУЛАНЫ!✨🔥
Ошо көндәрҙә 🇷🇺Мәскәү ҡалаһында Джиу-джитсу көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты үтте.
⚡️Турнир ике бүлектән торҙо: «кимонола» (GI) был күберәк көрәшеү техникаһын күрһәтеүгә бәйле һәм «кимоноһыҙ» (NO-GI).
💥Бар Рәсәйҙән йыйылған спортсмендар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, 😍Бөрйән ҡыҙы, [id188746713|Гөлдәр Байморатова] 🤗ярыштың ике бүлегендә лә ҡатнашып 1-се урындарҙы яулай! 🥇🏆Башҡорт ҡыҙының етеҙлегенә, көсөнә һәм рухына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. 🌸💫
📌Шулай итеп, Гөлдәр, Башҡортостандың данын бар Рәсәйҙә арттырҙы.
🥰🙏Уға яңы еңеүҙәр һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! Бөрйәнебеҙҙең һәм Башҡортостаныбыҙҙың 💚данын бар донъяға ла еткерер әле ул! Уңыштар һиңә!❤

44 141 ER 4.7878
Шып-шым ғына йотоп ҡайғыһын
Ярһымайса, тыйып илауын
Ил күргәнде күрәм тип уйлап
Башҡортостан күмә улдарын.

Ер йәшерә ҡара ҡуйынына,
Һыҙлай уның әсе яраһы
-Балаларым, соҡорҙарға түгел
Хәтфәләргә ине һалаһым.

Ҡолас йәйеп бесән сабыр инең,
Үҙең бәпләр инең балаңды,
Ҡатыныңды наҙлап һөйөр инең,
Ник һайланың һуғыш яланын?

Кешеләрҙе йәшерә Ер, ил тарихын
Уба алмай ерҙең ҡараһы.
Болғағанда байрам байраҡтарын
Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ

БАШҠОРТОСТАН КҮМӘ УЛДАРЫН

©️[id56869271|Минзаля Яхина]

50 147 ER 4.8408
"Йәтим". Ҡыҫҡа метражлы башҡортса фильм.
Иламайса ҡарап булмай. Үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ, буш саҡта ҡарарһығыҙ.

1045 35 ER 8.1070
Һаумыһығыҙ. Украинала һәләк булған егеттәребеҙ тураһында ҡайһы берҙәр яңылыш фекер йөрөтәләр. Шуларға аңлатып үтке килә.
Беҙҙең райондан һәләк булыусылар барыһы ла был ығы-зығы башланғанға тиклем алдан уҡ Рәсәй Әрмеһендә контракт буйынса хеҙмәт итеп йөрөйҙәр ине. Улар присягаларына тоғро ҡалып, үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай, ҡушылған приказды үтәнеләр. Хеҙмәт иткән егеттәр беләләр, армияла "Приказы не обсуждаются, а выполняются!"
Улар береһе лә 24 февралдән һуң бармағандар, шуға "наемниктар", "аҡса өсөн барғандар", "аҡса артынан ҡыуһаң шулай була" һәм башҡа шуның кеүек фекерҙәрегеҙҙе үҙегеҙҙә ҡалдырығыҙ!
Улар беҙҙең батыр йөрәкле шәһит киткән егеттәребеҙ! Йәндәре йәннәттә генә булһын! Туғандарына Аллаһ Тәғәлә сабырлыҡ бирһен!
анонимно.

7 135 ER 4.2745