Статистика ВК сообщества "«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»"

0+
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

Графики роста подписчиков

Лучшие посты

[club69344323|«Халыҡ шағиры — халҡы йөрәгендә мәңге йәшәр!..»]

[club30125918|Рәми ҒАРИПОВ];
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Минең уйым —
Минең донъяла,
Ул балалар иле менән типә-тиң,
Аҫты ғына ағыныраҡ,
Күге генә киң.
Мин балалар менән тиң...

БАЛА САҠ ҠОЯШЫ

Мең ҡояшы булып бала саҡтың
Көнбағыштар яна баҡсала.
Күҙең ҡыҙһа, әйҙә, һикер ҙә төш,
Хикмәтеме уның аҡсала!
Эй шартлатып әҙәм табаҡтарын,
Йондоҙҙарын һыпырып төшөрәм.
Легиондар сафы Спартакты
Ҡамай мәллә, әллә төш күрәм?
Сыңғыҙ ғәскәреме саба әллә,
Ғәскәреме Аҡһаҡ Тимерҙең?
Әллә шулай Ҡырым сиреүеме
Ҡаплап алған алтын был ерҙе?
Уралымды урап алған яуҙай
Көнбағыштың һәр бер урайы.
Туҡтағыҙ! — тип, мин был ҡара яуҙы
Ҡуй һарыҡтай ҡырҡҡа турайвш.
Сайыр еҫле аҡ мамығын уның
Үткер тештәремә килтерәм...
Эй, балалыҡ! Әллә китап битен,
Әллә көнбағышмы мин тирәм?..

БАЛА САҠ

Бала булып булмай, тик бала саҡ —
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.

Һин, доняъны яҡын күргең килһә,
Бала күҙе менән баҡ уға:
Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,
Иҫең китерлек бит донъяға!

Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,
Болоттарға һуҙһам ҡулымды.
Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

ҺАУ БУЛ, МӘКТӘП!
һуңғы ҡабат мин класҡа инәм.
Һәм ҡарайым таныш картаға:
Юлдар, юлдар...
Төрлө яҡҡа китә...
Хуш булығыҙ инде, парталар...
Павелдарҙыц гүзәл образына
Инша яҙыр инде башҡалар.
Экзаменда
Тема түгел хәҙер, —
Үҙе көтә мине баш ҡалам.
Ҡара таҡталағы аҡбур эҙе
Оҙаҡ тормай, бик тиҙ юйыла.
Ләкин мәктәп, детдом —
Йөрәктәрҙә
Һаҡланырҙар ғүмер буйына...
Бөҙрә ялын сайҡап поезд сабыр,
Таныш ерҙәр алыҫ ҡалырҙар.
Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа,
Ҙур бер юлдан алып барырҙар.

КӘМӘЛӘ

Класташ дуҫтарыма

Хуш бул, мәктәп!
Иртәгә — вуз!
Бөгөн
Беҙҙең аҫта Иҙел тирбәлә.
Балҡый кәмәләге дуҫтар йөҙө,
Ебәк тулҡын йүгерә тирәләп,
һөйә ҡояш шаян тулҡындарҙы,
Көҙгө кеүек, Иҙел емелдәй.
Ҡояш һымаҡ уйҙар яҡты беҙҙең,
Тойғолар ҙа ташыу Иҙелдәй.
Дуҫтар ишә берҙәм, көстәр — ташҡын,
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Уның кеүек еңер ҡаршылыҡты
Берҙәмлеге беҙҙең дуҫлыҡтың.
Кәмә эҙһеҙ.
Ләкин тормош эҙен
Йылдар ғына күмә аламы?
Беҙ бит, дуҫтар, ерҙә киләсәкте
Яҡынайтҡан юлдар һалабыҙ!
Дуҫтар менән ғүмер — яҡты баҡса,
Һүнмәҫлек дәрт бирә йәшәүең.
Ҡайҙа ғына булһаҡ та беҙ
Юғалтмайыҡ дуҫлыҡ йәшәүен!
Дуҫтар ишә берҙәм, көстәр — ташҡын:
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Беҙ йырлайбыҙ, беҙҙең йырыбыҙға
Ағиҙел дә түҙмәй ҡушылды.
Тик һин гүзәл бар донъяла,
Иркен, киң Тыуған илем.
Мең йыл йәшәп булғанда ла
Мин йәшәп туймаҫ инем!

ҠЫШ

Ҡыш булғас,
Ҡар яуғас,
Бар ағас,
Яланғас!..
Ҡыш үтер,
Ҡар бөтөр,
Бөтә ер
Кейенер!..

НИХӘЛ ГЕНӘ, ЯҘҒЫ АҠ ҠАЙЫН...

Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.

Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас...

Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.

Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере — заяға!..
Ана, инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!

УМЫРЗАЯ ЙЫРЫ

Диуана мин, диуана,
Донъя менән йыуанам.
Донъя минең — үҙ өйөм,
Донъя моңо — үҙ көйөм.

Үҙем нисек теләйем,
Ерҙә шулай йәшәйем.
Бер кемгә юҡ зыяным, —
Мин тик умырзаямын.

Һәр терегә һөйөнәм,
Тик үлемгә көйөнәм;
Ә хәҙергә — ҡыуанам,
Диуана мин, диуана!..

БЕСӘЙ

Бесәй, бесәй, бес кенә,
Һин бит әле кес кенә.
Юҡ та әле көс кенәң,
Һөт кенәңде эс кенә.

Һөтөң эскәс, дәү булғас,
Сысҡан еҫен тойорһоң,
Сысҡан тотҡас , ныҡ туйғас,
Мыр-мыр килеп ойорһоң.

Йоҡоң туйғас торорһоң,
Биткәйеңде йыуырһың.
Мин битемде йыумаһам,
Хөрт малай тип ҡуйырһың.

ШОКОЛАД

Беҙҙең Туҡал быҙауланы
Йондоҙ тигән быҙауын.
Һөтөкәй булғас, ҡустым да
Бөтөрөр бит буҙлауын.

Бик һөйөнә әсәйем дә,
Яҙмағас өмөтөнән.
Бешерербеҙ бәрәмәс, ти,
Тағы ыуыҙ һөтөнән.

Әллә Туҡал да ҡыуана —
Ялай ҙа ялай ҡыҙын.
Көрән булғанға, ахыры,
Шоколад, ти, йондоҙон?

ҠОЛОНСАҠ

Сабып килә ҡолоном,
Текә һуғып тояғын.
Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө
Йәмгә күмә ян-яғын.
Янып торған сылт ҡара ул,
Ял-ҡойроғо ялтырай.
Күгәүендәр ҡунған булһа,
Түшкенәһе ҡалтырай.
Һай, ҡарасман, ҡалай һомғол,
Юртҡан була бит әле!
Ауыҙлыҡлап атланырмын,
Арҡаң нығып ет әле!
Аҫау булып ажғырырһың,
Сапсынырһың ҡолоном.
Йырлап ҡына эсерермен,
Ашап туйғас һолоно.
Күкрәк ҡағып юрғаларһың,
Ялың һыйпап һөйөрмөн.
Ҡарасманым, ҡолонсағым,
Бала сағым, тиермен.

ТЕЙЕН

Туҡта, туҡта, ни күрәм:
Был бит ялҡын һикерә!..
Ялҡын түгел, тейен ул,
Эҙләй йөрөй өйөн ул.

Ана тағы атылды —
Алып ҡасты ялҡынды.
Белмәй тейен балаһы
Йөрәгемә ҡабаһын!..

СЫЙЫРСЫҠ

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!..

Ҡошсоғом сыҡты ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла,
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.
Йәм-йәшел болонда
Бер ғәмһеҙ ҡолондай,
Ул кешнәп ебәрҙе, —
Кәйефен күтәрҙе.

Инә ҡаҙ артынан
Сылбырҙай тартылған
Бәпкәләр шикелле,
Субырҙай күңелле.

Ул һайрай мең телдә,
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә!..

ТУБЫРСЫҠ

Уйнайһың һин тубырсығың менән,
Уйынсығың, улым, тубырсыҡ.
Уйнатҡаның ни ул — белмәйһең дә,
Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!..

Йоҡлайһың да тағы уйнайһың һин,
Бар тормошоң әле уйында.
Ғүмер бирҙек һиңә, кем булырһың?
Ошо һорау сыҡмай уйымдан.

Күпме көстө һалыр кәрәк әле,
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..

АТАЙ АЛТЫНЫ

Балаларым — күҙем ҡаралары,
Балаларым — йөрәк яралары,
Ҡалай һеҙҙе ташлап китәйем,
Ҡалай һеҙһеҙ ғүмер итәйем?

Яҙҙырһам мин ашар ашығыҙҙаң,
Һыйпамаһам ғәзиз башығыҙҙан,
Тамағыма ниндәй аш барыр,
Ҡара ғына сәсем ағарыр!..

Етемлекте үҙем күп татыным,
Мираҫ булып ҡалмаҫ ул алтыным,
Булһам да мин үҙем көл-күмер,
Башығыҙҙан һыйпау — бер ғүмер!..

#РәмиҒарипов #Рәми_Ғарипов #РәмиҒариповИжады #ШиғриәтМинуттары #Шиғырҙар #Шиғриәт #Шиғырҙар_илендә

30 2 ER 2.4051
#Бикбәләкәстәргә0+👶🏻👦🏻👧🏻

[club69344323|«Туған телебеҙҙе онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!..»]

«ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА!...»
________________________
Туған телебеҙҙе онотмайыҡ, һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуындарға еткерәйек!..
• • • • • • • • •
• 1. Видеояҙма. «Педиатр — балалар табибы». (Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтар!🙏 Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!😷)
Ролдәрҙә: [id113476747|Алһыу Бәхтиева], [id4056138|Ирада Ҡадырова] һәм Айлина Ҡәйүмова.
[id6126536|Урал Иҙелбаев] көйө.
Проект өҫтөндә эшләнеләр: [id109248765|Руслан Юлтаев], [id201239422|Хөрмәтулла Үтәшев] һәм [id9622703|Динара Ҡәйүмова].

•2. Видеояҙма. «Комикстар».
Ролдәрҙә: Әмир Ишаев, [id219806113|Гөлфиә Рафиҡова], [id50536211|Лариса Абдуллина], [id201239422|Хөрмәтулла Үтәшев], [id21139342|Артур Ҡунаҡбаев] һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 3-сө «А» синыфы.
[id6126536|Урал Иҙелбаев] көйө.
Проект өҫтөндә эшләнеләр: [id109248765|Руслан Юлтаев], [id201239422|Хөрмәтулла Үтәшев] һәм [id9622703|Динара Ҡәйүмова].

•3. Видеояҙма. «Туған тел ғаиләнән башлана!»
Ролдәрҙә: Әмир Ишаев, [id201239422|Хөрмәтулла Үтәшев], [id4017751|Милена Сираева] һәм [id21139342|Артур Ҡунаҡбаев].
[id6126536|Урал Иҙелбаев] көйө.
Проект өҫтөндә эшләнеләр: [id109248765|Руслан Юлтаев], [id201239422|Хөрмәтулла Үтәшев] һәм [id9622703|Динара Ҡәйүмова].

4. Видеояҙма. «Туған тел ғаиләнән башлана!»
[id113476747|Алһыу Бәхтиева] [id32780184|Фирғәт Ғарипов]. [id138455746|Руслан Ғәлимов]. [id4017751|Милена Сираева]. [id646522208|Айнур Ситдиҡов]. [id3557067|Артур Кәбиров]. [id130829030|Зиләрә Юлтаева]. [id85658821|Юнир Ҡоланбаев]. [id48422503|Илсур Ҡаҙаҡбаев]. [id108046236| Айһылыу Йомағолова]. [id42120685|Лилиә Ғәлина]. [id137611817|Руслан Хайсаров]. [id653812982|Гөлназ Хайсарова]. [id4056138|Ирада Ҡадырова].
Режиссёры — [id109248765|Руслан Юлтаев]. [id6126536|Урал Иҙелбаев] көйө. Мөхәррире — [id9622703|Динара Ҡәйүмова].
• • • • • • • • •
Видеояҙмалар: [club8776450|«Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры»] төркөмө видеояҙмаларынан алынды.

#Башдрам #Bashdram #РоднойЯзык #ТуғанТел #БашҡортТеле #БашкирскийЯзык #Родина

29 0 ER 1.5043
#Бикбәләкәстәргә0+👶🏻👦🏻👧🏻

[club69344323|«Яңы йыл йырҙары!..»] [club69344323|«Ҡушылып йырлайыҡ!..»]
________________
[club48589305|«Тамыр» йыр ансамбле] — 🎅🏻❄️«Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!»🎅🏻❄
* * * * *
🎅🏻❄️«ЭЙ, ҠЫШ БАБАЙ, ҠЫШ БАБАЙ!»🎅🏻❄

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.
Йәнә лә килеп еттең,
Елбер ҡарҙар бейеттең.
Борҡоттоң бурандарҙы,
Һыуыттың урамдарҙы.
Ай-һай, ай-һай,
Тирҙәм ритә ри тәтәй.
Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.
Әйҙә бергә уйнайыҡ,
Сана шыуып туймайыҡ.
Өшөмәйек, туңмайыҡ,
Ҡулды һелтәп ҡуймайыҡ.
Ай-һай, ай-һай,
Тирҙәм ритә ри тәтәй.
Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.
Көрттө ҡат-ҡат өйәйек.
Эсенә юл өңәйек.
Йәшенмәк тороп төндә
Уйнайыҡ әйҙә көндә.
Ай-Ай-һай, ай-һай,
Тирҙәм ритә ри тәтәй.
Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.
Ҡарҙы күп яуҙыртаһың
Өйөбөҙ беҙҙең талды.
Бураны йырлап торһон
Көрпөк ҡар борҡоп торһон.
Ай-Ай-һай, ай-һай,
Тирҙәм ритә ри тәтәй.
Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Былтырғы таныш бабай.
________________
[club48589305|«Тамыр» йыр ансамбле] һәм [id17606273|RNT] — ([id17606273|Ринат Ниғмәтуллин]) —🎄🎅🏻❄«Шыршы ҡупшы кейенгән!»🎄🎅🏻❄
* * * * *
🎄🎅🏻❄️«ШЫРШЫ ҠУПШЫ КЕЙЕНГӘН!»🎄🎅🏻❄

Шыршы ҡупшы кейенгән,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Әйләнәбеҙ тирәләп
Йырлашабыҙ бергәләп.

Иң башына тоҡ аҫып,
Ҡыш бабай килеп инде.
Яңы йыл менән ҡотлап,
Беҙгә бүләктәр бирҙе.

Ул беҙҙе ҡыҫып һөйә,
Үҙе йылмайып көлә.
Беҙҙең өҫкә йым-йым иткән
Ҡар бөртөктәре һибә.

Шатланабыҙ-көләбеҙ,
Бигерәк күңелле беҙгә.
Бындай шатлыҡлы байрам
Тик беҙҙең тыуған илдә.

[club48589305|«ТАМЫР»]ҘАР ОЛО БАҺАҒА ЛАЙЫҠ!😍🙏🏻👍🏻✌🏻💪🏻❤🎄🌲🎅🏻🤶🏻☃️❄
•••••••••
Рәхим итеп ҡарағыҙ, тыңлағыҙ һәм ҡушылып йырлағыҙ! Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ! Баһалағыҙ!🤗❤🎧🎤🎼🎶💽💿📀

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!🤩😃🙏

#ТелеканалТамыр #Тамыр #ТамырРулит #КүрһәтәТамыр #БашҡортсаЙырҙар #Башҡортса_йырҙар #Йырҙар #Яңы_йыл_йырҙары

35 0 ER 1.2167
[club69344323|«Мифтахетдин Аҡмулла: ижады һәм тормошо!..»]

Хөрмәтле һәм ҡәҙерле төркөмдәштәр, дуҫтар!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға [club208859076|Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов — Мифтахетдин Аҡмулла]ның ижады һәм тормошо хаҡында [club48589305|«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы] тарафынан төшөрөлгән — «Мифтахетдин Аҡмулла» тигән фильм-тапшырыу тәҡдим итәбеҙ!
_______________
ТЕЛ

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,
Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.
Бирҙең Тәңрем, телде беҙгә, һөйлә, тип,
Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

[id329613362|Сергей Сергеев] видеояҙмаһы.

#ТелеканалТамыр #Тамыр #ТамырРулит #КүрһәтәТамыр #БСТ #МифтахетдинАҡмулла #Мифтахетдин_Аҡмулла #Аҡмулла

26 0 ER 1.0204
[club69344323|«Балалар өсөн әкиәт-фильмдар!..»]

Ҡәҙерле кескәй дуҫтарыбыҙ һәм атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға [club48589305|«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы] тарафынан төшөрөлгән — 🐌«Ҡусҡар»🐌 тигән әкиәт-фильм тәҡдим итәбеҙ!
______________________
Әкиәт-фильмда ҡатнашалар:

[id78310775|Искәндәр] [id161193505|Һиҙиәтов].
[id561856679|Тамара] һәм [id356070949|Фәнир] Малбаевтар.
Ҡәффәт — [id471054574|Рафаэль Никитин].
Диәфәт — [id4017751|Милена Сираева].
Ҡусҡар тауышы — Башҡортостандың халыҡ артисы [club54981752|Фирҙәт Ғәлиев].

Ҡусҡарҙар — [club48589305|«Тамыр» студия]һы балалары: Айлина Ғүмәрова. Айназ Рәхмәтова. Айым Байбулатова. [id638411955|Ализэ Йәнбирҙина]. Арслан Вәлеев. Артур Рамаҙанов. Әмилә Сакаева. Әмир Ғәлиуллин. Әминә Зәйнуллина. Байрас Мәҡсүтов. Гөлфиә Лоҡманова. Динислам Абыҙгилдин. Зәйнәб Ҡыуандыкова. Земфира Мәксүтова. Илдан Йәнбирҙин. [id62198313|Искәндәр Вәлиев]. [id408628413|Искәндәр Мөхәмәтйәнов]. Искәндәр Йәһүҙин. [id646923549|Ишморат Мортазин]. Ләйлә Сакаева. Мәҙинә Ғүмәрова. Мәҙинә Зәйнуллина. [id171634228|Розалия Аҙнаева]. Рәлинә Көлмөхәмәтова. Сәлих Усманов. Самира Исмәғилова. Самира Сакаева. Саида Әминева. Тамъян Сафин. [id582662564|Фатима Сынбулатова]. Һомай Бикбаева. Ынйы Дәүләтова. Элвина Рәзәпова.

Сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссёр: [id82550385|Айгөл Малбаева].
Диалог авторы: [id294437552|Рәзилә Салауатова].
Тауыш режиссёрҙары: Гүзәлиә Баһауетдинова, [id83714349|Айбулат Кәримов].
Музыкаль мөхәррир: Ләйсән Йәнбирҙина.
Ҡуйыусы оператор: Шамил Кәримов.
Оператор: [id21472992|Наил Ғәйнуллин].
Квадрокоптер операторы: [id93333317|Ринат Кашапов].
Компьютер графикаһы рәссамы: [id21384769|Шамил Хәмитов].
Ҡораусы: [id156843539|Альберт Ҡотошов].
Дизайн: [id13671385|Айгөл Бикбай].
Рәссамдар: [id181934030|Альбина Шәһретдинова], Гөлназ Минғазова.
Костюмдар буйынса рәссам: Әлиә Минәзова.
Режиссёр ярҙамсыһы: [id170695759|Юлиана Әмирйәнова].
Продюсер: Резеда Миндиярова.
Мөхәррир: [id66803884|Наҙгөл Сәлихова].
Проект етәксеһе: [id364944202|Гөлназ Ҡолһарина].

Фильмда яңғыраған йырҙар:
«Ҡәффәт йыры» [id294437552|Рәзилә Салауатова], [id471054574|Рафаэль Никитин].
«Торатау» ҡобайыры [id294437552|Рәзилә Салауатова], халыҡ көйө.
«Әкиәт иле саҡыра» [id71512861|Гөлнара Хәлфетдинова], [id83714349|Айбулат Кәримов].
«Ҡобайыр» Венера Ниғмәтуллина, [id4871155|Айҙар Хәмзин].

Йырҙарҙы [id356070949|Фәнир Малбаев], [id471054574|Рафаэль Никитин] [club48589305|«Тамыр» йыр ансамбле], [id144637633|Гүзәл Ситдиҡова] яҙған «Өләсәй» шиғырын [id78310775|Искәндәр] [id161193505|Һиҙиәтов] башҡарҙы.
••••••••••••••••
[club48589305|«ТАМЫР»]ҘАР ОЛО БАҺАҒА ЛАЙЫҠ!😃😍🙏🏻👍🏻✌🏻💪🏻❤🐌🐌

Рәхим итеп ҡарағыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!😊

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!😃
______________________
Видеояҙма: [club48589305|«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы]ның Ютуб каналынан алынды.

#ТелеканалТамыр #Тамыр #Әкиәт_фильмдар #ТамырРулит #КүрһәтәТамыр #БСТ #Ҡусҡар

24 0 ER 0.9899
[id144637633|Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова] тәржемәһе.

ЕҢЕҮ КӨНӨ!

Еңеү көнө, йыраҡта кеүек ине,
Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,
Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Көнө-төнө һүнмәне ут мартенда,
Бар хыялдар булды Ватан хаҡында,
Еңеү өсөн хеҙмәттә беҙ тир түктек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта.

Һаумы, әсәй, күпме яуҙаш ҡайтманы,
Ысыҡ кисеп үтәһе ине тағы.
Ер шарының яртыһын йәйәү үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта.

#ЕңеүКөнө #Еңеү_көнө #БашҡортсаЙырҙар #Башҡортса_йырҙар

11 0 ER 0.6605
#Бикбәләкәстәргә0+👶🏻👦🏻👧🏻

[club69344323|«Балалар өсөн әкиәт-фильмдар!..»]

Ҡәҙерле кескәй дуҫтарыбыҙ һәм атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!😀🙏🏻
Һеҙҙең иғтибарығыҙға [club48589305|«Тамыр» студияһы] тарафынан төшөрөлгән — 🎎🤴🏻👸🏻🎄«Тубырса менән Сыртлыҡай»🎎🤴🏻👸🏻🎄 тигән әкиәт-фильм тәҡдим итәбеҙ!
______________________
Ролдәрҙе башҡарҙылар:

[id203938993|Наилә ХӘБИБУЛЛИНА].
[id444852645|Ильяс ҠАРАБУЛАТОВ].
Тубырса
Айнур ЙӘҒӘФӘРОВ.
Сыртлыҡай
[id140072089|Камила БИКҠОЛОВА].
Тыртыр
[club54981752|Фирҙәт ҒӘЛИЕВ].
Астубыр
[id44151893|Азат ЯМУРОВ].
Сихырсылар
Рәмис МОТАЛАПОВ.
Регина ФӘТХИЕВА.
[id142729018|Гөлфиә РАЯНОВА].
Әсә
[id181782645|Альбина ФӘЙЗУЛЛИНА].
Атай
[id25910783|Ғәлинур ЮЛАМАНОВ].
Балалар
Алик ИШКИЛДИН.
Дилбәр ФӘЙЗИЕВА.
[id11130253|Лиана ХӘБИБУЛЛИНА].

Фильмда
Халыҡ йырҙары
«Беҙҙең ил»
«Бишек йыры».

Һәм автор әҫәрҙәре
[club199760573|К. Кинйәбулатова] һүҙҙәренә
[id25910783|Ғ. Юламанов] яҙған
«Аҡ шатлыҡ».

[id364944202|Г. Ҡолһарина] һүҙҙәренә
[id9483096|Г. Ишҡыуатова] яҙған
«Яңы йыл теләге» яңғыраны.

Фильмды әҙерләп күрһәттеләр:

Сценарий авторы:
[id364944202|Гөлназ ҠОЛҺАРИНА].

Ҡуйыусы режиссёры:
[id365109762|Радик ФӘТХИЕВ].

Ҡуйыусы операторы:
[id172053505|Илдар НАСРЕТДИНОВ].

Композитор:
[id25910783|Ғәлинур ЮЛАМАНОВ].

Тауыш режиссёры:
Феликс ӘБДРӘШИТОВ.

Рәссамдар:
[id80567921|Салауат МӨХӘММӘТШИН].
Илдар ТУЙМАҠАЕВ.
Ғәлиә ЙӘҺҮҘИНА.
Елена ВЯЗЬМИНА.

Яҡтыртыусы:
Рафаэль СӘЛИМОВ.

Компьютер рәссамдары:
Тимур БИКТИМЕРОВ.
Филүс ҠУНАФИН.

ТЖК технигы:
Рузил ЗӘЙРУЛЛИН.

Ҡораусылар:
Марат ЗАКАРИН.
Урал СОЛТАНГӘРӘЕВ.

Режиссёр ярҙамсыһы:
[id192803201|Айгөл ӘБДРӘШИТОВА].

Мөхәррире:
[id268488917|Ләйсән СОЛТАНҒОЛОВА].

Директоры:
Луиза АЗАМАТ.

«Башҡортостан» ДТРК
[club48589305|«Тамыр»] телерадиостудияһы.
1999 йыл.
••••••••••••••••
• Видеояҙма: [id203938993|Наилә Хәбибуллина] — «Бишек йыры». «Тубырса менән Сыртлыҡай» әкиәт-фильмынан.

[club48589305|«ТАМЫР»]ҘАР ОЛО БАҺАҒА ЛАЙЫҠ!😃😍🙏🏻👍🏻✌🏻💪🏻❤🎎🤴🏻👸🏻🎄❄

Рәхим итеп ҡарағыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!😊

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!🤩😃

[id329613362|Сергей Сергеев] видеояҙмалары.

#ТелеканалТамыр #Тамыр #Әкиәт_фильмдар #ТамырРулит #КүрһәтәТамыр #БСТ

28 0 ER 0.9890
#Музыкаль_тәнәфес

[club69344323|«Көйтеҙмә — плейлист!..»]

Хөрмәтле һәм ҡәҙерле төркөмдәштәребеҙ!😀🙏
Һеҙҙең иғтибарығыҙға һандуғастай моңло, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле тауышлы, яратҡан йырсыбыҙ [id234001262|Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА]ның аудио-йырҙары тупланған — (көйтеҙмә-плейлист) тәҡдим итәбеҙ!

[id234001262|Гәлсәр һылыу]ҙан йөрәктәргә үтеп инерлек матур йырҙар! Һеҙгә лә оҡшар тип ышанабыҙ!🤗🥰

Рәхим итеп тыңлағыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!🤗❤🌹🌹🌹🎧🎤🎼🎶💽💿📀

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!🤩😃

#ГәлсәрБайғусҡарова #Гәлсәр_Байғусҡарова #ГальсарБайгускарова #БашҡортсаЙырҙар #Башҡортса_йырҙар #Йырҙар #Плейлист

16 0 ER 0.7878
#СулпыларАрхив

[club33585859|«Сулпылар» йыр-моң тапшырыуы][club69344323|ның архивында һаҡланған йырҙар!..»]

Хөрмәтле һәм ҡәҙерле төркөмдәштәр, дуҫтар!😀🙏🏻
Һеҙҙең иғтибарығыҙға [club48589305|«Тамыр» телеканалы] йондоҙсоғо һәм [club128295139|«Бирешмә!»] сериалы геройҙарының береһе — [id98392397|Данир Ғимәҙиев] башҡарыуында йыр-клиптар тәҡдим итәбеҙ!

• 1. [id98392397|Данир Ғимәҙиев] — «Ҡыш бабай»
• 2. [id98392397|Данир Ғимәҙиев] — «Ҡолонҡай»
• 3. [id98392397|Данир Ғимәҙиев] — «Сәмле бул, әйҙә, малай!»

Рәхим итеп тыңлағыҙ, ҡарағыҙ! Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!🤗❤🎧🎤🎼🎶💽💿📀

#ТелеканалТамыр #Тамыр #ДанирГимадиев #ТамырРулит #КүрһәтәТамыр #БСТ

11 0 ER 0.6694
[club69344323|«Башҡорт теле!..»]

•1. [id234001262|Гәлсәр Байғусҡарова]🎤🎶 — 🇺🇿«Башҡорт теле».🇺🇿 (Акустическая версия).
[club50598475|Зәйнәб Биишева] һүҙҙәре.📝
[id463852818|Айрат Ҡобағошов] көйө.🎼
Гитарала🎸— [id20085653|Радмир Мөфтахин].
Йыр яҙҙырыу һәм мәғлүмәт:💽🎼 [id16123153|Эдуард Исламов].
Видео авторы:🎞📸 [id31531608|Әҙилә Һунарғолова].

Видеояҙма: [id234001262|Гәлсәр Байғусҡарова]ның Ютуб каналынан алынды.
___________________
•2. [id234001262|Гәлсәр Байғусҡарова] — «Башҡорт теле». [club50598475|Зәйнәб Биишева] һүҙҙәре, [id463852818|Айрат Ҡобағошов] көйө.
[club48589305|«Тамыр» йыр ансамбле].
Етәксеһе: [id351735324|Айым Рәхимова].
Хореограф: [id4409378|Василий Катасонов].

Йыр-клип: [club128295139|«БИРЕШМӘ!»] тәүге балалар һәм үҫмерҙәр премияһын тапшырыу тантанаһы концертынан. [club48589305|«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы]ның Ютуб каналынан алынды.

Рәхим итеп тыңлағыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!🤗❤🇺🇿🎸🎧🎤🎼🎶💽💿📀

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!🤩😃
•••••••••••
[club50598475|Зәйнәб БИИШЕВА]

«БАШҠОРТ ТЕЛЕ»

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!

#ГәлсәрБайғусҡарова #Гәлсәр_Байғусҡарова #ГальсарБайгускарова #БашҡортТеле #Башҡорт_теле #ЗәйнәбБиишева #Зәйнәб_Биишева

24 0 ER 0.8829